

Мин тыуғанда әсәйемә – 35, атайыма – 36 йәш була. Йәшлек мәленән сығып ҡына барғандар икән. Тик йәш саҡтарын иҫләмәһәм дә, ҡартайғандарын да, Аллаға шөкөр, күргәнем юҡ. Атайыма инәйем: “Бабай!” – тип өндәшһә, бөтөнләй үсегеп китә. “Бабайҙар мейес башында ята”, - тип яуаплай. Етмешкә етеп килгән кешенең тиҫтәгә яҡын эре мал, өс тиҫтәнән артыҡ ваҡ мал ҡараған, ҡош-ҡорт аҫыраған кешене, ысынлап та, бабай, тип әйтеү урынһыҙҙыр. Әсәйем дә, ейән-ейәнсәрҙәре тыуған һайын, йәшәрә. Уларҙы үҫтергәндә таянысыбыҙға әйләнә. Оҙон ғүмер, һаулыҡ, матур, парлы тормош теләйбеҙ уларға!
Атайым Ғилман Вилдан улы менән инәйем Рүзилә Зәйнетдин ҡыҙы Зәйнетдиновтар 1977 йылда ғаилә ҡоралар.
Инәйем атаһының инәһе Камила өләсәйем тәрбиәһендә үҫә тиерлек. Бер быуаттан артыҡ ғүмер кисергән, баҡыйлыҡҡа күскәнсе үҙ аҡылында, үҙ аяҡтарында йөрөгән, йәшләй генә тол ҡалып, дүрт балаһын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән, ауыр, ҡара эштәрҙә эшләп тә бирешмәгән өләсәйемдең оҙон ғүмерле булыуының сере, моғайын да, насар ғәҙәттәр менән мауыҡмай, кеше һөйләп, гонаһ йыйып йөрөмәй, һәр саҡ нимә менәндер булышып күңел тыныслығы таба алыуында булғандыр. Инәйем үҫкән йорттоң урамы менән Камила өләсәйем йәшәгән урамды ел ҡапҡа ғына бүлеп торғас (өлкәнерәктәр әле лә иҫләйҙер, әлеге көндә Руслан йәшәгән урамда ике йорт ине), әлбиттә, әсәй кеше ейәнсәренә ата-әсәһе эштә саҡта күҙ-ҡолаҡ ҡына булып тормай, ә үҙ өлгөһөндә тәрбиәләгәндер. Сөнки инәйем дә әсәһе кеүек сабыр, тырыш, аҙ һүҙле.
Рүзилә Зәйнетдин ҡыҙы урта мәктәптән һуң китапханасылар курсын тамамлай, ауыл китапханаһында эшләй, мәктәптә химия фәненән уҡытып ала. Аҙаҡ бухгалтерҙар техникумы дипломын алғас, “Мағаш” колхозында эшләп, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалды. Колхоз тарҡалғандан һуң, хаҡлы ялға тиклем һатыусы булып эшләп алды.
Атайым Ғилман Вилдан улының да тамырҙары Юлыҡ ауылынан. Ете бала - ике ул һәм биш ҡыҙ араһында үҫкән егет армиянан ҡайтҡас Әлшәйҙә бер йыллыҡ ветеринария буйынса курс тамамлай, һуңынан белемен камиллаштырыу маҡсатында Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Әммә дәүләт имтихандарын тапшырырға ғына ҡалғас, инәләренең өйө янып китеүе арҡаһында, уҡыуын ҡалдырырға тура килә. Егерме һигеҙ йыл хеҙмәт стажы булған атайым “Мағаш” колхозында ферма мөдире, һуңынан ауыл малдарын ҡараны. Күптән хаҡлы ялға сығып, быйыл 65 йәшен тултырһа ла, Ҡауарҙы хакимиәтенә ҡараған дүрт ауылдан элекке мал духтырына һаман да киләләр әле.
Атайым менән инәйемде берләштереүсе төп сифаттар: ғәҙеллек һәм ихласлыҡтыр. Улар колхоз тарҡалып бөткәнсегә тиклем, йылдар буйы эш хаҡы алмаһалар ҙа, һәр көн эшкә йөрөнөләр, колхозды бүлешкән саҡтарында ситтә ҡалдылар. Һуңынан, беҙ, балалары: “Ана, башҡалар кеүек һеҙ ҙә трактор кеүек көнкүрештә кәрәк техникаларҙы бүлешкәндә ауыҙ асып ҡалмаһағыҙ, беҙ ҙә әле салғы менән бесән сабып, ҡул менән йыйып йонсомаҫ инек. Етмәһә, икегеҙ ҙә ҙур ғына урын биләгәнһегеҙ”, - тиһәк: “Буштан килгән мал менән йәлсеп китһәң дә, уның ҡото барыбер булмай ул”, - тиҙәр ине.
Ысынлап та, атайым менән инәйем хәләл менән харам, изгелек менән яуызлыҡ төшөнсәләрен үҙҙәренең өлгөһөндә тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Был беҙҙең тормош юлында ла, әлбиттә, сағылмай ҡалманы, әлбиттә. Дүртебеҙҙә был донъяла үҙ урыныбыҙҙы тапҡанбыҙ тип ауыҙ тултырып әйтә алам.
Рәзинә Зәйнетдинова.