

ИКЕНСЕ БҮЛЕК
1
Айгөл беренсе сентябрҙе йыл да тулҡынланып көтөп ала. Был тулҡынланыу ҡайҙан килә торғандыр, үҙе лә аңлата алмай хатта. Үҙ-үҙенә ышанмай, балалар алдына сығып баҫыуҙан ҡурҡа тиер инең, уҡытыусы һөнәре уға оҡшай, үҙе уҡытҡан башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәнен белә, үҙ өҫтөндә күп эшләй. Тәжрибәһе юҡ, тип тә булмай, бишенсе уҡыу йылын башларға тора. Үҙ эшемә тыныс күңел менән ҡарай алмауымдың һөҙөмтәһелер был, тигән фекергә килә уйлана торғас.
Дәрестәр башланырға хәтһеҙ ваҡыт бар, ул күптән аяҡ өҫтөндә. Ҡырҡмаһа ҡырҡ эше көткәндәй, таң атыр-атмаҫтан торғайны ла, ваҡытты нисек үткәрергә белмәй ыҙалана хәҙер. Тиҙ генә бушап булмаҫ, тамағымды ныҡлап туйҙырайым тип, картуф ҡыҙҙырғайны ла, ашағыһы килмәне, әллә бешергәндә үк еҫенән туйҙы, бер сынаяҡ сәй менән хушланды. Айгөл тәҙрә янына килде, пәрҙәнең бер яғын һирпеп, мәктәп ихатаһына күҙ һалды. Ул әлегә буп-буш, тып-тын. Күп тә үтмәҫ, байрамса кейенгән, ҡулдарына сәскәләр тотҡан, ата-әсәләрен, олатай-өләсәйҙәрен эйәрткән малайҙар һәм ҡыҙҙар килеп тулыр, балаларҙың шат тауыштары яңғырар.
Ҡапҡала мәктәп директоры Ғарифйән Ҡәнзәфәрович күренде. Ныҡ иртәләгән. Бигерәк тынғыһыҙ кеше. Уҡыусыларҙы ҡаршыларға барыһы ла әҙер булһа ла, өйҙә ултырып түҙмәгән, тиҙерәк мәктәпкә килеп етә һалған. Элек ул эшкә ҡатыны менән йөрөй ине. Айгөл, университетты бөтөрөп, Илсекәйгә уҡытырға килгән йылда Раҡыя Ҡәйүмовна мәктәпте ташланы. «Зиһенем таралды, уҡытыуымдың рәте-сираты ҡалманы. Кеше аптыратып, күҙ көйөгө булып йөрөгөм килмәй», — шулай аңлатты ул үҙенең эштән бәҫе ҡайтыуын.
Әҙәмде эш бөтөрмәй, ҡайғы бөтөрә. Тимур ғәйеп булғас, Раҡыя апай ныҡ биреште: маңлайындағы һырҙар тәрәнәйҙе, ҡап-ҡара сәстәре салланды, былай ҙа тәбәнәк кеше тағы ла бәләкәйләнеберәк киткәндәй булды. Улы юғалыуға ун йылдан ашыу уҙһа ла, уны ауыҙынан төшөрмәне. Хәҙер ул үҙҙәренә ингән бер кешегә Тимур тураһында һөйләп, бауырын баҫа. Күп тапҡырҙар ишеткәндәре булһа ла, күрше-күләндәре, таныш-тоноштары Раҡыя апайҙы бүлдерергә ҡыймай, әҙәп һаҡлай. Ҡайғыһынан ваҡытынан алда ҡартайған ҡатындың хәлен яҡшы аңлай ине улар.
— Төндә әле булһа һәр ҡыштырҙаған тауышҡа һиҫкәнеп уянам. Клубҡа ғына сығып киткәндер кеүек улым, — тип һөйләр ине Раҡыя апай, тыңлаусыһы табылған һайын. — Ҡайтып инер ҙә һорар һымаҡ: «Әсәй, асыҡтым, ҡапҡыларға берәй нәмәң юҡмы?..» Өфөнән ҡайтҡас та эшкә сыҡты. Ураҡ осоронда комбайнда ярҙамсы булып йөрөнө. Эш хаҡын тотонманым, йыя барҙым. Хәрби комиссариаттан бик ҡәнәғәт йөрөп ҡайтты. Йәнәһе, берәүҙе армияға алалар. «Әсәй, әрләмә инде, мин аҡсаны тотондом», ти. Ни эшләп әрләйем ти, үҙең тапҡан аҡса бит, тим. Кеҫәһенән шырпы ҡабы ҙурлыҡ ҡына һауыт сығарҙы. «Айгөлгә алҡалар алғайным, яратырмы икән?» — тип һорай минән. Ҡыҙ балалар һымаҡ, минән бер серен дә йәшермәне, барыһын да теҙеп һөйләр ине. Яратыр, балам, яратыр, бигерәк матурҙар, тим. Үҙем эстән генә уйланған булам: «Әсә күңеле — балала, бала күңеле — далала». Юҡ, беҙҙе лә онотмаған балаҡайым. Миңә күлдәклек тотторҙо, һеңлеһенең муйынына шарф ураны. «Атай, быныһы һиңә!» — тип, өҫтәлгә бер шешә араҡы ултыртты. Үҙе көлә. Атаһының ауыҙы ҡолағына етте, минән битәр ул ҡыуанды. Мин асыуланам: аталы-уллы эсеп иҫерәләр, йәнәһе.
— Бер рюмка эстеме-юҡмы, иптәштәре янына клубҡа сығып китте, — тип асыҡлай Ғарифйән ағай.
— Алып биргән күлдәклеге әле лә бар. Армиянан ҡайтыуыңа тектереп ҡуйырмын, шул күлдәкте кейеп ҡаршы алырмын үҙеңде, тигән булғайным. Яҙмағандыр инде...
Раҡыя апай бер аҙ тынып тора ла, быныһын һөйләргә онотҡанмын икән тигәндәй, яңынан һүҙгә керешә.
— Армияға китәре билдәле булғас, иптәштәреңде йыйып мәжлес үткәрәйек, тинем. «Аҡса юҡ, бөтөрҙөм дәһә», тип ҡаршы төштө. Һинең өсөн бер ни ҙә йәл түгел тигәс, бәләкәй сағындағы һымаҡ, ҡосаҡлап алып, рәхмәтен белдерҙе. Өрлөктәй улым ҡосағында бәп-бәләкәй булдым да ҡалдым. Бер нисә көн ниҙер әйтергә ҡыймай уйланып йөрөнө. Ниндәй уйҙарға баттың, улым, тип һораным. «Әсәй, тигән була, Айгөлдө лә саҡырһам, килерме икән?» Һөйһә, килер, тинем. Ултырҙы-ултырҙы ла тағы һорап ҡуйҙы: «Уны оҡшатырһыңмы икән?» Оҡшатырмын, минең улым юҡ-бар ҡыҙҙы яратмаҫ тип, сәсенән һыйпаным.
Әсәне иң үкендергәне — улының балаһы ҡалмау. Бында ул үҙен ғәйепле һанай.
— Башлы-күҙле булып та китмәне шул армия тигәненә, исмаһам. Өйләнергә уйы бар ине, юғиһә, балаҡайымдың. «Әсәй, —тигән булды улыҡайым, — уҡырға ирек бирмәнеләр инде, әллә Айгөлгә өйләнәйем дә ҡуяйыммы икән?» Башта армияла йөрөп ҡайт, уҡып һөнәр ал, шунан өйләнеү тураһында уйларһың, тип ҡаршы төштөм. Былай булырын белгән булһам, икеһен дә етәкләп үҙем загсҡа алып барған булыр инем. Үҙе ҡайтмағанға күрә балаһы ҡалыр ине.
Йөрәген өҙлөкһөҙ талаған ҡайғы-хәсрәттәрен ана шулай бүҫкәртә Раҡыя апай, күпмелер ваҡытҡа уларҙан йырынып торғандай була. Бер-ике көн үтәме-юҡмы, йәнә йөрәген нимәлер кимерергә тотона. Бындай саҡтарҙа Айгөл уның яңғыҙын ҡалдырмай, үҙенең йөрәк майы һыҙылып әрнеһә лә тешен ҡыҫып түҙә, Раҡыя апай өсөн борсола.
Айгөл үҙе күптән хыялланған университетҡа уҡырға ингәс тә онотманы Ғарифйән ағайҙарҙы. Әсәһе янына ҡайтмаһа ҡайтманы, әммә Илсекәй юлына туҙан төшөрмәне. «Беҙҙе онотмағаның өсөн рәхмәт, балаҡайым! — тип арҡаһынан һөйөр ине Раҡыя апай. — Һине күрһәм, Тимурымды күргәндәй булам». Ҡайғы-хәсрәтенән айнымаған әсәне ошо бәләкәй генә ҡыуаныстан да мәхрүм итергә Айгөлдөң выжданы ҡушманы.
Һуңғы курста уҡығанда Ғарифйән Ҡәнзәфәрович университеттан һуң Айгөлдөң нимә эшләргә йыйыныуы менән ҡыҙыҡһынды.
— Кемдәрҙеңдер хөсөтлөгө менән тыуҙырылған яһалма ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға үҙеңдә көс таптың. Мин ике йыл буйы вузға алмай интектереп йөрөтөүҙәрен әйтәм. Өҫтәүенә Тимур... —тине ул бер ғәйепле төҫ менән. — Киләсәгең борсой мине. Оҙаҡламай ҡулыңа диплом алаһың. Артабанғы яҙмышың хаҡында уйлағаның бармы? Кейәүгә сыҡһаң да бер һүҙебеҙ ҙә юҡ. Ғүмергә яңғыҙ ҡалмаҫһың бит инде.
— Ул хаҡта әлегә уйлағаным юҡ.
— Үҙең беләһең, Айгөл, беҙ һине үҙ ҡыҙыбыҙ кеүек яҡын күрәбеҙ. Һиңә кәңәшем бар ине.
— Тыңлайым, Ғарифйән ағай.
— Киләһе уҡыу йылынан беҙҙең мәктәпте урта мәктәпкә әйләндермәкселәр. Һинең кеүек юғары белемле уҡытыусылар кәрәк буласаҡ. Университетты бөткәс, беҙгә эшкә килмәҫһеңме икән? Шуға нисек ҡарайһың? Яуабың менән ашыҡма. Ваҡыт етерлек, уйла.
Көҙгә Айгөл Илсекәйҙә уҡыта башланы. Ғарифйән ағай менән Раҡыя апай, өй иркен, беҙҙә генә тор, тиһәләр ҙә ризалашманы. Мәктәп ихатаһында уҡытыусылар өсөн һалынған йорт бар ине, шунда урынлашты. Уларҙа торһа ла булыр ине лә, үҙҙәре генә йәшәйҙәр, ҡыҙҙары Илүзә кейәүгә сыҡҡайны. Алсаҡ күңелле кешеләрҙе мәшәҡәтләгеһе килмәне. Ололар әйтмешләй, үҙенсә төтөн сығарып ятҡан көнө, бер кемгә лә ауырлығын һалмай. Иртәнән кискә тиклем мәктәптә була, өйгә ҡунырға ғына ҡайта. Балаларҙың дәфтәрҙәрен тикшерә, дәрес пландарын төҙөй. Уҡытыуҙан, йәмәғәт эштәренән бушаған арала хикәйәләр яҙа. Хикәйәләре байтаҡ, шуларҙы туплап Яҙыусылар берлегенә ебәреп ҡарағанда нисек булыр икән, тип уйлағаны ла бар. Ләкин ҡулы етмәй ҙә ҡуя. Күрәһең, был ваҡытты дөрөҫ бүлә белмәү бәләһелер.
Яңы уҡыу йылының тәүге көнө булһа ла, Айгөлдөң бөгөн расписаниела өс дәресе бар ине. Ул кейемдәрен барланы. Алданыраҡ барып, дәрес пландарын тағы ла күҙҙән үткәрергә кәрәк, бер нәмә лә онотолорлоҡ булмаһын. Унан үҙенә беркетелгән алтынсы кластарҙы бүлмәләренә оҙатаһы ла бар. Йә Айгөл Дауытовна беҙҙе ҡаршыламаны, һағынмаған, ахыры, тип үпкәләп ҡуйырҙар.
Бер аҙҙан өҫтөнә аҡ кофта, ҡара костюм, аяғына бейек үксәле аҡ туфли кейгән, ҡулына сумка тотҡан Айгөл мәктәп ишеген асты.
Һуңғы дәрестә ишек шаҡынылар. Ғарифйән Ҡәнзәфәрович икән. Күптән түгел генә линейкала уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡотлаған, беренсе кластарҙы белем донъяһына саҡырып, ялҡынлы телмәр тотҡан мәктәп директорының ҡобараһы осҡайны.
— Ни булды, Ғарифйән Ҡәнзәфәрович? Төҫөгөҙ ҡасҡан.
— Илүзә... үлгән... — тине ул әкрен генә.
Айгөл ҡулындағы ручкаһы иҙәнгә төшөп киткәнен дә һиҙмәне.
— Ҡасан?
— Бөгөн төндә... Беҙ Илдус менән Илүзәне алырға китәбеҙ. Мөмкин булһа, һин беҙгә бар әле. Раҡыя апайың янында бул. Бик илай, мин юҡта берәй нәмә булып ҡуймаһын.
Ул башын эйеп китеп барҙы.
Сире көсәйеп киткәс, Илүзәне район больницаһына һалғайнылар. Уҡыуҙар башланғас, тиҙ генә барып булмаҫ тип, Айгөл ике-өс көн элек кенә уның хәлен белеп ҡайтҡайны.
— Шәбәйәм инде, оҙаҡламай сығаралар. Гөлнурымды минең өсөн дә ярат, — тип тороп ҡалғайны.
Илүзә медицина училищеһында уҡығас, ауылға ҡайтып, медпунктҡа эшкә урынлашты. Кейәүгә сыҡты. Тормоштарын тағы ла йәмләндереп, йәш ғаиләгә бөтмәҫ шатлыҡ өҫтәп, ҡыҙҙары Гөлнур тыуҙы. Донъя рәхәтен күреп, шатланып йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит, ләкин Илүзә кешеләрҙе дауалаһа ла, үҙе һаулыҡҡа туя алманы. Яман шеш тапты унда врачтар. Йәш ҡатын, көҙгө ҡырау һуҡҡан сәскәләй, күҙгә күренеп шиңде, оҙаҡлап больницаларҙа дауаланһа ла шифаһы теймәне. Ҡайҙарға ғына йөрөтмәне Илдус уны, әллә ни саҡлы аҡса түгеп, бөтә сирҙәрҙән «дауалаусы» экстрасенстарға ла күрһәтеп ҡараны. Әммә Илүзәнең ауырыуына дарман табылманы...
Ғарифйән ағайҙарҙа кеше күп ине. Күрше-күләндәре, уҡытыусылар йыйылған. Раҡыя апайҙың яулығы елкәһенә шыуып төшкән, битенән сөбөрҙәп ҡайнар йәштәре аға. Ул Айгөлдөң өйгә инеүен шәйләмәне лә, буғай, уйламаған ерҙән өҫтөнә ябырылған ҡайғынан шаңҡып ҡалған ҡатын, бер кемгә лә иғтибар итмәй, буҫыҡҡан тауыш менән һыҡранды.
— Эй, Хоҙай, ниндәй гонаһтарым бар һуң һинең алда?!.. Шул сабыйҙың йәнен ҡыйғансы, минекен генә алған булһаңсы... Бәп-бәләкәй бәхетемде лә күпһендең...
Һәр кем күп илауҙан шешенеп бөткән Раҡыя апайҙы йыуатырға тырыша. Кескәй Гөлнур ҙа өләсәһенә аптырап ҡарай. Ул Айгөлдө күргәс, йүгереп килеп ҡосаҡлап алды:
— Апай, өләсәйем ниңә илай ул?
Айгөл үҙен саҡ тыйып тора ине, Гөлнурҙы ҡосаҡлап алды ла күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы.
Илүзәне ҡайтарыр ваҡыт еткәс, Айгөл Гөлнурҙы үҙенә алып китте. «Әсәһен үле килеш күрһә, ҡурҡыр. Һинең янда тороп торһон әлегә», — тип кәңәш бирҙе ололар. Башҡа саҡта үҙенән бер тотам да ҡалмай эйәреп йөрөгән, үҙенсә тәтелдәп хәбәрен һөйләгән ҡыҙсыҡты был юлы ул бер нисек тә әүрәтә алманы. Сабый тәҙрә эргәһенән китмәне: «Әсәйем ҡайтҡандыр инде». Айгөл үҙен балаларҙың психологияһын беләм, улар менән уртаҡ тел таба алам, тип йөрөй ине. Баҡһаң, был өлкәлә саҡ ҡына ла тәжрибәһе юҡ икән дә баһа.
Табутта ятҡан әсәһен күргәс, Гөлнур уны уятырға теләне: «Әсәй, тор инде, алма ашағым килә». Илүзә больницала ятып ҡайтҡан һайын, ҡыҙының ҡулына емеш-еләк, тәм-том тоттора торғайны. Шул иҫендә ҡалғандыр инде сабыйҙың.
Әсәһе мәңгелек йортона киткәс, Гөлнур Айгөлгә сат йәбеште, артынан бер иле лә ҡалманы. Айгөл сабыйҙы ситкә типмәне, мәктәптә эштәре бөтөү менән, Раҡыя апайҙарға йүгерҙе. Үҙен һағынып көтөп алған Гөлнурҙы яратып туйманы, уйнатты, урамда йөрөттө. Ял көндәрендә үҙенә алып ҡайтты. Күп тә үтмәҫтән, ул, кешеләрҙе хайран ҡалдырып, Айгөлгә «әсәй» тип өндәшә башланы. Айгөлдөң иҫ-аҡылы китте: «Сабый хәтере ҡалай ҡыҫҡа. Үҙенә лә өс кенә йәш шул әле».
Атаһы Илдустың ғына итек башындай бала хәтлем дә аҡылы булманы, баш күтәрмәй, ҡайғыһын хәмер менән йыуҙы. Ҡайныһы ла, ҡәйнәһе лә әйтеп ҡараны, ләкин кейәү булған кеше ҡолағына ла элмәне. Иртән эшкә ап-айныҡ сығып китә лә кискә лаяҡыл булып ҡайтып йығыла. Йоҡлап киткәнсе үҙ-үҙен өҙгөләй:
— Ҡайғыларымды аңламайһығыҙ шул, бер генә минутҡа ла күҙ алдарымдан китмәй бит!..
— Беҙгә еңел тиһеңме ни? — Раҡыя апайҙың күҙҙәренә йәш төйөлә. — Ике балабыҙҙың береһе юҡ, шулай ҙа түҙәбеҙ. Башыбыҙҙы һинең кеүек эскегә һалманыҡ.
— Мин һине ир тип йөрөйөм тағы, ә һин бер мәмәй ауыҙ икәнһең. — Ғарифйән ағай, яндырайланып, тештәрен ҡыҫа. — Ҡайыш менән тотоп ярһам, әҙерәк аҡылға ултырыр инең дә, ул йәштән үткәнһең. Арыш боламығы!
Раҡыя апайҙы ҡурҡыу ала:
— Аҡылыңды юйма, атаһы.
Гөлнур атаһынан биҙҙе. Илдустың быға тиклем Айгөл йәшәгән йортта булғаны юҡ ине. Бер көндө кисләтеп кенә ғәҙәттәгесә һалмыш баштан килеп инде. Инде лә Гөлнурға йәбеште: «Ҡыҙым, әйҙә ҡайтайыҡ!» Ҡурсаҡтары менән мауыҡҡан бала күптән ҡырынмаған, үҙенән араҡы һаҫыһы аңҡыған атаһынан ҡурҡты, ярҙам һорағандай, Айгөлгә һыйынды. Ҡыҙын тыңлата алмағас, Илдус асыуын Айгөлгә төшөрҙө: «Килтер минең ҡыҙымды! Кейәүгә сығып бала тап та, хужа булырһың». Айгөл Илдустың һүҙҙәрен күңеленә ауыр алманы: айыҡтың — уйында, иҫеректең — телендә.