

1
Инсаф өйҙә үҙенән башҡа бер кем дә юҡ икәнлеген белһә лә, ян-яғына алан-йолан ҡаранып алғас ҡына телефонға үрелде. Хәтһеҙ генә ҡулында тотҡас, трубканы кире урынына һалды. Шул арала усы тирләп сыҡҡайны. Башы әйләнгәндәй тойолғас, стенаға һөйәлде. «Температураһы күтәреләме әллә? Шул ғына етмәгәйне… — Телефондан күҙҙәрен алманы. — Ярамай! Өйҙән ярамай! Хәҙер килеп етеп, ҡулына бығау кейҙерәсәктәр. Телефон номеры аша адресты асыҡлау улар өсөн бүстәк».
Ҡабаланып кейенергә кереште. Урамдағы автоматтан шылтыратһа, эҙенә мәңге төшә алмаясаҡтар. Бер сыҡҡанда һөт тә алып инер. Ҡустыһы Илфирға ҡушыуын ҡушты ла ул, тик ҡасан ҡайтыр? Дәрестәре бөткәс, иптәштәре менән уйынға әүрәһә, кис етер.
Һалҡын. Етмәһә, ел. Аҙна буйы урамға сыҡмаған Инсафтың бөтә тәне ҡорошто. Ул йөн башлығын батырыбыраҡ кейҙе лә туҡталышҡа йүнәлде. Кеше-маҙар күренмәй, ситтәрәк бер нисә такси пассажирҙар көтә. Телефон-автомат боҙоҡ ине, өнө-тыны сыҡманы. «Әллә булашмайыммы икән?.. — Саҡ ҡына уйланып торҙо. — Егет һүҙе бер булыр», — тип дәртләндерҙе үҙен.
Аҙыҡ-түлек магазины янындағы телефон буш түгел ине. Бер ағайҙың һөйләшеп бөткәнен сабыр ғына көттө. Теге ағайҙың ҡул йылыһы һыуынып та өлгөрмәгән трубканы ҡолағына терәгәс, ашығып төймәләргә баҫты. Тиҙ яуап бирҙеләр. Әллә шылтыратҡанын көтөп ултырғандар.
— Алло!
— 6-сы мәктәпкә шартлатҡыс һалынған!
Трубканы ташланы ла магазинға уҡтай атылды. Ишектән ингәндә бер ҡатынды саҡ бәреп йыҡманы.
— Һай, был йәштәрҙе! — тип һуҡыранды ҡатын. — Күҙенә аҡ-ҡара күренмәй.
Ғүмерҙә булмаған хәл: фатир ишеген аса алмай ыҙаланды, асҡысты ояһына тыға алмай ҙа ҡуя — ҡулдары тыңламай. Башынан аша юрған менән бөркәнеп ятҡас та тыныслана алманы. Ышандылармы икән, юҡмы? Әллә ҡул ғына һелтәп ҡуйҙылармы? Ышанғандарҙыр. Нисәмә йөҙ кешенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы ла баһа. Мәктәпте япмай саралары юҡ. «Кем шылтыратты икән?» — тип баш ваталарҙыр инде. Шылтыратыу автоматтан булғас, эҙенә төшә алмаясаҡтар. Төшһәләр?.. Мәктәптә бомба бар тип алдаған өсөн генә ултыртып ҡуймаҫтар әле. Ныҡыша башлаһалар, сирләйем, тиер. Өйҙән сыҡмағаныма бер аҙна булды инде, тиер. Ышандырыр өсөн, мәктәп ҡайғыһы юҡ әле тип тә өҫтәр, кәж-көж йүткереп алыр, дарыу ҡабып ебәргән булыр.
Башына таҫтамал ураны. Былай урынынан тора алмай ятҡан сирле кешегә нығыраҡ оҡшай төшә. «Ниңә алдап шылтыраттың?» Килеп инеп һораһалар, ни тип әйтер ине икән? Был һорауға үҙе лә яуап тапманы. Ысынлап та, ниңә шылтыратты һуң әле? Өйҙә ятып ялҡып китте лә шаярып алғыһы килдеме? Донъяла үҙенең дә барлығын белдергеһе килдеме?
Бомбаны ысынлап тикшерергә килһәләр, иптәштәренә ҡыҙыҡ ҡына булып ҡалыр. Телевизорҙы ҡабыҙһаң, гел шул хаҡта һөйләйҙәр. Әле дауаханаға, әле мәктәпкә, әле заводҡа бомба һалғандар тип шылтыраталар. Береһе лә шартламай, килеп тикшерәләр ҙә шуның менән вәссәләм! Алдап шылтыратҡаны өсөн бер кемде лә хөкөм иткәндәрен ишеткәне булманы. Таба алмайҙар, тимәк. Тапһалар, төрмәгә илтеп тығырҙар ине. Уны ла тота алмаясаҡтар. Ҡайһы телефон-автоматтан шылтыратҡанды асыҡлаған хәлдә лә, кем икәнлеген белә алмаясаҡтар. Уның янынан көнөнә меңәрләгән кеше үтә, шылтыратыусылар ҙа бихисап.
Әсәһе был хаҡта ишетә ҡалһа, туҙыныр инде: «Урта мәктәпте тамамлап, үҙ аллы тормош юлына баҫырға йыйынаһың, һаман аҡыл ултырмаған!» Хәҙер инде терһәкте тешләп булмай. Көн-төн телевизор ҡарап диванда ятыу касафаты ғына, башҡа бер ни ҙә түгел.
Кисә телевизорҙан бер заводтың хакимиәт бинаһына бомба һалынған тип шылтыратыуҙары, уның ялған булыуы, эштең туҡталып ҡалыуы тураһында һөйләнеләр. Эшһеҙлектән интеккән кешегә етә ҡалды. Үҙенсә ҡыҙыҡ яһамаҡсы булды. Әгәр был шуҡлығы шып-шыма ғына үтеп китһә, ҡабат бындай эшкә бармаҫҡа, ғөмүмән, был хаҡта оноторға, класташтарына ла һөйләмәҫкә үҙ-үҙенә ант итте.
Өрә-өрә ҡайнар һөт эсеп, дарыу ҡабып ятыу ҙа күңеленә үҙе көткән һиллекте килтермәне. Йоҡларға тырышып ҡараны — күҙҙәре йомолманы.
Былай ҙа терт-мерт килеп торған күңелен һиҫкәндереп, ҡыңғырау зыңғырланы. «Кем шылтыратҡанын эҙләп килделәр ҙәме әллә?» Һикереп торғанын үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Салбарын кейергә лә онотоп, бесәй һымаҡ һаҡ ҡына баҫып, ишеккә яҡынлашты. Ҡыңғырау тағы ҡабатланды. Был юлы төймәгә оҙағыраҡ һәм ҡатыраҡ баҫтылар. «Асмаҫҡа!» Көтөрҙәр-көтөрҙәр ҙә, фатирҙа кеше юҡлығына ышанғас, китерҙәр әле. Күрәләтә менттарҙың ҡулына эләккеһе килмәй. Кәрәк булһа, тағы килерҙәр.
— Ағай, ас, өшөнөм!..
Ҡустыһының тауышын ишеткәс кенә үҙен ҡулға алды.
— Үҙең генәме? — Юрый асыуланған булып һөйләнде. — Асҡысың ҡайҙа? Юғалттыңмы ни?
— Юғалтманым. Үҙең бит эске яҡтан бик һалғанһың.
— Шулай икән шул.
Илфир менән нимәлер булған, әҫәрләнеүе йөҙөнә үк сыҡҡайны. Күҙҙәре, урлап ҡаймаҡ ашаған бесәйҙеке һымаҡ, туҡтауһыҙ уйнаҡлай.
— Ниңә иртә ҡайттың? Әллә дәрестән ҡастыңмы?
— Ҡайтарып ебәрҙеләр. — Ҡустыһы сисенгәс, Инсаф янына килде. — Ни… ағай… мәктәпкә бомба һалғандар!
— Кит әле! — Инсаф юрғанын һыпырып ташлап тороп ултырҙы. — Алдашмайһыңмы?
— Ышанмаһаң, үҙең барып ҡара. Мәктәп тулы менттар, эттәре лә бар. Эй ҡыҙыҡ!
— Мәктәптең көлө күккә осһа, ҡыҙыҡ булыр әле. — Инсаф ҡустыһы алдында йөҙөнә нисек тә борсолоу билдәләре сығарырға тырышты. «Мин шылтыратҡанды һиҙеп ҡала күрмәһен. Бөтә донъяға тултырыр».
— Беҙҙең мәктәптең шартлағанын телевизорға төшөрөрҙәрме икән? Америкалағы бейек-бейек йорттарҙың емерелеп төшкәнен күрһәттеләр бит, шуның кеүек.
— Беҙҙең мәктәп шартламаясаҡ. — Инсаф телен тешләне. «Һөйләндереп, серҙе саҡ астырманы малай аҡтығы!»
— Ҡайҙан беләһең?
— Берәйһе дәрескә барырға иренгәндер ҙә алдап шылтыратҡандыр.
— Мәктәпкә бомба һалмаһалар, беҙҙе ҡыуып ҡайтармаҫтар ине. — Илфир һаман ныҡышты. — Ҡайҙа уҡырбыҙ икән?
— Өйҙә ятырһың, «икеле» тоҡсайы. Бар, ана, картуф таҙарт. Һыуытҡыста һурпа бар, шуны йылытырға ҡуй.
Теләр-теләмәҫ кенә аш бүлмәһенә инеп киткән Илфир бер аҙҙан кире сыҡты.
— Ағай, тиҙ генә мәктәпкә барып киләйем әле, дәфтәремде онотоп ҡалдырғанмын. Мәктәп шартлаһа, иртәгә уны ҡайҙан табырмын?
— Ҡушҡанды эшлә! — тип екерҙе ағаһы. — Шартламай тинем бит.
Инсафҡа түшәмгә төкөрөп кенә ятырға яҙмаған икән, оҙаҡламай кеҫә телефоны телгә килде.
— Сәләм, ҡартлас!
— Сәләм, Роберт!
— Сирләп буламы?
— Тырышабыҙ.
— Тырыш, тырыш. Короче, ҡартлас, беҙгә хата1 кәрәк.
— Уҡымайһығыҙмы ни? — Инсаф мәктәптәге хәлдәрҙе белмәмешкә һалышты.
— Мәктәптә чума!2 Кемдер: «Бомба һалдыҡ», — тип шылтыратҡан.
— Таптылармы?
— Алдағандар. Короче, ҡартлас, беҙ хәҙер һиңә барабыҙ.
— Нишләмәксе булаһығыҙ?
— Ҡымыҙ эсергә түгел инде. Һәр ваҡыттағыса — һыра, грин3 артып ҡалһа — шарап.
— Үпкәләмәгеҙ, егеттәр, миңә врач килергә тейеш. Башҡа ваҡытта, яраймы?
— Юҡҡа баш тартаһың, ҡартлас. Беҙҙә инфа4 өҫтөнә инфа. Беҙҙең класҡа яңы чикса5 килде.
— Кем һуң ул?
— Лиана. Матур ҡәһәрең.
— Мәктәпкә барғас күрермен әле.
— Һуңланың, ҡартлас, Искәндәр оҙата китте. Короче, беҙҙең ваҡыт тар. Егеттәр ашыҡтыра. Пока!
— Пока!
Фото: obrazovanie-gid.ru