

Гөлмирә БИКБУЛАТОВА 1970 йылдың 14 апрелендә Самаҙы ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Тәүҙә – Юлдаш, артабан оҙаҡ йылдар Туймазы ҡалаһының 6-сы мәктәбендә уҡыта. Мәғариф ветераны, 32 йыл педагогик стажға эйә. Шулай уҡ “Етегән” төбәк-ара гәзитендә лә эшләй. Мәктәп йылдарынан шиғырҙар яҙа. Бөгөн ул Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге баш белгесе.
“Илһам шишмәләре” фестивале лауреаты, Журналистар союзы ағзаһы, ике йыйынтыҡ авторы. Һуңғы арала үҙен прозала ла һынап ҡарай.
Сират көтә
Иртә таңдан ҡара кискә тиклем
Үҙем күрәм шулай көнөмдө.
Ҡояшыма бағып сәләм биргәс,
Йыйыштырып ҡуям өйөмдө.
Бар эштәрем, сират теҙелгәндәй,
Башҡарыуҙы көтә ҡулымдан.
Ҡайһылары тиҙ үк хәл ителһә,
Ҡалғандарын сығам уйымдан.
Шулай үтә көнөм барлай-барлай,
Яң(ы)лышты, шатлыҡ-ҡайғыны.
Асылмаҫтай булһа әгәр серем,
Һүҙһеҙ тыңлай бары Ай ғына.
Иртә таңдан ҡара кискә тиклем
Үҙем күрәм шулай көнөмдө.
Төнөм үтеп ҡояш ҡалҡты инде,
Бар эштәрем тағын өйөлдө.
Тере һулышым һин,тыуған йорт
Олоғаям инде мин үҙем дә,
Тик күңелем һаман бишектә.
Үҙ баламды бауырыма баҫһам –
Атам-әсәм моңон ишетәм.
Атай йорто... Ниңә генә шулай
Күңел түрен биләп алғанһың?
Ҡыҙ балалар һиндә гөрләп үҫтек,
Аҡ юлдарың асып һалдың һин.
Атай йорто... Йылдар аръяғынан
Күҙаллайым үҫкән мәлдәрем.
Хыял атын егеп ҡайтам һиңә,
Юлдар булған саҡта өҙәрем.
Атай йорто... Тере ҡуҙын тойоп
Һүрелмәһен мейес йылыһы.
Күңелдәрҙе генә һыуытмаһын
Тыуған йорттоң тере һулышы.
Хыялдарым
Аҫыл хыялдарым, әйтерһең дә
Хәләл генә йәрем яҙмыштың.
Ғәмһеҙ күңелемдә морон төртә,
Яҙ килде тип әллә яң(ы)лышты.
Япраҡ ярыр микән, һалҡындарҙа
Тамырҙары ҡуйһа күшегеп.
Көйәм, сөнки хыял булмышымдың
Ай(ы)рылғыһыҙ ныҡлы өлөшө.
Йәнгенәмде өтөп, сараһыҙҙан
Улар тағын йәйә тамырын.
Бойомдарға ашыр хыялдарға
Нисек тә мин юлын табырмын.
Фото: Бәйләнештә