

Разия ишектән инеп килешләй үк һөрәнләне:
– Таптым, таптым! Әй, Сәфәр, һин ҡайҙа? Таптым даһа!
– Ысынлапмы? – Ауыҙына ҡапҡанды йоторға өлгөрмәгән ир аш бүлмәһенән сығып, ҡатыны ҡаршыһына килеп баҫты. – Күпме тора? Нимәнән, ағастанмы, таштанмы? Урынын да оҡшаттыңмы?
Көләс Разия, өҫ-башын һала-һала, шаҡтай ҡысҡырып теҙеп китте:
– Йорт шыңғырлап торған ҡарағайҙан буралған, мунса ла ағастан, һап-һары. Ихатала – беседка. Баҙ ҙа бар, ҡоҙоғо ла. Үҙебеҙҙең баҡсала ҡул насосы эшләп ҡуйған инең бит. Нәҡ шуның кеүек ҡоҙоҡ...
– Ә баҡса?
– Баҡсаһы ла бар. Ун сутый, тинеләр. Инде, Сәфәркәйем, ҡулдан ыскындырмайыҡ, ике миллион һорап торалар, алырға кәрәк тиҙерәк йортто!
Юҡҡа ашҡынмай ҡатыны, оҙаҡ эҙләнеләр Рысаевтар күңелдәренә ятҡан йортто. Йәмәлкә яғы, Разияның тыуған ауылы Сүәр тирәһе ҡалманы, Ҡараһыу аша һуҙылған яңы күперҙән сығып, ҡолаҡҡа ла салынмаған Шилино, Мылино тарафтарына ла һуғылып ҡаранылар, тик теләгәндәрен таба алманылар. Дөрөҫ, һатыуҙа клуб ҡәҙәрле коттедждар, ике ҡатлы, өс ҡатлы особняктар бихисап, эстәрендә лә ожмах рәхәтлектәре – һыуы, газы, хатта бассейндары бар, тик хаҡтарына яҡын барырлыҡ түгел шул. Хыялды ғәмәлдән, кешене кешенән айыра торған нәмә аҡса бит хәҙер. Ә бит йәшәү урынын алмаштырыу теләге тыуғас, аҡса маҙаһы шулай теңкәләренә тейер, тип һис уйламағайны Рысаевтар. Өс тиҫтә йыл университет тигән мәртәбәле уҡыу йортонда эшләп, кем әйтмешләй, хаҡлы ялға киткән доцент Сәфәр Раяновичтың мөлкәте хәтһеҙ генә ине. Һарытауҙа заманса проект менән һалынған йортта ике бүлмәле фатиры бар. Баҡсаһы ла – ҡаралтылары менән булһынмы, үҫтергән еләк-емештәре менән булһынмы – кеше күҙе ҡыҙығырлыҡ. Күсемһеҙ милектең тағын бер кәттә төрө булған машина тигәнең дә, байтаҡтан алынған булһа ла, әле, шөкөр, зиннәтен, буяуын юймаған, иномарка... Шуларҙың һәммәһен һатһаң йә иһә яйы сығып алмаштырһаң, ҡала тирәһендәге берәй затлы биләмә тәтемәҫ микән ни?
Шәхси йорт хаҡындағы хәләл өмөттө ҡыҙҙары Лиана көтмәгәнлә пыран-зыран килтереп ташланы. Яҡшынан яман тыуған, тигәндәй, башта бер наркоманға сығып айырылған, унан елғыуар хохол менән тора башлаған Лиана, тырт-мырт, орҙом-бәрҙем һөйләшергә күнеккән ҡыҙ, әзмәүер ирен эйәртеп ахылдай-ухылдай килеп инде лә ҡысҡырына башланы. Сисенмәйенсә, тупһанан уҡ:
– Айнурға әйткәнегеҙ дөрөҫмө: квартираны һатаһығыҙмы? Ә минең менән һөйләштегеҙме һуң! Минең бында пропискала торғанды оноттоғоҙмо ни? Миңә лә өлөш тейеш!
Разия өндәшмәне, ғөмүмән, ул бындай саҡта ышыҡҡа боҫа, үгәй әсә бит. Ә Сәфәр аптыраулы ҡарашын шаҡтай ара ҡыҙына ҡаҙап торҙо ла сәнскеле итеп әйтеп һалды:
– Һуң, ҡулыңдан килһә, ҡыҙым, ана, фатирҙың берәй мөйөшөн умырып ал да үҙеңә алып кит!
– Китербеҙ ҙә шул. Бирмәһәгеҙ, судлашып алырбыҙ. Айнур ҙа минең яҡлы.
Һәм зәһәр ҡыҙ, ультиматум ҡуйып, өйҙән юғалды. Бына мәрәкә!
Улдары Айнур өйләнгәс, ҡоҙалары менән бергә форсатын табып башҡа сығарғандар ине. Ә бына ҡыҙ хаҡында йүнләп уйламағандар икән. Ә бит мамыҡ эсендәге бәпкә һымаҡ өф-өф итеп үҫтерҙеләр үҙен. Университет дипломы һәм төшөмлө эш урыны – Сәфәр Раянович танышлығы менән яуланған ҡаҙаныштары. Ике мәртәбә бирнә биреп кейәүгә оҙаттылар. Һуңғыһы – Һарытау биҫтәһендә үҙ донъяһын ҡороп, хәлле генә тормош алып барған кешенең балаһы. Ғаиләлә берҙән-бер улан, мираҫ бүлешер кешеһе юҡ. Бәс, шулай булғас, Лианаға фатир ҡайғыһы бысағымамы? Ә ул, туйымһыҙ, пенсионер ата мөлкәтенә ҡаныға. Вәт замана! Мәгәр Сәфәр белә: Зөләйлә апаһы тормошҡа сыҡҡанда, ике мендәр, бер юрған биреп, ҡулына фанер чемодан тотторғандар ине лә, ҡыҙ биргәндәге йоланы үтәгәндәр ине. Бик дөрөҫ: ҡыҙ ҙа, кейәү ҙә тап-таҙа, һау-сәләмәт, йүгереп йөрөп эшләһендәр ҙә үҙ малын йыйһындар. Ә был ҡала ҡыҙы закон белә, имеш. Ғилемле булыу менәнме ни, әхлағың сәпсек тубығынан ғына булғас, тьфү! Хурланған ата суд юлына төшөп исемен бысратып торманы, фатир хаҡының нәҡ өстән бер өлөшөн Лиана ҡулына тотторҙо:
– Мә, ал! Тик әдрис юллап беҙҙең янға килеп йөрөмәҫһең, ҡыҙ, аңланыңмы?
– Һин, атаҡай, үҙең беҙҙең янға ҡайтып йығылма әле. Шекспир яҙған, Король Лир һымаҡ... – тип был юлы нишләптер шым ғына киҫәтте Лиана.
Ҡулда ҡалған аҡса өй тәңгәлендә һайланып торорға ирек ҡуйманы.
Һарытауҙан алтмыш саҡрым аралағы Ҡуштау ауылы осондағы йортто Хоҙай мәрхәмәте итеп ҡабул итте Рысаевтар.
Инде алдым-бирҙемгә бәйле хисапһыҙ ҡағыҙҙар тултырыу, документтар алмашыу маҙаһынан ҡотолоп, күсенергә генә ҡалды. Вәғәҙәләшкән көн дә килеп етте. Тоҡтар тултырылған, төйөнсөктәр бәйләнгән, тик нишләптер Ҡуштау тарафынан һаман өндәшмәйҙәр. Ә бындағы яңы хужа, баҙар тотҡан йәһүд, телефондан теңкәгә тейә, фатирҙы бушатығыҙ, юҡһа милиция менән ҡыуам, затһыҙҙар, ти.
Сәфәр шөрләп ҡалды. Фатирҙар тирәһендә ил-көндә осрай торған берәй шухыр-мухырға тарынылармы әллә? Жулик-маҙар өйөрө кәкре ҡайынға терәнеме үҙҙәрен? Яуаплылыҡ Разия өҫтөндә ине, хәлде асыҡларға тип, таң менән Ҡуштауға китеп барҙы ул һәм кис төшкәс кенә ҡараңғы сырай менән ҡайтып инде.
– Рәғиҙә, хужабикә, мобильнигын юйған. Телефонын ғына түгел, башын да юғалтҡан, вәт тамаша!
Сәй эсеп, эсенә йылы кергәс, тынысланды, хәлде аңлатты. Вәлиулла тигән тол ир менән никахлашып, йыл самаһы йәшәгән булған икән хужабикә. Бик ҙур бурысҡа сумғас, банк бының улының Һарытауҙағы коттеджына теш ҡайрай башлаған. Нишләһендәр? Улы үтенгәс, йортон һатып бурыс түләгән дә үҙе Вәлиулла йортона күсергә өмөтләнгән Рәғиҙә. Тик: тороп тор! Йортҡа парлап аяҡ баҫыуҙарына, ишектән ирҙең улы, килене ырғылып сыҡҡандар. Рәғиҙәгә: «Башың ике булһа, өйгә ин», – тигән улы. «Эҙең булмаһын беҙҙә, һөйрәлсек, кәнтәй», – тип баҡырған килене. Ә Вәлиулла, ата кеше, мәхлүк булып ситтә баҫып торған икән. «Минең алда ла илап, хурлығын түгеп бөтөрә алманы бисара ҡатын. Бына ышан һин ирҙәр ғишҡына, Сәфәр», – тип хәлде үҙенсә фаразланы Разия.
– Уларҙа минең эшем юҡ! – тип ярһып тауышын күтәрҙе Сәфәр. – Өй менән нишләйбеҙ хәҙер? Беҙҙең бит үҙ хәлебеҙ хәл.
– Нишләйбеҙ? Күсенәбеҙ! – тине Разия, ҡәтғи итеп. – Йорт һатылған – беҙ хужа.
Иртәгәһен, буран сығып, ел ажғырып торған көндә, «КамАЗ» фургонына тейәнеп Ҡуштауға юл тотто Рысаевтар. Хуш, Һарытау! Ауылдан сығып китеп ҡаланы яулауға Сәфәр әллә күпме ғүмерен һалды, яңынан салаға* боролоу әллә ни мәртәбә түгел инде. Әйтәһе юҡ! Берҙән-бер рәхәте – йән тыныслығы булыр. Сәфәр Раяновичтың, моғайын, һуңғы тейәнеүҙәре, ахырғы сәфәрелер был... Исем-шәрифтәре мәғәнәле уның, бәндә хаятта сәфәр тота, сәфәрсе инде ул.
Һатып алынған йортҡа битараф ҡына күҙ һалып, машинаны бушатышты, йөк ташыусыларҙы оҙатты Сәфәр. Яманатлы хужабикәне күрҙеме-күрмәнеме, ҡапылда хәбәре берекмәне. Тик йомшаҡ, шыма тауыш эйәһе: «Әйҙәгеҙ, яңы хужалар, сәйләп алығыҙ, юғиһә, аяҡтан яҙырһығыҙ», – тип үҙенә өндәшкәс кенә, уға иғтибар итте. Аш бүмәһендәге бер иркен мөйөштә табын ҡорған икән. Бер плитәгә, бер өҫтәлгә боролған Рәғиҙә ир ҡаршыһында асыла барҙы... Нисектер һиҙҙермәй генә, һынамсыл ҡарай торған ҡуңырт күҙҙәр. Бер йыйырсыҡһыҙ аҡ маңлай. Битенә тәлгәш-тәлгәш төшөп торған ҡара бөҙрәләр... Мә ғәнә һәм ихтыяр көсөн раҫлап торған сырай... Буйсан, зифа кәүҙә... Сәхнәләрҙә генә күренә торған зат! Нишләп ауыл тарафында аҙашып ҡалып, төрлө әтрәгәләмдәр тарафынан ҡағыла-һуғыла һуң әле? Ҡайнар сәйен һүҙһеҙ генә уртлап, Сәфәр шул һорауҙарҙан арына алманы. Разия уның был халәтен кисәге, бөгөнгө хәл-ваҡиғаларҙан кәйефе төшөүе тип юраны, буғай, – шулай уҡ өндәшмәй генә тамағын ялғаны.
– Һеҙ һис тә борсола күрмәгеҙ, Разия, Сәфәр әфәнде. Мин иртәгә үк улыма китермен, өйҙө бушатырмын, – тине Рәғиҙә, нисектер уңайһыҙланып.
Икенсе көндө иртән, ир йоҡоһонан уянғанда, ысынлап та, элекке хужабикә Һарытауға улы янына китеп барған булып сыҡты. Разияға ул: «Мебель-фәлән әлегә һеҙҙә торһон инде, яйы сыҡҡас та килеп алырбыҙ», – тигән.
Сәфәргә еңел булып китте. Ысын хужа тойғоһо менән ул өйҙө ҡараштыра, әйберҙәрҙе урынлаштыра башланы.
2
Аҙна самаһы ваҡыт үтте. Өмөттәрендә алданмаған Рысаевтар: ауыл өйө ысынлап та хозур йән ҡыуышы шул. Ҡарағай бүрәнәләрҙән хуш еҫ, йылылыҡ бөркөлә. Тәҙрәләрҙән аҡ ҡар, ҡояш, ай яҡтыһы ағыла. Иң мөһиме – тыныс, шылт иткән тауыш әҫәре юҡ бында. Юғиһә, ҡала фатирында нисә йыл йәндәрен устарында тотоп йәшәнеләр бит. Өҫтәге ишле Кокоревтар буш мискә тәгәрәткәндәй туҡтауһыҙ дөбөрләнеләр, күңел болғатҡыс джаз, рок, шансондарын аҡырттылар. Күрше Ғәлләмдең бетон стенаға тишек быраулап, ҡаҙаҡ ҡаҡмайынса көнө уҙманы. Ишек ҡаршыһындағы сантехник Володя иһә өйөнә үрмәләп ҡайтып инә лә боғаҙ ярып ҡатыны менән ҡысҡырыша башлай ине. Хет башыңа мендәреңде ҡапла, хет ҡолаҡтарыңа бөкө тыҡ, барыбер тыныслыҡ табып булмай ул таш тартмала.
Йоҡонан яҡшы кәйеф менән уянып, яңы хужалар мебелдәрен, йыһаздарын урынлаштырҙылар. Интерьер һәйбәт кенә килеп сыҡты. Келәмдәргә баҫып әле бер бүлмәгә, әле икенсеһенә йөрөйһө генә килеп тора. Зал да затлы ғына күренә. Тик Рәғиҙәнең өҫтәл, шкаф, трюмо, пианино кеүек дәү әйберҙәре генә күсенеүселәргә үҙҙәренсә яйлашырға ирек бирмәй әлегә. «Ҡасан быларҙы алып килтерҙәр һуң?» – тип әллә нисә ҡат һуҡранды инде Сәфәр.
Һәй, оҙон ғүмерле булыр Рәғиҙә!
– Инергә буламы? – Ишектә юл сумкаһы тотҡан, өҫ-башын бәҫ ҡаплаған ҡатын күренде. – Әрһеҙләнеп, был ҡарсыҡ тағын килде был йортҡа, тиерһегеҙме инде, хужалар?
– Һин нимә, Рәғиҙә, үҙ йортоң бит, ин, рәхим ит!
Разия, ашығып барып, юлсының өҫ кейемен һалдыра башланы. Рәғиҙә иһә, хәле бөткән кеше ҡиәфәтендә урындыҡҡа һығылып төшкәс, түҙмәне, башын ике ҡулы менән тотоп һулҡылдап илап ебәрҙе.
– Ҡабул итмәнеләр бит мине үҙҙәренә, һыйҙырманылар.
– Әй, Алла! – тип Рәғиҙәнең иңенән ҡосоп алды Разия. – Тыныслан, ул тиклем көймә! Әйҙәле, ҡайнар сәй эсеп ал, унан хәлеңде һөйләрһең.
Ҡатындар кухня яғына үткәс, Сәфәрҙе йәнә хәүефле хистәр биләп алды. Күрәһең, бында ла тыныслыҡта ҡалдырырға йыйынмайҙар. Башҡалар шикелле, ҡулынан асҡысты алаһы ла хужа артынан ишекте шапылдатып ябаһы ине. Бөтмәҫ бында кеше ҡайғыһы!
Сәфәр кейенеп ишек алдына сыҡты. Ҡар көрәне, ихатала тәртипһеҙ ятҡан таҡта-тоҡтаны йыйып мөйөшкә өйөп ҡуйҙы. Тик ҡулға алған, тотҡан һәр нәмә сит, ят, кешенекенә ҡул һуҙған кеүек...
Урынлашырға өлгөрмәнеләр, үкенесле хис моронланы. Китеп, йәшәгән ояларын ташлап дөрөҫ эшләнеләрме һуң? Урынға берегеү, ерегеү хисе, йән тыныслығы теләү кеүек үк, зарур бит ул. Шул тойғолорҙы рәнйетеп, ҡоро иҫәп-хисап менән эш итеү йәнде имгәтеү түгелме? Йәнәһе, ауылға күсәләр ҙә, донъя түңәрәкләнә. Бар, көткәнеңде әҙерләп ҡуйғандар, ти, унда!
Сәфәр үҙе лә йүнләп аңламаған тойғолар менән өйгә инде, сисенеп төпкә үтте. Разия яңғыҙы ғына һауыт-һаба йыйыштыра ине.
– Нимә, улы ла һыйҙырмағанмы?
– Юҡ, уныһы әсәһе менән йәшәргә риза. Тик килене янъял ҡуптарған. Әйтә икән: «Әсәң бында ҡалһа, мин сығып китәм.»
Сәфәр, ҡашын йыйырып, Разияның яуыз килен хаҡындағы һүҙҙәрен тыңлап торҙо. Телдән-телгә күскән һүҙ тамам тәмһеҙләнә икән. Ахырҙа, күҙ алдына килеп баҫып, килен аждаһа һымаҡ уттар сәсә башланы гүйә.
– Кәнтәй барыбер малайға әсәһенән яҡыныраҡ, – тип бүлде уны, ниһайәт, ир. – Әсәһен хөрмәтләһә, ҡатынын ҡыуыр ине. Бындай ҡыланыштарға нисек түҙеп тормаҡ кәрәк? Ә малай битараф. Сәбәбен йөрәгенән эҙлә. Улдарҙа игелек юҡ хәҙер. Улдар шәфҡәтһеҙ, тик йөҙҙәренә битлек кейгәндәр. Үҙ рәхәтлектәрен аҫтыртын ҡайғыртып, улар ҡатындарын ата-әсәнән, туғандарынан өҫтөнөрәк күрә, белдеңме? Киленде әрләмә һин, малайҙы һүк! Уның күңел күҙе һуҡыр. Беҙҙә бит әсәйҙәрҙе үлгәс кенә һағыналар, йырҙа ғына маҡтайҙар. Мөхәббәт эйәләре, имеш! Әй, йүләр һинең Рәғиҙәң. Шул йүнһеҙ малай өсөн юҡҡа йортон һатҡан ул. Йәшәһен ине һөйәре Вәлиулла менән сөкөрләшеп!
– Һин лекция һөйләргә оҫта инде. Студенттарың юҡҡа ғына һаман һағынып шылтыратмайҙыр шул, – тип семетеп китте Разия. – Башың бик һәйбәт эшләһә, шуны әйт: Рәғиҙәгә нишләргә хәҙер? Ҡуштауҙа бер туған-тыумасаһы юҡ. Эштән китеүенә лә бер нисә йыл. Кем хәҙер уға ярҙам күрһәтһен? Сығышын белә лә бит – Урал тауҙары яғынан икән. Тик мал-мөлкәтһеҙ кешегә яҡын туғаның да ҡапҡа асмай торған замана.
– «Нишләргә, нишләргә», – тип үсекләне Сәфәр. – Нимә миңә ауҙараһың, ҡәрендәшемме, балдыҙыммы? Йортон һатҡан икән, китһен дә беҙҙе тыныслыҡта ҡалдырһын, йәме! Һин башланың был эште, инде хәҙер үҙең ослап ҡуй, йәнкәй-йәнәш!
Ир, ҡатыны менән ыҙғышҡанда була торғанса, шулай һүҙен түңәрәкләп атты ла ярһып урынынан ҡуҙғалды, зал яғына сыҡты.
Бер бүлмәнең ишеге шар асыҡ, ә икенсеһенеке шыплап ябылған ине. Күрәһең, бында Рәғиҙә инеп ҡунаҡлағандыр. Нимә, хәл йыйып ҡына аламы, әллә тороп ҡаламы – ҡатындар башҡа төшкәнде шулай хәл итергә йыйыналармы? Булмаҫ, туҙға яҙмағанды. Ләкин бер аҙҙан ирен сәйгә саҡырып, Разия нәҡ күңеленә килгән шөбһәне ысынға ашырып һүҙ әйтте:
– Беҙ ҙә шәфҡәтһеҙ булмайыҡ инде, Сәфәр. Рәғиҙә әлегә беҙҙә йәшәп торһон. Тора-бара Хоҙай берәр әмәлен юллап бирер әле.
– Рәғиҙәне өйҙәш яһарға йыйынаһыңмы? – тип үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе Сәфәр. – Миллиондар түгеп өй ал да уны ниндәйҙер сит ҡатын менән бүлеш, имеш! Аҡылыңдамы һин. Ниткән гуманлыҡ? Һинең шәфҡәт мине сикләй, рәнйетә икән, шәфҡәтме һуң был? Туҡта, уйнама минең менән, Разия! Бер өйҙәш менән тороп ҡараныҡ бит инде. Теңкәне ҡоротто.
– Ниндәй өйҙәш хаҡында һөйләйһең тағы? – Разияның ихлас ҡарашында аптырау, ғәжәпләнеү ҡалҡып сыҡты. – Кемде әйтәһең һин?
– Кемде, кемде – әсәйеңде! Теге ваҡытта ла нәҡ шулай әйттең: «Үҙебеҙгә алайыҡ, ҡарайыҡ», – тинең. Алдыҡ. Ә ташы һаман йөрәктә! – Ир күкрәгенә һуҡты. – Өйҙәш кенә түгел, ғаиләгә баш булырға ынтылыуын оноттоңмо?
Разия, ҡулындағы бәрәңгеһен, бысағын биҙрәһенә бәреп, йөҙөн ҡапланы:
– Ай, Алла, ниндәй кеше һин... Әсәй – өйҙәш буламы ни? Уны ҡараған өсөн сауап ҡына йыйҙың бит.
Ҡатын үҙ әсәһен әлеге сетерекле һөйләшеүгә ҡатнаштырғыһы килмәһә лә, асылда һәр икеһенең хәтере ғаиләнең үткән тормошона табан йүнәлде.
Дауамы бар.
Фото: "Толпар"