

* * *
Уйҙарға сумып, таң атыуын да һиҙмәй ҡалғанмын. Ҡайһы арала йүнләп өлгөргәндәрҙер, иртә менән үле кәүҙәмде табутҡа һалып, машинаға тейәнеләр. Минең эргәнән ағайым Ғәли, ике туған ағайҙарым урын алды. Айрат юҡ. Ул бит минең ирем, балаларымдың атаһы, исмаһам, һуңғы көндә янымда ултырһасы тип,йәнем үрһәләнеп ҡуйҙы. Машина ҡуҙғалып, бер аҙ юл үткәс, уның Зәминә апайымдар машинаһында ултырғанын шәйләнем. Минең йәнем дә уларҙың машинаһына күсте. Айраттың яурынына ҡунған инем, ул ҡорт саҡҡандай, ҡапыл тертләп китте, ҡулдары менән сәбәләнеп, яурындарын ышҡып алды. Мин апайымдың яурынына барып ҡундым да, иремде күҙәтә башланым. Машинала ауыр тынлыҡ. Еҙнәм дә, апайым да , Айрат та бер һүҙ өндәшмәй. Һәр береһе үҙенең уйҙарына сумған. Уҡыусылар әйтер, ниңә шундай татлы мөхәббәт кисереп, яҙмышыңды икенсе менән бәйләне икән тип. Бик урынлы һорау. Тормош тигәнең шундай ҡатмарлы, гел һинеңсә генә булмай икән шул.
… Мин Айратты беренсе тапҡыр Өлфәтте армияға оҙатҡан кисәлә күрҙем. Ҡаҡса ғына, буйға ла йәтеш, төҫ-һыны ла күҙгә эленеп бармай. Ә бына бер туҡтауһыҙ күҙҙәрен сылт- сылт йомоп алыуы мине бер аҙ ғәжәпләндерҙе.Ҡарап торғанда тыныс ҡына холоҡло кеүек, әллә ни һөйләшеп тә бармай, уйын-бейеүҙәрҙә лә бик ҡатнашмай. Ул Өлфәттең ҡоҙаһы булып сыҡты. Техникум тамамлап, совхозда механик булып эшләй икән. Иртәгеһе көн Айрат атаһының машинаһы менән Өлфәтте, уның әсәһен, һеңлеһен һәм мине ҡалаға военкоматҡа алып китте. Өлфәтте армияға оҙатыуҙары минең өсөн шундай ауыр булды. Ниңәлер күңелем тыныслана алмай, иланым да иланым. Хатта әсәһе лә, мине йыуатып:
- Иҫән-һау булһа,ике йыл хәҙер үтеп китер, - тигән булды.
- Ә инде ҡайтыу менән өйләнешәбеҙ, - тине Өлфәтем, мине ҡосаҡлап. - Ә һине ҡоҙама ышанып ҡалдырам, йәштәр йыйыламы, йәки клубҡа сығаһығыҙмы, минең һөйгәнемде ҡарап йөрө, Айрат ҡоҙа. Уныһы ризалыҡ билгеһе биреп, башын ҡағып ҡуйҙы.
Бик алыҫҡа ла эләкмәне Өлфәтем, Мәскәү өлкәһендә танкист хеҙмәтенә эләкте. Көн дә бер- беребеҙгә хаттар яҙҙыҡ. Һәр бер хаты “Минең һөйөклөм” тип башланыр ине…Күңелемде уның һөйөү тулы хаттарын уҡып йыуаттым. Ул булмағас, клубта ла, йәштәр йыйылышында ла әллә ни толҡа тапманым. Етмәһә, берәй ергә йыйындыммы, лап итеп машинаһы менән ҡоҙаһы килә лә етә, ә аҙаҡтан оҙатып ҡуя. Әхирәттәр уға “охранник” тип исем дә ҡуштылар. Ул миңә бик ҡамасауламай ҙа һымаҡ, тик миңә текәлеп ҡарап ултырғаны ғына ҡайһы бер ҙә йәнгә тейә ине. Инде бер йыл хеҙмәт иткәс, Өлфәт тиҙҙән отпускаға ҡайтырын хәбәр итте. Түҙемһеҙләнеп ҡайтыр көндәрен һанай инем. Тик… беҙгә күрешергә насип булманы. Ул ял көнө ҡайтырға тейеш ине, тик самолет бер көнгә һуңлау сәбәпле, дүшәнбе ҡайтып төшкән.Билдәле, һалдатты ҡунаҡ итәләр. Бер аҙ төшөргәс, төнгә ҡаршы, туғандарының ай-вайына ҡуймай, мотоциклына ултырып, мине күрер өсөн юлға сыға . Шәп тиҙлектә барған килеш, юлда боҙолоп ултырған тракторҙы күрмәй, уға бәрелә. Иҫһеҙ йығылған мотоциклисты тик таңда ғына аңғаралар. Күп ҡан юғалтыуҙан, иҫенә килә алмай, больницала үлә. Ул хәбәрҙе ишеткәс тә, мин иҫһеҙ йығылғанмын. Үкенесе шунда, уны һуңғы юлға оҙатҡанда эргәһендә була алманым.
Ул ваҡыттағы минең хәлемде бары хоҙай ғына белә. Һөйгәнемде юғалтыу ҡайғыһы мине аяҡтан йыҡты. Йәшәргә теләмәнем, уның ҡәберен ҡосаҡлап, күҙ йәштәрем йылға булып аҡҡандыр.Хатта уҡыуымды ташлап ҡайтып киттем. Шул ваҡытта Айрат , һин килеп, мине кире уҡырға күндерҙең. Аҙна бөтөүгә барып алдың, бара алмаһаң, машина ебәрҙең һәм ял көнө кире илтеп ҡуйҙың. Бер йыл шулай дауам итте. Яйлап- яйлап мин кире үҙ ҡиәфәтемә ҡайта башланым. Ана шул ваҡытта туғандарым һиңә рәхмәтле булғандарҙыр. Ата- әсәһе, туғандары яҡшы, хәлле йәшәйҙәр, һине кәм-хур итмәҫ тигән хәбәрҙәр ҙә булды.Нисектер мин дә һиңә өйрәнә башланым. Өлфәтемдән башҡа бер кемде лә ярата алмаҫымды аңлай инем мин.Тик шулай ҙа ике йылдан һуң һинең ҡатының булырға ризалыҡ бирҙем. Бына шулай яҙмыш беҙҙе ҡауыштырҙы.
Матур итеп туй үткәрҙеләр. Дуҫтар, туғандар матур теләктәр теләнеләр. Ҡайнымдарҙың иркен йортонда беҙҙең өсөн айырым мөйөш булдырылды. Күп тә үтмәй берҙән-бер ҡәйнешемде армия сафына оҙаттыҡ. Иртә менән ҡайным менән Айрат эшкә китәләр, йортта беҙ ҡәйнәм менән көн оҙон бергә үткәрәбеҙ. Көн үткәреп кенә ҡалмайбыҙ, ауыл ерендә йәйме, ҡышмы эш бөтөрлөк түгел. Баҡсаһын эш итергә, мал-тыуарын ваҡытында ҡарарға кәрәк. Бер нисә тапҡыр, миңә лә эшкә урынлашырға ине тип, һүҙ башлаған инем, ҡәйнәм:
- Ҡайҙа ашығаһың, өлгөрөрһең әле,үҙең күреп тораһың, йортта ла эш етерлек,- тип яуапланы. Ә икенсе юлы:
- Беҙҙең мосолман халҡында ир мал табырға тейеш, ә ҡатын-ҡыҙ ир тапҡанын хәләфләмәй эшкәртеп, ваҡытында иренә аш-һыу әҙерләп, ә инде балалар булһа, уларҙы тәрбиәләп үҫтерергә тейеш,- тип әйткәс, башҡаса ул турала һүҙ күтәрмәнем.
Бер ауылда йәшәһәк тә әсәйемдәр йортона, инде кейәүгә сыҡҡандан бирле, бармағанға бер айҙан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән икән.Уны- быны уйламай, тиҙ генә йорт эштәрен бөтөрҙөм дә,магазинга бараһы бар тигән һылтау менән, әсәйемдәргә юнәлдем. Мин уларҙы, улар мине шундай һағынғандар ине. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне, шул арала тиҙ генә мунса тоҡандырып, әсәйемде, ғәрип апайымды мунса индерҙем, йыйылып киткән постель ҡаралтыларын йыуҙым. Үҙ тормошом хаҡында һәйбәт тигән һүҙҙән башҡа бер һүҙ ҙә өндәшмәнем.Әсәйем дә минең өсөн ҡыуанып, ваҡытың булһа, йышыраҡ килеп йөрө, ауыл өҫтөндә йәшәйбеҙ бит тип ҡалды.
Ҡәйнәмдәргә йылмайып килеп инеүемә, мине бер ҙур эш боҙғандай, ҡәйнәмдең ризаһыҙлыҡ бөрккән йөҙө, иремдең һалҡын ҡарашы ҡаршы алды.
- Сәғәткә ҡара,- тине ул .
- Әле балалар ваҡыты уҙмаған, - тигән булдым шаярыу ҡатыш.
- Хәҙер һин ир ҡатыны, - тине лә ҡәйнәм, шыпырт ҡына төпкө өйгә юнәлде.
- Бынан былай минең рөхсәтһеҙ бер ҡайҙа ла йөрөү юҡ, аңланыңмы?- тип иптәшем, газетаһын тотоп, карауатҡа ҡапланды.
Дәресен әҙерләмәй килгән уҡыусылай, ауыҙ асып нимә әйтергә лә белмәйенсә, тупһа янында ҡатып ҡалдым. Бер ни булмағандай,өйгә үтергәме, әллә ҡырҡа боролоп, был йорттан китергәме, тигән уй мейемде телеп үтте. Нимә эшләргә? Әсәйемдәргә барыу шул хәтлем ғәйепме ней? Ваҡыт бит төн уртаһы түгел, ни бары киске ун. Барыһы ла белеп тора, апайым –ағайымдар үҙ ғәиләләре менән йәшәй, әсәйем хаҡлы ялға сыҡһа ла, һаман эшләп йөрөй, аяғы һыҙлауға ҡарамаҫтан, мал-тыуарынан да өҙөлмәй, ә апайым тыумыштан ауырыу. Ҡырҡ бер йәшендә тол ҡалып, ете балаһын үҫтереп, уларҙы белемле итеп, һәр-береһен тормош юлына сығарыу уға еңелдән булғанмы? Ә ҡәйнәм әсәйемдән йәшерәк булһа ла, ир ҡуйынына һыйынып, бер көн дә эшләмәгән, ике бөртөк бала тәрбиәләп.Улар араһында күк менән ер айырмаһы. Ул арала ишек асылып китте.
- Собраниелә булып, һуңлап кителде. Килен, тиҙ генә аш-һыуыңды йылыт әле,- тине лә ҡайным, ҡулдарын йыуа башланы. Уның тауышын ишетеп, төпкө бүлмәнән ҡәйнәм килеп сыҡты.
- Ой, ауырыйым. Ҡан баҫымым күтәрелгән. Үләм инде, үләм.. ,- тип өҫтәлгә тотондо.
- Әй, әбей, доктор хәҙер үҙебеҙҙә бит, - тип, ҡайным миңә ҡараны.
- Килен тигән булып, ҡабаландырған инең улыңды, ана, һыйыр һауылмаған, - тип иңрәне ҡәйнәм.Бер ни аңламаған ҡайным күҙҙәрен миңә төбәне.
Ул арала мин тиҙ генә соландан биҙрә алдым да һарайға ашыҡтым. Һыйыр һауырға башлауым булды, күҙҙәремдән бер туҡтауһыҙ йәштәр түгелә башланы. Йә, хоҙай, һүҙҙе шунан башлаһалар ни булған, мин бит бер аҡ һөйәк түгел, эштән ҡурҡып тормайым, аллаға шөкөр, ауыл ерендәге бар эште лә башҡарам.Тиҙ генә һыйырҙы һауып, уның һөтөн сепараттан айыртып, һауыт-һабаны йыуып, өйгә ингәндә, барыһы ла йоҡоға талған ине.Ипләп кенә сисенеп, карауат ситенән урын алдым.
Ир тигән кешем, арҡаһын ҡуйып, стенаға ҡарап ҡаты йоҡлай. Был төндә минең күҙемә бер тамсы ла йоҡо килмәне. Был йортта үҙемде сит кешеләй тойҙом. Әсәйемдең шаулап торған йортонда, ризыҡ әүәҫ-тәбән генә булһа ла, барыһына шөкөр итеп, булғанына риза булып, тормоштан ҡәнәғәт булып, йылы һүҙ, яғымлы ҡараштар хөкөм һөргәнгә, иремдең баҙ һалҡынындай ҡарашы, уның битарафлығы йөрәгемде өтөп-өтөп алды. Шулай ҙа таңға ҡарай, әҙерәк тынысланып, үҙемдә ғәйеп бар, әйтмәйенсә киткән өсөн, тигән уйҙа йоҡлап киттем.
Таң һарыһынан тороп, мал-тыуарҙы көтөүгә оҙатып, эш кешеләренә тамаҡ әҙерләп бөтөүгә, ах-та ух килеп, ҡәйнәм килеп сыҡты. Ул арала ирҙәр һүҙһеҙ генә тамаҡ ҡапҡыланылар ҙа эштәренә юлландылар. Ҡәйнәм менән икебеҙ шым ҡына йөрөйбеҙ, ул һүҙ башламағас, мин дә шым ғына йөрөйөм. Үҙ әсәйем түгел дә…мине аңларға.
Бер аҙна шулай йөрөлдө, ҡәйнәм дә өндәшмәй, ирем дә өндәшмәй, мин дә. Ә ҡайным етәксе урында эшләгәнгә, бик һуң ғына ҡайта. Ярай әле йәй айы, көндәрем йорт мәшәҡәттәре менән үтә, ә ҡәйнәм ауырыйым тигән һылтау менән, көнө буйы түшәктә аунап, ирҙәр эштән ҡайтҡас ҡына терелеп китә.
Бер көн магазиндә курсташым Сәүиәне осраттым. Больницаға эшкә урынлаштым, коллектив һәйбәт, һиңә лә унда эш бар, кил , өйҙә һаһып ултырма тип әйткәс, икенсе көн тиҙ генә докүменттарымды алып, баш врачҡа киттем. Мине шундай яҡшы ҡаршыланылар, баш врач , белгестәр етешмәгәнлектән, тиҙерәк эшкә сығыуымды үтенде. Иреккә ысҡынған ҡоштай, ҡанатланып ҡайттым. Был йортта ыпылай йөрөгәнсе, эштә йөрөүем биш артыҡ булыр, тигән уй менән ишекте астым. Күрәм, ҡәйнәмдең йөҙө ҡара янған.
- Ҡәйнәм, мин эшкә сығырға уйлайым, - тинем.
- Ә Айрат рөхсәт иттеме?- тине ҡәйнәм.
- Мин дипломлы белгес, өйҙә ултырыр өсөн белем алмағанмын.
- Килен, һинең ирең бар.
- Бөтә ерҙә лә ирле ҡатындар эшләй.
- Ҡайның да хупламаҫ.
- Мин был өйҙә ситлектәге ҡош һымаҡмын, - тип әйткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
- Туйып һикерәһең, ҡайҙан килгәнеңде онотма, - тимәһенме ҡәйнәм ситкә ҡарап.
Тауыш сығарғым килмәне, уның был һүҙен ишетмәмеш булып, кис еткәнсе картуф утау менән булдым. Ә инде өйгә ингәндә, Айрат сәй эсеп ултыра ине.
- Тимәк, һин ситлектәге ҡош?- тине ул миңә ҡарап.
- Шаяртып әйткән һүҙҙе лә аңламайһығыҙ.
- Урынһыҙ шаярыу.
- Аңла мине, мин барыһына ла өлгөрәсәкмен, йорт эштәренә лә, унда ла..
- Минең ҡатыным теләһә ниндәй ирҙең осаһына укол ҡаҙайһы юҡ! - тине ирем ҡырт ҡына.
- Ярай, больницаға барыуымды теләмәйһең икән, индомдан эш белешермен.
- Ярты аҡылдар араһында эшләргә? Башыңа тай типтеме?
- Ярты ауыл ҡатындары унда эшләй.
- Эшләһендәр, тик минең ҡатыным түгел.
- Беҙҙең өйләнешкәнгә өс ай тулып килә, киноға барып әйләнгән дә юҡ, - тинем йомшаҡ ҡына.
- Йәй көнө ниндәй кино? Ана, телевизор ҡара,- тине лә телевизор тоҡандырҙы.
Бынан һуң мин эш тураһында һүҙ ҡуҙғатманым. Ә инде апайҙарыма, иптәштәремә әлегә өй эштәре күплеккә һылтандым.Бер-береһенә игеҙәктәй оҡшаған көндәр үтә торҙо. Йәйге йәмле көндәрҙе көҙ алыштырҙы. Бына картуф та алынып, баҙҙарға һалынды. Көндәр ҙә ҡыҫҡарып, кистәрен һыуына башланы.
Бер көн киске сәй ваҡытында ҡайным балалар баҡсаһында эшләгән шәфҡәт туташының декрет отпускаһына йыйынғанын әйтеп һалды. Ҡәйнәм бер аҙҙан:
Йөрәгем дөрһөлдәп типкәнен һиҙҙермәй генә, Айратҡа ҡараным.
Ул бер килке өндәшмәй генә, ҡапҡан ризығын оҙаҡ сәйнәп ултырғандан һуң:
- Үҙе теләй икән, барып һөйләшһен,- тип ҡуйҙы.
Шатлығымдан һикереп тороп, уны ҡосаҡлап үбеп алырҙай булдым, тик ҡәйнәм менән ҡайнымдан тартындым. Иртә менән тиҙ генә өй эштәрен бөтөрөп, йүгерә-атлай балалар баҡсаһына йүнәлдем. Ниндәй йомош менән килгәнемде белгәс,баҡса мөдире мине баштан-аяҡ ҡарап сыҡты ла:
Был аҙнала мин осоп-ҡунып йөрөнөм. Бар эштәрҙе йырлай-йырлай башҡарҙым. Иремдән рөхсәт һорап, бер көн әсәйемдәргә барып, уның менән шатлығымды бүлештем. Эшкә! Эшкә! Тиҙерәк эшкә сығаһы килә!
Балалар баҡсаһында эшләй башлауыма ике ай ғына булһа ла, мин үҙемде әллә ҡасан бында эшләгән кешеләй хис итәм. Беренсе көндән үк коллектив мине ҡуш ҡуллап ҡабул итте тип әйтә алмайым, сөнки минең талапсанлығыма ҡайһы бер тәрбиәселәр, бигерәк тә оло йәштәгеләр, ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, минең менән бик үк аралашманылыр. Ә талап бында бер – һәр бүлмә таҙа булырға, балалар өсөн режим ҡағиҙәләрен ваҡытында үтәргә, шул уҡ ваҡытта үҙҙәре лә гигиена талаптарына бойһонорға тейештәр. Әгәр әҙ генә уларға ҡуйыла торған талапты кәметәһең икән, көт тә тор, район санэпидемия хеҙмәткәрҙәре штраф сәпәгәндәрен. Минең барыһы менән дә асыҡ күңелле булыуым, бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәүем, бигерәк тә балалар менән ипле мөғәлләмә итеүем, үҙенекен итте. Хәҙер инде тәрбиәселәр ата-әсәләрҙән балаларҙы ҡабул иткәндә, иң беренсе уларҙың таҙа кейемдә, ҡыҙҙарҙың сәстәре бөхтә булыуын, малайҙарҙың сәстәре матур алынған булыуына ихтибар бирәләр, шул уҡ ваҡытта үҙҙәре лә матур прическалар менән йөрөйҙәр. Хатта мөдиребеҙ ҙә ҡалаға барып, химзавивка эшләтте, ә быға хәтле сәсен төйнәп кенә йөрөтә ине.
Эштә арып ҡайтыуыма ҡарамаҫтан, тиҙ генә ҡапҡылап алам да, йорт эштәренә сумам. Бәлки шуғалыр ҙа иптәшем дә, ҡәйнәм дә ризаһыҙлыҡ бик үк белдермәйҙәр. Тик бына әсәйемдәрҙең хәлен белешергә ваҡыт етмәй, уларҙы һағынам. Уларға мин иптәшемдән ризалыҡ һорап ҡына айына бер тапҡыр барып әйләнәм, унда ла бары бер сәғәткә. Әлфинә апайымды балалар баҡсаһында ғына күреп, хәлдәрен белешәм, ул ҡыҙын алып килгән арала.
Яңы йыл яҡынлашыу менән балалар баҡсаһында ҡыҙыу көндәр башланды. Кемдер шиғыр һөйләргә өйрәнә, музыка бүлмәһендә йыр тауыштары өҙөлмәй. Кескәйҙәрҙең ихлас тауыштары минең күңелемә үтеп инеп, хыялдарға сумып киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалам. Ә хыялымда мин үҙемдең дә бала бағып, уны күкрәгемә ҡыҫып, иркәләгем килгәнен хис итәм. Әсә булыу тойғоһы һәр ҡатын-ҡыҙҙың күңел түрендә һаҡланған изге хис кенә түгел, ә уның булмышынан, йәшәйеште дауам итеү уның аңына һалынғандан киләлер күрәһең. Ул тойғо, ул хис әсәнең булмышы ғына түгел, яҙмышылыр…
Мин бөгөн үҙемде күктең етенсе ҡатында йөҙгән кеүек хис итәм.Теләктәрем ҡабул булды! Мин дә тиҙҙән әсә булам! Минең дә ҡап-ҡара күҙле, төймә танаулы, йырыҡ ауыҙлы көләкәс кенә ҡараҡайым буласаҡ. Ҡыҙмы ул, малаймы ул –миңә барыбер, әсәйем әйтмешләй, бар ағзалары теүәл булһын! Гинеколог бүлмәһенә ҡурҡа- ҡурҡа ингән инем, ә инде ул минең уйҙарымды раҫлағас, шатлығымдан ни эшләргә лә белмәнем. Кабинеттән йүгереп сығып, бар донъяға яңғыратып шатлығым менән бүлешкем килде. Мине көтөп торған иптәшемде ҡосаҡлап алып, башымды уның күкрәгенә ҡуйған инем, ул мине этәреп:
Был хәбәрҙе ҡәйнәм дә, ҡайным да яҡшы ҡабул итте. Хатта иптәшем дә табын артында асылып китеп, малай көткәнен әйтеп һалды. Тик бары мин генә өндәшмәй ултырҙым, был йортта бер кем дә хистәрен асмай, күңелендәген сығарып бармай шул. Шул минутта югереп әсәйемә барып, башымды уның күкрәгенә терәп, шатлыҡтарым менә бүлешкем килде, тик аяҡтарым бығаулы шул, рөхсәтһеҙ бер ҡайҙа ла барып булмай. Ҡайҙа һин, шаталаҡ Әсимә?
Минең хәҙер бар уйҙарым тик тыуасаҡ балам тураһында. Яңғыҙ ҡалған ваҡыттарымда мин уның менән һөйләшәм. Ә ул өнһөҙ генә мине тыңлай. Мин уға барыһын да һөйләйем, эштәге ваҡиғаларҙы, ғәилә хәлдәрен. Ҡайһы берҙә аңғармай ҙа ҡалам, ул ҡапыл тибенеп тә ала, үҙенең донъяла барлығын онотоп ҡуймаһындар тиҙер инде.Хатта атаһын да ошаҡлам алам балама, бигерәк ҡырыҫ холҡло, мине әҙерәк иркәләһә, мин уға бесәй кеүек һырынып, мырлап ҡына , эсемде терәп, балаһының нисек тибенгәнен һиҙҙерер инем тип. Ирем әле үҙе лә күреп тора, минең ҡорһаҡтың көндән-көн үҫкәнен, шуға ла мине бик бимазалаларға тырышмай. Ҡәйнәм инде ҡайһы ваҡыт өгөт-нәсихәттәре менән ялҡытып та бөтә.
Иптәшем йәштәр менән ҡырға сығып килергә һөйләштек тигәс, шатлығым эсемә һыйманы. Күптән инде кеше араһына сыҡҡан да юҡ ине. Был юлы уның ике туған ағалары ҡатындары менән, бергә эшләгән иптәше Рәмис, уның ҡатыны Гөлгөнә булдылар. Еңгәләр аш-һыу әҙерләгәнсе, мин Гөлгөнә менән урман буйлап, саф һауа һулап килдек, сөнки ул да минең һымаҡ бала көтә. Рәмисен маҡтап бөтә алмай, хатта эйелеп тапочкаһын да алдырмай, үҙе генә аяҡтарыма кейҙерә тигәс, ышанмайыраҡ торҙом. Уның улай икәненә, аш-һыуға ултырғас, үҙем дә шаһит булдым. Мин нисек ергә уңайлабыраҡ ултырырға маташҡанда, машинаһынан бәләкәй ултырғыс сығарып, ҡатынын ипләп кенә ҡулдарынан тотоп ултыртты. Минең кәләшкәйем тигән булып, уның алдына тәмле-татлыларҙы теҙеп тә ҡуйҙы . Айраттың ҡуҙғалмағанын күрепме, минең алдыма ла емештәр һалды. Күңелле генә ултырҙыҡ, йырҙар ҙа йырланды, ҡыҙыҡ ваҡиғалар ҙа иҫкә тәшөрөлдө. Тик иптәшемдең саманан тыш эсеүе генә күңелде ҡырҙы. Шулай ҙа бер һүҙ ҙә өндәшмәнем. Кискә генә таралыштыҡ, Рәмис беҙҙе өйгә хәтлем алып килде. Иптәшемдең бер холҡо бар, әҙерәк төшөрөп алһа, теле асылып китә. Был юлы ла кәйефе күтәрелеп, өйгә инергә ҡабаланма, әҙерәк һөйләшеп ултырайыҡ тигәс, мин риза булдым. Ул атаһы менән кәңәшләшеп, ер урыны алып, йорт һалырға теләгәнен әйткәс, шундай шатландым.Үҙебеҙҙең мөйөшөбеҙ була бит! Бәлки иптәшем дә үҙгәреп китер, әгәр айырым йәшәй башлаһаҡ, тигән уй башымдан үтте. Уның ихласлығына ҡыуанып та ҡуйҙым.
Башым сатнап ауырта, бөтә тәнем һыҙлай. Торорға тип ҡуҙғалыуым булды, башым әйләнеп, кире түшәккә йығылдым.Ул арала ҡәйнәм югереп килеп, башыма һыулы таҫтамал япты, ауыҙыма ниндәйҙер дарыу ҡаптырып, һыу йотторҙо. Ул миңә ниҙер һөйләй, ә минең әллә ҡолағым тонған, бер нәмә лә ишетмәйем, бары уның бер асылып, бер ябылған ауыҙын ғына күрәм. Миңә ҡарап, ҡобараһы осҡан ҡәйнәмдең, йүгереп телефон трубкаһын тотҡанын ғына шәйләп ҡалдым…
Дауамы бар.