Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Сентябрь 2023, 04:00

Аҙашҡан болан балаһы Повесть (5) Факил МЫРҘАҠАЕВ

— Беҙҙе көсләп өйләндерәләр икән, тип уйлай күрмәгеҙ тағы, уныһы һеҙҙең ихтыярығыҙҙа. — Раҡыя апай ауыр һуланы. — Ә димләү — борондан килгән йола.

Аҙашҡан болан балаһы Повесть (5) Факил МЫРҘАҠАЕВАҙашҡан болан балаһы Повесть (5) Факил МЫРҘАҠАЕВ
Аҙашҡан болан балаһы Повесть (5) Факил МЫРҘАҠАЕВ

Илдустың ауылда бер кеме лә юҡ ине. Өләсәһе тәрбиәһендә үҫте ул. Әсәһе кейәүҙән айырылып ҡайтҡас, улын әсәһенә ҡалдырған да Үзбәкстанға сығып киткән. Бер нисә йылға ғына тип киткән ҡатын, үзбәккә кейәүгә сығып, шунда ғүмерлеккә төпләнгән. Илдус бәләкәйерәк саҡта әсәһе ирен, балаларын эйәртеп, ауылға ҡайтҡылай ине. Малайҙың хәтерендә әсәһенең ҡыҙыллы-йәшелле буйлы-буйлы күлдәге генә ҡалған. Һуңынан әсәһе тыуған яҡтарына юлды бөтөнләй онотто. Йәмилә әбейҙе ерләргә лә ҡайта алманы хатта. Илдустың бәхетенән, өләсәһе ейәненең быуыны ҡатҡансы ғүмер һөрҙө. Йәмилә әбей мәңгелеккә күҙҙәрен йомғанда ейәне, техникум тамамлап, колхозда агроном булып эшләй ине. Илдус өләсәһенән ҡалған барлы-юҡлы малды, өйҙө һатып, әсәһе янына Үзбәкстанға китергә йыйынды. Ғарифйән ағай менән Раҡыя апай әлегә өйгә теймәҫкә, сабыр итергә кәңәш иттеләр: «Барып урынлаш, баш-күҙ ал, өйөңдө һатырға өлгөрөрһөң, донъя хәлен белеп булмай». Донъяның әсеһен-сөсөһөн үҙ елкәләрендә татыған уҡытыусылары дөрөҫ әйткән икән. Сит-ят яҡтарҙа йәм тапманы егет. Үгәй атаһының баҡсаһындағы емеш-еләктәрҙең дә тәмен тойманы. Бер ашағансы ғына икән, аҙаҡ әйләнеп тә ҡарағыһы килмәне. Өләсәһенең мейестә көлдә тәгәрәткән картуфын һағынып, ауыҙынан шайыҡтары килде. Мунсаға барһа, ҡайын миндеген иҫкә төшөрөп йөҙәне. Аралашып үҫмәгәс, туғандарын яҡын итә алманы. Иң аяныслыһы шунда ине: биләүҙән әсә йылыһын тойоп үҫмәгәнгәме, йомшаҡ ҡулдарының наҙын тоймағанғамы, уның әсәһенән күңеле биҙгәйне. Уныһы ла, донъяһынан бушап, иҫерек иренән арынып, улының бауырына үтеп инергә тырышманы. Әсә хаҡы — тәңре хаҡы тиһәләр ҙә, Илдус ярты йыл үтер-үтмәҫтән тәртәһен кире борҙо. Бәлки, әсәһе рәнйегәндер ҙә, ләкин ул үҙен бер нисек тә мәжбүр итә алманы. Өйҙө һаттырмаған өсөн Ғарифйән ағайҙарға рәхмәт уҡыны. Яңынан элекке эшенә сыҡты — тыуған ҡырҙарында ғәййәрләнеп иген икте. Яңғыҙ башы ҡаңғырып оҙаҡ йөрөмәне, өйләнергә булды. Уның медпунктта эшләүсе Илүзәгә күңеле төшкәйне. Ғарифйән ағайҙар йәштәрҙең теләгенә ҡаршы килмәне. Үҙебеҙҙең күҙ алдында үҫкән бала тип, ризалыҡтарын бирҙеләр.

Дөбөрләтеп  донъя көтөп ятҡанда...

Ике йорт араһында йөрөп аяҡтан яҙҙы Раҡыя апай. Үҙҙәренең дә, кейәүҙәренең дә мал-тыуары, ҡош-ҡорттары ишле. Көн оҙон бил яҙмай, эшкә йөрөмәгәс бар мәшәҡәт уның өҫтөндә. Илдустың донъяһы вайымында ла юҡ, башы эскенән сыҡмай. Малдарын ҡарағанда — ҡарай, ҡарамағанда — юҡ, бар тип тә белмәй. Ярай әле, ярҙамлашырға Айгөл бар. Саҡырғанды ла көтөп тормай, килеп етә һала, бер эштән дә сирҡанмай, Гөлнурҙың күңелен күрергә лә өлгөрә. Ғарифйәнгә өмөт аҙ, башы-тояғы менән эшкә сумған, мәктәбенән бушанмай. Күпме әйтте, шул директорлығын ташламай, әллә нимәһенә йәбешеп ята.

Ваҡыт иң яҡшы табип тиһәләр ҙә, Раҡыя апайҙың йөрәк яралары бөтәшмәне, киреһенсә, көн-төн һыҡрап тик торҙо. Күкрәген һәр даим өйкәгән хәсрәт-ҡайғылары ағын һыуҙарға һалһаң да аҡмаҫлыҡ. Ваҡыт-ваҡыт уға йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмаған, бәҫе киткән, тормоштоң йәме бөткән һымаҡ тойола башлай, өмөтһөҙлөккә бирелә. Шулай ҙа балаларын бер генә минутҡа ла иҫенән сығарманы, йөрәк түрендә һаҡланы. Кеше түҙгәс түҙә икән, был тиклем ҡайғы-хәсрәткә нисек йөрәгем ярылмай, тип аптырап та ҡуя ҡайһы саҡ. Уйланып йөрөй-йөрөй ҙә, ейәнсәрем генә тоталыр мине был донъяла, тигән һығымтаға килә, балаға бауыр баҫа. Һуңғы осорҙа Гөлнурҙың яҙмышы тынғылыҡ бирмәй уға. Раҡыя апайҙың бар йыуанысы ошо бала хәҙер. Ул ейәнсәренән айырылыуҙы башына ла һыйҙыра алманы. Ир-ат яңғыҙлыҡҡа оҙаҡ түҙмәй, берҙән-бер көндө тотор ҙа өйләнер. Шулай инде, үлгән артынан үлеп булмай, ерҙә йәшәү дауам итә, һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә ынтыла. Уйылып төшөп берәүҙе лә шаҡ ҡатыра алмайһың, ҡара көйөп кенә йәшәп булмай. Кейәү ул булмаҫ, килен ҡыҙ булмаҫ, тиҙәр ҙә бит. Улыңдан да, ҡыҙыңдан да яҙғас, бәғерҙәрең ҡатмай, ни эшләйһең. Аллаға шөкөр, кейәүе ҡойроғон сомтайтты:* ихтыяр көсө табып, эсеүен ҡыҫҡартты, донъяһына күҙ һала башланы. Яңынан өйләнһә, баҫылыр, аңҡы-тиңке булып йөрөмәҫ ине. Кемде алыр икән?

---------------

*Ҡойроҡто сомтайтыу — аҡылға ултырыу.

Гөлнурҙы алдарына алып кем һөйөр? Раҡыя апай ҡыҙы урынына киләсәк кешене, күпме уйлаһа ла, һис кенә лә күҙ алдына баҫтыра алмай. Илдустың буласаҡ ҡатыны беҙҙе һанға һуғырмы, ейәнсәрен ҡағытмай үҫтерерме, беҙгә барып йөрөргә рөхсәт итерме? Сараһыҙҙың көнөнән ул, бер урамдан икенсеһенә күсеп, Илдусҡа кейәүгә сығырҙай ҡыҙҙарҙы, тол ҡатындарҙы, ирҙән айырылып ҡайтыусыларҙы күҙ уңынан үткәрә. Күпме генә баш ватһа ла кейәүенә пар булырҙай ҡатын-ҡыҙҙы тапмай. Шунан күрше ауылдарға күсә. Уларҙа ла күңеленә ятырҙайҙары күренмәй. Раҡыя апай уйҙарын ире менән дә уртаҡлашты. Уныһы: «Үҙе ни әйтә бит әле, уйлашырға кәрәк», — тиеүҙән уҙманы.

Раҡыя апай ары бәрелде, бире һуғылды. Күңеленең иң төпкөлөндә йәшеренеп ятҡан бер уйы бар барлыҡҡа, ул да булһа — Илдус менән Айгөлдө өйләндереү. Был уйын ул әлегә ҡысҡырып әйтергә ҡурҡа. Серен сисергә теләмәүенең сәбәптәре бар, ул улы Тимурға бәйле. Уйын тормошҡа ашырһа, улын рәнйетер кеүек. Ҡыҙын һуңғы юлға үҙ өйҙәренән оҙатҡас, уның үлеменә тора-бара ышанды, ә бына улының мәйетен күрмәгәс, аҙаҡҡы мәртәбә битенән һыйпап ҡарамағас, уның үлеменә үҙен бер нисек тә ышандыра алманы: «Ул терелер, юлдары урау-урау булып, ҡайта алмай йөрөйҙөр. Донъяла ундай хәлдәр аҙ булдымы ни?» Тора бирәрәк, тере түгелдер, тере булһа берәй хәбәре ишетелер, ун йылға яҡын ғүмер үтте бит, иғлан ителмәгән был афған һуғышы күпме ир-егеттәрҙе йотто, тип бәғере телгеләнеп ҡуя.

Унан килеп, Айгөл ни әйтер? Тәҡдимен ҡабул итерме-юҡмы? Тимурҙың рухын рәнйетеүҙә ғәйепләмәҫме? Көтмәне тип әйтеп булмай, көттө. Уныһына рәхмәт. Аты-юлы юҡ кешене күпме көтөргә мөмкин? Йәше лә үтеп бара, тормошланыу тураһында ла уйланырға ваҡыттыр уға ла. Үҙе был хаҡта ауыҙ асып һүҙ әйткәне юҡ. Ир-аттар менән сыуалғаны ишетелмәй. Хәйер, ауылда уның йәштәштәре лә юҡ шул.

Сала-сарпы таралған хәбәрҙәргә ҡарағанда, болғансыҡ һыуҙа балыҡ тоторға теләүселәр, Илдустың муйынына аҫылынырға әҙер тороусылар пәйҙә ауылда. Имеш, ирҙән ҡайтҡан Зөһрә, шул Илдусҡа кейәүгә сыҡмаһам, исемем Зөһрә булмаһын, тип һөйләгән. Имеш, ирһәк Рәмилә кейәүенең һәр аҙымын һағалай, өйөнә барып йөрөүҙән дә тартынмай икән. Уныһын Раҡыя апай кейәүенең ишек алдында үҙе лә тап иткәйне. «Һаумы, апай!» — тип әллә ҡайҙан ҡысҡырып иҫәнләшкәс, «Илдусҡа йомош менән килгәйнем», — тине лә быйтанлап китеп барҙы йыртанас. Был тирәлә йыш сыуалһаң, аяғыңды ҡыҫҡартырға ла күп һорамам, тип ҡарап ҡалды уның артынан Раҡыя апай. Ҡатын-ҡыҙ юха йылан менән бер. Башын әйләндереп, арбап ҡуйыуҙары ла бар. Ауыҙыңды асып тороп ҡалғаныңды һиҙмәҫһең дә. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғып ҡалыу кәрәк.

Үҙенең уйын Айгөл менән Илдусҡа тишкәнсе, уның тағы ла бер ниәте бар ине. Күрше районда күрәҙәсе сыуаш ҡарты йәшәй, башына бәлә-ҡаза төшһә, тирә-яҡтағы бар халыҡ күҙ терәп шуға бара. Бағымсыға барма, башыңа ҡайғы алма, тиһәләр ҙә, им-томға бик ышанып бөтмәһә лә, үҙ башына төшкәс, өмөт бағлап, Раҡыя апай ҙа уға күренмәксе булды. Бик белеп әйтә, тип һөйләйҙәр юҡһа, Илсекәйҙән генә лә нисәмә-нисә кешенең күҙен асты мәрхәмәтле сыуаш ҡарты. Мөғлифә ҡарсыҡ пенсия аҡсаһын юғалтҡас, улы менән килененән күрҙе: «Һеҙ генә алып эсеп бөтөргәнһегеҙ!» Килене, аптырап, күрәҙәсегә барған. Тегеһе, өйҙән эҙләгеҙ, тип ҡайтарған. Ярты ай буйы өйҙөң аҫтын өҫкә килтереп юллаған аҡса ҡарсыҡтың бәҫәреп ятҡан үлемтектәре араһынан килеп сыҡҡан. Көнөнә ике-өс мәртәбә аҡтарған үлемтектәр араһынан! Сабир ағайҙар һуң, һуғымға ҡалдырған таналарын ай буйы эҙләнеләр. Әлеге лә баяғы шул сыуаш ҡартына барғас, тегеһе: «Ҡайтыуыңа аҙбар алдында эсергә таптырып, баҡырып торор», — тигән. Сабир ағай бер шешә араҡы алған булған, юлда түҙмәгән, туҡтап ауыҙ иткән. «Ҡалғанын булһа ла эсеп ҡуяйыҡ», — тип, арбала ҡалдырған араҡыһын таптырған сыуаш ҡарты. Шуныһына хәтлем әйтеп биргәс, әүлиә тимәй, кем тиһең инде уға. Бәлки, Раҡыя апайға ла ярҙам итә алыр, улының яҙмышына берәй төрлө асыҡлыҡ индерер? Бик өмөтләнеп барһа ла, Раҡыя апайҙың юлы уңманы: сыуаш ҡарты былтыр уҡ үлгәйне. «Булмаһа булмай икән баҙарҙа сөсө икмәк», — тип уфтанды ул.

Ни саранан бисара хәленә төшкән Раҡыя апай артыҡ һуҙмаҫҡа булды, таяҡты тотҡан еренән һындырҙы. Илдус менән Айгөлдөң үҙҙәрендә икеһен бергә тура килтереп, уратып-суратып тормай, тураһын әйтте.

— Беҙ һеҙҙең бергә ҡушылып йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

Тегеләр икеһе бер юлы ҡаҡҡан ҡаҙыҡ кеүек ҡатып ҡалды.

— Киҫәк хәл итә торған нәмә түгел был. Уйлашығыҙ. Арағыҙҙа Гөлнур торғанын да онотмағыҙ, — тине Ғарифйән ағай.

— Беҙҙе көсләп өйләндерәләр икән, тип уйлай күрмәгеҙ тағы, уныһы һеҙҙең ихтыярығыҙҙа. — Раҡыя апай ауыр һуланы. — Ә димләү — борондан килгән йола.

Был һөйләшеүҙән һуң, Айгөл менән Илдус бер-береһенең күҙенә салынмаҫҡа тырышты. Улар икеһе лә алдарында торған ат башындай һорауға ғазапланып яуап эҙләне.

Кейәүгә сығып, донъя көтөү, балалар үҫтереү хаҡында Айгөл йыш уйлана. Йәшең йәшлек һыҙығын үткәс, йөрәгеңә яҡын кешене табыуҙары ситен икән. Бигерәк тә беренсе мөхәббәтең онотолмаһа... Ятһа ла, торһа ла Тимур уның иҫендә. Бөгөн ҡайтмаһа, иртәгә ҡайтып төшөр тип, тилмереп көтә.

Ун көндәр тирәһе уҙғас, йоҡларға ятырға йыйынып йөрөгәндә Айгөл йәшәгән өйгә, ҡыҙын эйәртеп, Илдус килеп инде.

— Әсәй, әйҙә ҡайтайыҡ, — тине Гөлнур, уның итәгенән тартып.

— Ҡайҙа? — тине Айгөл, ҡапылдан ни әйтергә белмәй. Ул баланың үҙен ҡайҙа саҡырыуын бик яҡшы аңлап тора ине.

— Үҙебеҙгә. Атайым менән һине алырға килдек, — тип тәтелдәне һаман Гөлнур.

Айгөл уны сисендерҙе.

— Ҡайнымдарҙан ҡайтып киләбеҙ, Гөлнур һинең янға барам тигәс, уның теләгенә ҡаршы килә алманым, — тине Илдус, ҡыйынһынып.

Тимәк, Ғарифйән ағайҙарҙа уның хаҡында һүҙ сыҡҡан. Шулай булмаһа, Гөлнур уны үҙҙәренә саҡырмаҫ ине. Тимәк, Илдус уға өйләнергә риза. Хәҙер уның яуабын көтәләр.

Гөлнур ултырған ерендә йоҡомһорай башлағас, Айгөл уны йоҡларға һалды.

Үҙенең һәр хәрәкәтен, һиҙҙермәҫкә тырышып, күҙ сите менән генә күҙәткән Илдустың ни әйтерен көттө Айгөл. Йөрәге, күкрәген умырып сығырҙай булып, дарҫланы.

— Айгөл, мин һинең Гөлнурҙың әсәһе булыуыңды теләйем.

Был тәҡдимде көткәнгә Айгөл аптырашта ҡалманы.

— Ашыҡтырма, Илдус, уйлайым әле. Һуңғы һүҙемде каникулдан һуң әйтермен. Шуға ҡәҙәр түҙ.

Икенсе көндө Гөлнурҙы өләсәләренә илтә барғас, Ғарифйән ағайҙан әсәһе янына ҡайтып килергә рөхсәт һораны. Айгөлдөң башында ниндәй уйҙар ҡайнағанын белгән Ғарифйән ағай ҡаршы килмәне.

Дөрөҫөн әйтергә ҡыйманы Айгөл. Әйтһә лә юлына арҡыры төшмәҫтәр ине. Ул Төмән ҡалаһына барырға әҙерләнде. Теләге — Тимур менән армияла бергә хеҙмәт иткән Дорофеев Григорийҙы табып һөйләшеү ине. Тәғәйен адресы юҡ-юҡлыҡҡа. Ҡайһы ҡаланан икәнлеге лә фамилияһы, исеме генә билдәле. Белешмәләр бүлегендә адресын белә алмаһа, афған ветерандарының берлегенә барыр. Ундай берлек Төмән һымаҡ оло ҡалала булмай булмаҫ, Афғанстандан ҡайтыусылар бер Дорофеев ҡына түгелдер.

 

2

Автор:
Читайте нас