Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Сентябрь 2023, 11:35

Айыу менән алыш (Булған хәл)

Ошолай аяныс булыр микән минең үлемем, Хоҙай мине аралаһасы, ниңә һаман туғандарым күренмәй икән, бар хәленсә ҡурсалап ҡалырҙар ине.

Айыу менән алыш (Булған хәл)
Айыу менән алыш (Булған хәл)

Рәмил ҡояш нурҙарынан сағылып, уның иркәләүенән уянып китте. Ял көнө булғанлыҡтан, иркенләп, бер аҙ кирелеп-һуҙылып ятырға булды. Кинәт ул 8 март, байрам көнө икәнлеген иҫкә төшөргәс, тиҙ арала кемдәрҙе бүләкләргә кәрәклеген барлай башланы. Тышта көн шундай салт аяҙ ине, яҙ етеүенә һоҡланғандай өй түбәләренән тамсылар тама, ауыл турғайҙары кем уҙарҙан сырҡылдаша.

Шул саҡ өй алдына еңел машина килеп туҡтағаны ишетелеп ҡалды. Бер аҙҙан өйгә шат йылмайып ҡустыһы, килене, Өфөнән байрамға ҡайтып төшкән бер туған һеңлеһенең ҡыҙы менән кейәүе килеп керҙеләр. Сәләмләшеп, күрешеп, шаярышып-көлөшөп, байрам кәйефтәрен күтәреп алғас, килеүҙең дә сәбәбе асыҡланды. Баҡ-тиһәң, ауылдан 12 километр аралыҡта урман ҡырҡыусылар тарафынан айыу өңө табылған икән, шунда бармаҡсылар. Рәмилдең фото төшөрөргә яратҡанын беләләр шул. Ул шулай тыуған яғы тәбиғәтенә мөкиббән ғашиҡ, форсат төшкән һайын тәбиғәт ҡосағына ашыға.
Әлбиттә, бындай мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға теләмәне Рәмил, туғандары менән тәбиғәт ҡосағына сәйәхәт ҡылырға шатланып риза булды. Еңел машина таҡыр юл буйлап елдерҙе генә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был хәл, әлбиттә, оҙаҡҡа барманы, ҡуйы урман араһына кергәс, тау итәгендә юлдың насар хәлдә булыуы асыҡланды. Айыу өңөнә ҡарай әллә ни алыҫ та ҡалмағайны. Туғандары машинаға тейешле урын эҙләп “ҡаңғырғансы”, Рәмил яңғыҙы ғына айыу өңө булған ергә ашыҡты. Кейәүенең һөйләүе буйынса, уның яҡынса ҡайҙа булыуын бик яҡшы аңлағайны.
Яҙғы урман юлы үтә лә тайғалаҡ булып сыҡты. Йәнә, урман ҡырҡыусыларҙың трактор менән ағас һөйрәтеп ташыуы ла юлды көҙгө кеүек ялтыратҡан ине. Гәлсәр төҫлө ялтырауыҡ юлдан, кем уҙарҙан йүгерешкән тәүге гөрләүектәрҙе күҙәтеп, һоҡланыуын йәшерә алманы Рәмил. Ҡапыл тайып ҡолап та алды. Ҡабаланып, өйҙән сыҡҡан саҡта тайғалаҡ итеген кейеп алғанына эй көйәләнде. Кинәт бер боролошта асыҡ ҡына битләү күренде.
Тирә-йүнде байҡап:
– Килеп еттем, ахыры, – тип ҡыуанды. Тау битләүен ваҡ ҡына уҫаҡлыҡ баҫып алғайны. “Мыҡты кәүҙәле төҙ ҡарағайҙарҙы, күрәһең, урмансылар ҡырҡып бөткәндәрҙер инде”, – тип эй көйәләнде ул.
Рәмил, тайғаҡ юлдан сығып, яйлап, бата-сума өң булырға тейеш булған тау битләүе яғына юлланды. 200 метрҙай ҡалғас, һөҙәк битләүҙә, гүйә, төпһөҙ, өңрәйеп торған өң күҙгә салынды, Рәмил шып итеп туҡтап һалды.
“Туҡта, туғандарым килгәнсе, алыҫтан булһа ла бер нисә кадр төшөрөп алайым әле”, – тине лә, алыҫтан ҡарайып күренгән шомло өңдө яҡынайтып объективка алды, шып иттереп фотоға төшөрә һалды. Эстән генә: ”Ҡалай шәп кадр килеп сыҡты”, – тип балаларса ҡыуанып та алды.
Рәмил: “Тә-ә-к, өңдө тағы ниндәй ракурс менән төшөрөргә икән?” – тип уйланған арала, ҡапыл өң эсенән уҡ шикелле айыу атылып килеп сыҡмаһынмы! Еңел генә һикереп, бер-ике ырғыуҙа айыу Рәмил янында ине.
Егет бындай ҡот осҡос хәлгә тарығанына ышанғыһы ла килмәне. Йәшен тиҙлегендә башына төрлө уйҙар килде, өмөтлө күҙҙәре менән тирә-йүнгә ҡаранды: “Их-х, эргәлә, исмаһам, йыуан ағастар булһасы”.
Рәмил бата-сума, ваҡ сауҡалыҡтарҙы йыра-йыра, бар хәленсә юлға ҡарай ынтылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлға етер саҡта, тайғаҡ боҙға баҫып, ҡолап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Шул ыңғайы айыу, Рәмилдең өҫтөнә килеп менде лә, лып итеп өҫтөнә ятты. Әйтерһең дә, йомшаҡ плед аҫтында ятҡан кеүек ине был хәл.
Айыу оҙайлы ҡыштан һуң бик йонсоу, хәлһеҙ генә булып күренде. Ул Рәмилгә моңһоу, эренләп бөткән күҙҙәрен төбәп: “Рәмил, һин бында нимә беҙҙе бимазалап йөрөйһөң ул?” – тиеп өндәшә кеүек тойолдо.
Айыу кинәт һаҫыҡ еҫ аңҡып торған ауыҙын ҙур итеп асып, Рәмилдең башын эләктерә һалды. Рәмил шул арала айыуҙың һарғайып бөткән 6 см оҙонлоғондағы ҡаҙыҡ тештәрен абайлап ҡалды. “Был ҡаҙыҡ тештәре менән баш һөйәгемде онтаһа, нимә булыр икән, мейеләрем ағып төшөрмө? Ошолай аяныс булыр микән минең үлемем, Хоҙай мине аралаһасы, ниңә һаман туғандарым күренмәй икән, бар хәленсә ҡурсалап ҡалырҙар ине”. Рәмилдең башынан әллә ниндәй уйҙар йүгереп үтте.
...Айыу Рәмилдең башын, бесәй сысҡан менән уйнаған шикелле, ҡәнәғәт рәүештә, алға-артҡа һелккеләй башланы. Ҡапыл айыу ауыҙынан Рәмилдең башындағы күн бүреге шыуып төштө. Шул сәбәпле, ул тиҙ генә башын айыу “тоҙағынан” ҡотолдора һалды.
Тағы ажғырып туҙынған айыу ауыҙына тиҙ арала беләген ҡуя һалып өлгөрҙө. Рәмил бар хәленсә тыныс булырға тырышты, аңланы, сөнки был ваҡыт эсендә көслө айыу булһа, күптән уны ботарлап ташлар ине. Йәғни был йонсоу ҡарт айыуҙыр... Шул саҡ бергә килгән туғандарының һөрәнләшеп алыш урынына ашығыуы, тау аҫтынан тырылдап трактор менеп килгәне ҡолаҡҡа салынып ҡалды.
Рәмил был мөмкинлектән файҙаланып, айыу күҙҙәренә төбәлеп, уға ҡурҡыныс рәүештә екереп ебәрҙе.
Айыу ҡапыл албырғап, бер яҡ ситкә тайшанды. Әлбиттә, Рәмил тиҙерәк ҡасыу яғын ҡараны.
Аҡ ҡарҙа, баштан, беләк буйҙарынан сәсрәгән ҡан арҡаһында, ҡанлы эҙҙәр сыбарлана ғына барҙы. Етеп килгән ярҙам көсөн шәйләп, айыу урман төпкөлөнә кереп ғәйеп булды. Ә Рәмилде тиҙ арала дауаханаға алып барыуҙы хәстәрләнеләр. Табиптар егеттең башындағы айыу һалған яраларҙа текте.
Әлбиттә, был хәл-ваҡиғала Рәмил үҙен ғәйепле тойҙо, сөнки айыу үҙ биләмәһен сит-яттарҙан һәр саҡ һаҡларға бурыслы шул.
Рәмил дауаханала тейешле ярҙам алып, башын, ҡулын тектереп һауыҡҡас, айыуҙың үтә лә асыулы ҡыланыуына кешеләрҙең сәбәбсе булыуын ишетте. Ысынында иһә, айыу өңө табылғас та, күптәр техникалары менән барып, бер ниндәй ғәйепһеҙ тайыш табанды бимазалап, борсоп йөрөгәндәр икән.
“Шуның өсөн дә айыу, мине әллә ҡайҙан шәйләп, әҙерләнеп ятҡан инде" тигән һығымтаға килде Рәмил.

Фәнил МӘЖИТОВ.
Бөрйән районы.

Фото: https://ru.freepik.com/free-photo/brown-bear-in-the-nature-habitat-of-finland_15252817.htm#query=медведь&position=7&from_view=search&track=sph

Автор:
Читайте нас: