Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Октябрь 2023, 09:00

Хушлашыу вальсы Повесть (4) Факил Мырҙаҡаев

Уның аҡылһыҙлығы арҡаһында күпме кеше яфалана! Мәктәпте килеп тикшерерҙәр ҙә оноторҙар һымаҡ ине, һаман ғәйепле кешене эҙләйҙәр.

Хушлашыу вальсы Повесть (4)  Факил МырҙаҡаевХушлашыу вальсы Повесть (4)  Факил Мырҙаҡаев
Хушлашыу вальсы Повесть (4) Факил Мырҙаҡаев

6

 

Сафуан Бәхтегәрәевич менән Гөлсара Ғәлихановна оҙаҡ әңгәмәләшә алманы, ишек шаҡынылар.

— Йыйылып бөттөләр, һеҙҙе көтәбеҙ, — тине ишек асыу менән Фирүзә Бәҙретдиновна. Директор янындағы олпат һынлы ҡатынды шәйләгәс, ҡаушаны. — Һаумыһығыҙ, — тип өҫтәне тауышын әкренәйтеп.

— Гөлсара Ғәлихановна, таныш булығыҙ, XI «Б» класының етәксеһе Фирүзә Бәҙретдиновна. — Сафуан Бәхтегәрәевич урынынан ҡалҡынды.

Фирүзә Бәҙретдиновна баяғынан да нығыраҡ баҙаны, уның ҡаршыһында үҙенә университетта белем биргән уҡытыусыһы тора ине.

— Беҙ — таныштар, — тине Гөлсара Ғәлихановна. — Фирүзә — минең элекке студентым.

— Шулаймы ни? — Директор ғәжәпләнде, унан бер-береһенә тексәйешкән ҡатындарға ҡарап алғас: — Бик һәйбәт, — тине.

— Мин Лиананың һеҙҙең ҡыҙығыҙ икәнлекте белмәгәйнем, — тине үҙен ҡулға алып өлгөргән Фирүзә Бәҙретдиновна. — Ғәфү итегеҙ.

— Белмәүегеҙ ғәжәп түгел. Ҡыҙым ирем фамилияһында йөрөй.

Ата-әсәләр һәм уҡыусылар менән берлектә үткәрелгән йыйылышта тәүге һүҙҙе мәктәп директорына бирҙеләр.

— Үткән аҙнала беҙҙең мәктәптә булған ЧП-ны ишеткәнһегеҙҙер тип уйлайым.

— Ишеттек, ишеттек, — тиеште ата-әсәләр.

— Телевидениенан да һөйләнеләр, гәзиттәрҙә лә яҙып сыҡтылар.

— Ундай хәбәр тиҙ тарала.

— Һуңғы арала ялған террорсыны эҙләү менән мәшғүлбеҙ. — Сафуан Бәхтегәрәевич һул ҡулы менән салланған сәсен һыйпап ҡуйҙы. — Балалар менән айырым-айырым һөйләшеү ҙә, класс сәғәттәре үткәреү ҙә һөҙөмтә бирмәне. Бәлки, һеҙ берәй нәмә беләһегеҙҙер?

Бүлмәне тынлыҡ баҫты. Һүҙ алырға теләүсе табылманы. Ҡайһы ата-әсәнең үҙ балаһын уның урынында күргеһе килһен: «Һәр аҙымы күҙәтеү аҫтында, ҡулынан дәфтәр-китап төшмәй. Юҡ, был уның эше түгел. Директор буштан-бушҡа ғауға ҡуптара. Минеке бындай аҙым яһамаҫ, башҡа ерҙән эҙләһендәр».

Берәү ҙә һөйләргә теләмәне. Сафуан Бәхтегәрәевич, тулҡынланыуын баҫырға тырышып булһа кәрәк, йәнә сәсенә ҡулын тейҙереп алды ла дауам итте:

— Һеҙҙе балаларығыҙ менән бергә йыйыуыбыҙҙың сәбәбе шунда: әйҙәгеҙ, уларға бындай «шаярыуҙарҙың» йүнлегә алып бармауын аңлатайыҡ. Өндәшмәһәгеҙ ҙә, аңлап торам, һеҙҙең берегеҙҙең дә, минең балам шылтыратҡан, тип әйтергә теле әйләнмәҫ. Был яҡлап ҡарағанда, һеҙ хаҡлы, әлбиттә. Ләкин миҙалдың икенсе яғы барлығын да онотмайыҡ. Бөгөнгө шаярыуҙар киләсәктә ысынлап та енәйәткә алып барып еткермәҫ тип кемегеҙ гарантия бирә ала? Нью-Йорктағы күккә олғашҡан йорттарҙың емерелеүен иҫкә төшөрәйек. Мәскәүҙә, илебеҙҙең башҡа ҡалаларында шартлатылған йорттар һуң? Меңәрләгән ғәйепһеҙ кешеләрҙе юҡ итеү, әҙәм балаларының ғүмерен ҡыйыу — бәғерһеҙлек.

Мәктәп директоры сығыш яһағанда, Инсаф үҙенә урын тапманы. Бите ут кеүек янды, башына эҫе ҡапты. Үс иткәндәй, ҡулъяулығын онотоп ҡалдырған, тирен еңе менән һөрттө.

— Әллә ауырыйһыңмы? — тип бышылданы Лиана. — Һыу килтерәйемме?

— Кәрәкмәй. — Инсаф башын сайҡаны. Ул үҙенең теге көндәге ҡылығы өсөн үкенде. Уйындан уймаҡ сығарҙы, ахмаҡ! Уның аҡылһыҙлығы арҡаһында күпме кеше яфалана! Мәктәпте килеп тикшерерҙәр ҙә оноторҙар һымаҡ ине, һаман ғәйепле кешене эҙләйҙәр. Ата-әсәләргә лә, уҡыусыларға ла тынғылыҡ бирмәйҙәр. Әллә баҫырға ла: «Мин шылтыраттым!» — тип әйтергәме? Ултыртһалар, ултыртып ҡуйырҙар, ғүмер буйы төрмәлә тотмаҫтар, бер сығарырҙар әле. Былай ғазап сиккәнсе, рәшәткә артында булыуың мең артыҡ. Ләкин Инсафтың класташтары, уларҙың ата-әсәләре алдында ғәйебен танырға ихтыяр көсө етмәне. Әсәһе, ҡустыһы унһыҙ ни эшләр? Иң яҡын кешеләре, уларҙан башҡа бер кеме лә юҡ. Ул үҙ-үҙен өҙгөләп ташлар сиккә етте: милицияға ялған хәбәр биргәнсе уйларға кәрәк ине был хаҡта!

Директорҙы тыңлай торғас, ата-әсәләр ҙә телгә килде.

— Сафуан Бәхтегәрәевич, миңә ҡалһа, буяуҙы артыҡ ҡуйыртабыҙ төҫлө, — тине уларҙың береһе. — Беҙгә кәрәк кешене мәктәптән ситтә эҙләү яҡшыраҡ булмаҫмы? Ошоға оҡшаш хәл беҙҙе лә урап үтмәне. Ярты көн эшләмәнек, аҙна буйы һорау алдылар. Бөтөнләй сит ҡаланан шылтыратҡандар. Директорҙың элекке әшнәһе. Конкуренция көслө: берәй нәмә бүлешә алмағандарҙыр. Беҙҙе лә берәйһе үҙ ҡурайына бейетмәйме икән?

— Улай булыуы ла ихтимал, — тине директор икеләнеберәк. — Шулай ҙа уяулыҡты юғалтмайыҡ, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Мин уларҙың бөтәһенең дә мәктәптән аттестат алып сығыуын теләйем.

Класс етәксеһе Фирүзә Бәҙретдиновна һүҙ алғас иң элек алда торған имтихандарҙы иҫкә төшөрҙө, шунан уҡыусыларҙың тәртибенә туҡталды.

— XI класҡа еткәс, уҡыусыларҙы алыштырып ҡуйҙылармы ни, тыңламай аптыраталар. Уҡыу тураһында уйламайҙар, бар белгәндәре — ихахай ҙа михахай. Егеттәре лә, ҡыҙҙары ла бер сыбыҡтан ҡыуылған, мәктәпкә ғишыҡ тотошоу өсөн генә йөрөйҙәр. Дәрес бөткәнен көтөргә лә сабырлыҡтары етмәй, быш-быш киләләр, туҡтауһыҙ записка алышалар. Әйткәнде ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр, көлкөгә һа-быштыралар ҙа ҡуялар. Өйләнешергә, айырылышырға өлгөрөрһөгөҙ. Уныһы ҡасмаҫ…

— Фирүзә Бәҙретдиновна, үҙегеҙҙең ҡайҙа һәм кемдәр алдында сығыш яһағанығыҙҙы онотмағыҙ, — тип бүлдерҙе уны Сафуан Бәхтегәрәевич, ризаһыҙлыҡ белдереп. — Миҫалдар килтерә алаһығыҙмы? Мин бөтәһенең дә дәрте мөйөшләнгән тигән фекерҙе ҡабул итә алмайым.

Биш-алты уҡыусының фамилияһын атағас, Фирүзә Бәҙретдиновна, тамағына төйөр тығылғандай, тотлоҡто, йылп иттереп Гөлсара Ғәлихановнаға ҡарап алды ла йәнә ике фамилия өҫтәне:

— Заһиров, Нуретдинова. — Бүлдереп ҡуя күрмәһендәр тигәндәй, ашығып һөйләргә кереште. — Беҙгә килгәнсе Нуретдинованың тәртибе нисек булғандыр, үҙем уҡытмағас, әйтә алмайым. Класс етәксеһе булараҡ, мин Лиананың тәртибенән ҡәнәғәт түгелмен. Дәрестә иғтибарһыҙ. Уға Заһировтың йоғонтоһо көслө, бер өҫтәлдә ултыралар, урамда ла айырылыша алмайҙар, гел ҡултыҡлашып йөрөйҙәр. Бәлки, үҙҙәрен тыңлап ҡарарбыҙ, үҙҙәрен ниңә әҙәпһеҙ тоталар икән?

Биттәренә тимгел-тимгел таптар ҡалҡҡан Инсаф менән Лиана тороп баҫты.

— Фирүзә Бәҙретдиновна, мин һеҙҙән ғәфү үтендем. Уға ғына риза түгел икәнһегеҙ, әсәйем алдында, — ҡыҙ күҙҙәре менән бүлмәне байҡап сыҡты, — класташтарым алдында тағы бер ғәфү үтенергә әҙермен.

— Уҡыуы нисек?

Гөлсара Ғәлихановнаның һорауын Фирүзә Бәҙретдиновна оҡшатманы, ситләтеп яуап ҡайтарҙы:

— Минең дәрестәргә әҙерләнеп килә, башҡа фәндәрҙән нисектер?

Күрәләтә үҙен кәмһеткән уҡытыусыға Лиананың асыуы ҡабарҙы. Килешмәһә лә, үҙен яҡланы, насар уҡый тигән фекер тыуҙырмаһын.

— Башҡа фәндәрҙән дә һәйбәт.

— Ултыр, Нуретдинова! — тине класс етәксеһе ҡырт киҫеп, шунан Инсафҡа уҡталды. — Йә, һөйләп ебәр, Искәндәр менән ниңә һуғыштың?

Бит остары ҡыҙарған егет, уҡытыусының ҡарашын күтәрә алмай, башын ситкә борҙо.

— Заһиров, әллә ишетмәйһеңме? Һорауға яуап бир: тәртибеңде ҡасан төҙәтәһең?

Фирүзә Бәҙретдиновна әллә ҡасанғы ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрҙө, булғанын да, булмағанын да соҡоп сығарҙы. Уныңса, Инсаф — мәктәптә иң тәртипһеҙ уҡыусы. Дәресте өҙгән дә — ул, һуғыш сығарған да — ул. Уҡымай, саҡ-саҡ «өслө»гә өлгәшә. Хет бөгөндән мәктәптән ҡыу, берәү ҙә «ыһ» та тимәйәсәк.

Әллә йыйылышты ташлап сығып китергәме? Инсафты ниндәйҙер бер эске көс тыйҙы: түҙ, тамағы ҡарлыҡҡас, туҡтар әле. Фирүзә Бәҙретдиновнаның уға ҡаҙалыуы яңылыҡ түгел, кешегә бәйләнмәһә, тамағына аш үтмәйҙер инде, күрәһең. Һуңынан үҙенә ҡыйынға тура киләсәк. Форсат сыҡҡан һайын иҫенә төшөрәсәктәр, йәнәһе, үҙен әллә кемгә ҡуя, һүҙ күтәрмәй.

— Әсәйең ниңә килмәне?

— Эштә.

— Алдашма, әйтмәгәнһеңдер.

Инсаф өсөн Сафуан Бәхтегәрәевич яуап бирҙе.

— Шәмбе көн килә, шунда һөйләшербеҙ, — тип буш бәхәскә сик ҡуйҙы.

Лиана әсәһенең йыйылыштарҙа сығыш яһамай ҡалғанын хәтерләмәй. Ләкин уның әле һөйләгәндәре аптырашта ҡалдырҙы.

— Ҡыҙым хаҡында һүҙ сыҡҡас, өндәшмәй ҡала алманым, — тине Гөлсара Ғәлихановна. — Лиана, Фирүзә Бәҙретдиновна әйткәндәр дөрөҫ икән, һинең өсөн миңә оят. Мин һинән быны көтмәгәйнем. Хәйер, был хаҡта өйҙә һөйләшербеҙ. Әйтәһе килгәнем башҡа нәмә тураһында. Фирүзә Бәҙретдиновна, сығышығыҙҙың тәүге өлөшө оҡшап етмәне миңә. Һеҙ үҙегеҙҙең ҡул аҫтындағы уҡыусыларҙың йөрәгендә тумаланып ҡына килгән хистәрҙе әллә ҡабул итергә теләмәйһегеҙ, әллә аңлап етмәйһегеҙ. Уҡыусыларға нисектер мыҫҡыллап ҡарайһығыҙ һымаҡ тойолдо миңә. Мөхәббәт — улар өсөн әлегәсә татып ҡарамаған өр-яңы тойғо. Уларҙың йөрәгендә һөйөү хистәре ҡабынған икән, бынан көлөргә ярамай, киреһенсә, хупларға кәрәк, минеңсә. Уларҙың йөрәгендә ҡабынған мөхәббәт хистәре, бер яҡтан, таң ысығылай саф булһа, икенсе яҡлап, үтә нескә. Мин уны ҡояшҡа ынтылған яҙғы үҫенте менән сағыштырыр инем. Һаҡһыҙ ҡағылһаң, уның шиңеүе лә бар. Шуны онотмайыҡ. Мөхәббәт егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы бер-береһенә иғтибарлыраҡ булырға, бер-береһен хөрмәт итергә, бер-береһенә яҡшылыҡ эшләргә өйрәтә. Уларҙы бер-береһенә күҙгә күренмәгән ептәр бәйләй. Ғашиҡтарҙың араһына тупаҫ ҡыҫылып, был ептәрҙе өҙөргә берәүҙең дә хаҡы юҡ, сөнки хаҡһыҙ әйтелгән һәр бер һүҙ уларҙың күңелендә мәңге уңалмаҫ яра ҡалдырыуы ихтимал. Минең уйлауымса, яратырға өйрәнеү мәктәп йылдарында уҡ башлана. Быны кире ҡағыу — уларҙы аңламау тигән һүҙ. Беҙ, ниңәлер, быны күрмәмешкә һалышабыҙ, аңларға теләмәйбеҙ, насар нәмә булараҡ ҡабул итәбеҙ. Беҙ ҙә ҡасандыр улар йәшендә булыуыбыҙҙы онотмаһаҡ ине. Беренсе мөхәббәттән дә изгерәк тойғо юҡ, минеңсә. Беренсе мөхәббәт йыш ҡына берҙән-бергә, ғүмерлеккә әйләнә. Ҡайһы берҙәрегеҙ буш һүҙ һөйләй тип уйлар. Миҫал килтереп үтәм. Улым VI кластан бирле дуҫлашып йөрөгән ҡыҙға өйләнде. Бергә урта мәктәпте бөттөләр, биш йыл буйы икеһе ике ҡалала вузда уҡыны.

Гөлсара Ғәлихановнаның сығышына иң ҡыуанғаны уҡыусылар булғандыр, моғайын. Уларҙың бар ҡиәфәте: «Беҙҙе лә аңлар кеше булыр икән? Лиананың әсәһе ниңә беҙҙең мәктәптә уҡытмай икән дә, ниңә беҙҙең класс етәксеһе түгел икән? — тип ҡысҡырып тора ине. — Күңел серҙәребеҙҙе асыр инек. Фирүзә Бәҙретдиновнаға һүҙ өндәшерлек түгел, әрләргә тотона. Уға бары тик уҡыусылар уҡыһын да тәртип боҙмаһын».

Өйҙә Гөлсара апай ҡыҙынан Инсаф тураһында һорашты.

— Үҙ һүҙле, ҡырыҫ, алдына бер кемде лә сығарырға оҡшамаған.

— Ситтән ҡарағанда ғына шулай күренә ул, әсәй. Былай һәйбәт егет. Ғәҙел, тура һүҙле. Миңә уның үҙ һүҙендә тора белеүе оҡшай.

— Фирүзә Бәҙретдиновна бөтөнләй бөтөрөп ташланы ла баһа.

— Һуғышыуын әйтәһеңме ни?.. Бер кемгә лә һөйләмәҫкә вәғәҙә биргәйнем, һиңә әйтәм инде, икебеҙҙең арала ғына ҡалһын. Ишетеп ҡалһа, асыуланыр. Ул Искәндәргә әсәһен мыҫҡыл иткән өсөн ҡул күтәргән. Теге Инсафҡа, һинең әсәйең бур, тигән.

— Быныһы насар. Үҙ фекереңде йоҙроҡ менән түгел, һүҙ менән яҡлап өйрәнергә кәрәк.

— Эй, әсәй, һин шулай тиһең дә ул, иптәштәрең алдында мыҫҡыл итһәләр, ҡыҙ башым менән мин дә түҙмәҫ инем.

— Һин уның менән һаҡ бул, ниңәлер ул миңә оҡшап етмәне, — тип кәңәш биреүҙән үҙен тыя алманы Гөлсара апай. — Хәйер, кешегә бер күреүҙән генә баһа биреү ҡыйын.

 

7

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас