

Әсәләре айырым туҫтаҡҡа өйөп ҡуйған ризыҡҡа табан өс сабый ҡулы һуҙылды. Эҫе картуфтар кескәй устарҙа һикереште, киҫәктәре ауыҙ эстәрендә әйләнгеләне.
— Өф... Өф-ф...
— Ипләп, ипләп ашағыҙ, ҡайҙа ҡабаланаһығыҙ? — Әсәнең наҙлап иҫкәрткән тауышы сабыйҙарҙың ҡыланышын туҡтата алманы.
— Әттә, ә, әттә, картуф үҫтерә ул, тиһең дә, көн дә, көн дә ашайбыҙ, ниңә һаман шул килеш торабыҙ һуң? — тип һалды алты йәшлек Руслан. — Итен дә ҡорһаҡ тулғансы ашайбыҙ, барыбер үҫмәйбеҙ.
Әкрәм сәсәне. Сәйнәй генә башлаған аҙығын йота алмай аҙапланды.
— Ы-ы-ы... Ней, ней...
— Ул бит һиҙҙермәй генә үҫтерә, улым, яйлап ҡына.
Ярай әле Гөлмәрйәм ярҙамға килде. Юғиһә, ни тип яуап бирергә лә белмәҫһең. Ләкин Руслан да тиҙ генә бирешергә теләмәне.
– Ә Азамат: "Банан, өрөк, йөҙөм үҫтерә, шоколад үҫтерә", — ти.
Азамат — күрше малайы, йәштәштәр. Бергә уйнап йөрөйҙәр. Суҡынсыҡ, муттың балаһы ла мут инде, тип уйланы Әкрәм, атаһына оҡшап маҡтансыҡ етмәһә. Ни алып бирәләр, йүгереп инә лә: "Минең атайым ошоно алып ҡайтты, тегене алып бирҙе", — ти.
Анау телевизоры ла боҙа балаларҙы. Төрлө реклама күрһәткән булалар ҙа, әйҙә башлана бында тегене-быны таптырыу. Өс малай бит әле, төпсөгө Алмазына тиклем кәнфиттәрҙең исемен тәтелдәй. Ахыры заман балаларылыр инде, ҡайҙа Әкрәмдәр үҫкәндә "чупа-чупс", "сникерстар"?! "Карамель" менән "кис-кис" булһа шатлыҡ инде ул. Һаман хәтерендә әле, ҡағыҙҙары ирисҡа йәбешеп, һеңеп бөтә, ә һин һаман һурырға тырышаһың. Ауыҙыңа ҡабып ҡағыҙын ебетәһең дә аҫтына тупраҡ тулып бөткән тырнаҡтарың менән генә ҡыраһың. Аҙаҡ — тағы ауыҙға. Бысраҡтан сирләмәгәндәр ҙә, эстәре лә китмәгән. Хәҙер генә ул серәкәй тешләһә лә прививка һалдыралар, әллә ниндәй исемле һабын менән ҡулдарын йыуалар. Бала саҡта ни, ҡулыңды ышаныңа йә булмаһа күлдәгеңә һөртәһең дә, йүгереп инеп, дә-әү икмәк киҫәгенә тәүҙә сәй тамыҙаһың, унан писук һалып һылайһың, һуңынан тағы — выжт, урам буйына.
— Ишеттеңме, Әкрәм, төпсөгөң нимә ти? — Гөлмәрйәмдең тауышы ирҙе уйҙарынан арындырҙы.
— Ы-ы... Нимә, улым, әттәгә тағы әйт әле, ишетмәй ҡалдым.
— Сула-ай супа-супс апҡайт, әттә, — Алмаз ике ҡулындағы бармаҡтарын тармаҡландырҙы. – Сикалат та апҡайт, бына сулай, — кескәй ҡулдар тағы өҫкә күтәрелде.
Әкрәмдең йөрәге дарҫлап типте, тамағы кипте. Бар, аңлатып ҡара ошо сабыйға Азаматтың атаһының алып һатарлыҡта йөрөгәнен дә, һиңә колхоздың эш хаҡы түләй алмағанын. Ярай әле кешеләрҙең йомошо төшкөләй. Ни анау Сереганың тарифы эште боҙа яҙҙы. Байтаҡ әҙәмде өркөттө. Һәй, өркөтһә тағы, гелән бушҡа ла йөрөп булмай. Оҫтаханаһын эшләп бөтһә бары ла яйланыр әле.
— Бала саҡта картуф, ит менән генә булмай шул, — Гөлмәрйәм үҙ алдына һөйләнгән булып, ҡашығаяҡ ҡыштырҙатыуын белде. Һуңынан балаларына өндәште: — Атайығыҙ тәм-том ташыр әле. Бына эштәр генә көйләнһен.
— Ы-ы... Эйе, балаҡайҙарым, барыһын да апҡайтырмын, тик һеҙ ҙә мине тыңлағыҙ: ярҙамсы булып үҫер өсөн ит менән картуф ашағыҙ. Ә чупа-чупстар теште генә серетә ул... — Әкрәмдең күңеле йомшарҙы. — Бына иртәгә мин председатель бабайға барып эш хаҡын һорайым да... Гөлкәй, моғайын балнисҡа тиклем ферма йүнәткән өсөн аҡса яҙғандарҙыр, правлениеға барып киләйем. Ҡарауылсы йортоноң да иҙән-түбәһен яңыртҡайным, башҡа шундай эштәргә лә йөрөштөрҙөм.
— Белмәйем инде, кем һиңә наряд яҙған тиһең. Яҙһалар ҙа һаламына, игененә тотоп ҡалалар, — Гөлмәрйәм төшөнкөлөккә бирелде. — Йәй буйы сөгөлдөр утап, күпме генә писук бирҙеләр, уныһын да баҙар хаҡы менән. Бурысҡа йөрөйбөҙ инде шунда көн үткәреп. Ярай әле мал-тыуар бар ҙа, һин тик тормайһың. Унда ла...
Гөлмәрйәм тыйылып ҡалды. "Эскән сағыңда бер яртыға алданып йөрөй инең", тип әйтмәксе ине ул. Тик Әкрәмде дауалаусы табиптың һүҙҙәре ҡылт итеп иҫенә төштө. "Иреңдең элекке эскәнлеген иҫенә төшөрмә, уның менән битәрләмә. Кәмселектәренә ҡарағанда яҡшы яҡтарын йышыраҡ телгә ал. Үҙеңде иреңә ҡарағанда көсһөҙ, ҡатындарса наҙлы, иркә итеп күрһәт, ул үҙен көслө ир, ғаиләнең ныҡлы терәге итеп тойһон. Ышан уға, шул сағында ғына һауығыр. Эскелекте ауырыу итеп ҡабул итер. Ә битәрләй башлаһа-аң... Ҡыҫҡаһы, аңлағанһыңдыр", — тигәйне ул.
— Ярай әле, ҡартым, һинең ҡулдарың алтын. Белеп кейәүгә сыҡтым бит мин һиңә, белеп! — тип теҙеп алып китте Гөлмәрйәм. — Нисауа, һаулыҡ булһын. Һинең тырышлығың, башың эшләүе арҡаһында нисегерәк йәшәп китербеҙ әле. Бына күрерһең!
Ишек шаҡынылар. Уның артынса уҡ бригадир Шәриптең башы күренде.
— Ыһ-һым, мөмкинме икән?
— Әйҙә, үт түрә, түрҙән уҙ, — тине Әкрәм, "түрә" һүҙенә баҫым яһап. Элегерәк булһа, "ҡоҙа"нан һалдырыр ине лә, теге саҡта үҙен ҡыуып сығарғанын иҫләне. Юҡ, кенә ҡыумай ине ул. Тик күңеле һыуынғайны Шәрипкә ҡарата.
— Ярай, үтеп тормайым. Келәткә ашлама ҡайтты, тиҙ генә кейен дә — бушатырға. Иртәгә тағы бер машина килтерергә тейештәр.
— Иртәгә хужаға барырға тора инем бит әле.
— Ул өйҙә булмай, районда — семинар. Дауай, кейен дә киттек. Һеҙҙе берәмләп йыймаһаң булмай, Илдусы хәҙер эре бәрәңге ашаған. Мин колхозсы түгел, тип кенә ебәрә. Харап, айныған берәү! Һарыҡ Шәрифе запойҙа, ҡылый үгеҙе тағы ҡайҙалыр олаҡҡан. Ирек хәҙер кеше танымай... Аптыраған, миңә кәрәктер ул колхоз?! Дауай, йәһәтерәк, көтөп торам.
— Һуң, мунсанан ғына сыҡтым бит...
— Уныһы мине не волнует. Кейен дә — йүгер келәткә!
Әкрәмгә бригадирҙың ҡыланышы, балалары, ҡатыны алдында малай-шалай менән һөйләшкәндәге һымаҡ бойороҡ тауышы оҡшаманы, үҙенең ҡыҙа барғанын тойҙо. Әйтерһең, балаларын ҡурсаларға әҙерләнгән йыртҡыс ҡаны тәненең һәр күҙәнәген тултырҙы.
— Мин элек эшләгәндәр өсөн эш хаҡын алмайынса тороп, бер ҡайҙа ла бармайым!
— Ыстаҡ, ыстаҡ, нишләүең ул һинең? — бригадир тамам аптыраны. — Тиҙ генә бул, тим! Юғиһә... Былай ҙа шабашканан бушамайһың, мин һине уңлы-һуллы йөрөтөрмөн әле. Харап, айныған берәү, эш хаҡы, имеш! Ҡалымыңды туҡтатырмын мин. Налоговыйға шылтыратып иманыңды уҡыттырырмын, станоктарыңды алдыртырмын!
— Әйҙә, сығайыҡ әле, ҡустым!
"Ҡустым" тип өндәшеүе тамам ҡыҙыуы ине йорт хужаһының. Шәрип унан бер йәшкә генә кесерәк. Бригадир итеп ҡуйғас, ул үҙен бар колхозсынан да ҙурыраҡ тоя башланы.
Сыҡтылар. Ошоно ғына көткәндәй, Әкрәм уның боғаҙынан алды.
— Һин ним-мә, балалар, ҡатын алдында?! Ҡалымға килгәндә, өйөңдө бушҡа кем эшләгәнен оноттоңмо? — Зәһәр ыҫылданы ул: тештәре шығырҙаны, атылып сығырҙай булған күҙҙәре Шәриптең йәнен табанына төшөрҙө. — Хәҙер үк үксәңде ялтырат, башҡаса инеп йөрөйһө булма. Минең өй кантур түгел!
— М-и-мин төнө буйы үҙем бушатайыммы ни ул "КамАЗ"дарҙы? Әйҙә, ярты ултыртырмын, берәр эшеңә булһа ла ярап ҡалыр...
— Теләһә кем менән бушат, ә шешәңде артыңа тыҡ, йәме. Күп алдаттығыҙ инде һаҫыҡ шыйыҡсағыҙ менән. Хәҙер — вон, ҡапҡаны теге яғынан яп!
Бригадирҙы елтерәтеп сығарып ебәргәс кенә Әкрәм өй ишегенең ҡыҫылып ҡалыуын, унан ҡыҙыҡһыныусан күҙҙәрҙең йылтырауын шәйләне. Аталарының үҙҙәренә табан боролоуын күргәс, улар юғалды ла артынса уҡ шат тауыштар яңғыраны:
— Әннә, әннәү, беҙҙең әттә вәт көслө!
— Көс-лө, көслө!
— Мин әттә кеүек булам...
Әкрәм стенаға һөйәлде, күҙҙәренә йәш тығылды. Рәхәт ине уға был минутта, әйтеп аңлаталмаҫлыҡ рәхәт ине.
— Әннәү, әттә теге ағайҙы бына сулай тотоп түтенә типте... Әннәү...
— Шулай шул, һеҙҙең атайығыҙ иң көслө кеше!
— Ән-нәү, ул бәләкәй сағында кү-үп иттереп картуф ашағанмы?
— Эйе, күп иттереп ит, картуф ашаған.
Өй ишеге асылды. Унан бер-бер артлы өс баш күренде.
— Әттәү, әйҙә ин, картуф һыуына бит, — тип Руслан атаһының еңенән тартты. — Әттәү, Азамат дөрөҫ әйтмәй, шоколад үҫтермәй ибет, картуф үҫтерә, ит көслө иттерә ибет.
— Эйе, улым, эйе...
Әкрәм өндәшмәй генә ашаны. Балалары күгәрсендәй гөрләһә лә, уларҙы ишетмәне ул. Гөлмәрйәмдең иренең кәйефе төшөүен, уйға бирелеүен яңыраҡ булған хәлгә юраны.
— Күңелеңә яҡын алма, — тине ул, тынысландырырға тырышып. Һуңынан, юҡты бар итеп, хахылдап алды. — Ха-ха-хи-хи... Билләһи, үҙем сығарып осора инем, саҡ түҙеп ултырҙым. Ә һин уны, һай, ҡалай елтерәттең, табаны ғына ялтырап ҡалды.
Барыһы ла ихлас көлдө. Әкрәм йылмайғандай итте.
— Йо-оҡ, уның ҡайғыһы түгел әле. Башҡа нәмә тураһында уйлап ултырам, — ир өҫтәл артынан торҙо. Ишекле-түрле йөрөнө. — Беләһеңме, Гөлкәй, ә бит Шәрип налоговый хаҡында юҡҡа ләпелдәмәй!
— Атаҡ, шунан ҡурҡтыңмы?
— Ю-уҡсы. Нишләп ҡурҡайым ти мин? Бик яҡшы уй әйтте, тимәксемен. Ниңә беҙгә эшебеҙҙе рәсмиләштереп, үҙ хужалығыбыҙҙы ойоштормаҫҡа? Һалымы ла түләнә, эше лә бара, калхузына ла, суртына ла баш эймәйһең!
— Әйтеүе генә анһат...
— Ниңә, Илдус менән Сәлиханың беҙҙән ҡайһы ере артыҡ? Улар, ана, йөк машинаһы алды ла халыҡҡа тауар ташый, йомош-юлға йөрөй. Әле магазин асырға йыйыналар, ти.
— Хо, Сә-ли-ха! — Гөлмәрйәмдең йөҙө үҙгәрҙе. Шуның исемен телеңдән дә төшөрмәйһең, тип саҡ ысҡындырманы ул. Тыйылды. Ирен ситтәрен тешләне. — Сәлиха ни, йылан аяғын киҫкән бисә бит. Әллә кемеңде ауыҙына ҡаратыр. Минән ни фәтеүә, буй тиһәң буйы, йөҙ тиһәң йөҙө, бил тиһәң биле юҡ...
Әкрәм ҡатынының Сәлиханан көнләшеүен һиҙҙе. Нисек тә кәйефен күтәргеһе, йыуатҡыһы килде.
— Зато һиндә-ә...
— Ҡуй, көлмә инде, — тигән булды ла Гөлмәрйәм, ире оятһыҙыраҡ, ләкин үҙе ишеткеһе килгән нәмә әйтерен һиҙемләп, балаларын башҡа бүлмәгә ҡыуҙы. — Барығыҙ, бар. Ашап туйҙығыҙ, ололар һөйләшкәндә малайҙар тыңлап ултырмай ул.
Улдары дыу килеп сығып йүгергәс, ирен ҡосаҡлап, ҡолағын уның ауыҙына уҡ терәне.
— Йә, нимәм бар, йәнкиҫәккәйе-ем?
Ҡолағына ғына иренең шыбырлауын көттө Гөлмәрйәм. Иркә һүҙҙәр менән сыҡҡан тыны, ирендәренең ҡолаҡ япраҡтарына еңелсә ҡағылыуы бар тәнен ҡалтыратыр, күҙәнәктәрҙе этештерә-төртөштөрә ләззәт тойғоһо кисерәсәк биҙ-төймәләргә йүгертер. Әкрәме уны иркәләр, наҙлы һүҙҙәр һөйләр. Ул сағында инде-е...
Гөлмәрйәм Әкрәмгә һүҙен әйтергә ирек бирмәне: ныҡ итеп ҡосаҡланы ла һу-у-рыпп үпте.
— Ах! — Ҡатын рәхәтләне кирелде. — Яратам бит шуны.
— Йә, күңелең булдымы? — Ирҙең күҙ алдында хәләл ефетенең йөҙө берсә өсәүгә әйләнде, берсә тағы муйыны тәңгәленә килде. Башын һелкте. — Мейене һурып алаһың да инде, былай ҙа тауыҡтыҡы тиклем дә юҡ... Йә, үҙ хужалығыбыҙҙы асабыҙмы?
— Хут бөгөндән! Һинең менән әллә нисә хужалыҡ асырға ла ризамын, ҡартыҡайы-ым. Өйҙә һин хужа, ни әйтһәң, шулай булыр... Ҡана, тора һалайыҡ, кискелеккә малдар ҡырына сығайым. Мунса ла инәһе бар...
...Ҡыштың сафлығын, яҙҙың тәнде илерткес һауаһын, йәйҙең сәскәле болондарын — барыһын йыйнап ап-аҡ түшәккә һеңдергән тиерһең Гөлмәрйәм. Йомшарған быуындар, сабыйҙарҙыҡылай шыма тән, килешле генә йәбешкән миндек япрағы, айҙың нурын толом араһынан сағылдырған түштәр, йәнде үртәүсе, нәфсене ярһытыусы илаһи еҫ, донъяның әйтеп бөтөрә алмаҫлыҡ барса рәхәтен-михнәтен бергә уҡмаштырған хис-тойғолар иргә тау аҡтарырлыҡ көс бирҙе, һуштан яҙҙырып төпһөҙ төн ҡосағына ташланы...