Таң һарыһы менән йортома йүнәлдем. Тынлыҡ. Әле ауыл уянмаған. Барыһы ла тәмле төштәр күреп йоҡлайҙар.Беҙҙең урамда ла тынлыҡ. Көн шундай тыныс. Ел иҫкән тауыш та юҡ. Бына минең йортом. Күңелемә яҡын урамыма килеп ингәс, йәнем үрһәләнеп, үрһәләнеп алды. Әллә минең килгәнде һиҙепме, бәйле торған этем ниндәйҙер тауыш бирҙе. Юҡ, ярһыманы, өрмәне, шыңшығандай булды. Бик оҙаҡ минең йәнем осҡан яҡҡа ҡарап торҙо. Ә минең йәнем һарай яғына йүнәлде, һағындым малҡайҙарымды. Ана бит, кәйшәп ятҡан малҡайҙарым, ниҙер һиҙенгәндәй, көйшәүҙәренән туҡтаны. Ҡаҙҙарым да ҡаңҡылдашып, бер мөйөшкә һырылдылар. Ә инде әтәс, ҡанаттарын ҡағып, ҡойма башына менеп, “кикирекүк” тип ҡысҡырып, бар донъяға оран һалды.Уларҙы күреп, күҙҙәремә йәштәр тығылды. Ул арала шытырҙап аласыҡ ишеге асылып китте лә, биҙрә тотҡан Жанна әбей күрнде.
- Женя, йоҡлап ятма инде, малды көтөүгә ҡыуыр кәрәк!
- Һау әле һыйырыңды!
- Нисек һинһеҙ һауайым, тибенә бит ул!
- Айратын да әйтер инем, малын бар тип тә белмәй.
- Унда мал ҡайғыһымы? Нисәнсе көн башы эскенән сыҡмай. Тиҙерәк сыҡ!
Ул арала уф та уф килеп, Женя бабай ҙа күренде. Икәүләшеп ах та ух килеп, ярты биҙрәне саҡ һауып алып, ҡалғанына быҙауҙы ҡуштылар. Унан инде Женя бабай быҙауҙы айырып, малдарҙы көтөүгә алып китте. Жанна әбей ҡош-ҡортҡа ем бирҙе лә, аласыҡҡа инеп китте. Алайҙа мал ҡарашырға Жанна әбей менән Женя бабай килгән тип, шатланып ҡуйҙым. Ах та уф килһәләр ҙә, уларға үпкәм юҡ, ҡала кешеләре бит улар, нисек булдыра алалар, шулай эшләйҙәр инде. Ҡәйнәмдең бер туған апаһы менән еҙнәһе улар. Йәйҙәрен гел ауылда үткәрәләр, ҡала мөхите ялҡтырып та китәлер инде ҡыш буйы. Исемдәре урыҫса тип аптырамағыҙ, керәшендәр улар. Улар килһә, мин гел шатлана инем. Әбейем баҡса ҡарашһа, бабайым ҡаҙ бәпкәләрен көтөр ине. Балаларым үҫкәндә лә уларҙың ярҙамы гел тейҙе. Әбейем йомшаҡ күңелле, һөйләшеп һүҙе бәтмәй, аш-һыуға ла бик оҫта. Бабайыбыҙ утын әҙерләшә ҡышҡа, ҡойма-тирәне нығыта, урамды ла һепереп ҡуя. Бер насар яғы бар инде, әсегән балһыҙ бик ҡыбырҙап бармай ҡайһы берҙә. Йығылғансы эсеп тә йөрөмәй, ну әҙерәк һалмыш инде. Жанна әбей уның холҡона күнеп бөткән инде, иң мөһиме, тауыш сығарып, ыҙғышып йөрөмәй, киреһенсә, йөҙө асылып, балҡып йөрөй. Ә Айрат, киреһе, саҡ ҡына ауыҙына эләкһә, ыҙғышты көт тә тор. Бабай эшкә шәп, тик ҡайным әйтмешләй, бесәнгә барымы юҡ. Ауыл кешеһенең ни бесән ваҡыты- иң ҡыҙыу эш ваҡыты. Ҡала кешеһе булғас, салғы тота белмәне, йыйыуға йыйыша ине бесәнде.Бер ваҡыт күмәкләп бесәнгә киттек, барыһы ла бесән саба. Бабайға һеперткегә селек йыйырға ҡуштылар. Инде төш етте, аш ашарға ултырғас, бер ҡосаҡ селек йыйҙым тип, бабай ҙа күренде. Барыһы ла шарҡылдап көлөргә тотонғас, бабай аптырап:
- Нимәһе көлкө, бына бер генә гөлйемеш ботағы бар, - тине.
- Бабай, һин бит селек урынына гөлйемеш ағасын йыйғанһың, - тигән инек, аптырап китте.
Ҡала кешеһе, ҡала кешеһе инде.
Мин булмағас, баҡсам да етемһерәп ултыра. Түтәлде ҡый баҫып киткән, уғата ҡарағаттарым бешкән. Өй мәшәҡәттәре менән оло кешеләрҙең ҡулы теймәйҙер инде.
Бына бар урамға тәмле еҫ таралды, әбейем ҡоймаҡ менән һыйламаҡсы бабайын. Ул арала Женя бабай ҙа малдарҙы көтөүгә ҡыуып , ҡапҡанан урамға үтте, тиҙ генә бит ҡулдарын сайҡаны ла, әбейе янына ашыҡты. Сараһыҙҙан мин дә уның артынан ейәрҙем.
- Эй, үҙемдең әбекәйем, ҡоймаҡтары бигерәк тәмле!
- Һинең өсөн тырышам, бабаҡайым, ана ашап ал да, баҡсалағы ҡарағатты йыйыр кәрәк.
- Баҡса тигәндәй, кисә кис түтәлдәргә һыу ҡойоп йөрөһәм, Гөлсара килендәр яғынан Айрат килеп сыҡты.
- Йөрөй инде яңғыҙы ҡаңғырып, бахырҡай, үҙ-үҙенә урын тапмай.
- Туҡта әле, бүлдермә!
- Беләм инде нимә әйтереңде, тағы һуғып алғанмы?
- Белдең, белмәй ни… Артынса бер бисә килеп сыҡты.
- Юҡты һөйләмә инде…Эс, сәйеңде, һыуына бит!
- Сығыуы булды, елберҙәтеп Айратты ҡултыҡлап алды ла…
- Күҙеңә күренгәндер, кисә артығын тейәгән инең…
- Вот ышанмай. Улайһа, һөйләмәйем.
- Гөлсара килендәрҙә бисәләр обой йәбештерә ине шул. Айрат йөрөһә,йөрөмә бында тигәндәрҙер…
- Хи-хи-хи… шулай булмай ни…
- Нимә булды һуң?
- Айратты ҡосаҡлап алды ла, сат йәбеште ирененә. Сутылдатып тегене үбә бит, мине күреп ҡалмаһындар тип, ҡыуаҡ артына боҫтом.
- Бәй… Ниндәйерәк бисә ине?
- Метрға метр, Айраттай өс барҙыр…йыуанлығын әйтәм.
- Кит юҡты? Әсимәне ҡара ергә һалғанға ун көн дә үтмәне бит… Битһеҙ!
- Айрат сәбәләнеп ҡарай, теге уға дегәнәктәй йәбешкән дә ҡуйған.
- Шунан…
- Гөлсара килен килеп сыҡмаһа… эш тегеләй…
- Шунан?
- Теге бисә Гөлсара килендәргә инеп китте. Айрат ауа-түнә өйөнә юнәлде.
- Бына һиңә мә!Ояты ни тора! Килендең тәне һыуынып та өлгөрмәгән.
- Теге бисә өйгә килеп инмәһен тип, ишеккә йөҙаҡ элеп ҡуйҙым.
- Йоҙаҡ? Иҫәр! Бар ишекте тиҙерәк ас! Ай, аллам…тиҙерәк ҡуҙғал!
Эсер сәйен дә эсә алмай, бабай ауа-түнә тышҡа атылды.
Йәнем үҙенән –үҙе килендәшем йортона осто. Ишек шар асыҡ. Йортта кеше күренмәй. Ишек төбөндәге биҙрә, бумалалар, өҫтәлдәге обойҙарға ҡарағанда, ремонт барғаны күренә. Йоҡо бүлмәләрендә, залда обойҙар йәбештерелгән, әле ашхана, коридорҙы эшләйһе бар икән. Бер аҙҙан тауыштар ишетелде.
- Ҡыҙҙар, сәй эсеп алаһығыҙмы? Был Гөлсара килендең тауышы.
Бер аҙҙан үҙе, уның артынса бергә эшләгән иптәштәре Гөлбикә менән Миңзада килеп инделәр.
- Ниэшләп эсмәй ти? Башты төҙәтергә лә кәрәк, - тине лә Миңзада, өйрәк кеүек туңтанлап, төпкө бүлмәгә үтте.
- Эй, ошоның, белгәне ашау, сәй эсеп тормаһаҡ та була,- тип үрһәләнеп ҡуйҙы Гөлбикә.
- Сәйем әҙер ул минең , йомортҡаны ғына ҡурам да, - тип Гөлсара аласығы яғына ыңғайланы.
Төпкө бүлмәнән Миңзада, Гөлбикәгә асыуланған һымаҡ:
- Нимә, мине сәйнәйһегеҙме?, - тип килеп сыҡты.
- Һинең турала һүҙ юҡ әле, ултыр, - тине Гөлбикә.
- Күрә алмағанығыҙ мин булдым. Ана эштән мине ҡыҫҡартылар, ә һеҙгә бер ни юҡ.
- Уны заведующийгә әйт.
- Шулай, ауылда эш юҡ, ҡайҙа башты тығырға белмәйем былай ҙа. Һеҙҙең ярай йәшәргә йортоғоҙ бар, ә мин ҡыҙым менән әсәйҙәрҙә көн күрәм.
- Йә инде, тылҡыма шул бер балыҡ башын. Бер һин түгел, эшһеҙҙәр ауыл тулы. Булыр әле берәй яйы.
- Вот так! Бына тотам да Айратҡа кейәүгә сығам!
- Иҫәр! Ул бит ҡатынын үлтерҙе! Ауыҙыңдан ел алһын!
- Юнһеҙ кешенең шундай донъяһы буламы? Үҙең күрҙең бит!
- Әсимә бик тырыш, эшлекле ҡатын булды. Донъяһына сүп төшөрмәне.
- Юнле булһа, аҫылынып тормаҫ ине.
- Һин бит уны бөтөнләй белмәйһең. Мин уны бәләкәй сағынан беләм. Ерҙән бер ҡарыш, ни төҫө, ни буйы булмаған кешегә барып, бәхете булманы. Ундайҙарҙы мин урап үтәм.
- Әйтәгүр, ғүмер баҡый яңғыҙһың. Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә бисә!
- Әллә таңдан йотоп килдеңме? – Гөлбикә үҙенә етеп килгән Миңзаданан тайпылды ла таба тотоп килгән Гөлсара менән саҡ бәрелешмәне.
- Бәй, нимә булды?- тип аптырап китте Гөлсара.
- Бына, һинең буласаҡ килендәшең. Кисә иҫең китеп Айраттың донъяһын маҡтай инең, Әсимә менән һуңғы ваҡытта бөтөнләй ҡатышмай инең, һүҙҙәрегеҙ берекһен! Мин киттем! – тип ярһып Гөлбикә сығып китте.
- Китһен! Ана бара юлы!- тип Миңзада уның артынса ҡысҡырҙы.
- Эй, аллам! – тип Гөлсара Миңзадаға һынаулы ҡараны.
- Ана, сәйеңде ултырт! Ваҡыт китеп бара.
- Нимә бүлешмәнегеҙ инде?
- Айратты!
- Нимә?
- Үҙе өмөт итеп йөрөгәндер, миңә үпкәләне.
- Тапҡанһығыҙ бүлешер кеше! Алйот бит ул! Әсимәне ҡәбергә алып барып тыҡты . Ул үлгәндән алып айныған көнө юҡ. Урай ҙа ошонда инә, ғүмере аяҡ баҫмағанын. Шул яһил арҡаһында Әсимә менән дә ҡатнаша алманым. Үҙ атаһын бер машина өсөн судҡа биргән кеше кешеме ни? Ана хәҙер көн дә ҡала юлын тапай, әле эше прокурорҙа тей, башы серегере!
- Уны ғәйепләйҙәрме әллә?
- Мин ишеткәнемде генә әйтәм. Ғәйебе бар икән, язаһын алһын. Әсимәнең яҡлаусыһы булмағанға шашты, эт.
- Прокурор үҙ кешебеҙ. Ике туған кейәүем. Ҡой әле берҙе. Баш сатнап бара.
- Йә, етеш.
- Эй, әхирәткәйем, әллә яусы булаһыңмы? Икәүләп көнгөрҙәшеп күрше йәшәр инек.
- Миңзада, ни һөйләйһең? Әсимәнең ҡәбер тупраҡтары ла һыуынмаған. Айрат та ҡаңғырып йөрөй.
- Ана шул ҡаңғырып йөрөгәндә ауыҙлыҡлап ҡалырға кәрәк. Ә аҙаҡтан…аҡылына килһә, мине бөтөнләй абайламаҫ. Йәшерәктәр донъяһына ынтылыр.
- Һин шаяраһыңмы, әллә ысынлап әйтәһеңме?
- Шаярам, шаярам..,- тип Миңзада хахылдап көлә башланы.
- Эй, ошоны,- тип көлөп ебәрҙе Гөлсара.
- Шулай ҙа, бына һинең эштәреңде бөткәс, күршеңдең дә обойҙарын йәбештереп бирербеҙ.
- Әллә инде, ҡәйнәм нимә тиер?
- Причем бында ҡәйнәң? Айрат үҙе саҡырҙы. Аҡсаһын да түләйем тине.Ә миңә аҡса кәрәк.
- Белмәйем.
- Ярай, эште башлайыҡ. Тегенеһе лә китеп олаҡты.
Ыстағарифулла! Улай ҙа кешеләр була икән? Айрат иҫәр түгелдер инде тота килеп бисә алып ятырға? Миңзада ни бигерәк төптән йыуан, минән йәшерәк булһа ла, ана бит, эсе мөлкөлдәп тора, ултырғысҡа саҡ күтәрелде. Саҡ ҡына түңәрәкләнә башлаһам, апайыңдарға оҡшарға уйлайһыңмы, тип миңә екеренә башлар ине Айрат. Йәне һөймәне һимеҙҙәрҙе уның, үҙе ҡаҡса булғанғалыр инде. Аллаға шөкөр, миңә ит ҡунманы,уның янында йәйрәп йөрөмәнем. Кит булмағанды, әллә ниндәй уйҙар солғап алды, әле бит ҡырҡым да үтмәгән…
+ + +
Бала ҡайғыһы еңел түгел. Әсәйем дә күҙгә күренеп бирешеп китте, хәтере лә тарҡауланып киткәне һиҙелә. Ана бит , ауа-түнә бар бүлмәне бер итеп нимәнелер эҙләй.Тәүҙә сервантын бер ни тиклем аҡтарҙы, унан һуң кейем шкафында булышты, хәҙер килеп ҡаралтыларын аҡтара башланы.Үҙе бер туҡтауһыҙ:
- Ошонда ғына һалғандай булған инем, - тип һөйләнә.
Эҙләгән әйберен тапмағас, телевизор янында ятҡан коробканы алып, диванына барып ултырҙы. Коробка эсендә ятҡан таштарын өҫтәлгә ауҙарҙы ла, ноҡот бүлергә тотондо. Таштарын бер теҙә, бер йыя, үҙе ниҙер һөйләнә ауыҙ эсенән.
- Әрәм итте һөлөктәй баламды. Шул ғына етте башына. Тере кеше тереклеген итер, балалары ла үҫеп етер. Ана бит, белем алып, ҙур кеше лә булып китерҙәр. Тик балаҡайым ғына юҡ….
Әсәйем һығылып - һығылып ҡуйҙы, күҙҙәрен һөртөп алды ла, тағы таштарын йыя. Уны йәлләүҙән, уға ҡушылып мин илайым. Әгәр ошо мәлдә иҫән булһам:
- Әсәй, миңә лә ноҡот һал әле, - тип әйтер инем. Әсәкәйем таштарын йыйып:
- Эй, балам, бик бошонма, барыһы ла яҡшы булыр, - тип яуаплар ине.
Әсә кеше шулай инде, балаһына тик яҡшылыҡ теләй. Ишек асылып китте. Унан Зәминә апайым күренде, уның артынса Зәлифә апайым килеп инде.
- Һаумы , әсәй! Хәлеңде белергә килдек, -тине Зәминә апайым, әсәйемде ҡосаҡлап.
- Мин ни шул бер көйө инде. Хәҙер сәйемде яңыртайым.
- Ултыр, әсәй. Зәлифә, самауырҙы шыжлатып ебәр әле! Тағы ноҡот бүләһеңме?
- Бүләм әле, келәт асҡысын эҙләп бер булдым. Бына бит, ноҡотомда яныңда тип сыға ла ул, өй эсендә юҡ. Әллә урамда төшөрөп ҡалдырҙым инде.
- Келәт асҡысы тиһеңме? Ә муйыныңда ниндәй асҡыс тора һуң?-
- Муйынымда? Бәй…
- Әйҙә, әсәй, күстәнәстәр менән сәй эсеп алайыҡ,- тип Зәлифә апай сынаяҡтарҙы алып килде.
- Кейәүҙәр тыштамы?
- Минеке ни бесәндә инде, ә еҙнәм тышта, хәҙер инер,- тине Зәлифә апай.
Тиҙ арала өҫтәл дә йыйылды, самауыр ҙа ҡайнап сыҡты. Сәй артында һүҙҙәр бер ялғанып, бер өҙөлөп торҙо. Күберәк малдарға бесән әҙерләү, балаларҙы мәктәпкә йыйыу тураһында булды хәбәрҙәр. Әсәйем апайымдарҙың бер-береһенә ҡарашып- ҡарашып алғандарын һиҙепме:
- Бынау уттай эш ваҡытында әллә йомош менән килдегеҙме?- тип Зәлифә апайыма ҡараны.
- Йомош тип… Зәлифә апайым Зәминә апайыма ҡарап ҡуйҙы.
- Әсимәнең ҡапыл ғына үлеме баштан сыҡмай, ул хәбәр тамам шаңҡытты барыбыҙҙы. Ә хәҙер, әҙерәк тынысланғас,мин ышанмайым уның үҙе теләп башын элмәккә тығыуына ,- тине өҙөп кенә Зәминә апайым. Әсәйем ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.
- Әсәй, мин өсөнсө көн болнисҡа барған инем, вокзалда ҡайтырға билет алдым да автобус көтөп ултырғанда, ҡатындарҙың бер мөйөштә өймәләшеп ултырғанын күреп ҡалдым. Ҡыҙыҡһынып, әллә берәй әйбер һаталармы икән тип, улар эргәһенә килдем. Баҡтиһәң, күрәҙәсе менән әңгәмәләшәләр икән. Уныһы Азиянан килгән урта йәштәге ҡатын булып сыҡты. Мин дә, күп уйлап тормай, Әсимә хаҡында белешергә булдым.
- Эй, нимә генә тиһәләр ҙә, кире ҡайтарып булмай шул.
- Әсәй,аңлайбыҙ, һиңә ауыр икәнен. Шулай ҙа тыңлап бөт инде, ҡыйын булһа ла,- тип Зәминә апайым әсәйемдең баштарынан һыйпап алды.
- Һеңлегеҙ бит үҙе үлмәгән, уны үлтергәндәр тине. Үлтерергә лә теләп түгел, аңһыҙ үлем тине.
- Шулай икәнен һиҙемләйем дә ул, бер ни эшләп булмай.
- Иң алда уны һыуға батырырға булған. Баҡсалағы һыу багына. Унан һарайға мендерергә уйлаған, аҙаҡтан тауышҡа һиҫкәнеп, алма ағасына аҫып ҡуйған.Шулай.
- Зәлифә шунда уҡ вокзалдан миңә шылтыратты. Бына бөгөн килеп еттек тә, Зәлифәне алып, туп-тура Айратҡа барҙыҡ.
- Буш менән булаһығыҙ, балаҡайҙарым.Нимә тине һуң үҙе?
- Нимә тиһен, мин түгел тип тана. Унан башҡа кем булһын? – тине ярһып Зәминә апайым.
- Улай ғына ла түгел, әллә ниндәй сит кеше ул көндә Әсимәнән араҡы һорап йөрөгән, тигән булды , - тип өҫтәне Зәлифә апайым.
- Әсәй, мин прокурорға ғариза яҙҙым. Бәлки уны кире ҡаҙҙырырға тура килер.
- Кемде?
- - Әсимәне инде, - тип Зәминә апайым әсәйгә текәлде.
Ауыр тынлыҡ. Әсәйем күҙҙәрен күтәрҙе лә бик оҙаҡ түбә таҡтаһына төбәне, унан тәҙрәгә ҡараны, әйтерһең кемделер эҙләй, уның ни әйтерен көтә. Унан яй ғына урынынан торҙо ла телевизор тумбочкаһында ятҡан Корьән Кәрим китабын ҡулына алып, кире урынына ултырҙы.
- - Юҡ менән булмағыҙ балаҡайҙар, барыһы ла Хоҙай ҡулында. Бары ул ғына һәр кемгә тейешле язаһын бирә.
- - Ну, әсәй, ҡасан ул язаһын бирә? Күпме көтөргә? Әгәр бирмәһә?- Зәминә апайым ҡыҙып китте.
- - Сабыр булайыҡ.
- - х, ошо әсәйемде! Сабыр, сабыр тигән була торғас, ана Әсимә ята ер ҡуйынында. Ә теге эт йөрөй рәхәтләнеп! Һиңә ул турала әйтергә лә уйламаған инем, уның өсөн һинең ризалығың кәрәк. Аңлайһыңмы, әсәй!
Тағы тынлыҡ. Был юлы әсәйем ноҡотон ҡулына алып, таштарын бер теҙә, бер йыя. Апайымдар уны бүлдермәй генә, өнһөҙ ултыралар. Мин дә ,күңелем үрһәләнеп, әсәйҙең ноҡот һалған ҡулдарынан күҙҙәремде алмайым.Бер аҙҙан әсәйем ауыр көрһөнөп:
- - Бер ҡатын араға ингән. Эшегеҙ барып сыҡҡанға оҡшамай, - тине.
- - Ниндәй ҡатын?- тинеләр бер һүҙҙән апайымдар аптырап.
- - Күп булһа Клара апайылыр Сибайҙағы, директор бит,- тигән булды Зәминә апайым.
- - Түгел. Йәш ҡатын. Өйләндерергә иҫәбе кейәүҙе үҙенә.
- - Ҡуй әле, әсәй, юҡты һөйдәйһең. Әле ҡырҡы ла үтмәгән Әсимәнең, - тине аптыраған Зәлифә апайым.
- - ин түгел, ана таштар һөйләй.
- - Егерменсе быуатта әллә ниндәй ташҡа ышанып ултыр инде . Ярай, Әсимәне ҡаҙҙырырға ризалыҡ бир, әсәй.
Таштар йыйып ултырған ҡулдары ҡалтырап китте әсәйемдең, бер ташы тәгәрәп иҙәнгә төшөп китте. Уны алам тип, әсәйем иҙәнгә эйелгән ине, башы әйләнеп, саҡ йығылып китә яҙҙы. Апайымдар тиҙ генә уны диванға һалдылар, Зәминә апайым дарыу алды ла, югертеп һыу алып килде. Дарыуын уртлағас та оҙаҡ ҡына ятты әсәйем диванда күҙҙәрен йомоп. Уның янында тын ғына Зәлифә апайым ултырҙы. Зәминә апайым тыштан еҙнәйҙе саҡырҙы ла, әсәйҙе борсоп тормаҫ өсөн, ситке бүлмәлә генә уға сәй яһап бирҙе.
Бер аҙҙан әсәйем күҙҙәрен асты ла, ауыр тынлыҡты боҙоп:
- - Минең ризалығым юҡ. Ҡуҙғатмағыҙ ҡәбер тупраҡтарын баламдың. Яңыртмағыҙ минең ҡайғыларымды. Балаларын уйлайым, уларҙы кем ҡарар? Әсәләре юҡ, хәҙер атайһыҙ итәйекме?
Зәлифә апайым ауыр көрһөндө. Зәминә апайым да өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрҙе күрәһең. Башҡаса ул турала тауыш сығарманы.
Дауамы бар.
Фото: Бәйләнештә.