Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Сентября 2023, 03:55

Аҙашҡан болан балаһы Повесть (7) Факил МЫРҘАҠАЕВ

Бер эҙһеҙ юғалған балаһы иҫән-һау, ҡайғы, күҙ йәштәре килтергән ҡәһәрле Афғанстанда әсирлектә булған. Донъяларға һыймаҫлыҡ был ҡыуанысты Ғарифйәне алып ҡайтты. Бер ай самаһы элек уны көтмәгән ерҙән Мәскәүгә саҡыртып алдылар.

Аҙашҡан болан балаһы Повесть (7) Факил МЫРҘАҠАЕВАҙашҡан болан балаһы Повесть (7) Факил МЫРҘАҠАЕВ
Аҙашҡан болан балаһы Повесть (7) Факил МЫРҘАҠАЕВ

3

Нисәнсе көн инде Раҡыя апай күҙҙәрен юлдан алмай: улы менән ирен көтә. Тимуры, күпме йылдар зарығып көткән улы, ҡайта! Бер эҙһеҙ юғалған балаһы иҫән-һау, ҡайғы, күҙ йәштәре килтергән ҡәһәрле Афғанстанда әсирлектә булған. Донъяларға һыймаҫлыҡ был ҡыуанысты Ғарифйәне алып ҡайтты. Бер ай самаһы элек уны көтмәгән ерҙән Мәскәүгә саҡыртып алдылар. Әсә йөрәге һиҙенмәй буламы һуң! Дөр итеп тоҡанды ла китте: улы хаҡында бер-бер хәбәр бар! Ғарифйәне иһә китте лә батты. Раҡыя апай өсөн ваҡыт, гүйә, туҡтап ҡалды, бер аҙна бер айға, юҡ, бер йылға һуҙылды ла ҡуйҙы. Сабыр итергә кәрәклеген дә белә, тик үҙен йүгәнләй алмай, ул ҡәҙәр үрһәләнергә йәш-елкенсәк түгел дәһә. Баҡһаң, ире Мазари-Шәрифтең үҙенә үк етеп ураған, улы менән күрешеп йөрөгән. Был юлы Ғарифйәне Тимурҙы алып ҡайтырға китте. Бөтөнләйгә!

Раҡыя апай татлы хыялдарға бирелеп йөрөй-йөрөй ҙә улының һынын күҙ алдына баҫтырырға тырыша. Үҙгәргәндер. Армияға киткәндә һомғол буйлы, ҡара ҡашлы, ҡара күҙле егет ине. Хәҙер нисек икән? Йөрөй биргәс, күңелен ауыр уйҙар биләп ала. Ҡулына эш бармай, сәғәт самаһы маташа, ус аяһындай ғына түтәлде лә ҡаҙып бөтөрә алғаны юҡ. Ә ҡаҙырға кәрәк, яҙғы ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра. Йәшелсә ултыртырға күптән ваҡыт, ер әллә ҡасан өлгөргән. Тәҡәте ҡороған Раҡыя апай, көрәгенә таянып, зиһенен йыйырға тырыша. Әллә Илдус менән Айгөлдө өйләндереп яңылыштымы? Дүрт аяҡлы ат та һөрлөгә, сабырлығы етмәне шул. Кейәүе әллә кемде алыр тип ҡурҡты. Етмәһә, йәш кенә башы менән ҡапланып ятып эсте. Эсмәһә, ул тиклем өтөлөп-ҡырылмаҫ ине. Ни хәл ҡылмаҡ кәрәк, терһәк яҡын да, тешләп булмай. Берҙән-бер ейәнсәрҙәрен үҙҙәре лә бағырға ҡулдарынан килә. Аллаға шөкөр, кеше көнөнә ҡалмағандар. Баланың балаһы балдан татлы, тиҙәр. Үҙ һөйәктәре үҙҙәренән артмай. Йомоп ҡалдырырҙай эш түгел, беҙ әйтмәһәк тә, ҡайтып төшкәс тә Тимурҙың ҡолағына тишәсәктәр. Былай ҙа ауылдың телдәренә тилсә сыҡҡыры бисәләре күп сәйнәнде: «Раҡыя һис тә аптырап ҡалманы, тәртәне үҙенә шаҡарҙы ла ҡуйҙы. Иллә башы йомро». Ишекте асып инеү менән, һөйгән ҡыҙын бәләкәйҙән бергә уйнап үҫкән дуҫына биргән өсөн, битенә төкөрһә, ни эшләр? Үҙе — үҙе инде, улы ниндәй генә ғәйептәр ташлаһа ла, нисек тә күтәрер. Айгөлгә бигерәктәр ҙә ҡыйын. Балаһын күтәреп килә лә етә һала, күҙҙәренән йәше китмәй. Раҡыя апай әйтеп тә ҡараны:

— Ул ҡәҙәр бөтөрөнмә, улыңды ла уйла, һөтөң ҡорор.

— Тимур былай һәйбәт имә лә ул... Үҙем генә ни уйларға ла белмәйем. Башым ҡатты.

Улы ғәйеп булғас, исеме булһа ла ҡалһын тип, Раҡыя апай үҙе ҡуштырғайны был исемде Илдус менән Айгөлдөң балаһына. Хәҙер нәҫелдәрендә ике Тимур.

— Сәстәрегеҙҙе сәскә бәйләргә яҙмағандыр, күрәһең. — Раҡыя апай нисек тә Айгөлдө тынысландырырға тырыша. — Тимур иҫән-һау, шуныһына шөкөр итәйек.

Үҙе менән күрешмәҫ борон уҡ Айгөл Тимурҙың тотҡонлоҡтағы тормошо хаҡында ҡайһы бер нәмәләр белә алды. Кисә кистән телевизорҙан күренеп ҡалғайны, бөгөн иһә гәзиткә лә яҙғандар. Ул беренсе биттә баҫылған ҙур булмаған мәҡәләгә ашыға-ашыға күҙ йүгертте.

«...Мәскәү аэропортындағы осрашыуҙы тәфсилләп яҙып тороуҙың кәрәге бармы икән — ҡаршы алыусыларҙың ғына түгел, бөтөнләй сит кешеләрҙең дә күҙҙәре йәшкә мансылды.

...Һаҡалдарығыҙҙы ҡырып ташларға йыйынаһығыҙмы, тигән һорау егеттәр өсөн айырыуса ауыр булып сыҡты. Әсирлеккә нисек төшөүҙәре һәм тотҡонлоҡта нисек йәшәүҙәре тураһында бик һөйләп бармайҙар. Шулай кәрәктер ҙә, сөнки әлегә әсирҙәр тулыһынса азат итеп бөтөлмәгән. Ни өсөн үҙ иректәре менән ислам динен ҡабул иткәндәр? Ҡурҡыныс янағанда Алла бөтәһенән дә яҡыныраҡ булып сыҡҡан. Ул ваҡытта Тыуған илгә ҡайтыу хаҡында уйлау түгел, иҫән ҡалыуға ла өмөт самалы булған.

...Ҡышлаҡ халҡы уларға әллә ни насар мөғәләмәлә булмаған. Эш менән интектермәгәндәр, ҡайһы берҙә ҡунаҡҡа саҡырғандар. Ғаилә ҡорорға тәҡдим итмәгәндәр. Ил эсендә барған үҙ-ара сыуалыштарҙа ҡатнашырға саҡырмағандар.

...Артабан егеттәр нимә эшләргә йыйына? Башта — ял итергә, һуңынан — күҙ күрер.

...Тимур Ахунов менән Евгений Резанов (ислам динен ҡабул иткәндән һуң Рәхмәтулла менән Мәхмулла) әле булһа Тыуған илгә аяҡ баҫыуҙарына ышанып бөтмәй. Мәскәүҙә улар улдары афған һуғышында юғалған ата-әсәләр менән осрашты. Бәлки, тағы ла кемдең дә булһа ғәзиз балаһы табылыр...»

Мәҡәлә аҫтында урынлаштырылған белешмәгә лә күҙ һалды Айгөл.

«Тимур Ахунов менән Евгений Резановты эҙләүҙә һәм азат итеүҙә Рәсәй Федерацияһының Сит ил эштәре министрлығы, Рәсәй менән Пакистандың разведка хеҙмәте, яугир-интернационалистар эштәре буйынса комитет ҡатнашты. — Тәүге тапҡыр Тимур артынан йөрөп ҡайтҡас, Ғарифйән ағай ҡайҙарҙа булыуы тураһында бына ни өсөн бик асылып һөйләмәгән икән, тигән уй үтте Айгөлдөң башынан. — Афған һуғышында бөгөнгө көнгә 290-ға яҡын кеше хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнелә. Мөжәһиттәрҙең формированиеларында яҡынса 20 кеше булыуы тураһында аныҡ мәғлүмәттәр бар. Тағы ла 40 — 50 кешенең яҙмышы тулыһынса асыҡланып бөтмәгән.

1989 йылдың февралендә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарғандан һуң, Тыуған илгә 17 әсир ҡайтты. Совет ғәскәрҙәре был илдән киткәнсе тотҡондағы 111 кеше азат ителгәйне. Шуларҙың 58-е — разведка, ҡалғандары дипломатик каналдар буйынса ҡайтарылды.»

Гәзиттә Тимур менән Евгенийҙың һүрәте лә бар ине.  Айгөл һүрәттән күҙҙәрен бик оҙаҡ алмай торҙо. Тимур, ниндәйҙер ғәйебе бар кешеләй, башын түбән эйгән, ҡулдарын тубыҡтарына һалып ултырған. Үҙгәргән дә, үҙгәрмәгән дә һымаҡ... Ни уйлай икән, беләһе ине. Айгөлгә Тимур үҙенә асыуланып ҡараған һымаҡ күренде. Мине вәғәҙәлә тормағанға ғәйепләйҙер инде. Атаһынан һорашҡандыр ҙа... Әллә һеңлеһе Илүзә үлгәнгә ҡайғырамы? Мин йәһәннәмдән иҫән-һау ҡайттым, ә һеҙ уны һаҡлай алмағанһығыҙ тип, ата-әсәһенә үпкә белдерәме?..

Айгөлдө уйҙарынан урамдан кергән Гөлнурҙың сәрелдәп ҡысҡырған тауышы бүлдерҙе.

— Әсәй, телеграмма!

Унһыҙ ҙа ҡан ҡалтырап ултырған Айгөл ҡойолдо ла төштө.

— Ипләберәк, ҡустыңды уятаһың, — тине ул үҙен саҡ ҡулға алып. Телеграммаға ҡурҡа-ҡурҡа ғына күҙ һалды. Төмәндән Дорофеевтарҙан икән. Тимурҙы тотҡонлоҡтан ҡотолоуы менән ҡотлағандар. Парлап ҡунаҡҡа саҡырғандар. Айгөл шуныһын төшөнөп етә алманы: телеграмма ни өсөндөр уның исеменә бирелгәйне.

Кисә Гөлгөнәнән хат алды. Хаты баштан-аяҡ зарланыуға ҡоролған. Ҡыҫҡартыуға эләгеп, эштән сығарғандар. Иренең дә йүнләп аҡса алғаны юҡ, заводтары бер аҙна эшләһә, бер ай туҡтап тора икән. Былай йәшәү туйҙырҙы, йәйгә ауылға китергә уйлайбыҙ, тигән. Артабан күңеле булғансы Ясно Илгиздең тетмәһен теткән: «Яңыраҡ урамда осраштыҡ. Яныма шыйлап иномарка килеп туҡтағас, кем икән тип торам. Беҙҙең кеүек ҡала транспортында ыҙаланмай ҡайһы берәүҙәр. Һораһам да, ҡайҙа эшләгәнен әйтмәне. Рэкетир, буғай. Тел төбөнән шулай аңланым. Кешене көпә-көндөҙ ҡысҡыртып талаусылар менән донъя тулған бит хәҙер. Әммә шуныһын айырып әйтә алам: муйынында бармаҡ йыуанлығы алтын сылбыр, ауыҙы тулы алтын теш. Ауыҙын кәрәкһә-кәрәкмәһә лә ырбайтты, алтындарын миңә күрһәткеһе килгәндер инде бахырҙың. Минең холоҡто үҙең беләһең,  ҡапланып төшмәнем. Туҡтауһыҙ зарланды, ҡолаҡтарым тоноп бөттө. Үҙенең әйтеүенсә, икенсе бисәһе менән дә айырылышҡан. Шул кәрәк уға. Заманында ҡыҙҙарҙы күп илатманы. Һине лә һорашты. Кейәүҙәме, ти. Юрый әйтмәнем, әйҙә, баш ватһын әле».

Гөлгөнә Тимур тураһында бер нәмә лә яҙмаған. Ишетеп өлгөрмәгәндер.

Ғарифйән ағайҙарҙың ҡайтыуын Айгөлгә ҡыҙы Гөлнур әйтте. Ул һуңғы арала гел өләсәһе янында уралды, быға ҡәҙәр ололарҙың һөйләүе буйынса ғына белгән ағаһын күрергә ашҡынды.

— Өләсәйем илай ҙа илай. Ағайың менән күрешкәс, бер ҙә иламам тигәйне үҙе, алданымы икән ни? — тип тәтелдәне ҡурсаҡ күтәреп ҡайтҡан Гөлнур.

— Шатлыҡтан илай ул, — тине Айгөл үҙе лә күҙ йәштәрен саҡ тыйып.

— Миңә ҡурсаҡ бүләк иттеләр. Әсәй, ҡара әле, шундай матур! — тип маҡтанды Гөлнур.

— Рәхмәт әйттеңме һуң?

— Әйттем, әсәй. Һин өйрәткәнсә, ҙур иттереп әйттем.

Сәңгелдәктә ятҡан Тимурҙы алып, Айгөл шунда уҡ Ғарифйән ағайҙарға барырға уҡталғайны ла, ирһеҙ йөрөүҙе килештермәне. Илдустың әллә ни уйлауы бар. Һуңғы арала былай ҙа һөмһөрө ҡойолоп йөрөй.

Төшкөлөккә ҡайтҡас, Илдус ҡатынына әҙерләнеберәк торорға ҡушты.

— Кискә барырбыҙ, бөтөнләй бармаһаҡ, килешмәҫ, — тине. Шунда ул Айгөлгә өйләнгәндән бирле беренсе тапҡыр тәүге ҡатынының исемен телгә алды. — Их, Илүзә, Илүзә! Үлеп, беҙҙе ниндәй көндәргә төшөрҙөң?!

Илдус сөйҙән кепкаһын алды ла, ҡырт боролоп, сығып китте. Айгөл  аптырап баҫып тороп ҡалды.

Ғарифйән ағайҙарҙан кеше өҙөлмәне бөгөн. Олоһоноң да, кесеһенең дә Тимурҙы үҙ күҙҙәре менән күргеһе килде. Айгөлдәр килгәндә, кеше аяғы баҫылған, өйҙә үҙҙәре генә ине. Ғарифйән ағай ҡаршы алды.

— Әйҙүк, әйҙүк, рәхим итегеҙ! — тине ул Илдустың ҡулынан юрғанға биләнгән баланы алып. — Килмәһәгеҙ, артығыҙҙан үҙем барырға тора инем.

— Эштән яңы бушаным, — тине Илдус, аҡланғандай.

— Шулайҙыр инде.

Телевизор ҡарап ултырған Тимур, ишектә кешеләр күренгәс, урынынан торҙо. Илдус менән һүҙһеҙ генә ҡосаҡлашып күрештеләр. Уны ҡосағынан ысҡындырғас, Айгөлгә ҡулын бирҙе.

— Һаумы, Айгөл!

Ул олоғайып киткән, асҡаҡлаған, мөжәһиттәрсә һаҡал үҫтергән, ҡыҫҡа итеп алдырған сәстәренә сал төшкән. Түбәһендә — әллә ниндәй бәләкәй генә баш кейеме. Ҡара күҙҙәре ҡырыҫ ҡарай, утлы күмер кеүек осҡонланып тора.

— Тимур... Һаумы...

Айгөлдөң тауышы ҡалтыранып сыҡты, ул Тимурҙың ҡарашын күтәрә алманы, күҙҙәрен ситкә алды. Бер-береһенә ҡарашып шулай күпме торорҙар ине, ярай әле, уларҙың хәленә инергә Ғарифйән ағайҙың башы етте. Ул Тимурға өндәште:

— Улым, әйҙә әле, өҫтәлде күсерәйек.

Ике бите уттай янған Айгөл Раҡыя апай янына аш бүлмәһенә сыҡты. Уның өҫтөндә Тимур армияға китер алдынан бүләк иткән туҡыманан тегелгән күлдәк ине.

Табынға ултырыуҙарына күп тә үтмәне, ишек шаҡынылар. Ғәфү үтенә-үтенә, өйгә урта йәштәрҙәге күҙлекле ир-ат инде, үҙен республика гәзитенең хәбәрсеһе тип таныштырҙы.

— Ни өсөн килеүемде әйтмәһәм дә беләһегеҙҙер, ваҡытығыҙҙы күп алырға тырышмам, — тине ул.

Тимур хәбәрсе менән һөйләшеүҙән баш тартты:

— Бер тапҡыр яҙып сыҡтылар, шунан артығын һөйләй алмайым.

Хәбәрсе, ярҙам һорағандай, алмаш-тилмәш Ғарифйән ағай менән Раҡыя апайға ҡараны.

— Улай ҡырт киҫмә, улым, — тине Раҡыя апай мөләйем генә. — Үҙеңде юллап әллә ҡайҙан килгәндәр. Әҙерәк булһа ла һөйләшеп ултыр. Башыңдан кисергәндәрҙе беҙҙең дә белгебеҙ килә.

— Әйт әле, һин нисек тотҡонлоҡҡа эләктең? — Хәбәрсе тәүге һорауын бирҙе.

Һүҙен нисегерәк башлап китергә белмәй, Тимур башын эйеп бер аҙ тын торҙо.

— Ул көндө лә Ҡабулға барырға сыҡҡайныҡ. — Тимур, башын күтәреп, табындағыларға күҙ һирпеп алды. — Бер ҡайҙа ла туҡталмай көнө буйы барҙыҡ та барҙыҡ. Көтмәгәндә машинам насар эшләй башланы. Туҡтап капотты астым, бензин бөткән икән. Запас бакты асмаҡсы булдым. Шул ваҡыт артымда афғандарҙың «Татра»һы туҡтаны. Кабинанан ике егет төштө, бензин һоранылар. Үҙемә лә юҡ, тинем. Беҙҙең колонна артабан киткәйне инде. Ике пост араһында туҡталғанмын икән, үргеһенә лә, түбәнгеһенә лә берәр саҡрым. Бәйләнә-нитә ҡалһалар, ике кешегә генә бирешмәм әле, тип уйланым. Ҡоралдары күренмәй, ә минең яурында — автомат. Әллә ни арала ҡараңғылыҡтан кемдәрҙер атылып килеп сыҡтылар ҙа автоматымды тартып алдылар. Уғаса машина артынан тағы ла өсәүһе күренде...

Раҡыя апай яулыҡ осон күҙҙәренә баҫты.

— Тауҙарға алып китеп барғандарында иҫемә килдем. Башым ярылған, уң аяғымды һындырғандар. Ҡасмаһын өсөн. Ниндәйҙер хәрби лагерға килтерҙеләр ҙә соҡорға ташланылар. Икенсе көндө афғандарҙың позицияларын утҡа тоттолар. Был һинең арҡала, элек бындай хәлдең булғаны юҡ ине, тине улар миңә. Артиллериянан атыуҙар, бомбаға тотоуҙар ай буйы дауам итте. Атыу тауыштарынан башым тубалдай булды. Тора-бара атыуҙар тынды. Мине ҡотҡарырҙар, тигән өмөт тә һүнде.

— Афғандарҙың мөнәсәбәте нисегерәк булды һиңә?

— Дөйөм алғанда, ыңғай. Бүре һымаҡ ҡараусылар ҙа бар ине. Ундайҙарының ғәҙәттә яҡындарынан кемеһелер һуғышта үлгән була, шуға күрә бар асыуҙарын беҙгә төшөрмәкселәр. Беҙ ҡиммәтле трофейҙар инек. Афған командирҙарының берәйһе әсиргә төшә-нитә ҡалһа тип, беҙҙе аманат итеп тоттолар. Әсирҙәр тотоу улар өсөн бик дәрәжәле һанала. Әсирҙәр ни тиклем күберәк булһа, командирҙың даны шул ҡәҙәр мәртәбәлерәк. Шуға күрәме икән, беҙҙе тере килеш һаҡларға тырыштылар: һуғыштарҙа ҡатнаштырманылар, бомба аҫтында ҡалдырманылар. Тыныс ваҡыттарҙа ҡунаҡтарға күрһәтеп маҡтандылар.

— Зоопарктағы маймыл урынына тотҡандар икән, — тине Ғарифйән ағай, асырғанып.

Диҡҡәт менән тыңлаған хәбәрсе яңы һорау бирҙе:

— Эшләттеләрме? Ғөмүмән, нисек йәшәнегеҙ?

— Ун йыл эсендә дүрт бомбанан йәшенеү урыны ҡаҙыныҡ. Өсәүһен — улар өсөн, береһен — үҙебеҙгә. Минең тотҡонлоҡтағы бөтә ғүмерем шунда үтте. Өс йылға яҡын яңғыҙым йәшәнем. Шунан Евгенийҙы килтерҙеләр. Ер иҙәндә йыртыҡ матрастарҙа йоҡлап йөрөнөк. Унда баҫыусылыҡ һәм малсылыҡ менән шөғөлләнәләр. Ни ҡушһалар, шуны эшләнек. Ер эшкәрттек, төрлө йөктәр, снарядтар ташыныҡ. Уларҙа бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Ер һөргәндә һыйыр егәләр. Ҡышлаҡта электр уты ла, газ да юҡ. Былар күңелһеҙлектән, эс бошоуҙан, һағыштан аяҡ һуҙмаһын типмелер инде, командир йомартланып китеп, иҫке генә радиоалғыс бирҙе. Мөмкинлек булғанда Мәскәүҙе тыңланыҡ.

— Шунса йылдар ни ашап торҙоғоҙ һуң, балаҡайым? — тип ҡыҙыҡһынды Раҡыя апай.

— Дөгө бирҙеләр.

— Әйтәм, ашауың юҡ, семсенеп кенә ултыраһың, ашҡаҙаның бәләкәсәйеп бөткәндер инде. — Раҡыя апай көрһөндө.

Хәбәрсе ҡуйын дәфтәрен аҡтарҙы.

— Мәскәү гәзиттәре һеҙҙе Аллаға ышана тип яҙҙы. Шул дөрөҫмө?

— Дөрөҫ. Хоҙай тәғәлә мине һаҡланы, мин тере ҡалдым. Минең инаныуымса, ер йөҙөндә Хоҙай берәү генә, тик уны төрлөсә атап йөрөтәләр. Минең Аллаға ышаныуым ғәжәп түгел, ни тиһәң дә мин — мосолман өммәтенәнмен. Урыҫ егеттәренең Аллаға табыныуына нисек ҡарайһығыҙ? — Тимур һорауына үҙе яуап бирҙе. — Шундай шарттарҙа күңелеңде кемгәлер бушатырға, серҙәреңде бүлешергә кәрәк тә  баһа. Бер юл ҡала — Аллаға мөрәжәғәт итеү. Әсәй, хәтереңдәме, мәктәптә беҙҙән Пушкиндың тотҡон тураһындағы шиғырын ятлатҡайның. «Сижу за решеткой в темнице сырой...»

Шиғырҙы Раҡыя апай дауам итте:

— «Вскормленный в неволе орел молодой...»

— Ул ваҡытта мине шағирҙың ни әйтергә теләүе ҡыҙыҡһындырманы, ҡушҡас ятланым. Үҙемде зинданға илтеп тыҡҡастары ғына тотҡонлоҡтоң, айҙар, йылдар буйына әҙәм заты менән осрашмауҙың ни икәнлеген аңланым. Ирекһеҙҙән шиғырҙы иҫкә төшөрҙөм:

 

                     Давай улетим!

                     Мы вольные птицы: пора, брат, пора!

                     Туда, где за тучей белеет гора,

                     Туда, где синеют морские края,

                     Туда, где гуляем лишь ветер... да я!..

 

Автор:
Читайте нас