Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Сентябрь 2023, 15:55

Оҫта Повесть (4) Рәлис УРАҘҒОЛОВ

– Нимә, керетмәнеләрме, ужым быҙауының кәрәге юҡ, тинеләрме, хәстрүш! – Эсендәге шайтан бар көсөнә сәрелдәтте Гөлмәрйәмде. – Шулай шул, уларға пеләмәннәй кәрәк, hинең hымаҡтар быуа быуырлыҡ. Ир итеп тотоусы мин генә бит hине, быҙау! – Ҡатын ирен эскә hөйрәп алды hәм... ниңәлер кире этте. – Алкаш, заразы, бар, йөрөгән ереңдә ҡун!

Оҫта Повесть (4) Рәлис УРАҘҒОЛОВОҫта Повесть (4) Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Оҫта Повесть (4) Рәлис УРАҘҒОЛОВ

 

Ҡәйнәhе китте. Гөлмәрйәм оло ҡайғы, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәр менән япа-яңғыҙы ғына тороп ҡалды. Тәүҙә ирен наҙлап эсеүен ташларға, hис булмаhа дауаланырға барырға өгөтләп ҡараны. Файҙаhы булманы. "Нимә, мин hиңә алкашмы ни? – тип кенә ебәрҙе лә үҙенең тирә-яҡта берҙән-бер оҫта икәнен иҫкә төшөрөп, маhайып йылмайҙы. – Беләhеңме, минең hымаҡ, hинең ирең кеүек оҫта районда, хатта республикала юҡ! Үәт, шулай булғас, мине hыйлайҙар. Ә мин ошо ҡулдарым тапҡан ризыҡтан баш тарта алмайым. Мин алкаш түгел, мин – оҫта!"

Әкрәм эсә торҙо, Гөлмәрйәм тәүҙә "уҫал", hуңынан "алама бисә" ҡушаматы алып, ирен ошо hаҙлыҡтан тартып сығарырға аҙапланды. Ире берәйhенә бура бураhа йәки башҡа эш эшләhә – барып хужаларынан аҡсаhын алды, эсереүселәр менән hүҙгә килеште. Был сараның да файҙаhы теймәгәс, Әкрәм ҡатынының үҙе артынан йөрөүенә асыулана башлағас, барыhына ла ҡул hелтәне ул. Ире менән ни булыры ҡыҙыҡhындырмай ҙа башланы hымаҡ, бар күңелен балаларына бирҙе лә, мал-тыуарына hалды, йорт-ҡура мәшәҡәттәренә сумды. Йөрәге таштай ҡатты уның. Шулай ҙа...

Күп уйланып йөрөп, башы тамам уй-хыялдарҙан ҡатҡанғамы, бер көндө утын ярҡалары ҡосоп өйөнә инhә – ҡото алынды. Өй эсе тып-тын. Күңелен әйтеп аңлаталмаҫлыҡ сәйер бушлыҡ солғап алды, шом баҫты. Утындарын мейес алдына ташланы ла атылып төпкө яҡҡа үтте. Йөрәге жыу итеп китте. Диван ҡырына ултырғыстар теҙелгән. Моғайын, балалары паравоз яhап уйнағандыр. Тик Гөлмәрйәмгә ул башҡаса тойолдо. Бына-бына ошо ултырғыстарға Әкрәмдең туң кәүҙәhен килтереп hалырҙар төҫлө ине. Ҡатындың тыны ҡыҫылды. Хәле бөтөп, тамам быуынhыҙ булды ла стенаға hөйәлгән килеш шылып төштө. Күҙҙәре – диван буйлап теҙелгән ултырғыстарҙа. Хәҙер тышҡы ишек асылыр ҙа, декабрҙең hалҡын елен түр яҡҡа йүгертеп, артынса иренең туңған кәүҙәhен күтәреп индерерҙәр төҫлө. Йөрәге дарҫлап типте ҡатындың. Дөп... Дөп... Дөп... Ошо саҡ ишек асылып китте. Шығырр... Ахх... Гөлмәрйәм тамам быуынhыҙ булды.

– Бәй, Гөлкәй, нишләүең ул?

Был Әкрәмдең тауышы ине. Аяғында саҡ баҫып торған ире уның эргәhенә килде лә иҫерек ҡатыш аптырашлы ҡарашын төбәне.

– Г-Гөлкәй, ни-ни эшләүе-ең бы-ыл? – Ҡото алынған Әкрәм Гөлмәрйәмде дер hелкетте. Ҡатыны бер ни өндәшмәгәс, өҫтәлдән сынаяҡ алып килеп, ҡуйынындағы шешәнән ғотғолдатып уға араҡы ҡойҙо, Гөлмәрйәмдең ауыҙын ҡайырып тигәндәй hалды уны.

– Мә эс, валериандың, корвололдың да яртыhы спирт инде. Тик мине генә ташлама, Гөлкәй берүк ауырыма...

Йотто Гөлмәрйәм араҡыны. Һаҫыҡ еҫе танауын ярҙы, уҡшытып, әселеге кире тамаҡ төбөнә килде. Шулай ҙа үткәрҙе. Аңына килгәндәй булды ла түгелеп илай-илай Әкрәмде ҡосто.

– Яратам бит мин hине Әкрәм, яратам, – тип ярhып иланы ул. – Ниндәй генә ҡаты булырға тырышhам да, ат урынына егелеп донъя йөгөн тартhам да ҡатын бит мин. Ҡа-а-тынн! Ташла шул эсеүеңде, Әкрәм, ташла. Әҙәмсә донъя көтәйек, балалар ҙа үҫеп бара. Ниңә улар "алкаш балаhы" исемен күтәреп йөрөргә тейеш hуң? Ташла бер-рүк...

Әкрәм башын эйеп, ҡайhы саҡта "ярар" тигәнде белдереп эйәк ҡағып тик ултырҙы. Ә иртәгәhенә... тағы лаяҡыл иҫерек ҡайтты.

Туҡ... Туҡ... Туҡ...

Гөлмәрйәм уйҙарынан арынды, hикереп торҙо. Әкрәм ҡайтты, тип уйланы ул. Ниңәлер эсендә тағы шул "уҫал"лығы ҡайнай, "алама бисә"леге үҙенекен итә башланы. Бығаса ҡайҙа йөрөгән ул? Мин бында төнө буйы йоҡо тапмай хәсрәт утында янам, ә ул эсеп, ҡайҙалыр олағып йөрөй. Арт hабағын уҡытам мин уның!

Әлегә тиклем булған хистәр, ирен йәлләүҙәр әллә ҡайҙа осто. Эстә шарламалай ҡайнаған бисәлек ғәләмәте әйтеп аңлаталмаҫлыҡ асыу булып урғылды ла, асыҡ ишектән иренең башы күренеү менән, тышҡа бәреп тә сыҡты.

– Нимә, керетмәнеләрме, ужым быҙауының кәрәге юҡ, тинеләрме, хәстрүш! – Эсендәге шайтан бар көсөнә сәрелдәтте Гөлмәрйәмде. – Шулай шул, уларға пеләмәннәй кәрәк, hинең hымаҡтар быуа быуырлыҡ. Ир итеп тотоусы мин генә бит hине, быҙау! – Ҡатын ирен эскә hөйрәп алды hәм... ниңәлер кире этте. – Алкаш, заразы, бар, йөрөгән ереңдә ҡун!

Гөлмәрйәм ишекте япты ла келәне кире тыртлатып төшөрҙө. Һуңынан солан иҙәнен шығырлата баҫып, эскә үтте. Шым ғына барып, туң тәҙрәнең өрөп боҙон тишкән еренән ирен күҙәтмәк булды. Аҡылға ултыртты, өй тирәләй аҙыраҡ йөрөп алhын әле, тип уйланы ул. Бер аҙ торғас индерер. Тышта hалҡын, эскәндәре аҙыраҡ сыға торhон, тип, ҡатын тышты күҙәтер өсөн икенсе тәҙрәнең дә боҙон иретте. Ләкин Әкрәм ҡапҡанан сыҡты ла, урам буйлап төшөп китте. Гөлмәрйәмдең алҡымына ҡаты төйөр үрмәләне. Илағыhы килде – илай алманы. Ыҡ-мыҡ килеп эстән генә шыңшыны ла, мендәренә ҡапланып, өйрәтергә йүгән кейҙерелгән йәш тайҙың ауыҙлығын hалдырғандай, хистәренә ирек ҡуйҙы – күңелен бушатҡансы иланы ла иланы...

* *

Миңлениса көндән-көн үҙенә урын тапманы. Ҡыҙының өс бүлмәле фатиры ла тар һымаҡ. Тыны ҡыҫыла. Ҡыйын уға, ҡыйын. Ҡыҙына:

— Зинһар, ҡайтайым. Һағындыра ауылды. Бында йәшәп өйрәнмәгәнмен бит, – тигән булһа ла, күңеле гел Әкрәмдә. Нисек йәшәй улар? Берәй ерҙә туңып ятыр әле. Ҡайтып, бәлки, тағы бер тапҡыр булһа ла эсмәүен һорап инәлер. Моғайын, гелән ситкә ҡуйып килмәҫ. Һәр хәлдә күҙ алдында булыр. Былай...

— Әсәй, ана, айырым бүлмәң бар. Тызанламай ғына шунда ят, — әсәһенең "мыжыуы" ялҡыта барған һайын, Тәскирә лә ҡатылана башланы. — Нимә, алкаш улыңа ашҡынаһыңмы? Һин ауылда булһаң да эсә инде ул, бында булһаң да. Тыныслан да, йәшә лә ят бында... Башҡаса ул турала һүҙ булмаһын...

Башҡаса өндәшмәне Миңлениса. Бүлмәһенә бикләнде лә бүтән оло яҡҡа сыҡмаҫ булды. Үҙ-үҙенә йомолдо...

Ауылындағы ғәзизе, килене, ейәндәре тураһында уйҙар менән генә йәшәй башланы: көйҙө, янды...

* * *

"Ниңә мин шулай йүнhеҙмен икән? Ни-иңә?! Ошолай ята торған кешеме hуң мин? А-ах, бар тәне тартыша-а..." Эсеңдәге hыу тамсыhы ҡан күҙәнәктәрен hуғара алмай әллә ҡайҙа була. Яна. Кибә. Мейе ҡуйыра. Ҡабаҡтарының ауырлығына сыҙаша алмаған күҙҙәр йомолоуы була – килбәтhеҙ әҙәмдәр ыржая, әллә ҡасан ер ҡуйынында ятҡандар ҡалҡып сыға ла: "Әйҙә бында, нишләп ятаhың улай?" – тип тартҡылай башлай. Тән тартыша. Упҡынға осҡандай hикереп китәhең. Ошо мәл тегеләр сыйнашып, ҡысҡырышып юҡ була. Күҙҙәр асыла. Тағы шул уҡ күренеш: түбә таҡталары, шаршау, әле кисте, әле таңды белдереп тәҙрә артында көн алышына. Буш өй эсендә үҙең генә, береhе бер инмәй, сыҡмай..."

Әкрәм кем инергә тейешлеген барлай. Анау hарыҡ Fәфүрҙер, моғайын. Юҡ. Ул үҙе генә баш төҙәтә торған бәндә. Нәҫелдәре шулай. Берәр ярты тапhалар ҙа ҡасып еппәрәләр. Өс көн айныҡ булhалар – кеше танымайҙар. Fәфүр инмәҫ. Ә Абдулла? Юҡ, унан да фәтүә сыға торған кеше түгел. Ауылда ышанысы бөткән. Быныhы тағы? Илдус та килмәҫ. Ирек тә, Мотаhар ҙа...

Ир үҙенә әшнә булырлыҡ hәр кемде барланы. Кемдеңдер башын төҙәттереүен иҫкә төшөрҙө, ҡайhыhын hыйлағанын. Инеүсе булмаҫ. Төшөнкөлөк. Упҡын.

– Уф, үлә-әм... Икенсе көн ятам, хәл белеүсе юҡ. Ҡатынҡайым, ҡатынҡайым... – Әкрәм ишек асып инеүсегә өндәште. – Һыу ғына алып кил әле пажалысты.

– Тороп эс. Араҡыhын табаhың бит. Мин уны йәлләп, hүҙҙәренә ышанып, баш төҙәттергән булам, ә ул сыға ла китә урам буйына, – тип, Гөлмәрйәм ҡырт киҫте. Һуңынан биҙрәләрен дөп-шап күсергеләп, тағы ишекте асты. – Ҡатын кәрәк булған уға. Ҡатынҡайым, имеш. Ә миңә малын да, балаларҙы ла ҡарарға кәрәк. Ул бер аҙ хәл алhа урам буйына ысҡына. Тамаҡ хаҡына ялланып йөрөйhөң, ыстырам...

Айныҡ сағында Әрәм үҙе лә урам буйлап барырға ояла. Барыhы ла уны күҙәтә төҫлө. "Ана, алкаш китеп бара, моғайын, эҙләнәлер", – тигән hымаҡтар. Һымаҡ түгел, ә шулай. Осрашҡанда ялағайланып хәл hорағандарын, ситкә ҡарап-ҡарап ҡына теләр-теләмәҫ дежур hүҙ hөйләгәндәрен, мыҫҡыллы күҙ ҡараштарын бар булмышы менән тоя ул.

– Әйҙә тәмәке тартып кит...

– Ҡайҙа киттең әле былай кейенеп?

– Күренгәнең дә юҡ...

Ошо hүҙҙәр Әкрәмгә:

– Айныҡҡас эшем эйәhе hымаҡ ашыҡҡан булаhың, тағы ысҡынырhың әле;

– Әҙәмсә кейенгән булғанhың, йүнhеҙ;

– Әле урам буйлап йөрөмәйhең дә ул, – hымаҡ яңғырай, йәнен быраулай.

"Айнып ҡына алайым, кемдең-кем икәнен белермен әле..." Диванға hуҙылған ир иҙән буйлап устарын йөрөттө. Юҡ, сүместә hыу ҡалмаған.

Аяғына баҫа алманы. Шыуышып тигәндәй мейес артына етте лә биҙрәләге hыуҙы әрhеҙләнеп эсте. Тағы. Тағы. Тик hыуhыны ҡанманы. Уның ҡарауы, эс тәңгәлендә ниҙер өҙөлдө – бар hыу ишараты тасҡа түгелде. Бөрсөк-бөрсөк тир тамсылары әйтерhең йәнен дә үҙҙәре менән алып сыға. Шыр hыу булды. Өшөп ҡалтыранды. Ә эс тәңгәле яна-а. Зәңгәрле-йәшелле үт ҡоҫа ине ул...

Ир тағы диванға hуҙылды. Әйткән тәүбәләр ҙә, инде нисәнсе ҡат, төптән – йәнен уйып сыға: "Ниңә үлтереп кенә ҡуймайhың, Аллаhы Тәғәләм... Терелhәм, араҡының тамсыhын да ҡапмаҫ инем..." Ул – яңғыҙ. Бар кисерештәре, йән, тән ғазаптары менән япа-янғыҙы.

Тағы үҙен-үҙе игәне. Бәғерен телгеләне. Ошо көнгә төшөүе өсөн бар донъяны ҡәhәрләне. Һуңынан бәғеренең яраhына тоҙ hипте: "Нишләп мин шул көнгә төштөм икән? Минме hуң – ауылдың оҫтаhы – ошолай ятырға тейешмен? Нишләп береhенә лә кәрәкмәйем hуң ми-ин хә-ә-әҙер? У-уф-ф..."

Ойоуҙан ҡурҡты ул. Шулай ғына ойор ҙа әле күҙ алдында hикерешкән килбәтhеҙ йәнлектәр, әҙәмгә оҡшаш өрәктәр үҙ ҡосағына алыр hымаҡ. Ләкин был юлы ул уянғас та әсе тауыштар тынманы. Әллә ниндәй бәндә йыуан, оҙон сәсле бәндә уны тартҡылай, битенә hуға.

– Әкрәм, нишләүең ул? Әкрәм, тим бит! Уф, Хоҙайым, ниңә генә башын төҙәттермәнем икән? Уф, ҡурҡытма берүк!

Ҡалай ҡурҡыныс үҙе. Күҙҙәре шарҙай, тешhеҙ ауыҙы ситенән ҡара ҡан ағып төшкән. Тамсылары ирҙең битен өтөп-өтөп ала. Юҡ, йөҙөнә ҡуҙ баҫалар. Түҙерлек түгел. Тик торорға хәле юҡ.

– Әкрәм, ҡурҡытма тим бит! Уян әле, быуылаhың, уян берүк. Бына алып киләм. Әйҙә, башыңды төҙәт тә балнисҡа алып барам.

Албаҫты оторо быуҙы. Тын алғыhыҙ hаҫыҡ тыны, ҡан еҫе уҡшытты. Бына-бына ул үткер, осло тештәрен ирҙең муйынына батырыр. Тор, Әкрәм, уян тиҙерәк! Юҡ. Төпhөҙ соҡор ирҙе hурғандан-hура, hаҙлыҡ эсенә тарта барҙы. Ә унда... Шайтандар ҡаҙан аҫҡан. Һаҙлыҡ тигәнең дә төпhөҙ ҡаҙан даhа! Ауыҙын ҡайыралар. Бер шайтан ҡайнаған дегет hалырға булаша. Йо-оҡ... Йо-оҡ... Ир ҡаса. Ләкин тегенең көслө ҡулы оторо шаҡара. Дегет ҡыҙыл үңәсте яндыра. Тонсоҡтора. Ә шайтандар, шатланышып, зыу килә – мәрәкә табалар. Хәҙер ҡаршылыҡ юҡ: дегет ауыҙ эсенә тула ла эсте яндыра башлай. Бәй, шайтан ҡиәфәтле әҙәмдәр яйлап тоноҡлана түгелме? Бөтөнләй юғалдылар. Томан да таралды. Әкрәм бер ни аңламаны: уның ҡаршыhында ҡатынының hыны пәйҙә була барҙы!

– Әкрәм, ҡурҡытма hин улай мине, ҡурҡытма, йәме, – Гөлмәрйәмдең көслө ҡулдары ирҙең башын күкрәгенә ҡыҫты. – Мә, аҙ ғына араҡыhын тот та, берүк башҡа өҫтәмә. Зинhар, тим, йәме. Яратам бит мин hине. Беҙ ҙә бәхетле йәшәй алыр инек. Әллә бөгөндән балнисҡа барып укол ҡаҙатабыҙмы, Әкрәм? Былай ғына айный алмайhың бит. Бер ояты ла юҡ уның. Байтаҡ кеше ул сирҙән шулай ҡотола. Сир бит ул...

Fүме-ер тигәнең. Әҙәм балаhы шулай анhат ҡына китә лә бара икән. Бер ҡараhаң, йәшәгән кеүек тә түгелhең. Ошоноң да, бик аҙ ғына бирелгән бүләктең дә ҡәҙерен белмәйбеҙ. Әле яңы ғына йән тәндән айырылыр сиккә етеп тулай ине, хәҙер килеп тағы ул бар күҙәнәккә таралды. Р-рәхәт! Йәшәгеләре килә. Кешеләр ҙә, тәбиғәт тә ниндәй гүзәл. Кешеләр тигәндән, Fәфүр нишләй икән әле был минутта? Моғайын, берәр шешә тапҡандыр ҙа үҙе генә hемерәлер. Ә башҡа дуҫтар? Ҡуй, бөгөн йөрөмәйем урам буйлап, үлhәм ошонда үләм, сыҡмайым. Күпме эселде әле был ысҡынғанда? Ун көн. Юҡ, егермелер. Бәлки, артығыраҡтыр ҙа. Дөрөҫөрәге, hәр көн hайын тиерлек. Нимәнән башланды әле эсеүе? Ҡуй, юҡ менән баш ҡатырмайыҡ. Эскән кешегә сәбәбе табыла инде ул. Бигерәк тә Әкрәмдәр нәҫеленә: ҡулдарынан бар эш тә килә, ябайҙар. Моғайын, ошо ябайлыҡтыр төп сәбәбе. Ауыл ерендә нисек ябай булмайhың. Бар кеше таныш, дуҫ, нәҫел...

– Йә, тороп аҙыраҡ hурпа эсеп ҡара, ҡорhағың инде нисәнсе көн ризыҡ күрмәй, яндыраhың бит шуны. Һинең hаулығың әшнәләреңә лә, эшкә яллағандарға ла кәрәкмәҫ, – Гөлмәрйәм өҫтәлгә аш ултырты. Шешә төбөндә ҡалғанын стаканға hалды. – Кил, ошоно тотоп ҡара ла аш ҡабырhың. Түлкә ҡолағыңа киртеп ҡуй, бүтән ауырыhаң, тағы эсhәң – хәлеңә инмәйем. Ятырhың шунда, шытып...

Тынлыҡ. Тағы ла уфтаныуҙар, тәрән көрhөнөүҙәр. Гөлмәрйәмдең көрhөнөүе. Әкрәмдең уфтаныуы.

– Һин миңә ышанаhыңмы, Гөлмәрйәм? Минең кеше булып китеүемә ышанаhыңмы?

– Атаҡ, атаҡ... Ышанмаған булhам, hинең менән йәшәп ята алыр инемме ни? Тик ул ышаныс менән генә булмай шул...

– Ышанhаң...Йә, ярар, бир тегене, hурпа ҡабып ҡарармын.

Әкрәм күҙҙәрен йомдо, иҙәнде шығырлата баҫҡан Гөлмәрйәменең үҙе эргәhенә килерен көттө. Бына яҡынлаша ауыр кәүҙәнең танhыҡ тауышы: дөп-дөп, шығыр-шоғор.

– Мә, башҡаса юҡ та, hорама ла.

Күҙ ҡабаҡтары асылды. Стакан. Яртылаш ҡойолған эсемлек.

– Ошо ғына ҡалдымы ни, ул алмай бит инде, – тигән ауырыуҙың ҡалтыранған ҡулдары стаканға үрелде.

Яй эсте ул. Яртылаш ҡына. Нисек тә булhа оҙағыраҡ йәшәткеhе килә ине шайтан hыуы ғүмерен. Нишләйhең, бигерәк ҡыҫҡа шул уныhы.

– Ултыртып тор. Быныhы үтhен инде...

– Атаҡ, бер йотом нәмә ҡалғас, мә, тотоп бөт тә, hаҫыҡ еҫ аңҡытып ултырмаhын, йыуып ҡуям.

Аҙ ғына, стакан төбөндә булhа ла ултырhа, күңелен йылыта бит ул. Эсеп бөттөңмө, тағы бушлыҡ, тағы билдәhеҙлек. Һуңынан булмышыңды бер генә уй быраулай: ҡайҙан табырға? Һа-ай, ауыр... Уға тарымаған кеше генә аңламай шул хәлде. Башҡаларҙы Хоҙай hаҡлаhын, ошо хәлдәгеләргә Алла ярҙам бирhен.

Тәүге йотом. Шайтан hалып бирҙеме уны Әкрәмгә? Юҡ, үҙе эсте. Тик күңеле төбөн ниҙер ҡытыҡланы, эсен яндырҙы ошо мәл, ҡыҙыҡhыныуы, олораҡтар эргәhендә үҙен дә типә-тиң күрергә теләүе ҡулдарын hондорҙо стакандағы балға. Рәхәт булды: донъяның бар гүзәллеге сағыуыраҡ төҫкә мансылды. Үләндәрҙең елгә бәүелеүе лә мәрәкә тойолдо, эргә-тирәләгеләр дуҫҡа, нәҫел-нәсәпкә, малайҙар "брат"ҡа әйләнде.

Нәҡ әлеге hымаҡ. Уртлаған эсемлек ҡанға таралып та өлгөрмәне, Әкрәмде әллә ниндәй эштәргә этәрҙе.

– Ҡатын, моғайын, мал аҫты алынмағанды-ыр?

– Ыстаҡ, hин иҫереп ятҡанда мал аҫты таҙартылмаған тип беләhеңме әллә? Ят, сығып китәhе булма. Хәҙер башланыр инде, аҙ ғына хәл индеме – балтаhын күтәрә лә, сығып китеү яғын ҡарай... Ана, артыңдан киләләр ҙә инде. Смәтри, әлегеләй сирләhәң, терелтәhем юҡ!

Ишек шаҡынылар. Тышҡы hалҡын түргә йүгерҙе.

– Инергә мөмкинме-еү? – Айнурҙың тауышы ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына ишетелде. – Әкрәм өйҙәме-еү, Гөлмәрйәм?

– Ана, ята. Аурый ул, Айнур, бер ҡайҙа ла бармай, – тине лә Гөлмәрйәм, сөйгә эленгән фуфайкаhына үрелде. – Мин әйттем, hүҙемде...

Тынлыҡ урынлашты. Ҡатын өй ишеген, hуңынан соландыҡын шапылдатып япҡас ҡына Айнур тамағын ҡырҙы.

– Ней, гадук тигәндәй, ауырып тораhың икән... – Ул ҡуйынындағы шешә башын күрhәтте.

– Алла биргән түгел, үҙебеҙ hатып алған сир, Айнур. Һин нимә, берәр эшең бар инеме әллә? – Әкрәмдең hүнгән ҡараштары Айнурҙы баштан-аяҡ hәрмәне. Үҙе йөрәген тотто. – Уф-ф, ошо ерҙә ниҙер өҙөлә, ҡәhәрең...

"Берәр эшең бармы?" – тигәне "әле ҡасан ғына hөйләшеп ултырырға инеп тә, ҡыуып тигәндәй сығарҙың" hымағыраҡ яңғыраны. Һәр хәлдә Айнурға шулай тойолдо. Үҙе эстә генә: "Һин алкаштың хәлен белергә килгән тип уйлайhыңмы ни, кәнишнә эш бар", – тип ҡуйҙы.

– Ней, тышта буран да hепертеп тора, ярар инде. Былай хәлеңде белергә генә ингәйнем, бер нисә көн күренмәгәс, – тип, бүреген батырыбыраҡ кейҙе. – Яңы йыл етә бит. Яңы мунсала йыуынырға, кәләште рәхәтләндереп сабырға ине.

– Мейесме?

– Ы-ы... Эйе, шул-шул, – тегеңә йән инде. – Балсығы килгән уның, көҙҙән үк ҡапсыҡтарға тултырып ҡуйҙым. Кем әйтмешләй, уныhын ғына хәстәрләй беләбеҙ. Ә бына ҡалғанына, гадук, hинең hымаҡ оҫта кәрәк. Всү тәки аҡ мунса бит.

– Барырмын. Тик hин Гөлмәрйәм менән hөйләш, рөхсәт ал.

– Хаҡынмы? – Айнурҙың күҙ алдарынан йөҙлөктәр үтте.

– Һәй, хаҡы уның ташҡа баҫылған инде, hабаҡташтарға үҙең беләhең, – Әкрәм ыңғырашты. – Уф-ф... Мине hөйләш, тим. Ул да бит әҙәм балаhы. Әле генә башты төҙәттергәйне, уңайhыҙ. Бер сығып китhәк инде, үҙең беләhең.

– Хи-хи, уныhын ғына булдырабыҙ ҙа ул. Мин хәҙер, хәҙер...

Әкрәм йөрәген тотто. Уф, бөрә лә ала ҡәhәрең. Үлhә ошонда ятып та үлер ине, тик класташҡа нисек бармайhың инде? Яңы йыл мунсаhын иҫкеhендә – ҡараhында инмәҫ бит. Былтыр уҡ яңыhының бураhын күтәрттереп ҡуйғайны. Бөгөнгә саҡлы шулай ултыра. Ярай әле Әкрәм ҡул араhында булhа ла булаштырырға яйын тапты. Ни тиhәң дә класташтар бит. Уф, ошо йөрәк тәңгәле тартыша ла бар тәнен быуынhыҙ итә.

Ишек асылды. Биҙрә тауыштары ишетелде: дыңҡ-дыңҡ...

– Нимә, мейес сығарырлыҡ хәлең бармы hуң? – Гөлмәрйәмдең тауышы май булып ятты ирҙең күңеленә. Бар, ҡартыҡайым, hин – оҫта кеше бит, hымағыраҡ ишетелде уға. – Ҡара уны, hинең менән hөйләштек, шытып ятhаң да...

– Ә-ә... Гөлмәрйәм, миндә ул тиклем аҡ башы юҡ, үҙең беләhең, самай-маҙар менән булашмайбыҙ, – Айнур ишек төбөндә тыпырланы. – Беҙгә уныhы килешмәй ҙә...

Айнур hүҙҙәрен әйтеп бөттөмө-юҡмы, ишек асылды ла унан Әкрәмдең өлкән улы атылып инде.

– Атай, а-атай! – Хәле бөткән малайҙың тыны быуылды. – А-а-атай, Мотаhар ағайҙың өйө яна!

– Ысынлап өймө, беҙҙең мунса түгелме?! – Айнур урынында тапанды. Өй эсендәгеләрҙе йәшен тиҙлегендә күҙҙән үткәрҙе. – Тор, класташ, нишләп ятаhың, минең мунса яналыр. Әй, Хоҙайым, балсыҡ иреhен өсөн ҡатынға иҫкеhен йылытырға ҡушҡайным. Ана, ана, ҡарағыҙ, беҙҙең тирәлә сыға ут!

– Йо-оҡ, hеҙҙән бире. Бала кеше алдамаҫ! – Тәҙрәгә ҡапланған ҡатын үҙенсә hығымта яhаны. – Тор тиҙерәк, балтаңды, биҙрәңде тот та йүгер, Әкрәм. Хәҙер мин дә сабам. Атаҡ, hин нишләп тораhың, Айнур, бар тиҙерәк!

– Ә-ә... Эйе, эйе. Һай, китте мунса. Кит-те...

.

Автор:
Читайте нас