Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Сентябрь 2023, 17:05

Аҙашҡан болан балаһы Повесть (3) Факил МЫРҘАҠАЕВ

Аҡылы ышанһа ла, күңеле менән ышана алманы Айгөл, шуға өмөтөн өҙмәне. Хәбәрһеҙ юғалыу — үлгән, тигән һүҙ түгел бит әле тип, үҙ-үҙен йыуатты, тиҙерәк бөтәһе лә асыҡланырына ышанып йәшәне.

Аҙашҡан болан балаһы  Повесть (3)  Факил МЫРҘАҠАЕВАҙашҡан болан балаһы  Повесть (3)  Факил МЫРҘАҠАЕВ
Аҙашҡан болан балаһы Повесть (3) Факил МЫРҘАҠАЕВ

3

Хаттар...

Уның йөрәк йылыһын алып килгән хаттар.

Күңелгә бөтмәҫ-төкәнмәҫ йыуаныс биргән хаттар.

Айгөл уларҙың һәр береһен көтөп ала, ике тамсы һыу кеүек, бер-береһенә ныҡ оҡшаш, ҡыҫҡа булһалар ҙа ҡат-ҡат уҡый. Һалдаттағы кеше ни яҙһын инде. «Иҫән-һаумын, хеҙмәтем бер көйө генә бара. Һине һағынам». Ата-әсәләренән хат алһа, уларҙың хәл-әхүәлен теҙеп яҙа. Һуңғы хатында Тимур фотоһын да һалғайны. Бергә хеҙмәт иткән бер урыҫ егете менән төшкәндәр. Йөҙө тартылыбыраҡ киткән, әрме хеҙмәте — майлы бутҡа ашау түгел шул. Хаты, элеккеләре һымаҡ, ҡыҫҡа: «Әлегә хат яҙмай тор. Беҙҙе икенсе ергә күсерергә тейештәр. Минән оҙаҡ хәбәр килмәй торһа, борсолма. Барып урынлашҡас та яңы адресымды ебәрермен».

Вәғәҙә ителгән хат оҙаҡланы. Айгөл ни уйларға ла белмәне. Илдең бер сигенән икенсеһенә күсенһәләр ҙә, айҙар буйы йөрөмәҫтәр бит инде. Картаны әлегә онотмаған. Әллә миңә килгән хаттарҙы берәйһе алып торамы, тип тә шикләнеп бөттө. Улай тиер инең, әсәһе яҙғандарҙың береһе лә юғалғаны юҡ.

Зарығып көткән хат ике айҙан һуң ғына килде. Ул Афғанстандан яҙылғайны.

«Сәләм алыҫтан.

Һаумы, Айгөлөм?

Һиңә яңы адрес менән хат яҙам. Күсенеүебеҙ хаҡында алдан хәбәр итһәләр ҙә, ҡайҙа китеребеҙҙе һуңғы көнгә ҡәҙәр сер итеп тоттолар. Самолетҡа ултырыр алдынан ғына әйттеләр. Гриша менән юлдарыбыҙ айырылды. Икәү бергә төшкән фотобыҙҙы һалғайным, алдыңмы? Айырым самолеттарға тура килдек. Бик һәйбәт егет ине, йүнләп хушлаша ла алманыҡ. Ул Төмән ҡалаһынан. Армиянан ҡайтҡас, бер-беребеҙгә ҡунаҡҡа барышырға һөйләшкәйнек. Уның да һөйгән ҡыҙы көтөргә вәғәҙә биреп ҡалған.

Бындағы тәбиғәт миңә оҡшаманы, ҡайҙа ҡарама — тау ҙа таш, ҡом бураны. Төндәр ҡыҫҡа, сәғәт иртәнге биштә таң ата. Ҡыш булмай, ҡар яумай, тиҙәр.— Ҡайһы бер һөйләмдәр икенсе ҡара менән әҙәм танымаҫлыҡ итеп һыҙылғайны. Айгөл хаттың цензура аша үткәнен башына ла килтермәне, Тимур үҙе төҙәткәндер, тип уйланы ла ҡуйҙы.— Афғандарҙың өйө балсыҡтан һалынған. Зыяраттарында таштар ғына, бүтән билдә юҡ. Ә уңышты ике тапҡыр йыялар. Тауҙарҙа гранат, әфлисун, башҡа емеш-еләк үҫтерәләр. Айгөл, бында килгәс, шуны белдем: беҙҙең сыйырсыҡтар Афғанстанда ҡышлай икән. Ғәжәп бит, ә?

Гел рейдҡа йөрөйбөҙ. Аҙыҡ-түлек, бензин тейәгән колонналарҙы оҙатабыҙ. Хаттарым оҙаҡлаһа, борсолма, был ваҡытта беҙ юлда булабыҙ. Бында күргәндәрҙе яҙып та, һөйләп тә бөтөрөрлөк түгел. Ҡайтҡас, бер иркенләп һөйләрмен әле.

Үҙеңдең хәлдәр нисек? Беҙҙекеләрҙән (класташтар) кемдәрҙе күргәнең бар? Мине һораусылар булһа, сәләм әйт. Оҙон итеп хат яҙ. Һине үбеп ҡалам һәм дә хатыңды көтәм.

Тимур.»

Айгөл, йоҡлар йоҡоһон йоҡламай, төндәр буйы ултырып хаттар яҙһа ла, улар яуапһыҙ ҡалды. Был Тимурҙың Афғанстандан һалған беренсе һәм һуңғы хаты булды. Елеккә үтерлек һыуыҡтары, күҙ асҡыһыҙ бурандары менән теңкәгә тейгән оҙон ҡыш та үтте, күңелдәрҙе елкендереп сыуаҡ яҙҙар етте. Йылы яҡтан талпынып ҡоштар ҡайтты. Ләкин Афғанстандан ураған сыйырсыҡтар ҙа Тимурҙан сәләм килтермәне. Уларҙың тыуған яҡтарына китеүен белмәй ҡалдымы икән ни? Әллә рейдта йөрөп ҡалып, сәләм әйтергә өлгөрмәнеме? Шулайҙыр, юҡһа һөйгәнен хәсрәт уттарына һалып, ҡош телендәй генә хатҡа тилмертмәҫ ине. Уның Тимуры ундай егет түгел.

Гөлгөнә Айгөлдө түҙемһеҙлектә ғәйепләне.

— Сыбар йөрәк! Саҡ ҡына сабыр бул, хаты юлдалыр. Егерменсе быуат аҙағында феодализм хөкөм һөргән Афғанстанда почта йүнләп йөрөй тиһеңме әллә?

— Тарихты шәп беләһең икән.

— Юҡҡа тарих факультетында уҡыйымдыр шул, — тине Гөлгөнә әхирәтенең саҡ ҡына булһа ла күңелен күтәрә алыуына ҡыуанып. — Тимурҙың унда хеҙмәт итеүе файҙаға ғына буласаҡ. Афғанстандан ҡайтҡандарҙы уҡырға конкурсһыҙ алалар.

Кеше ҡайғыһы төштән һуң. Ҡара, ни һөйләгән була, үҙ башына төшһә, икенсе төрлөрәк һайрар ине лә бит, ярай, бәхетенән егете янында.

— Аталарына хаты бармы икән? — тине Гөлгөнә, бер килке уйланып ултырғас. — Белешмәнеңме?

Айгөлдөң күҙҙәре баҙлап китте: «Уларға яҙалыр, бәлки?» Тимурҙың ата-әсәһен онотҡан өсөн үҙ-үҙен битәрләне. Раҡыя апай: «Беҙҙе ташлама, килеп йөрө», — тип ҡалды ла баһа. Ә ул Яңы йыл менән ҡотлап открытка һалды ла — вәссәләм! Шунда уҡ хат яҙырға булғайны ла кире уйланы: «Ҡасан яуап килә әле». Иң яҡшыһы — шылтыратыу. Гөлгөнә менән эләгә-йығыла телеграфҡа сығып йүгерҙеләр. Унда Илсекәйгә түгел, хатта район үҙәгенә лә сыға алманылар — элемтә юҡ. Айгөл, бер дәрт иткәс, Илсекәйгә барып әйләнергә булды. Уның теләген Гөлгөнә лә хупланы: «Күптән кәрәк ине, әтеү йөрөйһөң шунда буҙлап, әҙәм ҡото алып...» Иртәгә ҡәҙәр көтөргә түҙемлеге етмәне Айгөлдөң, төнгө электричкаға сыҡты. Гөлгөнә: «Төнө менән йөрөмә, юлда ни булмаҫ», — тип ҡурҡытһа ла, ниәтенән кире ҡайтманы. Был минуттарҙа ул, ҡулынан килһә, һөйгәнен юллап Афғанстандың үҙенә үк сығып китергә әҙер ине. Мөхәббәт тауҙар аҡтарырға һәләтле, тип юҡҡа әйтмәйҙәр икән.

Ял көнө булғанлыҡтан, Ғарифйән ағайҙар өйҙә ине. Раҡыя апай, Айгөл ишектән килеп инеү менән ҡосаҡлап алды, түгелеп-түгелеп иланы. Ғарифйән ағайҙың, йәшкәҙәгән күҙҙәрен күрһәтмәҫ өсөн, башын ситкә бороуынан, Илүзәнең үҙенә мөлдөрәп ҡарап тороуынан, әле бер кем бер һүҙ әйтмәһә лә, Айгөл ниндәйҙер бер эске һиҙемләү менән Илсекәйҙә лә өмөтлө хәбәр ишетмәҫен аңланы.

— Тимурҙан бер хәбәр ҙә юҡ бит, — тине Раҡыя апай, күҙ йәштәрен һөртөп. — Дүрт ай була инде...

— Башта әллә ни борсолманыҡ. — Ғарифйән ағай үҙен тыныс тоторға тырышһа ла, күңеле төшөнкө ине. — Бөгөн килмәһә, иртәгә килер хаты тип, көттөк. Хаты урынына «Улығыҙ Афғанстанда хәбәрһеҙ юғалды» тигән белдереү ҡағыҙы алдыҡ.

— Юллап ҡараманығыҙмы һуң?

— Яҙмаған ерем ҡалманы, — тине Ғарифйән ағай, асырғанып. — Оборона министрына ла, Министрҙар Советы рәйесенә лә, халыҡ-ара ойошмаларға ла яҙҙым, береһе лә ҡалманы. Һөйләшеп ҡуйғандай, барыһы ла «ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ» тигәнерәк яуап ебәрәләр.

— Әйтерһең дә, шунан беҙҙең ҡайғыбыҙ еңеләйә. — Раҡыя апайҙың тағы күҙҙәре сыланды. — Үҙҙәренең балаларын бер ҙә ут эсенә ебәрмәйҙәрҙер әле.

— Күрше ауылда афған яуын үтеп ҡайтҡан бер егет бар. — Ғарифйән ағай һүҙендә булды. — Аптырап, шуның янына барҙым. Борсолмағыҙ, унан хаттар оҙаҡ йөрөй, тигән булды.

— Афғанстандан бер генә хаты килде. — Раҡыя апай Айгөлгә конверт тотторҙо. — Фотоһын унда китмәҫ борон һалғайны.

— Был фотоһын миңә лә ебәргәйне.

— Әсәһе, сәй ҡуяһыңмы әллә? — тине Ғарифйән ағай ҡатынына. — Айгөлдөң тамағы асҡандыр.

Раҡыя апай сәйнүккә һыу ҡойҙо:

— Эй, балаҡайым, иҫән түгелдер инде. Иҫән булһа, шул ғүмер эсендә хаты килмәй тиме ни? Уҡырға  кергән булһа, был ҡайғыларҙы күрмәҫ инек.

Айгөл бында үҙенең ғәйебе барлығын да иҫләп, ҡыҙарып башын түбән эйҙе.

— Әсәһе, күпме әйтергә була һиңә. — Ғарифйән ағай ипләп кенә ҡатынын тыйҙы. — Улыбыҙға йыназа уҡырға ашыҡма.

Аҡылы ышанһа ла, күңеле менән ышана алманы Айгөл, шуға өмөтөн өҙмәне. Хәбәрһеҙ юғалыу — үлгән, тигән һүҙ түгел бит әле тип, үҙ-үҙен йыуатты, тиҙерәк бөтәһе лә асыҡланырына ышанып йәшәне. Шатлыҡлы хәбәр ишетергә өмөтләнеп, яй сыҡҡан һайын ашҡынып Илсекәйгә барҙы. Өфөгә ҡайтыу менән, йәне түҙмәй, телеграфҡа йүгерҙе. Үҙе киткәс тә Тимурҙан хат килер ҙә хәбәр итергә оноторҙар һымаҡ тойолдо уға. Ғарифйән ағайҙың яуабы һәр саҡ бер төрлө булды: «Бер хәбәр ҙә юҡ, булһа, телеграмма һуғырбыҙ. Борсолма».

Юл йөрөүҙәрен һирәгәйтергә тура килде Айгөлгә. Бына-бына юғары уҡыу йорттарына документтар ҡабул итә башлаясаҡтар. Ә уның дәреслектәрҙе ҡулына алмағанына биш былтыр. Гел генә эштән һорап китеүе лә уңайһыҙ, юлда йыш йөрөгәс, аҡса ла күп бөтә. Раҡыя апай менән Ғарифйән ағай ҙа имтихандарға ныҡлап әҙерләнергә ҡуштылар.

Өс кеше йәшәгән бәләкәй генә бүлмәлә уҡырға мөмкинлек юҡ. Ишек юлы ябылмай: береһе керә, икенсеһе сыға. Ҡысҡырып һөйләшәләр, көлөшәләр. Айгөл күп ваҡыт китаптарын ала ла паркка сығып китә. Кеше һирәгерәк йөрөгән берәй тынысыраҡ мөйөш таба ла, дәреслектәргә ҡаҙала. Бөгөн дә, эштән ҡайтып, ары-бире тамағын туйҙырҙы ла, паркка ашыҡты. Мөкиббән китеп китапҡа төбәлде. Бер-ике бит уҡырға ла өлгөрмәне — бүлдерҙеләр.

— Айгөл!

Үҙенең исемен ишетеүгә башын күтәреп ҡараһа, ҡаршыһында Илгиз тора, имеш. Өр-яңы костюмдан, аҡ күлдәгенең яғаһын сығарып һалған, ҡуңыр сәсе елкәһенә төшөп тора, ҡара күҙлеге ҡояшта ялтырай.

— Ни эшләйһең бында? — тип һораны ул, Айгөл менән ҡул биреп күрешкәс.

— Имтихандарға әҙерләнәм.

— Ясно... — Илгиз эскәмйәгә ултырҙы, кеҫәһенән ҡабы менән сигарет сығарҙы. Береһен  ауыҙына ҡапты ла ҡапты Айгөлгә һуҙҙы: — Рәхим ит.

Айгөл өндәшмәне. Илгиз ҡабаланмай ғына сигаретын тоҡандырҙы ла, уң аяғын һул аяғының тубығы өҫтөнә ҡуйып, арҡаһын эскәмйәгә терәне, тәмәке төтөнөн һауаға өрҙө.

— Әллә кәйефһеҙ сағыңа тура килдем инде? Класташың менән һөйләшергә лә теләмәйһең.

— Миңә иғтибар итмә. Һуңғы осорҙа минең кәйефем булғаны ла юҡ.

— Ниңә?

— Тимур хәбәрһеҙ юғалды. Афғанстанда...

— Ясно... — Илгиз тәмләп-тәмләп сигаретын һурҙы. — Ҡайғыңды уртаҡлашам... Өйләнешеп өлгөрмәгән булғанһығыҙҙыр бит?

Айгөл Илгиздең тауышында йәшерен мыҫҡыллау һиҙҙе, ҡыҙҙың һарыуы ҡайнаны.

— Беҙҙе кемгә һанайһың? Бөтә кешене лә үҙ аршының менән үлсәмә, Тимур инсафлы егет.

— Уҡырға керә алмай ауылға ҡайтып киткәс, һеҙҙе өйләнешкәндәр тип һөйләгәйнеләр.

— Кемдәр?

— Һүҙ эйәһе менән йөрөмәй. Ясно?

Илгиз яуаптан еңел ҡотолдо.

— Өйләнешһәк, һин туйыбыҙҙың уртаһында булыр инең. Тимур — һинең иң яҡын дуҫтарыңдың береһе ине.

— Кейәүҙә лә булмағас, ниңә ҡайғыраһың? Егеттәр бөтмәҫ.

— Егеттәр ҡайғыһы юҡ әле.

Илгиздең һүҙҙәре Айгөлдө аптырандырҙы: «Бигерәк ҡыҙыҡ та инде был егет халҡы. Бар белгәндәре — ҡыҙҙар артынан сабыу. Мине биш бармағы кеүек белгән Илгиз дә шулай тигәс, башҡаларға ни һан. Әйтерһең, мин унан егеттәр таптырам. Ятаҡта ла еләп бөткән үҙҙәренән».

(Заводта ла, ятаҡта ла Айгөлгә күҙ атыусылар күп ине. Береһенә лә баш бирмәгәс, уты һүнгән усаҡ һымаҡ йөрөгән ҡыҙға Ҡырағай тип исем таҡтылар.)

Был ваҡытта Илгиз, Тимурҙы онотоп, зарланыуға күскәйне. Айгөл уны һүҙ осон юғалтмаҫлыҡ ҡына итеп тыңланы. Уныңса, авиация институтында уҡыу ҡыйын. Күптәр уҡыуын ташлаған. Ҡағиҙәләрҙе һис кенә лә иҫендә тота алмай. Тарих йә география факультетына бараһы ҡалған. Ҡышҡы сессияны этеп-төртөп саҡ биргән, йәйгеһе етеп килә, лекцияларға күңеле килһә — йөрөй, күңеле килмәһә — йоҡо һимертә.

Еңел килгән бәхеттең ҡәҙере булмай. Илгизде атаһы ришүәт биреп институтҡа кереткән, ти  Гөлгөнә. Хаҡтыр, башҡалар кеүек, үҙе имтихандар бирһә, йәбешеп ятып уҡыр  ине. Айгөл үҙе, юҡһа, вузда белем алыуҙы бәхеткә һанай.

Көн кискә ауышһа ла, томра. Илгиз, яҡындағы кафеға инеп, һыуһын ҡандырырға саҡырҙы. Айгөл ҡаршы килмәне. Илгиз дә тиҙ генә китергә оҡшамаған, эше бөткән кешеләй, юҡ-бар һөйләп тик ултыра. Берәй стакан һыу эсер ҙә ҡайтып китер.

Әммә Айгөл яңылышты, Илгиз ҙурҙан ҡупты. Ашарға-эсергә алыуҙан тыш, араҡы ла килтертте. Ҡыҙ уңайһыҙланды, ни эшләргә лә белмәне. Риза булып инеп ултырғас, ташлап сығып китеүе лә әллә нисек.

Рюмкаларға күҙҙәй итеп эсемлек ҡойғас, Илгиз Афғанстанда интернациональ бурысын үтәп башын һалған Ахунов Тимурҙың яҡты иҫтәлегенә эсергә тәҡдим итте.

— Урыны йәннәттә булһын!

— Кемдән-кемдән, ә һинән быны көтмәгәйнем. Үҙе ҡайтҡас, ниндәй бит менән күренерһең икән?!..

Илгиз Айгөлдөң күҙ йәштәренә быуылып әйткән һүҙҙәренә иғтибар итмәне, рюмкаһын  ғолҡолдатып ауыҙына түңкәрҙе. Икмәк киҫәге еҫкәп тора биргәс, һауытын яңынан тултырҙы. Ҡыҙҙың ҡолаҡтары ут кеүек яна башлап, яңаҡтарында ҡуйы ҡыҙыл таптар барлыҡҡа килеүен күрһә лә, һүҙенән туҡтаманы, ул йөрәгендә тупланған барлыҡ үпкә-асыуҙарын әйтеп ҡалырға ашыҡты. Уның теләге — ваҡытында үҙенә баш бирмәгән, үҙен Тимурҙан өҫтөнөрәк ҡуйған был тәкәббер ҡыҙҙың ниндәй юлдар менән булһа ла рухын һындырыу, үҙенә буйһондороу ине. Шуға күрә һүҙҙәрен һайлап торманы, теленә нәмә килә, шуны теҙҙе.

— Тимур урынына мине һайлаған булһаң, биш былтыр элек һөйәге серегән кеше өсөн шәмәреп ултырмаҫ инең. Ясно?

— Уны һайлағаныма әле лә үкенмәйем.

— Үкенһәң-үкенмәһәң дә Тимурың юҡ инде. Онот уны. Ясно! — Илгиз ҡан баҫҡан күҙҙәрен Айгөлгә ҡаҙаны. — Ул минаға эләккән, һөйәген дә йыйып ала алмағандар. Йә машиналары-маҙар менән бергә упҡынға осҡандар... Үлде тип хәбәр итһәң, мәйетен ебәрергә кәрәк. Бер генә юл ҡала — хәбәрһеҙ юғалды. Ясно?

— Дуҫың тураһында шулай һөйләргә нисек телең әйләнә?

— Миңә ышанмаһаң, Афғанстандан ҡайтҡан егеттәрҙән һораш. Беҙҙең институтта ла бар улар. Йөрөйҙәр шунда маһайышып, үҙҙәрен әллә кемгә ҡуйып...

Иҫе-аҡылы китеп тыңланы уны Айгөл. Һөйләгән хәбәренең ата-инәһе юҡ, ауыҙына ни килгәнен белмәй. Ҡаршыһында үҙе белгән Илгиз түгел, ә уның ҡиәфәтендә икенсе кеше ултыралыр һымаҡ тойолдо.

— Һуңғы тапҡыр ҡасан врачта булдың?

Илгиз һорауҙы аңламаны.

— Ниңә?

— Минеңсә, һинең аҡылыңа зыян килгән. Аҡылы теүәл кеше бындай һүҙҙәр һөйләмәй.

— Ғәфү ит, ҡыҙып киткәнмен.

Ул сигарет ҡабыҙҙы. Күҙҙәрен тумпайып ултырған ҡыҙҙан алманы. Айгөлдөң алдында торған араҡыны рюмкаһы менән Илгиздең битенә һибеп сығып киткеһе килде. Рюмкаға үрелде. Быны үҙенсә аңлаған егет ҡыҫтаны: «Эс, эс! Еңелерәк булыр, үҙ тәжрибәмдән сығып әйтәм». Үҙе лә, сигаретын һүндерә һалып, рюмкаһын ҡулына алды: «Әһә, был ыҡҡа килә түгелме һуң?» Айгөл, ниәтенән кире ҡайтып, рюмканы ултыртты. Кафе тулы халыҡ, әллә ни уйларҙар. Унһыҙ ҙа күрше өҫтәлдәгеләр баянан бирле уларға күҙ ата.

Илгиз, урынында сыҙап ултыра алмай, йылманланы.

— Беләһеңме, Айгөл, мин һиңә уҡырға керергә ярҙам итә алам, буғай.

— Нисек?

— Һиңә фамилияңды үҙгәртергә кәрәк. Ясно?

— Нимә?! — Айгөлдөң күҙҙәре маңлайына менде. — Үҙеңә кейәүгә сығырға димләмәй торғанһыңдыр бит?

— Хәҙер үк... — Илгиз сәғәтенә күҙ һалды. — Бөгөн эш көнө бөткән икән. Иртәгә ғариза бирәбеҙ, бер айҙан минең фамилияға күсәһең. Документтарыңды яңы фамилияға алыштырғас, бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ уҡырға инәһең дә китәһең. Ясно? Минең белеүемсә, Тимур менән һиңә вуздарҙың ишеге һаман да бикле.

— Түбән  кеше икәнһең. Ниһайәт, ысын йөҙөңдө асып һалдың.

Айгөл, хушлашып тормай, башын текә тотоп сығып китте. Илгиз урынынан да ҡуҙғалманы, үҙ алдына әсе көлөмһөрәне: «Ҡыҙҙар үҙҙәренең баһаһын күтәрергә ярата. Сәстәре оҙон, аҡылдары ҡыҫҡа шул уларҙың. Быныһының сәсе айырыуса оҙон. Кәмәң ҡомға терәлгәс, үҙең йүгереп киләсәкһең яныма. Аяҡтарыма йығылып, ғәфү итеүемде һораясаҡһың, үкенеп илаясаҡһың. Һинең кеүек тәтәй ҡыҙҙарҙы күп күргән. Һин беренсеһе һәм һуңғыһы түгел».

Ятаҡҡа ҡайтҡыһы килмәне Айгөлдөң. Кәйефһеҙ сағында ҡыҙҙарҙың күҙенә күренергә теләмәне. Һораша башлаһалар, ни тип әйтер? Илгиз менән осрашыуын уларға һөйләү түгел, иҫенә лә төшөргөһө килмәй. Уға, иҫәрләнеп, ниңә кафеға инергә ине инде? Паркта саҡта уҡ Илгиздең күҙҙәрендә шайтан бейегәнлеген күргәйне, үҙен нисек тә мыҫҡыл итергә йыйыныуын тел төбөнән аңлағайны ла баһа. Тимур тураһында насар һүҙҙәр әйтә башлағас та, өнөн тығып, бөтә халыҡ алдында  битенә төкөрөп, сығып китәһе ҡалған да бит, әҙәп һаҡлаған булды.

Аяҡтары үҙҙәренән-үҙҙәре Ҡариҙел буйына тартты. Яҙғы тәбиғәт тынысландырыр, ауыр уйҙарынан арындырыр, бәлки. Уның Тимурҙың эҙҙәре ҡалған һуҡмаҡтарҙан үткеһе килде. Туғайҙағы һәр сәскә уны юҡһыналыр һымаҡ.

Айгөл таныш һуҡмаҡтан әкрен генә атланы. Яр буйына килеп сыҡҡас, туҡталды. Йылға өҫтөнә киске ҡояш нурҙары һибелгән. Яр буйҙарын ҡаплаған ҡыуаҡлыҡтар тәрән уйға сумған кеүек. Тәбиғәт Айгөлгә, үҙенең күңеле һымаҡ, моңһоу булып күренде. Ҡояш байып, һыу өҫтөн шәфәҡ нурҙары ҡаплағас, был моңһоулыҡ тағы ла арта төшкәндәй булды. Бәғерҙәрҙе өҙөп, яңғыҙлыҡтан йөҙәгән кәкүк саҡырҙы. Уның тауышы ҡыҙҙы әллә ҡайҙарға ашҡындырҙы, талпындырҙы, болғансыҡ уйҙарға батырҙы, күңелен болартты, ҡайғы-һағышы йөрәген уғата елкендерҙе. Күңеле һыҙылып ҡына иламһыраны. Һуҡмаҡтан бер-береһенә һыйынышып килеүсе ике һын салынды күҙенә. Елбәҙәк ҡыҙ һомғол егет янында, әйтерһең дә, наҙлы бер гөл. Улар, йәшлек хистәренә иҫереп, Айгөлгә иғтибар ҙа итмәне. Мөхәббәт бер булһа ла, ҡуш йөрәктә тамырлана, бер-береһенән илһам алып, бер-береһен бәхетле итеп, ҡуш йөрәктә йәшәй. Уларҙың мөхәббәте иһә япраҡ ярырға ла, сәскә атырға ла өлгөрмәне.  Ул ошо һуҡмаҡтарҙан тағы ла һөйгәне менән бергә үтә алырмы? Әллә, буҙ аҡҡош шикелле, гел шулай үҙ парын эҙләрме? Ҡапыл Айгөл устарына ҡапланып илап ебәрҙе. Оҙаҡ иланы ул. Бында аулаҡ, ҡамасаулаусы юҡ.

Йәненә толҡа тапмай, Ҡариҙел буйҙарын аяҡтары талғансы буйланы Айгөл был кистә.

Уның документтарын университетҡа быйыл да алманылар. Былай булғас, ректорҙың секретары ҡаса-боҫа әйткән һүҙҙәр дөрөҫ булып сыға.

Тимур, ҡомға һеңгән һыу кеүек, юҡ булды. Алдан һиҙенгән икән йөрәге: «Мин армияға киткәс нимәлер булыр кеүек...» Уның үҙенең тыуған ауылы Илсекәйҙә беренсе һәм һуңғы тапҡыр осрашҡанда әйткән ошо һүҙҙәрен йыш хәтергә төшөрә хәҙер Айгөл.

 

Автор:
Читайте нас