Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Сентябрь 2023, 14:30

Йырланмаған йырым һин Повесть (4) Венер ИСХАҠОВ

Был төндө Хәсән  Фәриҙәнең ҡосағында уянды. Егет тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ наҙын татыны…

Йырланмаған йырым һин   Повесть (4) Венер ИСХАҠОВЙырланмаған йырым һин   Повесть (4) Венер ИСХАҠОВ
Йырланмаған йырым һин Повесть (4) Венер ИСХАҠОВ

ххх

 

Хәсәндең уйҙары йәшлек йылдары буйлап йүгерҙе. Училищела тырышып уҡыған егетте йыш ҡына бүтәндәргә өлгө итеп ҡуйҙылар. Күп кенә тиҫтерҙәре ҡыҙҙар менән сыуалһа ла, Хәсән уҡыуҙан башҡаны  белмәне. Уның менән дуҫлашырға теләгән ҡыҙҙар ҙа  булды, егет әллә ни иғтибар итмәгәс, бер ни ҡыла алманылар.

Йәүҙәт Юнир улы ла талапсан, илке-һалҡы йөрөргә юл ҡуймай.

– Тырышлыҡ, тырышлыҡ һәм тағы бер тапҡыр тырышлыҡ. Һайлаған һөнәреңде яратыу мөһим. Шунһыҙ уңышҡа өлгәшеү мөмкин түгел. Сәнғәт кешеһе һәр яҡтан үҙен шәхес итеп үҫтерергә  тейеш, – тип өйрәтә килде педагог. Шуға ла көн дә тиерлек опера тыңларға, балет ҡарарға йөрөнөләр. 

Ә  Фәриҙә менән танышыуҙары ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Бөгөн шул мәлде уйлай-уйлай ҙа, уларҙың танышыуы ла, өйләнешеүе лә һис тә  бығаса уҡыған китаптарҙа булғанса түгел кеүек.  Әҫәрҙә генә ул егет ҡыҙҙы күреп ҡала ла үлә яҙып ғашиҡ була. Әммә тегеһе егетте оҡшатһа ла, имеш, һис кенә ыҡҡа килмәй, инәлтә, ялбарта, битенә сабып ҡыуып ҡайтара. Бисара егет шул ҡыҙ тип кенә йәшәй, ҡулына эш бармай, төштәрендә күреп һаташа.  Ашауҙан яҙа, ҡаҡ һөйәккә ҡала, хыялыйға әйләнә.

–       Әкиәт! – Хәсән асыуынан сертләтеп төкөрөп ҡуйҙы. Бөтә нәмәне ҡыҙҙар үҙҙәре хәл итә, теләһә ҡарата, теләһә үҙенә өйләндерә, бының өсөн  шәп әмәлен дә таба...

Хәсән ауылға ҡайтыр булғас, күстәнәс-фәлән алырға тип, яҡындағы магазинға йүнәлде. Ә  унда һыу буйы сират теҙелгән. Тимәк, берәй йүнлерәк нәмә һаталар! Яҡыныраҡ барып ҡарағайны – һинд сәйе!  Егет  сират кеүек нәмәлә торорға яратмаһа ла, баҫты. Әсәһенең күңеле булыр. Әммә сәй уның сираты етеүгә генә бөттө лә ҡуйҙы. Хәсән ауыр уфтанды. Хатта ышанмайыраҡ:

–       Бәй, бөттөләме ни? – тип һорағанын һиҙмәй ҙә ҡалды.

Шул мәлдә уға үрелеп ҡараған һатыусы ҡыҙ,  ҡаршыһында бөтә ҡыҙҙарҙы ғашиҡ иткән  йәш йырсыны күреп, ҡаушап ҡалды. Уның “йондоҙҙо”  буш ҡул менән ебәргеһе килмәне. Фәриҙә  егеткә:

– Халыҡ таралғанын саҡ ҡына көтөгөҙ, –  тине. Уларҙың прилавка артында таныш-белешкә һәр саҡ запасы була.

Бер аҙҙан  Хәсәндең пакетына биш әсмуха һинд сәйе төшөп ятҡас, уның күҙе дүрт булды. Тиҙ генә иҫәпләшкәс:

– Рәхмәт! Әсәйем ҡайһылай ҡыуаныр инде, – тине ҡыҙға матур итеп йылмайып.

– Рәхмәтте кеҫәгә һалып булмай. – Һатыусы ла яуапһыҙ ҡалманы.

– Әжеренә үҙеңде театрға алып барырмын.

– Вәт был, исмаһам, егеттәрсә.

Ауылдан килгәс,  Хәсән тағы ла Фәриҙә эшләгән магазинға барғайны, ҡыҙ:

– Ҡасан киноға барабыҙ? – тип мут йылмайҙы. – “Родина”ла шәп кино бара. Кисә беҙҙең ҡыҙҙар ҡараған.

– Әйҙә һуң,  бөгөн барайыҡ.

Кинотеатр алды тулы халыҡ. Фәриҙә шундай егет эргәһендә барыуына үҙен сикһеҙ бәхетле тойҙо. Ике йәш йөрәктең ғазаплы мөхәббәте хаҡындағы һинд фильмы бөтәһенә лә оҡшаны. Залда мыш-мыш илаған тауыштар ишетелде. Фәриҙә лә күҙ йәштәренә төйөлдө. Хәсән ҡыҙҙы фатирына тиклем оҙатып, хушлашып ҡайтырға уйлағайны ла ҡыҙ:

– Әйҙә,  сәй эсеп сыҡ, – тип  егеттең күҙенә наҙлы ҡараш ташланы.  Ошо көндән һуң Хәсәндең күңеле үҙенән-үҙе Фәриҙә йәшәгән  фатирға тартыла башланы. Әхирәттәре тиҙ генә табын ҡороп ебәрә. Барыһы ла эшләгәс, аҡсалары ла бар. Өҫтәлдә нимә генә юҡ. Студент аҡсаһына таҡы-тоҡо йәшәп, уҙа барһа вермишель бешереп ашауҙан артмаған Хәсәнгә ҡыҙҙарҙағы муллыҡ үтә лә оҡшаны. Өҫтәлдә тәмле-татлы күп. Күңелле, шаяралар, көләләр. Хәсәндең йырлауын һорайҙар. Ә уға нимә? Рәхәтләнеп йырлай.

Көндәрҙең береһендә Фәриҙәнең тыуған көнөн үткәрҙеләр. Табын мул булды, әсе-сөсөһө лә бар ине. Күңел асып ултыра торғас, үтә һуң булып китте. Хәсән сәғәтенә ҡараны ла:

– Ҡайтырға кәрәк, ятаҡты бикләп ҡуйма­һындар, – тип йыйына башланы. Әммә ҡыҙып алған ҡыҙҙар уны бер ҙә ебәргеһе килмәне. Уйынлы-ысынлы итеп:

– Ҡунып ҡайт та ҡуй, – тиештеләр.

– Шулай шул, – тип уларҙы йөпләне Фәриҙә. – Нисек инде бынау төн уртаһында бер үҙеңде ҡайтарып ебәрәбеҙ.

– Урам тулы хулигандар.

Ҡыҙҙар төрлө һылтау менән икенсе бүлмәләргә таралыштылар.  Был төндө Хәсән  Фәриҙәнең ҡосағында уянды. Егет тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙ наҙын татыны… Бынан һуң Хәсәндең  Фәриҙә янына килгеһе килеп тик торҙо, йыш   ҡуна  ҡала башланы. Хатта дәрестәренә бармаған саҡтары ла йышайҙы...

 

ххх

Фото: Альбина ТАҠАЛОВА

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас