Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Сентябрь 2023, 15:00

Доға ҡөҙрәте

Талбазылағы Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район китапханаһында шағирә, уҡытыусы Минира Бикәнәсованың "Доға ҡөҙрәте " исемле китабының исем туйы үтте.

Доға ҡөҙрәтеДоға ҡөҙрәте
Доға ҡөҙрәте

Был шағирәнең икенсе китабы.

Минира менән Ғафури районының Сәйетбаба урта мәктәбендә бер осорҙа уҡыныҡ. Уның “Башҡортостан пионеры” гәзитендә донъя күргән хикәйәләрен, шиғырҙарын, мәҡәләләрен айырыуса ҡыҙыҡһынып уҡый һәм шундай хәбәр­сенең үҙебеҙҙән булыуына ғорурлана инек. Тиҙҙән уға “Йәш хәбәрсе” тигән танытма ла бирелде. Мәктәптә сығып килгән стена гәзитенең дә мөхәррире ул булды. Ә инде бер мәл Минираның әүҙем яҙышҡаны өсөн Бөтә Союз пионер лагеры “Артек”ка юллама менән бүләк­ләнеүе мәктәбебеҙ өсөн оло ваҡиғаға әүерелде.
Гәзиткә яҙышҡандар башлыса филология факультетын һайлай. Был осорҙа химия һәм биология уҡытыусы­лары етешмәгәнлектән, мәктәп директоры вазифаһын башҡарған атаһы Венер Исмәғил улы, ҡыҙына ҙур өмөт бағлап, ошо һөнәр буйынса уҡырға кә­ңәш бирә. “Үҙебеҙҙең мәктәпкә ҡайтыр­һың”, – ти.
Әммә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы башҡа­сараҡ яҙыла шул – Минира студент саҡта Башҡорт ауыл хужалығы институтында белем алған Урал исемле егет менән яҙмышын бәйләй. Ул ошо райондың Усман ауылынан була. Йәштәр бер нисә йыл Төрөмбәттә йәшәй. Бер аҙҙан Усман башланғыс мәктәбен туғыҙ йыллыҡ итеп үҙгәртеү хаҡында ҡарар ҡабул ителә. Был яуаплы мәшәҡәт әле утыҙ йәше лә тулмаған Минира Венер ҡыҙына йөкмәтелә.
Дәртләнеп эшкә тотона ул. Белем усағының яңы бинаһын төҙөтөүҙе хәстәрләп, әллә күпме көс, ваҡыт талап иткән мәшәҡәтте йырып сыға, уҡытыу­сылар коллективы туплай. 
Һуңғы йылдарҙа Минира Венер ҡыҙы ижадҡа ныҡлап тотондо. Уның ауылдағы тормош, уңғандар хаҡындағы мәҡәләләре, фәһемле хикәйәләре гәзиттең йөкмәткеһен байытыуға тос өлөш индерә. Тормоштоң үҙәгендә ҡайнап йәшәгәс, илдәге үҙгәрештәр, кире күренештәр йөрәк һыҙланыуҙары булып аҡ ҡағыҙ биттәренә күсә. 
Минира Венер ҡыҙын бергә эшләгән дуҫтары талапсан, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән уҡытыусы булараҡ баһалай.

Айнур АҠЫЛОВ фотолары. 

Доға ҡөҙрәте
Доға ҡөҙрәте
Доға ҡөҙрәте
Доға ҡөҙрәте
Доға ҡөҙрәте
Доға ҡөҙрәте
Доға ҡөҙрәте
Доға ҡөҙрәте
Автор:Венер Исхаков
Читайте нас