Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
2 Октябрь 2023, 05:15

Йырланмаған йырым һин Повесть (13) Венер ИСХАҠОВ

– Барам тиһең дә ул. Ә кемдән рөхсәт һораның? Аҡсаны кем бирер тиң? Ҡатынының һаман түбән күреп һөйләшеүе Хәсәндең зитына тейҙе. Күҙҙәрендә уҫал осҡондар хасил булды.

Йырланмаған йырым һин   Повесть (13)   Венер ИСХАҠОВЙырланмаған йырым һин   Повесть (13)   Венер ИСХАҠОВ
Йырланмаған йырым һин Повесть (13) Венер ИСХАҠОВ

Йәүҙәт Юнир улы әле лә сәнғәт училищеһында эшләй. 70  йәшен тултырған уҡытыусы һаман да йәштәрсә дәрт менән илһамланып студенттарға йыр нескәлектәрен төшөндөрә. Аллаға шөкөр, уҡыусылары уңыштары менән шатландырып тора. Араларында республикала ғына түгел, сит илдәрҙә лә танылыу яулағандары бар, данлыҡлы театрҙарҙа, филармонияларҙа эшләйҙәр Уҡытыусыларын онотмай улар. Юл төшкәндә янына килеп, хәл белешеп, ҡыуаныстары менән уртаҡлашалар.

Юбилейы айҡанлы  баш ҡала халҡына матур тамаша бүләк итеү хыялы булһа ла, нисектер тәүәккәлләмәй йөрөй ине педагог.  Сөнки бының  өсөн ярайһы ғына сығым талап ителә. Әммә был кисә бер көндө үҙенән-үҙе хәл ителде лә ҡуйҙы. Элекке уҡыусылары уны тыуған көнө менән ҡотларға килделәр ҙә:

– Йәүҙәт Юнирович, әйҙә, көҙ көнө  һеҙҙең ижад кисәгеҙҙе үткәрәйек. Барлыҡ сығымдарҙы үҙебеҙ ҡапларбыҙ, – тинеләр.  Педагог был тәҡдимгә ҡыуанып бөтә алманы. 

Байрамға әҙерлек дәррәү башланды. Йәүҙәт Юнировичтың барлыҡ уҡыусыларына хәбәр ебәрелде. Хәсәнде лә табып, тантанаға килеү-килмәүен белештеләр. Әлбиттә, шатланып риза булды ул. Хатта әле һаман үҙен  онотмауҙарынан әйтеп аңлата алмаҫлыҡ ғорурлыҡ тойғоһо кисерҙе.

Өфөгә ҡуҙғалаһы көндө Хәсән тәү тапҡыр ҡалаға барғандай түҙемһеҙләнеп көттө. Тулҡынланды, сәйер бер эске тойғо уны алға әйҙәне, кәйефен күтәрҙе. Шуға ла был көндәрҙә ул үҙен ерҙә атлап түгел, осоп йөрөгәндәй хис итте. Күңеле тыныс:  штрафын түләп бөттө, бесән әҙерләнгән, мәшәҡәте аҙайҙы. Ике көн ҡалғас ҡына  ҡатынына был   хаҡта әйтте:     

– Мине Өфөгә Йәүҙәт Юнировичтың юбилей кисәһенә саҡыралар!

Фәриҙә йығылып китә яҙҙы, йөҙө үҙгәрҙе.

– Өфөгә? Бер үҙеңде? – Ҡабатлап һораны ҡатыны. Бығаса унан башҡа бер нәмәне лә хәл итмәгән иренең ҡапыл шулай тип әйтеүен ысынға алырға теләмәне ул.

– Ышанмаһаң, бына саҡырыу ҡағыҙы! – Хәсән педагогының фотоһы төшөрөлгән ҡағыҙҙы  ҡатынының күҙенә тигәндәй терәне.

– Ә ни эшләп бер үҙеңде генә? Ә мин ҡайҙа?

– Әллә һин дә йырларға уйлайһыңмы? – Хәсән мыҫҡыллы йылмайҙы.

– Барам тиһең дә ул. Ә кемдән рөхсәт һораның? Аҡсаны кем бирер тиң?

Ҡатынының һаман түбән күреп һөйләшеүе Хәсәндең зитына тейҙе. Күҙҙәрендә уҫал осҡондар хасил булды.

–       Һин ниңә минең менән һәр ваҡыт шулай һөйләшәһең? Мин һиңә бала-сағамы? Әҙерәк кенә кешене хөрмәт итергә, һөйләшергә өйрән. – Хәсән бер аҙ туҡталып торҙо. – Етәр, бығаса һинеңсә йәшәнем, бынан һуң улай булмаясаҡ. Бөгөнгө тормошомдоң ошолай килеп сығыуына ла һин генә ғәйепле. Бергә уҡыған иптәштәрем әллә ҡайҙарҙа эшләп йөрөй. Ә мин тот та ауылға ҡайт! Иҫәр! Аҡса, тиһең? Аҡса бар минең. Әллә мине бөтөнләй аҡса тапмаған йүнһеҙ тип уйлайһыңмы? Ошо өй ниндәй аҡсаға һалынған тиһең? Эшләмәһәң, берәү ҙә килтереп тоттормай.

Бығаса иренән бындай ҡәтғи һүҙ ишетеп ғәҙәтләнмәгән Фәриҙә бер килке асҡан ауыҙын да яба алмай торҙо. Унан телгә килде:

–       Өй һалдым, тиһең инде. Һин өй һалғанда, мин ҡайҙа булдым икән, ә?! Ҡара, бөтәһенә лә мин ғәйепле, мин насар.  – Бер аҙҙан ул һулҡылдап илай башланы. – Уф, күрәһеләрем бар икән. Китәм, тиһең, бар, аръяғына кит. Шул әртистәрең менән тағы типтерергә бараһың инде. Беләм  инде мин һеҙҙе, бар белгәнегеҙ ихахай ҙа михахай...

–       Фәриҙә, ул ниндәй холоҡ ул? Ни  эшләп  артистар хаҡында гел насар уйлайһың?

– Мин генә түгел, ана, бөтә халыҡ һөйләй.

Хәсән башҡаса ҡатынын тыңлап торманы,  ҡулын  ғына һелтәне лә, урамға сығып китте.

 

ххх

 

Хәсән,  “Сәнғәт училищеһы” туҡталышында автобустан төшкәс, бер килке баҙап ҡалғандай булды. Бығаса  ҡатыны, улы менән бер нисә тапҡыр килһә лә, эштәрен йәһәт кенә бөтөрөп, кире ҡайтыу яғын ҡарарҙар ине. Иркенләп, танһығы ҡанғансы йөрөй алманы. Теге ваҡыт килгәнендә театрҙа “Ҡоҙаса” спектакле бара ине.

– Әйҙә, ҡарап ҡайтайыҡ, бик ҡыҙыҡ спектакль, – тип күпме ныҡышты, юҡ инде, Фәриҙә риза булманы.

– Хәҙер, шунсама аҡса тират итеп, – тип мөңкөлдәне. – Мин ул аҡсаға яҡшы колбаса алып ашайым.  

 Ярата ул Өфөнө. Бәләкәй сағында, үҫкәс, мәңге ошо ҡалала йәшәр кеүек тойолдо. Ҡаланан матур кейенеп ҡунаҡҡа ҡайтҡан тиҫтерҙәрен күреп, көнләшеп тә ҡуя ине. Ә бөгөн ул үҙен ирекле ҡош һымаҡ хис итте. Уның күңелен ниндәйҙер әйтеп аңлатҡыһыҙ тулҡынланыу солғап алды.

Хәсән  ҡаланың шул тиклем ныҡ үҙгәреүенә хайран ҡалып торҙо. Улар уҡыған мәлдә был урында ағас өйҙәр генә  булһа, хәҙер бейек-бейек йорттар йәмләй.

Ҡала мыжғып тора. Сентябрь айы бит. Ағастар төрлө төҫкә инә башлаған. Шау-гөр килгән йәштәр  араһында Хәсән дә  кире студент сағына  ҡайтҡандай булды. Бына ул үҙе белем алған училищеға  инде. Бүлмәләрҙән бөркөлгән музыка тауыштары, йыр-моң уның йәнең иләҫләндерҙе лә ҡуйҙы. Ниндәй танһыҡ! Бөтөнләй икенсе донъя! Унан Хәсән Зәки Вәлиди урамы буйлап тура Салауат Юлаев һәйкәле янына атланы. Кинәнеп, рәхәтләнеп атланы. Берәүҙең дә һиндә эше юҡ. Ә ауылда урам буйына сығыр әмәл юҡ, теләнселеп ҡаҡ быуынға төшәләр. “Баш ауырта, йөҙ грамың юҡмы?” “Ҡана бер фанфуриклыҡ ҡына аҡса бирә әле?..” Бигерәк тә күрше Юлаҡ  ауылында ундай һунарсыларҙың күп булыуына Хәсән  үҙенән-үҙе йылмайып ҡуйҙы. Хатта ундай теләнселәргә аҡса бирмәү үҙеңә уңайһыҙ һымаҡ була башлай. Сәбәптәрен дә табып торалар бит. “Әсәйем үлеп бара”, “Икмәклек тә аҡса юҡ”.

…Салауат Юлаев һәйкәле янында Хәсән Ағиҙелгә,  туғайлыҡтарға әҫәрләнеп ҡарап торҙо. Эй, ошо майҙанда кинәнеп бейей торғайнылар. Бер яҡтан ауыл хужалығы институты студенттары гармун һыҙҙырып, ҡурай тартып килһә, икенсе яҡтан – университеттыҡылар. Бер аҙҙан сәнғәттәр  гөрләшеп килә. Уларҙы күреү менән, “сәнғәттәр килә, сәнғәттәр”, тип айырыуса гөжләшерҙәр  ине.  Китә бейеү, китә йырлауҙар.

Булған бит бәхетле минуттар.

 

ххх

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас