

2
Лиана уянғанда әсәһе Гөлсара апай иртәнге сәй әҙерләй ине.
— Хәйерле иртә, әсәй!
— Хәйерле иртә, ҡыҙым! Йоҡлар инең, иртә бит әле.
---------
1Хата — ата-әсәләрһеҙ фатир.
2Чума — шаҡ ҡатырғыс хәл, ваҡиға.
3Грин — доллар.
4Инфа — информация, мәғлүмәт.
5Чикса — ҡыҙ.
— Ниңәлер йоҡом килмәй.
— Тулҡынланаһыңмы әллә?
— Юҡсы.
Сәй эскәс, Лиана мәктәпкә барырға йыйына башланы. Әсәһенә тулҡынланмайым тиһә лә, башынан төрлө уйҙар үтте. XI класты тамамлар алдынан ғына мәктәп алыштырыу уйын эш түгел. Уҡыуҙан ҡурҡмай, алдына алтын миҙал алам тигән маҡсат ҡуйған икән, теләгенә, һис һүҙһеҙ, өлгәшер. Ошоғаса һынатманы, артабан да һыр бирмәҫкә уйы. Яңы класташтары нисек ҡаршылар? Улар менән уртаҡ тел таба алырмы? Ана шул хәүефләндерә.
Эш шунда: ағаһы өйләнгәс, йәштәр айырым йәшәргә теләк белдерҙе. Ата-әсәһе ҡаршы килмәне. Иҫкеһен һатып, яңы ике фатир алдылар. Яңы өй мәктәптән ныҡ алыҫ ине. Транспортта йөрөгәндәрен иҫкә төшөрһә, уның әле булһа йөрәге өшөп ҡуя. Барғанда ла, ҡайтҡанда ла этеш-төртөш, ҡысҡырыш-талаш… Автобустың ватылмаған көнө һирәк. Дәрескә һуңға ҡалыуҙар… Кеҫәһенә төштөләр… Сумкаһын киҫтерҙе… Ата-әсәһе менән кәңәшләшкәс, өйҙәре эргәһендәге мәктәпкә күсергә булды. Ҡайҙа ла белем бирәләр. Уҡымағаны, башына ярып һалһаң да, тырышмай, ҡанына һеңгән ғәҙәтен ҡыуа бирә.
Кисә Лиана документтарын тапшырҙы. Үҙе уҡыған мәктәп менән яңыһының араһында айырма күрмәне. Бер үк проект менән һалынған шундай уҡ өс ҡатлы бина. Стеналағы буяуына хәтле бер төҫлө — зәңгәр. Уҡыусылар менән уҡытыусылар араһында ла айырма күрмәне хатта. Тәнәфестә коридорҙа саң болото күтәрелә… Уҡытыусылар балаларҙы тыя алмай яфалана… Тышта малайҙар ҡасып-боҫоп тәмәке көйрәтә…
Директор Сафуан Бәхтегәрәевич мөләйем кеше икән, ихлас һөйләште.
— Мәктәбебеҙгә тағы ла бер алтын миҙал өҫтәлә, — тине ул ҡыуанысын йәшермәйенсә, документтар менән танышып сыҡҡас.
— Барыһы ла имтихандарҙы нисек биреүгә бәйле, — тип еңелсә генә ҡаршы төштө Лиана, үҙен урынһыҙға маҡтағанды өнәмәгәнен белдереп.
— Имтихандарын да бирерһең, алтын миҙалын да алырһың. Табелеңдә бер генә «дүртле» лә тапманым.
Лиана, ҡыҙарынып, башын түбән эйҙе. Сафуан Бәхтегәрәевич папканы ситкәрәк алып ҡуйҙы.
— Быйыл беҙҙә XI класс икәү. Ҡайһыһына бараһың: «А»-ғамы, «Б»-ғамы?
— «Б»-ға яҙығыҙ.
«Б» класында уҡығанлыҡтан, Лиана буталып йөрөмәҫ өсөн, бында ла шул класты һайланы.
— Класс етәксең Фирүзә Бәҙретдиновна булыр. — Директор телефонға үрелде. — Бер юлы үҙе менән дә танышырһың.
Лиана кисә класс етәксеһе менән осраша алманы. Эш менән ҡайҙалыр киткән, һуңғараҡ була, тинеләр.
Хушлашҡанда мәктәп директоры әсәһенә сәләм әйтергә ҡушты.
— Һеҙ уны ҡайҙан беләһегеҙ? Әллә бергә уҡынығыҙмы?
— Үҙе менән таныш түгелмен. Монографиялары, конференцияларҙа, симпозиумдарҙа һөйләгән докладтары аша ғына танышмын. Бик төплө ғалимә. Һаман да шул эшендәме?
— Эйе, математика институтында эшләй.
— Киләсәктә яҡындан танышырбыҙ, тип өмөтләнәм.
— Һау булығыҙ!
Был хаҡта әсәһенә һөйләгәс, Гөлсара апай ата-әсәләр йыйылышын көтмәҫкә, форсат сығыу менән мәктәп директоры һәм класс етәксеһе менән танышырға булды. Ҡыҙы оло һынау алдында тора, яҙмышын туранан-тура хәл итеүселәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү зыян итмәҫ.
Лиана мәктәпкә иртәрәк барҙы. Класташтары менән танышыр, класс етәксеһе Фирүзә Бәҙретдиновна менән күрешер.
Фирүзә Бәҙретдиновна класҡа яңы уҡыусы киләһен кисә үк әйткән икән. Ишектә күренеү менән ҡыҙҙар исемен әйтеп күреште, егеттәр һаулыҡ һорашырға ашыҡманы, ҡыҙҙы энә күҙәүенән үткәрҙе. «Бишле»гә генә өлгәшкәс, бик тәкәббер түгелме, беҙҙе һанға һуғырлыҡмы? Һушты алырлыҡ әллә нимәһе юҡ, бүтәндәр ише һалам сираҡ. Башҡаларҙан айырылып тормаҫ өсөн, Лиананың ябай ғына кейенеүен улар белмәй ине. Ҡыҙ затлыраҡ кейем-һалымына ҡағылманы. Биҙәнмәне, йылы кофта менән джинсы салбар кейҙе, бармағындағы йөҙөгөн һалды, ҡолағындағы алҡаларҙы ғына ҡалдырҙы.
Ҡыҙҙар береһенән-береһе уҙҙырып биҙәнгәйне, әйтерһең, сәхнәгә тамашасылар алдына сығырға әҙерләнгәндәр. «Бында ла шул уҡ хәл икән», — тип уйланы Лиана, элекке класташ ҡыҙҙарын күҙ алдына килтереп. Тәнәфескә сыҡһалар, балдаҡтарын, алҡаларын күрһәтешеп, кем ҡайһы фирманың косметикаһын ҡуллана, шуны тикшереп мәж киләләр ине.
— Буш өҫтәлдәр бармы?
Урта рәттәге һуңғы өҫтәлде күрһәттеләр.
— Минең янда кем ултыра?
— Инсаф.
Класташтары, бер-береһенә ҡарашып, сәйер генә көлөшөп ҡуйҙы. Лиана урынынан торҙо.
— Ниңә көләһегеҙ? — тип һораны, аптырап.
— Үҙен күргәс, белерһең.
— Әле ҡайҙа һуң ул?
— Ауырып ята.
Тәүге көндән үк ҡурҡытып ҡуйҙылар бит әле. Лиана сумкаһынан китап, дәфтәрен алды. Бар класты дер ҡалтыратып тотҡан тотанаҡһыҙ егетме икән ни? Ғәҙәттә, ундайҙар иң артта ултырырға ярата. Тотоп ашамаҫ әле. Бик йәнгә тейә башлаһа, күсеп ултырыр.
Беренсе дәрес алгебра ине. Уны Фирүзә Бәҙретдиновна үткәрҙе. Лиана класташтарының ябай ғына төшөнсәләрҙе лә белмәүенә шаҡ ҡатты. Даими шөғөлләнмәйҙәр, күрәһең, урыҡ-һурыҡ уҡыу бәләһе. Имтиханды нисек бирергә йыйыналар икән?
Этеп-төртөп өйгә бирелгән эште тикшереп бөткәс, уҡытыусы яңы тема аңлатырға тотондо.
— Зың-зың-зың!..
Ҡапыл яңғыраған ҡыңғырау тауышына уҡыусылар ғына түгел, Фирүзә Бәҙретдиновна ла һиҫкәнеп китте.
— Ҡайһыһы шаярта икән? — Уҡытыусы сәғәткә күҙ һалып алды. — Дәрес бөтөргә егерме минут бар.
Ҡыңғырау туҡтауһыҙ зыңланы. Коридорҙы балаларҙың йүгерешкән, ҡысҡырышҡан тауышы баҫып китте. Фирүзә Бәҙретдиновна ашығып бүлмәнән сыҡты. Ул шунда уҡ йөҙө ағарынып килеп инде.
— Тиҙ генә йыйынығыҙ ҙа кластан сығығыҙ!
— Ниңә?
— Бомба һалғандар!
Мәктәптә бер нисә минут эсендә мәхшәр ҡупты. Гардероб эргәһенә яҡын барырлыҡ түгел. Һәр кем этешә-төртөшә кейемен эҙләй. Уҡытыусыларҙың: «Түбән кластарҙы алдан үткәрегеҙ», — тигәнен ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр. Кеше ҡайғыһымы ни, йәһәтерәк сыға һалып ҡалырға кәрәк, аҙаҡ һөйәктәреңде лә эҙләп таба алмаҫтар.
Йөрәктәргә шом һалып, сиреналарын ҡысҡырта-ҡысҡырта килеп туҡтаған машиналарҙан ҡотҡарыусылар төштө. Улар мәктәп директоры Сафуан Бәхтегәрәевичкә ихатала төркөм-төркөм булып йыйылған балаларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрергә ҡушты. Уҡытыусылар ҡыуа тип, улар тиҙ генә таралышманы. Мәктәп шартлаһа ни булырын да күҙ алдына килтермәгән уҡыусылар, айырыуса башланғас кластағылар, ҡыҙыҡһыныуҙарын еңә алмай, ихатала сыуалды.
Лиананың яңы мәктәптәге тәүге көнө ана шулай ҡолаҡ ишетмәгән, күҙ күрмәгән хәл менән башланып китте.
3
Бинаның аҫтын-өҫкә килтереп эҙләһәләр ҙә, шартлатҡыс табылманы. Барыһын да бер һорау борсоно: кемдең эше булыр? Беҙҙә кемдең үсе бар?
Ҡотҡарыусылар ялған террорсыны мәктәптән эҙләргә кәңәш итте. Бөтә ғүмерен балаларҙы тәрбиәләүгә арнаған Сафуан Бәхтегәрәевич бындай хәл менән беренсе мәртәбә осрашты. Алдап шылтыратыусылар Өфөнөң үҙендә лә, Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла юҡ-юҡ та осрай. Кеше ҡайғыһы төштән һуң. Ишетә лә онота ине. Үҙ итәгеңә ут ҡапҡас, ҡайҙа барып һуғылырға белмәйһең икән. Әлдә алдап шылтыратҡандар, ысынлап бомба һалһалар? Ул дәрес барғанда шартлаһа? Сафуан Бәхтегәрәевич кабинетына һыймай йөрөнө-йөрөнө лә уҡытыусыларҙы йыйып алды.
— Ни өсөн йыйылғаныбыҙҙы, әйтмәһәм дә, аңлайһығыҙҙыр, — тине ул, уҡытыусыларға берәм-берәм күҙ йүгертеп сыҡҡас. — Бөгөнгө ЧП нимә тураһында һөйләй? Беҙҙең үҙ эшебеҙгә илке-һалҡы ҡарауыбыҙ хаҡында һөйләй. Беҙ тәрбиәләгән балаларҙың уҡыуҙа ҡайғыһы юҡ.
— Сафуан Бәхтегәрәевич, себендән фил яһамайыҡ әле, — тип бүлдерҙе директорҙы Фирүзә Бәҙретдиновна. — Мин бында бар донъяға яу һалырлыҡ бер сәбәп тә күрмәйем. Дөрөҫ, дәрестәр ҡалды, яҙғы каникулды бер көнгә ҡыҫҡартырбыҙ.
— Бала-саға шашты, бер-береһенән күрәләр ҙә… — Башҡа уҡытыусылар ҙа һөйләшеүгә ҡушылды. — Раҫланмаған хәбәрҙәрҙе телевидениенан ниңә һөйләйҙәрҙер? Донъяла башҡа яңылыҡ бөткән тиерһең.
— Хөрмәтле коллегалар, бөгөнгө хәлгә етди ҡарауығыҙҙы һорайым. — Сафуан Бәхтегәрәевичтең ҡаштары йыйырылды. — Ялған террорсыны табып фаш итмәһәк, барыбер эҙемә төшмәнеләр тип, киләсәктә уның тағы ла шашыуы ихтимал.
— Һеҙ ялған террорсы тип атаған уҡыусы беҙҙән түгелдер, бәлки, икенсе мәктәптәндер. — Уҡытыусылар директорҙы яңынан бүлдерҙе.
— Ул беҙҙең арала! — Сафуан Бәхтегәрәевич үҙ һүҙен бирмәне. — Шулай булғас, уны табыу беҙҙең өҫкә төшә. Уҡыусыларҙан һораштырып ҡарағыҙ әле, берәйһе алдан һөйләнеп йөрөмәнеме икән? Был беренсе сиратта класс етәкселәренә ҡағыла. Айырыуса тәртибе өсөн шелтә алғандарға иғтибар итегеҙ. Ундайҙар өлкән кластарҙа күберәк. Бөгөн кемдәр мәктәпкә килмәне, уларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Ни өсөн дәрес ҡалдырыуҙарын асыҡлағыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәр шикле фактты ҡайта-ҡайта тикшерегеҙ. Йәнә. Иртәгә берәйһе маҡтанып йөрөмәҫме?
— Ай-һай, бының булыуы мөмкин түгел. Кемдең үҙ-үҙен һатҡыһы килһен? — Уҡытыусылар бер төптән шик белдерҙе.
— Аптырағандан әйтәм инде, — тип ризалашты директор.
Ялған террорсы табылһа-табылмаһа ла, сирек бөткәнен көтмәй, һәр класта уҡыусылар менән бергә ата-әсәләр йыйылышы үткәрергә булдылар.
4
Дауамы бар.