Хәмзә Ишдәүләтов Күмертау ҡалаһы
Мәкер тоҙағы
Хикәйә
Дәүләт әбейе яһап ултыртҡан сәйҙе ашыҡ-бошоҡ һемерҙе лә үҙ алдына һөйләнгәндәй:
– Юҡ, башҡа эсмәйем, – тип сынаяғын түңкәрҙе. Хуш итеп битен һыпырғас, ойоп ҡатҡан аяҡтарын көскә яҙып, урындыҡтан төштө.
– Абау, бабай, ул ниткәнең булды бөгөн, сәйемде мул һалып тороп бешергәйнем, хәҙер уны кем менән эсәм инде, әрәм була бит, – тип көйәләнде әбейе.
– Көн боҙолорға тора, буран сығыр, ахыры. “Һөйрәтеп алып килгән кәбән төбөндә бер күбәләй бесәнең ҡалды. Буран сығып, улай-былай ҡар баҫып киткәнсе, алдырып ҡуй”, тигәйне Нурулланың уртансы улы Ғәйнулла, – тине уға Дәүләт ҡарт. – Шуны алып ҡайтып ҡуяйым.
– Әллә шул, бабай… яңғыҙыңа ғына ауыр түгелме? Күрше малайға әйт бик булмаһа, ат тотоп торһа ла үҙеңә ярҙам булыр.
– Күп нәмә ҡалмағандыр әле. Йүнлеһен, мал-тыуарға ашарға ярарлығын ғына тейәйем. Кәбән төбөндә ергә һылашып ятҡаны бурһый, күгәрә, уларын алып тормайым, – тип әбейен тынысландырҙы.
Үрелеп мейес башынан быймаһын алып кейҙе, өҫтөнә ишек төбөндә сөйҙә элеүле торған бишмәтен һалғас, билен уңып төҫөн юғалта башлаған билбау менән быуып ҡуйҙы. Ул арала әбейе мейес кәштәһендә ятҡан тиренән тегелгән бейәләйен алып бабайына һуҙҙы.
– Үҙең бәйләгән йөн бейәләйҙе лә бир, һәнәк һабын тоторға уңайлы, – Дәүләт уныһын да һорап алды.
– Мин конный дворға атҡа барып киләм, йүнлеһе ҡалған булһа инде, – тип һөйләнә-һөйләнә сығып китте.
Сәлимә әбей ҡабат ултырып бер сынаяҡ сәй эскәнсе, бабайы атын егеп ҡапҡа төбөнә килеп тә туҡтаны. Атты ҡапҡа бағанаһына эләктерҙе лә кәртә-ҡураһы яғына үтеп бесәнлектән ҡыҫҡа ағас һаплы тимер һәнәген алды. Келәтен асып сөйҙә элеүле торған арҡанын яурыны аша һалды. Алып сыҡҡан кәрәк-ярағын санаһына ырғытты ла, үҙ эшенән ҡәнәғәт ҡалып, өйөнә инде.
– Йәтеш булды әле, конюх Хөснөлхаҡ үҙенең егеүле әҙер атын бирҙе. Аты йәш, дыуамалыраҡ инде, әммә ҡыуыу кәрәкмәй. Мин оҙаҡлап йөрөмәм, алыҫ ер түгел бит, төшкө сәйгә ҡайтып етермен, Алла бойорһа, – тип әбейенә урманға киткәнен белдерҙе.
Дәүләт ҡарттың сабынлығы Өйәңке йылғаһы буйлап, ауылдан күп булһа ике-өс саҡырым ер булыр. Быйыл сабынлығында үлән, Сайырлы ауылы кешеләре әйткәнсә, бил быуарҙан булып үҫте. Дәүләт ҡарт ауылды сыҡҡас, көмөрө арҡаһын алға табан ҡуйып, санаға йәш саҡтарындағы кеүек ҡырын төшөп ятты.
– На, малҡай! Әйҙә, ҡартлыҡта бер елдереп йөрөп ҡайтайыҡ! – тип еңелсә генә дилбегәһен ҡаҡҡайны, шуны ғына көткән кеүек, көрән бейә ажарланып ҡышҡы юлдан алға ынтылды.
Эйе, ғүмер тигәнең аҡҡан һыу кеүек, тик эҙе генә күренмәй. Дәүләт ҡарт менән әбейе Сәлимә лә һикһәнгә етеп килә, Аллаға шөкөр, әле икеһе лә шап-шаҡтай, бер-береһен ҡарап, көңгөр-ҡаңғыр килеп донъя көтәләр. Балалары барыһы ла ауылда тормош ҡорҙо. Өлкәнерәктәре үҙҙәре әбей-бабай булды инде. Ейәндәре көн дә тигәндәй килеп, утынын бысып, ярып, мал аҫтын таҙартып, һыуына тиклем ташып китә. Рәхмәт инде, аҡыл-тәүфиҡтары булһын, донъялар имен-аман торһон.
***
Әлегеләй күҙ алдында Сәлимәнең һылыу, йәш саҡтары. Күпме Сәлимә артынан йүгерҙе ул саҡтарҙа Дәүләт, күпме йоҡоһоҙ төндәр үткәрҙе, әммә ҡыҙ уға ҡараманы, күрше ауыл егете Усманға кейәүгә сыҡты. Ни яғы менән арбағандыр инде. Ҡыҙҙарына бер йәш тулғас, урманға өйлөк ағас ҡырҡырға барғанда, Усман ағас аҫтында ҡалып фажиғәле һәләк булды. Ә Дәүләткә, Сәлимә кейәүгә сығып күрше ауылға оҙатылып киткәс, ҡояш һүнгән, донъя бөткәндәй тойолдо. Әллә баш һуҡҡан яҡҡа сығып китергә инде, тип тә ниәтләгәйне, атаһы:
– Сабыр бул, улым, Сәлимәнән башҡа ла ҡыҙҙар бөтмәгән. Алла бойорһа көҙгә кәләш әйттерербеҙ, – тип китмәҫкә өндәне. Дәүләт йөрәгенең ярһыуын баҫырға, тештәрен шығырҙатып, урттарын сәйнәп үҙен тыйырға тырышты.
Бер көндө шулай кис етеп, йәйләүҙән ҡайтҡас, атын Әселе йылғаһы аша сығарып туғайлыҡҡа тышап ебәрҙе лә, йылға аша сығып барғанда, шишмәнән күнәктәренә һыу тултырып торған Сәлимәне осратты. Кейәүгә сыҡҡанынан һуң тәүге тапҡыр күреүе ине. Дәүләт юғалып ҡалғандай, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡыҙ янына килеп, ҡулын һуҙҙы:
– Йә, иҫән-һаумы, Сәлимә?
– Арыу ғына, үҙең ни хәлдә, ни эш бөтөрәһең?
Бер аҙ оялыбыраҡ, Дәүләт Сәлимәне баштан аяҡ күҙҙән үткәрҙе. Бер аҙ тулыланып, элеккегә ҡарағанда ла һылыуланып киткән кеүек, өҫтөнә кейгән еңел күлдәге, ҡыҫып бәйләгән билдеге тулы кәүҙәһенә, ҡабарып торған түшенә бик килешеп тора.
– Беҙ ни колхоз эшенән айный алмайбыҙ. Иртәнге ҡара таңдан төн еткәнсе ҡырҙабыҙ, – тип үҙе кеүек барлыҡ кешеләргә эштең ҡағылышлы икәнлеген белгертеп яуап бирҙе лә: – Ауыр ҡайғыңды ишеттем, күрәһеләрең шул булғандыр, ошоноң менән бөтһөн, башҡа ҡайғылар килмәһен, – тип йыуатырға тырышты.
Ошо осрашыуҙан һуң йөрәгендә яңынан мөхәббәт уты тоҡанды. Дәүләт үҙенә урын тапманы, ятһа ла, торһа ла, оҙон көн буйы көтөүҙә йөрөгәндә лә уйында тик Сәлимә булды. Уның бер аҙ моңһоу йөҙө, йомшаҡ ҡына итеп әйткән һүҙҙәре, һомғол кәүҙәһе күҙ алдында торҙо.
Көҙ етеп, көндәр тамам ҡыҫҡарғас, көтөүселәр йәйләүҙән ҡышҡылыҡҡа ауылға ҡайтты. Шул кисте Дәүләт Сәлимәнең ата-әсәһе йәшәгән урамға юл тотто. Сәлимә, Усманды ерләгәс, бер йылға яҡын ҡайны, бейем йортонда торҙо ла, үҙенә тейеш мал-тыуарын эйәртеп, тыуған ауылы Сайырлыға, ата-әсәһе янына күсеп ҡайтҡайны. Таныш йортҡа яҡынлашҡас, йөрәге урынынан сығырҙай булып дөп-дөп тибә башланы. “Нимә бала-сағалай ебеп төштөм әле? Уғры кеүек, кеше күҙенә салынырға оялам”, – тип үҙен шелтәләп, аҙымдарын шәбәйтте. Бәләкәй ҡапҡаны асып инеүгә ҡаршыһына ҡойроғон болғап Муйнаҡ йүгереп килгән:
– Онотмағанһың икән, маладис, – тип этте һыйпаны. Ишек тотҡаһына ҡулы һонолғас, йөрәге тағы ла дөпөлдәй башланы. Ул икеләнде, элгәре, Сәлимә кейәүгә сыҡмаҫ элек, икенсерәк ине…
– Ҡыҙ янына егет килә инде ул, – тип, Дәүләт бар ҡыйыулығын туплап, ишек тотҡаһын үҙенә тартты.
Шул кисте ул Сәлимәне күреп һөйләште.
– Юҡ, Дәүләт, мин бит ирҙә булған балалы тол ҡатын. Ә һин кәләш алмаған егет кешеһең, атай-әсәйең ни тиер бит, – тип тәҡдимде кире ҡаҡты. Дәүләт күп уйлап торманы, тотто ла яусы ебәрҙе.
Дәүләттең атаһы ла, әсәһе лә аптырауға ҡалды, бигүк риза түгелдәрен белгерткәйнеләр, улдарының:
– Миңә Сәлимәнән башҡа бер кем дә кәрәкмәй! – тигән ҡырҡа яуабы ризалашырға мәжбүр итте. Көҙҙөң һуңғы көндәрендә, бер аҙ ҡар яуып, аяҡ аҫты таҙарып, донъялар яҡтырып ҡалғас, туй яһанылар. Килен төшөрөп, һыу юлын күрһәтеп, барыһын да шартына еткерҙеләр, кеше һөйләрлек булмаһын, тинеләр. Сәлимәнең аталарында ҡышлап, йәйгеһен ҙур булмаһа ла өй һалып сыҡтылар. Икеһе лә тырышып эшләне. Ҡатынына ла, уның ҡыҙы Фәғиләгә лә Дәүләт бер ауыҙ ауыр һүҙ әйтмәне. Сәлимәнең Фәғиләһен ара-тирә: ”Эй, былай ҙа Усманыма оҡшар икән, бәхетең генә булһын инде”, – тип яратыуы Дәүләтте уйға һалды, йөрәген ярһытты. Минең менән йәшәй, ә күңеле менән һаман Усманын онота алмай, тип үрһәләнде.
Сәлимә уны яратманы бит, уға ҡараманы ла, яратҡан кешеһенә кейәүгә сыҡты. Унан ҡыҙы бар. Бына бит нисек килеп сыға, барыһы ла һин теләгәнсә генә булмай икән шул. Ә күңелең ятмаған, йөрәгең тартмаған кеше менән нисек ғүмер итмәк кәрәк һуң? Дәүләт хыялый кеше кеүек көн оҙоно көтөүҙә тик ошо турала ғына уйланы. Әммә быларҙың барыһын да үҙендә ҡалдырҙы, уйҙарын Сәлимәгә белгертмәне. Үҙен тынысландырҙы. Бына бөгөн-иртәгә атай булырға тора, онотолор барыһы ла. Сәлимә лә яңы тормошҡа ылығыр, балалары тыуғас, һөйөү хистәре тәрәнәйер.
Йәй аҙаҡтарында, колхоз бесәне сабылып бөткәс, ауыл халҡына ла бесәнгә төшөргә рөхсәт булды. Өйгән күбәләре бер аҙна тирәһе баҫылып, кәбәнгә тартырлыҡ булғас, Дәүләт атын егеп арбаһына һәнәк, тырмаларын тейәп:
– Мин Таллы үҙәненә күбә тарттырырға барам. Һин өйҙә ҡал, йөрөмә, ваҡытың да етеп килә, донъя хәлен белеп булмай, – тип бесәнгә йыйынды.
– Барамсы, нишләп бармай ти, күбә аҫтында ҡалған бесәнде тырмаһам да ярҙам булыр. Ялан күреп ҡайтырмын, – тип арбаға менде лә ултырҙы Сәлимәһе. Шуны ғына көткән кеүек, Фәғилә лә әсәһенең эргәһенә арбаға үрмәләне.
Төш ауғансы Дәүләт бер-бер артлы күбәләрен кәбән төбөнә ташыны. Фәғилә ирмәк күреп арығансы күбә башына ултырып йөрөнө. Бына шул ваҡыт Дәүләттең башына мәкерле бер уй килде. Күңел төбөндәге Фәғиләгә ҡарата булған һөйһөнмәүе яңырҙы. Әйтерһең дә, Фәғилә уларҙың икеһенең араһында кәртә булып тора. Әйтерһең, уларҙың яҡынайыуына ҡамасаулай, һәйбәт йәшәргә бирмәй. Усмандың үлгәненә дүрт йыл ваҡыт үтте бит инде, ә Сәлимә, Фәғиләгә ҡарап, Усманын һаман онота алмай.
“Әгәр ҙә етәкләп барған атты ҡапыл туҡтатһам, елгә елпелдәп барған бала ат менән күбә араһына осоп төшәсәк. Күрмәгәнгә һалышып атты ҡыуалап алып китһәм, Фәғилә күбә аҫтында ҡаласаҡ. Бер аҙ ер үткәс бала күбә аҫтынан сығасаҡ, әммә иҫән ҡалыуына ышаныс юҡ...” Был ҡурҡыныс уйынан Дәүләттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
Дәүләт атын аҙаҡҡы күбә төбөнә туҡтатты ла Сәлимәгә:
– Һин, бар, тырмаңды ал да арба яғына атлай тор, мин Фәғиләне күбә башына ултыртам да артыңса барып етермен, – тине.
– Ярай һуң, шулай итәйем. Йыйған мәтрүшкәләремде рәтләп арбаға һала торормон, сәй эскән һауыт-һабаларҙы ла йыйнарға кәрәк, – тине бер ни һиҙмәгән Сәлимә.
– Ҡыҙым, һин атайың менән атҡа ултырып барырһың, йәме, – тип аттың бер алдына, бер артына сығып йүгереп уйнап йөрөгән ҡыҙының битенән суп иттереп бер нисә тапҡыр үпте лә шәп-шәп атлап китеп барҙы.
Дәүләт Фәғиләне күбә башына ултыртты.
– Ныҡ тотон, йығылып ҡуйма, бәләһенән баш аяҡ, – тип юрамал Сәлимә ишетерлек итеп ҡысҡырып әйтте.
– На, малҡай! – тип атын ҡыуҙы.
Ҡара ат еңелсә генә тартып ҡуҙғалып китте. Бер аҙ ер үткәс, Дәүләт, ни булһа ла булыр, тине лә атын шып туҡтатты.
Уны-быны көтмәгән бала ялп итеп күбә башынан алға табан осоп та төштө.
– Әйҙә, малҡай, – тип бышылданы Дәүләт, атының ҡолағына әйткән кеүек.
Фәғиләнең ”Ай!” тип ҡысҡырған тауышы ярым ярты ғына ишетелеп күбә аҫтында ҡалды. Егерме-утыҙ аҙымдай атлағас, Дәүләт артына боролоп ҡараны ла, атын туҡтата һалып, күбә эргәһенә йүгереп килде. Күбә артынан ышырылып килгән бесәнгә уралған, бит- ҡулдары үләнгә һыҙырылып ҡанап, танымаҫлыҡ хәлгә килгән Фәғиләнең үле кәүҙәһе ята ине.
Дәүләттең күҙ алдары ҡараңғыланып китте, йөрәге сығырҙай булып типте, аяҡ быуындары хәлһеҙләнде. Фәғилә янына сүгеп ултырҙы ла:
– Сәлимә, Сәлимә! – тип ҡырағай тауыш менән ярһып ҡысҡырып ебәрҙе.
Дәүләттең ер ярырҙай булып аҡырыуын ишетеп, Сәлимә ялт итеп тауыш килгән яҡҡа боролдо. Ниҙер булғанын һиҙеп, ҡулындағы мәтрүшкә бәйләме төшөп китте. Ул бар көсөнә Дәүләт торған ергә йүгерҙе. Ҡыҙы Фәғиләнең бысранып ҡанға туҙған йомғаҡ кеүек кәүҙәһен күргәс, күҙ алдары ҡараңғыланды, йөрәге туҡтаған кеүек булды. Көскә ирендәрен ҡыбырлатып:
– Ни булды, Дәүләт? Ни эшләттең ҡыҙымды?! – тип һорай алды.
– Ни булғанын һиҙмәй ҡалдым бит, Сәлимә, күрмәй ҡалдым! Ни эшләргә һуң?.. – тип күкрәгенә ҡыҫып тотҡан Фәғиләнең үле кәүҙәһенә ҡарап һүҙһеҙ ҡалды. Сәлимә нисек арба янына атлап килгәнен, нисек менеп ултырғанын, нисек ауылға ҡайтҡанын – береһен дә хәтерләмәне, барыһы ла йоҡо аралаш күргән төш кеүек кенә тойолдо. Ҡыҙын ерләп ҡайтыуға ул ауырып китте, толғағы башланды. Бына шулай икенсе балаһы, ир бала донъяға килде. Уға, мәрхүм ҡыҙының исеменә оҡшатып, яҡты иҫтәлегенә арнап Фәһим тип исем ҡуштылар, Дәүләт күңеленән ул исемде өнәп етмәһә лә, өндәшмәне, ауыр ваҡытта Сәлимәнең күңелен ҡырыуҙан ҡурҡты. Ул ваҡытта закон һағында тороусы йәмғиәт әһелдәре лә, ауыл кешеләре лә, Сәлимәнең яҡын туғандары ла ни булғанын тикшереп-нитеп йөрөмәне, Хоҙай биргән ғүмере шулай ҡыҫҡа булғандыр, барыһы ла Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса бит, тип фараз ҡылды. Хәйер, участковый менән райондан килгән тәфтишсе барыһын да ентекләп һорашып, делоға теркәнеләр ҙә, был фәжиғәле хәлдә Дәүләттең ғәйебе юҡ тип, делоны яптылар. Бер-бер артлы ҡыҙҙары донъяға килде, улдары тыуҙы. Йылдар үтеү менән ул халыҡ күңелендә күңелһеҙ бер хәл-ваҡиға булып тороп ҡалды. Әммә Дәүләттең күҙ алдында барыһы ла кисә генә булып уҙған кеүек һаҡланды. Ҡунаҡтарҙа, арыу ғына һалдырып алған саҡта, Дәүләт теле сиселеп китеүҙән ҡурҡты, һәр ваҡыт үҙен үҙе ҡулда тоторға тырышты. Сәлимәһе тәүҙә ниҙер һиҙгән кеүек, иренә һорау ҡатыш текләп аптыратты. Һис юғында Дәүләткә шулай тойолдо. ”Дәүләт, әйт дөрөҫөн, мин бит барыһын да һиҙемләйем” тигән кеүек ине уның ҡарашы.
…Бына ошо тәрән уйҙарҙы уйлап, ҡышҡы ҡар баҫҡан тауҙарға, яландарға ҡарап көрән бейәнең еңел генә юртҡанына, сананың ҡышҡы юлда ара-тирә шығырҙап ҡуйыуына ҡолаҡ һалып килә торғас, нисек кәбән төбөнә еткәнен дә һиҙмәй ҡалды. Дәүләт атын ҡайтыу яғына бороп ҡуйғас, ҡыҫҡа тунын ҡар өҫтөнә сисеп ырғытты ла, йәштәрсә еңеллек менән бесәнде санаға һелтәй башланы. Бер аҙ тейәгәс, тапап төштө. Бесәненең йәшеле, мал ашарлығы уртаса йөктәй булды, ә ҡарайып бурһый башлағанын Дәүләт ҡарт тейәп торманы. Арҡан менән көсө еткәнсе тартып бәйләгәс, тунын йөк башына бәрҙе, һәнәген йөгөнөң урта тирәһенә ҡаҙап, унан атының һыртында ятҡан дилбегәһен ҡулына алып, йөк башына үрмәләп менеп ултырҙы. Тунын кейгәс:
– На, малҡай, әйҙә ҡайтыу яғына! – тип күңелле һөрәнләне. Бер аҙҙан тирләгән тәне, әллә арығанлығын тойоп, йомшарҙы. Дәүләт ҡарт үҙе лә һиҙмәҫтән йоҡоға талды. Күпмелер ер үткәс, дилбегәһе ҡулынан ысҡынып аҫҡа шыуып төштө, шунан сана табаны аҫтына эләгеп, аттың ауыҙлығын тартты. Көрән бейә, дилбәгә тартылғас, атлап барған еренән ҡапыл туҡтаны. Йоҡомһорап барған Дәүләт ҡарттың кәүҙәһе ялп итеп алға табан осоп төштө. Көрән бейә тертләп, бар көсөнә алға ырғыны. Тәүҙә ҡуш аяҡлап сапты, ярһыуы баҫылғас, атлауға күсте. Дәүләт ҡарттың кәүҙәһе күпмелер ара сана аҫтында ышырылып барҙы ла ҡышҡы ҡарлы юлда ҡанға батып йомғаҡ кеүек ятып ҡалды. Көрән бейә, ауыл урамы буйлап йөгө менән үтте лә, көн дә инеп-сығып йөрөгән хужаһының ҡапҡа төбөнә килеп туҡтаны. Быны тәҙрә аша күреп ҡалған Хөснөлхаҡ:
– Ай-һай, берәй хәл килеп сыҡҡандыр. Йә йөгөнөң башынан ҡолап ҡалған, йә көрән бейә ҡарттың йөк башына менеп ултырғанын көтмәй тайған, – тип һөйләнә-һөйләнә, мамыҡ һырмаһын ҡабаланып кейеп, тышҡа ашыҡты. Сана аҫтында һөйрәлеп килеп боҙланған дилбегәне һөйрәп сығарҙы. Үрелеп йөктө ҡараны.
– Йә инде, һәнәге ҡаҙаулы тора, ә үҙе юҡ, – тип атын етәкләп Дәүләт ҡарт йәшәгән өй яғына атланы. Атты кәртә эргәһенә килтереп туҡтатты ла, өйгә ашыҡты. Хөснөлхаҡтың ҡабаланып килеп инеүенә Сәлимә әбейҙең ҡобараһы осто. Хөснөлхаҡ бер-ике һүҙ менән хәлде аңлатты ла:
– Ни булғанын әйтеүе ҡыйын. Хәҙер, йөктө тиҙ генә бушатам да, эҙләп китәм, – тип тышҡа ашыҡты.
Хөснөлхаҡ йөктө һәнәк менән төртөп ауҙарҙы ла, санала үрә баҫып, ҡапҡанан елдереп сығып китте.
– Эй, Хоҙайым, тере генә булһын инде, – тип теләп тороп ҡалды Сәлимә әбей. – Әйттем инде яңғыҙың йөрөмә тип, тыңламаны, исмаһам, күрше малайға әйтһә лә иптәш булыр ине…
Хөснөлхаҡ Дәүләт ҡарттың бөгәрләнеп ҡатҡан үле кәүҙәһен санаға тейәп алып ҡайтҡанда ҡышҡы ҡыҫҡа көн кискә табан ауышҡайны. Уны ерләргә яҡын-тирә ауылдарҙан да килделәр. Өлкән быуын кешеләре, кесерәктәре лә, Дәүләт бабайҙың йәш сағында нисек Сәлимәнең артынан йүгергәнен, нисек өйләнгәнен, нисек Сәлимәнең бер гонаһһыҙ сабыйы күбә тартҡан саҡта бесән аҫтында ҡалып Дәүләт ҡарт кеүек үк һәләк булғанын – барыһын да күҙ алдына килтерәләр кеүек ине. Ауыҙ асып әйтмәһәләр ҙә, һис юғында кешеләрҙең ауыр тойғоло ҡараштары быны әйткән төҫлө тойолдо.
Ләйлә Ғаянова һүрәте.