

— Ҡасыу тураһында уйламанығыҙмы һуң? — Илдустың был һорауы Ғарифйән ағайға, ҡасып ҡайтырға ла башығыҙ етмәнеме ни, тигән һымағыраҡ яңғыраны. Әллә бер рюмка араҡынан иҫерә башланы инде был Илдус, тип уйлап ҡуйҙы ул.
— Беҙ Женя менән был хаҡта аҙ баш ватманыҡ. Ләкин ҡотолоу юлын тапманыҡ. Тауҙар араһында ҡайҙа бара беләһең? Берәйһе ярҙам итмәһә, сыға алмаясаҡһың да. Берәүҙәр ҡулынан ысҡынып, икенселәргә барып эләгәсәкһең — шул ғына. Был инде былай ҙа ауыр яҙмышыңды тағы ла ауырайтасаҡ ҡына. Ҡасҡандарҙы тотоп алып ҡайтып аттылар. Беләһегеҙме, улар кешеләрҙе нисек үлтерә? Көлөп. Үлемгә хөкөм ителеүсе әжәленең яҡынлашҡанын һиҙмәй ҙә. Уның менән һөйләшәләр, көләләр. Ҡапыл атыу тауышы! Кеше ергә ауа...
— Тотҡонлоҡтан нисек ҡотолғаныңды һөйлә әле.
Был һорауҙы Тимур яуапһыҙ ҡалдырҙы, атаһына ҡараны. Ғарифйән ағай ыҡ-мыҡ итте:
— Нисек тип әйтергә... Беҙгә Мәскәүҙә...
— Аңланым, аңланым, — тип бүлдерҙе уны хәбәрсе. — Һөйләргә ҡушмағандар. Сер, тимәк... Ярай, быныһы өсөн дә рәхмәт.
Ул әйберҙәрен йыйҙы: ҡуйын дәфтәрен, ручкаһын түш кеҫәһенә тыҡты, диктофонын сумкаһына һалды.
Хәбәрсе киткәнсе Айгөл йәнен усында тотоп ултырҙы. Бына-бына ул Тимурҙың армияға тиклемге тормошон төпсөнөргә тотонор, яратҡан ҡыҙың бар инеме, тип һорар төҫлө тойолдо. Айгөлдөң бәхетенә күрә, был һорауҙы бирмәне. Әгәр биргән булһа? Ул саҡта Айгөл ни булаһын күҙ алдына ла килтерергә ҡурҡты. «Вәғәҙәләр биреп ҡалһа ла көтмәгән, кейәүгә сыҡҡан, ана ултыра үҙе!» — тип бармаҡ төртөп күрһәтер инеме икән? Әллә өндәшмәүҙе хуп күрер инеме икән?
Ләкин, иртәгәме-һуңмы, барыбер аңлашырға кәрәк ине. Ара-тирә күрешкеләһәләр ҙә Тимур был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы. Баланы һорашты: «Минең аҙаш ни эшләй, үҫәме?» Ул һүҙ башламағас, Айгөл дә телен тешләне. Бәлки, Илдус менән әллә ҡасан аңлашҡандарҙыр, урынһыҙға борсолоп йөрөйҙөр. Бесәндә лә бергә булдылар, ҡурҙаҡ ҡурырға бер-ике мәртәбә һыу буйына ла сыҡтылар. Ирҙәрҙең эсеүе бөтәме ни, берәй ярты алғандарҙыр ҙа, бөтөнөһөн дә уртаға һалып һөйләшкәндәрҙер. Улай тиһәң, Тимур хәмерҙе ауыҙына ла алғаны юҡ, тиҙәр. Бындай һөйләшеү була-нитә ҡалһа, Илдус та үҙ эсенә йомолоп йөрөмәҫ, күптән әйтер ине. Бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәгәс, Айгөл күрә лә баһа: ире төндәр буйы йоҡлай алмай борһаланып сыға. Бер көндө балаһы илағанға торһа, Илдус ятҡан урынында юҡ. Ҡайҙа китте икән тип, итәгенә ут ҡапҡандай, тышҡа сыҡһа, ете төн уртаһында тупһала тәмәке тартып ултыра. «Ни булды?» — «Ниңәлер йоҡом ҡасты». Айгөл төпсөнөргә ҡыйманы. Ураҡ башланғас ҡына, эшенә әүрәп, әҙерәк онотола төштө шикелле. Ҡараңғы төшкәс, телен арҡыры тешләп, арманһыҙ булып ҡайтып йығыла. Әллә Раҡыя апай бар ғәйепте үҙ өҫтөнә алдымы? Минең башҡа сарам ҡалмағайны тип, улын ышандырҙымы? Кемде ғәйепләй ала һуң Айгөл? Ай-вайына ҡуймай, Илдусҡа кейәүгә сығырға димләгән Ғарифйән ағай менән Раҡыя апайҙымы? Артынан бер тотом да ҡалмай йөрөгән, талпандай ҡаҙалған Илдустымы? Үҙен генә. Фәҡәт үҙен генә. Берәү ҙә көсләп ир ҡуйынына илтеп һалманы уны. Үҙе йығылған иламаҫ, тиҙәр. Үҙең һөрлөккәс, яҙмышҡа зарланып, әсе күҙ йәштәре түгеүҙән ни файҙа? Тимур уны бер ваҡытта ла ғәфү итмәйәсәк. Тик шуныһы аптырата: ниңә өндәшмәй һуң ул ошо көнгә ҡәҙәр? Эскенәйе тулы ут булһа ла белгерткеһе килмәйме? Үҙем ярлы — буйым ғәрле тип, ваҡланып, ғорурлығын еңергә үҙендә көс тапмаймы?
Шулай аһ ороп йөрөгән көндәрҙең береһендә өйҙәренә Тимур үҙе килеп керҙе. Айгөл, улын имеҙеп йоҡларға һалғас, әле иртә булһа ла кискелеккә ашарға бешерергә тотонғайны. Гөлнур, ҡустыһы әүен баҙарына китеүҙән файҙаланып, урамға сығып шылды. Радионан тапшырылған ял концертын тыңлай-тыңлай ҡамыр баҫыусы ҡатын Тимурҙы күргәс, ҡыҙарынып китте.
— Әллә ҡамасауланым инде, — тине Тимур, уңайһыҙланып. Уға ит ҡунып, тулыланып киткән, көс-ғәйрәте ташып тора.
— Ҡатын-ҡыҙҙың эше бөтәме ни. — Айгөл ҡулдарын һөрттө, алъяпҡысын систе. — Түргә уҙ, мин хәҙер...
Тимур дивандан урын алды, Айгөл табын хәстәрләне.
— Мәшәҡәтләнмә, мин оҙаҡҡа түгел.
— Әллә ни һыйым юҡ. Сәй генә...
— Мин хушлашырға ингәйнем, — тине Тимур ҡашығаяҡ менән өҫтәл араһында бөтөрөлөүсе ҡатынға. — Иртәгә юлға сығам.
— Ҡайҙа? — Айгөл, ҡулындағы тәрилкәһен өҫтәлгә ҡуйырға ла онотоп, ҡатып ҡалды.
— Октябрьскийға. Мәҙрәсәгә.
— Һин? Мәҙрәсә?!..
— Ниңә шаҡ ҡаттың? — Тимур уға һирпелеп ҡараны. — Хәйер, шаҡ ҡатһаң да ғәжәп түгел. Мин һин белгән элекке Тимур түгел. Шуны аңла, Айгөл: мин тегендә ятҡан арала донъяның аҫты өҫкә килгән. Нисек аңлатырға һиңә?.. Кешеләрҙә иман ҡалмаған, ерҙә уҫаллыҡ, яуызлыҡ хөкөм һөрә. Ҡайҙа ҡарама — үлтереш тә көсләү. Ғүмерҙә булмаған хәл: эшһеҙлек барлыҡҡа килгән. Йылдар буйы өйҙә ят, һүҙ әйтеүсе юҡ. Ниндәйҙер ҡасаҡтар тураһында һөйләйҙәр. Әле бында, әле тегендә, эш хаҡы таптырып, баш күтәрәләр. Ҡалала ла, ауылда ла Аллаһы әкбәргә эшләйҙәр. Алыпһатарҙар менән донъя тулған. Кешеләрҙең рухы имгәнгән, улар үҙ эсенә бикләнгән. Бер-береһендә ҡайғылары юҡ. Мин атайымды көслө кеше тип йөрөй инем. Уға ҡәҙәр төшөнкөлөккә бирелеп, баҙап ҡалған. Йәше лә, ҡарты ла эсә. Мин ҡайтҡас, элекке дуҫтарым килде. Килгән береһенең ҡулында — шешә. Алдарында араҡы тормаһа, әҙәмсә һөйләшә лә алмайҙар, ауыҙҙарын йомоп ултыралар. Асыуҙы килтереп, әсәйем килгән береһенә араҡы ҡуя. Минең эсмәгәнде белә тороп. Өҫтәлгә ултырғанда ла, тороп киткәндә лә бисмилла әйтеү юҡ. Мин мөйөштә намаҙ ҡылам, ә улар оялмайҙар ҙа — араҡы эсеп ултыралар! Үҙҙәре менән ҡосаҡлашып эсеп йөрөмәгәс, минән йөҙ сөйөрҙөләр, хәҙер береһе лә беҙгә аяҡ баҫҡаны юҡ. Тағы ла. Телевизорҙан кино ҡарармын тимә, мотлаҡ шәрә ҡатын менән ирҙе күрһәтәләр. Элек улай түгел ине лә баһа? Быларҙың береһе лә минең аңыма барып етмәй. Мине, донъянан артта ҡалғанһың, тиҙәр. Бәлки, дөрөҫтөр ҙә. Тулҡын ярға сығарып ташлаған балыҡтай, шаңҡып ҡалдым. Бындай ала-ҡола тормошта юғалып ҡалмаммы, үҙ урынымды таба алырмынмы, ҡағылып-һуғылып йөрөмәмме, тигән уй тынғылыҡ бирмәй миңә. Уйланым-уйланым да дин юлынан китергә булдым.
Тимур уй-хәсрәттәре менән уртаҡлашты ла, тулышҡан күңелен бүҫкәрткәс, тынды.
— Атайың менән әсәйең ни ти һуң?
— Ни тиһеңдәр инде. Эстән риза булмаһалар ҙа, тыштан ризалыҡтарын бирҙеләр былай.
Радионан ағылған моңдарҙы тыңлай-тыңлай сәй эстеләр. Ҡапыл Тимурҙың ҡолаҡтары ҡарпайҙы. Уға үтә лә ныҡ таныш йырҙы тапшыралар ине.
Беҙҙең урам — матур урам,
Теҙелеп киткән аҡ ҡайын.
Шул ҡайындарға ҡарайым,
Һине һағынған һайын...
Келт итеп Афғанстан иҫенә төштө. Күҙ алдына зиндан килде.
...Көн кискә ауышҡайны. Тамаҡ ялғап алғас, ятып торҙолар. Аяуһыҙ ҡыҙҙырған ҡояш аҫтында көн оҙоно бил бөкһәләр ҙә, әсирҙәрҙең күҙенә йоҡо эленмәне. Урындарында әйләнгеләп-тулғанғылап яттылар ҙа радиоалғысты ҡабыҙҙылар. Борғослай торғас, эфирҙа «Маяк» станцияһының таныш саҡырыуҙары яңғыраны.
— Вильнюс. Сегодня сюда прибыл Генеральный секретарь ЦК КПСС, Председатель Верховного Совета СССР М.С. Горбачев... В выборах народных депутатов Туркменской ССР и депутатов местных Советов, состоявщихся 7 января 1990 года, приняли участие 93,5 процента избирателей республики... В Москве открылось Всесоюзное совещание по вопросам развития архитектуры и градостроительства в СССР... Министры иностранных дел Болгарии и Турции Димитров и Йылмаз завершили во вторник однодневный раунд переговоров в кувейтской столице... США и Лаос подписали меморандум об основах сотрудничества в борьбе с контрабандой наркотиков... Боевые действия между соперничающими антиправительственными формированиями «Исламской партии Афганистан» и «Исламского общества Афганистан» распространяются на новые районы страны... Президент Панамы Эндара направил президенту США Дж. Бушу письмо, в котором просит предоставить республике срочную экономическую помощь в размере полутора миллиардов долларов...
Радиоалғыс — Тимур менән Женяның берҙән-бер йыуанысы, күк монарҙарға төрөнгән тауҙар аръяғында ятҡан Тыуған ил менән бәйләүсе берҙән-бер әйбер. Улар уны бик һирәк ҡулға алдылар, әллә ниҙә бер яңылыҡтар тыңланылар. Көн-төн эшләтерҙәр ине лә, батарея табыуҙары ҡыйын. Әле лә һуңғы яңылыҡтарҙы тыңлап бөткәс Женя радиоалғысты һүндерергә үрелгәйне, Тимур уның ҡулына ҡағылды: «Теймә». Диктор СССР халыҡтары йырҙарынан концерт тапшырасаҡтарын хәбәр итте. Быға тиклем гел союздаш республикалар халыҡтарының көйҙәрен тапшыра торғайнылар. Грузин, әрмән, ҡаҙаҡ... Ә был юлы... Бына эфирҙан ҡурай моңо ағыла башланы. Йырҙың тәүге һүҙҙәре ишетелеү менән, Тимур урынында түҙеп ята алманы, тороп ултырҙы.
Табаҡ та ғына табаҡ, ай, аҡ ҡағыҙ
Буранбайҙың яҙған да хаттары...
Иҫ белә башлағандан бирле күңеленә һеңешкән таныш моңдар Тимурҙың бәғерен телгеләне, йөрәк башҡайҙарына ҡан һауҙырҙы. Уның күҙ алдына күктәргә олғашҡан мәғрүр Урал тауҙары килеп баҫты, сикһеҙ-ҡырыйһыҙ далала ҡылғандар сайҡалды, ете ҡат ер аҫтынан бәреп сыҡҡан шишмәләрҙең балдай татлы һыуҙарын ауыҙ итте, Ағиҙел йылғаһында балыҡтар менән ярыша-ярыша ҡолас киреп йөҙҙө, мең төрлө сәскәләргә күмелгән туғайҙарҙа күкрәк киреп бесән сапты.
Шул хаттарҙы алып уҡып ҡарап,
Зар илайҙар ауыл ҡарттары...
Алдар, Ҡараһаҡал, Батырша, Кинйә, Салауат...
Атайсалын хас дошмандарынан ҡурсалап, Урал ташҡайына ҡайралған алмас ҡылыстарын йәшен утындай уйнатып, бауырҙаштарын яуға күтәргән арыҫлан йөрәкле батырҙар...
Сал ҡылғанлы далала дөпөлдәп уҙған бихисап аттарҙың тояҡтарынан осҡондар сәсрәй...
Тотҡондарҙың аяҡ-ҡулдарындағы бығауҙарҙың сыңлауынан күпте күргән, күпте кисергән тауҙар иңрәй...
Быуаттар буйына берәүгә лә баш эймәгән ғорур халҡым!..
Тимурҙың күңеле тулышты: «Ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә олаҡты башҡынам. Аҙашҡан болан балаһындай, яңғыҙ башым ситтә илһерәм. Әсирлек, ай, ауырһың! Бынан берәй заман ҡотола алырмынмы? Сит илдең ере йәмһеҙ, һыуы тәмһеҙ, тип тиккә әйтмәгәндәр шул.»
Икенсе йыр иһә Тимурға уғата яҡын ине. Ул уны бер генә тапҡыр тыңланы: хушлашыу кисәһендә Айгөл йырлағайны. Ҡолаҡ төбөндә һаман сыңлай, ғүмергә онотасағы юҡ.
...Таянырһың да иларһың,
Мин булмамын ул саҡта...
Һөйгәнен юҡһыныуҙан Тимурҙың йәне тетрәне, йөрәге ярылып үлер сиккә етте. Йөрәк ялҡынына түҙә алмай, тороп баҫты, радиоалғысҡа үрелде. Ләкин ул урынынан ҡуҙғала алманы, ҡырҡылған ағастай, гөрҫ итеп ер иҙәнгә ҡоланы. Женя уның йән асыһы менән «Туҡтат!» тип ҡысҡырған тауышына һикереп торҙо, иҫтән яҙып йығылған иптәшенә эйелде:
— Тимур, что с тобой? Браток, ты только держись, я сейчас...
...Уйнап-көлөп йөрөгәс тә
Һағынмай тиһеңме әллә.
— ...Иҫеңдәме ошо йыр?
Уйҙарға сумған Тимур Айгөлдөң тауышына һиҫкәнеп башын күтәрҙе.
— Иҫемдә.
Тимур китергә йыйынды. Үҙен ыҙалаған һорауҙарҙың яуапһыҙ ҡалыуынан ғажиз булған Айгөл уның юлына арҡыры төштө.
— Китәһең икән, хөкөмөңдө сығарып кит. Мин ер менән күк араһында йәшәүҙән ғарҡмын.
Айгөлдөң ни хаҡта һүҙ алып барыуын шунда уҡ төшөндө Тимур, һаҡ ҡына уның беләгенә ҡағылды.
— Һуҡыр күҙгә һөрмә тартыуҙан ни мәғәнә?.. Тыныслан, Айгөл. Үҙеңде ғазаплама. Һине берәү ҙә ғәйепләргә йыйынмай.
— Ысынмы, Тимур? — Айгөл күҙ йәштәре аша йылмайҙы. — Тимурҙың һүҙҙәре нисә йылдар йөрәген телгеләгән шик-шөбһәләрен юҡҡа сығарҙы, башында уралып, ауыр тубал булып торған томанлы уйҙарын таратып ебәрҙе. — Мин тағы әллә нәмәләр уйлап бөттөм.
— Һинең кейәүгә сығыуыңды ишетеү миңә еңел булған тиһеңме әллә?.. Һине бер күрергә нисек йәндәр атыуымды Хоҙай үҙе генә белә!.. — Оҙаҡ йылдар айырылышып торғандан һуң, ҡасандыр үҙен өҙөлөп-өҙөлөп һөйгән кешенең күҙҙәренә элеккеләй тултырып ҡарарға йөрьәт итте Тимур, бала тапҡандан һуң тағы ла матурланыбыраҡ киткән ҡатындың иһә тәне земберләп китте, һулышы ҡыҫылып, күкрәктәре тиртте. — Ауылға ҡайтмай, башымды берәй яҡҡа олаҡтырайыммы икән әллә, тигән уй ҙа килде башыма. Әсәйемде ҡыҙғандым. Беҙҙең арҡала күпме ҡайғы күрҙе! Нисек күтәрәлер? Уны ла аңларға була. Улыңдан нисә йылдар хәбәр булмаһын... Ҡыҙыңды йәшләй генә ер ҡуйынына тыҡ... Ейәнсәренең киләсәген уйлағандыр... Ирекһеҙҙең көнөнән шундай аҙымға барғандыр... Кешене ғәйепләү еңел, аңлауы, ай-һай, ауыр. Ә һин ниндәйҙер хөкөм талап итәһең... Тәҡдиребеҙ шулайҙыр...
— Тәҡдир... Тәҡдир... Үҙ ғәйептәребеҙҙе яҙмышҡа япһарыуҙан ҡасан туҡтарбыҙ, Тимур?
— Айгөл, һинең иғтибар иткәнең бармы? Күктә балҡып янған йондоҙ бер килеп һүнә, ҡабат ҡабынмай. Беҙҙең мөхәббәтебеҙ ҙә шулай булды. Һүнде. Һағынып иҫкә алырға ғына ҡалды. Мин дә ғүмер буйы яңғыҙ йөрөмәм, үҙ яртымды табырыма ышанам.
Был донъяла мин дә бар тигән шикелле, кескәй Тимур ауаз һалды. Айгөл асығып уянған улын имеҙергә ултырҙы. Ауыҙын супылдатып, тәмләп-тәмләп әсәһенең күкрәген һурған балаға ҡарап тора торғас, Тимур уйға батты. Уйҙары изге ине: «Икебеҙ ҙә Тимур. Мин — ҙур, һин — бәләкәй. Үҫкәс, һиңә минең яҙмышты ҡабатларға яҙмаһын, аҙашым!»
Айгөл, улын күтәреп, Тимурҙы оҙата сыҡты. Өй тапҡырынан сыйырсыҡтар тубы осоп үтте. Тыуған яҡтарын ҡалдырып, йылы яҡҡа китеп барыштары. Ҡоштар күҙҙән юғалғансы ҡарап торҙо ул.
Йөрөгән юлдарығыҙҙа, бәлә-ҡазаларға осрамай, теүәл осоғоҙ, ҡанаттарығыҙ талмаһын! Ҡайтыуығыҙҙы көттөрмәгеҙ. Көтөүҙәре ауыр, ай, ауыр бит. Оя ҡорған төйәгегеҙгә әйләнеп ҡайтырға һуңламағыҙ. Шул һуңлауҙар арҡаһында күпме яҙмыштар ҡыйрала.
1996