Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Сентябрь 2023, 16:55

Оҫта Повесть (3) Рәлис УРАҘҒОЛОВ

Сафлығы ла, боронғонан килгән йола буйынса ап-аҡ түшәктә түгел, ә йәм-йәшел үлән өҫтөндә ҡалды. Илерткес тойғолар, үлән-сәскә, тәү тапҡыр татыған ир-тир еҫе бергә ҡушылды ла... Донъяны зыр әйләндерҙе!

Оҫта Повесть (3) Рәлис УРАҘҒОЛОВОҫта Повесть (3) Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Оҫта Повесть (3) Рәлис УРАҘҒОЛОВ

Лыст! Битенә төкөрҙөләрме ни, Әкрәм hиҫкәнеп китте. Әлеге тауыш тағы ҡабатланды: лыст! Fәрлегенә быуылып барыусы шул яҡҡа әйләнде – Сәлиха! Кер йыуғандыр, ахыры, ике күнәк hыуын баҡсалағы алмағасы төбөнә сығарып түкте. Сысҡан-маҙар олонон кимермәhен өсөн шулай итә, тип уйланы ир. Үҙе лә, ағас төптәренә ҡар өйөп тапай ҙа, йыуынты hыуын hибеп туңдыра бит.

– Сәлиха! – Теленән тарттылармы ла, шайтан этәрҙеме – Әкрәм шулай тине лә ҡапҡа урынына арҡыры ҡуйылған кәртә аша атланы. – Сәлиха!

Ҡатын тертләне. Шулай ҙа үҙендә ҡыҙмаса булып алған ирҙе шаяртырлыҡ көс тапты.

– Ә-әү, был төн убыры нишләп йөрөй? – тигән булды. – Ҡапҡа аша үтергә ҡурҡмайhыңмы, иртәгә бит hине миңә йәбештереп hөйләйәсәктәр. Минең баш өйрәнелгән, hиңә Гөлмәрйәм йәнкиҫәккәйең менән йәшәргә кәрәк.

Һаман да шул Сәлиха: йор hүҙле, бер ниҙән дә ҡурҡмаған сая ҡыҙ сағындағыса.

– Ней, Сәлиха, үтеп бара инем дә, бына hине күреп ҡалдым. Төн уртаhында ла йыуынаhың әле, – тигән булды Әкрәм.

– Ә мин төнөн йыуынырға яратам. Мендәр ҡосаҡлап, күңелемде уға бушатып ятҡансы, тим дә, төндәрен эшләйем. Ә көндөҙөн ваҡыт үтә ул. Малын да ҡарарға кәрәк, балаларҙы ла.

– Былай тороуы килешмәҫ, ун биш минутҡа ғына кереп, ошоно аҙыраҡ hуғып сығып булмаҫ микән тим, – тине ир, ҡуйынындағы аҡбашҡа ымлап.

– Ҡурҡмаhаң, рәхим ит, – тине лә Сәлиха, алдан үтте. – Тик иҙән кибеп бөтмәгән, ҡырлабыраҡ баҫ. Нәскиең еүешләнер ҙә Гөлмәрйәмгә эш булыр...

Яҡты! Әкрәмдең күҙе өйрәнмәй торҙо.

– Ы-ы... Суҡынған, өй эсең шул тиклем дә яҡты булыр икән, – тип, hоҡланыуын йәшермәне ул. – Хәйер, ҡәберҙә лә ҡараңғыға өлгөрөрбөҙ әле. Бәй, мин ни, ҡысҡырып hөйләшәм тағы, теге яҡта балалар йоҡлайҙыр?

– Бөгөн икеhе лә өләсәләрендә ҡунаҡта. Атайым шыршы ҡуйған, шуны ҡарарға киттеләр. – Сәлиха Әкрәмдә эше юҡ hымаҡ ҡыланhа ла, тауышы ҡалтыранды, теҙҙәре тотманы, сайҡалып-сайҡалып китте. – Һин, дауай, hалып эс тә hыпырт бынан, Гөлмәрйәмең артыңдан сыҡҡылағансы.

– Килмәй ул, ҡыуып сығарҙы мине...

– Ни-ни... Нимә-ә? – Аптыраған Сәлиха үҙен тиҙ ҡулға алды. – Моғайын тиктомалға түгелдер. Эсә башланың бит hин, Әкрәм, шуны үҙең аңлайhыңмы?

– Ба-а... Һин дә нотоҡ уҡыйhың. Хәйер, бар ҡатын-ҡыҙ ҙа бер заттан яралған инде. Эсмәй ҡайҙа бараhың, тегеңә эшләргә кәрәк – шешәhеҙ булмай, быныhы килә – ҡуйынында ярты, тирмәнгә үҙең ҡыҫтырып бармаhаң – әйләнеп тә ҡарамайҙар. Донъя ҡуласаhы шунhыҙ әйләнмәй би-ит. Хәмер – ошо ҡуласаны әйләндереүсе күсәрҙең майы!

Сәлиха тотлоҡто. Өҫтәлгә дыңҡ иттереп ике рюмка ултыртты.

– Һал, h-hал миңә лә, Әкрәм. – Ул шул тиклем өҙөп әйтте, күҙҙәренән йәш эркелде. – Һ-hин ниңә килдең, Әкрәм? Мине, мине ярhытыр өсөнмө?

Сәлиха рюмканы түңкәрҙе. Тонсоҡто.

– Бар, Әкрәм, үтенеп hорайым, кит бынан. Ғаиләңә ҡайт. Зинhар өсөн үртәмә йәнемде... – тип ялбарҙы ул. – Үртәмә берүк.

– Юҡ. Ҡайтмайым мин! – Әкрәм ҡырт киҫте. Армияға тиклемге хистәре бар тәнен ялманы уның. Һикереп торҙо ла ҡатынды күкрәгенә ҡыҫты. – Иш-шетәhеңме, ҡа-айтмайым...

– Ҡайт, иҫәрем, ысынлап та ялҡытты был тормош. Ах, тол булыуҙан да ауыр нәмә юҡ икән. Ирҙәр менән һөйләшер әмәл юҡ — Сәлиха фәхишә, йомош ҡушыр инең – самогонсы, фәлән дә фәсмәтән. Арыным. Тамам арыным. Шуға ла Илдусҡа сығырға булдым. Йән тартмаһа ла, тән тартыр әле бер заман. – Сәлиха Әкрәмдең башын hыйпаны...

...Әкрәм өйөнә табан атланы. Күҙ алдынан әле яңыраҡ ҡына булған күренеш үсекләп барҙы, ҡолаҡтары hаман Сәлиханың хушлашҡандағы hүҙҙәрен ишетә төҫлө: "Эсмә. Барыhы ла яҡшы булыр, hинән аҡыллы ир, бай кеше булмаҫ..." Көн дә тылҡыйҙар уға ошондайыраҡ hүҙҙәрҙе, аҙым hайын ҡолағына киртә ҡатыны, яйы сыҡҡан hайын "hин эсмәhәң шулай булмаҫ ине" тип, өй-ҡаралтылағы етешhеҙлектәрҙе күҙенә төртә. Әсәhе лә: "Бынамын тигән ҡатының бар, шыҡылдап торған өс улың үҫә, донъяң бөтөн. Аптырайым, ни етмәйҙер?" – тип, ҡалалағы ҡыҙына сығып китте. Бәлки, шулайҙыр ҙа, үҙ бәхетен аяҡ аҫтына hалып тапағандыр.

– Тик мине аңлаған кеше бармы? Мин нимә ҡоло: холҡомдоҡомо, ябайлығымдыҡымы, әллә... араҡыныҡымы? Бөтәhе лә тылҡығанса, бәлки, ысынлап та алкаштыр ми-ин?

Әкрәм ишекте дөбөрләтте. Гөлмәрйәм оҙаҡ көттөрмәне – эске ишек дөп итеп асылыуға, тышҡыhының келәhе шыҡылданы.

– Нимә, ҡыуып сығарҙылармы?

Әкрәмдең йоҙроғо тәүге тапҡыр ҡатынына ҡарата төйнәлде лә, яҙа китеп, ишеккә hуғылды. Дөп!

– Был – минең дә өй! Ошо ҡулдарым hәр бер бүрәнәне бермекләп hалған йорт! – Ирҙең күҙҙәре зәhәр осҡонланды. Ҡатынының ҡарашын хәнйәрҙәр телеп үтте. – Бынан ары шуны бел: мин – ир!

– ?!

Гөлмәрйәм ни әйтергә белмәне. Уның алдында кем: иреме, әллә шайтан алыштырып ҡуйған ире ҡиәфәтендәге берәй бәндәме?

– Ы-ы-ы... – Ҡатын тотлоҡто. Быуындары йомшарҙы. Бисәлеге сығып, күҙҙәренә йәш эркелде. Тәүге тапҡыр ире алдында үҙен көсhөҙ итеп тойҙо. Сүгәләне лә ҡысҡырып илап ебәрҙе...

* *

Гөлмәрйәмде йоҡо алманы. Мендәр-серҙәшенә ҡапланды ла иланы, туҡтап тороп, тағы күҙ йәшен түкте. Шым ғына, тәнен биҙгәк тотҡандағылай ҡалтыранып, күңеле hыҡтаны.

Был донъяларға михнәт күрер өсөн генә килдем микән ни, тип бәғерен телгеләне ул. Белә ине бит Әкрәмдең үҙен яратмағанын, белә ине. Сәлихаhы кейәүгә сыҡҡанға үс итеп өйләнгәнен дә белә ине.

Бик яратты шул. Бәлки, артығыраҡтыр ҙа. Мөхәббәт осҡоно дөрләп янған күңелен тыя алманы. Бер урамда торғас, Әкрәм күрhен өсөн генә йәйен көйәнтәhен иңенә hалып, ҡышын иhә оло тимер санаhына икешәр феләк ултыртып был яҡҡа hыуға йөрөнө. Күлдәк, яңы пальто, фуфайка алhындармы, быйма баҫтырhындармы – тағы ошо осҡа тартылды.

Тегенеhе иғтибар итмәгәс, үҙҙәре яғынан үткән сағында ҙур итеп ҡар йомарлап тора ла, кәртә аша быға бәрә. Елкә тирәhенә ҡаты ҡар эләккән егет йә ҡолап китә, йә йоҙроғон hауала уйнатҡылап: "Айыу!" – тип асыуланып, ары йүгерә.

Ана ошо hүҙе йәнен ҡыя ҡыҙҙың. Бигерәк дәү кәүҙәле шул ул. Әллә нишләп аталары яғына тартҡан. Әсәhенә оҡшаhа, Сәлиханан hис кәм булмаҫ ине. Сәлиханы әллә ҡайҙан урап үтеп, Гөлмәрйәм эргәhенә килер ине Әкрәм.

Шулай ҙа Гөлмәрйәм үҙен төшөп ҡалғандарҙан hанамай. Сәлиханан бер башҡа оҙон булып, ҡулдары уның боттары ише, устары ҡуш булhа ла. Бер заман шулай Гөлмәрйәм өйҙә яңғыҙы ҡалды. Ишекте эстән элдереп, тәҙрә ҡорғандарын тартты ла, оло көҙгө алдында сисенеп ҡараны. Үҙенең hылыулығына hоҡланып туя алманы ул. Оҙон, ҡуйы сәстәре лә күкрәгенә тигеҙ ята алмай – ҡалҡыу түштәре толомон йыртып сығып, киноларҙа күрhәткән hылыуҙарҙы көнләштерерлек бар гүзәллегендә сағыла. Ап-аҡ тығыҙ тән, донъяның теләhә ниндәй ауырлығын иңендә күтәрерлек шыма, матур ҡулбаштар, көслө беләктәр. Кәүҙәhенә ҡарап биле лә бар..

Эх, тип ҡуя шул саҡ ҡыҙ, ниңә Әкрәм генә бәләкәй икән? Үҙе тиклем булhа, күбәләктәй генә Сәлиха күҙгә лә күренмәҫ ине. Ир-ат күҙен ҡыҙыштырып бер пырхылдап осор ҙа, ҡышын бар бөжәк бөрөшкәндәй, донъя мәшәҡәттәре араhында юғалыр ҙа hымаҡ. Һис юғы Гөлмәрйәм менән Әкрәм бейеклегенән күренмәҫ. Юҡ шул, күкрәк тәңгәленән, Әкрәм башы бейеклегенән бары ла күренә. Анау шкаф башы hымаҡ. Гөлмәрйәмгә уның туҙаны, бар етешhеҙлеге, хатта өҫтөнә ултыртылған кескәй ҡурсаҡтың түбәhе лә күренә. Ә бына Әкрәм тәңгәлендәй сүгеп ҡараhаң, ошо ҡурсаҡ hиңә йылмайып тора, сервант эсендәге сынаяҡ сәскәләре сәләмләй...

Шулай ҙа мөғжизә була икән. Әкрәм армияға киткәс, Сәлиха кейәүгә сыҡты – Гөлмәрйәмдең теләге ҡабул булды. Икенсе хәбәр тағы күңеленә ҡанат ҡуйҙы. Әкрәмдең әсәhе Миңлениса инәй: "Әлдә теге күбәләк башҡаға ҡунды, юғиhә, анау Гөлмәрйәмде оҡшата инем, бигерәк донъя көтә торған ҡыҙ инде шул бала", – тип әйткән, имеш. Эх, шул саҡтарҙа ҡыҙҙың ҡанатланып йөрөүҙәрен күрhәгеҙ!

Күп тә торманы, юҡ-бар йомошто бар итеп, үткәндә-hүткәндә Миңлениса инәй үҙе лә Гөлмәрйәмдәргә ингеләй башланы. Улын телгә алды, хат килеүен, тиҙҙән ҡайтыуын еткерҙе. "Утын-фәләненә лә, hалам-бесәненә лә ҡыйыныраҡ шул. Ҙурҙары ҡалала төпләнде – үҙ мәшәҡәттәре баштан ашҡан. Төпсөгөм ҡайтhа, Аллаhы бойорhа, бөтә мәшәҡәтем бөтә инде, – тип теҙеп алып китә. – Өй төҙөйөм, hиңә берәй яҡшы килен алып ҡайтып бирермен, тигән". "Булыр, булыр, Миңлениса әхирәт, улың бик теремек бит", – тигән була әсәhе. Ниңәлер был hөйләшеү ике оло кеше (оло тиhәң дә, ул саҡта иллегә лә етмәгән ҡатын булғандыр инде) араhында бармай, ә Гөлмәрйәмде Әкрәмгә димләп нотоҡ уҡыған төҫлө ҡыҙға. Уныhы ҡыҙара, сәй яhай ҙа, эш тапҡан булып тышҡа атыла. Һуңынан, сәпәкәйләй-сәпәкәйләй, урам буйлап әхирәтенә йүгерә.

Әсәhе hүҙен йыҡмағандырмы, Әкрәм армиянан ҡайтып өс-дүрт көн дә торманы, Гөлмәрйәмдәрҙең өйөнөң тупhаhын аша атланы ла ҡыҙҙы клубҡа барырға саҡырҙы. Кем белә, бәлки ҡыҙҙың яратыуын hиҙгән егет был аҙымға үҙе лә барғандыр. Ул яратҡас, мин дә яратып китермен, тигәндер.

Клубҡа сыҡҡан көндән күп тә үтмәне, Әкрәм Гөлмәрйәмдең ҡулын hораны. Ҡулын ғына түгел, бар тән-йәнен бирергә риза ине ҡыҙ. Шулай ҙа: "Әкрәм, hин бит мине яратмайhың, Сәлихаңды онота алмайhың. Уға үс итеп кенә өйләнмә берүк", – тине. Егет hүҙhеҙ генә башын hелкте. Уның өсөн түгел, йәнәhе. "Оҡшатам мин hине Гөлмәрйәм, ә яратыу тойғоhо... Ҡайhы саҡта оҡшатыу яратыуҙан да көслө була ул", – тип, йылмайҙы ул. Ах, ошо йылмайы-ыу... Бар күңелен иретте ҡыҙҙың. Был сағында ул кесерәйеп ҡалғандай булды, башы әйләнде, күҙҙәре йомолдо. Гүйә, бар тәне еңеләйеп, күҙгә күренмәҫ ҡанаттар үҫеп сыҡты ла күбәләк булып осто ул. Әле үҙҙәре йөрөгән туғай сәскәләрен төнгө йоҡоларынан уятып иркәләй, hәр ҡайhыhына ҡунып тылсымлы hүҙҙәр шыбырлай. Яратам! Ярата-ам! Я-а-ра-таам!!!

Сафлығы ла, боронғонан килгән йола буйынса ап-аҡ түшәктә түгел, ә йәм-йәшел үлән өҫтөндә ҡалды. Илерткес тойғолар, үлән-сәскә, тәү тапҡыр татыған ир-тир еҫе бергә ҡушылды ла... Донъяны зыр әйләндерҙе!

Бәй, нишләп hаман ҡайтмай әле Әкрәм? Уйҙарынан арынып, Гөлмәрйәм урынында борғаланды. Торҙо. Тағы ятты. Тороп, тәҙрәгә hалҡын төшөргән шыршы ботаҡтарын өрөп тиште лә, урам яғына күҙ hалды. Күренмәй.

Хоҙайым, тине ул, юҡҡа ғына тиргәп сығарҙым. Әйҙә, күңеле булғансы hәрмәнhен ине икән фуфайка эсендә. Һәрмәнер, hәрмәнер ҙә үҙенең яратҡан йырын мөңгөрләп, ауа-түнә инеп ятыр ине әле. Йоҡлап киткәнсе: "Йәйләүҙәргә көтөү ҡыуған Гөлмәрйәм", – тигән булыр. Былай тауыш-фәлән сығара торған кеше түгел дә бит, шул эсеүе маҙаhына тейә ҡатындың. Көндәр генә түгел, аҙналарға hуҙыла бит. Ике-өс көн хәл йыйып, тәүбәhен әйтеп ята ла... тағы ошо хәл ҡабатлана.

Туҡ-туҡ-туҡ...

Гөлмәрйәм урынынан hикереп торҙо. Әкрәме ҡайтты!

Иңенә шәл генә hалып соланға сыҡҡайны... Тауыш-тын ҡабат ишетелмәне.

Хоҙайым, тип уҡынып алды ҡатын, әллә hаташа башланым инде, ҡолаҡҡа әллә нәмәләр ишетелә. Шулай ҙа ире ҡайҙа икән? Берәй әшнәhендә тағы өҫтәп, ҡайтҡанда йығылып, туңып ҡына ята күрмәhен инде.

Гөлмәрйәм уны эҙләп сығырға уйлағайны ла, уйынан кире ҡайтты. Берәйhендә ултыралыр әле, тип уйланы ул. Унан тағы, Әкрәм үҙе артынан эҙләп сыҡҡанды яратмай.

Ҡатын балаларының өҫтөн рәтләп япты ла ҡабат юрған эсенә сумды. Йылылыҡ, бар тәнен ҡалтыратып, эсендәге hалҡынды – өшөгәнлекте ҡыуып сығарҙы. Һуңынан уй-йомғағын hүтергә кереште.

Ә бит өйләнешкәндә, хатта унан hуң өй төҙөгәндә лә Әкрәм эсеү түгел, араҡыны ауыҙына ла килтереп ҡарамай ине. Ҡунаҡ-маҙарҙа, өмөләрҙә берәй рюмка тотоуҙы иҫәпләмәгәндә, әлбиттә. Бына мәшәҡәттәрҙән ҡотолоп, ауырлыҡтар бөткәйне – ирен алыштырып ҡуйҙылармы ни. Әсәhе лә аптыраны. Тәүҙә улының атаhы нигеҙен hыуытмайынса өй hалып, малайҙары тыуыуына шатланып бөтә алмаған Миңлениса инәй ҡара ҡайғыға батты. Улын өгөтләп тә, тиргәп тә ҡараны – хәл үҙгәрмәне. Ахыр сиктә, Әкрәм тамам эскелек hаҙлығына батҡас, ҡалала йәшәгән ҡыҙына китеп барҙы. "Килен, – тине ул, күҙ йәштәренә быуылып – иң ауыры ғәзиз балаңдың ошо көнгә төшөүен күреү икән. Тик hиңә бик ҙур үтенесем бар: айырыла ғына күрмә, сабыйҙарың хаҡына. Быны мин hиңә Әкрәмде яратҡаның өсөн ышанып әйтәм..." Был саҡта ҡәйнәhе бик йәл ине Гөлмәрйәмгә. Ҡасан ғына күкрәген ғорур киреп, башын юғары тотоп йөрөгән ҡәйнәhе бөгөлөп, бөршәйеп ҡалған. Нур сәсеп торған йөҙө hурылған, беленер-беленмәҫ йыйырсыҡтары тәрән бураҙналарға әйләнгән; күп илауҙан күҙҙәре эскә батҡан, нуры ҡайтҡан. Зарланыуҙың ни икәнен белмәгән әсә гелән: "Урамға сығырлыҡ, кеше күҙенә күренерлегемде ҡалдырманы, – тип hуҡраныр булды. – Ана, тағы алып киләләр үҙен, моғайын, берәй ерҙә йығылып ятҡандыр... Әй, Хоҙайым, ниндәй гөнаhтарым өсөн бирҙең миңә был ғазапты-ы?!"

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас