

4
Инсаф менән Илфирҙың әсәһе Шәрифә апай ашханала кассир булып эшләй. Иртән иртүк сығып китә лә кис һуң ғына ҡайта. Күп ваҡыт малайҙарға үҙ көндәрен үҙҙәренә күрергә тура килә. Әсәй өйҙә юҡ тип, ас ултырып булмай ҙа баһа, тамаҡтарын да хәстәрләйҙәр, кейем-һалымдарын да йыуып кейәләр. Шәрифә апай әйләнгән һайын бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлай: «Йөҙөмә ҡыҙыллыҡ килтерә күрмәгеҙ, мин һеҙ тип тырышам. Ҡөҙрәтемдән килһә, һеҙҙе бағып өйҙә генә ултырыр инем, аҡса килер урын юҡ».
Әсәһенә яңғыҙы донъя көтөү, ике ир бала тәрбиәләү ауыр икәнлеген аңлай Инсаф. Ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша: кәрәк икән, иҙәнен дә йыуып сығара, балаҫтарҙы ҡағып индерә, магазинға йөрөй. Ҡустыһына күҙ-ҡолаҡ булған да ул. Мәшәҡәт арттырмаҫҡа тырыша. Әсәһенең саҡ осон-осҡа ялғап йәшәгәнен күреп-белеп торғас, тегеһен-быныһын таптырмай, өҫтөнә нимә алып бирһәләр, шуға риза. Ләкин шуныһы бар, үҫмерҙәрҙең күбеһенә хас булғанса, һеркәһе һыу күтәрмәй, мөгөҙ артынан мөгөҙ сығара. Уҡытыусыларға дәрес үткәрергә кем ҡамасаулай? Инсаф. Мәктәп ихатаһында йәшеренеп кем тәмәке быҫҡыта? Инсаф. Кем дәрестән ҡасып китә? Инсаф. Кем урамда һуғышып милицияға эләгә? Инсаф. Үҫмерҙең тәртибен педсоветтарҙа ла, ата-әсәләр йыйылышында ла тикшерҙеләр. Уҡыуын яҡшыртмаһа, тәртибен төҙәтмәһә, мәктәптән ҡыуабыҙ, тип ҡурҡытып та ҡаранылар. Юҡҡа ғына. Тауыш-тын баҫылғансы күҙгә-башҡа салынмай йөрөй ҙә яңынан теҙгенде бушата. Инсаф бының йүнлегә алып бармағанын үҙе лә аңлай. Әсәһе түгелеп илағанда, ҡабат уны ҡайғыға һалмаҫҡа үҙ-үҙенә әллә нисә тапҡыр һүҙ биргәне лә бар.
Уның холҡо атаһы үлгәс ныҡ үҙгәрҙе. Инсаф атаһын ярата, хатта унан саҡ ҡына шөрләңкерәй ҙә ине. Атаһы улына бер ваҡытта ла тамаҡ ярып ҡысҡырманы, ҡул яҡманы, тәртибе хаттин ашып китһә, бүлмәгә бикләнеп икәүҙән-икәү оҙаҡлап һөйләшерҙәр ине. Йомшаҡ тәбиғәтле, балалары өсөн йәнен ярып бирергә әҙер Шәрифә апай мәрхүм иренең тәрбиә алымдарына ҡыҫылманы, шулай тейеш, тип иҫәпләне. «Һиңә ҡаты ҡул етмәй, атайың иҫән саҡта улай түгел инең», — тип әйтеүе менән, бәлки, ул хаҡлылыр ҙа. Атаһын ерләгәс, Инсафты алыштырып ҡуйҙылармы ни! Һүҙ күтәрмәй, гөлт итеп ҡабына ла китә, етмәһә, телләшә; күңеленә берәй нәмә оҡшамаһа, йоҙроҡтарын төйнәй. Бер кемгә бер һүҙ ҡатмай турһайып йөрөгән көндәре лә етерлек. Икенсе ҡараһаң, тыйып алып булмай, шаяра-көлә, ҡустыһы менән дыу киләләр. Шәрифә апай аңлай: улының ауыр осоро, үҫмерлектән егет ҡорона аяҡ баҫа, донъяға, кешеләргә ҡарашы үҙгәрә. Атаһының вафаты ла эҙһеҙ үтмәне шикелле, күңелендә ғүмерлек төйөн ҡалғанға оҡшаған. Ҡустыһы бәләкәйерәк булғас, әллә ни ауыр кисермәне. Тәүге мәлдәрҙә атаһын таптырып йөҙәтте лә һуңынан телгә алмай башланы.
Инсафтың сирләүе лә әсәһен тыңламауҙан. Кейенмәй йөрөп, һыуыҡ алдырҙы. Телевизор ҡарап ятһа ята, ҡулына китап тотмай. Тырышһа, ҡулынан килә, тик ялҡаулығы көслөрәк. Мәктәпте шаулатҡан ваҡиғала уның ҡыҫылышы юҡмы икән? Булыр ул алабармандан. Бигерәк башһыҙ, алдын-артын уйламай эшләй ҙә ҡуя. Әсә был хаҡта улынан һорашырға ҡыйманы, әрләшеп китеүҙәренән ҡурҡты. Шунан йәнә уйлап ҡуйҙы: башын да күтәрә алмай ауырып ятҡан балала ниндәй мәктәп ҡайғыһы булһын? Ул түгелдер.
Эшкә китер алдынан Шәрифә апай улдарын уятты. Тегеләре баштарын күтәреп ҡараны ла яңынан ятты.
— Иртә бит әле.
— Һеҙ йыйынып барғансы таман була ул. Аш — һыуытҡыста, йылытып ашағыҙ, ас йөрөмәгеҙ.
Инсаф ҡустыһын эйәртеп подъездан сыҡҡанда, дәрестәр башланырға байтаҡ ваҡыт бар ине әле. Алданыраҡ барып егеттәрҙе күрергә кәрәк. Ниндәй яңылыҡтар бар икән? Класҡа яңы ҡыҙ килде, тиҙәр ине, етмәһә.
Шау-гөр килеп ҡаршыланы класташтары Инсафты, тик алһыу битле, ҡыйғас ҡара ҡашлы бер ҡыҙ ғына ығы-зығыға ҡушылманы, быларҙы күҙәтеп урынында ултыра бирҙе. Егеттең хәтере ҡалды: «Ҡара һин уны, үҙенә күрә түгел, эре ҡылана, иғтибар ҙа итмәгән була. — Йөрәге һис сәбәпһеҙгә дарҫлап тибергә тотондо. — Бына һиңә кәрәк булһа, сихырланы ла ҡуйҙы!.. Ниңә ебеп төштөң? Ҡыҙҙар күргәнең юҡмы әллә?..»
Ул сумкаһын өҫтәлгә һалды ла ҡулын һондо:
— Инсаф.
— Лиана. — Ҡыҙ күҙҙәрен һирпеп ҡараны ла, йылмайып, егеттең ҡулын ҡыҫты. — Класташтарың үҙеңде һағынған, килеп инеү менән уратып алдылар.
— Әллә инде, — тип яуапланы егет, башҡа әйтер һүҙ тапмайынса. Уның күңеле һаман да иләҫ-миләҫ килә ине әле.
Лиана ҡыҙҙарҙың һөйләүенән уны алпан-толпан баҫып йөрөүсе, айыуҙай килбәтһеҙ кәүҙәле итеп күҙ алдына килтергәйне. Күргәс, аптырап китте: оҙон буйлы, киң яурынлы егет икән. Ҡыҙҙы иң тәүҙә уның һул яҡ бит алмаһындағы борсаҡ ҙурлыҡ миңе йәлеп итте. Ул үҙен шул миңде һыйпап ҡарауҙан саҡ тыйҙы. Ҡарашы яғымлы, мөләйем. Шул уҡ ваҡытта күҙ ҡарашында ҡорос ныҡлығы шәйләнә. Ошо ҡара ҡашлы, ҡара-һоро күҙле, ҡуйы сәсле егеттең ҡайһы ерендә уҫаллыҡ йәшеренеп ята икән? Буш һүҙҙер.
Егет үҙенең холҡон өсөнсө дәрестә үк күрһәтте. Ҡыҙҙың дәфтәрен алды ла бит тултырып эре хәрефтәр менән: «Һин миңә оҡшайһың», — тип сыймаҡланы. Лиана ла аптыраманы, тегенең дәфтәренә: «Дәрестә был хаҡта һөйләшмәйҙәр», — тип яҙҙы. Бер аҙҙан ҡыҙҙың дәфтәрендә: «Дәрестәр бөткәс, оҙатып ҡуйырмын», — тигән юлдар пәйҙә булды. Яуап оҙаҡ көттөрмәне: «Мәшәҡәтләнмә, юлды беләм». Инсаф: «Көн буранлап тора, аҙашырһың».
— Заһиров, Нуретдинова! Дәрестә икәнлегегеҙҙе онотмағыҙ.
Фирүзә Бәҙретдиновна иҫкәртмә яһағас ҡына туҡталды Инсаф. Ул, ауыҙын ҡаплап, пырхылдап көлдө лә, дәфтәренә эйелде. Лиана үҙ ҡыланышынан үҙе оялды: «Мәктәпкә килеп күренеү менән Искәндәр бәйләнгәйне, хәҙер быныһы… Нахал! Бөтә класс алдында оятҡа ҡалдырҙы».
Яңы мәктәптә бер дәрес тә уҡый алмай ҡайтып барғанда юлына арҡыры төштө Искәндәр. Бигерәк мыжыҡ, туҡтауһыҙ ата-әсәһенән зарланды.
— Беләһеңме, мине улар һаман бала урынына күрә. Минең дәрестәремдән башҡа уларҙы бер нәмә лә ҡыҙыҡһындырмай. Минең дә кеше икәнлегем, минең дә үҙ эштәрем булыуы уларҙың башына ла килмәй. Телевизор ҡарарға ярамай, компьютерҙа уйнарға ярамай, музыка тыңларға ярамай. Ярамай, ярамай… Беләһеңме, хатта шуға барып еттеләр, берәйһе мине һорап шылтыратһа, телефонға ла саҡырмайҙар. Ә үҙҙәре икеһе лә юғары белемле, фән кандидаттары, докторлыҡ диссертацияһы яҡларға йыйыналар.
Искәндәрҙе тыңлап туйған Лиана һүҙҙе икенсегә борҙо.
— Аттестат алғас, ҡайҙа уҡырға барырға йыйынаһың?
— Беләһеңме, бында ла мин үҙ иркемдә түгел. — Егет ауыр һуланы. — Атай менән әсәй үҙҙәренә оҡшаған һөнәрҙе көсләп таға. Улар минең иҡтисад факультетына барыуымды теләй, ә үҙемдең филолог булғым килә.
— Ата-әсәң, юлын табып, үҙең теләмәгән факультетҡа индерһә, биш йыл ғүмерең бушҡа уҙасаҡ.
— Беләһеңме, мин мәктәпкә йөрөүҙең бер файҙаһын да күрмәйем. Бушҡа ваҡыт үткәреү. Әҙәбиәттән башҡа бер фән дә оҡшамай.
— Әле файҙаһы теймәһә, киләсәктә тейәсәк. Белмәй уҡытмайҙарҙыр, — тип ҡаршы төштө Лиана.
— Белмәйем шул. Үҙ фекереңде әйтергә лә ирек бирмәйҙәр. Дәреслек буйынса һөйлә, тип ауыҙҙы ябалар.
— Оҙатҡаның өсөн рәхмәт. Мин ҡайтып еттем.
— Ҡайҙа ашығаһың? Әҙерәк һөйләшәйек әле. Беләһеңме, шиғырҙарымды уҡырмын тигәйнем.
— Башҡа ваҡытта. Өйҙә эшем күп.
— Киноға саҡырһам, барырһыңмы?
— Ата-әсәң ебәрерме һуң?
Искәндәрҙең төҫө боҙолдо, ашығып китеп барҙы. Хатта хушлашып та торманы. «Телемде тыя алмай үпкәләттем, ахыры», — тигән уй килде ҡыҙҙың башына. Бөгөн инде Лиана уның менән икәүҙән-икәү ҡалырға теләмәй, тәнәфестәрҙә осрашмаҫҡа тырыша. Дәрестәрҙә ваҡыт-ваҡыт күҙ һалып алыуҙарына ҡарағанда, һаман да өмөтөн өҙмәгәнгә оҡшаған.
Дәрес бөтөр алдынан өҫтәлгә дүрткә бөкләнгән ҡағыҙ ташланылар. Уны Лианаға ебәргәйнеләр. Инсаф ҡағыҙҙы ҡыҙға бирмәне, үҙе уҡыны: «Л.! Бөгөн осрашайыҡ әле. Әйтәһе һүҙем бар. И.» Яуап яҙҙы ла кире ебәрҙе. «Лиана янында тағы бер тапҡыр күрһәм, беләһеңме (был һүҙҙең аҫтына ике ҡатлы һыҙыҡ яһаны), ни эшләтәм? Ботоңдо һуғып һындырам! Инсаф». Ҡағыҙҙың уҡытыусы ҡулына эләгеүенән дә ҡурҡмай, исемен тултырып яҙҙы. Яуапты кемдән алғанын белһен!
Инсаф менән Лиана көлөшә-көлөшә мәктәп ҡапҡаһынан сығып киткәс, Искәндәр тәрән итеп көрһөндө, уларҙы күрмәҫ өсөн күҙҙәрен сытырлатып йомдо.
5
Иртәгә ата-әсәләр йыйылышы була тигән көндө мәктәптә оло тәнәфестә янъял ҡупты. Инсафтан нисек үс алырға белмәй аптырап йөрөгән Искәндәрҙең күҙе алма ашаусы Илфирға төштө.
— Миңә лә тәмләт әле!
— Бер генә ҡап. — Малай алманы Искәндәргә һондо.
— Үҙең генә аша. Әсәйең урлап алып ҡайтҡан алма менән ауыҙымды бысратҡым килмәй. — Искәндәр бер ситтә егеттәр менән көлөшә-көлөшә әңгәмәләшкән Инсаф ишетерлек итеп юрый ҡысҡырып әйтте был һүҙҙәрҙе. Мәктәптә Шәрифә апайҙың ашханала эшләүен күбеһе белә ине, барыһының да ҡолағы ҡарпайҙы. Инсафтың битенә ҡан йүгерҙе, ул шәп-шәп атлап килде лә ҡустыһы алдында ауыҙын йырып көлөп торған Искәндәрҙең яғаһынан эләктереп алды.
— Нимә тинең? Ҡабатла әле!
— Нимә ишетһәң, шуны әйттем.
Ғәрлегенән шартлар сиккә еткән Инсаф бар көсөнә киҙәнеп Искәндәрҙең яңағына тондорҙо. Тегеһенең күҙлеге ватылып бер ситкә осто, танауынан ҡан борланы. Йәнә киҙәнергә ынтылған Инсафтың беләгенә Роберт килеп аҫылынды.
— Аҡылыңды юйма!
— Ебәр, өҙгөсләп ташлайым мин уны!
Шау-шыуҙы ишетеп уҡытыусылар килеп етте.
— Тағы ла шул Заһиров!
— Нимә етмәй һиңә?
Танауын ҡулъяулыҡ менән ҡаплаған Искәндәрҙе медпунктҡа алып киттеләр, Инсаф мәктәп директоры артынан эйәрҙе.
— Иптәшеңә ниңә һуҡтың? — Сафуан Бәхтегәрәевич асыулы ҡарашын Инсафҡа төбәне.
— Икенсе телен тыйһын.
— Нимә тине һуң?
— Үҙенән һорағыҙ.
— Унан да һорарбыҙ, әле һинән ишеткем килә.
Тәҙрә аша тышты күҙәткән Инсаф башын директорға табан борҙо.
— Сафуан Бәхтегәрәевич, иң яҡын кешегеҙ тураһында насар һүҙ әйтһәләр, ни эшләр инегеҙ?
— Дауам ит, тыңлайым.
Директор күпме генә өгөтләһә лә, Инсафтан башҡа һүҙ әйттерә алманы.
— Һинең менән ни эшләргә инде, Заһиров? Тәртип боҙоуың бер бөгөн түгел. Мәктәптән киткәс, бындай холоҡ менән йәшәүе ҡыйын булыр бит, шуны аңлайһыңмы?
— Аңлайым да ул…
— Аңлағас, ниңә үҙеңде ҡулға алмайһың?
— Ғәфү итегеҙ, башҡаса улайтмам.
— Әсәйең йыйылышҡа киләме?
— Килә алмай, эшенән ебәрмәйҙәр, шәмбе көн инеп сығырмын, тине.
— Бар, дәрескә ин.
Инсаф дәрестәр бөткәнен саҡ көтөп алды, уның яңғыҙ ҡалғыһы, үҙ ҡылығына үҙе баһа биргеһе килә ине. Мәктәптән сығыуға, ҡаршыһына Лиана килеп баҫты. Ҡайһы арала кейенеп өлгөргән, класта ҡалғайны ла баһа.
— Оҙатаһыңмы? — Ҡыҙ күн бирсәткәләрен кейҙе.
— Үҙең ҡайта белмәйһеңме ни?
— Көн буранлап тора, йә аҙашырмын.
Дәрестә бер-береһенең дәфтәренә яҙышҡан һүҙҙәрҙе хәтерләп, икеһе бер юлы көлөп ебәрҙеләр.
Бер аҙ атлағас, Инсаф сумкаһынан ҡабы менән сигарет сығарҙы.
— Тартаһыңмы ни?
— Һирәкләп. Берүк тәмәкенең зыяны тураһында лекция уҡыма. Директорҙың өгөт-нәсихәтенән дә ғарҡ булдым.
— Үҙеңә бер нәмә һөйләрмен тигәйнем. — Лиананың кәйефе төштө.
— Телең ҡысытҡас, һөйлә һуң.
— Тик ул һин тыңларға теләмәгән тәмәкенең зыяны тураһында.
— Барыбер һөйлә.
— Италияла ун биш йәшлек бер малай атаһын судҡа биргән. Атаһының өйҙә тәмәке тартыуы арҡаһында ул астма сире эләктергән. Ғаилә ағзаларының, врачтарҙың, руханиҙың үтенесенә ата кеше ҡолаҡ һалмаған, өйҙә тартыуын дауам иткән. Малай әсәһе менән бергә судтан тәмәкесе атаһынан айырыуҙы һораған. Бынан тыш, атаһынан 480 мең доллар күләмендә компенсация талап иткән.
— Атаһы аҡса биргәнме һуң?
— Был хаҡта гәзиткә яҙмағандар.
— Ни әйтергә теләгәнең аңлашылды, һиңә оҡшамағас, ҡабат тартмам. Әле йәнем әрнегәнгә ауыҙға алдым. Искәндәрҙең мыҫҡыл итеп әйткән һүҙҙәре һаман да ҡолағымда сыңлап тора. Роберт килеп айырмаһа, кәрәген ала ине инде. Ярай, бәхетенән айырып өлгөрҙөләр.
— Ҡанға батҡансы һуғышырлыҡ нимә әйтте һуң?
Инсаф яуап бирмәне.
— Теләмәһәң, һөйләмә.
— Һөйләйем, һинән йәшерен серем юҡ… Ул әсәйем тураһында шундай насар һүҙҙәр әйтте. Йәнәһе, ул ашхананан өйгә аҙыҡ-түлек ташый. Уныңса, әсәйем урлаша булып сыға. Ә минең әсәйем — иң намыҫлы кеше, рөхсәтһеҙ бер телем икмәк тә алмай. Иптәштәрең алдында әсәйеңде бур тип атаһалар, һин ни эшләр инең?
— Мин дә түҙеп тора алмаҫ инем. Был яҡлап ҡарағанда, һин хаҡлы. Һуғышыуың ғына йәмһеҙ килеп сыҡты.
— Быны мин уның иҫенә төшөрәсәкмен әле. Ғүмерҙә ғәфү итәсәгем юҡ.
— Ни өсөн ҡул күтәргәнеңде директорға әйттеңме?
— Юҡ. Әйтмәйәсәкмен дә.
— Әсәйеңә лә һөйләмәйәсәкһеңме?
— Уға ла. Ниңә уны көйәләндерергә?
— Һине тыңлағас ҡына Искәндәрҙең ни өсөн шулай ҡыланғанын аңланым. Бөтәһе өсөн дә мин ғәйепле.
— Һин?! — Егеттең ғәжәпләнеүе йөҙөнә сыҡты.
— Эйе, мин. — Ҡыҙ үҙен тыныс тотто. — Оҙата барғас, мин уны мыҫҡыл итеп ҡыуып ебәрҙем.
— Нимә тинең?
— Таптым инде. Киноға саҡырғайны, әсәйең ебәрерме һуң, тинем.
— Клево! Егет икәнһең!— Инсаф быуыны ҡатып көлдө. — Тот биште, ун булһын!
Саманы юғалтты егет, йөҙө сытайған ҡыҙ ҡулын йәһәт тартып алды:
— Ауырттырҙың бит!
Инсаф ишетмәмешкә һалышты, үҙенекен теҙҙе:
— Нисәмә йыл бергә уҡыйбыҙ, фатирҙарының ишеге ҡайһы яҡҡа асылғанын да белмәйем.
Теле берҙе һөйләне, башы икенсене уйланы: «Их, ниндәй уңайлы осраҡты ҡулдан ысҡындырҙым! Бындай мәлдә ҡыҙҙарҙы үбәләр шикелле. Әлеге шул тәжрибәһеҙлек…»
— Беҙҙең бер өҫтәлдә ултырыуыбыҙға, мәктәптән бергә ҡайтыуыбыҙға эсе көтөрләй. Шуның өсөн үс алған.
— Аңлашылды, — тине Инсаф ҡаты ғына. — Ҡабат минең ҡул аҫтына килеп эләкһә, үҙенә үпкәләһен.
— Берүк бәйләнеп йөрөй күрмә, — тип үтенде Лиана.
— Тыйылһам да, һинең хаҡҡа ғына.
Ҡыҙ подъезд ишегенә үрелде, Инсаф уның еңенән тартып туҡтатты.
— Кис көнө шылтыратырмын.
— Бик һуңға ҡалма, — тип ризалашты Лиана.
6