+21 °С
Болотло


Көҙ һағышы һарғайтһа ла
Барлыҡ ағас, ҡыуағын
Сабыр ғына көтәм әле
Мин әбейҙәр сыуағын.
Тәбиғәт бит ҡатын-ҡыҙҙай
Яуап тапмаҫлыҡ йомаҡ.
Көҙгә керһә лә, күңеле
Гөл-сәскәле йәй һымаҡ.
Көләс йөҙө тормош биҙәй,
Алтындай аҡылдары,
Уттай янған япраҡ түгел,
Һөйөүҙең ялҡындары.
Мәхрүм итмәһен яҙмыштар
Миҙгелдәр ҡунағынан,
Нескә ептәре һүтелә
Ғүмерҙәр йомғағынан...