Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Октябрь 2023, 14:35

Күккә осто йәнем Повесть (6) Әминә ЯХИНА

Бар ҡыйыулығымды йыйып, эсенә тибеп ебәрҙем. Ул ахылдап ятҡансы,башына туҡмас таяҡ менән тондорҙом да,  баламды  юрғаны менән эләктереп, ишеккә йүгерҙем.

Күккә осто йәнем Повесть (6) Әминә ЯХИНАКүккә осто йәнем Повесть (6) Әминә ЯХИНА
Күккә осто йәнем Повесть (6) Әминә ЯХИНА

 

 

Ул йылдарҙа эскелек ныҡ хөкөм һөрҙө. Бер мин генә түгел, апайҙарым, хеҙмәттәштәрем , күршеләрем ирҙәренең көн дә һуҡмыш ҡайтҡанына күнегеп тә бөткәндәр тиһәм, яңылышмаҫмын. Ә эскелек булған ерҙә һәр ваҡыт талаш, ыҙғыш сығып ҡына тора. Эскән килеш ирҙәрҙең машина, мотоциклдарҙы йөрөтөүө ғәҙәти күренеш ине ул йылдарҙа, ауылда уларҙы тикшереүсе юҡ, әллә нисә ауылға беркетелгән милиция хеҙмәткәре улар менән тартҡылашҡыһы ла килмәгәндер, шуға күрә лә ҡатын-ҡыҙҙың ирҙәренең өҫтөнән яҙған ғаризалары район үҙәгенә ебәрелмәй, үҙ-ара ғына хәл ителә ине. Минең яҙған ғаризамдың да яҙмышы шулай булғандыр, күпме көтһәм дә, яуап булманы. Шулай ҙа  Айрат әҙерәк баҫылғандай булды, һуҡмыш ҡайтһа ла , бер нисә ай тауыш сығарманы.Инде тынысланып йәшәйбеҙ икән тиһәм, тағы холҡон күрһәтте. Арыу ғына тейәп ҡайтҡан ине, йөгө тулмағандыр, минән эсергә таптыра башланы. Өйҙә эсерлек әйбер юҡ.

  • - Айрат, ят инде, иртәгә икебеҙгә лә эшкә, - тип әйтеүем булды,
  • - Тап бер ярты!, - тип ҡысҡырып ебәрҙе.
  • - Төн уртаһындамы?
  • - Мин һинең ирең! Шулмы хөрмәт итеүең? -тине лә , ултырғысты алып миңә ташланы, саҡ янтайып ҡалдым.
  • - Нимә, тағы милиция саҡыртырғамы?
  • - Ах, к..тәй, мине ҡурҡытырға булдыңмы? Ул һине яҡлашыр тип уйлайһыңмы? Ул үҙе миңә инәлеп көн дә килә, машина һорап, өйлөк ағасын урмандан сығарырға. Онотма, минең механик икәнде! - тине лә сәсемде йомарлап тотоп, туҡмай башланы. Ул арала тауышҡа балам уянды ла, ҡысҡырып илай башланы.

Бар ҡыйыулығымды йыйып, эсенә тибеп ебәрҙем. Ул ахылдап ятҡансы,башына туҡмас таяҡ менән тондорҙом да,  баламды  юрғаны менән эләктереп, ишеккә йүгерҙем. Тышта һыуыҡ, февраль аҙағы, бер ҡат кейемдән яланаяҡ килеш әсәйемдәргә югерҙем. Шул хәтлем ярһығанғамы, әллә ҡурҡҡанғамы, тәнемдең, аяҡтарымдың өшөгәнен дә, дүрт йәшлек баламдың ауырлығын да  тоймағанмын. Әсәйем ишекте асҡас, хәлһеҙ килеш йығылғанымды ғына иҫләйем. Эй, әсәкәйем  тиҙ генә араҡы менән минең бөтә тәнемде ыуып, йылы сәй эсереп, саҡ мине терелтеп алды. Иртәнсәк баламды әсәйҙәрҙә ҡалдырып, уның кейемдәрен кейеп, өйгә  ҡайттым да, һарайҙа торған малҡайҙарыма бесән ташлап, шыпырт ҡына өйгә индем. Уны уятмаҫ өсөн һаҡ ҡына баҫып, кейемдәремде кейҙем дә эшкә югерҙем.  Эш араһында малдарға һыу эсереп, тағы бесән ташланым да, баламдың кейемдәрен алып, әсәйемдәргә киттем. Өс-дөрт көн әсәйемдәрҙә ҡунаҡлағас, ҡәйнәм менән ҡайным килеп етте, Айрат больничный алды, машинанан йығылып төшөп, мейеһе һелкенгән, тинеләр.   Тағы ҡайттым уның янына. Бөтөнләй донъяһын ташлап китер инем,төҙөгән донъям,  малҡайҙарым йәл. Ул  бахырҡай малҡайҙар  бер ни аңламайҙар, минең күҙҙәремә мөлдөрәп кенә ҡарап торалар бит.

  Тағы йәшәп киттек. Бер йылдан ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Инде тормошобыҙ яйланды тигәндә генә, ҡәһәрле туҡһанынсы йылдар башланды. Мин декрет отпускаһында. Леспромхоздың эштәре тотҡарланды. Ағас бар, һатып алыусы юҡ. Айрат ваҡытында аҡса  ала алмай. Беҙҙең эргәлә ҡайнымдар уның ҡустыһына өй күтәрҙеләр. Уларҙың өйөнөң майҙаны  беҙҙекенә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ. Шул сәбәпле ирем ата- әсәһе менән һүҙгә килеште, ҡустыһына бөтөнләй үсләште. Ә беҙҙең хәҙер ике бала, залды бүлеп, йоҡо бүлмәләре эшләгән инек, зал  бүлмәһе эсәккә оҡшап ҡалды, ашхана бүлмәһе лә бәләкәй, прихожийҙа сәй эсәбеҙ. Шуға күрә лә газ плитәһен йәйгеһен  соланға сығарған инек,уны өйгә индереүсе булманы. Хәҙер инде көҙҙәрен дә, ҡыштарын да тамаҡ яраштырырға һыуыҡ соланға сығам.Ул-был иткәнсе, аяҡтарым туңа, тәнемә һыуыҡ һауа үтә һуға.  Иптәшемә әйтеп ҡараһам да, ҡыбырламаны. Нимә эшләйһең, өшөй- туңа ғәиләмә тамаҡ яраштырам.   Хәҙер инде өндәшмәй ҙә башланым, ил тарҡалыуы, аҡсаһыҙлыҡ үҙәккә үтә, магазиндә ризыҡ юҡ, ярай әле малҡайҙар бар, шулар көсөнә йәшәйбеҙ. Айраттың бөтөнләй кәйефе юҡ, машиналарға запчасть юҡ, ағас сығарып булмай. Эшселәр ҡыҫҡартыла.  Гөрләп торған леспромхоз саҡ тын алып йәшәй.

    Леспромхоз ғынамы ни, бөтә илебеҙ көндән-көн бөлә…Гөрләп торған заводтар юҡҡа сыға, совхоз- колхоздар бөтөрөлә… Магазиндарҙа буш кәштәләр, әйтерһең, ниндәйҙер ҡара көстәр илебеҙҙе йолҡҡолайҙар…Ҡатын-ҡыҙҙар тырышып-тырмашып, юҡты бар итеп, донъя көтөргә  тырыша, ә бына ир халҡы бөтөнләй юғалып ҡалды, төшөнкөлөккә бирелде. Бик күптәре араҡы ҡолона әйләнде тиһәм, яңылышмаҫмын.

  Беҙҙә лә шул уҡ хәл. Айраттың эсеүе йышайҙы, эшендәге килеп сыҡҡан низахтар өсөн бар көсөн миңә һәм балаларға төшөрә. Ул эсеп ҡайтып, тауыш сығара башлаһа, тәүге ваҡыттарҙа балаларымды алып Гөлсара килендәшемә инә инем, тик Айрат артымдан килеп, унда оло ғауға сығарып, ҡустыһы менән яғалашып ҡына ҡалмай, әшәке һүҙҙәр әйтеп, килендең битенән алыр булғас, уларҙы бимаҙалағым килмәй. Ҡайһы саҡтар йә әсәйемә йә апайыма югерә инем, хәҙер инде уларҙан да оялам… Бына  бөгөн дә иҫерек, уны күреү менән. нимә етте шуны эләктерҙек тә , өс йәшлек кескәй баламды күтәреп, улым менән һарайға югерҙек.Унан алдағы көндәрҙә лә әллә нисә тапҡыр һарайҙа йәшеренә инек, ул йоҡлап киткәнде көтөп. Бөгөн көн һыуыҡ, аяҡтарҙа тапочка ғына, ун минут та торманыҡ, шыҡырайып туңдыҡ. Ҡыҙым илай башланы, улымды өй яғына йүгерттем, ятманы микән тип атаһы. Юҡ, ятмаған, тауышы сыға тей…Улымдың дерелдәп торғанын күргәс, өҫтөмдәге пальтомды уға яптым, ҡыҙым менән одеялға төрөнөп ҡарайбыҙ,һыуыҡ үтә һуға, хәҙер инде ҡыҙым ауырып китмәһен тип, уны одеялға төрҙөм, үҙем йоҡаҡ күлдәктән… Ниһәйәт, өйҙә тауыш тынды шикеллле…  Ипләп кенә баҫып инеп, өсәүләп диванға ауҙыҡ. Икенсе көнөнә ут һымаҡ янып уяндым.Бөтә тәнем һыҙлай, ҡалтырата. Көс-хәл менән тороп, иремде эшкә, улымды мәктәпкә ебәрҙем. Хәлһеҙләнеп йығылғаным ғына иҫемдә…

    Бер нәмә лә эҙһеҙ үтмәй икән. Мин бит әле йәш,  утыҙ биште  үткән ҡатын. Йәшнәп йәшәй торған ғына сағым да бит, тик ҡаты ауырыуға дусар булдым. Иремдең холҡһоҙлоғо етмәгән, ул ауырыуы миңә йәбешмәһә ни булған икән? Ҡул-аяҡ быуындарым һыҙлай, көндәр нисектер үтә, ә бына төндәрен бигерәк ауыр, һөйәктәрем сатнап бара, түҙерлек түгел, тештәремде ҡыҫып түҙергә тура килә, балаларға ла, иргә лә һиҙҙерәһе килмәй…  

                                         +               +              +

     Ауыл зыяратында хәҙер минең йортом. Мәңгелек йортом. Мәңгелек йортта минең Айсыуағым, сабыйым минең. Уның да йәне хәҙер минең менән йәнәшә. Өләсәйем янымда ғына, атайым да бында, уның ҡустылары, апайымдар.  Беҙ –беребеҙҙе күрмәйбеҙ, тик йәндәребеҙ генә осоп йөрөй. Бар донъя йоҡоға талғас, яҡындарымды тауыштарынан ғына таныймын.

  • - Эй, балаҡайым, бигерәк иртәләгәнһең бит,һөйөклө бала инең бит, кем уйлаған яҙмышыңдың шулай булырын. Был бит өләсәйем!
  • - Хоҙайҙың тәҡдире шулдыр. Ултыр әле, балам, яныма. Был бит атайым!
  • - Сабыйың илай. Һине танып илай ул. Бар янына, йыуат бәләкәсеңде!

Сабыйым эргәһенә килеп, бишек йырын йырлайым. Әлдә генә ул бар минең янымда, йырҙарыма ҡушып, барлыҡ ҡайғыларымды баҫырға.

  • - Өләсәй, минең бит унда балаларым ҡалды. Һағындым уларҙы!
  • - Ҡырҡың тулғансы һинең йәнең ирекле. Ә аҙаҡтан йылына бер тапҡыр ғына рөхсәт була яҡындарыңдың хәлен белергә. Бар, бар, ос, балам!

Өйҙә ут күренмәй. Балаларымды ҡәйнәм алып ҡайтҡандыр, әсәйҙәре булмағас, өйҙә торғолары ла килмәйҙер инде уларҙың. Аласыҡта ут яна. Кемдәр икән унда?

  • - Сволочтар, ҡаҡшаттылар! Мин бит ул көндә өйҙә булманым! Әгәр булһам…Ошо хәл булмаҫ ине. - Был Айраттың тауышы.
  •  - Шулай инде, ни хәл итәһең. - Магниттағы олатайҙың тауышы.
  • - Бына повестка. Следователь саҡыра.
  • - Барыр кәрәк инде.
  • - Бармайым.Йөрөмәйем. Күпме аңлатырға була?
  • - Ҡарышһаң, ябып та ҡуйырҙар. Ана…
  • - Минеме? Ябып ҡына ҡараһындар! Ҡой әле тағы берҙе!
  • - Йөгөң етте шикелле. Миңә лә етте.
  • - Ҡой, тигәс, ҡой!

 Ҡәйнәмдәргә юл тоттом. Өйҙәрендә ут  яна. Бәлки, балаларым әле йоҡламағандарҙыр?

  • - Саҡ йоҡлап китте бәләкәсем. Ҡартым, һин ятмайһыңмы?
  • - Баш ҡатты. Айрат нимә эшләй икән?
  • - Бабайы менән әбейе бар янында. Бер-бер хәл булһа, хәбәр бирерҙәр.
  • - Шулай ҙа ул. Саҡырталар икән районға.
  • - Белмәйем, нимә менән бөтөр?
  • - Һин дә шулай тигәс!
  • - Эй, үҙең беләһең бит холҡон.
  • - Әбей, бында һин дә ғәйепле. Иркәләттең, алдыңа алдың.
  • - Шулай ти ҙә ҡалаһың. Мәктәпкә бараһы йылды анау һарай башынан йығылып, саҡ үлемдән тороп ҡалды. Йөрөмәгән болнис, санаторий ҡалманы. Атлай ҙа алманы бит, мәктәпкә ҡыш буйы сана менән алып барҙым, алып ҡайттым.
  • - Ҡатыраҡ булырға ине, ҡатыраҡ…
  • - Үҙ балабыҙ бит, һөйләшеп ҡара.
  • - Ғәйепле икән, язаһын алыр.
  • - Нимә? Кеше ишетеп ҡалмаһын. Ә ике балаһын кем ҡараясаҡ?
  • - Башланды. Бар, йоҡла!

 Өндәшмәй генә ҡәйнәм төпкө бүлмәгә инеп, карауатына ултырҙы. Диванда йоҡлап ятҡан ҡыҙымдың  битенән һыйпаным. Рәхәтләнеп йоҡлап ята. Ә улым ҡайҙа? Ниңә ул өйҙә юҡ?

Ҡапыл ишек асылды ла, улым килеп инде.

  • - Ҡайҙа йөрөйһөң?- тип уны олатаһы шелтәләп алды.
  • - Дуҫтар менән ултырҙыҡ.
  • - Бик оҙаҡлап йөрөмә, әбәң борсола. Асыҡтыңмы? Сәй эс.
  • - Тамаҡҡа аш бармай, - тине лә улым карауатына ауҙы. Мин дә уның янына барып ултырҙым. Әлдә генә олаталары, өләсәләре бар тип, күңелемде йыуаттым.
  •  
  • Дауамы бар.
  • Фото: Бәйләнештә

 

Автор:
Читайте нас