Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
6 Октябрь 2023, 06:35

Айгөл, тыуған көнөң менән!

Шағирә, яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Баймаҡ районы "Йәнгүҙәй" әҙәби ойошмаһы етәксеһе Айгөл Рамаҙан ҡыҙы Ишемғужина-Иҙелбаева тыуған көнөн билдәләй! Ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, илһамлы ижад теләйбеҙ! 

Айгөл, тыуған көнөң менән!Айгөл, тыуған көнөң менән!
Айгөл, тыуған көнөң менән!

Бөгөн танылған шағирә, яҙыусы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Баймаҡ районы "Йәнгүҙәй" әҙәби ойошмаһы етәксеһе Айгөл Рамаҙан ҡыҙы Ишемғужина-Иҙелбаева тыуған көнөн билдәләй! Талантлы ҡәләмдәшебеҙҙе ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм оҙон ғүмер, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ-сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, илһамлы ижад теләйбеҙ!

Айгөл Ишемғужина 1977 йылда Ҡолсора ауылында тыуған. БДУ-ны тамамлағас, Өфө ҡалаһында 136-сы башҡорт лицейында эшләй, 2000 йылда тыуған яғына "Һаҡмар" район гәзитенә эшкә ҡайта. Оҙаҡ йылдар хаттар бүлеге корреспонденты була. Һуңынан талантлы журналист хеҙмәт юлын Баймаҡ телевидениеһында дауам итә. 2020 йылдан Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында эшләй. 2002 йылдан алып Баймаҡ ижадсыларын берләштергән Рәйес Түләк исемендәге “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһен, 2020 йылдан “Игебай мәктәбе” балалар ижади клубын етәкләй. Уңған, талантлы шағирә - шиғри йыйынтыҡтар авторы. “Милләт-ара татыулыҡ - Башҡортостан үҫешенә юл” тип аталған республика журналистар конкурсы дипломанты (2008), “Илһам шишмәләре” регион-ара шиғриәт фестивале дипломанты (1999-2001), Башҡортостандың Журналистар союзы съезы делегаты (2001,2010), Ю.Мәҡсүтов исемендәге мәртәбәле журналистар премияһы лауреаты. Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаеваның күптән түгел проза әҫәрҙәренән, публицистик яҙмаларынан торған “Ҡарағай менән аҡ бейеү” исемле өр-яңы китабы, шулай уҡ уның хеҙмәте менән “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларының ижады тупланған «Ирәндек гәүһәрҙәре-2» йыйынтығы донъя күрҙе.

БУРЫС

Ҡасандыр мин булмағанмын,
Булмаған атай-әсәй.
Әммә минең туған халҡым
Мәңге йәшәгән, йәшәй.

Ата-бабам яуламаһа
Беҙҙең хозур тормошто,
Йәшәр инем теҙҙән түбән
Эйеп был ғәзиз башты.

Ниндәй бәхет:
Мин халҡымдың
Ышаныс-киләсәге,
Уның менән уртаҡ йырым,
Уртаҡ бар күрәсәгем!

Мине тыуҙырғаның өсөн
Мең рәхмәт һиңә, Халҡым!
Был бурысты түләмәйсә
Китергә һис юҡ хаҡым.

Килер быуын ғүмер һорап
Тулай минең ҡанымда.
Яҡты көндәр бүләк итеү–
Бурыс халҡым алдында.

МИН БИТ САЯ БАШҠОРТ ҠЫҘЫ!

Ил күргәне -
Ул яҙмышым.
Телгә тоғро
Йән-булмышым.
Тыуған ерҙә
Бар юл башым,
Халҡым йыры,
Моң - юлдашым.

Милләтемдең
Тере ҡуҙы -
Мин бит сая
Башҡорт ҡыҙы!

Ир-егеттә
Көс-батырлыҡ,
Ил тойғоһон
Уятырлыҡ,
Һөйөү тәмен
Татытырлыҡ,
Ярһыу атты
Туҡтатырлыҡ

Тылсымым бар,
Беләм быны -
Мин бит сая
Башҡорт ҡыҙы!!!
БӘХЕТ СЕРЕ

Ағас ниндәй бәхетле:
Ерҙә лә ул, күктә лә.
Ана шундай бәхетте
Теләйем мин күптәргә!
Кемдер Ер ҡәҙерен белмәй,
Мәхрүм Йыһан иңләүҙән,
Көнсөллөк илендә йәшәй,
Эсе яна еңмәүҙән...
Ағастарға күҙ һалығыҙ:
Мәғрурлыҡ килә ҡайҙан?
Туҡтауһыҙ һауа таҙарта
Ярҙам көтмәй ер, айҙан.
Ел-ямғыр менән көрәшә,
Балта ла бик йыш янай.
Йәнен алһалар ҙа, тәне
Йылыта беҙҙе ҡалай!
"Изгелек ҡыл да һыуға һал"...
Ул тоғро был әйтемгә.
... Бәхетте ҡойоу бәхете
Яҙһа ине һәр кемгә!

***
Һинең күҙҙәр булып баға
Баҡсамдағы сейәләр.
"Рәнйеттең, үпкәләттең", - тип
Йәнкәйемә тейәләр.

Хаслыҡ булманы уйымда:
Күңел асылған кистә
Түгелделәр тиҫтә йылдар
Элек ҡайнаған хистәр.

Тәмлеһенә еталманым
Ҡаҡлыҡтылар үпкәгә -
Ҡыҙыл күлдәкле һылыуға
Ташланған ҙур күркәгә.

Асмаҫ инем йөрәктәге
Иң ҡәҙерле серемде,
Белгән булһам хан заманғы
Хәлгә үпкәләреңде...

... Сейәләрҙе йыйып алдым,
Бер кем һин булып баҡмай.
Выжданым ғына ғазаплай,
Йөрәгем урын тапмай...

КҮҢЕЛ ИМСЕҺЕ

Көйһөҙ-моңһоҙ йәшәү мөмкин түгел,
Хоҙайым, тик йырҙан айырма!
Йырлап үтһәң, оҙон юл ҡыҫҡара,
Йырҙар мине илтә ауылға.

Гелән йырлап йәшәп булмай икән -
Яуып ҡуя ҡайсаҡ боҙлауыҡ.
Йырлап үҫеп килгән башаҡтан да
Тамыр ғына ҡала һыҙланып.

Аҡ ләйсәндең бер имләүе етә –
Йәш тамырҙан ҡалҡа үҫенте.
Йыр ҙа шулай: күңел имгәнгәндә
Тыңлау етә “Урал”, “Иҙел”де...

СЕРҘӘШТӘРЕМ

Бәғерһеҙлектәрҙән,
Хыянаттан
Йөрәккәйем шартлар сиктәрҙә
Әл дә һеҙ бар,
Серҙәштәрем,
Әрнеүемде һеҙгә бикләргә...

Бәргеләнеүҙәрҙән
Юғалтыуҙан
Бик күптәнән яҡын исемде
Тағын һеҙгә ҡайтам урап -
Хаталарҙы ҡайҙа киселде?..

Әл дә һеҙ бар, тимен,
Шиғырҙарым,
Һағыштарым күмеп киткәндә
Терәкһегеҙ,
Әхирәт тә,
Шаһитһығыҙ минең үткәнгә...

Фото: Бәйләнештә

Автор:
Читайте нас