

+ + +
Бөгөн көн йонсоу. Быҫҡаҡлап ямғыр яуа. Яумай торһа ине лә был ямғыры, күпме кешенең сабылған бесәне әрәм генә була бит. Шулай инде, был тормош гел һинеңсә генә түгел шул. Көн насар булғас, урамда ла кешеләр һирәк-һаяҡ ҡына. Аһ-аһ, Әлфинә апайым беҙҙең йортҡа нимә тип инеп китте икән? Айрат менән уларҙың электән борсаҡтары бешмәй , сөнки апайым уға һәр ваҡыт тураһын бәреп әйтә ине.
Айрат дуҫы Рәмис менән тупһала ултыра. Нимә тураһындалыр ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшәләр. Апайымды күргәс, Айрат урынынан һикереп торҙо.
Ул арала улар тауышына өйҙән Миңзада килеп сыҡты. Айпан-толпан баҫып, биленә ҡулдарын ҡуйып, тупһа ситендә туҡталды ла хужаларса:
Мәхмүт бабай ул көндө тәҙрәнән ҡарап тора ине бит! Ах! Әйтергә кәрәк ине! Улай ҡалдырырға ярамай! Бар донъяға ҡысҡырыр инем, тауышым юҡ…Ҡарт кешенән бер нәмә лә өмөт итеп булмай шул. Ҡурҡам ти бит…Апайым прокурорға яҙҙым тине бит. Бар ышаныс унда. Һәр кем язаһын алырға тейеш. Кире боролдом өйөмә.
Рәмил китте. Айрат бер килке өндәшмәй ултырҙы. Был нимә булды ул? Юҡ, мин уны бөтөнләй көнләшмәйем. Уның менән бергә тормош ҡорорға теләүсе ҡатын ғына миңә йәл. Кешенең холҡо үҙгәрмәй бит инде. Тағы балаҡайҙарым йәл. Ярай, улым үҫте, етмәһә, тиҙҙән уҡыуына ҡалаға юлланасаҡ. Һанаулы ғына көндәр ҡалды. Ә бына Әлнисәм-күҙ нурым ни эшләр? Холҡһоҙ атаһы өҫтөнә ошондай яһил үгәй әсә эләкһә? Ул бит былай ҙа йомоҡ, йыуаш. Юҡ, юҡ… Йөрәгем ярыла инде уларҙы уйлап.
+ + +
Беҙ бәләкәй саҡта зыярат бик алыҫ һымаҡ ине ауылдан. Йылдан-йыл ауылыбыҙ ҙурая килеп, йәштәр өсөн леспромхоз йорттар төҙөгәс, зыярат бөтөнләй яҡынлашты ауылға, хатта инде хәҙер уның аръяғында ла йорттар күтәрелә башланы. Бер ваҡыт зыярат ауыл уртаһында ла ултырып ҡалыр әле. Ҙур ҡалаларҙа шулай бит, зыяраттар ҡала уртаһында урынлашҡан. Ярай әле матурлап, кәртәләп ҡуйһалар, күп осраҡта, бороңғо зыяраттар һаҡланмай, ер менән тигеҙләнгән осраҡтар ҙа бар бит. Кешеләр үҙҙәре лә белмәй, ҡәберҙәр өҫтөнән йөрөй. Ә бит унда кемдеңдер ғәзиз әсәһе, кемдеңдер һөйөклө атаһы мәңгелек йоҡоға талған. Ҡыҙғаныс хәл.
Бына бөгөн ағас башына ҡунған инем, кешеләрҙең балаларын эйәртеп, ауыл уртаһына ыңғайлағандарын күҙәтә башланым. Ҡайҙа баралар икән тип, улар артынан киттем. Бәй, бөгөн баҙар бит! Бындай оло баҙар беҙҙә һәр шәмбе көн үтә. Тирә яҡтағы ауыл кешеләре лә баҙарға йыйыла. Ни тиһәң дә, тормош булғас, кемдер был көндә ниҙер һата, кемдер һатып ала. Ер шары күсәре әйләнеп торған кеүек, кешеләрҙең дә йәшәйеше дауам итә. Йәшәйеш дауам иткәс, кешеләргә көн дә ризыҡ кәрәк, кейемдәр ҙә кәрәк. Йорт ҡураны ла нығытыр кәрәк, малдарҙы ла үрсетер кәрәк.
Баҙар ҡайнай бөгөн! Кем генә юҡ бында, олоһо ла, кесеһе лә. Бына бит Гөлсара килендәшем дә балаларын эйәртеп килгән, ҡыҙына мәктәп формаһы ҡарай икән, улына кроссовка кейҙереп ҡараны. Оҡшатманылар балалары, ары киттеләр. Инде икенсе һатыусы янына барып торған ине, ҡаршыһына Әлфинә апайым ҡыҙы менән килеп туҡтаны.
Күптән инде килендәшем менән апайымдың юлдары айырылып киттеләр. Ә баҙар гөрләй, бер һүҙҙән генә башланған хәбәр, өйөртөлөп, өйөртөлөп, ҡабарғандан- ҡабара барып, үҫә барып, хәҙер шаҡтай ҙур ғына йомғаҡҡа әүерелеп, баҙар буйлап бисәләрҙең ауыҙҙары аша, тәгәрләй-тәгәрләй, бер өйҙән икенсеһенә ҡаҡлығып. ауыл буйлап таралды. Шулай инде ул ауылда, бер осонда сөскөрһәләр, икенсе осонда ишетелә. Ишеткән хәбәрҙәр ҡолағымды ярып барһалар ҙа, тыныс ҡына тыңланым. Мин бит хәҙер юҡмын. Миңә барыбер! Миңә барыбер!
Миңә барыбер ҙә ул, ә бына балаларыма нисек? Уларға әле йәшәргә кәрәк. Күңелем шомланып китте, баҙарҙың шау-щыуы ла ялҡытты. Тыныслыҡ эҙләп, зыяратҡа килдем дә, ҡайын ағасы ботағына ҡундым. Яй ғына иҫкән елгә, ағас япраҡтары һелкенеп- һелкенеп ҡуя, әллә улар шаулашып йыр йырлайҙар түгелме?
Кешегә ғүмерҙәр бирелә,
Мең түгел, бары бер генә.
Ҡулымдан төшөрмәм мин һине,
Йәнкәйем, төшөрмәм, мәңгегә.
Мин һине ташламам, мәңгегә- мәңгегә,
Шул әсе яҙмыштар ҡулына.
Ташламам бер ҡасан, бер ҡайҙа, бер кемгә,
Эй, хоҙай, иҫәнлек бир һин беҙгә.
Был минең яратҡан йырым. Күңелемә үтеп инде уның һүҙҙәре лә, көйө лә. Туғандарым күп булғас, һуңғы ваҡыттта йыш ҡына туй мәжлестәрендә булырға тура килде. Ошо йырҙы һәр ваҡыт йәштәргә йырлай инем. Бәлки уның һүҙҙәре уларҙың күңелдәренә үтеп инеп, бер-береһенең ҡәҙерҙәрен белерҙәр тигән теләктән башҡара инем мин уны. Туйҙарҙа мин бейенем дә, йырланым да. Ирем холҡһоҙ тип тик ултырып булмай ҙа. Ул да унда йылмайып ултырған була ла бит. Ә бына туйҙар үткәс, башлана ла инде. Йә мине кемдәндер ҡыҙғана башлай, йә эсеүе етмәгән, ниндәй генә әшәке һүҙҙәр ишетмәйһең, өндәшмәй ҡараһам, йоҙроҡтары худҡа керешә…
Күңел тыныслығы таба алманым мин бөгөн. Шуға ла, кискә ҡаршы булһа ла, ҡыҙым янына ашыҡтым. Ҡыҙым олатаһы менән телевизор ҡарай, ҡәйнәм һауыт- һаба йыуа ине. Күп тә тормай, кемдер ишекте дөмбөрләтә башланы.
Бер аҙҙан Айрат менән килеп инделәр. Ә уныһы инер- инмәҫ:
Уның шулай ҡыланыуҙары, ата-әсәһен бөтөнләй һанға һуҡмауы бер бөгөн түгел. Баламды йәлләп, ҡайным менән ҡәйнәмде йәлләп, йөрәгем икегә ярылды. Шулай ҙа күҙҙәрен мөлдөрәтеп кенә өнһөҙ һыҡтаған балам артынан эйәрҙем. Эргәһенә килеп, баштарынан һыйпап, күҙ йәштәрен һөрттөм. Йә, хоҙай, ташлама мәрхәмәтеңдән балаларымды.
Дауамы бар.
Фото: Бәйләнештә.
+ + +