Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Сентябрь 2023, 04:55

Ҡиблалар буталғанда Повесть (аҙағы) Факил МЫРҘАҠАЕВ

— Уларға бәпәй тапҡан өсөн түләнә торған аҡсаны бирһәң, һин дә белер инең, Айҙар. Ә һин белергә лә теләмәйһең, аҡсаһын да түләмәйһең. Ысын булһа, — ҡағыҙға яҙылғас ысындыр инде, — балалар аҡсаһын килгән-киткән  ҡунаҡтарыңды һыйлар өсөн тотонғанһың бит. Әҙерәк оят кәрәк.

Ҡиблалар буталғанда Повесть  (аҙағы) Факил МЫРҘАҠАЕВҠиблалар буталғанда Повесть  (аҙағы) Факил МЫРҘАҠАЕВ
Ҡиблалар буталғанда Повесть (аҙағы) Факил МЫРҘАҠАЕВ

Һигеҙенсе сәхифә

Хәйләле эштә хәйер юҡ

 

«Иғлан.

Иртәгә 24.01.97 г. Маяк колхозы колхозниктарының общый собраниеһы була. Көн тәртибе. 1. Пред. колхоза ип. А. Н. Хамматовтың доклады. 2. Разныйы. Башлана 15 ч. Явка всем обязательна».

Магазин ишегенә йәбештерелгән белдереүгә күҙ йүгерткәс, Ильяс башын сайҡап ҡуйҙы: үҙемде шыр наҙан тип йөрөһәм, минән дә томанараҡтар етерлек икән. Ҡайһыһының башы етте икән шул хәтлем килештерергә? Ҡулынан килмәгәс, тотонмаһын ине. Кем булһын, идарала ыштан туҙҙырыусы аҡ һөйәктәрҙең ижад емешелер.

Ильяс йыйылышты йома көнгә тәғәйенләүҙәренә риза ине, сөнки шәмбегә ҡунаҡ саҡырғайнылар. Уғата изге иҫәбе — нәҫел-ырыуға өй күрһәтеү. Өй ҡотлатыу — борон-борондан килгән ғөрөф-ғәҙәт, ул йоланы бер нисек тә урап үтеп булмай. Ағай-энеһе ихлас күңелдән ярҙам ҡулы һуҙмаһа, ата-әсәһе мал орлоғо бүлмәһә, быйыл уҡ башҡа сыға алмаҫ, тиҙ арала аяҡҡа баҫа алмаҫ ине. Дөрөҫ, донъяһын ипкә килтергәнсе, ай-һай, күп көс түгергә кәрәк әле. Уныһына бошонмай, әкренләп барыһы ла яйланыр. Мәскәүҙе лә бер көндә генә төҙөмәгәндәр. Иң мөһиме — үҙ юҫыҡтарына донъя көтәләр, берәүҙең дә күҙенә ҡарап тормайҙар. Яңы нигеҙҙә ҡарттарҙың фатихаһын алмаһаң, китап хупламаҫ. Ҡатыны менән кәңәшләштеләр ҙә ана шундай фекергә килделәр. Дәрт итеп күптән ҡораһы табын ине ул, әллә нимәһенә мыҙылдылар. Донъяның ығы-зығыһы бөтәме ни, әле бер мәшәҡәте, әле икенсе мәшәҡәте сығып торҙо. Һуҙа торғас, ҡыш үтеп бара. Ниһайәт, хәл иттеләр. Ситтә йәшәүселәргә хат һалдылар, ауылдағыларына ике-өс көн ҡала ҡолаҡтарына төшөрҙөләр. Береһе лә баш тартманы, киреһенсә, саҡырыуҙы ҡуш ҡуллап ҡабул иттеләр. Туғандар, дуҫ-иштәр йыйылышып бер гөрләшеп ултырырҙар. Ғүмерҙә иҫтә ҡалырлыҡ итеп... Дан итеп...

Әйтергә кәрәк, Ҡорманайҙа был йыйылышты дүрт күҙ менән көттөләр. Халыҡ колхозда дәүләт контроль комитетының ревизорҙары эшләүенән хәбәрҙар ине. Уларҙың хужалары Айҙар Носратович ҡылған ҡырын эштәрҙе төбө-тамыры менән ҡутарып килтереп сығарыуына бер тамсы ла шикләнмәнеләр. Ниһайәт, Хамматовты ла урынына ултыртасаҡтар, юҡһа, һуңғы йылдарҙа ныҡ шашынғайны. Айҙар Носратовичтың дорфалығынан биҙрәгән колхозсыларҙың күбеһе шулай уйланы. Бүтәнсә фекер йөрөтөүселәр ҙә бар ине: «Байрам итергә ашыҡмағыҙ, һуңынан үкенергә тура килмәгәйе». Улары — колхоз рәйесенә тәрилкә тотоусылар, алаптай ауыҙынан сыҡҡан бер һүҙенә бейеп тороусылар.

Әммә ул көндө йыйылыш булманы. Биккенәгә колхозсыларҙы алырға трактор ебәрергә «онотҡандар». Айҙар Носратович МТМ мөдире Сынбулатты пыр туҙҙырҙы, бөтә ғәм алдында әйтмәгән һүҙен ҡалдырманы. «Ғәфү итегеҙ, иҫемдән сыҡҡан. Фермала бер һәнәк тә һалам ҡалмағас, тракторҙарҙың барыһын да эҫкерт тарттырырға ебәргәйнем», — тип ҡотолдо тегеһе. Елдең ҡайһы яҡтан иҫкәнен һиҙенеүселәр әсе көлөмһөрәне: «Аҡ эттең бәләһе — ҡара эткә. Район хакимиәте башлығы алдында баштарынан себен осоралар. Йыйылышты үткәртмәҫ өсөн алдан һөйләшеп ҡуйғандар, хәҙер килеп белмәмеш тә күрмәмеш». Иштимер Рафиҡович һүҙ оҙайтып торманы, йыйылышты иртәгәгә күсерергә, колхозсыларҙың бөтәһен дә йыйырға ҡушты ла үҙ юлы менән китеп барҙы.

Кәкрегә бөкрө! Ильястың кәйефе төштө. Былай булғас, йыйырһың йыймай ни ҡунаҡты! Йыйылышты ваҡытында башларҙар тиһеңме? Башлаһалар ҙа, ярты төн ауғансы ултырырҙар. Бер һөйләргә тотонһалар, трибунанан ҡыуып та төшөрөп булмай торған халыҡты. Үҙенең бындай йыйылыштарҙа ҡатнашҡаны юҡ-юҡлыҡҡа. Ләкин белә: атаһы төн битендә генә ҡайтып йығылыр ине. Иртәгә лә шулай һуҙылһа? Йыйылышҡа бармай булмаҫ, киләһе ҡунаҡтарының күбеһе унда ҡатнашыр, моғайын. Бармаһаң, мәжбүр итәсәктәр, өйҙән килеп аласаҡтар. Мәжлесте кисектергәндә?.. Ярай, ауылдағыларға әйтеп тә сығырһың, ти. Ә ситтәгеләре?.. Иртәгә төштән дә ҡалмай килеп етергә тейештәр. Шулай ҡушылған. Гөлназ аҙна буйы бешергән-төшөргән аш-һыуҙы ҡайҙа итәһең? Ҡунаҡты бер нисек тә кисектереү мөмкин түгел. Йыйылыштан һуң ултырырҙар. Төн кем менән уртаҡ? «Эйе лә баһа, ниңә алдан ҡайғырам әле», — тип башынан күңелһеҙ уйҙарын ҡыуҙы Ильяс.

Бисәһенең кисә кис буйы, бөгөн таңдан бирле мыжыуынан ялыҡҡан Ильяс клубҡа иртәрәк сығып китте. Ҡолағы саҡ ҡына тынып торор. Йыйылышты күсергәндәрен ишеткәне бирле тыйыла алмай. Пластинкаңды алыштыр, тип әйтеп тә ҡараны, һаман үҙенекен тылҡый: «Йөрөмә, һинән башҡа ла үткәрерҙәр әле йыйылыштарын. Ҡунаҡтарҙы ҡаршы ал, бер үҙем өлгөрә алмайым». Гөлназдың һүҙендә лә хаҡлыҡ бар. Ғүмер эсендә бер осрашҡан туғандарыңа ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә алмай, ауыл тотҡаларының сүбәк сәйнәп, графиндан һыу эскәндәренә риза булып, башыңды эйеп ултыр инде, тиле кешеләй. Килеүен килһәләр, Гөлназ күңелдәрен күрә торор ҡунаҡтарҙың. Көн боҙолмаҡсы, бына шуныһы хөрт.

Клубта Ильяс ғүмерҙә уйламаған кешеһен осратты. Фәғилә апай ине ул. Үҙе килеп күрешмәһә, танымаҫ та ине. Ваҡыт үҙенекен иткән, ныҡ үҙгәргән: әллә күптән күрмәгәнгә сүгә төшкән һымаҡ, йылдар йөҙөнә йыйырсыҡ һалған, дебет шәле аҫтынан сал сәстәре күренә.

— Ильяс, һинме ул? — Ыңғай яуап алғас, Фәғилә апай теленә һалышты. — Ҡалай таҙарып киткәнһең, тфү-тфү, күҙ теймәһен. Ә беҙ, ҡарттар, сүгәбеҙ. — Ул, ауыҙын бөрөштөрөп, үҙ алдына кеткелдәп ҡуйҙы. — Ҡайтҡаныңды ишеткәйнем, юл төшкәндә инеп хәлемде лә белеп сыҡмайһың. Заманында аяҡ эҙең һыуынмай торғайны, урамда осрағанда ла әллә ҡайҙан ҡысҡырып сәләм бирә инең. Әйттем иһә ҡайттым, үпкәләй күрмә тағы. — Ул тауышын баҫа төштө. — Улай-былай Миләүшәне осратҡаның юҡмы? — Ильястың яуабын да көтмәй, һүҙендә булды. — Бигерәктәр ҙә илгәҙәк бала ине. Һағынып бер булам үҙен. Ғүмерҙә онотмам, тип киткәйне, Өфөнән әллә ике, әллә өс хаты килде лә туҡталды.

Әүәлерәк, айырыуса тайгала яңғыҙы йөрөгәндә, ара-тирә иҫенә төшөргөләһә лә, һуңғы осорҙа Миләүшә тураһында уйлағаны юҡ ине Ильястың. Әле килеп Фәғилә апай хәтерен яңыртты. Ысынлап та, ҡайҙа йөрөй икән?

Алдында уңайһыҙланып баҫып торған Ильястың ауыҙына инерҙәй булып, Фәғилә апай тел менән яңаҡҡа һалышыуын белде.

— Кейәүгә сыҡтым, улым бар, тип яҙғайны бер хатында. Шунан һуң бер хәбәр-хәтере лә килмәне. Ваҡыт еткерә алмай торғандыр. Донъя мәшәҡәте баҫа шул... Юл төшһә, кереп сәйен булһа ла эсеп сығырмын, тип адресын да йыйыбыраҡ ҡуйғайным. Юғалтҡанмын, рәхмәт төшкөрө... Өфөлә әллә нисә тапҡыр булдым, ҡайҙа йәшәгәнен белмәгәс, күрешә алманым.

Фәғилә апайҙың һөйләйһе хәбәрҙәре, һорашаһы нәмәләре күп ине, өлгөрә алмай ҡалды, клубҡа саҡырҙылар.

Ишек алдында төркөм-төркөм булып гәп һатҡан ҡатын-ҡыҙҙар дәррәү эскә үтте. Ир-аттар ашыҡманы, тағы берәр сигарет ҡабыҙҙы. «Бер инеп ултырһаң, тиҙ генә сығармай торғандар». Колхозсылар урынлашып, клубта шау-шыу баҫылғансы байтаҡ ваҡыт үтте.

Йыйылыштың көн тәртибенә ҡуйылған мәсьәләне ҡарарға керешкәнсе, баҫалҡы холоҡло район хакимиәте башлығы түҙмәне, халыҡҡа үпкәһен белдерҙе.

— Был ниткән эш ул, ә? Йыйып та алып булмай үҙегеҙҙе. Әллә мине эшем ирегеп ике көн буйына Ҡорманай юлын тапай тиһегеҙме? Саҡ ҡына етдиерәк булайыҡ, бала-саға түгелһегеҙ ҙә баһа.

Биккенәләр Иштимер Рафиҡовичтың шелтәһен ҡабул итмәне. Бер-береһен бүлә-бүлә аҡландылар.

— Нахаҡ бәлә яғаһығыҙ, бында беҙҙең бер ғәйебебеҙ ҙә юҡ.

— Бригада йорто янында көттөк-көттөк тә, килеп алмағастары, таралыштыҡ.

— Йыйылыш булһа ғына иҫтәренә төшөрәләр, башҡа ваҡытта килеп тә урамайҙар. Дөмөгөп ятмайһыңмы шунда...

— Баҙар ойоштормағыҙ! — тип ҡысҡырҙы президиум өҫтәле артында ҡуҡырайып ултырған колхоз рәйесе. — Трактор ебәрмәгән өсөн МТМ мөдире Сынбулат язаһын алды, премияһын киҫтек, — тине Айҙар Носратович, урынынан тормай ғына.

Клуб гөж килде.

— Премия!? — Бер ир ярһып һикереп торҙо. — Беҙгә лә бирегеҙ! Әллә Сынбулат Алланың ҡашҡа тәкәһеме?

— Аласаҡ премияһын киҫтек, — тип хатаһын төҙәтергә ашыҡты Айҙар Носратович.

Халыҡты тынысландырып, йыйылыштың рәйесе көн тәртибен раҫлатыуға күскәс, Иштимер Рафиҡович Айҙар Носратовичҡа күҙенең ағы менән ҡараны.

— Алдаша ла белмәйһең, ниткән премия ул? — тип шыбырҙаны ул колхоз рәйесенең ҡолағына. — Башта эш хаҡы тарат.

Тегеһе, бурлаттай ҡыҙарып, алдында ятҡан докладына текәлде.

Ниһайәт, көн тәртибен ҡарарға сират етте. Йыйылышта ҡатнашыусылар рәйестең докладын һағайып тыңланы: «Һөйләргә генә ҡуш, рәүешен килтерә инде». Уныңса, колхозда һәммәһе лә ал да гөл, борсолорға бер сәбәп тә юҡ. Өйҙәргә газ индереү өсөн әҙерлек эштәре алып барыла. Йәйгә сығыу менән, урамдарға асфальт түшәләсәк. Колхозсылар ҡала халҡынан кәм йәшәмәй. Ғүмерҙә булмаған хәл: былтыр ғына 12 кеше еңел машина алған. Эштәр былай барһа, улар өсөн айырым заправка асырға тура килмәгәйе. (Айҙар Носратович, ҡағыҙынан айырылып, һаһылдап көлдө.) Айырым етешһеҙлектәр ҙә бар икән. Был болғауыр заманда ҡайһы хужалыҡ уларҙан азат? Мал аҙығы наҡыҫ булғанлыҡтан, һыйырҙар һөттө кәметкән. Ваҡытында сәсеүгә, урып йыйыуға ҡарамаҫтан, баҫыуҙар ҡыуандырмай, сөнки ашлама алырға аҡса етмәй. Шулай ҙа үҙ игендәре үҙҙәренә артығы менән етә. Хөкүмәткә лә тапшыралар, халыҡҡа ла тараталар. Хәбәрселәр гәзиткә белеп яҙа: крәҫтиәнде иген ҡотҡара. Игенгә, малға алмаштырып запас часын да, башҡаһын да алалар. Он — үтемле. Әммә тирмән булмау бәкәлгә һуға. Үҙҙәренең тирмәне булһа, халыҡ та ыҙаланмаҫ, күршеләрҙең күҙенә ҡарап тормаҫ ине. Эш хаҡы... Был мәсьәләгә айырым туҡталды колхоз рәйесе. Аҙым һайын, аҡса бирмәйһегеҙ, тип зарланыу — урынһыҙ. Эш хаҡы иҫәбенән колхоз келәтенән аҙыҡ-түлеген дә, сәнәғәт тауарҙарын да алып тораһығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр саманы онотоп ебәргән: үҙҙәре колхозға бурыслы. Хеҙмәт көнөн тултырмаусыларға ныҡ ҡына эләкте Айҙар Носратовичтан. Ундайҙар, эшкә сығыуҙан бигерәк, үҙҙәре хаҡында нығыраҡ ҡайғырта. Ихата тултырып мал-тыуар аҫрайҙар, түшкә-түшкә һыйыр, сусҡа ите һаталар. Шуның менән дә хушһынмайҙар, бесән-һалам, фураж таптыралар. Ай буйы колхоздың финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген тикшереүселәргә лә өлөш мул төштө. Баҡһаң, улар, кемдеңдер ошағына ышанып, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләй. Айҙар Носратовичтың намыҫы саф, һорауһыҙ кешенең энәһенә лә ҡағылмай, киреһенсә, колхоз байлығын арттырыу өҫтөндә баш вата. Ике йыл рәттән отпускыһын алмаған. Һәм башҡалар... Һәм башҡалар...

Колхоз рәйесе урынына ултырыр-ултырмаҫтан, премияһы киҫелгән МТМ мөдире Сынбулат тороп баҫты. Башҡалар иҫ-аҡылдарын йыйғансы, ул фекер алышыуҙы, йәғни Айҙар Носратовичҡа дан йырлауҙы, башлап ебәрергә тейеш ине. Көнэлгәре шулай һөйләшеп ҡуйғайнылар, ләкин һүҙ бирмәнеләр. Иштимер Рафиҡович  башта дәүләт контроль комитеты әҙерләгән белешмә менән танышырға тәҡдим итте.

Белешмәлә килтерелгән ғибрәтле мәғлүмәттәр бер ҙә Айҙар файҙаһына түгел ине. Колхозсылар шаҡ ҡатты. Әле генә үҙен алтындан да саф итеп күрһәткән хужа эш урынын үҙ мәнфәғәтендә файҙалана, аҙым һайын закон боҙа, колхоз милкен уңлы-һуңлы туҙҙыра икән дә баһа! Иштимер Рафиҡовичҡа, белешмәне уҡып бөткәнсе, бер нисә тапҡыр бүленеп, бер-береһен уҙҙырып һыҙғырышҡан, ҡысҡырышҡан халыҡты тынысландырырға тура килде. Шул ҡәҙәр бармағы үҙенә кәкре булыр икән кешенең! Һыҙғырмаҫ ереңдән һыҙғырырһың, ҡысҡырмаҫ ереңдән ҡысҡырырһың бында. Нисек йөрәге етте икән бындай эшкә? Картуф игеүҙең колхозға зыяндан башҡа файҙаһы юҡ, тип әле бер тапҡыр ҙа баҫыуға сығарып ҡаралмаған өр-яңы ике картуф йыйыу комбайнын тот та совхоз-заводҡа бир, имеш. Әлбиттә, бушҡа түгел. Буштың атаһы күптән үлгән, һөйәктәре сереп, тупраҡҡа әйләнгән. Тегеләр биргән консерваланған йәшелсәне Ҡорманайға ҡайтарып мәшәҡәтләнмәгәндәр, машинаны шунда уҡ баҙарға борғандар. Аҡса Айҙар Носратовичтың төпһөҙ кеҫәһенә төшөп юғалған.

Ауылға газ үткәрәләр, тигән хәбәр таралғас, ҡорманайҙар газ яҡҡандан да былай ҡыуанғайны. Шатлыҡтары ҡыҫҡа ғүмерле булды, тыумаҫ борон аяҡ һуҙҙы. Иген тапшырып, әллә ҡайҙағы ниндәйҙер «Урал и Ко» фирмаһы аша алынған торбалар, диаметры тап килмәй, тигән һылтау менән, май заводына тапшырыла. Торба урынына май, сыр алалар. Тикшереү шуны күрһәтә: май заводы колхозға бер ниндәй ҙә продукция бирмәгән. Ә «Урал и Ко» фирмаһының ышаныс ҡағыҙы ялған, ул әллә ҡасан ябылған, президенты хоҡуҡ һаҡлау органдарынан ҡасып йөрөй, эше прокуратурала, ти.

Айҙар Носратовичҡа закон да юҡ, шурт та юҡ, ул колхоз малын үҙенекеләй күреп тотона. Шулай булмаһа, бензин-кәрәсин алыу өсөн дүрт һыйыр менән бер аттың башына етмәҫ ине. Ә бының өсөн район хакимиәте тарафынан бүленгән аҡса һабантуй үткәреүгә китә. Бер аҙына исем өсөн бүләк алалар ҙа (маҙаға тейеп, колхозсыларҙың соҡсоноп йөрөүе ихтимал), ҡалғаны менән ҡунаҡ һыйлайҙар. Әлбиттә, ауыл тотҡалары үҙҙәрен дә ҡыйырһытмай, табындың уртаһында ҡайнай.

Теҙген ҡулдан ысҡынырға оҡшаған, президиум өҫтәле артында ултырыуым һуңғы тапҡыр булмаһа ярар ине, тип борғоланды үҙен һәр саҡ халыҡтан бер башҡа өҫтөн ҡуйырға ғәҙәтләнгән Айҙар Носратович. Ул һыланып-һыйпанды: күнегелгән ғәҙәт буйынса сәсен артҡа һыпырып ҡуйҙы, кәрәк-кәрәкмәһә лә, галстугын төҙәтте. Шунан район хакимиәте башлығын тын да алмай тыңлаған ауылдаштарына ҡараш ташланы. Етдиҙәр. Хужаларының ҡортон ҡоҫторорға ҡырсыналар. Ана бит, ревизорҙар күпме ҡырын эшен фаш иткән. Ә фаш ителмәгәндәре? Уларын Айҙар үҙе генә белә. Былары ла урынынан алып осорор өсөн баштан ашҡан. Тик эш судҡа барып етмәһен. Ул саҡта хана! Хәйер, судынан да ҡурҡмай. Ептең осон тапҡансы, айҙар, йылдар үтәсәк, ул арала тейешле кешеләрен майлар, яйлар, көйләр-сөйләр. Күпме түрә-ҡара шулай ҡотолоп ҡалды. Бер ерҙән төшөрәләр ҙә тағы ла йылыраҡ урынға илтеп ҡуялар. Яңы урында элеккенән дә яман мутлашалар. Айҙар тиҙ генә колхоз мисәтен сығарып һалырға йыйынмай, креслоһын һаҡлау өсөн һуңғы һулышынаса көрәшәсәк. Үҙе өсөн һуп итеп тороусы ярандары бар. Улар, алдан килешенгәнсә, теҙгенде үҙ ҡулдарына алырға, арбаға сит-яттарҙы яҡын да килтермәҫкә, әгәр, йөрәктәре етеп килә ҡалһалар, тегеләрҙе ҡамсыларға тейеш. Үҙе лә ауыҙына йөҙөк ҡабып ултырмаҫ, гонаһтарын күҙ йәштәре менән йыуырға тырышыр.

Иштимер Рафиҡовичтың тын алышын белә алмауы ғына эсен бошора. Ситләтеп кенә ҡылын тартып ҡарағайны, тегеһе сиселмәне. Үҙе менән эйәртеп алып килгән кешеһе күренмәй, тимәк, урынында ҡала әле. Әгәр рәйесте алмаштырырға ниәтләнһәләр, яңыһын йыйылыш үткәрергә килгән вәкилгә тағып ебәрә торғандар. Үҙҙәренең колхозынан берәйһен генә тәғәйенләмәһәләр? Кемгә күҙ төбәйҙәр икән? Айҙар күңеленән генә рәйес вазифаһын тартырҙай кешеләрҙе барлап сыҡты, ләкин үҙен алмаштырырҙай кандидатураны тапманы. Эшенән бушатылмаған хәлдә лә, элеккесә ҡылана алмаҫ — эҙенә төштөләр. Ә ҡыланырға кәрәк ине, сөнки Урал менән ара өҙөлмәгән. Уныһы уғата түҙемһеҙ, саҡ ҡына сабыр ит, тигәнде лә аңламай. Яғанан алды, әйләнгән һайын шылтыратып аҡса таптыра. Әллә ул аҡсаны комбайн менән йыйып алырға баҫыуға сәсәләр тип белә. Шулай булһа, үҙе лә уға ялынмаҫ ине. Һуңғы һөйләшкәндә шарт ҡуйҙы: ай аҙағына килтереп еткермәһәң, үҙеңә үпкәлә, ти. Туҡмау йә үлтереү менән янаймы? Булыр унан, аҡса тиһәң, иманынан ваз кисергә әҙер. Билдәләгән ваҡыты үтеп бара, тиҙерәк ҡотолорға кәрәк үҙенән. Бер тапҡыр ҙа йөрөп ҡарамаған Нив»һынан ҡолаҡ ҡағыуы ошомо икән ни? Айҙар был машинаһын, кеше һүҙенән ҡурҡып, Ҡорманайға алып ҡайтмайынса, Мәләүездә йәшәүсе һеңлеһенең гаражында тота. Әҙһенерме икән Урал? Уныһы — уның эше. Башҡа бирер нәмәһе юҡ. Йыйылыштан һуң йығылғансы эсергә кәрәк, ҡайғыһын да, шатлығын да бергә йыуыр. Шатлығын эсенә һыйҙыра алмай — ейәне бар! Иртән телефондан Рәсимә әйтте. Ай-һай, ҡалалағы малайы сапсан, туй яһауҙарына ярты йыл үттеме-юҡмы, атай булды. Йәштәрҙекен белмәҫһең, орлоғон алдан һалғандыр. Маладистан башҡа ни тиһең, ауылдағы туғанына һис тә тартмаған. Ә уныһы — торғаны бер йыбытҡы, бөтөнләй тәртәнән сыҡты. Башын баҫып бер ерҙә генә эшләмәй, күберәк урамда йөн тибеп йөрөй. Армиянан алып ҡалып, күпме һүҙ ишетте. Ауыҙынан һарыһы кипмәһә лә, эсергә әүәҫ, әйткәнде аңламай, әсәһенә арҡалана. Ирҙәрсә ҡаты итеп һөйләшеү кәрәк. Тыңламаһа, ана бара юлы — үҙ көнөн үҙе күрер. Эшләп ашаһын. Улын нисек тә ҡулға алыр. Ә ҡатын? Бер юлы уның менән дә аңлашҡанда? Эсенә йыйылған бөтә ауыр төйөндәрҙе сискәндә? Үҙе ғәйепле, әллә ҡасан һәммәһен дә уртаға һалып һөйләшкәндә, былай аңҡы-тиңке йөрөмәҫ ине. Иренең йөгөнә инергә теләмәһә? Ана шуныһы өркөтә. Бөгөнгә был хаҡта өндәшмәй тороу хәйерле. Күпкә китер. Их, һин, тағы ҡойроғоңдо һыртҡа һалмаҡсыһың. Кисектерә торғас, улың үҫеп бөтөп, олатай булдың. Үҙең ғүмер биргән балаңа «улым» тип өндәшә, ейәнеңде тупылдатып һөйә алмай йөрөсәле. Шул да булдымы эш? Их, егеттәр!.. Эйе, һуңғы арала ҡиблалары буталыпмы бутала. Хоҙай сабырлығын ҡыҙғанмаһын.

Үҙ уйҙарына бирелгән Айҙар район хакимиәте башлығының сығышына ла битараф ҡала алмай ине. Нисек кенә рыяланырға тырышмаһын, уның тураһында, ул етәкләгән колхоз тураһында һөйләй бит.

— Колхоздың бындай көнгә төшөүендә беҙҙең дә ғәйеп барҙыр. Йәшерен-батырыны юҡ, етәкселәргә талапты йомшарттыҡ, йәнәһе, үҙаллы эшләргә ирек бирәбеҙ, йәнәһе, эштәренә ҡыҫылмайбыҙ. Торғонлоҡ йылдары тип яманаты сыҡҡан осорҙа райком ҡушмайынса тороп, аштырыбыраҡ әйткәндә, ел дә иҫмәй, ямғыр ҙа яумай ине бит. Райком күрһәтмәһенән тыш сәсеүгә төшөп, ураҡҡа тотоноп ҡара — бюро ултырышына саҡыртып, утлы табаға баҫтыралар ине. Иҫемдә әле, ҡайһы берәүҙәр хатта үгеҙ таптырып райкомға шылтырата торғайны.

— Райком үгеҙҙәре шәберәк булғандыр. — Кесерткән телле кемдер, түҙмәй, ауыҙын усы менән ҡаплап, пырхылдап көлөп ебәрҙе. Уға башҡалары ҡушылды. Иштимер Рафиҡович залдың тына төшөүен көтә бирҙе лә һорау ҡуйҙы:

— Шул замандағы эш стиленә яңынан әйләнеп ҡайтырға кәрәктер, бәлки, ә?

Төрлө ерҙән ҡысҡырҙылар:

— Шәп булыр ине!

— Үткәнгә кире ҡайтыу юҡ!

— Күреүегеҙсә, бәғзеләр үҙаллылыҡты бик оҫта  файҙалана, колхоз милкен үҙенекеләй күреп тотона, ни эшләһәм дә хаҡым бар, тигән принциптан сығып эш итә. Бындай етәкселәр беҙгә артабан юлдаш була алмай, — тип түңәрәкләне сығышын Иштимер Рафиҡович.

Ул ҡағыҙҙарын йыйып трибунанан китер-китмәҫтән, ҡуҙғышырға тотондолар.

— Баш китерлек эштәр ҡылыусы Салауаттай аҫыл ир-уҙамандар ҡоромаған икән әле, — тине береһе, мыҫҡыллап.

— Әйтерең бармы, — тип мөһөр һуҡты икенсеһе.

— Балалар өлөшөнә ҡул һонғанһың, — тип сарбайлап һикереп торҙо бер сая ҡатын. — Уларҙың пособиеһын ашап тамағың туйҙымы? — Ултырыр алдынан сәхнәгә ҡарап төкөрҙө: — Тфү, оятһыҙ!

«Башланды! — Айҙар берәм-берәм ярандарына күҙ атты. —  Телегеҙҙе һатып алдығыҙмы әллә, күҙле бүкәндәр?»

«Күҙле бүкәндәр» баҙап ҡалғайны. Әле сәхнәнән тишерҙәй итеп ҡараған хужалары кисә генә төптө киреһен һөйләгәйне лә баһа? Йөрөйҙәр инде ҡысымаған ерҙәрен ҡашып. (Ревизорҙарҙы әйтә.) Хәҙер ҡайһы хужалыҡтың табыш алып эшләгәне бар? Беҙҙәге һымаҡ, барыһы ла зыян күреп эшләй, муйындан бурысҡа батҡан. Тегеләргә (үҙен күрә алмаусыларға йоҙроҡ төйә) ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә ирек бирмәгеҙ, үҙҙәренән яман тороғоҙ. Торорһоң тормай, үҙе ҡылмаған ҡылыҡ ҡалдырмаған да. Етмәһә, беҙҙе һөсләтмәксе.

«Үҙендә лә йөрәк бар икән. Урмандан рөхсәтһеҙ беләк йыуанлыҡ ағас алып ҡайтҡансы дер ҡалтырайһың, ә быға ике тин бер аҡса. — Ильяс, сығып китергә кәрәк була ҡалһа тайырға уңайлы булһын тип, иң артҡы рәттән урын алғайны. — Ҡунаҡтар килеп төшһә, бисәһе ҡыҙған табаға төшкән бесәй шикелле ыуаланалыр. Йәһәтерәк ҡыланһындар ине. Урлаған — урлаған инде, күпме һүҙ көрәштерһәң дә, кире ҡайтарып булмай. Ваҡытында ҡулына һуғырға кәрәк ине».

Ул арала, һылтыҡлап, сәхнә алдына Рәхимбай ағай үтте. Халыҡҡа йөҙ менән боролғас:

— Башҡалар фекер төйнәгәнсе бер кәлимә һүҙ әйтәйем әле, — тине лә тынып ҡалды.

— Ниңә берҙе генә? Икене әйт!

— Трибунанан һөйлә! — тинеләр залдан.

Рәхимбай ағай урынынан ҡуҙғалманы.

— Унан йәштәр һөйләр, беҙгә ошонан да ярар.

Айҙар башын юғары күтәрҙе: «Кем-кем, ә Рәхимбай ағай уны һатмаясаҡ. Арамъяһыҙ ҡарт. Изгелегеңде мәңге онотмам. Шәкәр һорап маҙаға тейә ине, онотмай ғына яҙып бирергә кәрәк. Бушҡа... Ҡарт кешенең күңеле булһын. Ә тегеләрҙе (ярандарына теш ҡайраны) йыйылыштан һуң бөрсә урынына һытасаҡмын».

— Йәмәғәт! — Рәхимбай ағай тамағын ҡырҙы. — Әйтмәһәм дә, минең ҡайҙа эшләгәнде белеп тораһығыҙ. Шулай ҙа иҫегеҙгә төшөрөп үтәм: умартасы мин. Умарталыҡ яланда. Әбей менән йәй буйы шунда ятабыҙ. Ҡорттарҙы ташлап, ауылға бик ҡайтып йөрөп булмай. Әммә ләкин колхоз хәлдәрен һеҙҙән дә кәм белмәйем. Ни өсөн тигәндә, Айҙар Носратович умарталыҡҡа һуғылмай ҡалмай көн дә. Әбей менән минең хәлде белергә килә, тип уйлаһағыҙ, хата уйлайһығыҙ, йәмәғәт. Ҡунаҡтар ташый ул умарталыҡҡа. Донъя ҡыуғас, ҡунаҡ-төшөмһөҙ булмай торғандыр инде. Уныһына һүҙем юҡ, кеше аралашмайынса йәшәй алмай. Ат кешнәшеп, кеше һөйләшеп танышыр, ти бит мәҡәл дә. Әммә ләкин, Айрат Носратович, тураһын әйткәнгә үпкәләмә, һинең ҡунаҡтарыңдың иҫәбе-һаны юҡ. Береһе килә, икенсеһе китә. Ҡолаҡ бар бит, ашарға-эсергә килтергән арала ишетә йөрөйөм, күңелгә һала йөрөйөм. Райондан килгән ҡусты һөйләгән мутлыҡтарҙың күбеһен ҡылырға әшнәләре менән ошонда, умарталыҡта, һүҙ ҡуйышты Айҙар Носратович. Иген менән шаярырға ниәтләнгәнеңде һиҙенгәс тә, ҡолағыңа төшөргәйнем, һүҙемде тыңламаның, аяҡ аҫтына һалып тапаның. Ә ул игендең һәр бөртөгөнә  уны игеүселәрҙең маңлай тире тамған.

«Рәхимбай ағайҙан да ышаныслыраҡ кешем юҡ, тип йөрөһәм... — Айҙар, асыуына һыйыша алмай, урынында борғоланып ҡуйҙы, тамаҡ аҫтындағы төйөрө үрле-түбәнле йөрөй башланы. — Эт һимерһә, эйәһен тешләй. Кемде ҡанат аҫтына алғанмын. Әҙәмгә һис ышанырлыҡ түгел икән».

— Айҙар Носратович! — Рәхимбай ағай башын сәхнәгә борҙо. — Оло башымды кесе итеп, хаттин ашаһың, аҙағы хәйерле булмаҫ, тип күпме әйттем, ыша бирмәнең. Бер олоноҡон, бер кесенекен тыңла, тиҙәр ҙә бит. Һин ҡыҫылма, үҙ урыныңды бел, тип ауыҙҙы яптың. Мин дә ҡул һелтәнем, түрә үҙе беләлер, тинем. Сабыуыңдан тартып тороусы булмағас, һин уғата шаштың, нәфсеңде буйлаттың. Ә ул суҡынған нәмә, тыя белмәһәң, кем әйтмешләй, һәр кемдә лә убыр өңөләй. Аҙағы билдәле: үҙеңде лә, колхозды ла хурлыҡҡа төшөрҙөң. Бының өсөн халыҡ һине кисермәҫ. Ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәрә лә бел. Минең һүҙем ошо ине, ҡалғанын үҙегеҙ ҡарағыҙ инде, йәмәғәт. — Ул урынынан ҡуҙғала бирҙе лә шып туҡтаны. — Ғәфү, йәмәғәт, йәнә бер кәлимә һүҙем ҡалған икән...

Йыйылыштағылар көлөштө:

— Икәү булһын,тинек тә баһа.

— Былай булғас, ысынлап та, ике кәлимә булды шул. Икенсеһенең әлеңге йыйылышҡа ҡағылышы юҡ-юҡлыҡҡа. Шулай ҙа йәмәғәт менән хәл итәһе эш. Бер йыйылғанда уныһын да һөйләшеп ҡуяйыҡ, йәнә ҡасан осрашабыҙ әле. — Рәхимбай ағай түш кеҫәһенә тығылды. — Үҙегеҙгә  бер хат уҡырмын тигәйнем... — Ул кеҫәләрен күпме генә аҡтармаһын, хатын тапманы. — Ҡарт кешенең хәтере бармы ни, күҙ алдында ятһын тип, өҫтәлгә һалғайным, онотоп сығып киткәнмен, башһыҙ... Тажетдиндан ине ул хат. Уны йәштәр белмәй инде, олораҡтар иҫләйҙер. Беҙгә сыбыҡ осо нәҫел тейеш кеше. Горкомда эшләп пенсияға сыҡты. Партия бөтмәҫ борон уҡ әле. Ана шул Тажетдин яҙған. Ауылда мәсет асығыҙ, тигән. Әгәр төҙөтә ҡалһағыҙ, төҙөлөш иҫәбенә бер айлыҡ пенсиямды ебәрәм, тигән. Ниндәй яуап яҙырға ҡушаһығыҙ, йәмәғәт?

Шымайып ултырған халыҡҡа етә ҡалды, рәхәтләнеп көлөшөп алдылар. Шау-шыуҙан файҙаланып, сосраҡтар тәмәке көйрәтергә сығып шылды.

— Беҙҙән мәсет һалдырып, үҙе мулла булып ҡайтырға самалайҙыр.

— Булыр. Элекке коммунистарҙың күбеһе шунда йөрөп иман килтертә, ти бит хәҙер.

Был мәсьәләне айырым йыйылып хәл итергә килештеләр.

— Көлкөгә һабыштырмағыҙ, эш кемдең мулла булыуында түгел. Мәсеттәр халыҡҡа иманыбыҙҙы ҡайтарыуҙа, әлеге осорҙа бик ҡырҡыу торған милли рухты тәрбиәләүҙә баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә, — тине Иштимер Рафиҡович.

Яңынан көн тәртибенә әйләнеп ҡайттылар.

Трибунаға Заһиҙә сығып баҫҡас, күптәр аптырап ҡалды. Ни һөйләр икән? Ҡайғыһынан айнып та бөтмәгән бит әле. Чечняла үлгән улын ғына тылҡымаһа?..

— Айҙар, — атаһының исемен атарға теле әйләнмәне Заһиҙәнең, — һинең докладыңды тыңлағандан һуң үҙемә яңылыҡ астым. Баҡһаң, беҙ бал да майҙа йәшәйбеҙ икән. Йыйылышҡа килмәһәм, белмәҫ инем. Өй беренсә машина... Һуң уларҙың береһе лә колхозда эшләп алынған аҡсаға килмәгән, ситтән ҡайтҡан кешеләрҙеке. Ҡара иҫәп менән күңелемдән иҫәпләп ҡараным: һыйыр һауған, сөгөлдөр утаған, ер һөргән аҡсаға ғына машина һынлы машина килмәй. Ҡураңдағы бар мал-тыуарыңды ғына һатмаһаң... Айҙар, бына һин машина һанайһың да ул, әйт әле, — Заһиҙә башын да күтәрмәй алдындағы ҡағыҙға нимәлер һыҙғылаған колхоз рәйесенә боролдо, — һуңғы бер-ике йылда беҙҙең колхозда нисә бисә бәпәй тапты?.. Белмәйһең. Ә беҙ, бисәләр, беләбеҙ.

— Эшегеҙ шул булғас, белерһегеҙ инде, — тип көлөштө ир-ат.

— Уларға бәпәй тапҡан өсөн түләнә торған аҡсаны бирһәң, һин дә белер инең, Айҙар. Ә һин белергә лә теләмәйһең, аҡсаһын да түләмәйһең. Ысын булһа, — ҡағыҙға яҙылғас ысындыр инде, — балалар аҡсаһын килгән-киткән  ҡунаҡтарыңды һыйлар өсөн тотонғанһың бит. Әҙерәк оят кәрәк. Беҙҙән ҡурҡмаһаң, Хоҙайҙан ҡурҡ. Теге донъяға барғас ни эшләрһең? Мөнкир менән Нәнкиргә ни тип яуап бирерһең? Кешенең яурындарында фәрештәләр ултыра, көллөһөн — яҡшыһын да, яманын да — ғәмәл дәфтәренә яҙып баралар, ти... Шунан кешеләр менән танау буйынан ҡарап һөйләшеүеңде туҡтат. Кабинетыңа йомош менән инергә ҡот осоп тора, туҙынаһың да китәһең. Һин дә әллә кем түгел, беҙҙең һымаҡ, ошо тупраҡта тыуып үҫкәнһең. Халыҡ һайлап ҡуйғанлыҡтан, вазифаң ғына ҙурыраҡ. Үҙеңде, донъя тотҡаһы, алыштырғыһыҙ түрә, тип маһайма, һин — үҙебеҙ яһаған көршәк, кәрәк икән, тотарбыҙ ҙа ватырбыҙ, кәрәк икән, түргә ултыртып ҡуйырбыҙ. Тағы. Кеше айырыуыңды туҡтат. — Заһиҙә быларын һөйләмәм тигәйне, бер теле асылғас, тыйыла алманы. — Бер көндө, шәкәр бирәләр, тигәнгә келәткә барһам, хатта шуны ла яҙмағандар. Башта эш күрһәт, шунан һорарһың, тиҙәр. Колхозда эш булмағанға мин ғәйеплелер шул. Чечняла үлеп ҡайтҡан улым хаҡын уйлар инегеҙ саҡ ҡына... Шулай инде, юғарыла түрәләр, — Заһиҙә бармағын күккә сөйҙө, — урын өсөн талашһын, ауыл тотҡалары, — башын президиумға борҙо, — ярышып мал туплаһын, беҙҙең кеүек фәҡирҙәргә ни ҡалһын? Аптырап, бисәләр кис ултырырға йыйылһаҡ, таҡмаҡ әйтеп күңелебеҙҙе йыуатабыҙ.

— Беҙгә лә ишеттер, — тип үтенделәр залдан. Ҡайһылыр шаянының үтенесен ысынға алды Заһиҙә, шунда уҡ йырлап та ебәрҙе:

 

                              Хәйерселәр ҡорт сүпләйҙәр

                              Бәрәңге баҡсаһында.

                              Түрәләр һарай һалдыра

                              Хөкүмәт аҡсаһына.

 

Уға икенсеһе ҡушылды.

— Ә беҙҙең Биккенәлә былай тип йырлайҙар:

 

                              Тормошобоҙ кире яҡҡа

                              Көн дә үҙгәреп тора.

                              Ҡоро ҡалаҡ тотоп ҡалдыҡ,  

                              Үҙгәртеп ҡора-ҡора.

 

Һамаҡлау күпмегә һуҙылыр ине, әйтеүе ҡыйын, президиумдан икенең береһен һайларға ҡуштылар: йә артабан һөйләргә, йә трибунаны бушатырға. Заһиҙә тәүгеһен һайланы.

«Хәҙер һүҙҙе минең малайға борасаҡ». — Айҙарҙың һиҙемләүе раҫланды.

Заһиҙә район хакимиәте башлығына күҙ төбәне.

— Закон бөтә кешегә лә бер түгелме ни ул?

— Бер, — тине Иштимер Рафиҡович, һорауҙы аңлап еткермәһә лә.

— Улайһа, ниңә түрә-ҡараның малайҙарын армияға саҡырмайҙар?

— Ҡойроҡ болғамағыҙ, тураһын әйтеп һөйләгеҙ, — тип талап итте Иштимер Рафиҡович. — Түрә-ҡара тигәс, һорауығыҙ миңә лә ҡағылалыр. Бында минән дә ҙурыраҡ түрә юҡ, буғай. Күңелегеҙҙә төйөр ҡалмаһын, әйтеп үтәм, малайҙарымдың икеһе лә һалдат бутҡаһын ашаны. Әле кемде күҙ уңында тотаһығыҙ?

— Кемде булһын, әлеге лә баяғы Айҙарҙың малайын. Улым менән бер класта уҡынылар. Минекен армияға алдылар, уныҡы тороп ҡалды. Армия хеҙмәтенә ярамай, ашҡаҙаны сирле, тигән һүҙ сыҡты ауылда һуңынан. Нишләп ярамаһын? Ашҡаҙаны ауыртҡан кеше көмөшкә эсә аламы? Эсерһең эсмәй, һаҫыҡ көмөшкә түгел, араҡы ла килешмәй. Ә ул йәш кенә башы менән нисә ҡараһаң да һалмыш. Үҙем күргәнем юҡ, хатта төпрәгә ҡәҙәр эсә, тиҙәр... Берәүҙәр, балаларын юғалтып, ҡанлы күҙ йәштәрен түгә, икенселәр, колхоз талап, кеҫә ҡалынайта, балалары аҙып-туҙып йөрөй. Шунан ҡайҙан ғәҙеллек булһын да ҡайҙан тигеҙлек булһын?

Заһиҙә күҙҙәре йәшкәҙәп сәхнәнән төшөп китте. Унан һуң һүҙ һораған Фәғилә апай трибунаға күтәрелмәне, урындан ғына һөйләне.

— Ҡорманайҙа нисектер, күрмәгәс әйтеүе ҡыйын, әммә беҙҙең Биккенәлә ферма рәтһеҙләнде, — тип башланы һүҙен ғүмер буйы һыйыр һауған ҡатын. — Һауынсылар баш баҫып эшләмәй. Элек эшен дә талап итәләр, күңелде лә күтәрә беләләр ине. Һис ялған түгел: тәүге өс урынға сығыусыларға ай һайын аҡса бирәләр, ҡулдарына вымпел тотторалар ине. Беҙ, дәртләнеп китеп, йылына өсәр мең литр һөт һауып ташлай торғайныҡ. Йыл аҙағында һыйырҙарҙы быҙаулатҡан өсөн, йөкләмәне арттырып үтәгән өсөн сит илгә путевка, ҡул сәғәте йә башҡа әйбер булыр ине. Хәҙер быларҙың береһе лә ҡалманы. Ярҙай ине һыйырҙарыбыҙ, әлегеләренең янбаштарына биҙрә элерлек. Ябыҡ булһалар ҙа, көн юҡ бахырҙарға. Ферманың бер башынан бартерға оҙаталар, икенсе башынан шашлыҡҡа алып китәләр. Өсөнсө ишектән фураждары аяҡланғас, нишләһен меҫкен һыйырҙар, машина менән тартһалар ҙа, ике литрҙан артыҡ һөт бирә алмайҙар. Фермаға үтеп инмәле түгел, һарайҙарҙы тау-тау тиреҫ уратып алған. Сығарырға уйламайҙар ҙа. Былтырҙары ике-өс көн маташтылар ҙа ташланылар. Сәбәбен дә табалар — кәрәсин юҡ, имеш... Тағы ни әйтермен тигән инем әле? — Фәғилә апай ҡарашын түшәмгә төбәп тынып ҡалды. — Ә-ә, иҫемә төштө. Берәй сараһын күрегеҙ әле, халыҡ бигерәк аҡсаһыҙ интегә. Ярай, беҙ пенсионерҙарға өҙөп-йолҡоп булһа ла биргеләйҙәр. Эшләгән кеше йылдар буйы аҡса төҫө күрмәй. Асҡан магазинығыҙҙың файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк, минеңсә. Ҡуйған хаҡтарығыҙ буй еткеһеҙ. Эш хаҡын боронғоса аҡсалата өләшһәгеҙ, ул магазинығыҙҙың кәрәге лә һуҡыр бер тин. Баҙарға барһаң, күҙ ҡыҙып ҡайтыла, шул тиклем әйбер күп, әйләнеп сыҡҡыһыҙ. Хаҡы ла әллә ни тешләшмәй, беҙҙең кеҫәгә таман. Алыпһатарҙар ҙа онотмай үҙебеҙҙе, көн дә ауылға һуғылып үтәләр. Иренмәй, өй беренсә йөрөйҙәр. Әйберҙәре генә үтмәй, сөнки халыҡтың кеҫәһе таҡыр.

Әллә байтаҡтан бирле йыйылмағанға, һөйләүселәр күп булды. Заһиҙә кеүек трибунаға ла күтәрелделәр, Фәғилә апай һымаҡ урындан ғына сығыш яһаусылар ҙа табылды. Рәйестең хәтерен һаҡламанылар, тетмәһен теттеләр генә. Айҙарҙың колхоз өсөн бармаҡҡа бармаҡ һуҡмауын, үҙен генә ҡайғыртыуын күҙенә бәреп әйттеләр, йәшерен-бошорон эштәрен ярып һалдылар. Тәнәфестән һуң сәхнәгә менгән ярандарының һүҙе үтмәне.

«Ҡайҙа барырҙар тиһең, ҡысҡырышырҙар-ҡысҡырышырҙар ҙа, шелтә-маҙар сәпәп, урынымда ҡалдырырҙар». Өмөтө аҡланманы Айҙарҙың — күпселек тауыш менән вазифаһынан бушаттылар. «Эшен прокуратураға тапшырырға!» тигән ҡарар сығарҙылар, етмәһә.

Йыйылыштан һуң тәмәке тартырға йәбешкән ир-ат араһынан ҡунаҡтарын йыйып алды ла, Ильяс өйөнә ашыҡты. Бисәһе көтөп зарыҡҡандыр, тиҙерәк ҡайта һалырға кәрәк. Асыҡтырған да. Ҡунаҡтарының башҡалар менән бер килке гәпләшергә иҫәбе бар ине лә, ҡаты торҙо Ильяс. Төн оҙон, табында иркенләп һөйләшерҙәр. Айҙар хаҡында ла, башҡаһы тураһында ла.

Ильястар артынан ишек ябылғас, күп тә үтмәй, өй янына еңел машина килеп туҡтаны. Унан Миләүшә сыҡты. Көнөндә урап ҡайтмаҡ булып, машина яллап, иртүк юлланғайны ул. Өйҙәге уй юлға ярамай, тигәндәй, ярты юлды үткәс, машиналары боҙолдо. Уны рәтләгәнсе ҡыштың былай ҙа ҡыҫҡа көнө кисләне. Бер дәртләнгәс, Миләүшә кире боролманы. Фәғилә апайҙарҙа йоҡлармын да иртән килермен тип, Ҡорманайҙа туҡталып тормай, Биккенәгә барһа, юлы уңманы. Фәғилә апай өйҙә юҡ ине. Кире урап килергә тура килде.

Миләүшә бер төнгө күктә бөгәрләнеп-бөгәрләнеп йөҙгән болоттарға, бер бөтә тәҙрәләрендә лә ут балҡыған йортҡа ҡарап торҙо ла, тәүәккәлләп, солан ишегенә үрелде...

 

1998—1999

 

 

Автор:
Читайте нас