

6
Йорт алдын йыйыштырырға сыҡҡан Сәфәрҙе сәйгә саҡырып алдылар. Сәстәрен аҡ яулыҡ аҫтына ҡыҫтырған, зәңгәр алъяпҡыслы Рәғиҙә өҫтәл йүнәтеп ҡуйған. Моронға тәмле ризыҡ еҫе бөркөлдө. Бөгөнгө кухня дежуры ниндәй?
Сәскәле халатта өҫтәл башына килеп ҡунаҡлаған Разияның да тамағы ҡытыҡланды:
– Рәғиҙә, таңдан тороп нимә әҙерләнең һин?
– Ватрушка! – тине ҡатын, ризығы менән иғтибарҙы йәлеп итеүенә ҡәнәғәтләнеп.
– Беҙҙеңсә – бәрәмес инде. Эремсек бәрәмесе була, – тине Разия һәм, эҫе таба өҫтөнән япманы алғас, береһен эләктереп ауыҙына ҡапты. – Һай, тәмле, деликатес! Мине лә өйрәтерһең, йәме?
Сәфәр йәшертен генә Рәғиҙәгә күҙ төшөрҙө. Төндә уның менән гәп ҡорған зат бит, берәй ғәләмәте сағылмаҫмы? Юҡ, сынаяҡ аҫтын килешле итеп бармаҡ остарына күтәргән, шуны ауыҙына килтереп, һалмаҡ ҡына уртлаған Рәғиҙәнең хәбәре лә ырамай. Әллә бар, әллә юҡ һин уның өсөн. Ну, төш! Керһә керә икән башҡа әллә ниндәй туҙға яҙмаған нәмәләр... Әммә ашыҡма, Сәфәр, ҡолағың ни ишетә?
– Нимә эсәһегеҙ, Сәфәр? – Рәғиҙә, әмер көтөп, иргә ҡарап алды. – Сәйме... һөтләпме?.. Әллә ҡәһүә яһайыммы?
– Иртән уның эскәне – ҡуйы мәтрүшкә сәйе. Ҡан баҫымы күтәрелеүенән дауа. Шуны яһап бир. Ә үлән шкафта. – тине Разия.
– Мәтрүшкә? – Ихлас ғәжәпһенде ҡатын. – Белеүемсә, ул давлениены баҫмай, тик иҙрәтә. Сирҙе спорт менән дауаларға кәрәк. Ана, саңғы кейһен дә урманға сығып китһен. Һауа саф, төлкө, ҡуян сабыша. Ауырыуының эҙе лә ҡалмаҫ. Иртән, минеңсә, ҡәһүә файҙалы. Ә мәтрүшкәне ир-аттың ғөмүмән ҡулланмауы хәйерле.
– Миңә кофе яһағыҙ шул! – тип үҙе лә һиҙмәйенсә ҡәтғи итеп һәм ашығып әйтте Сәфәр.
Разия Рәғиҙәнең мәтрүшкә хаҡындағы һүҙҙәренән ҡымтайып ҡалды, буғай:
– Имсе булғас, әйт инде, мәтрүшкә ир халҡына нишләп ярамай?
Рәғиҙә уның янына килеп, ҡолағына ниҙер бышылданы. Тегеһе күҙҙәрен шар итеп тыңлап торҙо ла шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
– Ниндәй сер ул? Миңә лә әйтегеҙ, – тине Сәфәр.
– Күп белһәң – тиҙ ҡартайырһың, йәней!
Үҙе лә төшөндө ир. Көлкө әлеге лә баяғы мәтрүшкәнән сыҡҡан, шик юҡ. Кисен мунса алдына күҙ һалһа, серле үләндән елдәр иҫкәйне. Күңеле хушланып китте, ҡатынына нахаҡ бәлә яҡҡан даһа!
Дежур тигән һүҙ сыҡҡас, аңлағанһығыҙҙыр инде: Рысаевтар сиратлашып аш-һыу әҙерләйҙәр хәҙер. Был эшкә Разия Сәфәрҙе лә йәлеп итергә ынтылған ине. Йәнәһе, плитә янында ҡатындарға ғына сейләнергә тимәгән, ир-ат та дежур булып, ашарға әҙерләһен! Сәфәр биленә алъяпҡыс бәйләргә әҙер ине инде. Көлдөрҙө лә: «Ир-ат ҡаҙан аҫһа, фәрештә ҡанатын йәйеп тора». Тик быны Рәғиҙә килештермәне:
– Ҡуйсы, Разия, иртүк тороп эшкә китәһебеҙ юҡ. Үҙебеҙгә лә эш самалы. Сәфәр әфәндене тәьминәтсе итәйек беҙ. Аҙыҡ-түлек артынан баҙарға барыр, магазинға йөрөр.
Күҙ теймәһен, өйҙәш ҡатын әлегә гел Сәфәр файҙаһына эш итә. Элек Разия биленә таянып, өҫтәл янына ҡунаҡлаған ирҙең йәнен игәне бит: «Артыңдан ҡыуалармы һуң һинең, ниңә шул саҡлы ҡабаланып ашайһың?.. Ҡойма, ауыҙың тишекме һуң? Йә, Алла, шәкәр ҡорто булһаң ла булырһың икән, шәшкең төбөнә ултырғанды йыуып бөтөрөп булмай». Тағын фәлән-фәсмәтән, билләһи, шул ҡанығыуҙарҙы ишетмәҫ өсөн, сынаяғыңды, сәйеңде тотоп, бүлмәңә ҡасырһың.
Ә хәҙер, өсәүләшеп бер өҫтәл тирәһенә теҙелешкәс, иргә ҡарата хужабикә бер йәмһеҙ һүҙ ырғытмай. Киреһенсә, теге йәки был ризыҡтың уңғанлығын белешкән булып, Сәфәр тирәһендә бөтөрөлә: «Һурпаның тоҙо-боросо самалымы?.. Йәле, йәнем, билмәнде ҡабып ебәр, булғанмы? Иттең ҡайһыһын һалайым һиңә, Сәфәр, һимеҙенме, әллә майһыҙ еренме?» Ҡатын шулай алда сыйырсыҡ һымаҡ һайрай. Тик шуныһы ғына ҡараңғы: был һайрауҙар ҡасанға хәтле барыр?..
Сәфәр, дәү сумкаһын аҫып, үҙ вазифаһын үтәргә кереште – Ҡуштау баҙарына йүнәлде. Бында халыҡ сират тороп шыршы һатып ала, елкаға биҙәк, уйынсыҡтар һайлай ине... Ҡайһы арала Яңы йыл да килеп еткән, тип ихлас ғәжәпләнде ир. Былай булғас, мәшәҡәттәр өҫтәлә инде, байрам кәйефенә ойотҡо һалырға кәрәк.
Тәьминәтсе елкәһенә ҙур ҡупшы шыршы һалып өйгә килеп ингәс, ҡатындар ысынлап та шаҡ ҡатты. Рәғиҙә хатта балаларса ҡыуанып, ҡулдарын сәпәкәйләне.
– Ҡыш бабай! Елка, елка, беҙ һине һағынып көттөк йыл буйы. Тоғо ла бар!
– Тоғонда әллә нәмә юҡ инде. Кишер ҙә картуф. Бына һин беҙгә төлкө тундар, һыуһар бүректәр бүләк итһәң ине, Ҡыш бабай! – тип үҙенсә Разия ла көлдө.
– Ҡыҙыл ҡар яуғас, барыһы ла булыр, туташтар. Әлегә ергә ағы ғына төшә бит әле, – тип ир ҙә яуапһыҙ ҡалманы.
Шыршы байрамын бик шәп уҙғарҙы Рысаевтар. Сәғәт һуҡҡас, шампан шешәһенән бөкө лә атылды, бокалдар ҙа сыңланы. Телмәрҙәр ҙә ҡаланыҡыларҙан кәм булмағандыр. Ә бына битлектәр кейеп бейеүгә килгәндә, бындағы ҡатындар мутлығына берәү ҙә етмәҫ, моғайын.
– Сираттағы номер – бал-маскарад! – тип артистарса иғлан яһаны Разия, Сәфәр һәм күршенән ингән ҡунаҡ ир Вәхит тарафына ҡарап. – Ҡул сабып ҡаршылауығыҙҙы һорайым, хөрмәтле тамашасылар!
Дәртле көй ритмына бүлмәнән бейей-бейей төлкө менән бүре килеп сыҡты. Әй ҡыландылар, әй осондолар был януарҙар, моғайын тәндәрендә һуҙылмаған, тартылмаған еп ҡалмағандыр. Ирҙәрҙең көлә-көлә эстәре ҡатты. Тик төлкө кем дә, бүре кем? – быныһы Вәхит өсөн генә башватҡыс. Күлдәктәренә ҡарап, Сәфәр әллә ҡасан асыҡлаған инде: зәңгәргә аҡ һыҙыҡ төшкәнендә – Рәғиҙә, ә зәңгәр шифондағыһында – ҡатыны.
– Мин уларҙы арттары менән мейескә инһәләр ҙә таныйым, – тип ебәрҙе Сәфәр, Вәхит менән рюмкаһын сәкәштереп.
Һәм, вальсҡа саҡырып музыка уйнай башлағас, һис шикләнеп торманы, бүрене бейергә саҡырҙы Сәфәр. Бүрене юҡҡа ғына ҡанһыҙ йыртҡыс тип әрләйҙәр. Ҡосаҡҡа нисек яйлы ята, көй аһәңенә яйлашып, бергә ниндәй ятышлы итеп бейейҙәр улар? Быны һүҙ менән аңлатып булмай, йырлап ҡына белдереп була: «Ля-ля-ля-лилляу!»
– Йәнем, һин нисек матур бөгөн. Нисек танһыҡ! – Шундай һүҙҙәр һөйләй-һөйләй, тәнендә уйнаған ҡан ҡайнарлығына бирелеп, бүрене һаман ҡосағына нығыраҡ ҡыҫты Сәфәр.
Битлектәрен һалғас, ҡатындар йығылып көлдөләр. Разия тип ҡосҡаны Рәғиҙә булған икән. Күлдәктәрен алмашҡандар – ике төлкө!
Хәҙер инде Вәхит, рюмкаһын сәкәштерергә һуҙып, табындашына нәсихәт уҡый:
– Үҙеңде ҡатыныңдан аҡыллыраҡҡа һанаһаң, бөттөң инде, күрше, мәсхәрәгә генә ҡалаһың.
Әле яңыраҡ ҡына күктең етенсе ҡатына менеп хистәр тулҡынында елдергән ирҙе кинәт һағыш баҫты. Уның менән хозурланып вальс бейегән бүре, йәшлектәгеләй, ҡанды уйнатып алған. Уҫал, ихлас, ирекле урман йыртҡысы һымаҡ тәкәббер ҡыҙ-ҡырҡын да, ҡуйыныңа һыйынып, һине үҙ һәм яҡын итһә, егет йәненә тағын ни кәрәк инде? Эх, хәҙер шул йыуанысыңды көлкөгә алып, шарҡылдап көләләр икән, бөткән ғүмер. Үткән тойғолар дөмбөргә генә ҡалған. Байрамдар, кисәләр ҡарт йөрәкте үртәү генә шул...
7
Рәғиҙә әле тегеләй, әле былай Сәфәрҙең уйына йыш килеп керә.
Төштәге Рәғиҙә ҡиәфәтендәге алиһә тураһында һүҙ ҙә юҡ, ләкин өндәге экс-хужабикә лә күңел һиҙгерлеге, күрәҙәлеге менән таң ҡалдырҙы.
Бер көндө, залда диванға ултырып, Рәғиҙә альбом ҡарай.
– Разия, ҡара аттағы һүрәттә кем ул? – тип һорай ул, кухняла аш-һыу әҙерләгән дежурға өндәшеп.
– Әсәйем, әхирәт!
– Әсәйең? Бына камиллыҡ, исмаһам. Бында герой ҡиәфәте лә, фотограф оҫталығы ла нисек оҫта үрелгән. Рембранд картинаһы тиерһең! – Рәғиҙә, һөйләнә-һөйләнә, һаман һүрәткә һоҡлана һәм бер аҙҙан йәнә һорай. – Разия, әгәр мин ошонан картина эшләргә тырышһам, рөхсәтме?
– Ундай ҙа оҫталығың бармы?
– Институтта беҙгә һүрәтле сәнғәт тә уҡыттылар бит. Буяуға тотонғолайым. Һәр хәлдә ҡул аҫтында ҡәләм, бумала, киндер бар.
– Яһале, әхирәт!
Өҫтәл өҫтөндә йәһәт кенә мастерской һымаҡ нәмә әтмәләп, эшкә лә тотондо Рәғиҙә-рәссам. Бер көн уҙҙы, ике көн. Үҙе кухняла – киҙеү, әммә ҡулдарын сепрәккә һөртә-һөртә, ун-ун биш тапҡыр мольберты янына килде, ниҙер өҫтәне, нимәнелер үҙгәртте ул картинаһында. Ниһайәт, тантаналы мәл килеп етте, рәссам Сәфәр менән Разияны күргәҙмәгә саҡырҙы. Аһ, ысынлап та һоҡланғыс сәнғәт әҫәре был! Һыбай Ҡәмәриәнең зәңгәр күҙҙәре, йөҙөндә балҡыған йылмайыуы нисек шәп! Янындағы кешеләргә лә, йыраҡта йәйелеп ятҡан баҫыу киңлегенә лә ҡарап күңел халәтен белдерә һымаҡ ул. Бына-бына һөйөнөслө берәй һүҙ, йылы хәбәр еткерер һымаҡ өҫтөнә һырма, аяғына кирза итектәр кейгән колхоз бригадиры. Сәфәр яңы ғына иғтибар итте: ҡатын ҡулында сыбыртҡы-ҡамсы юҡ. Эйе, эйе, нәҡ ир хыялындағыса, ул һул ҡулына сәскә бәйләме, ә уңына – теҙген тотҡан, аҡ ромашҡаларҙы һәм ниндәйҙер зәңгәр сәскәләрҙе, моғайын, юлда килгәндә өҙгән булғандыр.
– Әсәйем! – тип бышылданы Разия һәм хисләнеп Рәғиҙә-рәссамды ҡосаҡлап алды. – Рәхмәт!
Рәғиҙә был һүрәте менән бөтә нәмәне үҙ урынына ҡуйҙы. Ваҡытты, заманды, ынтылыштарҙы. Эйе, тик бөйөктө, яҡтыны, изгене генә алырға кәрәк. Ҡамсылар, рәнйеүҙәр, үпкәләр күмелеп ҡалһын! Ҡәйнәһенең илаһи һүрәтен күреп, Сәфәр кейәү күңелендә лә тыныслыҡ, йәм ҡалҡты. Кәрәкмәгән эске ҡаршылыҡтарҙан тамам арынып ҡуйҙы ул.
Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, тигән, ти, ҡасандыр бер бәхетле кейәү.
Ә һуң Сәфәр ниндәй кейәү?
...Мәрхүм Ғиниәтулланың йыллығын Сәфәр фатирында үткәрҙеләр. Үҙ өйөндә Разия әсәһенең әле тәүге ихтыярын үтәй, шуға күрә ул был сараны туған-тыумаса ҡәнәғәт ҡалырлыҡ итеп ойошторорға тырышты. Рысаевтар аҡсаларын ла, аяҡтарын да ҡыҙғанманылар. Аш-һыу мул һәм затлы итеп әҙерләнде, ҡунаҡтар ҙа күп йыйылды.
Һарытауҙағы мәсеттән саҡырылған салмалы, күркәм йөҙлө мулла абзый ысын бохар мәҡәме менән уҡыған доғаһында мөьмин Ғиниәтулла Ғиндулла улы исемен өс-дүрт рәт телгә алып битен һыпырғас, мәрхүмде иҫләп, байтаҡ матур һүҙҙәр әйттеләр. Иң әүәл күҙ алдында яугир, герой булып баҫты ул. Булдыҡлылығы, малтабар булыуы маҡталды. Бала йәнле икәнлеге лә хәтергә төшөрөлдө. Был яҡлап Заһир атаһын күккә сөйҙө. «Атай беҙҙең өсөн йәнен дә ҡыҙғанманы, гел балалар өсөн йәшәне», – тип малай кеше хатта күҙ йәштәренә үк мансылды.
Мәрхүм атанан ҡалған мал-тыуар, асҡыстар өсөн рәхмәт уҡыу инде был, тип үҙенсә нарыҡланы быны Сәфәр. Туған-тыумаса, ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, өҫтәлде, бүлмәне йыйыштырып байтаҡ ваҡыт үтте. Сәфәр хәлдән тайып диванға һуҙылды... Бер мәл күҙен асһа, залда ярым ҡараңғы, ә яҡты кухняла әсә менән ҡыҙ гәп ҡора.
– И, ҡыҙым, әйтһәң әйтерһең ауыр һүҙ, тик атайыңды бик үк яратып еткермәнем бит... – Һүҙҙәрен ишеткәс, кейәү кеше һиҫкәнеп китте, йоҡоһо тамам ҡасты.
– Улайһа, хөрмәт иткәнһеңдер, әсәй, – тип ҡыҙ ыңғайына һыпырырға тырышты, буғай. Сөнки атаһын үҙе бик ярата ине Разия.
– Хөрмәт? – Тауышта ҡырыҫлыҡ дөрләп китте. – Ғәмәле өсөн кешене яҡын итәһең. Ә был өҫтөмдән йөрөнө, ауылға рисауай яһаны, – тип әсә, элеккеләрен хәтерләп, ата кеше хаҡында байтаҡ ҡына күңел өшөткөс хәлдәрҙе лә тасуирланы.
– И, әсәйкәйем, күргәнһең икән һин!
– Булған инде, ҡыҙым, күрәсәк. Яуға оҙатҡан егетем бар ине лә бит, ҡайтманы. Ултырған ҡыҙ хәленә төшәһем килмәне шул, сыҡтым. Өмөт булған, күрәһең.
Сәфәр күргәндә, ҡайны кеше үҙе бик ҡыҙғаныс хәлдә ине. Бер нисә ҡат Ҡәмәриә хужабикә ябыҡ һәм сирҙән өшәнгән ҡартҡа тамаҡ ярып ҡысҡырғас, кейәү йортта кем баш булыуын шундуҡ аңлаған ине. Меҫкен ҡарт! Ниндәй генә ғәйептәр табып әрләмәне уны Пушкиндың «Балыҡсы һәм балыҡ тураһында»ғы әкиәтендәге нәфсеһе туймаҫ ҡарсыҡҡа оҡшаш Ҡәмәриә. Йәнәһе, ул ата хөрәсән, эштән ҡаса, йорт-ҡураға ҡул да тейҙермәй. Йәнәһе, ул шапшаҡ, өйгә бысраҡ ташый. Йәнәһе, атлаған һайын ашарға һорай, һис туйҙырып булмай был бирәнде.
Шулай, үҙ ваҡыты килеп еткәс, үтенә, бәғеренә төшкән иренән үс ҡандырыуы булдымы был? Ғиниәтулла һалдаттың ҡаһарманлығы аҫта ҡалып, үҙ рәнйеш, үпкәләре алға ҡалҡҡан икән, Ҡәмәриә ҡарсыҡ бик ҡара хәтерле кеше булып сыға түгелме һуң?
Рәғиҙә яһаған бригадир ҡатын һүрәте Сәфәрҙә был йәмһеҙ шиккә урын ҡалдырманы. Хәтерҙән юйылды, юғалды ҡамсылы Ҡәмәриә. Картиналағы йәш ҡатынға һоҡланып ҡарайһың да уйлайһың: ул, әлбиттә, ирен, балаларын, кейәүен һөймәйенсә булмаҫ. Һәм уның киләсәктәге кешеләр йөрәгенә һуҡмаҡ һалыр юлы ла ҡояшлы, матур булыр. Ана, күр, дала нисек киң, ә саптар ниндәй дәртле бит.
Сәфәр йәнә уйлай, тарихта һәм яҙмышта варианттар булмай, тиһәләр ҙә, үткәндәрҙе хәтерләү юлдарын кем сикләгән? Рәғиҙә фаразы хәҙергеләргә, ҡыҙға, кейәүгә кәрәк. Мөхәббәт өсөн кәрәк ул. Боронғонан килгән мәғишәт ҡануны бар бит. Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос!..
Йәнәшәһендәге Разия ла көндәлектә нисек кенә йөҙ һытмаһын, ҡаш йыйырмаһын, ул да һүрәттәге йәш әсә һымаҡ күңелдә балҡып торһон ине, тип теләк теләне Сәфәр.
Әй, Рәғиҙә, һиҙгер күңел, күрәҙәсе! Әй, һин яҡты күҙле рәссам! Сәфәрҙең һиңә күңелен түгәһе, кәңәш алаһы йәнә бер йөрәк яныуы бар бит әле.
Ир бик йыш беренсе тормош иптәше Луизаньң үлем алдынан әйткән һүҙҙәрен хәтерләй:
– Сәфәр, ғәҙәт бар: ир тол ҡалһа, балдыҙына өйләнгән. Һин, зинһар, һеңлем Нурияға балаларым әсәһе булырға мөмкинлек бир! Ул риза булыр, әйттем... Аңла, Сәфәр, өйгә сит ҡатын индерһәң, оябыҙ таралыр. Йәш ҡатын үҙенекен ҡорор, балаларҙы ситләтер ул, үҙең дә икегә айырылырһың. Зинһар, һүҙемде тыңла, балдыҙыңа өйлән!
Луизаның был һүҙҙәре үтенес кенә түгел, васыят булғандыр инде. Әммә ҡырҡ биш йәшлек сибәр, таҙа һәм эштәре һәр яҡтан гөрләп барған иргә ул көтөлмәгәнсә сәйер, хатта хөрәфәт булып тойолдо. «Нимә, Сәфәр балдыҙҙан башҡа ла үҙен, ғаиләһен хөрмәт иткән ҡатын таба алмаҫмы? Ҡатын ғына түгел, бына тигән сибәр ҡыҙҙы ла ҡаратыр әле!»
Дөрөҫ, Нурия ла һис төшөп ҡалғандарҙан түгел. Холҡо яҡшы, эше ырамлы, больницала шәфҡәт туташы вазифаһын башҡара. Сибәрлеккә апайынан да сибәрерәк, бишме-алтымы йәшкә кесе бит. Айнур ҙа, Лиана ла бик яраттылар үҙен, гел итәгенә уралып йөрөйҙәр. Тик бер нәмә генә күңелен ҡырҙы Сәфәрҙең: балдыҙ сатан ине. Йәнәшәһендә өйрәк һымаҡ ян-яҡҡа сайҡалған-янтайған ҡатын затын күҙ алдына килтереп сирҡанды. Апаһын ерләгәс, бер килде балдыҙ, ике килде, өс. Өс килеүендә лә еңдәрен һыҙғанып өйҙө йыйыштырҙы, йыйылған керҙәрҙе йыуҙы, тәмле-тәмле ризыҡтар бешерҙе. Икеләнәһе юҡ: еҙнәнән һүҙ, тәҡдим яһалһа, мәйет сыҡҡан моңһоу өйҙө йәмләй инде Нурия, йәмләй. Мәгәр әллә ҡайғыға, әллә уйға батҡан Сәфәрҙән мәрхүмә теләген раҫлап бер кәлимә һүҙ сыҡманы. Балдыҙ ғәрләнде, буғай. Шунан һуң, балалар бик көтһәләр ҙә, ул был өйгә аяҡ баҫманы. Телефон аша ғына хәл белешкеләне лә тора-бара тамам тынды Нурия. Тол ир ҙә был хәлгә артыҡ көйөнмәне, шикелле. Тик бына хәҙер уны үкенеү хистәре биләй. Мәрхүмә фаразлағандар раҫ килә. Фатирҙы һатты, оя таралды. Лиана кеүек арттан өлөш, мираҫ даулап килмәһендәр тип, алған йортон йәш ҡатыны исеменә яҙҙырҙы. Был ояла ла бәхетте әллә таба, әллә юҡ – был да ҡараңғы. Юранылар бит! Үткәндәре хаҡында тегеһен-быныһын уйлап бәргеләнеүе шулай уҡ хаҡ. Яна, яна инде йөрәк!
Луизаның һуңғы сәғәттәрҙә бәғеренән һығылып сыҡҡан васыятын аяҡ аҫтына һалып тапап, Сәфәр үҙ өҫтөнә бик ҙур гонаһ алманымы икән? Шул шиктәргә лә берәй яуап тап әле һин, Рәғиҙә! Үрһәләнгән күңелде һүҙең йә иһә буяуың менән имлә әле, берәр өмөтлө йүнәлешкә бор әле һин, изге күрәҙәсе!
Сәфәр ул көндө һоҡланып, тулҡынланып, портретты ҡараны, ә үҙенең хиссән күңелендә ана шундай тынғыһыҙ уйҙар бөтөрөлдө. Ысын рәссам кеше күңеленә үтеп инә, уны яулай белә шул ул.
Ир Рәғиҙә һүрәт яһаған киндерҙе матур ағас рамға ҡуйҙы ла түргә элде. Картинанан өй эсе тағын да яҡтырып, матурланып китте. Әсәләр ҙә, рухтары ла, түрҙә һәм йылмайыулы ҡиәфәттә булырға тейештәр шул. Әсә нурынан өйҙәгеләрҙең йәне ағара, сафлана бит.
8