

3
Ҡәйнә менән кейәүҙең бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәргә йыйынғансы уҡ борсаҡтары бешмәне. Разияның тыуған йортона беренсе ҡайтҡанда, тау ҡәҙәр эштәр башҡарып ташланы Сәфәр. Бигерәк тә күптән ҡайтарылып, урамда сәселеп ятҡан утынды бысып-ярыуы, соланға индереп, тәҫләп өйөүе оҡшаны ҡартҡа:
– Маладис! Кейәү эш рәтен белә.
Шунан һуң да бер айға ике рәт даими ҡайтып, ҡутара эшләп, Ғиниәтулла ҡарттың йортон тамам тәртипкә һалды, уға йәнә ҡот ҡайтарҙы Сәфәр. Һәм бер мәлде, кейәүҙең ишек алдында ҡояшта йылынған һыу менән бышҡыра-бышҡыра сайынған сағын күҙәтеп, ата кеше әйтеп һалмаһынмы:
– Бына беҙҙе ҡараусы. Бына йортҡа ысын хужа! Кейәү, беҙҙең ҡулдан асҡыстарҙы һин алырһың инде!
– Юҡ, ҡайным, ашыҡма, асҡыстарҙы тапшырыр кешең ҡайтыр әле! – тиергә булған да бит. Ғилемле булһа ла, тормош сетереклектәренән йыраҡ торған әҙәм шул ул. Үҙенә зәңгәр күҙҙәренең шелтәһен сәскән Ҡәмәриә ҡарсыҡҡа ла тик йылмайып ҡараны. Асҡыс хаҡында уй ҙа юҡ инде, ҡайныһының ҙурлауынан, үҙ итеүенән ихлас ҡыуанған ине ләһә. Инде тора-бара, төштән һуң булһа ла, төштө аҡыл. Ҡәйнәнең урынһыҙ үсегеүҙәре, күҙ сәнсеп, һүҙ ырғытып китеүҙәре бабайҙың туҙға яҙмаҫ фатихаһынан башланған... «Өс көнлөк кейәү...» «Ғиндуллиндар мираҫына табылған дәғүәсе...» «Малымды мин тиненә ҡәҙәр ғәзиз Заһирыма тапшырам, Аллаһым бойорһа!» – тигән һүҙҙәрен уҡырға кәрәк булған ул саҡта ҡәйнә ҡарашынан.
Яҙмыштар болғанып, әсә менән мәнһеҙ ул араһына керҙе шул Сәфәр. Бер саҡ үҙ өйөндә, үҙ өҫтәле артында эшләп ултырғанда, ҡәйнәһенең телефон аша һеңлеһе Саманиә менән һөйләшеүе уның ҡолағына килеп керҙе.
– Һарытауға мине Заһир улым алып килде бит. Улымда торам. Әй, әйбәттәр! Заһирым гел «әнкәй-бәғерем» тип кенә көйөмдө көйләй. Бер ҡайғым юҡ, инде Хоҙай алдағыһын күпһенмәһен! Бына әле ҡыҙым үҙенә ҡунаҡҡа алды. Һөйләшеүем дә әлегә уларҙан. Тик оҙаҡ тормам, йәнә Заһирыма ҡайтырмын, тип торам. Рәхмәт, яҙмышымдан һис зарланмайым, Саманиә!
Ҡәмәриә ҡарсыҡтың һүҙ маһирлығына, фәстереү, шыттырыу ҡеүәһенә ғәжәпләнеп бөтә алманы Сәфәр. Уны ауылса, ғәҙәти күренгән заттың донъяны үҙенсә күреү әмәле, баш бирмәҫ рух ҡөҙрәте аптыратты. Хәйер, Ҡәмәриәнең һуғыш йылдарында һәм унан һуң да байтаҡ ваҡыт колхозда бригадир булып тороуын ишеткән ине. Өҫтөнә һырма, аяғына итек кейеп, күн бирсәткәле ҡулдарына ҡайыш ҡамсы тотоп, ҡара айғыр өҫтөндә төшкән йәш ҡатын фотоһүрәтен Разия үҙ альбомының иң ҡәҙерле йәдкәре итеп һаҡлай. Шуны йәнә күргән йә иһә берәй сәбәп менән күҙаллаған һайын, Сәфәр уйланы: «Ҡамсы уға ниңә кәрәк булды икән? Сәскә тотоп төшһә, килешлерәк булмаҫ инеме һуң? Ысынлап та, бер ҡулда – ялан сәскәләре, икенсеһендә – теҙген. Ә йөҙҙә йылмайыу... Бына тигән ауыл алиһәһе булып күренер ине ләһә Ҡәмәриә!» Тик күҙ алдында һүрәт йәнә йәнләнгәс, уйҙарына яңы яуап таба ул. Сталин заманы бит, ҡамсыһыҙ ҙа булмағандыр. Ваҡытында сәстер, урҙыр, һуҡтыр, өҫтән төшөрөлгән пландарҙы үтәт! Быларҙы кешегә ҡушып ҡына үтәтеп булмай. Сыбыртҡы менән янауҙар ҙа кәрәк булғандыр, күрәһең. Ҡамсы теле бик үтемле булған бит Сталин баш булған илдә. Берәүҙәр өҫтөндә сыбыртҡы уйнатып, икенселәрҙе прәник биреп әүрәтеп әлеге тиран үҙ тәртиптәрен урынлаштырған, ти, бит. Баҫыуы баҫыу инде – ҡаҙна биләмәһе, ил башының ғәҙәте бригадир Ҡәмәриә кеүек ҡатын-ҡыҙҙар холҡона ла күсеп, ғаилә диктаторҙары яһаһа, ни хәл итерһең, ә, Сәфәр кейәү? Ҡатын-ҡыҙ ҡулында ҡамсы, ни генә әйтһәң дә, яҡшы фал түгел шул. Бында матриархат еҫе аңҡый.
Әлеге фотография йәш ҡатынды һаман ат өҫтөндә йәшәтһә лә, Рысаевтарҙа торған саҡта ул инде эйәрҙә түгел ине. Орденлы һуғыш ветераны, байтаҡ йылдар сельпо рәйесе булып торған ире Ғиниәтулла донъя ҡуйғас, Ҡәмәриә ҡарсыҡтың хәлдәре мөшкөлләнеп китте. Атай-әсәй ярҙамы менән Һарытауҙа йортло булған Заһир Сүәргә бөтөнләй юлды онотто. Әллә эше күп, әллә әсәһендә уйы юҡ. Ҡыҙ менән кейәү йыш-йыш ҡайтып ҡарамаһа, меҫкен ҡарсыҡ нишләр ине икән?
Ә бер мәл, көҙ һалҡын һулыш өргән саҡта, әсәһенең ауырып түшәктә ятыуын күргәс, Разия күҙ йәштәре менән иренә ялбарҙы:
– Сәфәр, аяҡ аҫтыңда туҙан булайым, зинһар, әсәйҙе үҙебеҙгә алырға рөхсәт бир! Алла хаҡына!
Рысаевтарҙа күпме йәшәне Ҡәмәриә ҡарсыҡ? Йәмғеһе алты йыллап, буғай. Кейәүҙең эш бүлмәһендә урынлашып, ҡыҙы бешергән затлы аштарҙы ашап, өйҙәгеләрҙән һәр ваҡ-төйәк теләктәрен дә үтәтеп барған әбей кешегә, ҡараусыларға рәхмәт йөҙөнән, тиҫбе тартып, доғалар ғына уҡып ятырға ине лә бит. Ҡарсыҡтың ҡарсығалай үткер күҙҙәре, тирә-яҡҡа бик шыма борғоланып, күпте күрҙе шул. Ҡулдары кәрәкмәгәнде лә ҡапшаны, ә теле, хисап бирмәйенсә, электән ҡанына һеңгән, ғәҙәт-ҡанун иткән һүҙҙәрҙе әүәләне. Ҡамсыһы булмаһа ла, ҡамсылы һүҙҙәр ине былар.
Шулай ҙа Сәфәрҙең айырыуса енен ҡотортҡаны ҡәйнәнең кейәүгә һөйһөнмәй ҡарауы, сүпкә һанауы булды. Ҡыҙ яҡшы, малай һәйбәт, ә кейәү – ниндәйҙер һис ипкә килмәгән әҙәм аҡтығы. Бер саҡ университетындағы сығарылыш кисәсенән Сәфәр Раянович шаҡтай төшөрөп ҡайтты. Унан һуң да бер нисә көн сәрхүш булып, һыра һемергеләп йөрөнө. Ҡатыны менән дә нимә хаҡындалыр эләгешеп, әйткеләшеп алдылар былар. Ҡыҫҡаһы, үҙе әйтмешләй, ғаиләлә булғылай торған хәл инде был. Тик Ҡәмәриә ҡарсыҡ ошонан фажиғә яһаған. Разия магазинға сығып киткәс, ул таяғы менән туҡылдап залға сыҡты, Сәфәр ҡаршыһына килеп баҫты:
– Нимә, кейәү, һин эскегә һабыштыңмы? – Зәңгәр күҙҙәре ирҙе сәнсеп, быраулап алды. – Күптән киләме был?
– Кем әйтә, эсә, тип?.. – тине Сәфәр, хаяһыҙ һорауҙан ҡаушап.
– Үҙем күрәм. Эргәңдән туҡтауһыҙ һаҫыҡ еҫ килеп тора. Күҙҙәрең ҡыҫылған, йөҙөң ҡарт урыҫтыҡы һымаҡ шешенке.
– Һе!
– Һе шул. Аптырайым, хайран ҡалам. Мәртәбәле уҡыу йортонда мөғәллимһең. Кеше тәрбиәләйһең, китап яҙаһың. Ә үҙең өйҙә боҙоҡлоҡтаһың. Минең ирем дә, улым да бындай юлға аяҡ баҫманылар. Туҡтат был ғәҙәтеңде, аңланыңмы?
Һәм ҡарсыҡ таяғы менән иҙәнде төйҙө лә, кейәүгә инфаркт яһай яҙып, үҙ бүлмәһенә ыңғайланы.
Әй, ғәрләнде Сәфәр Раянович. Үҙ өйөндә тамам кеше иҫәбенән сыҡты бит! Байрамдарға, ҡарсыҡ ҡушыуы менән, Заһир саҡырылды. Хәҙер юл ҡайғыһы юҡ бит, ғаиләһе менән килә лә өҫтәл түренә менеп ултыра, малай. Әсәләренең тыуған көнөндә иң ҡайнар мәҙхиә һүҙҙәрен хәҙер Заһир менән Сәриә килен әйтә. Әсәһенә ҡарап, ҡыҙы Разия ла ғаилә дилбегәһен үҙ ҡулына ала, буғай. Ай һайын өйгә алып ҡайтылған хеҙмәт хаҡы булмаһа, моғайын, Сәфәр Раяновичты юҡһыныусы ла булмаҫ. Ятһын шунда китапханала ғилми хеҙмәтен яҙып... Ә бында сөкөрләшер өсөн һәр кемгә иш, серҙәш бар бит!
Тик ҡуҡрый ҡунаҡ булып, тыйнаҡлыҡты белмәгән Ҡәмәриә ҡарсыҡты көтмәгәндә паралич һуҡты. Малайҙан, килендән елдәр иҫте, эҙҙәре һыуынды, ҡыҙы ла хәҙер Сәфәргә йылыша төштө. Ауырыу әсәне ваннаға төшөрөп йыуындырыу, күтәреү өсөн ир ҡеүәте кәрәк... Сырхау янында ултырып һаҡларға, ҡалаҡлап ашатырға-эсерергә алмашсы кәрәк.
Хәйер, йылдар буйы өйҙәш булып, торған ҡәйнәнең уйландыра торған һабағы тасуир ителгән хәлдәр түгел. Былар бик күп ғаиләләрҙә була торғандыр. Хайранырағы башҡа. Сирле әсәһен ҡыҙы ҡарарға, ҡыҙы тәрбиәләргә тейеш, тигән ҡанун ҡуйған Ҡәмәриә ҡарсыҡ, васыят яҙып, ауылдағы йортон, бар мөлкәтен Заһирға мираҫ иткән. Ата-әсә нигеҙен, үҙе үҫкән йортто барып күрергә, хәтирәләр кисерергә ымһынған Разияны хәҙер Сүәргә саҡырыусы юҡ. Заһир үҙ ҡулына күскән утарға апаһының аяҡ баҫыуын теләмәй. Шунан шөрләй? Ҡатын-ҡыҙ бит, әсәй төҫө, атай төҫө, нигеҙ иҫтәлеге тип, тегене-быны алып китеүсән.
Һүҙгә кире ҡайтып әйткәндә, дөрөҫ, Ҡәмәриә ҡарсыҡ Разияға ҡәҙерле әсә инде. Ә бына Сәфәр өсөн ул – өйҙәш. Әсә булараҡ, Заһир йортоноң түрендә ултырырға тейеш ине ләһә!
Ә өйҙәш ҡатын, күргәнсә, сюрпризлы зат бит ул. Бына шуға күрә Разияның, Рәғиҙәне ҡыҙғанып, бер ҡыйыҡ аҫтына алырға теләүе ысынлап та ҡурҡыта. Етмәһә, ҡырҡыу холоҡло ҡәйнәһе ҡылған һымаҡ, берәй хәл килеп сыҡмаҫ, тип кем әйтер? Ҡатын-ҡыҙ, тамаҡ туҡ, донъя түгәл, тигән ир-ат түгел бит ул, тамырланған гөл һымаҡ, һәр ҡайһыһы үҙенсә өҫкә үрләй, ян-яҡҡа йәйелә бит улар.
4
Кешене таң имләй. Әгәр ҙә шәфәҡ юйылғандағы хистәре, ҡараңғылыҡ һеңгән киске уйҙары менән ҡалһа, әҙәм заты күптән инде һағыш-ҡайғыларына, үпкәләренә томаланып, динозаврҙар һымаҡ ер йөҙөнән юғалған булыр ине. Бәндә һөйөнөп таңды ҡаршылай, йылмайып, нурҙар сәсеп сыҡҡан ҡояшты күҙәтә, иртәнге сафлыҡ, тәбиғәт хозурлығы, йәшәргә ашҡыныу уның йөрәгендә лә яңы өмөт, дәрт уятып, хистәрен яҡтырта.
Йоҡоһонан тороп, Сәфәр ишек алдына сыҡты, һуҙылды-кирелде, күкрәк тултырып саф һауаны һуланы ла, фанер көрәк алып, төндә хәтһеҙ генә яуған аҡ мамыҡ ҡарҙы көрәй башланы. Тәненә егәр төштө. Үҙе лә һиҙмәне, кәйефе күтәренке саҡтарҙа була торғанса «Донъя матур, донъя киң...» тип көйләп ебәрҙе. Күңел йырлаһа, аҡыл түҙәме? Ул да сыуалған уйҙарҙы рәткә һалырға, епкә теҙергә кереште: «Юҡ-бар шиктәр менән нишләп үҙ-үҙен ҡамсылай һуң? Разия хаҡлы бит, рәнйетелгән ҡатынға ярҙам итергә кәрәк...»
Өйгә ингәс, йыуынғыс янында таҫтамалға һөртөнөп торған экс-хужабикәгә лә бик ипле, яғымлы итеп өндәште Сәфәр:
– Нисек, һәйбәт йоҡланығыҙмы, Рәғиҙә ханым?
– Әй, Сәфәр әфәнде, был арала тәү ҡат сабый һымаҡ иҙрәп, әллә ниндәй татлы төштәр күреп йоҡланым, – тине Рәғиҙә, ҡояшҡа йөҙөн асҡан гөл һымаҡ яҡтырып.
Инде ирҙең уйҙары тағын да көсәйеп, тәүәккәл рәүешкә керҙе: «Ҡалһын, өйҙәш булһын. Йәшәр-йәшәр ҙә, берәй яйы сыҡҡас, башҡа бер ҡыйыҡ аҫтына китер. Йорт тар күренһә лә, күңел киң булһын!»
Ул кухняла тәмле еҫтәр сығарып бәрәңге ҡыҙҙырған ҡатыны янына килде:
– Рәғиҙәне ҡайһы бүлмәгә урынлаштырабыҙ һуң?
– Нимә, кәзәләрең киттеме? – Разия иренә ғәжәпһенеп ҡарап торҙо, йөҙө балҡып китте. – Ул йоҡо бүлмәһендә ҡунды бит инде, шунда урынлашыр. Үҙебеҙ һиңә кабинет яһарға йыйынған бүлмәлә булырбыҙ.
– Ятаҡта торған кеүек була инде был.
– Студент саҡтарыңды иҫкә төшөрөрһөң, йәшәреп китерһең!
– Йәшәреп булырмы икән һуң?
– Ике яғыңда ике ҡыҙ булғас, ниңә йәшәрмәҫкә? – тип мут йылмайып алды Разия. – Юғиһә, һуңғы ваҡытта бик мыжыҡҡа әйләнеп киттең бит әле, ҡартым.
Шулай, ҡыштың хәйерле бер иртәһенән Рәғиҙә Рысаевтарҙа өйҙәш ҡатын булып йәшәп китте.
5
Экс-хужабикә аҡ, шаҡмаҡлы шәлъяулыҡ бәйләп, зәңгәр фуфайкала биҙрә-маҙар тотоп, ишек алдында урала башлағас, ҡайҙандыр әсе тауыш менән мыраулап сиам бесәйе килеп керҙе.
– Маркиз, Маркиз, ҡайҙарҙа йөрөнөң һин? Кил әле, мырауйәнем минең, – тип ҡатын йөндәрен ҡабартҡан, һаман тынғыһыҙ ҡиәфәттә мыяулап торған бесәйҙе ҡосағына алды. – Туңдыңмы, асыҡтыңмы? Әйҙә, өйгә!
Ишекте асып, һөйләнә-һөйләнә ҡатын уны йортҡа үткәреп ебәргән ине, бесәй, ғәҙәтенсә, кухня яғына юл тотҡас, Разияны күреп, һикереп ҡуйҙы, яман итеп ажғырып, ыҫылдап ебәрҙе һәм йәнә ишеккә ташланды. Әгәр уны Рәғиҙә эләктереп алмаһа, моғайын, томоролоп, һин күр ҙә мин күр, тағын сығып күҙҙән юғалыр ине.
– Ай-һай, ҡырағай, нисек беҙҙән ятһына, – тип ғәжәпкә ҡалды Разия. Залдан Сәфәр ҙә был тамашаны күҙәткән икән:
– Беҙҙе өнәмәй, бесәй генә тимә, холҡо бар.
– Эйәләшер әле, – тине Рәғиҙә, уңайһыҙлана төшөп. Һәм ул, бесәйҙе ҡосағына алып, үҙ бүлмәһенә керҙе. Ишекте ябып ҡуйып, наҙлы һүҙҙәр әйтә-әйтә, асҡа киҫелгән йән эйәһен туйҙыра башланы.
Был хәл барыбер Сәфәрҙең кәйефенә тейҙе, һыҙланыуын яңыртты: «Үҙ йортоңда һине ситләтһендәр, имеш!»
Хәйер, ир бөтөнләй хаҡлы булып сыҡманы. Маркиз, бер нисә рәт ҡойроғон күтәреп Сәфәрҙе еҫкәштергеләгәс, аяғы аҫтында уралды, тора-бара хатта уның тубығына уҡ менеп ҡунаҡлап, тиҫбе тартҡандай өҙөкләп мыр-мыр килергә күнекте. Уның йомшаҡ һыртынан, башынан һыйпау Сәфәргә рәхәтлек, күңел тыныслығы килтерҙе.
Ә бына Разияны һаман үҙ итмәне Маркиз. Күргән һайын ыҫылданы, ҡатын эҙҙәрен әйләнә-әйләнә еҫкәне, ары-бире һуғылды. Бындай иҫәңгерәгән саҡтарҙа Рәғиҙә уны тиҙерәк үҙ яғына саҡырып алды, ә Сәфәр тамам аптырауға төштө. Ниндәй ғәләмәт һуң был сиам бесәйе ҡыланышында? Төп шик бары тик бер генә булырға мөмкин ине. Күрәһең, бесәй аш-һыу батшалығында үҙ хужабикәһенең урынын биләгәнгә Разияға үсегә.
Ә бер аҙҙан, өсәү йәшәүҙәренә бер айлап ваҡыт уҙғас, ир башына тағын бер аптырау ғәләмәте килеп төштө. Хәйер, аптырау тиеү генә аҙ, тетрәнеү үк булды был! Юҡ, тегене-быны уйлай күрмәгеҙ, һис кем сығырынан сығарманы Сәфәрҙе, әрләмәне-һуҡманы. Ә бары тик төш күрҙе ул. Дөрөҫ, ятҡансы телевизорҙан өсәүләп Гоголдең «Вий» тигән әҫәре буйынса эшләнгән бик ҡурҡыныс кино ҡарағандар ине. Сихырсы ҡатындың үлгән еренән терелеп, табутында ултырған хәлдә, сиркәү әһеленә яһаған һөжүмдәрен күреп, ирҙең сәстәре үрә торҙо. Хоҙайым, шундай колдун, албаҫтыларҙан үҙең һаҡла! Доға, ырымдарың менән генә ҡотолормон, тимә...
...Ҡасан ятыуын, нисек түшәгендә йоҡлап китеүен хәтерләмәй Сәфәр, ә бына баш осона килеп баҫҡан Рәғиҙә күҙ алдында һаман ап-асыҡ булып тора. Кәүҙәһен ҡыҫып, ғәүрәттәрен үтәләй күрһәтеп торған алһыу эске күлдәктән. Итәге ҡайҙа бөтә лә, шәрә боттары ҡайһы тарафтан башлана бының – айырырлыҡ түгел, тотоштан алһыу. Йөҙөн бер күреп тә һоҡланған ине инде ир. Хәҙер иһә йылмайыуы әҫәрләндерҙе. Йөрәкте яндырырлыҡ әллә ниндәй танһыҡ, һиңә генә бағышлы, йәшертен хистәрҙән тыуған йылмайыу. Ә тойғолорҙың эстән килеүен аҫтан, урлап ҡарай торған тынғыһыҙ ҡуңырт күҙҙәрҙән асыҡ уҡып була.
Һоҡланыуын йәшермәне ир:
– Алиһә икәнһең!
– Матур итеп күрергә теләгән кеше янында матур булаһың инде ул. Үҙеңдеке лә итәһең киләме?
– Һоҡланыуым етә. Ҡатынды ла күптән ҡосаҡлаған юҡ инде минең.
Ҡолаҡҡа тыйнаҡ көлөү тулҡындары килеп бәрелде:
– Һин йәш бит әле ғәйрәт булмаҫҡа?
– Йәш һиңә, стажлы пенсионер! – тип үртәлеп, тауышын күтәрә төшөп ҡаршы төштө Сәфәр. – Арт һының урындыҡҡа ҡаҙаҡланған булһын. Аҡыл хеҙмәте, фәндә сәкәләшеү, стресс, экология зыяндары. Былар ир-ат өсөн файҙағамы ни? Алашаға әйләнерһең шул! Ир ҡөҙрәтен ҡайтара торған аҡса ла юҡ беҙҙә. Миллионер, олигарх булһаң, өмөт булыр ине лә һуң, нишләйһең, тәтемәне ундай мәртәбә. Хәйер, ҡосаһын ҡосҡанмындыр инде, ғәйрәт запасы ла бөткәндер.
– Ир-атты ғишыҡ-ғишәрәт, һөйөү йәшәтә. Ә һин инде ғүмерҙән өмөт өҙҙөң бына, бабаҡай? Ә бит тыштан ҡараһаң, һиңә зарланыр урын юҡ һымаҡ. Килеш-килбәтең ҡатын-ҡыҙ күңеленә бик ятырлыҡ әле, Бальзак йәше, Бальзак ҡиәфәте!
– Яңылышаһың, мөхәббәт эйәһе түгелмен.
– Ҡатының да үҙеңә һалҡынмы?
– Ҡайнарлығын үлсәр бизмәнем юҡ. Һәр хәлдә ул – Зөһрә, мин – Таһир түгел.
– Яратмағас, нишләп өйләндең һуң?
– Өлкән йәштәгеләрҙең йәшәү ҡанундары үҙҙәренсә.
– Иҫәп-хисапмы?
– Тап өҫтөнә баҫтың!
– Аҡса, мал яратаһыңмы ни?
– Хурлама! Минең иҫәп һөнәр мәнфәғәттәренә, ғаилә талаптарына, бала үҫтереү мәшәҡәттәренә ҡағылды. Уларҙы аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине бит! Толдо яңғыҙлыҡ та ҡурҡыта. Кешеләр парлап йәшәргә тейештәр.
– Тик бел: ысын хистәрен аяҡ аҫтына һалып тапаған кешенән бәхет йәйәүләп ҡаса. Был ҡанун йәшенә лә, ҡартына ла ҡағыла. Ғәмәлеңдән – яза.
– Бәхет тәтемәҫме инде?
– Саф хистәрҙән ҡасҡас, йөрәгеңдә ҡайнар тойғолар табырға өмөтләнеү – ҡыҫыр шөғөл, Сәфәр. Әммә йәшәйем тигән кеше һәр саҡ яңылыштарын барлай, төҙәтә, хистәрен яңырта. Һеҙгә яңы өйҙә яңыса йәшәргә тырышырға кәрәк.
– Нимәнән башлайым һуң, әйт!
– Мин күрҙем, Сәфәр, ҡатының һиңә гел мәтрүшкә сәйе эсерә. Иртә, кис – мәтрүшкә-кәкрүшкә! Ә һин уның ир-ат өсөн бик зыянлы булыуын беләһеңме һуң?
– Аслан уйламаным. Ниңә зыянлы һуң?
– Йоҡлата, иҙрәтә, ҡөҙрәтеңде ала. Күрҙеңме, мәтрүшкәне ҡатының бында ла бер көлтә алып килгән бит. Ышанмаһаң, мунса алдына инеп ҡара. Быны эсеп бөтһәң, билләһи, ҡатын-ҡыҙ наҙы түгел, еҫенән дә биҙерһең, ташла шуны, Сәфәр!
Ир һиҫкәнеп уянып китте. Һикереп урынынан ҡалҡты. Күҙҙәрен шарландырып тирә-йүнен айҡаны. Юҡ, билләһи, бер кем юҡ! Түшәктә тик хырлап Разия йоҡлай. Өн тиһәң өн, төш тиһәң төш түгел. Рәғиҙә бар булмышы менән Сәфәр алдында баҫып торҙо лаһа! Мәтрүшкә хаҡында ҡайҙан белә тағын? Баш ауыртыуын баҫыр тип, даими рәүештә мәтрүшкә сәйен эсеүе хаҡ бит. Нәҡ шулай, иртә эсә, кис эсә... Баштараҡ әсәй йыйған дарыу тип эсерҙе уны Разия, ә унан баҙарға сыҡҡан һайын үҙе һатып алырға күнекте. Ниңә эсмәҫкә, тәбиғәттән килгән шифа бит.
Ә инде шөбһәле уйҙарынан айный алмаған ир, иртән мунса ишеген асып аҫылмалы кәртәгә күҙ төшөргәс, тетрәнеп китте. Бер нисә пар мунса миндеге йәнәшәһендә, ысынлап та, ҙур бәйләм мәтрүшкә сәскәләре аҫылынып тора. Һабаҡтары, япраҡтары йәм-йәшел, ә таждары күгәрсен күҙеләй күгелйем. Разияның иренә мәхәббәт ҡытлығы, өнәмәү хисе шулай көлтәләп үк микән ни?..
6