

2
Элегерәк булһа, Айгөл билет ала алмай аэропортта аҙна буйы ятыр ине. Хәҙер иркен, аҡсаң ғына сыҙаһын. Хаҡтар самаһыҙ ныҡ күтәрелгәнгәме, бик юлға сығып бара һалмай халыҡ.
Самолет Төмәнгә үҙ ваҡытында килеп төштө. Айгөл бер ҡайҙа ла туҡталып тормай, шунда уҡ автобусҡа ултырҙы. Кондукторҙан ҡалала йәшәүселәр хаҡында ҡайҙан белешмә алып булыуы менән ҡыҙыҡһынды. Тегеһе «Ҡала Советы» туҡталышында төшөргә ҡушты. Кәрәкле адресты тиҙ генә табып бирә алманылар, эҙләгән кешеһенең тулы исем-шәрифтәрен, тыуған йылын таптырҙылар. Ҡалала Дорофеевтар күп икән. Аҡтарына торғас, өс адрес бирҙеләр. Быларҙың ҡайһыһы Тимурҙың хеҙмәттәше булыр? Береһенең квартиры бикле булып сыҡты. Икенсеһе бөтөнләй армияла булмаған. Айгөл бошамаланды: өсөнсөһө лә ул эҙләгән кеше булып сыҡмаһа?..
Ул ҡурҡа-ҡурҡа ғына ишек яңағындағы төймәгә баҫты. Бер ни тиклем көттөрөп, ишекте Айгөл менән бер тиң йәштәр самаһындағы ҡатын-ҡыҙ асты.
— Был Дорофеевтар квартирымы?
— Эйе.
— Миңә Григорий Алексеевич кәрәк ине.
— Уҙығыҙ. — Ҡатын, Айгөлдө алдан үткәрҙе лә, ишекте япты. — Өҫтөгөҙҙө һалығыҙ. Гриша әҙерәк сырхабыраҡ тора, һалҡын тейҙергән.
Фатирҙары бер бүлмәле. Айгөлдөң күҙенә шифоньер, карауат, диван, өҫтәл ташланды. Артыҡ нәмә юҡ. Булһа ла ҡайҙа ҡуяһың, былай ҙа боролор урын юҡ. Бүлмә уртаһындағы өҫтәлдә биш-алты йәштәр самаһындағы һары сәсле ике малай шашкамы-шахматмы уйнап ултыра. Диванда түңәрәк ерән һаҡал үҫтергән ир-ат китап уҡып ята. «Шул үҙе!» — Айгөл юлға сыҡҡандан бирле тәүге тапҡыр еңел һулап ҡуйҙы.
Бүлмәгә сит кеше ингәс, Григорий Алексеевич тороп ултырҙы. Айгөл шунда ғына уның уң ҡулы юҡлығын шәйләне.
— Мин Башҡортостандан килгәйнем, — тине Айгөл, малайҙарҙың олорағы килтереп ҡуйған ултырғысҡа сүгәләп.
— Башҡортостандан?!.. — Григорий Алексеевичтың йөҙөнә ғәжәпләнеү билдәләре сыҡты, ул малайҙары менән өҫтәл йыйыштырыусы ҡатынына өндәште: — Надя, альбомды алып бир әле.
Григорий Алексеевичтың ниндәй фото эҙләгәнен шунда уҡ аңғарған Айгөл сумкаһына тығылды. Фотоға күҙ һалғас, Григорий Алексеевич ҡарашын Айгөлгә күсерҙе:
— Һеҙ Тимурҙың ҡатыны булаһығыҙмы?
Айгөлдөң йөҙөнә, болот ҡаплағандай, ҡараңғы шәүлә төштө.
— Тимур үҙе ҡайҙа һуң? Ниңә килмәне?
— Ул хәбәрһеҙ юғалды. Һикһән икенсе йылдың февралендә үк.
Григорий Алексеевич урынынан торҙо, тәмәке ҡабыҙҙы.
— Их, Афғанстан, Афғанстан! Кемдәрҙең генә ғүмерен ҡыйманың һин! — тип һөйләнде үҙ алдына. — Тимурҙың да башына еткәнһең икән. Бергә төшкән фотобыҙҙы ҡулыма алған һайын, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандыр, һөйгәне менән ҡауышып, бала-сағалар үҫтереп яталыр, тип уйлай инем. Ул бит һеҙҙе теленән дә төшөрмәй торғайны.
— Тимур тураһында берәй нәмә белмәйһегеҙме, Григорий Алексеевич? Афғанстанға бергә киткәнһегеҙ бит.
— Беҙҙе Союзда уҡ айырҙылар. Икебеҙ ике самолетта остоҡ.
— Әйтегеҙ әле, хәбәрһеҙ юғалыу нисек була? — Айгөл тотлоҡто. — Кеше һынлы кеше ерҙә бер эҙ ҡалдырмай ҡалай юғала ала һуң ул? Төшөп киткәнгә генә юҡ булырға ул энә түгел дә баһа.
— Нисек аңлатырға һуң? — Григорий Алексеевичтың теле көрмәлде. — Унда, Афғанстанда, тау ҙа таш. Тауҙар араһынан ҡотороп йылғалар аға, төпһөҙ упҡындар етерлек. Ана шул йылғаға йәки упҡынға ҡолаған кешенең, ғәҙәттә, кәүҙәһен таба алмайҙар. Шунан ата-әсәһенә, хәбәрһеҙ юғалды тип, хәбәр итергә мәжбүр булалар. Әсир булыуы ла ихтимал.
Айгөлдөң күҙҙәре дымланды, тамағына килеп тығылған төйөрҙө көс-хәл менән йотоп ебәрҙе.
— Тимәк, Тимурҙы көтөүҙән мәғәнә юҡ.
— Мин улай тимәнем, ҡәҙерле Айгөл, белгәнемде генә әйттем.
Надежда табын әҙерләне. Һүҙһеҙ генә сәй эстеләр. Айгөл шымшырыҡ ултырыуҙы килештермәне. Уның һорашаһы нәмәләре күп ине.
— Һеҙ Афғанстанға барыуҙан баш тарта ала инегеҙме?
— Беҙҙе ебәрҙеләр. Беҙ приказ үтәнек. Хәрби приказ. Армияла приказды тикшермәйҙәр, үтәйҙәр генә, — тине Григорий Алексеевич. — Тимур кеүек, мине лә армияға һикһән беренсе йылдың көҙөндә алдылар. Һуғыш икенсе йыл дауам итә ине. «Гражданка»ла һуғыш хаҡында бик һирәктәр генә белһә белгәндер. Афғанстанда совет ғәскәрҙәренең сикләнгән контингенты... Беҙҙең ғәскәрҙәр Ватаныбыҙҙың сиктәрен ышаныслы һаҡлай... Туғандаш афған халҡына ярҙам күрһәтә... Ғөмүмән, һуғыш тураһында бик һөйләп барманылар. Ниндәйҙер сәйер һуғыш. Һәләк булыусылар ҙа юҡ. Әсирҙәр ҙә юҡ. Әле бер кемдең дә цинк табуттарҙы күргәне юҡ. Ленин бүлмәһенә йыйып, беҙгә батырлыҡ тураһында тылҡынылар. Афғанстан шул уҡ Испания, тип ялғанланылар. Интернациональ бурыс, көньяҡ сиктәрҙе һаҡлау хаҡында һөйләнеләр. Телевизорҙан ҡараған тапшырыуҙар әле лә иҫемдә: совет һәм афған һалдаттары ҡосаҡлаша, беҙҙең бронетранспортерҙарҙа сәскәләр ята, крәҫтиәндәр бүләк ителгән ерҙәрҙе үбә. Афғанстанға ебәрәһеләрен алдан әйтмәһәләр ҙә һиҙенә инек. Беҙҙән күҙ яҙлыҡтырманылар. Ашханаға, хатта бәҙрәфкә лә саф менән йөрөттөләр. Яңғыҙ ебәрергә ҡурҡалар ине, сөнки Афғанстанға китәһен белгәс, бер егет бәҙрәфтә аҫылынды, икеһе ҡан тамырҙарын ҡырҡты. Беҙҙе ҡарауылланылар, һәр аҙымыбыҙҙы күҙәттеләр.
Надежда сәй яңыртты.
— Яраланып, госпиталгә эләккәс кенә Афғанстанда булыуын белдем, — тине ул, иренең алдына сынаяғын ҡуйып. — Уға ҡәҙәр миңә лә, ата-әсәһенә лә Монголияла хеҙмәт итәм, тип яҙҙы. Гриша, хаттарыңды хәтерләйһеңме? — Надежда иренә ҡарап йылмайҙы. — «Монголияның күге зәп-зәңгәр... Һәйбәт ашаталар... Ҡояш көлә... Бында матур, тыныс, сәскәләр күп, ҡоштар һайрай...»
— Тәк торғандан ниңә яҡындарыңды хафаға һалырға? — Григорий Алексеевичтың ҡарашы уйсанланды. — Мин Афғанстандан әйләнеп ҡайтырыма ышандым. Бәлә-ҡазанан Надямдың мөхәббәте һаҡланы. Унда аҙым һайын үлем һағалап тора. Күккә олғашҡан тауҙар... Оло-оло таштар... Был ерҙә тереклек юҡ, тау ҙа таш ҡыналыр һымаҡ... Көтмәгәндә ошо таштар телгә килә, һине күҙ асып йомған арала теге донъяға оҙата. Әле генә тәбиғәткә ҡарап һоҡланып торған егет юҡ. Уға дембелгә һанаулы ғына көндәр ҡалған. Аҡса йыйып, иптәштәре "дипломат" алған... Әсәһенә, һөйгәненә бүләктәр әҙерләгән...
Мин дә хеҙмәтемде тултырырға ике ай тирәһе ҡалғас яраландым. Хәрби задание үтәп ҡайтып килә инек. Ҡайтып етергә күп тә ҡалмағайны, засадаға эләктек. Ике яҡтан да атыш китте. Күпме атышҡанбыҙҙыр, уныһын хәтерләмәйем. Ҡапыл тәнемде нимәлер өтөп алды... Битем ауырттырып тартышты... Ҡалғанын иҫләмәйем, һуштан яҙғанмын. Госпиталдә уянып киттем. Битемә ҡунған себенде ҡыумаҡ булып, уң ҡулымды күтәрергә итһәм, еңем буш. Ниңә бәрелеш ваҡытында үлеп кенә ҡалманым икән, тип үкендем. Мине йыуаттылар, баҡһаң, минең хәлем ул ҡәҙәр үк хөрт түгел икән. Ҡайһы берәүҙәрҙең йә ике аяғы ла юҡ, йә ике ҡулы ла юҡ. Шуныһына шөкөр ит, тинеләр. Миңә ни өсөндөр бик оҙаҡ көҙгө бирмәнеләр. Ниңә икәнлеген һуңынан ғына аңланым. Битем әҙәм ҡарағыһыҙ булып теткеләнеп бөткәйне. Шунан бирле йөйҙәрҙе йәшереү өсөн һаҡал-мыйыҡ үҫтерәм. Башта бер генә уй: нисек ҡайтырмын да был ҡиәфәттә нисек ата-әсәйемә, һөйгәнемә күренермен? Һул ҡулым менән яҙырға өйрәнгәс, хат һалдым: «Ҡайтмайым!»
Григорий Алексеевич тынып ҡалды. Ҡалғанын үҙең һөйлә тигәндәй, ҡатынына ҡараны.
— Өҫтөмә боҙло һыу һиптеләрме ни — йән өшөткөс хатын алғас, ҡапыл ҡурҡып, ҡаушап ҡалдым. Гришаны һис кенә лә һыңар ҡуллы итеп күҙ алдына килтерә алманым. — Надежда әкрен генә хәтер йомғағын һүтте. — Мин дә ташлаһам, унһыҙ ҙа китек күңелле кеше ни эшләр? Яҙмышыңды сулаҡ менән бәйләмәһәң, башҡа егеттәр бөткәндер шул, тип әйтеүселәр ҙә булды. Атайым менән әсәйем дә ҡаршы төштө: ҡуй, ҡыҙым, күрәләтә башыңа бәлә алма, бөтә донъя мәшәҡәттәре ғүмер буйы һинең өҫтөңдә булыр, тинеләр. Береһенең дә һүҙенә ҡараманым. Армиянан көтөп алырға һүҙ биреп ҡалғас, уның яңғыҙын ҡалдырырға намыҫым етмәне. Йәш кенә килеш тормош уның сикәһенә генә сапмаған, яҙмыш уның йөрәген яралап үткән, ҡаты һынауҙарға дусар иткән. Өҫтәүенә, мин дә баш тартһам...
Госпиталдә береһе аяҡһыҙ, береһе ҡулһыҙ интегешеп ятҡан ғәрип-ғөрәбәләр менән осрашҡас ҡына, Ташкент аэропортындағы мәхшәрҙе үҙ күҙҙәрем менән күргәс кенә, афған һуғышының асылын аңланым. Ә бит гәзиттәрҙә, беҙҙең һалдаттар унда ағастар ултырта, күперҙәр һала, юлдар төҙөй, тип ялғанланылар. Афғанстанда һуғыш булмағас, аҙналар буйы өйҙәренә ҡайтырға билет ала алмай ҡултыҡ таяғында һикерешеп йөрөүсе йәш кенә һалдаттар ҡайҙа яраланған һуң? Һалдат тип әйтерлек тә түгел үҙҙәрен меҫкендәрҙең, танау аҫтары кибергә лә өлгөрмәгән малайҙар ғына инде. Үҙҙәренә бер кем дә иғтибар итмәй, донъя ҡыуыусылар уларға күптән күнеккән. Иҙәндә йоҡлайҙар, шунда уҡ ашап-эсәләр. Кем уларҙы бындай көнгә төшөргән? Бер кем ҡыҙыҡһынмай.
— Хәҙер әйтеүҙәренсә, был йәшерен һуғыш булған. Иң үкенеслеһе һуңынан булды: ут эсенә илтеп тыҡҡанда беҙ дәүләткә кәрәк инек, ҡайтҡас, дәүләт беҙҙән баш тартты, — тине Григорий Алексеевич, асынып. — Беҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар менән тиңләнеләр тиңләүен. Улар Ватанды һаҡлаған, ә беҙ? Беҙ кем өсөн, ни өсөн ҡулыбыҙға ҡорал алдыҡ һуң? Бер тапҡыр ҙа ҡыҙҙар ҡосоп ҡарамаған егеттәр ни өсөн сит ерҙәрҙә ятып ҡалды? Күбеһенең ҡәбере лә юҡ. Тимур һымаҡ хәбәрһеҙ юғалыусылар күпме? Минең кеүек ғәрипләнеүселәр? Фатир һорап барғас, ҡалабыҙҙың иң ҙур түрәһе: «Мин һине Афғанстанға ебәрмәнем», — тип, кабинетынан ҡыуып тигәндәй сығарҙы. Беҙҙә бер кемдең дә ҡайғыһы юҡ. Әгәр беҙ үҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы үҙебеҙ яҡламаһаҡ, был билдәһеҙ һуғыш булыр ине. Әгәр беҙ шул тиклем күп — йөҙҙәрсә мең булмаһаҡ, беҙҙе оноторҙар ине. Үҙ ваҡытында Вьетнам менән Египетты онотҡан кеүек. Унда беҙҙең егеттәр һәләк булыуын хәҙер кем генә хәтерләй икән?
— Һеҙ уны әйтәһегеҙ әле, — тине Айгөл, әрнеп. — Афған һуғышының Бөйөк Ватан һуғышы менән сағыштырғанда ике тапҡырға оҙағыраҡ барыуын күптәр белмәй.
— Эйе, афған һуғышын халыҡтан ныҡ йәшерҙеләр. — Григорий Алексеевич, тулҡынланыуын баҫырға тырышып, сигаретын йыш-йыш һурҙы. — Халыҡ бер нәмә лә белмәне. Кешеләргә совет һалдаттары «бандиттарға» ҡаршы көрәшә тип һөйләнеләр. Бер уйлаһаң, әҙәм мәсхәрәһе — баштан-аяҡ ҡоралланған данлыҡлы Совет Армияһы тырым-тырағай йөрөгән «бандит» төркөмдәрен еңә алмай. Афғанстанда йыл да йөҙ мең һалдаттан торған армия һуғышҡан. Уйлап ҡарағыҙ, ун йылда бер миллион һалдат! Ә кешеләргә атылған пулялар, снарядтар?! Бәреп төшөрөлгән вертолеттар? Хәрби техника? Уларҙы кем иҫәпләр? Афғанстан — беҙҙең хурлыҡ, тиҙәр. Уларса, ун һигеҙ — егерме йәшлек егеттәр юҡ өсөн һәләк булғанмы? Минең дә юҡ өсөн үлеүем ихтимал инеме?
Надежда тамам ярһыған ирен тыйҙы:
— Гриша, тыныслан, зинһар! Һиңә тулҡынланырға ярамай. Төндә йоҡлай алмаҫһың.
Бик оҙаҡ гәпләште алыҫтан килгән ҡунаҡ менән хужалар. Һый ҡорҙолар. Улар Айгөлдө иртәгә лә ҡалырға ҡыҫтанылар, ата-әсәләре, дуҫтары менән таныштырырға теләнеләр. Айгөл ҡала алмауын, ваҡыты ҡыҫтау икәнлеген әйтте, һый-хөрмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Григорий Алексеевич та, Надежда ла Айгөлдөң Төмәнгә ни өсөн килеүен төпсөнмәне, ул үҙе лә был хаҡта һөйләүҙе кәрәк һанаманы.
Таң алдынан Айгөл кемдеңдер ҡысҡырыуына күҙҙәрен асты. Бүлмә ярым ҡараңғы. Өҫтәл лампаһы яна. Надежда эске күлдәктән йөрөп ята. Графиндан стаканға һыу ҡойҙо.
— Дарыуыңды ҡап, һыу эсеп ҡуй.
Ҡунаҡтың да тороп ултырыуын шәйләгәс, Григорий Алексеевич тартынды:
— Ғәфү итегеҙ, йоҡларға ирек бирмәнем. Бына нисәнсе йыл инде бер үк төштө күреп һаташып уянам. Таш... Уның артынан кемдер минең маңлайға мылтыҡ тоҫҡай. Хәҙер башым селпәрәмә киләсәк!..
Григорий Алексеевич тынысланып йоҡлап киткәс, Айгөл менән Надежда кухняға сыҡты. Икеһенең дә йоҡоһо ҡасҡайны.
— Афғанстандан ныҡ үҙгәреп ҡайтты Гриша. — Надежда сәй ҡайнатырға ҡуйҙы. — Саҡ ҡына ла тулҡынланырға ярамай, төнө буйы һаташып сыға. Сәғәттәр буйы бер һүҙ өндәшмәгән саҡтары була. Бер нөктәгә өңрәйеп ҡарап тик ултыра, бер нәмәгә иғтибар итмәй, бер кемде лә күрмәй. Төн уртаһында тора ла бүлмә буйлап йөрөй. Телевизорҙан Афғанстан тураһында тапшырыу күрһәтә башлаһалар, кухняға сығып китә, йә телевизорҙы һүндерә, йә икенсе каналға күсерә.
— Нисек кенә булмаһын, һеҙ барыбер бәхетле, Надя. Алма кеүек балаларығыҙ үҫеп килә. Янына барып йөрөргә ҡәбере лә юҡ бит Тимурҙың!
Айгөлдөң йөҙөнә тәрән һағыш ятты. Күңеле тулған Надежда уны ҡосаҡлап алды.
— Бәхетемә һаман ышанып бөтә алмайым. Әллә нимәһенә ҡурҡам, ете төн уртаһында тертләп уянып китәм дә балаларымды барлайым, үҙҙәренә һиҙҙермәй генә туйғансы яратам. Был ҡурҡыуым шунан да киләлер: мин һис кенә лә ир балалар табырға теләмәгәйнем. Ҡыҙҙар үҫтергем килгәйне. Үс иткәндәй, икеһе лә малай булды. Армияға барырға йәштәре еткәс, ҡан көҫәүселәр уларҙы ла ут эсенә илтеп тығыр һымаҡ.
Ҡунаҡсыл Дорофеевтар менән хушлашып, самолетта Өфөгә килеп төшкәс, Айгөл тура Илсекәйгә китмәне, тыуған ауылына юл тотто. Тормошонда яуаплы аҙым яһар алдынан әсәһе менән кәңәшләшәһе бар ине уның.
Утыҙ йәшен тултырғас та тәүге мөхәббәтен онота алмай әҙәм көлдөрөп йөрөгән ҡыҙын әсә бик ҡаты орошмаҡсы булғайны ла (йәш саҡта кемдең кемгә күҙе төшмәҫ!), тыңлап бөткәс, фекерен үҙгәртте.
— Уҡытырға башҡа ер бөткәндәй, әллә нимәһенә йәбешеп яттың шул Илсекәйҙең. Тоҙ һипкәндәр тиерһең. Ни сәсһәң, шуны урырһың, — тине.
Был — әсәнең ҡыҙына биргән фатихаһы ине.