Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Сентябрь 2023, 04:00

Аҙашҡан болан балаһы Повесть (1) Факил МЫРҘАҠАЕВ

...Май аҙаҡтары ине. Консультациянан һуң, сығарылыш класс уҡыусылары төшкө ашҡа йыйылды. Умарта күс айырамы ни, мәктәп-интернат ашханаһы гөж килә. Иңенә уң итәге нимәгәлер эләгеп йыртылған, бысраҡ, тәпәрләнеп бөткән халат һалған, ҡыҙара биргән битле ашнаҡсыны уҡыусылар һырып алған. Улар шул тиклем ярһыған, хатта асыуҙары йөҙҙәренә бәреп сыҡҡан, сиртһәң ҡаны һытылып сығырға торған ҡатынға ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә ирек бирмәйҙәр, бөрөп алып баралар.

Аҙашҡан болан балаһы  Повесть (1) Факил МЫРҘАҠАЕВАҙашҡан болан балаһы  Повесть (1) Факил МЫРҘАҠАЕВ
Аҙашҡан болан балаһы Повесть (1) Факил МЫРҘАҠАЕВ

 

 

 

 

Афғанстан һуғышында Башҡортостандан

 9 меңдән ашыу яҡташыбыҙ ҡатнашты. 

397 кеше һәләк булды, 393-ө яраланды,

311-е ғәрип булып ҡалды, 6-һы хәбәрһеҙ юғалды.

 

 Башҡортостан Республикаһының

 Афғанстан ветерандары

берлегенең мәғлүмәттәренән

 

БЕРЕНСЕ БҮЛЕК

 

1

 

Төн...

Төпһөҙ зәңгәр күк йөҙөнә һибелгән баҙыҡ йондоҙҙар, таң ҡыйылғансы үҙҙәрен күрһәтеп ҡалырға теләгәндәй, мең төҫкә инеп, ем-ем килә. Эреле-ваҡлы бихисап йондоҙҙар араһында Ай бар көсөнә балҡый. Түп-түңәрәк Айҙа Зөһрә-ҡыҙ моңая. Уның, пар силәктәрен алып, әллә һыуға китеп барышы, әллә һыуҙан ҡайтып килеше — айырырлыҡ түгел, көйәнтәһен иңенә һалған да онотолоп Ергә баҡҡан. Ә Ерҙә төн тантана итә, бар донъя татлы йоҡоға талған. Айҙың көмөш нурҙары тын ғына аҡҡан Ҡариҙел йылғаһына, яр буйлап һуҙылған ҡыуаҡлыҡтарға, өйәңкеләргә, уларҙың аръяғындағы ҡалаға ҡабатланмаҫ төҫ бирә. Тып-тын, шылт иткән тауыш та ишетелмәй. Ағастан-ағасҡа осоп, көн оҙон моң һипкән ҡоштар ҙа ялға туҡтаған, тиктормаҫ ел дә, төнгө тынлыҡты боҙорға ҡыймай, ҡайҙалыр китеп юғалған. Тик әллә ниҙә бер Ҡариҙелдең арғы яғынан геүләп елдергән машина тауышы ишетелеп ҡала, күрәһең, йылғаның ул яғында юл үтәлер.

Айлы төн...

Туғайҙағы беленер-беленмәҫ һуҡмаҡтан атлаусы егет менән ҡыҙҙың ғына төнгө хозурлыҡта ғәмдәре юҡ. Етәкләшеп алғандар ҙа, үҙ уйҙарына батып, баралар ҙа баралар. Бына һуҡмаҡ уларҙы яр буйына килтереп сығарҙы. Ай, ике ярҙы тоташтырып, быжырланып торған һыу өҫтөнә көмөш нурҙарҙан күпер һалған. Һыу өҫтө һуң, һыу өҫтө! Әйтерһең, берәйһе төнө менән иренмәй услап-услап талир тәңкәләр һипкән, биниһая төҫтәргә мансылып, күҙҙәрҙе ҡамаштырып, балҡый ҙа балҡый. Тәбиғәттең был төнгө ғәжәйеп күренеше лә Тимур менән Айгөлдөң иғтибарын йәлеп итә алманы. Башҡа ваҡыт булһа, Айгөл түҙмәҫ: «Тимур, ҡара әле, таң ҡалырлыҡ бит!» — тип һоҡланыуын йәшермәҫ ине. Әле иһә, аяҡ аҫтындағы үләндәрҙе ҡыштырлатып, юлдарын дауам иттерҙеләр. Ҡала халҡының яр буйлап һибелгән баҡсалары артта ҡалды. Ҡыҙ менән егет яңынан ҡыуаҡлыҡтар араһына килеп инде. Ерек,  муйыл, балан ағастары араһынан бер аҙ атлағас, туҡтанылар, бер-береһенә һыйынып, сереп ауған йыуан өйәңке олонона ултырҙылар. Айгөлдөң күҙҙәре еүешләнде, ирендәре лебер-лебер килә башланы, ул ҡалтыранып башын Тимурҙың күкрәгенә һалды.

— Әллә өшөйһөңмө? — Ни эшләргә лә белмәгән егет пинжәген  ҡыҙҙың яурынына һалды, уны ҡыҫып ҡосаҡланы. — Хәҙер йылытам үҙеңде.

Айгөл башын күтәрҙе, мөлдөрәмә йәш тулы күҙҙәрен Тимурға текәне.

— Ҡайҙа дөрөҫлөк?!.. Мәктәптә ун йыл буйына беҙҙе шуға өйрәттеләрме ни? Ғәҙеллек талап иткән өсөн генә лә ниндәй көнгә төшөрҙөләр. Рәхмәт әйтәһе урынға...

— Рәхмәт тиһең... Ярай әле, имтихандарҙы тапшырырға рөхсәт иттеләр.

Башын йәнә егеттең күкрәгенә һалды Айгөл. Тимурҙың йөрәк тибешен тыңлап, хәтһеҙ генә һүҙһеҙ торғас, телгә килде:

— Һинең һүҙҙәреңдә лә хаҡлыҡ бар. Аттестат бирмәй, мәктәптән ҡыуһалар ҙа бер нәмә лә эшләй алмаҫ инек. Сығарылыш кисәһендә шуны аңланым.

— Үҙебеҙ ҙә инде, башыбыҙға бәлә алып, ниңә  шау-шыу ҡуптарғанбыҙҙыр? Бер айға нисек тә түҙер инек әле.

— Әллә үкенәһеңме, Тимур? — Айгөл тыныслана төшкәйне, тауышы ҡәтғи яңғыраны. — Беҙгә күптән шулайтырға кәрәк булған, ни көтөп ятҡанбыҙҙыр...

— Эш үкенеүҙәме ни?

— Улайһа ниҙә һуң?

Тимур һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырҙы. Айгөл дә төпсөнмәне. Улар икеһе лә уйҙары менән бынан бер ай элек тотош мәктәпте, улай ғына ла түгел, бөтә ҡаланы шаулатҡан ваҡиғаларға әйләнеп ҡайтҡайны.

 

...Май аҙаҡтары ине. Консультациянан һуң, сығарылыш класс уҡыусылары төшкө ашҡа йыйылды. Умарта күс айырамы ни, мәктәп-интернат ашханаһы гөж килә. Иңенә уң итәге нимәгәлер эләгеп йыртылған, бысраҡ, тәпәрләнеп бөткән халат һалған, ҡыҙара биргән битле ашнаҡсыны уҡыусылар һырып алған. Улар шул тиклем ярһыған, хатта асыуҙары йөҙҙәренә бәреп сыҡҡан, сиртһәң ҡаны һытылып сығырға торған ҡатынға ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә ирек бирмәйҙәр, бөрөп алып баралар.

— Еҫләнгән балыҡ ашатыуҙан ҡасан туҡтайһығыҙ?

— Ауыҙға ла алырлыҡ түгел бит!

— Ниңә мыҫҡыл итәһегеҙ, балалар тигәс тә...

Баянан бирле сыр-сыу килгән уҡыусыларға ашнаҡсының иҫе лә китмәне, ир-аттарҙыҡы һымаҡ ҡалын, көр тауышы менән екерҙе:

— Туйып һикерәһегеҙ, тамағығыҙ ас булһа, әллә ҡасан һыпыртып ҡуйыр инегеҙ.

Дөрләп янған усаҡҡа кәрәсин өҫтәнеләрме ни, ашханала шау-шыу тағы ла көсәйҙе.

— Башта үҙегеҙ ашап ҡарағыҙ, шунан беҙгә бирерһегеҙ.

— Йүнле кеше этенә лә бирмәй бындай аҙыҡты!

Ас кешенең асыуы яман. Уҡыусыларҙың береһе түҙмәне, өҫтәлдәге тәрилкәне ашнаҡсы яғына этеп ебәрҙе. Ул көсөн самаламаны булһа кәрәк, һауыт иҙәнгә үк төшөп китте, селпәрәмә килеп ватылды, ян-яҡҡа уның ватыҡтары, балыҡ киҫәктәре, макарон сәсрәне. Күрше өҫтәл аҫтында ултырған һимеҙ һоро бесәй иренеп кенә килеп балыҡты еҫкәп ҡараны ла, ошо ла булдымы аҙыҡ тигән һымаҡ, ҡойроғон болғай-болғай яңынан урынына барып ятты. Һағыҙаҡ кеүек йәбешкән уҡыусыларҙан нисек ҡотолорға белмәй сәбәләнгән ашнаҡсыға етә ҡалды, ул тулы кәүҙәһен еңел генә ҡуҙғатып, иҙәндә сәселеп ятҡан аҙыҡ-түлекте тапап, Илгиздең ҡаршыһына барып баҫты ла, төкөрөгөн сәсә-сәсә, ҡысҡырынырға тотондо:

— Әле һеҙ шулаймы? Һауыт-һаба ҡыйратаһығыҙмы? — Ул уҫлаптай йоҙроғон Илгиздең танау төбөндә уйнатты. — Хаҡын бишләтә түләтмәһәмме! Әйт, исемең кем? Әйт!

Илгиз күҙен дә йомманы:

— Пушкин.

Кемдер өҫтәне:

— Александр Сергеевич...

Уҡыусылар түҙмәне, пырх-пырх көлөшә башланы.

— Көлөгөҙ, көл, — тине ашнаҡсы бурлаттай ҡыҙарып. — Илар көнөгөҙ алда әле.

Айгөл, иптәштәренән айырылып, алғараҡ сығып баҫты.

— Ҡурҡмағыҙ, түләрбеҙ. Эш унда түгел, — тине ул ашнаҡсының күҙҙәренә тура ҡарап. — Әйтегеҙ әле, балыҡтан башҡа бүтән төрлө аҙыҡ-түлек юҡмы ни бешерергә?.. Әйтәйек, ит, картуф... Хан һыйы таптырмайбыҙ ҙа баһа.

Ашнаҡсының сырайы һытылды, ауыҙы кәүшәйҙе.

— Барына ҡәнәғәт булығыҙ, юғын дауайламағыҙ. — Ул бөйөрөнә таянды. — Өйөгөҙгә ҡайтҡас ашарһығыҙ йәнегеҙ теләгәнде.

— Беҙҙән, уҡыусыларҙан, йыйған аҡсаны ҡайҙа итәһегеҙ? Айҙыҡын айға ҡайырып алаһығыҙ бит.

— Атаҡ! — Ашнаҡсы Айгөлгә күҙҙәренең ағын әйләндереп ҡараны. — Мин ҡайҙан беләйем. Ана, директорҙан отчет алығыҙ. Ни бирәләр, шуны бешерәбеҙ.

Артабан һүҙ көрәштереү урынһыҙ ине. Ас ҡалған уҡыусылар шаулаша-шаулаша таралышты. Асыуынан шартларҙай булған ашнаҡсы бер кем дә ҡағылып ҡарамаған тәрилкәләрҙе йыйҙы. Үҙе туҡтауһыҙ һөйләнде:

— Арттарынан һауыт-һабаларын да йыйыштырманылар. Хеҙмәтсе барҙыр шул бында...

Ашнаҡсының ҡыланышы Айгөлдө ғәжәпкә ҡалдырҙы. Уның өсөн беҙ ас ни, туҡ ни — барыбер. Үҙ балалары түгел дәһә, бөтмәҫ бында теләһә ҡайҙан йыйылған ыбыр-сыбыр, тиҙер. Директорҙың үҙен күреп һөйләшергә кәрәктер. Ни өсөн сараһын күрмәй? Ашхананы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү уның эше лә баһа. Тик юҡ кеше менән нисек һөйләшәһең. Күҙгә-башҡа салынмағанына аҙна булалыр.

Тышта май ҡояшы көлә. Мәктәп-интернат ихатаһы тотош йәшеллеккә сумған. Ап-аҡ сәскәгә төрөнгән алмағастарҙа һут йыйыусы бал ҡорттары бызлап оса. Ләкин яҙғы тәбиғәттең матурлығы Айгөлдөң күҙенә салынманы.

— Ни эшләйбеҙ, егеттәр? — Ул Тимур менән Илгизгә ҡарап алды. — Былай аслы-туҡлы йөрөп булмай ҙа баһа. Бөгөн-иртәгә имтихандар башлана. Имтихандарға ныҡлап әҙерләнәһе урынға ашау-эсеү тураһында баш ватабыҙ.

— Башта тамаҡ туйҙырып алайыҡ, — тип тәҡдим итте Илгиз. Ул һәр фекерен хәбәр һөйләгәндә лә, һорау биргәндә лә «ясно» тип тамамларға ғәҙәтләнгән. Башҡа кластарҙағы аҙаштары менән бутамаҫ өсөн, үҙенә Ясно Илгиз тигән ҡушамат тағып бөтһәләр ҙә был ғәҙәтенән ҡотола алғаны юҡ. Әле лә онотманы был һүҙен. — Ас ҡарынға баш эшләмәй. Ясно?

— Интернатта сәй ҡайнатып ҡына эсмәһәк, — тине Айгөл. — Икмәк тә юҡ бит әле. Ни ашхананан алмағанбыҙ.

— Әйҙәгеҙ кафеға!

Айгөл менән Тимур бер-береһенә ҡарашты. Улар Илгиздең тәҡдименән баш тартты.

— Кеҫәгеҙ таҡыр икәнлеген беләм. Минең иҫәптән булыр. Ясно? — Ул класташтарының уртаһынан төшөп ҡултыҡлап алды. — Икеләнмәгеҙ. Йә кире уйлап ҡуйырмын. Ясно?

Кафенан сыҡҡас, Айгөл йыйылыш үткәрергә булды. Мәктәп-интернаттың комсомол ойошмаһы секретары булараҡ, ул үҙен быға хаҡлы һанай ине. Хаҡлы ғына түгел, был — уның бурысы ла. Айгөлдө комсомолдарҙың башлығы итеп туғыҙынсы класта уҡығанда һайлап ҡуйғайнылар. Ике йыл буйы ул үҙенә йөкмәтелгән вазифаны һис бер ауырһыныуһыҙ күңел биреп башҡарып килде. Ахыр сиктә, мәктәпте бөтөрөп сығыр алдынан ғына, һыр бирергә ярамай. Айгөл күңеле менән тоя — класташтары уның һүҙен көтә. Араларында, был ни эшләр икән тип, һынап ҡараусылар ҙа бар. Комсоргтың тәҡдимен уның айырылмаҫ дуҫтары Тимур менән Илгиз дә хупланы. Ниәтен егеттәр ҙә күтәреп алғас, тағы ла дәртләнеберәк китте.

Айгөл Өфө ҡалаһындағы берҙән-бер башҡорт мәктәп-интернатына осраҡлы ғына килеп эләкте тиһәң дә була. Ауылдарындағы мәктәптең директоры Шәмғол ағай көсләп тигәндәй килтереп урынлаштырмаһа, әхирәттәре кеүек, һигеҙенсе класты бөткәс йә берәй ҡалаға училищеға китер, йә ауылда ҡалып, ферма-маҙарҙа эшләп йөрөр ине. Айгөл ауылда ла яҡшы уҡыны, уға бигерәк тә әҙәбиәт дәрестәре ныҡ оҡшаны. Башҡа фәндәрҙән өйгә бирелгән эштәрҙе үтәгәс, төндәр буйы баш күтәрмәй әҙәби китаптар уҡыны. Әсәһе тороп һуҡрана-һуҡрана утты һүндермәйенсә ятмай торғайны. Ғаиләлә баш бала булғанлыҡтан, өйҙәге бөтә эш уның өҫтөндә булды. Әсәһе — һауынсы, көноҙон фермаһынан ҡайтып инмәй, таң һарыһынан сығып китә лә кис ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта. Аталары юҡ, Айгөл икенсе класта уҡығанда уҡ әле урманға киткән еренән ағас аҫтында ҡалып вафат булғайны. Ике ҡустыһы аталарын хәтерләмәй ҙә, стенаға ҙурайтып элеп ҡуйылған фотоһы буйынса ғына беләләр.

Әсәһе ҡыҙын уҡырға ебәрергә теше-тырнағы менән ҡаршы булды. «Ҡуй, Шәмғол, бауыр ҡалҡытҡас ҡына тере ҡулһыҙ итмә. Яңғыҙым ике баланы нисек аяҡҡа баҫтырырмын? Етмәһә, ир балалар. Ошо уҡыуы ла баштан ашҡан, минең янға фермаға һыйыр һауырға барыр», — тине ул, ҡан илап. Директор ҙа һүҙендә ныҡ торҙо: «Һин бит әсә кеше, ҡыҙыңдың киләсәгенә аяҡ салма. Айгөл — бик һәләтле бала. Уға уҡыуын мотлаҡ дауам итергә кәрәк. Фермала унан башҡа ла эшләүсе табылыр». Айгөл бер нисә йыл инде республиканың балалар өсөн сығарылған  «Башҡортостан пионеры» гәзитендә, «Пионер» журналында мәҡәләләрен, хикәйәләрен баҫтыра ине. Быны ла бик оҫта файҙаланды директор: «Айгөл кеүек һәләтле балалар бик һирәк тыуа. Кем белә, киләсәктә яҙыусы булып китер. Беҙҙең ауылдан да берәй күренекле кеше сыҡһын әле». Йылы һүҙ таш иретә. Әсә тора-бара күнде: «Уныһы шулайҙыр ҙа ул. Артынан кем йөрөй ҙә, кем урынлаштыра? Үҙең күреп тораһың, Шәмғол, донъямды ташлап бер ҡайҙа ла сығып китә алмайым». Быныһын директор үҙ өҫтөнә алды.

Биленә етеп торған төндәй ҡара сәстәрен, икегә ярып үреп, түшенә һалып йөрөткән ҡыҙға егеттәр тәүге көндә үк иғтибар итте. Бер ай үттеме-юҡмы, Тимур менән Илгиз икеһе бер юлы Айгөл артынан йөрөй башланы. Ҡыҙ осрашыуҙан ҡасты: «Башта уҡыуҙы рәткә һалырға кәрәк, егеттәр ҡасмаҫ». Шәмғол ағай йүкә сөй ҡағып ҡалдырып китте лә ул, уҡый башлағас Айгөл үҙенең шыр наҙан уҡ булмаһа ла, күп нәмәне белмәүен төшөндө. Шуға күрә хикәйә-нәҫерҙәр менән булашыуын әлегә ҡалдырып тороп, бар күңелен уҡыуға һалды. Әммә егеттәр ныҡыш булып сыҡты, дәрес ваҡытында яҙыу артынан яҙыу ебәрҙе. Айгөл ни эшләргә лә белмәне. Ҡарап тороуға былай икеһе лә ярайһы ғына, тик холоҡтары нисектер.

Илгиз — ҡуңыр сәсле, оҙон буйлы, күҙлек кейеп йөрөй. Район үҙәгендә йәшәгәнлектән, урыҫсаны һыу кеүек эсә. Башҡортсаһы әллә ни маҡтанырлыҡ түгел, урыҫса һүҙҙәрҙе күп ҡыҫтыра. Тәүге сиректән һуң ғына дөрөҫ итеп башҡортса һөйләшергә өйрәнде. Шулай ҙа «ясно»һынан ҡотола алманы. Атаһы — партияның район комитетында түрә, әсәһе — врач. Ғаиләлә берҙән-бер бала. Өҫтөндә энәнән-ептән сыҡҡан кейем, бер ваҡытта ла аҡсанан өҙөлмәй. Шуғалырмы икән, һауалыраҡ.

Тимурҙың атаһы ла, әсәһе лә — уҡытыусы. Илгиздән айырмалы рәүештә, үҙен баҫалҡы тота, артығын һөйләмәй. Баштараҡ ата-әсәһен, һеңлеһен һағынып йөҙәне, элекке класташтарын йыш иҫкә төшөрҙө. Ауылдарында, Айгөлдәрҙәге һымаҡ, мәктәп һигеҙ йыллыҡ ҡына икән. «Урта мәктәп булһа, үҙебеҙҙә генә уҡыр инем».

Мәктәп-интернатта ҡалаға бик һирәк сығаралар. Әллә ниҙә бер булған бындай көндәрҙә Өфө урамдарын улар өсәүләп ҡыҙырҙы. Тора-бара Айгөл шуға иғтибар итте: Илгиз менән Тимур бер-береһенә бүре кеүек ҡарай. Уның янында яңғыҙ булыуҙы хуп күрәләр. Тимәк, йырҙа йырланғанса, өсөнсө — артыҡ. Айгөл тегеләргә киҫеп әйтте: «Беҙгә мөхәббәт тураһында уйларға әлегә иртәрәк». Шулай тиһә лә, тора бирәрәк үҙенең Тимурға битараф булмауын төшөндө. Баҡһаң, ҡара сәсле, ҡара күҙле, һомғол буйлы егет тураһында гел генә уйлап йөрөй икән. Илгиз баштараҡ уларға асыу тотһа ла аҙаҡ ҡыҙҙың: «Дуҫ булып ҡалайыҡ», — тигән тәҡдименә ризалашты. Тимур менән Айгөл бер-береһенә булған һөйөү хистәрен класташтарынан да, уҡытыусыларҙан да йәшермәне (көн-төн бергә ҡайнаған мәктәп-интернат шарттарында был мөмкин дә түгел ине). Уларҙы «осоробоҙҙоң Таһир менән Зөһрәһе» тип йөрөттөләр. Тимурҙың мәктәптән һуң да һөйгәненән айырылғыһы килмәне. Бик оҙаҡ баш ватҡандан һуң, ул да документтарын университеттың филология факультетына бирергә булды. Ә Айгөл ике йыл эсендә балалар һәм йәштәр баҫмалары редакцияларында үҙ кеше булып бөткәйне. Уның исеме гәзит-журнал биттәрендә әленән-әле күренде. Ҡыҙҙың тиҙерәк аттестат алып, юғары уҡыу йортона ингеһе, серле лә, мауыҡтырғыс та  әҙәбиәт донъяһына сумғыһы килде. Имтихандарҙы бер ниндәй хәсрәтһеҙ тапшырырға яҙмағандыр, буғай. Бындай саҡта борсолоуҙар, тулҡынланыуҙар былай ҙа баштан аша. Баш күтәрмәй һынауҙарға әҙерләнәһе урынға үҙеңә ҡағылмаған бөтөнләй ят нәмәләр менән шөғөлләнергә тура килә.

Ашау-эсеү мәсьәләһе барыһының да үҙәгенә үткәнгәмелер, уҡыусылар  йыйылышҡа дәррәү йыйылды. Ике-өс ай булалыр инде, мәктәп-интернатта уҡыусыларҙы туҡландырыуға иғтибар кәмене. Уҡыу йылы аҙағы яҡынлашыуға меню бөтөнләй ярлыланды. Хәйер, элек тә кинәндермәгәйнеләр, щи тигән булып ҡыш буйы әсе кәбеҫтә һурпаһы бирҙеләр. Яҙға табан уныһын да бешермәй башланылар, мискәләренең төбөнә төшкәндәрҙер. Майлы бутҡа ла бүктерә, гел бер төрлө аҙыҡтан биҙрәп бөтәһең. Аш-һыуҙы төрләндереү тураһында уйламайҙар ҙа. Ай буйына йә макарон ашаталар, йә манный бутҡаһы менән «һыйлайҙар».

«Инде комсомол эшенән ҡотолдом, взностарҙы йыйып бөтөп тапшыраһы ғына ҡалды тип, ҡыуанып йөрөй инем», — уҡытыусы өҫтәле артына сығып баҫҡас шундай уй килде Айгөлдөң башына. Ул йыйылыштың рәйесен, сәркәтибен һайлауҙы талап итте. Иптәштәре, протоколһыҙ  ғына үткәрәйек, тип  ҡаршы төшһә лә, «Бөтәһе лә рәсми булһын, протоколдың күсермәһен директорҙың ҡулына тотторорбоҙ», — тигәс, ризалаштылар. Рәйес итеп Айгөлдөң үҙен күрһәттеләр, сәркәтип итеп һәр ваҡыттағыса Гөлгөнәне ҡуйҙылар.

Тәүге һүҙҙе Айгөл үҙе алды.

— Класташтар! Алдыбыҙҙа ниндәй яуаплы бурыс торғанын мин әйтмәһәм дә, үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. Беҙҙең мәктәп-интернатта имтихандарға әҙерләнеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылмаған. Мин ашхананы күҙ уңында тотам. Һөрһөгән балыҡ ашап ҡына беҙ имтихандарҙы уңышлы тапшыра алмаясаҡбыҙ. Директорҙың беҙҙә, уҡыусыларҙа, ҡайғыһы юҡ. Уҡытыусылар менән тәрбиәселәр уға һүҙ әйтергә лә ҡурҡа. Ни эшләйбеҙ?

Класта тынлыҡ урынлашты. Беренсе булып Илгиздең тауышы ишетелде.

— Ашханаға йөрөмәйек тә ҡуяйыҡ, — тине ул, урынынан тормай ғына. — Балыҡтарын үҙҙәре ашаһын, әйҙә. Имтихандар бөткәнсе кафела ашап торорбоҙ. Ясно?

Төрлө яҡлап ҡысҡыра башланылар:

— Аҡса булһа беҙ ҙә теләгән нәмәбеҙҙе генә ашар инек тә ул.

— Минең атай һинеке кеүек түрә түгел, тракторсы ғына. Аҡсаны көрәп алмай.

Айгөл тауышын ҡәтғиләндерҙе:

— Етди һөйләшеүҙе уйынға бормайыҡ. Кемдә ниндәй тәҡдимдәр булыр?

Йәнә тынып ҡалды класс. Ашыҡтырманы иптәштәрен Айгөл. Уйланһындар, уйын эш түгел бит.

Тимур урынынан күтәрелде, маңлайына төшкән ҡуйы ҡара сәстәрен уң ҡулы менән артҡа һыпырҙы:

— Аслыҡ иғлан итәйек...

Дыу-ғәләмәт ҡупты. Уҡыусылар, бер-береһен бүлдерә-бүлдерә, төрлөһө төрлө ерҙән ҡысҡырҙы:

— Сит илдәге кеүек, транспаранттар күтәреп урамға сығырға ҡушаһыңмы?

— Иртәгеһенә үк беҙҙе мәктәптән һөрөп сығарасаҡтар.

— Ҡулдары ҡыҫҡа, бөтәбеҙҙе бер юлы ҡыуа алмаҫтар!

— Тауыш, иптәштәр! — Айгөл класташтарын тәртипкә саҡырҙы. — Башта тыңлап бөтәйек, һуңынан фекер алышырбыҙ. Дауам ит, Тимур.

— Һеҙҙе берәү ҙә урамға сығырға мәжбүр итмәй. Минең тәҡдимем шундай: кискеһен беребеҙ ҙә ашханаға аяҡ та баҫмай. Был — бер. Икенсенән, дәғүәләребеҙҙе белдереп, директорға яҙып бирәйек.

Тимурҙы берәүҙәр хупланы, икенселәр ҡаршы төштө:

— Дөрөҫ, күптән шулайтаһы ҡалған.

— Былай ҙа туйғансы ашаған юҡ, аяҡ һуҙып ҡуймабыҙмы һуң?

— Мин һеҙҙең был уйынығыҙға ҡатнашмайым.

Уҡыусылар Айгөлгә һынап ҡараны — комсоргтың фекере нисек, йәнәһе.

— Мин дә шулайыраҡ уйлап тора инем, — тине ул ике ҡулы менән дә өҫтәлгә таянып. — Улайһа, шулай хәл иттек. Тауышҡа ҡуям: кем дә кем аслыҡ иғлан итергә ти, ҡулдарын күтәреүен һорайым.

Ҡаршылар юҡ ине.

Шул саҡ баш күтәрмәй протокол яҙып ултырған Гөлгөнә тауыш бирҙе:

— Ашамайынса түҙә алмайым да ул мин. Ятыр алдынан сәй булһа ла ҡайнатып эсербеҙ әле, ҡыҙҙар?

Берҙәм көлөү тауыштарынан тәҙрәләр зыңланы.

— Һинең шул булыр инде. Былай ҙа туп кеүекһең дә баһа, — тине әхирәттәре, шаяртып.

Айгөл был яғын да уйлаған икән.

— Миндә тапшырылмаған взнос аҡсаһы бар. Шуға икмәк алырбыҙ. Бөгөн-иртәгә ҡорһаҡты икмәк-сәй менән алдап торайыҡ, — тине ул, йыйылышты ябып.

Алдан килешкәнсә, кистән дә, иртән дә берәү ҙә ашханаға барманы. Ашнаҡсы менән тәрбиәселәр, бүлмәнән-бүлмәгә йөрөп, ашарға саҡырҙы. Улар уҡыусыларҙың аслыҡ иғлан итеүен ысынға алманы, бала-саға уйыны итеп кенә ҡараны. «Тамағығыҙ туҡтыр, ас булһағыҙ, былайтмаҫ инегеҙ», — тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Уҡытыусылар ҙа, директор ҙа күренмәне.

Йәкшәмбе көн, тәрбиәселәр рөхсәт итмәһә лә, уҡыусыларҙың ҡайныһы-ҡайҙа таралышты. Кемдең ҡалала туған-тыумасаһы, таныш-белеше бар, уларҙың тамағы һыйлы булды. Интернатта ҡалғандары ҡаса-боҫа ҡоро сәй менән хушланды.

Апаларына киткән Гөлгөнә кискә табан интернатҡа ах та ух ҡайтып инде.

— Беләһегеҙме, ҡыҙҙар, беҙҙең ашамай йөрөүебеҙ бар ҡалаға таралған, — тип хәбәр һалды ул. — Автобуста һөйләгәндәрен үҙ ҡолаҡтарым менән ишеттем.

Ысынлап та, ҡалала сәңгем-сөңгөм әңгәмәләр башланғайны. Кешеләр транспортта, сиратта шыпырт ҡына хәбәр алышты:

— Ишеттегеҙме әле, интернат балалары ас ултыра икән.

— Әҙәм ышанмаҫтай хәбәрҙе дөрөҫ булһа ла һөйләмә, тиҙәр. Буш һүҙҙер.

— Сит илдән, «Азатлыҡ» радиоһынан һөйләгәндәр ти бит. Минең күрше үҙе тыңлаған.

Айгөл үҙҙәренең арттырыбыраҡ ебәреүен аңланы. Ләкин һуң ине инде. Кискә табан мәктәпкә ят кешеләр килеп тулды. Улар, уҡытыусыларҙы, директорҙы эйәртеп, төркөмдәре менән мәктәптә — кластан-класҡа, интернатта бүлмәнән-бүлмәгә инеп йөрөнө. Аҡ халатлы бер ҡатын уҡыусыларҙың сәләмәтлеге менән ҡыҙыҡһынды, кемдәр үҙҙәрен насар тоя, уларға медпунктҡа барып, врачҡа күренергә ҡушты. Ундай теләк белдереүселәр табылманы. Ашханаға машинаһы менән аҙыҡ-түлек килтереп тултырҙылар. Өйөнә ҡайтып киткән ашнаҡсыны саҡыртып алып, аш-һыу әҙерләргә ҡуштылар.

Ул арала булмай, уҡыусыларҙы берәм-берәм директор кабинетына саҡырттылар. Кабинеттан сығыусылар коридорҙа төркөм-төркөм булып үҙҙәрен көтөүсе класташтарына комсомол йыйылышы үткәрергә, аслыҡ иғлан итергә кем ҡушыуы менән ҡыҙыҡһыныуҙарын әйтте. Ни булһа ла бер төптән торорға, бер-береһен һатмаҫҡа алдан килешеп ҡуйһалар ҙа һүҙҙәрендә тормаусылар табылды. Гөлгөнәнән илата-илата йыйылыштың протоколын килтерттеләр. Протоколды индереп сыҡҡас Гөлгөнә Айгөлдөң ҡолағына: «Беҙҙе кемдер һатҡан, тик мин түгел», — тип бышылданы. Тимур менән үҙен иң аҙаҡҡа ҡалдырыуҙарынан Айгөл үҙҙәренең тоҙаҡҡа эләгеүен аңлағайны инде. Булып үткән хәлдәргә башҡаларҙы ҡатыштырмаҫҡа, бар ғәйепте үҙҙәренә алырға булдылар.

Һүҙҙе алыҫтан башланы тәфтишселәр. Айгөл менән Тимурҙың ҡайһы райондан килеүҙәрен, ата-әсәләренең ҡайҙа, кем булып эшләүҙәрен, нәҫелдәрендә хөкөм ителеүселәр, сит илдәрҙә йәшәүселәр бармы-юҡмы икәнлеген төпсөндөләр.

— Уҡыуҙарығыҙ нисек бара?

— Былай ярайһы. — Айгөл икеһе өсөн дә яуап бирҙе.

Директор асыҡлыҡ индерҙе:

— Ғимранова Айгөл — беҙҙең ғорурлығыбыҙ. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлар тип торабыҙ. Ахунов Тимур ҙа «дүрт»кә, «биш»кә генә уҡый.

Тәфтишселәр һорау артынан һорау яуҙырҙы:

— Мәктәпте бөткәс ни эшләргә уйлайһығыҙ? Ауылға ҡайтаһығыҙмы, әллә уҡыуҙы артабан дауам итергә йыйынаһығыҙмы?

— Университетҡа барырға ине иҫәп, — тине Айгөл.

— Ниндәй факультетҡа?

— Филологическийға.

— Ә һин, Ахунов?

— Мин дә шунда.

— Һөйгән йәремдән айырылғым килмәй тиһең инде?

Тәфтишселәрҙең береһе мәкерле йылмайҙы. Айгөл ҡыҙарҙы: «Быныһын да һорашып өлгөргәндәр».

— Буш ваҡытығыҙҙа ни менән шөғөлләнәһегеҙ?

— Спорт менән, — тине Тимур.

— Хикәйәләр яҙыу менән мауығам. — Айгөл ниндәйҙер ҡалын дәфтәрҙе аҡтарыусы тәфтишсенән күҙҙәрен алманы: «Әллә минең көндәлек дәфтәрем инде? Уның ҡулына нисек барып юлыҡты икән?»

— Көндәлек тә алып бараһыңмы?

Айгөлдөң шиге ҡалманы.

— Ваҡыт булғанда үҙем өсөн мөһим уй-фекерҙәремде теркәштерәм шунда.

— Улайһа, әйт әле, Ғимранова, «Афғанстанда иғлан ителмәгән һуғыш бара. Яраланыусылар, һәләк булыусылар күп икән. Әсәләренең, һөйгән йәрҙәренең күҙ йәштәре ҡасан кибер?» тигән юлдарҙы нимәгә таянып яҙҙығыҙ?

— Минең көндәлекте уҡырға һеҙгә кем рөхсәт итте?

Ул урынынан һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Тәфтишсенең мыйығы ла һелкенмәне. Директор, Айгөлгә ултырырға ҡушып, ымланы.

— Мин һорауыма яуап көтәм.

Айгөл ни әйтергә лә белмәй ыҙаланды:

— Ни... Яҙғы каникулдан килгәндә поезда Афғанстандан яраланып ҡайтҡан бер егет һөйләне.

— Ул егеттең исеме кем? Ҡайһы райондан?

— Белмәйем. Белһәм, көндәлеккә яҙып ҡуйған булыр инем.

Тәфтишсенең йөҙө сытайҙы.

— Белгегеҙ килһә, унда совет һалдаттары афған халҡына социализм төҙөргә ярҙамлаша. Әҙерәк телевизор ҡарарға, радио тыңларға кәрәк. — Тәфтишсе тамаҡ төбө менән екерҙе. — Башбаштаҡланырға ла ул егет ҡоторттомо?

— Берәү ҙә ҡотортманы, — тине Тимур. — Беҙ үҙебеҙ...

— Беҙҙең башҡа сарабыҙ юҡ ине, — тип өҫтәне Айгөл.

— Директор менән һөйләшергә берегеҙҙең дә башына килмәнеме ни?

— Килде лә ул... — Айгөл директорға күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап алды. — Тик уның мәктәптә булғаны юҡ, был аҙнала тәүге тапҡыр күреп торабыҙ.

Тағы ла ярты сәғәт самаһы яуап алып этләгәс, сығарып ебәрҙеләр. Директор арттарынан: «Ашханаға барырға онотмағыҙ!» — тип ҡысҡырып ҡалды.

Уларҙың тамаҡтарына аш үтмәне.

Ике көндән мәктәп-интернат директорын эштән бушаттылар, уның урынына ваҡытлыса уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдирен тәғәйенләнеләр. Имтихандар осоронда аслыҡ иғлан итеү менән бәйле ваҡиғаларҙы бүтәнсә иҫкә төшөрөүсе булманы.

Айгөл бөтә фәндәрҙән дә имтихандарҙы «биш»кә тапшырҙы. Класташтары ла, уҡытыусылар ҙа алдан уҡ уны алтын миҙал менән ҡотланы. Мәктәпте уңышлы тамамлауына ул үҙе лә ҡыуанып бөтә алманы. Ләкин шатлығы оҙаҡҡа  барманы. Сығарылыш кисәһендә ул үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанманы. «Өс уҡыусыбыҙҙы алтын миҙалға тәҡдим иткәйнек, береһе лә үтмәне. Шул иҫәптән Ғимранова Айгөл дә. Ни өсөн икәнлеген аңлайһығыҙҙыр», — тине уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире үҙенең сығышында. Бөтәһе лә, тәүге тапҡыр күргәндәй, оҙон ҡара сәстәрен үреп түбәһенә өйгән, аҡ кофта, ҡара итәк, аҡ туфли кейгән ҡыҙға боролоп ҡараны. Үҙен беҙ өҫтөндә ултырғандай хис иткән Айгөл шунда ер ярылһа, ер тишегенә кереп китерҙәй булды. Өлгөргәнлек аттестатын ҡулына алғас тағы бер аптыраны: башҡорт әҙәбиәтенән «дүртле» билдәһе ҡуйғайнылар. Күҙ йәштәрен эскә йотто. Кисәнең тантаналы өлөшө тамамланғас та ишеккә ташланды. Тимур ҙа уның артынан эйәрҙе. Ҡыҙ үҙен саҡ тыйып тора ине, урамға сығыу менән егетенең күкрәгенә ҡапланып үкһене. Ашхананан ишетелгән дәртле музыка тауышына икеһе бер юлы башын күтәрҙе. Бер аҙ тыңлап торҙолар ҙа Ҡариҙел буйына төшөп киттеләр. Йылға буйында уларҙың, икәүҙән-икәү генә ҡалып, сәғәттәр буйы серләшеп ултыра торған яратҡан урындары бар ине, туп-тура шунда йүнәлделәр. Һүҙҙәре берекмәне. Хәйер, һөйләйһе һүҙҙәр күптән һөйләнеп бөтөлгән, артабан кемдең ни эшләргә тейешлеге билдәле ине. Һәр хәлдә көҙгә тиклем...

 

...Улар ҡайтырға ҡуҙғалғанда күктә йондоҙҙар һүнгән, ай батҡан, көнсығыштан ҡыҙарып ҡояш ҡалҡып килә ине, Ҡариҙелде һөттәй аҡ ҡуйы томан ҡаплағайны.

Айгөл менән Тимур үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан беренсе көндәрен ана шулай ҡаршыланы.

Мәктәп-интернат бер нисә көн эсендә, ҡошсоҡтары осоп киткән буш оялай, етемһерәп ҡалды. Айгөл класташтарының уны еңел генә ҡалдырып китеүенә аптыраны. Әйтерһең, улар ошо кластарҙа белем алмағандар, ҡанаттарын нығытмағандар, әйтерһең, интернатта төндәр буйы киләсәк хаҡында хыялланып серләшеп ятмағандар, әйтерһең, ошонда йөрәктәрендә тәүге һөйөү хистәре бәбәк ярмаған. Документтарын күңелдәренә оҡшаған вуздарға илтеп тапшыра һалдылар ҙа, уҡытыусылар менән дә, бер-береһе менән дә йүнләп хушлашып тормай, таралыштылар.

Юғары уҡыу йортонда уларҙың документтарын алманылар. Хоҙай бире уҡый, шайтан кире уҡый, тигәндәре шулдыр инде, ҡабул итеү комиссияһы рәйесенә ингәйнеләр, уныһы ректорға ебәрҙе. Ректор иһә КПСС өлкә комитетына һылтанды. Ялыу менән беренсе секретарға барғайнылар ҙа, фирҡәһеҙ булғас, ишегенән дә үткәрмәнеләр. Ике арала буталып йөрөй торғас, шуны аңланылар: был аслыҡ иғлан итеүҙең касафаты. Ул ваҡытта ел-ямғыр ситләтеп үтеүенә ҡыуанғайнылар, әле килеп ҡоһорон күрәләр. Әйтеүҙәренсә, бер ерҙә лә уҡырға алмаҫҡа ҡушҡандар икән. Юрамал башҡа вуздарға ла барып ҡаранылар — кире бороп сығарҙылар. Айгөл менән Тимур туҙынды:

— Документтарыбыҙҙы ҡабул итмәһәгеҙ, Мәскәүгә Үҙәк Комитетҡа хат яҙасаҡбыҙ.

Ректорҙың ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған оло йәштәрҙәге апай уларҙы коридорға алып сыҡты.

— Хыт Мәскәүгә, хыт БМО-ның үҙенә яҙығыҙ, хатығыҙ барыбер бында урап ҡайтасаҡ, — тине ул тирә-яғына алан-йолан ҡаранып. — Һеҙҙе ике йыл буйы бер ергә лә уҡырға алмаҫҡа тигән күрһәтмә булды бит. Бушҡа өмөтләнеп йөрөмәгеҙ, ҡайтып китегеҙ, балаҡайҙар.

Түгәһе күҙ йәштәрен түгеп бөткәйнеме, был юлы иламаны Айгөл. Һаубуллашырға ла онотоп, баштарын түбән эйеп, сығып киттеләр.

Уларҙың өмөт-хыялдары төтөн булып күккә осто. Артабан Өфөлә ятыуҙан мәғәнә юҡ ине. Хатлашып торорға булып, айырылыштылар.

 

2

 

Автор:
Читайте нас