

Айгөл Тимурҙың саҡырыуын күптән көтә ине. Телеграмма алыу менән юлланды. Һағыныуы баштан ашҡайны, тиҙерәк һөйгәне менән күрешкеһе килде. Поезда барғанда, осрашыу минуттарын еткерә алмай, урынында саҡ сыҙап ултырҙы. Электричканың аҙым һайын туҡтауына йәне көйҙө, тимер юл буйлап тороп йүгерерҙәй булды. Вагондағы кешеләр уны үтәнән-үтә күреп тора, уйҙарын белә төҫлө тойолдо, армияға китергә йыйыныусы егете янына ашҡынғаны өсөн түҙемһеҙлектә ғәйепләгән һымаҡ ине. Аптырап ҡулына китап алды, ләкин уҡығандары аңына барып етмәне. Өҫтәүенә, билет тикшергәндә көлкөгә ҡалды. Билетын ҡайҙа тыҡҡанын онотҡан да ҡуйған, штраф түләргә янсығынан аҡса алғанда килеп сыҡты.
Тимурҙы армияға алалар. Ике йыл буйына осрашмайынса нисек түҙерҙәр? Әле бына дүрт айына саҡ сыҙаны, һағыныуҙарҙан һарыларға һабышып бөтә яҙҙы. Хат алышып тороуын торорҙар ҙа ул. Хат — хат инде, уға бөтәһен дә яҙып бөтөп булмай, күҙгә-күҙ ҡарашып серләшеүгә ни етә! Унан килеп, егеттәр хат яҙырға әүәҫ тә түгел. Тимур ҙа шулай. Айгөлдөң табаҡ-табаҡ хаттарына ике-өс һүҙ яҙа ла ебәрә.
Тәүҙә Айгөл Илсекәйгә барыуҙан ҡырҡа баш тартты. Өфөлә генә оҙатып ҡалырға булғайны, Тимур өҙмәне лә ҡуйманы. «Унда әллә осраша алабыҙ, әллә юҡ, мотлаҡ кил, килмәһәң, үҙем барып алам. Өфө юлында ғына йөрөй беләбеҙ. Атайым менән әсәйемдең дә буласаҡ килендәрен бик күргеһе килә. Һеңлем дә еңгәһенән бүләк көтә», — тип яҙғас, күнде.
Мәктәп-интернатта шау-шыу ҡубармаһалар, был көндәрҙә бергә уҡып йөрөгән булырҙар ине. Бергә белем алырға яҙмағандыр инде. Дөрөҫ, Айгөл әле лә Өфөлә, көҙгә кире баш ҡалаға килде. Тимурҙы ла саҡырғайны, тегеһе ризалашманы.
Берәй йыл ауылда торорға, әсәһенә ярҙам итергә, һуңынан уҡырға китергә уйлағайны Айгөл башта. Әсәһе лә хуплағайны ҡыҙының был аҙымын: «Яңғыҙыма донъя көтөүҙәре ҡыйын. Бергә-бергә еңелерәк булыр. Мәктәп тирәһенән эш белешеп ҡарамайһыңмы?» Һуңынан кире уйланы. Көтмәгәндә әсәһе кейәүгә сыҡты ла ҡуйҙы. Бынан бер йыл самаһы элек Шәмғол ағайҙың ҡатыны ауырып үлгәнен Айгөл ишеткәйне. Ләкин элекке уҡытыусыһының үҙенең үгәй атаһы булырын уйына ла килтергәне юҡ ине.
Бер көндө әсәһе иртәнге һауындан ҡайтҡас бешеренергә-төшөрөнөргә тотондо, ҡыҙына өйҙө йыйыштырырға ҡушты. Айгөл йоҡонан торғас та өйҙө ялт иттереп йыйыштырып ҡуйғайны, аптырап әсәһенә ҡараны. Тегеһе һүҙенән ҡайтманы: «Ҡушҡанды үтә». Әсәһе шифоньерҙан әрлегә генә кейә торған күлдәген алды, малайҙарҙың өҫ-башын алмаштырҙы, халаттан ғына йөрөп ятҡан Айгөл дә кейенергә мәжбүр булды. Төшкә табан, улы менән ҡыҙын етәкләп, Шәмғол ағай килеп инде. Сәй эскәс, балалар уйнарға сығып китте. Айгөл дә урынынан ҡуҙғалғайны, сабыр итергә ҡуштылар.
— Ҡыҙым, атайыңдың вафатына байтаҡ булды инде. Былтыр Шәмғол ағайыңдың да ҡатыны үлеп китте. Беҙ... — тине лә әсәһе Шәмғол ағайға күтәрелеп ҡараны: «Артабан үҙең дауам ит».
Тегеһе, әсәһе һымаҡ, наҙланып торманы, ярҙы ла һалды:
— Мин һинең әсәйеңә яусы булып килдем.
— Үҙегеҙ беләһегеҙҙер инде... — Балаларын эйәртеп Шәмғол ағай килеп ингәс тә нимәлер һиҙенгән Айгөлдөң яуабы шул булды. Башҡаса ни әйтһен инде. Күңеле тулышҡайны, тиҙерәк сығып китеү яғын ҡараны.
Ваҡытын бушҡа уҙғарманы Айгөл. Әсәһенә сөгөлдөр биргәйнеләр, шуны уташты. Ашлыҡ бешкәс, ырҙын табағына эшкә йөрөнө. Китаптар уҡыны, илһам килгәндә ҡулына ҡәләм алды. Көҙ етеп, тиң-тоштары таралыша башлағас, ауылдан китергә булды. Әсәһе лә, үгәй атаһы ла ҡаршы килмәне. Хәҙер әсәһе ҡыҙының ярҙамына мохтаж түгел ине.
Пропискаһыҙ, бер ниндәй һөнәрһеҙ Өфөлә эш табыу еңел булманы. Был юлы ла Шәмғол ағаһы ярҙам ҡулын һуҙҙы. Таныш-тоноштары аша заводҡа эшкә урынлаштырҙы, дөйөм ятаҡтан урын алып бирҙе...
Уйланып килә торғас ойобораҡ киткән Айгөл шау-шыуға күҙҙәрен асты. Баҡһаң, вагондағы халыҡ тамбурға сыға башлаған икән; станцияға етеп киләләр, күрәһең.
Тимер юл станцияһына етеү генә илсекәйҙәр өсөн ҡайтып еттем тигән һүҙ түгел әле. Поездан төшкәс, автобусҡа күсеп ултырырға кәрәк. Ул яғына нисек барырға Тимур өйрәткәйне. «Ялға ҡаршы беҙҙең яҡҡа ҡайтыусы күп була, — тигәйне ул һуңғы хатында. — Автобустан ҡала күрмә берүк. Электричканан төшкәс тә туҡталышҡа йүгер. Автобусҡа ултыра алмай ҡалһаң, төндө һыуыҡ вокзалда үткәрергә тура киләсәк. Икенсе автобус иртән генә була. Борсолма, быларын һин белеп торһон өсөн генә яҙам. Донъя хәлен белеп булмай бит. Нисек тә үҙем ҡаршы алырға тырышырмын. Алдан өсөнсө вагонға ултыр».
Станцияға яҡынлашҡас, Айгөл хафаға төштө: «Ҡаршыларға килдеме икән? Килмәһә, нисек автобусҡа ултырырмын? Әллә бөтә вагон сығырға йыйына инде?» Поезд туҡтар-туҡтамаҫтан, халыҡ ишеккә ябырылды. Төшкән бере, рельстарҙы һикерә-һикерә ашатлап үтә лә, әҙәм буйы тәҙрәләренән бөләңгерт яҡтылыҡ төшкән һоро бина артындағы күҙ төрткөһөҙ ҡараңғылыҡҡа йүгерә-атлай инеп юғала. Айгөл перронға аяҡ баҫырға ла өлгөрмәне, кемдер уны ығы-зығы килгән халыҡ араһынан һөйрәп алды ла, һығып ҡосаҡланы: «Айгөлөм!» Егеттең ҡояшта янып ҡаралған йөҙөн күргәс, ҡыҙ борсолоуҙарын, һағыштарын бер юлы онотоп, еңел һуланы: «Тимур!» Улар иҫтәренә килгәндә поезд китеп, перрон бушап ҡалғайны инде.
— Автобус китә күрмәһен, — тине Айгөл, тирә-яғына ҡаранып алғас.
— Нимәгә беҙгә автобус! Мин һине үҙем күтәреп алып ҡайтасаҡмын.
Тимур көтмәгәндә Айгөлдө еңел генә күтәреп алды ла уң битенән супылдатып үпте.
— Алабарманланма!
Айгөлдө ергә баҫтырғас, Тимур бер яҡ ҡырҙа торған егеткә һүҙ ҡушты:
— Илдус, таныш бул: Айгөл.
Уртаса буйлы, киң яурынлы егет ауыҙындағы сигаретын һүндерҙе лә һөйләнә-һөйләнә килеп күреште:
— Тимурҙың йәй буйы теленән дә төшөрмәгән Айгөлө һеҙ булаһығыҙмы ни әле. — Ул ҡыланып башын эйҙе. — Һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын.
— Телеңә күп һалынма, тиҙерәк ҡайта һалайыҡ. — Тимур ашыҡтырҙы.
— Ҡара-ҡара! — Илдус бырх итеп көлдө. — Сәғәт буйы үбешеп торҙолар ҙа, хәҙер килеп, өйө иҫенә төштө.
«Нива» менән килгәндәр икән, әйтәм ҡабаланманылар. Тегеһен-быныһын һөйләшеп килә торғас, оҙон юл да ҡыҫҡа булып тойолдо Айгөлгә.
— Клубҡа сығаһыңмы? — тип белеште машинанан төшөр алдынан Тимур Илдустан.
— Юҡ.
— Ниңә?
— Һуҡыр ҡалғым килмәй әле. Айгөлөңә кабинала көҙгө аша ҡарап килеп тә күҙҙәрем ҡамашып бөттө.
Өсөһө лә көлөп ебәрҙеләр.
— Шуҡ егет икән, — тине Айгөл, ул киткәс.
— Ашарға бирмә, һөйләнергә ҡуш инде уны.
Айгөлдө арҙаҡлап ҡаршыланылар. Тимурҙың һеңлеһе Илүзә хатта ҡосаҡлап алды. Ул Айгөлдөң биленә төшкән ҡара сәстәренә ҡыҙығып ҡараны.
— Юлдан арып килгән апайыңды ялҡытма, — тине Раҡыя апай ҡыҙына. — Бүлмәңә саҡыр, өҫтөн алмаштырһын.
Илүзәгә бүләк алырға әлдә башы еткән. Айгөл тотторған косметика наборына ҡыуанып бөтә алманы.
— Рәхмәт, еңгә! — Хатаһын шунда уҡ төҙәтә һалды үҙе. — Әй, апай... — Шул арала маҡтанырға ла өлгөрҙө: — Беҙҙең класта бындай набор берәүҙә лә юҡ. Эй күҙҙәре ҡыҙыр инде ҡыҙҙарҙың.
— Нисәнсе класта уҡыйһың?
— Һигеҙенселә.
— Артабан нишләргә уйлайһың?
— Кереп булһа, медучилищеға барырға ине иҫәп.
Бүлмәгә Раҡыя апай инде.
— Ҡыҙҙар, мунсаға барырға йыйынығыҙ. Тимур оҙаҡламаҫ, сығыр инде. Һеҙ ҡайтыуға аш та өлгөрөр.
Раҡыя апай табынды түр яҡҡа әҙерләгәйне. Һөйләшә-һөйләшә тамаҡ туйҙырҙылар.
— Һалдат бутҡаһы ашау — һәр егеткә фарыз, — тине Тимурҙың атаһы Ғарифйән ағай. — Беҙ йәш саҡта армияла булмаған егетте ҡыҙҙар кешегә лә һанамай торғайны. Ике йыл күп ваҡыт түгел, «һә» тигәнсе үтә лә китә ул. Шулай бит, әсәһе?
— Шулай, шулай, атаһы. Яңы ғына сәңгелдәктә илап ятҡан кеүек ине. Ни арала буй еткереп, инде һалдатҡа китергә әҙерләнә. Боронғолар хаҡлы: үткән ғүмер аҡҡан һыу менән бер.
— Унды бөткәс тә вузға инеп киткән булһағыҙ, ни әйтер инең дә бит. Юғары даирәләрҙә беҙҙең теш батмаған нәмәләр ҙә бар шул әле.
Ғарифйән ағай Айгөлдөң матбуғатта сыҡҡан әйберҙәрен дә күҙәтеп бара икән. Ошо арала йәй көнө ауылда яҙған бер хикәйәһен баҫтырғайны.
— Хикәйәңде яратып уҡыным. Телең матур, образдарың ҡойоп ҡуйған кеүек. — Ул уңайһыҙланыуҙан ҡолаҡ остарына тиклем ҡыҙарған ҡыҙға маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәне, кәңәштәрен бирергә лә онотманы. — Шулай ҙа тормош тәжрибәһе етеңкерәмәүе үҙен һиҙҙерә. Әкренләп уныһы ла булыр, йәшһең бит әле. Тик ҡәләмеңде ташлама... Элегерәк мин дә район гәзитендә мәҡәләләр баҫтырғылай инем. Хәҙер өлгөрөп булмай, әллә донъя баҫты, әллә ҡартайтыла.
Тимурҙар клубта оҙаҡ торманы. Үҙҙәрен умарта ҡорттары кеүек һырып алған егеттәр һәм ҡыҙҙар менән бер килке һөйләшеп торҙолар ҙа, тансылар башланғас, шыпырт ҡына сығып киттеләр. Уларҙың икәүҙән-икәү генә ҡалып серләшкеләре килә ине.
Быйыл ҡыш иртәләне. Ноябрь башында уҡ ҡар ятты. Яңы яуған йәш ҡарҙа аяҡ эҙҙәрен ҡалдырып, электр уттары менән яҡтыртылған төнгө урамдарҙы әйләнделәр. Аулағыраҡ урындарҙа туҡтап үбештеләр. Донъяларын онотоп, шулай бер ҡосаҡлашып торғандарында яндарынан бер ҡыҙҙы ҡултыҡлаған Илдус көлә-көлә үтеп китте:
— Ирендәрегеҙҙе йәлләгеҙ, күгәртеп бөтәһегеҙ бит!
— Телеңә һалынма! — тип ҡысҡырып ҡалды Тимур.
Өйҙәрҙә бер-бер артлы уттар һүнде, клуб яғынан ишетелгән музыка тауышы ла әкренләп тынды. Тимур менән Айгөл генә өйгә керергә ашыҡманы, төнгө һалҡын төшкәнен дә тоймай, серләшеп йөрөнөләр ҙә йөрөнөләр. Мәктәп йылдарын иҫкә төшөрҙөләр, класташтарын телгә алдылар.
— Гөлгөнәнең һөйләүе буйынса, күбеһе уҡырға кергән. Беҙ генә ауыҙ асып ҡалдыҡ, — тип көрһөндө Айгөл.
Тимур, туҡтап, уны ҡосағына алды, арҡаһынан ҡағып, һүҙһеҙ генә йыуатты. Һөйгәнен икеһенең дә күңелен өйкәгән ауыр уйҙарынан арындырырға теләп, һорау бирҙе:
— Гөлгөнә үҙе ҡайҙа уҡый?
— Тарих факультетының киске бүлегендә.
— Элеккесә һаман йыуанмы?
— Шул килеш. Аптырап, ҡайһы бер көндәрҙә ашамайынса ла ҡарайым, ярҙам итмәй, ти.
— Илгизде күргәнең бармы? Ясно Илгизде.
— Осратҡаным юҡ. Авиация институтында уҡый, тиҙәр.
Үҙҙәренең ҡапҡа төптәрендәге эскәмйәлә ултырғанда Тимур, көтөлмәгән хәбәр һөйләп ташлап, Айгөлдөң хәтерен ҡалдырҙы.
— Беләһеңме, Айгөл, повестка алғандан бирле әллә ни эшләнем ул мин, — тип башланы һүҙен төшөнкө тауыш менән. Ҡыҙ һағайҙы. — Үҙ-үҙемә урын тапмайым. Әлдә һин килдең әле, юҡһа хыялыйға һабыша инем.
— Ни булды һуң? — Айгөл иларға етешеп, егеттең күҙҙәренә төбәлде.
— Былай бер ниҙә булманы ла ул. Тик күңелемде нимәлер тырнай... — Тимур, башлаған һүҙен нисек ослап ҡуйырға белмәй, тотлоҡто. — Мин армияға киткәс, нимәлер булыр кеүек...
Әле генә ишеткәндәренән бер аҙға ғына шаңҡып ҡалған Айгөлдөң йөрәге сапсыны.
— Мине көтмәҫ тип ҡурҡаһыңмы әллә? — Күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты. — Мин һине ғүмерем буйына көтөргә лә риза! Аңлайһыңмы, риза!.. — Ҡыҙ өҙгәләнде. — Һөйөүемде нисек итеп иҫбат итәйем һуң? Нисек итеп ышандырайым?! — Айгөл Тимурҙы ҡуш ҡуллап муйынан ҡосаҡлап алды, башынан һыпырылып башлығы төшкәнен дә һиҙмәй, уны ҡайнар һулышы менән быуҙы. — Теләйһеңме, бөгөн үк ҡатының булам!
Тимур телдән яҙҙы.
— Һинең көтөрөңә ышанам мин. Уныһына шикләнмәйем... — тип һүҙҙәрен йотто ул. — Күңелгә шундай уйҙар килгәс, ни эшләйем һуң?
— Һөйләп дөрөҫ эшләгәнһеңдер, бәлки, — тине тыныслана төшкән Айгөл. — Юҡһа ике йыл буйы йәнеңә тыныслыҡ тапмаҫ инең.
— Ғәфү ит, Айгөлөм. — Тимур ҡыҙға башлығын кейҙерҙе. — Әйҙә, керәйек инде, юҡ-бар һөйләп өшөтөп бөтөрҙөм үҙеңде.
Улар өй ишеген асҡанда ауыл күптән тәрән йоҡоға талғайны. Раҡыя апай ғына һаман да плита тирәһендә урала.
— Ҡорһағығыҙ асҡандыр, сәй булһа ла эсегеҙ, — тип өҫтәлгә саҡырҙы ул. — Төнө менән сәксәк бешергән булғайным, уңдымы икән, ауыҙ итегеҙ әле.
— Эй, әсәй, бешергән әйберҙәреңде һағынып йөҙәрмен инде, — тине Тимур, ҡайнар сәй эсә-эсә.
Сәксәк Айгөлгә лә оҡшаны:
— Бигерәк тәмле, ашап туйғыһыҙ.
— Ашағыҙ, аша. Күп итеп бешерҙем, икегеҙгә лә юлға һалырмын, — тип ҡыҫтаны Раҡыя апай.
Ул иртәгеһен дә бешеренде. Айгөл дә тик торманы, ҡулынан килгәнсә ярҙамлашты. Раҡыя апай эш араһында уны маҡтап алырға ла онотманы.
— Илүзә менән үҙебеҙ генә өлгөрә алмаҫ инек, әлдә һин булдың әле.
Кискә, ҡунаҡтар йыйылыуға, табын һый-ниғмәттән һығылып тора ине. Илдусты аяҡсы итеп ҡуйҙылар. Ул беренсе тосты әйтеү өсөн һүҙҙе Ғарифйән ағайға бирҙе.
— Ни тип әйтәйем инде? — Ғарифйән ағай тамағын ҡырҙы. — Улым, иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайт. Беҙҙең йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермә.
Уның һүҙҙәрен Раҡыя апай йөпләне:
— Иптәштәрең менән тағы ла ошолай йыйылырға яҙһын.
Тимурҙың ата-әсәһе табында оҙаҡ ултырманы. «Үҙегеҙ генә күңел асығыҙ», — тинеләр ҙә кемгәлер ҡуна киттеләр.
Йәштәр иркенәйҙе. Илдустың телен сарлап ҡуйғандар тиерһең, был көләс йөҙлө, саф күңелле, тапҡыр һүҙле егет берәүгә лә күңелһеҙләнергә ирек бирмәне, табынды ауыҙына ҡаратып тотто: әле мәҙәк һүҙ һөйләп көлдөрҙө, әле йырлатып бейетте, ҡыҫҡаһы, әкәмәт артынан әкәмәт уйлап сығарҙы.
Ҡыҙҙар йырлап туҡтауға йәнә тел тирмәнен эшкә ҡушты.
— Йәмәғәт! Минең башҡа бик елле бер уй төштө бит әле. — Илдус табынды һөҙөп ҡарап сыҡты. — Әллә, мин әйтәм, ошо күркәм табынды йәштәрҙең, — ул Тимур менән Айгөлгә ымланы, — никах мәжлесенә әйләндерәбеҙ ҙә ҡуябыҙмы?
Табын йәнләнде:
— Ысынлап та! Ауыҙыңа бал да май!
— Донъяла була торған хәл.
— Пар килгәндәр, бер-береһе өсөн үлеп торалар. Ана бит, ауыҙҙарын ауыҙға терәшкәндәр, беҙҙә ҡайғылары ла юҡ.
Һорау бирҙеләр:
— Никахты кем уҡыр һуң? Мулла саҡырырға онотҡанбыҙ бит.
— Бында ул мулла. — Илдус сөйгә эленгән түбәтәйҙе кейеп алды, артҡа ҡайҡая биреберәк ултырҙы, ҡулдарын тубыҡтарына һалды. — Йәмәғәт, тауыш! Алланың рәхмәте менән башлайбыҙ. — Табын тына төшкәс, ул Айгөлгә күтәрелеп ҡараны. — Атайыңдың исеме кем әле?
Айгөл урынына Тимер яуап бирҙе:
— Дауыт.
Илдус башын Айгөл яғына борҙо.
— Һин, Дауыт ҡыҙы Айгөл! Ғарифйән уғлы Тимурға хәләл ефетлеккә риза булып бараһыңмы?
Ҡыҙ өндәшмәне.
— Молчание — знак согласия. Хуш... — Илдус ҡарашын Тимурға күсерҙе. — Һин, Ғарифйән уғлы Тимур! Дауыт ҡыҙы Айгөлдө хәләл ефетлеккә ҡабул итеп алаһыңмы?
— Алам! — тине Тимур, көлөп.
— Хуш... Йәштәрҙең шаһиттар алдында биргән һүҙҙәрен доға менән нығытып ҡуяйыҡ. Аллаһы тәғәлә шулай ҡуша. — Илдус ҡулдарын бит тәңгәленә күтәрҙе. — Бисмиллаһир-рахманир-рахим...
Түҙмәне Илдус, үҙ ҡыланышынан үҙе ауыҙ йырҙы.
— Бөтөрөп ҡуй инде, — тип шаулашты егеттәр һәм ҡыҙҙар.
— Ҡайҙан беләйем мин уны, быныһын да өләсәйемдән генә өйрәнгәйнем. Йә Раббым! Был йәштәргә тигеҙ мөхәббәт бир. Амин. — Илдус аяғүрә баҫты. — Йәмәғәт, кемдәр Тимур менән Айгөлгә бәхет теләй, рюмкаларын күтәреүҙәрен һорайым.
— Горько!
Егеттәрҙән кемдер урыҫсалап ҡысҡырған был һүҙҙе башҡалар күтәреп алды:
— Горько! Горько! Горько!
Тимур урынынан торҙо, Айгөл ҡуҙғалманы, оялып, ҡулдары менән битен ҡапланы. Урыҫ йолаһы үтмәне.
— Булманы, ҡапыл һөрәнләп кәләштең ҡотон алдығыҙ.
Табын үҙ яйына дауам итте. Аяҡсы көтмәгәндә Айгөлдән һүҙ әйтеүен һораны.
— Ҡайҙан ҡайҙа килеп, һүҙ ҙә әйттермәнеләр, тип үпкәләп ҡайтып китерһең йә, — тине Илдус уға ирәүәнләнеп.
— Йырлаһам яраймы?
— Бик мәслихәт. — Аяҡсы ризалығын бирҙе.
Шау-шыу баҫылды, барыһы ла иғтибарын Айгөлгә йүнәлтте. Күңелдәрҙе әсир итеп, өйҙә моңло йыр ағылды. Тауышы артыҡ көслө булмаһа ла яғымлы ине Айгөлдөң.
Беҙҙең урам — матур урам,
Теҙелеп киткән аҡ ҡайын.
Шул ҡайындарға ҡарайым,
Һине һағынған һайын.
Бейек тауға менгән саҡта
Таянырһың миләшкә.
Таянырһың да иларһың,
Мин булмамын ул саҡта.
Өҫтәлдәрҙә һары лимон,
Һары май тиһеңме әллә.
Уйнап-көлөп йөрөгәс тә
Һағынмай тиһеңме әллә.
Айгөлдөң үҙенә төбәп йырлауын Тимур ғына түгел, башҡалар ҙа төшөнгәйне инде.
Ҡыҙҙар Айгөлдө һырып алды.
— Бигерәк матур йыр, бер ҙә ишеткәнебеҙ юҡ ине. Ҡайҙан өйрәндең? Әллә үҙең сығарҙыңмы? — тип һорауға күмеп ташланылар.
— Халыҡ сығарған йыр ул, — тине Айгөл, ҡыҙҙарҙың йырҙы оҡшатыуына күңеле булып. — Әсәйемдәр йәш ваҡыттарында киске уйында йырлаған.
Егеттәр тәмәке тартырға сыҡҡас, көйөн отабыҙ тип, Айгөлдө ҡат-ҡат йырлаттылар, һүҙҙәрен яҙып алдылар. Йыр, кешеләргә йоҡо маҙаһы бирмәй, Илсекәй урамдарында оҙаҡ яңғыраны был төндә.
Улар клубтан урап ҡайтҡанда, табын йыйыштырып ҡалған Илүзә, эшен бөтөрөп, ҡайҙалыр сығып киткәйне.
— Танауына иртә еҫ кергән минең һеңлекәштең, — тине Тимур, асыуланып. — Әсәйемдәр өйҙә булһа, былай иркенләй алмаҫ ине.
— Клуб тулы бала-саға, шулар менәндер, — тине Айгөл, уны тынысландырып.
— Ҡайтһын ғына, ҡолағын борам. Шығырлатып. Мин армиянан йөрөп ҡайтҡансы онотолмаҫлыҡ итеп.
Тышта һалҡынайтҡайны. Өҫтөндә йоҡа ғына пальто булғанлыҡтан, Айгөл өшөнө, шуға тиҙерәк йылы юрған аҫтына сумыу яғын ҡараны. Тимур, мыштыр-мыштыр килеп, залдағы шифоньерҙа ҡутарынды. «Юлға әҙерләнәлер», — тип уйланы Айгөл.
Бер аҙҙан уның янына Тимур килеп инде. Ҡулдарын артҡа йәшергән, йөҙө май ҡояшылай балҡый.
— Йоҡламаныңмы әле?
— Юҡ. — Ҡыҙ тороп ултырҙы, юрғанын түшенә табаныраҡ тартты. Тимур карауат ситенән урын алды.
— Бирмәй онотоп китә яҙғанмын бит, ахмаҡ! — Ул иң элек үҙен әрләп алды, шунан үҙенә аптырап ҡарап торған Айгөлдөң усына алтын алҡалар һалды. — Һиңә алғайным, оҡшаймы? Ҡаштары зәңгәр, һинең күҙҙәрең һымаҡ.
— Рәхмәт, ҡәҙерлем! — Айгөл Тимурға үрелде, түшенә тартҡан юрғаны шыуып төштө. Һөйгәненең нәфис аҡ күкрәктәрен күреп, Тимурҙың бер мәлгә генә башы әйләнеп китте. Ул, үҙен-үҙе онотоп, ҡыҙҙың ҡуйынына сумды, уны иркәләүҙән бығаса бер ҡасан да татып ҡарамаған ләззәт алды. Туҡтауһыҙ бышылданы: — Айгөлөм, Айгөлөм минең!.. Берҙән-берем!..
— Иҫергәнһең, урыныңа барып ят. — Айгөл егетте ситкә этте. — Йә берәйһе килеп керер.
Тимур теләр-теләмәҫ кенә тороп ултырҙы. Айгөл тиҙерәк юрғанға төрөнә һалды, ҡулдарын ярһып типкән йөрәгенә баҫты.
— Иҫерек? — Тимур уға яратып ҡараны. — Араҡынан түгел, һинең менән осрашыу шатлығынан иҫерҙем. Яныңда әҙерәк кенә ятып торайым әле, Айгөлөм?
Ҡыҙ егетте ҡыуҙы:
— Кит!..
— Никах уҡынылар бит инде...
— Илдустың шаяртҡанын ысынға алдыңмы әллә? Бына бер иҫәр.
Шул ваҡыт тупһала аяҡ тауыштары ишетелде. Илүзә ҡайтҡайны...
Армияға алыныусыларҙы район үҙәгенә клуб янынан автобус алып китергә тейеш ине. Тимур ата-әсәһе менән өйҙә хушлашты, сығып йөрөмәҫкә ҡушты.
— Әсәй, һин барыбер иларһың инде, шунан миңә лә ҡыйын булыр. Күҙ алдымдан илағаның китмәҫ, — тине. — Илүзә менән Айгөл оҙатып ҡалған да еткән.
Клуб янында кеше күп: аяҡтан баҫҡан, ултырып шыуған бөтәһе лә йыйылған. Үҙенә әллә ҡайҙан саҡырып, дәртле бейеү көйө яңғырай. Армияға китеүселәрҙе бейетәләр икән. Килеп етеү менән, Тимурҙы ла саҡырҙылар. Ул рюкзагын Илдусҡа тотторҙо ла, түңәрәккә төшөп китте. Ҡулдарын һелтәй-һелтәй дәртләнеп бейегән Тимурға ҡарап, Айгөлдөң күҙҙәре йәшләнде.
— Әллә иларға итә инде? — Илдус көлдө. — Һинең кеүек, бер ҡыҙ илай-илай егетен армияға оҙата икән. Егете: «Илама, бәғерем! Ике йылдан ҡайтам бит», — тип йыуата, ти. Ҡыҙы: «Мин һин киткәнгә иламайым, аяғым өшөгәнгә илайым», — тигән, ти. Әллә һинең дә аяғың өшөнөмө?
Айгөл көлмәҫ еренән көлдө.
— Һин бер ҡасан да бойоға белмәйһеңдер ул, — тине ул Илдусҡа. Тегеһе шуҡ ҡына күҙ ҡыҫып алды ла йәнә телгә һалышты:
— Егете армияға китер алдынан ҡыҙынан һорай ти: «Көтөрһөңмө?» Ҡыҙы: «Көтөрмөн, өсәүләп көтөрбөҙ», — тип ҡалған, ти.
Автобус килде. Халыҡ армияға китеүселәр менән хушлаша башланы. Тимур үҙен уратып алған егеттәр һәм ҡыҙҙарҙың һәр береһе менән ҡул биреп һаубуллашты. Һеңлеһен ҡосаҡлап, арҡаһынан дөпөлдәтеп һөйҙө:
— Мин ҡайтыуға ҙур булып үҫеп тор.
— Ярар, ағай. Һау бул!
Иң һуңынан Тимур Айгөл янына килде. Илдус артына боролоп баҫты:
— Йәштәрҙе оялтмағыҙ, баштарығыҙҙы ситкә алығыҙ.
Маңлайына төшкән бүркеһен күтәрә биргәс, Тимур ҡулдарын Айгөлдөң яурындарына һалды, күҙҙәрен тултырып, һөйгәненә баҡты. Шулай күпмелер күҙгә-күҙ ҡарашып торғас, Айгөлдөң ирендәренән һурып үпте лә, Илдустың ҡулынан рюкзагын алып, халыҡты йыра-йыра автобусҡа йүнәлде. Автобус ҡуҙғалғас, тәҙрәгә башын тығып, ҡулын болғай-болғай ҡысҡырҙы: «Хушығыҙ!»
Төштән һуң Айгөл китергә йыйынды.
— Әллә бер-ике көнгә ҡалаһыңмы, ҡыҙым? — тине Раҡыя апай. — Икегеҙ бер юлы киткәс, өйҙә бер йәм дә ҡалмаҫ бит әле.
Теләһә лә ҡала алмай ине Айгөл. Дүшәмбе көн — эшкә.
— Хәҙер юлды беләһең, килеп йөрө. Илүзә лә үҙеңде яратты, — тип оҙатып ҡалды Ғарифйән ағай менән Раҡыя апай.
3