Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Сентябрь 2023, 13:40

Йырланмаған йырым һин Повесть (5) Венер ИСХАҠОВ

Уҡытыусыһы нимә тип кенә әйтһә лә, Хәсән кире уйлай алманы. Был ваҡытта үҙен  атай булам тип бәхеттең етенсе ҡатында тойған мәле ине. Улдарының ҡапыл ғына өйләнәм тип ҡайтыуына атай-әсәһе лә аптырап ҡалды. Әле ағаһы кәләш алмаған, апаһы ла кейәүгә сыҡмаған.

Йырланмаған йырым һин Повесть (5) Венер ИСХАҠОВЙырланмаған йырым һин Повесть (5) Венер ИСХАҠОВ
Йырланмаған йырым һин Повесть (5) Венер ИСХАҠОВ

Һуңғы араларҙа Йәүҙәт Юнир улын  уҡыусыһының дәрестәргә илке-һалҡы йөрөүе  борсой башланы. Әллә йондоҙлоҡ ауырыуы йоҡтомо икән? Булыр ҙа. Конкурстарҙа бер-бер артлы еңеүҙәр яуланы. Телевизор экрандарында йыш ҡына уның йырҙарын бирә башланылар. Бер көн кафедрала радионы ҡабыҙғайны, халыҡ йырҙарын башҡарыусылар концерты бара. Бер аҙҙан алып барыусы: “Хәсән Вәлиев  башҡарыуында “Илсе Ғайса”ны тыңлағыҙ”, –   тигәс, барыһы ла һағайып ҡалды. Йәүҙәт Юнир улы радионың тауышын нығыраҡ асты. Хәсән йырлауында был йырҙы ишеткәне бар ине. Бөгөн нисек йырлар икән?

Аҙаштырған болан балаһылай,

Яңғыҙ башым ситтә интегәм.

Көндәрен дә төнөн йөрәгем яна,

Иҫемә төшһә тыуған илгенәм.

 

Йүгереп кенә мендем тау башына,

Ултырҙым да ҡара ташына.

Һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма,

Тарих яҙыр инем ташына.

 

Ҡара ҡытат елән, ай, иңемдә,

Ҡара ебәк билбау билемдә.

Башҡайҙарым ситтә йөрөһә лә,

Күңелдәрем тыуған илемдә.

 

Айҡай ҙа ғына сайҡай, таштар вата,

Һай кем, таштар вата,

Каруан да ғына һарай, ай, һалырға,

Һай кем, ай, далала.

 

Уҡыусыһының йырҙы урыны-еренә еткереп йырлауына ғорурланып ултырҙы Йәүҙәт Юнир улы. Йырҙы тыңлап бөткәс:

– Егет  оҫтара бит, – тине Зәримә Мөхәммәт ҡыҙы. – Йәшермәйем,  теге ваҡыт мин уның был кимәлгә етеүенә шикләнгәйнем.  Тауышы асылған. Бына бит кеше иткәнһең.

– Рәхмәт! Мин ул йырлап ебәргәндә үк тәбиғи тауышы барлығын тойғайным. Уҡытыусы өсөн иң кәрәкле сифат – уҡыусының тәбиғи тауышын табыу. Тәбиғи тауыш юҡ икән – йырсы юҡ, – тине үҙенән шаҡтай йәш уҡытыусыға тәжрибәле педагог.

Шулай ҙа Йәүҙәт Юнир улының күңеле тыныс түгел. Тәүге курстарҙа аҡыллы ғына йөрөгән егеттәр аҙаҡҡа табан ысҡына башлай. Сәнғәт тормошо үҙенсәлекле шул. Бәғзеләре телевизорҙан күренеп, кеше иғтибар итә башлаһа, гастролдәргә сыға, уҡыуын онота. Әбйәлилдән Сәғит исемле шәп егет бар ине. Тик шул концерт менән мауығып, ҡыуылып ҡуйҙы. Һуңынан бөтөнләй уҡырға килеп торманы. Ниндәй талант әрәм булды.

Дәрестәре тамамланғас, Йәүҙәт Юнир улы училище ятағына барып, студентының хәлен белергә булды.

Тышта йәмле май айы. Бөтә тәбиғәт йәшеллеккә күмелгән. Ыуыҙ ғына ағас япраҡтарынан хуш еҫтәр аңҡый.

Күпте күргән уҡытыусы булараҡ яҙын йәштәрҙең һүлпәнләнеүен, дәрестәрҙе йыш ҡалдырыуын  үҙ тәжрибәһенән белә. 

Хәсән бүлмәһендә юҡ ине. Бергә йәшәгән егет:

– Ул бер нисә көн ҡайтҡаны юҡ, – тигәс, Йәүҙәт Юнир  улы:

– Ауылға ҡайтып киттеме әллә? – тип төпсөндө. Егеттәр “белмәйбеҙ” тигәнде аңлатып, баш һелкте.

– Бына нимә, егеттәр, – тине уҡытыусы егеттәргә етди ҡарап. – Нисек инде бер бүлмәлә йәшәгән дуҫығыҙҙың ҡайҙа булыуын белмәйһегеҙ? Бәлки, уға берәй ярҙам кәрәктер? Бәлки, дауаханала яталыр. Былай ярамай, хәҙер үк эҙләргә сығығыҙ, табығыҙ. Бына нисәнсе көн дәрескә йөрөмәй. Был бик насар хәл, алда зачеттар, имтихандар  тора. Иртәгә мотлаҡ дәрескә килһен.

Әлбиттә, бүлмәләш егеттәре Хәсәндең ҡайҙа йөрөүен белә ине. Тик нисек инде оялмай, ул бер ҡыҙ менән дуҫлашты, тип әйтәһең. Иртәгеһен Хәсән училищеға  барғас, тура уҡытыусыһының кабинетына инде. Үҙенең ғәйебен белгәнгә лә ишетелер-ишетелмәҫ һаулыҡ һорашты.

– Әйҙә, ултыр, Вәлиев, һинең менән егеттәрсә һөйләшеп алаһы бар, – тине Йәүҙәт Юнир улы Хәсәнгә ҡарап. Хәлдәр нисек? – Уҡытыусы тәүҙә атай-әсәһе, ғаиләһе менән ҡыҙыҡһынды. Егеттән ыңғай хәбәрҙәр ишеткәс: – Яҡшы, тимәк, һинең һәйбәт уҡыуың өсөн барлыҡ шарттар бар, борсолорлоҡ урын юҡ, – тине. – Шулай булғас, һин ни эшләп дәрестәрҙе йыш ҡалдыраһың? Башҡа уҡытыусылар ҙа зарлана. Бының берәй сәбәбе бармы әллә? 

Хәсән апаруҡ ҡына өндәшмәй ултырҙы ла:

– Мин өйләнергә булдым, – тине. – Был мәлдә егет үҙе уңайһыҙланыуҙан ҡып-ҡыҙыл булды. Баҫалҡы, бығаса уҡыусыһының ҡыҙҙар менән сыуалғанын күрмәгән уҡытыусы был һүҙҙән, әллә яңылыш ишеттәме, тигәндәй, аптырап ҡалды.

– Өйләнәһең? – тип ҡабатлап һораны. – Ярай, өйләнәһең, ти,  әле берәүгә лә өйләнгәс, дәрескә йөрөмәҫкә тигән ташлама юҡ. Өйләнәм, тиһең инде? Әле һиңә нисә йәш әле?

– 19

–  Ҡабаланаһың түгелме? – Уҡытыусы Хәсәнгә киҫәтеүле ҡараны. – Һиңә әле училищены бөтөргә, һуңынан институтҡа инергә кәрәк. Ярай әле яңғыҙ башың. Ә бит өйләнгәс, мәшәҡәттәр арта. Ғаиләне лә ҡарарға, дәрестәргә лә өлгөрөргә кәрәк. – Ғүмер буйы йәштәр менән эшләп, күпте күргән  тәжрибәле  уҙаман һәләтле уҡыусыһының артабанғы яҙмышын хәстәрләүҙән ине был. Шуға ла ул Хәсәнгә текләп ҡарап: –Ныҡлап уйланыңмы һуң? – тип һораны.

– Эйе.

–  Ә мин әлегә ашыҡмаҫҡа кәңәш итер инем. Беренсенән, һин әле йәш, уҡып бөтөргә лә кәрәк. Кәләш ҡасмаҫ әле. Әгәр ярата  икән, диплом алғаныңды көтөр.

–  Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ.

Уҡытыусыһы башын һелкте:

– Буласаҡ килен балаҡай ҡайҙа уҡый һуң?

– Уҡымай, эшләй.

– Кем булып?

– Һатыусы!

–Һатыусы?! – Йәүҙәт Юнир улы ҡабатлап һораны.

– Эйе.

– Эй, ҡустым! – Педагог ауыр һуланы. – Мин, әлбиттә, уны кәмһетергә теләмәйем. Әммә һиңә үҙеңә тиңерәк, сәнғәтте аңлаған кешене һайларға тәҡдим итер инем. Мәҫәлән, йырсыларға үҙҙәренең музыканты булыу мөһим. Артистың ярты уңышы яҡшы музыканттан тора. Ана, музыка бүлеге тулы сибәр, талантлы ҡыҙҙар. Сәнғәт кешеһенең уңышы, үҫеше ғаиләһенән, уны аңлаған кешеһенән тора.

 – Ул сәнғәтте яҡшы аңлай. Йырлағанымды ярата.

  – Эй, ҡустым, ҡустым, йыр яратыу ғына әле сәнғәтте аңлау, һине яратыу  тигәнде аңлатмай.  Аңлайым, теге конкурстан һуң күп кеше һине таный, кемдәрҙер ғашиҡ та булғандыр. Ул ғәҙәти хәл. Бәлки, ул һинең йырыңа ғына ғашиҡтыр. Бәлки, быны ул ҡыҙ үҙе лә аңламайҙыр.  Бөтәбеҙ ҙә йыр тыңларға яратабыҙ. Шулай күпме кешенең ауыҙы беште. Күпме артист ҡыҙ балаһын яңғыҙ үҫтерә, күпме егет янды. Ярай ҙа ул ҡатын-ҡыҙ юғалып ҡалмай, улар барыбер балаһын ҡарарға, яратҡан һөнәре буйынса эшләргә көс таба. Ә  ир заты  бит ҡайғыһынан шешәгә үрелә торған. 

Унан бер уҡыусыһы менән булған ваҡиғаны һөйләне.

   –  Зөлфиә исемле бер ҡыҙ уҡырға килде. Эй, талантлы, эй сибәр ине. Училищенан һуң институтҡа инде. Уҡып бөтмәҫ элек үк бер хәрби кешегә сыҡты, балалары тыуҙы. Ярай, барыбер уҡыуын уңышлы тамамланы. Ире бөтөнләй сәхнәгә сығыуҙан тыйҙы, һандуғасты ситлеккә бикләне. Ниндәй талантлы бала ине. Күптән түгел үҙен күрҙем, ваҡытында дөрөҫ әйткәнһегеҙ икән, ни эшләп тыңламаным икән тип үкенә. Эй, күптәр сәнғәт кешеләренең тышҡы күркәмлегенә ғашиҡ. Ә уның һөнәре хаҡында уйлап  та бирмәй. Мәҫәлән, күпселек кеше эшкә иртән бара, кис ҡайта. Ә бит йырсыларҙың шөғөлө бөтөнләй башҡаса. Бөтә халыҡ эштән ҡайта, ә һин концерт бирәһең. Төн урталарында ғына тамамлана эше. Кем ҡатынының йә иренең төн уртаһында ҡайтҡанын ярата! Бик һирәктәр генә. Ә гастролдәр... Ситтән ҡарағанда ғына артист кешеһе менән күңелле кеүек тойола. Шулай ҙа, ҡустым, ныҡлап уйла, үкенерлек булмаһын. Һин талантлы егет, һинең был талантың үҙеңдеке генә түгел, халыҡтыҡы.  Үҙеңдең йыр-моңдарың менән халыҡты тәрбиәләргә, күңелен күрергә тейешһең…

Уҡытыусыһы нимә тип кенә әйтһә лә, Хәсән кире уйлай алманы. Был ваҡытта үҙен  атай булам тип бәхеттең етенсе ҡатында тойған мәле ине. Улдарының ҡапыл ғына өйләнәм тип ҡайтыуына атай-әсәһе лә аптырап ҡалды. Әле ағаһы кәләш алмаған, апаһы ла кейәүгә сыҡмаған.

– Улым, әле һиңә уҡып бөтөргә кәрәк, – тигәйнеләр:

– Күптәр студент саҡта уҡ өйләнә, – тип яуабын да тапты. – Хатта бала ла үҫтерәләр.

– Ярай, шулай иҫәр саҡта өйләнеп ҡалғаны яҡшы, – тине туғандары. – Һуңынан беҙҙеке кеүек йөрөр. Утыҙҙы уҙҙы, әле һаман кәләш алырға уйламай ҙа.

Ысынлап та, ҡалала әллә ни күҙгә ташланып бармаһа ла, кәләш алмаған егеттәр менән ауыл тулған. Ҡайһы бер өйҙәрҙә хатта икәү, өсәү. Илле, алтмыш йәшкә еткәндәре бар…

 

ххх

 

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас