+21 °С
Облачно


Фажиғә Тәтешле районында була. Эш материалдары буйынса, 20 сентябрҙә көндөҙ өс ир, бер ҡатын Яңғыҙарат ауылы янындағы урманға һунарға бара. Һунарсылар ситкә таралып, бер йүнәлештә алға бара. Ирҙәрҙең береһе йығылған ағас янына ултыра. Шул мәл ҡыуаҡтарҙың хәрәкәтен күреп, 64 ир атып та ебәрә. Әммә ул хайуанға түгел, ә 35 йәшлек иптәшенең күкрәгенә эләгә, ул алған яраһынан шунда уҡ вафат була.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тәфтишселәр ваҡиға урынын тикшерә, суд экспертизалары үткәреләсәк, шаһиттар һәм ғәйепләнеүсе һорау алынасаҡ.