Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Сентябрь 2023, 14:10

Тыуған көнөң менән, Рәшит!

Шағир, драматург, журналист, "Шоңҡар" журналының элекке хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре ЗӘЙНУЛЛИН РӘШИТ РӘИЛ улын юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, сәләмәтлек теләйбеҙ!

Тыуған көнөң менән, Рәшит!Тыуған көнөң менән, Рәшит!
Тыуған көнөң менән, Рәшит!

* * *
...Ҡосаҡла ла йылмай әле миңә –
Юғалһындар борсолоулы уйҙар,
Тынысланһын ярһып типкән йөрәк,
Мәңге ашҡыныусы әллә ҡайҙа...

Был донъялар шундай яҡты бит ул,
Уның йәме – һинең күҙҙәреңдә,
Юҡ, эҙләмә тормош асылдарын
Ҡар өҫтөнән һалған эҙҙәремдән.

Улар һине аҙаштырыр бары,
Уратып алыр тормош бурандары,
Мин дә лабиринттан сыға алмай,
Күпме гиҙәм Өфө урамдарын.

...Был ғүмерҙәр шундай ҡыҫҡа бит ул,
Ҡосаҡла ла йылмай әле миңә,
Һинең ҡосағыңда саҡта ғына,
Йәшәүемде тоям әллә ниңә...

Фото: Бәйләнештә

 

Автор:
Читайте нас