Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Сентябрь 2023, 07:35

Беренсе сентябрь Рәмзин ӘБСӘЛӘМОВ

Һеҙ тәү тапҡыр мәктәпкә барған көндө иҫләйһегеҙме? Нисек хәтерегеҙҙә ҡалған? 

Беренсе сентябрь       Рәмзин ӘБСӘЛӘМОВБеренсе сентябрь       Рәмзин ӘБСӘЛӘМОВ
Беренсе сентябрь Рәмзин ӘБСӘЛӘМОВ

Уҡытыусы аҡбур тотоп,
Таҡтаға ниҙер яҙа.
Күҙ алдымдан һабаҡташтар,
Мәктәп йылдары уҙа.

Әлифбаның тәүге бите,
Тәүге өйрәнгән хәреф,
Уҡытыусымдың ҡарашы,
Беренсе уҙған дәрес.

Остазыбыҙ һорау бирә,
Ҡулдарҙы күтәрәбеҙ.
Мәсьәләне дөрөҫ сисһәк,
Яуабын еткерәбеҙ.

Ҡолағымда әле һаман
Еҙ ҡыңғырау сыңдары.
Онотолмай шау-гөр килеп
Үткән мәктәп йылдары.

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас