Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Сентябрь 2023, 14:00

Ҡиблалар буталғанда Повесть (9) Факил Мырҙаҡаев

Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, мөхәббәттәренә үҙе түгел, ә Ильяс хыянат итте, ярты йыл көтөргә сабырлығы етмәне. Бәлки, егеттән ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн алдан йоҡлап йөрөргә кәрәк булғандыр? Ҡайһы берәүҙәр шулайта ла баһа. Ә бит икәүҙән-икәү Фәғилә апайҙарҙың өйөндә аҙ төн уҙғарманылар. Тик Миләүшә уны яҡын да килтермәне. Ильяс төнө менән янында ултырыр, ә был иҫ белмәй йоҡо һимертер ине. Эй, сабыр булғандар ҙа инде!

Ҡиблалар буталғанда Повесть (9) Факил Мырҙаҡаев
Ҡиблалар буталғанда Повесть (9) Факил Мырҙаҡаев

Етенсе сәхифә

Хәсрәтле заман

 

Миләүшәнең сауҙаһы ыраманы бөгөн. Палаткаһына онотҡанда бер кеше һуғылып үтә. Кеҫәһенә ингән улъяһы — күҙгә ҡырып һалырлыҡ ҡына. Ҡышҡы селләлә йөкмәнеп баҙарға килеүе бушҡа булды, ахырыһы, — тауары үтмәй. Ҡайҙан үтһен, асыуы ла килмәһә, алыусыһына ҡарағанда һатыусыһы күберәк. Әллә елеккә үтерлек һалҡын булғанға, Һупайлы баҙары башҡа көндәрҙәге кеүек гөр килмәй. Шулай ҙа алыпһатарҙар үҙ урынында: сит илдәрҙән юҡ ҡына хаҡҡа алып ҡайтҡан ялтырап-йылтырап торған тауарҙарынан аҡса һуғырға килгәндәр. Үҙебеҙҙә етештерелгән әйберҙәрҙе күрмәҫһең. Нимә генә юҡ бында! Миҙгелгә ҡарап, йәнең теләгән әйберҙе алырға мөмкин.

Туптай кейенгән Миләүшә, талсыҡҡан тәнен яҙмаҡсы булып, ауыҙ эсенән ниндәйҙер көй мөңрәй-мөңрәй, урынында һикергеләп алды, усын усҡа һуҡты. Юҡты юҡлағансы, ҡайтырға кәрәк. Өшөп тә тора, йә сирләп китер. Бик яман киҙеү йөрөй, тип һөйләйҙәр ҡалала. Бөтөнләй аяҡтан йығылһа, эштәр харап. Зарланһа ла, аҙмы-күпме аҡса килеп тора көн дә. Бынау салбар һайлаған егетте ебәрер ҙә ҡуҙғалыр өйөнә. Барына ҡәнәғәт була белергә кәрәк. Һауалағы торнаға ышанып, ҡулдағы сәпсекте ысҡындырыуҙан да яманы юҡ. Хоҙай ҙа, һаҡланғанды һаҡлармын, тигән бит.

Үҙе ҡатын-ҡыҙ затынан булһа ла, һатыу эшендә бисә-сәсә менән эш итергә яратмай Миләүшә. Шуларға бер әйбер һатҡансы йәне сыға яҙа. Кикректәрен киреп килеп баҫалар ҡаршыңа. Кәрәкле әйберен һорарҙан алда һине энә күҙәүенән үткәрә әле ул хәсрәт тоҡсайҙары. Йәнәһе, бының менән ваҡланып торорғамы-юҡмы, әллә ары үтеп китергәме? Миләүшә улар алдында үҙен нисегерәк тоторға белә: күкрәктәрен киреберәк баҫа, алтын тештәрен күрһәтеп, йөҙөнә йылмайыу ғәләмәте сығара, бармаҡтарына алтын йөҙөктәр кейҙерелгән ҡулдарын, кәрәкһә-кәрәкмәһә лә, тегеләрҙең танау төбөндә болғап ала. Үҙҙәренең алдында тегендәй-бындай ғына кеше баҫып тормағанын төшөнгәс кенә, йомоштарын иҫкә төшөрәләр. Бының менән генә бөтмәй әле, иң үҙәккә үткәне — әйбер һайлағанда. Күңелдәренә оҡшаған әйберҙе һорап алғас, тотоналар төпсөнөргә: ҡайһы илдеке, хаҡы? Быларын белешкәс, әйберҙе әйләндереп тулғандыра башлайҙар: был ере ни эшләп улай ҙа теге ере ниңә былай? Беҙгә тегендәйерәге кәрәк ине. «Тегендәйерәген» биргәс, шул уҡ хәл йәнә ҡабатлана. Миләүшә сығарынан сыға, тегеләрҙең ҡулынан тауарын тартып алып, ҡыуып ебәрер хәлгә етә. Әммә... түҙә. Түҙмәй ҡайҙа бараһың, тауарыңды нисек тә аҡсаға әйләндерергә кәрәк тә баһа. Өйҙә һаҡлауҙан  кеҫә ҡалынаймай. Сәғәт буйы һайланғандан һуң, әйбереңде алырға булғас, тағы бер йәнгә тейәләр, хаҡын төшөрөүҙе талап итәләр. Миләүшә ныҡ тора, атаған хаҡынан бер тин дә төшмәй. Тегеләр ныҡыша-ныҡыша ла, ипкә килтерә алмағас, мыңғырлай-мыңғырлай сумкаларынан аҡса сығара. Алмай китһәләр ҙә үкенмәй Миләүшә, нисә йыл һатыу итеп, тауары ятып ҡалғаны юҡ. Бөгөн һата алмаһа, иртәгә һатасаҡ.

Ир-атҡа әйбер һатыу — йәнең рәхәте. Килә, кәрәкле әйберен һорай. Оҡшаһа, аҡсаһын түләй ҙә, әйберен алып, өҫтәүенә рәхмәт әйтеп, китеп бара. Салбар һораған егет тә бызмырламаны, буйын ботона ҡуйып ҡарап самаланы ла хаҡын белеште. Миләүшә уны, алһаң, хаҡын төшөрөрмөн, тип алдан уҡ ҡыҙыҡтырып ҡуйғайны, шунлыҡтан хаҡты арыу ғына күтәрҙе. Үҙенә күрә түгел, егет ҡиммәтһенде. Ҡыланышына ҡарағанда, ҡала балаһына тартмаған, улар һымаҡ күҙгә-башҡа кереп бармай, ауылдан килгән студент-маҙарҙыр, аҡсаның ҡәҙерен белгәнгә оҡшаған.

— Хаҡын төшөрәм, тинем дә баһа. Баҙарҙа бындай салбарҙар 180 мең һум тора, һиңә 150-гә бирәм, —  тине Миләүшә, уның күҙенә тура ҡарап. Тегенең икеләнеүен күргәс, өҫтәне: — Һыуыҡтан ҡурҡмай баҙарға килгәнең өсөн скидка яһайым.

Миләүшәнең йылмайыуы тәьҫир иттеме, әллә туңыуы еткәйнеме — егет курткаһының түш кеҫәһенән аҡса сығарҙы ла өшөүҙән ҡыҙарған бармаҡтары менән ҡабалана-ҡабалана һанарға тотондо. Яңылышты, яңынан һананы меҫкен.

— Йылы тәнеңдә туҙһын! — Миләүшә аҡсаны ҡабат һанап мәшәҡәтләнмәне, сумкаһына тыға һалды. Ул өшөмһәк егеттең бер ун һумлыҡты артыҡ һанағанын күреп торҙо. Кире ҡайтарманы, иш янына ҡуш булыр.

Әйберҙәрен төйнәй башлағас, күрше палаткаларҙа һатыу итеүсе иптәштәре Миләүшәне ҡыҫымға алды:

— Иртә бит әле, ҡайҙа ашығаһың?

— Һинең дә аҡсанан туйыр көнөң булыр икән!

— Свиданиеғалыр, әле генә бер егет килеп китте. Ха-ха-ха...

Бәхәсләшмәне Миләүшә, һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:

— Өшөнөм.

— Кил, йылытабыҙ, — тип саҡырҙы тегеләр.

Миләүшә уларҙың үҙҙәрен башҡа көндәргә ҡарағанда бәйһеҙерәк тотоуҙарынан, туҡтауһыҙ көлөшөүҙәренән, өҙлөкһөҙ сигарет һурыуҙарынан «йылынып» алыуҙарын шәйләгәйне инде. Ҡушылманы. Уларға бер барып ҡапһаң, тиҙ генә ысҡынырмын тимә. Ҡыҙып алһалар, ир-аттан уҙҙыралар, аяҡтан йығылғансы эсәләр. Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырлайһың. Улар менән буталып күп әҙәм көлдөрҙө. Кеше ҡумыҙына бейеү етер, бер уныңса ла булһын әле.

Әйберҙәрен һаҡлау камераһына тапшырғас, емеш-еләк, тәм-том алды ла өйөнә ашыҡты. Улы Марс дуҫлашып йөрөгән ҡыҙын алып килергә тейеш кискә. Ҡайта һалып өйҙө йыйыштырырға, аш-һыу әҙерләргә кәрәк. Әллә ни оло ҡунаҡ түгел түгеллеккә, шулай ҙа беренсе мәртәбә килгән ҡыҙ бала алдында йөҙ ҡыҙарырлыҡ булмаһын. Йәштәрҙекен белмәҫһең, өйләнешергә уйлап йөрөйҙәрҙер, бәлки. Был хаҡта һүҙ ҡуҙғатһаң, улы көлкөгә һабыштыра ла ҡуя. «Ваҡыты еткәс, үҙем әйтермен, — ти. — Туй үткәрергә аҡсаң ғына булһын». Уныһы өсөн борсолмай, малайҙарының туйына тегеһен-быныһын әллә ҡасан хәстәрләп ҡуйған. Өйләнһендәр генә, унан эш ҡалмаҫ. Алланың биргәненә шөкөр, ике улы ла буй еткерҙе. Олоһо — Марсы — авиация институтында (әй, авиация техник  университеты бит әле, һаман хәтерендә ҡалдыра алмай) уҡып йөрөй, кесеһе — Вахиты — яҙға урта мәктәпте бөтөрә.

Өйгә ҡайтҡас, Миләүшә беренсе эш итеп ит иретергә ҡуйҙы. Ваҡ бәлеш бешерер. Ваҡ бәлеш тиһәң, Марс үлә лә китә торған. Шуны ашар өсөн, ғүмерҙә аш-һыу тирәһендә уралмаған егет, ҡушһаң, итен турарға ла, картуф әрсергә лә риза. Иренмәй бешер генә. Ит ирегәнсе Миләүшә ҡамыр баҫты, бүлмәләрҙе йыйыштырып алды, баҙарҙан алып ҡайтҡан емеш-еләкте йыуып өҫтәлгә ҡуйҙы. Ваҡ бәлештәрен духовкаға тығыуға, ҡыңғырау шылтыраны. «Ҡайһыһы икән?» Ҡулдарын һөртә-һөртә килеп баҫыуға ишектең теге яғында тауыш ишетелде: «Мяу!»

— Вахит, һинме?

— Мяу! — Тауыш ҡабатланды.

Бәләкәй саҡта өйрәнгән ғәҙәтен әле булһа ташламай кесе улы. Тамағы асып китһә, әсәһенә шулай тип килеп һырпалана торғайны. Йәнәһе, ул — бесәй, асыҡҡан, ашарына бирегеҙ. Үҙенән көлһәләр ҙә, һаман балалығынан сыға алмай.

Миләүшә ишекте асты.

— Әллә ниндәй тәмле еҫтәр сығарғанһың, — тине Вахит, танауын һуҙып. — Нимә бешерәһең, әсәй?

— Ағайыңдың яратҡан ваҡ бәлешен. Асыҡтыңмы ни?

— Эйе.

— Алма ашай тор.

Өҫтәлдәге һый-ниғмәтте күргәс, Вахиттың күҙҙәре йылтыраны.

— Ҡунаҡ саҡырҙыңмы әллә?

— Ағайың бер ҡыҙ алып килмәксе.

— Беләм, беләм, — тине Вахит, алманы умыра тешләп. — Рита исемле. Кисә генә фотоһын күрһәтеп маҡтанғайны.

Ары-бире иткәнсе, ҡунағын эйәртеп Марс та ҡайтып етте. Шәшке яғалы оҙон пальто, бүрек кейгән ҡыҙ ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ҡулын Миләүшәгә һуҙҙы.

— Һаумыһығыҙ?

— Шәпме, ҡыҙым?

Ҡыҙ ҡуймыр күҙҙәрен тултырып ҡараны ла керпектәрен түбән төшөрҙө. Ҡапыл Миләүшәнең зиһене таралды. Улы эргәһендә оялып ҡына баҫып торған, һалҡындан бите янған ҡыҙҙың күҙҙәре уға кемделер хәтерләтә ине. Кемде һуң?.. Аһ, ниңә бәлтерәп төштө әле? Балалар алдында улай килешмәй ҙә баһа...

— Марс, ҡунағыңдың өҫтөн һалдыр, — тине Миләүшә.

Ашығып аш бүлмәһенә үткәс, тәҙрә ҡаршыһына барып баҫты ла биттәрен устары менән ҡапланы. Ике бите лә уттай яна. Ҡайҙа күреүем ихтимал был күҙҙәрҙе?.. Үҙҙәре шул ҡәҙәр таныш... Туҡта, Ильястыҡын хәтерләтә бит был күҙҙәр! Ҡасандыр үҙе өҙөлөп һөйгән егеттекен. Булмаҫ, ул өйләнгәс БАМ-ға сығып киткәйне лә баһа. Уның ҡыҙы Өфөлә ни эшләп йөрөһөн? Ҡайтҡандарҙыр. Хәҙер күптәр шулайта.

Миләүшә маңлайын тәҙрә быялаһына терәне. Әммә башына ҡапҡан эҫене быяла һыуығы ғына баҫа алманы.

— Әсәй!

Ул Марстың тауышына терт итеп ҡалды.

— Ни булды, улым? — тип һораны артына боролмайынса, күҙҙәренә тығылған йәштәрен күрһәтмәҫ өсөн.

— Беҙҙең янға сыҡмайһыңмы ни?

— Хәҙер. Бәлеш кенә бешһен дә. — Ул боролоп баҫты.

— Әллә илағанһың инде, әсәй?

— Әллә ниңә күңелем тулып китте.

— Һинең шул булыр инде, бер нәмә булһа, тотаһың да илайһың, — тине Марс, әсәһенә үпкәләп.

— Бөттө-бөттө, улым, һөйләшә тороғоҙ, хәҙер сығам.

Табында үҙенә ҡаршы ултырған Ритаға тура ҡарарға тырышмаһа ла, Миләүшә унан күҙҙәрен ала алманы. Уның Ильястың ҡыҙы икәнлегенә шиге ҡалмағайны. Әсәһенә ҡарағанда атаһына нығыраҡ тартҡан икән.

— Ҡайһы яҡтан булаһың, ҡыҙым? Өфөнәнме, ауылданмы?

Һорауы, һүҙ юҡта һүҙ булһын, ата ҡаҙың күкәй һаламы, тип белешкән ҡоҙағыйҙыҡы һымаҡ килеп сыҡты. Телеңде сөсө ашағыр, зиһенен туплай алмай ҙа ҡуя.

— Ауылдан ул, әсәй. Һин эшләп киткән Биккенәгә күрше Ҡорманайҙан.

Рита урынына Марс яуап бирҙе. Миләүшәнең уға хәтере ҡалды. Башҡалар һөйләшкәндә ҡыҫылмай ғына ултырһа ни була инде? Урынлы-урынһыҙ ҡыҫылып, әсәһен уңайһыҙ хәлгә ҡуйҙы.

— Вуздан һуң ике йыл уҡытырға тура килгәйне шул, — тип әйтергә мәжбүр булды Миләүшә.

— Улайһа, атайым менән әсәйемде лә беләһегеҙҙер әле? — Ританың күҙҙәре осҡонланды.

— Онотоп бөткәнмендер, егерме йыллап ваҡыт үткән бит.

— Атайымдың исеме Ильяс, — тине Рита, һорағандарын да көтмәй. — Әсәйемдеке...

— Гөлназмы? — тип бүлдерҙе Миләүшә ҡыҙҙы.

— Эйе. — Рита сабый балалай ҡыуанды. — Онотмағанһығыҙ бит.

— Мин Биккенәлә уҡытҡанда әсәйең клубта эшләй  ине.

— Беләм, һөйләгәне бар.

— Атайың ни хәлдә?

«Ҡара әле, атайың менән әсәйең, тип һорарға ла башым етмәй. Ильясты үҙ бисәһенән көнләшеп маташам түгелме һуң?» — Миләүшә эстән генә үҙен битәрләне.

— Атайым тракторҙа эшләй. — Уны-быны һиҙмәгән ҡыҙ һорауға ихлас яуап бирҙе. — Әсәйем өйҙә, эш юҡ.

— Эшһеҙлек — оло бәлә. Мин дә, мәктәптә уҡытып йөрөгән ерҙән, ҡыҫҡартыуға эләктем. Аптыраған көндән баҙарҙа һатыу итәм.

Сәй эскәс, Миләүшә бүлмәгә инеп бикләнде. Күп уйлауҙан былай ҙа ауыртҡан башы сатнап ярылыр сиккә етте. Уйҙары, сөңгөл ялмап алған таптай, гел бер тирәлә өйөрөлдө: берсә әллә ҡайҙағы Ильяс менән Гөлназды күҙ алдына килтерҙе, берсә күрше бүлмәлә ғәмһеҙ күңел асыусы Марс менән Ританы уйлап бәғере телгеләнде. Исмаһам, илай ҙа алмай. Илап алһа, мөлдөрәмә тулышҡан күңеле саҡ ҡына булһа ла бүҫкәрер ине, бәлки. Бер-береһен тап итешеүҙәрен әйт әле һин уларҙың! Яҙмыш шаярыуымы? Осраҡлылыҡ ҡынамы? Баш етерлек түгел. Ысынлап дуҫлашыуҙарымы, әллә улының мауығыуы ғынамы? Шулайҙыр, тип тынысландырырға тырыша Миләүшә үҙен. Элек тә улы өйгә ҡыҙҙар алып килгеләй ине, ләкин тегеләренең бер аҙҙан эҙе һыуына торғайны. Был юлы бер ҙә улай булырға оҡшамаған. Улы күҙҙәрен Ританан айырып та ала алмай, ауыҙына инеп бара. Тимәк, ярата! Өйләнешә-нитә ҡалһалар, әсәһен ниндәй хәлгә ҡуйыуын беләме икән был бала? Ҡайҙан белһен инде, ошо көнгә ҡәҙәр балаларына Ильяс тураһында һөйләгәне юҡ та баһа. Биккенәлә эшләп китеүенән башҡа. Рита ла белмәйҙер, күрәһең. Белһә, Марс менән осрашыуҙан ҡасыр ине. Әллә белеп тә әһәмиәт бирмәйме икән? Юҡ, белмәйҙер, белһә, әллә ҡасан Марсҡа һөйләр ине. Ә улы сер һаҡлай белмәй. Бигерәк тә үҙенә ҡағылғанда. Белһә, күптән әсәһенән төпсөнөр ине. Бәлки, һыуынырҙар... Һыуынмаһалар?.. Ул саҡта Ильяс менән Гөлназды нисек түр башына ултыртыр ҙа нисек ауыҙ тултырып «ҡоҙа», «ҡоҙағый» тип өндәшер? Уларҙың был хаҡта ишеткеһе лә килмәһә?..

Миләүшә үҙ өйөндә үҙенә урын тапманы, бер ултырҙы, бер торҙо. Үҙен тынысландырыр өсөн ҡулына бәйләм алып ҡарағайны, ғүмерҙә булмағанды, күҙҙәрен бутап бөтөрҙө. Етмәһә, ҡыҙын оҙатып ҡайтҡас, улы янған йөрәгенә тағы ла ялҡын өҫтәне.

— Сессия бөткәс, Рита үҙҙәренә саҡырҙы. Минекеләр менән дә танышырһың, ти. Барырғамы, юҡмы? Ниндәй кәңәш бирәһең, әсәй?

— Үҙең хәл ит, бәлиғ булғанһың, бер йылдан ҡулыңа диплом алаһың.

— Ата-әсәләре ҡаршы килмәһә, йәйгә өйләнешәсәкбеҙ.

Татлы хыялдарға бирелгән Марс әсәһенең йөҙө үҙгәреүен, йөрәгенә йәбешеүен абайламаны ла.

— Ашыҡмаһаң икән, улым.

— Ниңә? — Марстың күҙҙәре таҫрайҙы. — Элегерәк, кәләш ал да кәләш ал, тип йәнгә тейә инең... Бөгөн әллә ни булған ул һиңә, һүҙҙәремде гел кирегә һаплайһың. — Ул әсәһе янынан кикреге төшөп сығып китте.

Улын туҡтатырға теләп асҡан ауыҙын кире япты Миләүшә. Ни әйтергә йыйына һуң әле ул? Ританың атаһын онота алмайым, һаман яратам, типме? Һеҙ өйләнешһәгеҙ, мин уның күҙенә нисек күренермен, типме? Гөлназ ни әйтер?..

Күҙенә йоҡо инмәҫен белһә лә, Миләүшә түшәгенә барып ятты. Бөгәсә тағы керпек тә ҡаҡмаясаҡ, иртән башы тубалдай булып килеп торасаҡ, көнө буйы иңке-миңке йөрөйәсәк икән. Бындай йоҡоһоҙ төндәрҙе байтаҡ үткәрҙе ул үҙ ғүмерендә. Беренсе тапҡыр Биккенәлә һарыға һабышҡайны. Ильяс өйләнгәндән һуң. Әле булһа иҫендә.

...Төнө менән йөрөп, фатирына таң атыр алдынан ғына ҡайтып йығылған Миләүшә башын күтәрә алмай өс көн, өс төн ятты түшәгендә, илай-илай буҫығып бөттө. Тәне ут шикелле янды, ирендәре кипте. Ғәрлеге ни тора! Килен булып төшөргә дәртләнеп йөрөгән ерҙән өҙөлөп һөйгән егетең хыянат итһен әле! Йә инде, кейәүгә сыҡмаҫ борон айырылыу ғазабы кисереп ятсәле! Фатир хужабикәһе Фәғилә апай эргәһенән китмәне, һис бер ауырһынмай, үҙ балаһылай күреп тәрбиәләне. Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, фельдшерҙы саҡыртып килтереп, укол һалдырҙы. Теге ҡалдырып киткән дарыуҙарҙы ғына мөрхәтһенмәй, үҙе ҡайнатып, үлән төнәтмәләре эсерҙе, алдынан аш-һыуын өҙмәне. Киң күңелле хужабикәгә йөк булып ауырып ятыуына Миләүшә, бер яҡтан, көйәләнһә, икенсе яҡтан, фатирынан сыға алмауына ҡыуанды ғына. Сәсрәп ауырып китмәһә, асыуын эсендә һаҡлай алмаҫ, һис шикһеҙ, яңынан Ҡорманайға барып, Ильястың йөҙөнә төкөрөр, күңеле бүҫкәргәнсе әрләр ине. Әҙәм көлдөрөп тилереп йөрөүҙән Хоҙай үҙе ҡурсалағандыр, күрәһең. Алдын-артын ҡарамай, төн ҡата Ҡорманай юлын тапауын ишетеп ҡалһалар, һағыҙ урынына сәйнәйҙәрҙер. Бер ни ишетмәй, бер ни күрмәй фатирынан сыға алмай ята әлдә. Сәйнәһендәр ҙә, ил ауыҙына иләк ҡаплай алмаҫһың, телдәре талғас, туҡтарҙар. Һөймәгәнгә һөйкәлеп булмаҫ, үҙенә яҙғаны табылыр әле. Бер нәмә лә булмағандай, сер бирмәй, башты ғорур тотоп йөрөү кәрәк. Уҡыу йылы аҙағы еткәнсе түҙһә, башын алып олағасаҡ Биккенәнән. Мәңгелеккә! Ильясты онота алырмы? Шуныһына шикләнә. Ғүмергә күңелендә көҙөк булып ҡалһа, ни ҡылыр? Тағы ниҙәр күрәһе бар икән ғәзиз башҡынаһының?

Серҙәрен бер кем менән уртаҡлашмаһа ла, уның  исеменән кемдер тырышып-тырышып ғәйбәт тарата ине. Үҙен юллап мәктәпкә Гөлназ килгәс, көлөргә лә, иларға ла белмәне. Гөлназ урынында булһа, ул иренең элек яратып йөрөгән ҡыҙы янына ғәрләнмәйенсә барып йөрөмәҫ, ғәйбәтселәрҙең ауыҙын ябыуҙың башҡа юлын эҙләр ине. Һис юғы, үҙҙәренән яман һүҙ ебәрер ине. Бының мыҫҡал да ғорурлығы юҡмы икән ни? Кем белә, бәлки, Миләүшәнең үҙенә килеп дөрөҫ эшләгәндер. Күҙгә күҙ ҡарашып аңлашыуға ни етә.

Элек Миләүшәнең иғтибар иткәне юҡ ине, Ильястың кәләше бигерәк оялсан икән. Үҙе талашырға килгән, үҙе, ғәйебе бар кешеләй, тартынып ҡына һөйләшә.

— Апай, ниңә беҙҙең араны бутайһың? — тип Миләүшәгә төбәлде, тирә-яғына ҡаранып алғас.

— Бутайым?.. Аңлатыбыраҡ һөйлә, — тине Миләүшә, түҙемһеҙләнеп.

— Уларҙы бергә йәшәтмәйәсәкмен, Ильясты барыбер һалдырып аласаҡмын, тип һөйләгәнһең бит. — Гөлназдың тауышы ҡалтыранды. — Әллә нисә кеше килеп әйтте инде.

— Теләһә кемдең һүҙенә ышанып бәлтерәйеп йөрөһәң, һалдырып алырға ла күп һорамам. Кейәүгә сыға белгәнһең икән, тора ла бел, — тине Миләүшә, ҡырт киҫеп.

Улар иркенләп һөйләшә алманы, дәрескә инергә ваҡыт еткәйне. Миләүшә класс тәҙрәһе аша мәктәп ҡапҡаһынан сығып барыусы Гөлназды күҙәтте: «Улар тураһында ауыҙ асып бер кемгә бер һүҙ әйткәнем юҡ. Кем эше булыр?»

Яҙға табан уның үҙенә лә шаҡ ҡатырғыс хәбәр еткерҙеләр. Ильяс менән Гөлназ ситкә сығып киткән! Шаңҡып ҡалған Миләүшә ни уйларға ла белмәне. «Минән шикләнделәрме икән ни?» Шиге раҫҡа сыҡты. Ниндәйҙер йомош менән Ҡорманайға барғас, Ильястың әсәһе, урамда тап итеп, нахаҡ бәлә яҡты:

— Улым менән киленем һинең арҡала ауылдан китте. Пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп йәшәп яталар ине. Һин генә араларын бутаның! Һин генә!..

Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр! Ғәйепһеҙҙән ғәйепле булды ла ҡуйҙы. Нахаҡ һүҙҙән дә ауыр һүҙ юҡ икән. Тиҙерәк китергә кәрәк был яҡтарҙан.

Таныш-белештәре аша әллә ҡасан эш белешеп ҡуйғайны Миләүшә. Өфө ҡыҙыҡтыра ине уны. Көҙгә баш ҡала мәктәптәренең береһендә уҡыта башланы. Өлөшөнә төшкән көмөшөн, Хоҙай насип иткән хәләлен дә ошонда осратты. Мәктәптәге берҙән-бер ир-ат уҡытыусы, Рамаҙан исемле ҡарт буйҙаҡ ине ул. Килеш-килбәте менән Ильясты хәтерләткән география уҡытыусыһына ул тәүге көндә үк иғтибар итте. «Ильястың ағай-энеһеме икән әллә?» — тип ҡото алынды хатта. Был мәктәпкә эшкә урынлашыуына үкенә биреп тә ҡуйҙы. Ҡурҡҡанға ҡуш күренә, Ильяс менән бер ниндәй ҙә туғанлығы юҡ, әҙерәк оҡшаштар ғына. Яҡындан танышып, кистәрен осраша башлағас, Миләүшә был хаҡта һүҙ ҡуҙғатты. Рамаҙан шаяртыуға һабыштырҙы ла ҡуйҙы: «Әсәйҙең ул яҡтарҙа булғаны юҡ. Быныһын тәғәйен беләм. Һин әйткән егеттең атаһы ғына беҙҙең яҡтарға барып сыҡмаһа...»

Рамаҙан ауырып киткәс, мәктәптән уның хәлен белергә башҡа берәүҙе түгел, ә ниңәлер Миләүшәне ебәрҙеләр. Профком ағзалары барһын, тип баш тартырға уйлағайны ла, эш күрһәтер-күрһәтмәҫтән түрәләр менән тәмһеҙләшкеһе килмәне. Спектакль йәки кино ҡарағандан һуң, Рамаҙан әллә нисә мәртәбә фатирына саҡырып ҡараһа ла, бығаса Миләүшә баш тартып килде. Бына әле үҙе китеп бара. Тотоп ашамаҫ әле. Кейәүгә сыҡ, тип кенә бәйләнмәһә. Ауырып ятҡан кешелә өйләнеү ҡайғыһы булмаҫ әле, үҙ хәле хәлдер. Исем өсөн әҙерәк һөйләшеп ултырыр ҙа сығып китер. Өйләнешеү хаҡында һүҙ ҡуҙғатһа, ғәҙәттәгесә, «һуңынан»ға ҡалдырыр йә һүҙҙе икенсегә борор. Әйтерең бармы, Рамаҙан яратмаҫлыҡ егет түгел, күҙеңде йомоп, хет бөгөндән кейәүгә сыҡ. Тик Миләүшәнең был аҙымға барырға намыҫы ҡушмай, уны ла, үҙен дә бәхетһеҙ иткеһе килмәй. Ильяс күҙ алдынан китмәй, йөрәгенең иң төпкөлөнә инеп урынлашҡан да сығырға уйламай ҙа, һәр даим үҙен иҫкә төшөрөп тик тора, төштәренә инеп аптырата. «Бер йылмайыуың менән боҙ булып туңған йөрәгемде иреттең, көн-төн ғишыҡ утында янам, ялҡынын да үҙең һүндер инде», — тип әйтә лә ул Рамаҙан. Миләүшәгә ярым-йорто бәхет кәрәкмәй. Икең дә тиң яратмағас, ниндәй ғаилә була, ти, инде ул.

Ана шундай икеле-микеле уйҙар менән ҡаҡты Миләүшә коллегаһының фатир ишеген.

— Ишек асыҡ, инегеҙ! — тигән тауыш ишетелде эске яҡтан.

Рамаҙан диванда уҡып ята ине, Миләүшәне күргәс, китабын ситкә ҡуйып, тороп ултырҙы. Сире ҡатылыр, күрәһең, йөҙө тартылыбыраҡ киткән, маңлайындағы һырҙары тәрәнәйә төшкән.

— Врач килергә тейеш ине, — тине, ҡырх-ҡырх йүткереп.

— Мәктәптән хәлеңде белеп сығырға ҡушҡайнылар, — тине Миләүшә, профком биргән аҡсаға алған күстәнәсен өҫтәлгә ҡуйып.

— Ҡушмаһалар, килмәҫ инеңме? — Ауырыу көлөмһөрәне.

— Әллә... — Тегеһе ҡыҙарынып башын түбән эйҙе.

— Сәй ҡуяйым әле, мәктәптән һуң һин дә ашамағанһыңдыр. — Рамаҙан урынынан ҡалҡынды.

— Үҙем, һин ятып тор.

Эш табылыуына ҡыуанған Миләүшә аш бүлмәһенә йомолдо. Ауырып ятһа ла, Рамаҙандың һыуытҡысы ҡайҙа етте шунда ашап-эсеп, ҡунып-төнөп  йөрөгән  буйҙаҡ кешенекеләй буш түгел ине. Һөтө-майы, колбаса-сыры бар. Мәктәп хәлдәрен һөйләшә-һөйләшә тамаҡ ялғанылар.

— Сәйең бигерәк тәмле булды, табынды әллә һин әҙерләгәнгә, — тип рәхмәт белдерҙе йөҙөнә нур ҡунған Рамаҙан. — Иртәгә тағы килерһең әле.

— Башың йомро ла ул, ҡолаҡтарың ҡамасаулай, — тип шаяртты ҡыҙ.

Рамаҙан аяҡҡа баҫҡансы көн дә килеп йөрөнө Миләүшә. Тегеһе лә ҡыҙҙы көтөп алды. Тамам һауыҡҡас, егет ҡыйыу аҙым яһаны — ҡыҙҙы ҡайтарманы.

— Һинһеҙ йәшәй алмайым!

Шулайтып уйламаған ерҙән кейәүгә сыҡты ла ҡуйҙы. Баштараҡ, эйәләшә алмам, тип ҡурҡҡайны, тора-бара эҫенде. Килешеп, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлашып йәшәнеләр. Юҡ-бар өсөн бер-береһен рәнйетешмәнеләр. Ә табаҡ-һауыт шылтыратырға эҙләһәң, сәбәп етерлек ине. Бигерәк тә аҡса мәсьәләһендә. Икеһе лә эшләгәндә генә һиҙелмәгән икән. Аллы-артлы тигәндәй донъяға ике малай килтереп, өйҙә ултыра башлағас, аҡса еткерә алмай яфаландылар. Эше күп булһа ла, уҡытыусының әжере әллә ҡайҙа китмәгән. Бер кешенең генә аҡсаһына дүрт йән аҫрауы ҡыйын ине. Баштары бурыстан сыҡманы. Әжәткә биреп тороусы табылһа ярай ҙа. Уларҙы күршеләре дядя Ваня менән тетя Анна ҡотҡарҙы. Аҡсаға шыпа өҙөлгән саҡтарында  буш ҡул менән сығарманылар, үҙҙәренән арттырып, пенсияларынан икмәк, һөт алырлыҡ аҡса бирҙеләр.

Аҡсаһына ҡыҙығып, ире бер осор балалар баҡсаһында төнгө киҙеүҙә лә тороп ҡараны. Миләүшә үҙе тыйҙы, йүнләп ял итмәгән, йоҡоһо туймаған кешене көн дә иртән йәнә мәктәпкә оҙатыу йәл ине. Йән биргәнгә йүн бирер әле, тип үҙен тынысландырҙы.

Ғүмер юлын бергә үтергә насип булманы уларға. Үтә тынғыһыҙ ине Рамаҙан. Эшһеҙлектән йонсоп, теләһә ҡайҙа бәрелеп-һуғылып йөрөгәнен хәтерләмәй Миләүшә иренең. Эштән арып ҡайттым, тимәҫ, ятып киткәнсе өйҙә нимәлер маташтырыр, һис тә булмаһа, ҡатынына ярҙамлашыр, малайҙары менән мәж килер ине. Гөрләтеп донъя көтөр саҡта шул тынғыһыҙлығы башына етте лә инде уның.

Һуңлап өйләнгәнгәме икән, ире ғаиләһе өсөн йән атып торҙо. Малайҙарын бәләкәйҙән эшкә өйрәтәм тигән булып, Миләүшә ҡаршы килһә лә, үрмәксенән күрмәксе, баҡсаға ер алды. Уныһы — ҡаланан ныҡ алыҫ, йәһәннәм тишегендә, урман араһында. Халыҡ менән шығырым тулы автобуста этелеп-төртөлөп сәғәт буйы барғас, йәнә өс саҡрым самаһы  тәпәйләйһе. Етмәһә, тау үре. Йүнле булһа, үҙҙәренән артмаҫ ине, тип аты-юлы менән һүкте баҡсасылар түрәләрҙе. Һүгерлек тә ине шул: эшкә ашырҙай ағастарын һыпырып ҡырҡып алғандар ҙа кеше башына дүртәр сутый ер бүлгәндәр. Башы эшләгәндәр шунда уҡ ҡул һелтәне. Рамаҙан кеүек үжәттәр генә, ғүмерҙә ер күрмәгәндәй, сат йәбеште. Тырым-тырағай туҙышып ятҡан сыбыҡ-сабыҡты бер ергә йыйып үртәү, өйкөм-өйкөм үҫкән кеше буйлыҡ ҡыуаҡлыҡтарҙы таҙартып сығыу әллә ни мәшәҡәт тыуҙырманы, ә бына йыуан-йыуан төпһәләрҙе төпләү електәренә үтте. Рамаҙандың күҙ терәп барырҙай арҡа таянысы юҡ ине, һәр ял һайын баҡсаға яңғыҙы йөрөнө, елкәһен сейләндереп, үҙ-үҙен аямай эшләне. Йән бирәһе көндө лә көн оҙон баш күтәрмәй шул төпһәләрҙе ҡаҙыған. Хәлдән тайып йығылған Рамаҙанды баҡсалаш күршеләре күреп ҡалып, дауаханаға илткән. Миләүшә дауаханаға барғанда, ире күҙҙәрен мәңгегә йомғайны. Йөрәгенә көс төшкән, тине врачтар.

Тап-таҙа, өрлөк кеүек иренең көтмәгәндә үлеп китеүе Миләүшәне утҡа һалды. Тамағына аш үтмәне, күҙенә йоҡо инмәне. Күп илауҙан тире лә һөйәккә ҡалды. Ул тиклем өҙгөләнеүгә нисек аҡылдан яҙмағандыр — үҙе лә аптырап ҡуя хәҙер. Балалары хаҡына Хоҙай һаҡлағандыр, күрәһең.

Үлгән артынан үлеп булмай. Нисек тә йәшәргә кәрәк. Етмәһә, яңы итәктән төшкән бер түгел, ике малайҙы ел-ямғыр тейҙермәй аяҡҡа баҫтыраһы бар. Ҡырҡ бәлә менән уларҙы балалар баҡсаһына урынлаштырғас, эшкә сыҡты. Уҡытыуының рәте-сираты булманы. Өйҙә саҡта сөскөрөп тә ҡарамаған малайҙарҙың, баҡсаға йөрөй башлағас, рәттәре китте, өйрәнгәнсе сирҙән баштары сыҡманы. Өйҙә балалар менән йыш ултырғас, мәктәптә ҡырын ҡаранылар, алдан һөйләшеп ҡуйғандай, педсовет һайын яманатын һаттылар. Ҡайҙа ул хәл-әхүәлеңде һорашыу, балаларыңдың һаулығы менән ҡыҙыҡһыныу, йөгөңә инеп, ярҙам ҡулы һуҙыу! Бар белгәндәре — эш талап итеү, мыҫҡыллау. Донъяһы түңәрәк булһа, ул да эшен генә ҡайғыртыр, ярға сығарып ташланған балыҡтай сәбәләнмәҫ ине. Миләүшә тешен ҡыҫып түҙҙе, кеше алдында күҙ йәштәрен күрһәтмәне, өйгә ҡайтҡас, малайҙарын ҡосаҡлап туйғансы иланы. Балаларының бәхетенә күрә, ярай әле, ҡайтып йығылырға иренән ҡалған бер бүлмәле булһа ла фатиры бар. Башҡаларға ул да юҡ. Бергә эшләгән иптәштәренән ҡайһы берҙәре үҫеп бөткән балалары менән кеше тупһаһында көн күрә, дөйөм ятаҡтарҙа ыҙа сигә. Улар Миләүшәгә ҡыҙығып ҡарай: «Һин бәхетле! Үҙ мөйөшөң бар. Теләһә нимә эшләйһең, беҙҙең кеүек хужалар алдында ҡан ҡалтырап тормайһың». Уныһы шулай. Аҡсаға ла интекмәһә... Шул арҡала күргән яфалары! Кәмһенеүҙәре! Дуҫыңа түгел, дошманыңа күрһәтмәһен.

Ҡатын-ҡыҙҙың тыуа-тыуғандан алып ҡыҙғаны — кейем-һалым. Ғүмер буйы күләгә кеүек артынан тотам да ҡалмай эйәреп йөрөгән фәҡирлек арҡаһында уның үҙен белә-белгәндән бирле теләгәнсә кейенә алғаны юҡ. Ауылда саҡта ғына был хаҡта уйланылмаған икән. Интернат балалары һымаҡ, көндөҙ — мәктәпкә, кис —  клубҡа барыһы ла бер иштән кейенеп йөрөнө. Ауылдан китеп, ҡалаға килгәс... Институтта түрә ҡыҙҙары лекцияларға шундай итеп кейенеп килә — көнләшеүҙән ятып үлерһең. Ә уның берҙән-бер ҡара итәге йыл буйы өҫтөнән төшмәне. Эшләй башлағас аҡсаға тейенермен әле, тигән уйы ла буш хыял ғына булып ҡалды. Бай бисәләре мәктәптә лә байҙарса ҡыланды — Миләүшә кеүектәрҙең асыуын килтереп, аҙна һайын яңы күлдәк тектерҙе. Быныһына ғына нисек тә түҙер инең әле, мыҫҡыл итеүҙәре үҙәккә үтә. Шуларҙың береһе уҡытыусылар алдында: «Ошо йәшел күлдәгеңде ҡасан алмаштыраһың, ҡоҫҡоно килтерә», — тип битен йыртты. Миләүшә шунан һуң әллә нисә көн иҫенә килә алмай йөрөнө. Башҡаларҙа — кейем ҡайғыһы, ә ул эш хаҡынан эш хаҡына саҡ осон осҡа ялғап йәшәй, бар тапҡаны ашау-эсеүгә китеп тора. Бурысҡа инеүҙән ғарҡ булды.

Донъялар бынаулай булып китер тип кем уйлаған. Горбачев, бисәһен эйәртеп ҡитғанан-ҡитғаға саба торғас, илде тамам бөлгөнлөккә төшөрҙө. Магазин кәштәләре бушаны, аҙыҡ-түлек талонға тороп ҡалды. Бар әйбер алыпһатарҙар ҡулына күсте. Тир түгеп тапҡан хәләл аҡсаңа ла үҙеңә кәрәкле нәмәңде табырмын тимә.

Аяғындағы итеге туҙғас, Миләүшә, барлы-юҡлы аҡсаһын услап, аптыраған көндән баҙарға барғайны. Бәлки, осһоҙораҡҡа алып булыр? Әллә ысынды, әллә бушты һөйләйҙәр, аяҡ терәп һатыулашһаң, хаҡын кәметәләр, имеш. Мәктәптән, өйөнән арынып, ул баҙарҙа күптән булғаны юҡ ине. Йә Хоҙай, кемдәр генә һатыу итмәй бында! Тәмәке, араҡы, башҡа ваҡ-төйәк һатҡан әбей-һәбейҙе аңларға була, Миләүшә һымаҡ аҡса еткерә алмай интегәләрҙер. Һабанға тотоп егерлек ир-аттар менән ҡатын-ҡыҙҙарға ни ҡалмағандыр — көпә-көндөҙ спекуляция менән шөғөлләнәләр. Милиция ни ҡарай икән? Улай тиһәң, улары ла шунда буталып йөрөп ята.

Үҙенең яҙмышында ҡырҡа боролош яһарға этәргән Зәминәне лә ошонда, баҙарҙа, тап итте Миләүшә.

Иңе килһә, буйы килмәй, буйы килһә, иңе килмәй, тигәндәй, уның баҙарға тотоп килгән аҡсаһы һыңар итек алырға ла етерлек түгел ине. «Бигерәк бер ҡатлымын да инде. Буштан бушҡа тотторҙолар, ти, импортный итек!» — Үҙ-үҙен тиргәп, Миләүшә халыҡ ағымын йырып сығыу яғына тартылды. Ҡапҡаға етәрәк ҡулына итек тотҡан ҡатын янында ирекһеҙҙән туҡталды. Өмөт бит, быныһы хәленә инер, бәлки. Мосолман кешеһенә лә оҡшап тора, үҙ ҡәрҙәшен ситкә типмәҫ әле.

— Күпменән бирәһең?

Кем менәндер ауыҙға ауыҙ терәшеп гәпләшкән ҡатын башын борҙо.

— Бәтәс, һинме ул, Миләүшә?! — тип ҡысҡырып ебәрҙе ул. — Һин дә бармы ни ул донъяла?

Затлы бүрек, пальто кейгән, алтын тештәрен йылтыратып йылмайыусы был ҡатынды Миләүшә ҡапылғара таный алмай яфаланды.

— Зәминә!

Уның ҡаршыһында институтта бергә уҡыған, диплом алғандан бирле осрашмаған әхирәте ауыҙын йырып тора ине.

— Онотмаған! Таныны! — Зәминә шарҡылдап көлөп Миләүшәне ҡосаҡлап алды. Унан араҡы еҫе килә ине. — Ни эш бөтөрөп йөрөү?

— Итек кәрәк ине. — Миләүшә бер үҙенең аяғына, бер Зәминәнең ҡулына ҡараны. — Осһоҙға ғына...

— Осһоҙлоһоноң йүне булмай, алғас, хаҡына ҡарамай, йүнлерәген алырға кәрәк. Бына ошондайын! — Ул ҡулындағы һыңар итекте баш осона күтәрҙе, үҙе эйелеп Миләүшәнең ҡолағына ашығып бышылданы: — Был итектең ҡупшылығына ҡыҙма, бер-ике кейеү менән замогы йыртылып сыға — тиреһе алама. Өйҙә шәберәктәре бар, теләһәң — һатам.

Маҡтай-маҡтай итекте һатып ебәргәс, Зәминә Миләүшәне ай-вайына ҡуймай үҙҙәренә алып китте.

— Былай ҙа оҙаҡ йөрөнөм, балаларым юғалтҡандыр, — тип ҡаршы килеп ҡарағайны ла, тегеһе ҡолағына ла элмәне:

— Бер-ике сәғәткә үлмәҫтәр әле, үҙҙәре йәшәргә өйрәнһендәр. Ана, минекеләргә бер ни ҙә булғаны юҡ, көн дә кис кенә ҡайтам.

Ҡапҡанан сығыуға уларҙы йәш кенә ир ҡаршы алды. Баҙарҙы себен урынына һырып алған бихисап машиналарҙың береһенә ултырҙылар. Машина ҡуҙғалыу менән, Зәминә аҡса һанарға кереште. Уның ҡулындағы аҡсаны күреп, Миләүшәнең күҙҙәре янды: «Шул хәтлем аҡсаны ҡурҡмай нисек үҙе менән йөрөтә икән? Юғалтып ҡуйһа? Талап алһалар?..» Ул күкрәксәһенә тыҡҡан аҡсаһын пальто аша ҡапшап ҡараны. «Урынында!»

— Әҙерәк аҡса эшләй алдыңмы? — тип ҡыҙыҡһынды ир.

— Көндәгесә инде, көндәгесә. Һуңғы арала әллә ни ыратып булмай. Барыбыҙҙа ла бер төрлө тауар бит, халыҡ элеккесә йығылып ятып алмай, үҙенә күрә түгел — һайлана.

Зәминәнең ҡыланышы Миләүшәне аптырандырҙы: «Ҡулында — бер сумка аҡса. Һаман ҡәнәғәт түгел. Шуның яртыһы, юҡ, сиреге генә миндә булһа, ни эшләргә белер инем». Был ваҡытта Миләүшә Зәминәнең ҡулындағы аҡсаның бер көнлөк табыш икәнлеген белмәй ине. Белмәгәне хәйерле, белһә, бөтөнләй телдән яҙыр ине.

— Бер юлы уҡытып та, баҙарҙа һатыу итеп тә йөрөү ҡыйындыр бит? Нисек өлгөрәһең барыһына ла?

Миләүшәнең һорауына эсе ҡатып көлдө Зәминә.

— Ха-ха-ха!.. Минең мәктәптән киткәнгә биш былтыр бит инде.

— Үкенмәйһеңме?

— Тамсы ла! — Ул Миләүшәнең танауы янында  бармаҡтарын бейетеп алды. — Уҡытыусының эш хаҡына алырһың алмай ни бындай алтын йөҙөк-балдаҡтарҙы! Ни теләйем — шуны кейәм, ни теләйем — шуны ашайым. Балаларым да бер телем икмәккә тилмереп ултырмай. Фатирым да яланғас түгел.

Ҡалғанын барғас үҙең күрерһең, тигәндәй, Зәминә тынып ҡалды. Миләүшәнең күңелен ауыр тойғолар биләне. Үҙенең дә, иренең дә алтын балдағын һатҡанға үкенеп бөтә алманы. Әлеге шул фәҡирлек арҡаһында инде. Иренең балдағына теймәгән сүрәттә лә балаларына бер иҫтәлеге ҡалыр ине. Бигерәк аҡсаға өҙөлгән сағы ине шул.

Зәминә, әкиәттәрҙәге һымаҡ, ете бик аҫтында йәшәй икән. Ике ҡатлы тимер ишектәге йоҙаҡтарҙы асҡансы байтаҡ аҙапланды. Ишектән ингәс, Миләүшә «аһ» итте. Әхирәтенең ҡола яландай  фатиры менән «хрущевка»лағы үҙенең эт ояһын сағыштырырға теле әйләнмәне хатта. Бындағы йыһаздың сиреге лә юҡ ине унда. Ул иҙәнгә түшәлгән йомшаҡ балаҫтарға ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына баҫып залға үтте. Ҡай арала өҫтөн алмаштырырға өлгөргән Зәминә икенсе бүлмәгә саҡырҙы.

— Сәй ҡайнағансы итек һайла.

Миләүшә тартынып ҡына уның артынан эйәрҙе: «Бер итек тип күпме мәшәҡәт тыуҙырҙым. Тар ергә таяу. Быйылға быныһы ла ярап торор, йәрингә алыр инем әле». Бүлмә һәр төрлө ҡатырға йәшниктәр, тоҡтар, сумаҙандар менән шыпа тулы ине. Зәминә уның алдына бер нисә пар итек ҡуйҙы.

— Күңелеңә оҡшағанын һайлап ал.

— Һиндә магазиндағы кеүек, әй, — тине Миләүшә, һоҡланыуын йәшермәй.

— Харап инде, — тине тегеһе тәкәббер генә. — Былар ҡалдыҡ-боҫтоҡ ҡына. Тауар ҡайтарғанда күрһәң...

Тәүге кейеп ҡараған итекте үк оҡшатты Миләүшә. Ул йомшаҡлығы, ул ҡупшылығы! Кеймәй, кәртинкә урынына стенаға эл дә ҡуй. «Күпме яманаттарын һатмайыҡ, капиталистар барыбер эшләй белә. Беҙҙең Өфөлә сығарылған итектәр былар алдында сүп, — тигән уйға килде ул күңеленән. — Нисек тә ҡулдан ысҡындырмаҫҡа ине. Зәминә көтәсәккә бирһә ярай ҙа».

— Аҡсам етеңкерәмәй бит әле, — тине Миләүшә, уңайһыҙланып.

— Ҡалғанын һуңынан бирерһең, — тине Зәминә иҫе китмәй генә, аҡсаны халат кеҫәһенә тыҡҡас.

— Рәхмәт инде, эш хаҡын алғас та индереп сығырмын.

Ул китергә йыйынды. Ләкин Зәминә ебәрмәне, һөйрәп тигәндәй аш бүлмәһенә алып инде.

— Ашыҡма, әҙерәк серләшеп ултырайыҡ. Үҙеңде күргәндәй булайым.

Һәр кем ауыртҡан ерен тота. Миләүшәнең өҫтәлдәге тәғәмгә күҙе ҡыҙҙы: «Ошо ашамлыҡтың бер өлөшөн генә малайҙарға алып ҡайтҡанда шатлыҡтарынан үрле-ҡырлы һикерерҙәр ине. Күптән емеш-еләк күргәндәре юҡ».

Зәминә башта Миләүшәнең хәл-әхүәлен төпсөндө. Аҙаҡ, эсеп ҡыҙып алғас, һорашҡанды ла көтмәй, үҙенең башынан үткәндәрҙе һөйләп ташланы. Ярайһы уҡ кәйефләнеп өлгөргән әхирәтен тыңлап ултыра торғас, Миләүшәнең башында шундай фекер яралды: байлыҡ өсөн кеше ниндәй генә түбәнселектәргә төшмәй.

— Осрашыуыбыҙ ҡалай һәйбәт булды әле, — тине Зәминә, сираттағы рюмканы төп күтәрә эсеп ҡуйғас. — Үҙемдең хәлдәремде кемгәлер һөйләп, эсемде бушатҡым килеп йөрөй ине әллә ҡасан. Ул кеше һин булғанһың икән. Эсем тулы хәсрәт...

— Кит, бушты һөйләмә! Һинең ниндәй хәсрәтең булһын? — Миләүшә уға һағайып ҡараны. — Май эсендәге бөйөр кеүек йәшәйһең.

— Үҙем беләм! — Зәминә ҡырт киҫте. — Хәсрәтһеҙ кеше булмай. Улар миндә лә етерлек.

Бығаса үҙен бик иркен тотҡан, танау буйынан ҡарап һөйләшкән Зәминә күҙ алдында үҙгәрҙе. Битендә тимгел-тимгел таптар хасил булды, ҡаштары йәмрәйҙе, танау япраҡтары дер-дер ҡалтыранды. Миләүшә ҡурҡып китте хатта: «Нервыһы бөткән икән бының. Шул ҡәҙәр эсеүенә ни...»

— Кем аҡсаны барыһынан да өҫтөн күрә — ул аҡса өсөн барыһына ла бара, тигәнде ишеткәнең барҙыр. — Зәминә ашыҡмай ғына әңгәмә ебен тағатты. — Мин дә шул аҡса тип мәктәпте ташланым. Был аҙымға рәхәт көндән барманым, тормошомдоң ипһеҙлеге мәжбүр итте. Минең дә әҙәмсә йәшәргә хаҡым барҙыр бит? Ирем ҡаршы килһә лә, өйҙәге ҡайһы бер затлыраҡ әйберҙәрҙе, күҙ ҡараһылай һаҡлаған алтын-көмөштө һатып аҡсаға әйләндерҙем дә тауар артынан Мәскәүгә йөрөй башланым. Сит илгә барырға күптән ҡыҙыға инем. Юҡ, экскурсияға түгел. Ҡытай стенаһы, төрөктәрҙең мәсеттәре миңә буғыма кәрәкме! Миңә тауар, аҡса булһын. Шуны бел: әҙерәк йоҡлап, күберәк сапһаң, аҡса үҙе ҡулға инергә тора хәҙерге был хәсрәтле заманда. Философтарса әйтһәк, ваҡыт беҙҙең файҙаға эшләй. Үҙең күреп тораһың: халыҡ бер ҙә магазиндарға түгел, ә толчокка йөрөй. Алданғанын, таланғанын белә тороп. Беҙгә шул ғына кәрәк тә.

— Үҙең дә тәүәккәл икәнһең. Ҡурҡмайынса...

— Бурһыҡ һымаҡ өңөмдән сыҡмай ятһам, итек алырға ла аҡса еткерә алмай интегеп йөрөр инем. Һинең кеүек... — Әхирәтенең йөҙө йәмрәйеүен шәйләп, Зәминә шымартып ҡуя һалды. — Үпкәләй күрмә, Миләүшәкәйем, һүҙҙән генә әйтеүем. Ә былай... Ошо фатирҙы әллә миңә мәктәп биргән тиһеңме? Ире эшләгән институттан алғандар, тип уйлайһыңдыр, бәлки? Көт, тотторорҙар! Үҙҙәренән артмай, беҙҙең кеүек ыбыр-сыбырҙы, сиратың етһә лә, урап үтәләр. Тауыш күтәрһәң, үҙеңә яман, сәбәбен табып, барыбер үс ҡайтаралар. Ошо фатир ҙа, ундағы йыһаздар ҙа, шифоньерҙағы затлы кейем-һалым да, дача менән машина ла, — Зәминә тағы нимәне әйтмәй ҡалдырҙым икән, тигәндәй, түшәмгә ҡарап алды,— барыһы ла үҙем тапҡан аҡсаныҡы.

— Сепрәк-сапраҡ һатып ҡына ул ҡәҙәр байлыҡ йыйырһың йыймай ни! — Миләүшә күргәндәренә,  ишеткәндәренә һаман ышанып етмәй ине. — Дача, машина өҫтәүенә...

«Өтөк, үҙенә күрә түгел, ышанмай маташа. Ауыҙын асһа, үпкәһе күренгәнен белмәй үҙенең». — Күркә кеүек ҡабарған Зәминә асыуын эсенә йотто.

— Күрҙең дә баһа сумка тултырып аҡса алып ҡайтҡанды. — Һалған баштан ул самаһын онотто, әхирәте алдында үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтеү өсөн шаштырып ебәрҙе. — Көн дә шулай!

Теле телгә йоҡмаһа ла, теше тараҡлы түгел ине Зәминәнең, артыҡ сиселеп тә бөтмәне, хәбәрен һығып ҡына сығарҙы. Банкынан иң түбән хаҡ менән кредит алыу өсөн сал сәсле бер ағай менән төн үткәреүен, толчокта рэкитерҙарҙың өҙлөкһөҙ аҡса талап итеүен, һалым түләмәҫ өсөн ришүәт биреп тороуын йәшерҙе. Әхирәтенең ҡотон алмаҫ өсөн. Уның башында тос ҡына фекер моронлап өлгөргәйне: Миләүшәне лә үҙ яғына йығырға! Теле тик тормағанлыҡтан, үҙе кеүек челноктар араһында сере һыйырҙай дуҫ-иштәре ҡалмағайны. Ҡушлап һатыу итерҙәр, сит илдәргә йөрөгәндә бер-береһенә таянырҙар. Тик ашыҡмаҫҡа кәрәк, йә өркөтөп ҡуйыр. Былай ҙа энә өҫтөндә ултырғандай ҡылана, әллә көнләшә, әллә ҡыҙыға — белмәҫһең. Үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп бөтһөн дә...

— Ирең, балаларың күренмәй. Ҡайҙалар? — Миләүшә һаман төпсөндө.

— Бөгөн аҙнаның ниндәй көнө әле? — тип үҙ һорауын ҡуйҙы Зәминә.

— Шәмбе.

— Улайһа, малайҙар бассейндалыр, оҙаҡламай ҡайтырға тейештәр. Ә иргә килгәндә... — Зәминәнең күҙҙәрендә шайтандар бейеште, — ҡыуып сығарҙым мин уны.

— Ҡыуып?!.. — Миләүшә ғәжәпләнеүҙән асҡан ауыҙын ябырға ла онотто.

— Эйе, ҡыуып... — Зәминәнең ҡашы ла һелкенмәне. Әйтерһең, ғүмер иткән ире тураһында түгел, ә иртәгә һауа торошоноң нисек буласағы хаҡында әңгәмә алып бара. — Бынау хәсрәтле заманда алағайымға ир аҫрап ятҡырырға башыма тай типмәгән әле. Балаларын эйәртеп ебәрмәгәнгә рәхмәт уҡыһын. Ниңә аптырайһың уға? Башың булһа, үҙең уйлап ҡара: мин донъя бөтәйтәм тигән булып, телемде арҡыры тешләп сабам, ә ул өйҙә ята. Йәнәһе, диссертация яҙа. Ул диссертацияның кемгә кәрәге барҙыр. Етмәһә, мыжылдығы сыға, өйҙө складҡа әйләндерҙең, ти. Ир бисәһе, балалар әсәһе икәнлегеңде оноттоң, тип битәрләмәксе. Үҙ башына ҡарышты.

— Ирһеҙ донъя көтөүҙәре ҡыйын. Минеке иҫән булһа, өрмәгән ергә ултыртмаҫ, усымда ғына йөрөтөр инем. Ысынлап әйтәм.

Зәминә ҡул ғына һелтәне:

— Мир бөтмәһә, ир бөтмәҫ. Артымдан өйөрҙәре менән йөрөйҙәр.

— Үҙ иреңә етмәй инде ул барыбер, тегеләре бөгөн бар, иртәгә юҡ.

— Һин нисектер, әммә мин бер ҙә иргә аптырамайым. Бирсәткә урынына алмаштырам, әй, тегеләрҙе. Ха-ха-ха!..  — Зәминә, көлөп туйғас, өҫтәне: — Әле артымдан йәш кенәһе йөрөй.

— Беҙҙе өйөңә килтереп ҡуйған шофермы?

— Тап өҫтөнә баҫтың. Өйләнешәйек, тип йәнгә тейә. Әллә үҙемә ҡыҙа, әллә байлығыма... Ни эшләргә лә белмәйем. Һин ниндәй кәңәш бирәһең?

— Бигерәк йәш бит, һанға һуғырмы һуң? Үҙеңә тиңерәктәре бөткәнме ни? Хәйер, үҙең ҡара, уның менән миңә йәшәргә түгел, һиңә.

— Баш ҡатҡан инде. Балалар ҙа ҡаршы... — Зәминә, яңаҡтарына таянып, тынып ҡалды.

Миләүшә сәғәтенә күҙ һалды. Биш тулып килә. Ҡайтырға кәрәк, балалары юғалтҡандыр. Ул урынынан ҡалҡынды.

— Һый-хөрмәтең өсөн рәхмәт! Айырыуса итек өсөн. Аҡса алыу менән бурысымды килтереп түләрмен. Саҡ ҡына сабыр ит.

— Ашыҡма, ултыр әле. — Зәминә уның беләгенә ҡағылды. — Аҡса эшләгең киләме?

— Нисек?

— Мин әлегә бер генә юлын беләм — һатыу итеп.

Миләүшә яурындарын һелкетте, уйланып, алдындағы күптән һыуынып бөткән сәйҙе болғатты. Уның икеләнеүенән файҙаланып, Зәминә әхирәтен ҡыҫымға алды. Уйы — һүҙен һүҙ итеү ине.

— Бының өйө тулы тауар ҙа, һата алмай интегә икән, тип уйлама тағы, бер аҙнала осорам мин уны. Биш хаҡына! Һине яҡын күреп әйтеүем. Әҙерәк күҙең асылмаҫмы, тим.

— Уныһын дөрөҫ әйтәһең. Ғүмер буйы эшләп, ус тултырып аҡса алған юҡ. — Ҡапыл Миләүшәнең эсе бошоп китте, уфтанып алды. — Әллә нисек бит әле... Оят, тип әйтәйемме... Нисектер намыҫым ҡушмай.

— Намыҫ... — Зәминә зәһәр йылмайҙы. — Ана шул намыҫ һаҡлап, ошо көнгә төштөк тә инде. Мәктәптә нисәмә йыл эшләп, намыҫтан башҡа нимәбеҙ бар һуң беҙҙең? Әйтеүе лә оят, ә ысын дөрөҫө шулай: әллә ниҙә бер барған концертҡа кейергә лә йүнлерәк күлдәгебеҙ менән туфлийыбыҙ ҙа юҡ ине бит. Ә һин, асыуҙы килтереп, намыҫ, тиһең.

— Аптырағандан әйтәм.

— Өфө тирәһендәге һалынып ятҡан хан һарайы һымаҡ йорттарға иғтибар иткәнең бармы? Шифалы ямғырҙан һуң да бәшмәктәр  ул тиклем ҡалҡып сыҡмаҫ, ә уларҙың иҫәбе-һанына сығырлыҡ түгел. Әллә уларҙы хәләл көс менән тапҡан аҡсаға һалдыралар тиһеңме? Һалдырырҙар һалдырмай ни! Һинең менән минән талап алған аҡсаға. Әллә мине лә намыҫһыҙлыҡта ғәйепләмәксеһеңме?

Зәминә ҡарашы менән өтөп алды. Миләүшәнең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.

— Юҡ, Аллам һаҡлаһын! — Ул Зәминәгә күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап алды ла ҡарашын ситкә борҙо. Тегеһе илһамланып дауам итте:

— Улар урлаған аҡса менән минең баҙарҙа ваҡ-төйәк һатып йыйған аҡсаны сағыштырһаң, айырма — ер менән күк араһы. Улар миллиардтар менән эш итә, ә мин — тиндәр менән. Айырманы самалайһыңдыр. Юҡ-бар менән башыңды ҡатырма. Унан шуныһы ла бар: мин берәүҙең дә кеҫәһенә инмәйем, үҙҙәре бирә. Бирмәҫтәр ине, магазиндар буп-буш. Ике лә уйлап торма, бөгөндән һатыу эшенә тотон. — Зәминә, нисек тә әхирәтен үҙ яғына йығыр өсөн, тегене таҫма телдәре менән йыуҙы.

— Мәктәптән китепме?

— Һиңә берәү ҙә эшеңде ташларға ҡушмай. Ял көндәре кем менән уртаҡ? Көноҙон мәктәптә булмайһыңдыр бит — эштән һуң да өлгөрә алаһың.

— Ҡуй, кеше әллә ни тиер. Мәктәптә белеп ҡалһалар?

— Һаман үҙенекен тылҡый. Ни эшләтәһең, электән килгән ғәҙәт буйынса беҙгә, баҙарҙа һатыу итеүселәргә, ғүмер-ғүмергә ерәнеп ҡарау ғәҙәте бар. Әйтмәһәң дә, һиҙенәм: «спекулянт» тип бармаҡ төртөп күрһәтеүҙәренән шөрләйһең. Уның заманса исемдәре лә күп: «эшҡыуар», «коммерсант», «бизнесмен»... Күңелеңә ҡайһыһы оҡшай, шуныһын һайлап ал. Әллә минән көлмәгәндәр тиһеңме? Нисегерәк әле! Тәүҙәрәк туған-тыумасаға хәтлем йөҙ сөйөрҙө. Хәҙер үҙҙәре артымдан эйәреп йөрөй, тегеһен-быныһын таптырып. Тәмен белеп алдылар. Күҙ — ҡурҡаҡ, ҡул — батыр, тигәндәрен онотма боронғоларҙың. Баштараҡ ҡына ҡыйын була ла, һуңынан өйрәнеп китәһең ул. Үҙ башымдан үткәс беләм. Бармаҡтарҙы төкөрөкләп, гел генә аҡса һанағы килеп тик тора.

— Уныһы шулайҙыр ҙа ул... — Миләүшә һаман икеләнә ине әле.

— Мин һиңә һатырға әҙерәк әйбер бирәм. — Зәминә уны эйәртеп бүлмә-»склад»ҡа үтте, һөйләнә-һөйләнә сумка тултырҙы. — Һатҡас, тейешлеһен миңә ҡайтарырһың да, ҡалғаны — үҙеңә. Тик шуныһын онотма: ни тиклем ҡиммәтерәккә бирһәң, шул хәтлем аҡсаһы күберәк үҙеңә ҡала. Шулай булғас, һатыулаша ла бел.

Күҙ — ҡурҡаҡ, ҡул — батыр, тип Зәминә белеп әйткән икән. Ул көсләп биреп ебәргән әйберҙәрҙе анһат ҡына аҡсаға әйләндерҙе. Баҙарға ла барып йөрөүҙең кәрәге теймәне хатта — үҙе йәшәгән подъезды бер урап сыҡҡайны, сумкаһы бушаны ла ҡуйҙы. Ҡайһылары үҙҙәренә кәрәк әйбергә заказ бирҙе. Тәүге уңыштан ҡанатлаған ҡатындың күңеле киң ине, тапһам, килтерермен, тип ышандырҙы. Ғәйбәттән шөрләп, тауарҙы ҡайҙан алыуын ғына сер итеп тотто. Хәйер, һорашманылар ҙа. Ике балалар кофтаһына ғына хужа табылманы, ул йөрөп сыҡҡан фатирҙарҙа уларҙы кейерҙәй йәштәге бала-саға юҡ ине. Табышты ҡат-ҡат һанағас, түбәһе күккә тейҙе: ҡулына ингән аҡса, Зәминәгә ҡайтараһы бурыстан тыш та, байтаҡ ҡала!

«Ошо аҡсаны ысынлап миңә бирерме икән? Әҙерәген йәшереп ҡалдырырға ла баш етмәне, эсте тишмәҫ ине әле. — Зәминәләргә барырға сыҡҡас, ошондай уй килде уның башына. Бара биргәс, аҡсаны тиненә ҡәҙәр үҙе менән алыуына ҡыуанды. — Хәрәм төртөр йә».

Юҡҡа шикләнгән әхирәтенән. Үҙенә тейешлеһен һанап алғас, ыһ та итмәй, ҡалғанын кире тотторҙо. Ҡәнәғәт йылмайып баҫып торған Миләүшәне осондорҙо:

— Минең ҡулдан килмәй, тип ҡырталаша инең, бына бит күпме аҡса эшләгәнһең. Миңә — ярҙам, үҙеңә — күпме файҙа, — тине ирәбеләнеп.

Буш сығарманы, һатырға тағы әйбер бирҙе. Аҡса тәмен белеп ҡалған Миләүшә был юлы үҙенең өйө менән генә сикләнмәне, баҙарға уҡ барып етмәһә лә, магазин алдында һатыу итеүсе ҡарсыҡтар янына сығып баҫырға ҡыйыулығы етте. Таныш-белештәре осраһа ла, һис ниндәй уңайһыҙланыу кисермәне, киреһенсә, үҙҙәренә әйбер тәҡдим итте. Мәктәптә хәбәр таралыуҙан ҡурҡманы, эшләгән ере өйөнән шаҡтай алыҫ ине, коллегалары, уҡыусылары осрауҙан шикләнмәй, бушыраҡ ваҡыты килеп сыҡтымы, рәхәтләнеп сауҙа итте. Аҡса йылға булып аҡмаһа ла, әҙләп-әҙләп тамды. Үҙенең дә, балаларының да өҫ-башын бөтәйтте, өйгә ҡайһы бер нәмәләр алды. Миләүшә яңы шөғөлөнән ҡәнәғәт ине, әхирәтенә рәхмәттәр уҡып бөтә алманы.

Мәктәптә уҡыуҙар тамамланғас, малайҙарын ауылға ҡайтарып ҡуйҙы ла башкөлләй һатыу эшенә тотондо. Хәҙер уны Зәминә биргән аҡса ғына ҡәнәғәтләндермәй ине, үҙаллы һатыу иткеһе, күберәк аҡса һуҡҡыһы  килде. Уға ялсы булып йөрөү етер. Аҡса эшләр өсөн аҡса кәрәк. Кредит һорап бер нисә банкыға баш ороп ҡараны, әллә еренә еткереп һөйләшә белмәне — береһендә лә яҡты йөҙ күрһәтмәнеләр. Миләүшә танауын төшөрмәне, башҡа юлдарын ҡараштырҙы. Ныҡлап илаһаң, һуҡыр күҙҙән дә йәш сыға, тигәндәре раҫ икән, рәтен тапты барыбер. Икеләтә ҡайтарыу шарты менән Зәминә биреп торорға ризалашты. Бысаҡһыҙ һуйҙы! Мыҫҡал да ташлама яһаманы. Әхирәт тә әхирәт тип эс-бауырына инеүе ҡороһон. Имеш, сауҙала дуҫлыҡ юҡ. Миләүшәнең үҙаллы эшләү өсөн бүтән юлы ҡалмағайны, эстән генә һуҡрана-һуҡрана алды. Шунан китте тауар артынан сабыуҙар! Магнитогорск менән Мәскәүе лә ҡалманы, йышыла төшкәс, Төркиә менән Ҡытайына ла барып сыҡты.

Алдырыр көн яҙҙырыр, ти. Миләүшә мәктәптә лә эшләргә, бушаған арала һатыу итергә лә уйлағайны. Килеп сыҡманы, ике ҡарбуз бер ҡуйынға һыймай икән. Уҡыта башлағас, тауар артынан йөрөп булмаҫ, тип уйлап, август аҙағындараҡ Төркиәгә киткәйне. Ваҡытында ҡайтып етә алманы. Дүрт көнгә һуңлап мәктәпкә барыуына урынына кеше алғайнылар. (Үҙе һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, мәктәптә уҡытыусы Миләүшә Кашапованың баҙарҙа һатыу итеүен әллә ҡасан беләләр ине инде.) Эштән ҡолаҡ ҡағыуына ныҡ ҡайғырҙы, Зәминәнең иһә иҫе лә китмәне:

— Башыңды серетмә ҡыҫыр ҡайғы менән. Төкөр! — тине, ҡулын һелтәп. — Ундағы бер айлыҡ эш хаҡы көнөндә кеҫәңә инә бит.

Бер уйлаһаң, ул да хаҡлы. Юҡ аҡсаға өмөтләнеп, әле булһа мәктәптә буталһа, ҡасан мандыр ине. Йүнлерәк фатирлыҡ аҡса туплау менән эш ҡараштырырмын, тип үҙ-үҙенә һүҙ биргәйне. Иҫкеһен һатып, урынына өс бүлмәле фатир алғанына ла, уны затлы мебель менән йыһазландырғанына ла биш былтыр, һаман һүҙендә тора алмай. Ваҡыт әрәм итеп, аяҡ кейеме туҙҙырып, эш эҙләүҙең мәғәнәһен дә күрмәй хәҙер. Ҡайҙа ҡарама — эшһеҙлек хөкөм һөрә. Завод-фабрикалар саҡ-саҡ тын ала. Элекке коллегалары — уҡытыусылар ҙа айҙар буйы аҡса төҫө күрмәй. Баш  күтәреп тә ҡарай бахырҙар, әммә маҡсаттарына ғына өлгәшә алмайҙар. Эш ташла-ташлама, юҡ аҡсаны ҡайҙан алып бирһендәр? Түрә-ҡараның алдына сығырлыҡ түгел, телгә һалышырға оҫтарып бөткәндәр, тәмләп-тәмләп вәғәҙә бирәләр ҙә яңынан матур ғына итеп кәкре ҡайынға терәйҙәр  тегеләрҙе. Ҡаҙна буш булмаһа, иң тәүҙә пенсионерҙарҙы хәстәрләрҙәр ине. Бигерәк яфалана меҫкендәр. Эш шуға барып етте: хатта мәрхүмдәрҙе ерләргә аҡса таба алмаусылар бар. Вәт килде заман! Торғаны бер хәсрәтле заман. Шулай тимәҫ ине, яңыраҡ үҙе менән булған хәл шулай тип әйтергә мәжбүр итә. Элек йәшәгән йорттағы күршеләре дядя Ваня менән тетя Аннаның ҡыҙы баҙарға юллап килгән. Атаһы вафат икән.

— Табутҡа кейҙереп һалыр өсөн костюм алырлыҡ та рәт ҡалманы. Эшләгән еремдә ҡыҫҡартыуға эләктем, — тине баштан-аяҡ ҡараға кейенгән ҡатын, күҙ йәштәренә быуылып. — Миләүшәкәйем, зинһар ярҙам ит, изгелегеңде ғүмерҙә лә онотмам, — тип, бармағынан сисеп, алтын балдағын һондо. — Һатып бир. Мин ундай эштең рәтен-сиратын белмәйем, йә алданырмын.

Миләүшә аҡсаһыҙ интеккәндә үҙенең дә, иренең дә балдағынан яҙғанын онотмағайны. Ҡатындың ҡулында сағыу ҡояш нурҙары аҫтында күҙен ҡыҙҙырып балҡыған мәғдәнгә оронманы. Кем белә, берҙән-бер затлы нәмәһелер. Ауыр саҡтарында аҙ таянманы күршеләренә. Аш менән атҡанға таш менән атһаң, Хоҙай һуғыр. Ул да үҙ ғүмерендә бер изгелек ҡылырға булды уларға. Сауап булыр. Күпме кәрәк, шул ҡәҙәр аҡса тотторҙо ла ебәрҙе. Һуңынан Зәминәгә һөйләгәйне, тегеһе бер мәлгә телдән яҙҙы. Иҫенә килгәс, һуҡ бармағын сикәһенә терәп күрһәтте, йәнәһе, үҙ аҡылыңдамы һин? Ни эшләгәнен белә ине Миләүшә. Уның хәтерендә институтта уҡыған йылдарҙан уҡ ошондай һүҙҙәр һеңеп ҡалған: «Барлыҡ яманлыҡтарҙың тамыры — ҡомһоҙлоҡ». Уны бынан алты быуат элек йәшәгән инглиз яҙыусыһы Джефри Чосер әйткән. Эйе, ҡомһоҙлоҡ һәр саҡ рәхимһеҙлеккә килтерә, күңелде аҙҙыра, кешенең кешелеген бөтөрә, аҡылын томалай. Рухи ярлылыҡ тормошто ҡотһоҙландыра. Күпселек диндәрҙә ҡомһоҙлоҡ һәм рәхимһеҙлек иң оло гонаһтар менән бер ҡатарҙа тороуы юҡҡа түгелдер. Миләүшә үҙенең ете ят кешегә алағайымға аҡса тоттороп ебәреүенә үкенмәй. Тимәк, нәфсеһе боҙолоп өлгөрмәгән әле. Шуныһына шөкөрана ҡыла.

Алыпһатарҙар араһында төрлөһө бар. Үҙ-ара дуҫ булып йөрөһәләр ҙә, бер-береһен ен урынына күрәләр, саҡ ҡына бер нәмә булдымы, бер-береһен тотоп ашарға әҙерҙәр, бер тин аҡса өсөн ата-әсәләрен һатыр дәрәжәгә етәләр. Сит илдә булһын, үҙебеҙҙә булһын — бер-береһенең әйберен урлауҙы сүп урынына ла күрмәйҙәр. Шул арҡала үҙ-ара һуғышып китеүҙәр тиһеңме! Ҡыҫҡаһы — ғауғалы халыҡ.

Ишәктәй тейәнеп алһыҙ-ялһыҙ тауар артынан сабыу, тәүлектәр буйы йоҡламау, йылы аш күрмәү, аҡсаң, тауарың өсөн гел ҡурҡып йөрөү, иртәнән кискә тиклем баҙарҙа аяҡ өҫтө тороу — былар береһе лә эҙһеҙ ҡалмай, көн аҙағына аяҡтар көбө кеүек шешеп сыға, өйөңә саҡ ҡайтып йығылаһың. Стрестан сығыу өсөн ҡулдар үҙенән-үҙе рюмкаға үрелә. Миләүшә бына нисәмә йыл инде алыпһатар ҡатын-ҡыҙҙар менән аралаша, ләкин уларҙың үҙҙәренең аҫыл зат вәкиле икәнен онотоп ебәреүҙәренә, саманан  тыш ирҙәрсә булырға тырышыуҙарына, йәмһеҙ ҡыланыштарына төшөнөп етә алмай. Юлда йөрөгәндә ниҙәр генә күрергә тура килмәй: төркөм-төркөм булып тупланған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһылары уңышлы сәфәрҙе йыуа, ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙҙәр ҡыҫтырып көләмәс һөйләүселәре лә, борҡолдатып сигарет көйрәтеүселәре лә етерлек. Ундайҙар эргәһендә Миләүшә үҙен кәмһетелгән, бысратылған, хурланған кеше итеп тоя. Шуларҙы уйлай ҙа: «Тиҙерәк ҡотолорға кәрәк был эштән», — тип ҡуя. Ҡатын-ҡыҙға гүзәллек тә, күркәмлек тә өҫтәмәй коммерция менән шөғөлләнеү, уныһы бәхәсһеҙ. Бөгөндән ташлар ине, аҡса эшләүҙең башҡа юлын белмәй. Эшкә урынлашыу тураһында һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел, хеҙмәт биржаһында рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр унан башҡа ла етерлек, теркәлмәгәндәре лә быуа быуырлыҡтыр. Әлегә бер юл ҡала — һатыу итеү. Етешһеҙлектә йонсоуға ҡарағанда, ауырлыҡ менән булһа ла мул тормошта йәшәү артығыраҡ. Ә ул эш еңел бирелмәй. Һәр ерҙә — ҡаршылыҡ, аяҡ салыусылар, ришүәт өмөт итеүселәр һәм даулаусылар. Аҡсанан  берәү ҙә баш тартмай. Сит илгә сыҡһаң, таможняһы  үҙе генә ни тора! Уның ауыҙы арандай, ҡуя ла, туя ла белмәй. Бер генә декларацияға ла теркәлмәгән үҙенең яҙылмаған закондары бихисап. Бар оҫталығыңды һалып һөйләшә, кәрәк саҡта йылмая белһәң, йәлләмәй тейешле әжерен төртһәң (илай-илай биргән аҡсаң һуңынан үҙеңә бише менән ҡайта), пошлинаны кәметергә була. Һәр ерҙә әҙәм балалары эшләй, һәр кемдең әҙәмсә йәшәгеһе килә. Ҡыл йыуғысҡа әйләнмәй хәлең юҡ.

Тауар алып ҡайтыу менән генә эш бөтмәй, юл саңы сығып бөтөр-бөтмәҫтән, йөгөңдө тейәп, баҙарға бара һалырға кәрәк. Ә  у н д а — конкуренция; ун алыпһатарға — бер һатып алыусы. Тауарыңды маҡтай-маҡтай телдәрең тала, кискә тамағың ҡарлығып сыға. Ә  у н д а — һалым инспекторҙары, тауарың үтәме-үтмәйме, ҡайғылары юҡ — һауын һыйыры урынына һауалар: түҙһәң — түҙ, түҙмәһәң — ҡайт та кит. Әгәр ҙә уларҙың ҡушҡандарын еренә еткереп үтәһәң, табышың тамаҡ ялына ла етмәйәсәк. Алыпһатарҙар һалымдан ҡасыу өсөн баштарын һандалға һалырға әҙер, уны нисек түләргә, табышты нисек йомоп ҡалдырырға йышылып бөткән.  Ә  у н д а — рэкитерҙар. Сәстәрен ҡыҫҡа ғына итеп киҫтергән, мускулдарын уйнатып йөрөүсе был егеттәр әллә ҡайҙан таныулы. Көпә-көндөҙ бар ғаләм алдында аҡыртып талайҙар, бирмәһәң — үҙеңә хана. Хәүеф-хәтәрһеҙ көн итәм тиһәң, уларҙың да күңелен күрергә мәжбүрһең. Милицияға әйтеүҙең фәтүәһе юҡ: бер табаҡтан ашайҙар, бер-береһен һатмайҙар.

Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы — коммерция алдыңды-артыңды ҡарап эш итеүҙе, итәк-еңде йыйып йөрөүҙе талап итә. Башҡалар һатыу иткәндә туҡтауһыҙ ләстит һатһаң, гелән «матур алъяпҡыс быуған» шешәгә күҙ ҡыҫһаң, килемең булмай. Кеҫәңдә ирекле аҡсаң ятһын, сауҙаң табыш килтерһен тиһәң, көн-төн баш ватыу, ваҡытың, һаулығың менән иҫәпләшмәү фарыз.

Әлегә Миләүшә һаулығына зарланмай, нервылары ла ярайһы. Әммә Хоҙай биргән һаулыҡ сикһеҙ түгел, аҡсаға һатып алып булмай; аяҡтан яҙһаң, эт тә әйләнеп ҡарамаясаҡ. Уныһы хаҡ. Ана, Зәминә менән ни булып бөттө. Һанда-һаяҡ һаулығына зарланғылаһа ла, шап-шаҡтай ине әле юҡһа, икенсе ире башына етте. Уны өйөнә индергәс, бер йыл тирәһе йәшәнеләрме-юҡмы, тегеһе өйҙәге барлыҡ долларҙы (һуңғы осорҙа әхирәте, үҙебеҙҙең аҡсаға ышанмай, ҡапланып ятып доллар йыйҙы), алтын-көмөштө һыпырып алып, машинаға ултырып тайған. Шул ҡайғынан элгәре лә рюмканы ситкә ҡаҡмаған ҡатын, үҙе әйтмешләй, байып серегәс кенә эскегә һабышты, аҡылына зыян килде. Бер ҡоторған сағында балалары аптырап «ашығыс ярҙам» саҡыртҡан. Аяҡ-ҡулын арҡанлап дауаханаға илтеп һалғандар. Миләүшә, ишеткәс тә, хәлен белешергә барғайны, ниңәлер янына индермәнеләр. Кеше күҙенә күрһәтерлек хәлдә булмағандыр инде, күрәһең.

Үҙе менән бер осорҙараҡ сауҙа эшенә тотонған Наташаның ғаиләһендәге хәл һуң! Һөпөсөкләп кенә үҫтергән бер бөртөк малайы, егет ҡорона ингәс, наркоманға әйләнгән. Наташаның, ҡасан ҡарама, йөҙө һытыҡ, күҙҙәренән йәш китмәй. «Минең өсөн сауҙаның ҡыҙығы ҡалманы, бар тапҡан аҡсам наркотикка китеп тора», — ти. Бала бәләкәй сағында беләккә ауыр, үҫкәс — йөрәккә ауыр, тип ҡалай белеп әйткәндәр. Бала-сағаны уҙындырырға ярамай шул. Ул яҡлап Миләүшә малайҙарына ҡаты ҡуллы булды, артыҡ аҡса тотторманы, күҙҙәре төшкән бер нәмәне алып биреп буйлатманы. Әсәләре аҡсаны ниндәй ауырлыҡ менән табыуын аңлайҙар шикелле, артыҡ осонмайҙар. Быға тиклем Марсы ла, Вахиты ла йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Бөгөн килеп...

Түшәмгә ҡарап уйланып ятҡан Миләүшә, ауыр уфтанып, тороп ултырҙы, үрелеп ут ҡабыҙҙы. Алъюҫыҡтан эсе бошоп ята түгелме һуң? Баш китерлек ни булған һуң әле ул ҡәҙәр? Үҙенең мөхәббәттән бәхете булмағанға күрә балаларҙың юлына арҡыры төшөргә ярамаҫ. «Малайҙарым кемде яратһа, шуға өйләндерәм» тигән нәҙереңде оноттоңмо ни? Халыҡ та: «Улың кемде һөйһә, киленең шул булыр, ҡыҙың кемде һөйһә, кейәүең шул булыр», — ти бит. Эйе лә баһа, ире Рамаҙан гүр эйәһе булғас, үҙ-үҙенә биргән шундай нәҙере бар бит әле. Кейәүгә яратып сыҡмаһа ла, ҡәҙер-хөрмәтен татып ҡалды хәләленең. Ире ҡатынының күңелендә ниндәй уй-тойғолар ҡайнашҡанын һиҙенә ине, буғай. Миләүшә уның ҡуйынында ятҡанда онотолоп китеп «Ильяс» тип һүҙ ҡушҡанда ла, асыуланмай торғайны мәрхүмең. Их, шул егет урынында булһаң икән, тип көрһөнөр ине фәҡәт.

Төптәнерәк уйлап ҡарағанда, мөхәббәттәренә үҙе түгел, ә Ильяс хыянат итте, ярты йыл көтөргә сабырлығы етмәне. Бәлки, егеттән ҡолаҡ ҡаҡмаҫ өсөн алдан йоҡлап йөрөргә кәрәк булғандыр? Ҡайһы берәүҙәр шулайта ла баһа. Ә бит икәүҙән-икәү Фәғилә апайҙарҙың өйөндә аҙ төн уҙғарманылар. Тик Миләүшә уны яҡын да килтермәне. Ильяс төнө менән янында ултырыр, ә был иҫ белмәй йоҡо һимертер ине. Эй, сабыр булғандар ҙа инде!

Үткән эшкә — салауат, алдағыһы тынғы бирмәй. Балалар менән ни эшләргә бына? Миләүшә һаман да уйҙар диңгеҙендә йөҙә ине әле. Марсҡа бер ниҙе лә йәшермәй, барыһын да асыҡтан-асыҡ һөйләгәндә?.. Мөхәббәттән күҙе-башы тонған улы әсәһен дөрөҫ аңлармы? Эгоислыҡта ғәйепләһә?.. Булыр хәҙерге бала-сағанан, аяп тормаҫ, йөҙөңә бәрер ҙә әйтер. Унан йөрөрһөң ҡайҙа инер тишек тапмай... «Ниңә ул хәтлем көйәләнәм һуң әле?» Миләүшә ҡапыл башына килгән фекерҙән ырғып торҙо. Ҡорманайға барыу кәрәк. Бөтәһен дә уртаға һалып кәңәшләшергә кәрәк. Моғайын, Ильяс менән Гөлназ да ҡыҙҙарының бәхетенә ҡаршы төшмәҫ. Бер-береһен өҙөлөп һөйөп тә ҡауыша алмағандар бер беҙ генә тиһеңме ни? Был ғына балаларҙың саҡ бөрөләнеп килгән бәхетенә балта сабыу өсөн сәбәп түгел. Ильяс өсөн әйтә алмай, бәлки, бәхетлелер (шулай була күрһен!), үҙенең ғүмер буйы ғазапланыуы ла еткән, инде хәҙер балалар шул көнгә төшһөнмө? Ошоларҙы уйлауҙан Миләүшәнең күңелендә ҡупҡан ғауға саҡ ҡына баҫыла төшкәндәй итте.

 

 

Автор:
Читайте нас: