

10
Ниһайәт, Ҡуштау элитаһы ҡыбырсып көткән көн дә килеп етте. Апрелдең ун дүртенсе кисендә тыуған икән Фәрүәз Зиннәт улы. Мәҙәниәт һарайының ҡунаҡтар менән шығрым тулған ҙур бер залындағы шаршауҙы нәҡ сәғәте-минутында асып ебәрҙеләр. Өҫтәл артында гәп ҡорған ҡунаҡтар сәхнәлә теләһә кемде – алып барыусыны, йырсыны, шағирҙы йә иһә берәй әкиәт, миф персонажын күрергә әҙер инеләр. Әммә айҙың ун дүртенсе кисе кеүек йылмайып, балҡып Фәрүәз әфәнде үҙе килеп сыҡмаһынмы? Собханалла! Өҫтөндәге зәңгәрһыу джинсы күлдәк-салбар уны нисек йәш, һомғол итә... Ул да булмай, музыка уйнап ебәрҙеләр һәм залды көр, яғымлы бас биләй барҙы:
Тыуған төбәк – иргә терәк,
Йырҙан йәшәрә йөрәк...
Был залдың Татарстан, Башҡортостан тарафтарынан килгән байтаҡ йырсыларҙы тыңлағаны бар. Илһам Шакиров та, Хәйҙәр Бигичев та, Салауат, Фидан, Айҙар ҙа булды, һәр ҡайҙағы төҫлө, Ҡуштауҙа ла «бис!» менән алҡышланды. Таланттар йырлап бәғерҙәргә үтәләр, һүҙ юҡ! Тик уларға ҡарап ғәжәпләнеү хисе бәреп сыҡмай. Шулай йырларға тейештәр, башҡаса була алмай. Гастролдәргә сығыр тауышты, әкиәттәге кәзә бәрәстәренән ишек астырырға ынтылған бүренекеләй итеп, кемдәрҙер туҡтауһыҙ игәйҙәрҙер, сүкейҙәрҙер, шымарталарҙыр... Ә бына ҡаршыларына сығып йырлап торған Фәрүәзгә ҡарап күптәр ауыҙҙарын асып ҡатып ҡалды. Ҡарале, һуң был беҙ күрергә күнеккән Зиннәтычмы? Ҡырҙар, фермалар, эшкәртеү цехтары мәшәҡәте менән ал-ял белмәй йөрөгән башлыҡмы? Һай, тауыш! Ниндәй моң! Ниңә йәшергән был һәләтте?.. Вәт, егетһең һин, Фәрүәз! Бис, бис!
Талант бына шулай кешеләрҙе ғәжәпләндереп, шаҡтар ҡатырып асылһа ғәжәп шул ул!
Тулҡынланған, күҙҙәре осҡонланып янған юбиляр йырсыны байтаҡ алҡышлап торҙолар. Нәҡ минутын, секундын белеп, Фәрүәз Зиннәтович янына матур костюмдан, галстуктан, тулайым бик шәп ҡиәфәттә Сәфәр Раянович килеп баҫты:
– Хәйерле кис, ханымдар, әфәнделәр! Фәрүәз Зиннәт улының илле йәше тулыуға бағышланған байрам кисәһендә һеҙҙең менән осрашыуыбыҙға ифрат шатбыҙ. Уның башҡарыуындағы «Тыуған ер» йырының һеҙҙең тарафтан шулай алҡышланыуы беҙҙе лә һөйөндөрә. Рәхмәт! Тик сер итеп әйтәм, – Сәфәр тын алмаштырҙы, лекцияһындағы һымаҡ алға күҙ йүгертеп алды. – Һеҙ устарығыҙҙы йәлләгеҙ, туғандар. Йыр – юбилярыбыҙҙың тик бер һәләте генә әле. Алда һеҙҙе Фәрүәз Зиннәтовичтың тағын бик күп аҫыл сифаттарына һоҡланыу көтә. Тимәк, ҡул сабыуҙар, алҡыштар бик күп буласаҡ. Шулай итеп, беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ – Фәрүәз Зиннәт улы Әйүпов! – Һәм ул юбиляр йәнәшәһенә баҫып, уның уң ҡулын күтәрҙе. – Тыуған көнөң менән, хөрмәтле замандаш!
Сәхнәләге был күренеш ғәҙәти генә булһа ла, тәьҫирле булып сыҡты. Йәнә ал ҡышлау ҡупты.
– Йәгеҙ, ҡунаҡтар, юбиляр хөрмәтенә күтәрәйек!
Мәжлес дәррәү гөрләргә тотондо, бокалдар зыңланы, сәнскестәр, ҡалаҡтар хәрәкәткә килде. Залға бер төркөм йәш ҡыҙҙар менән матур сигелешле милли ҡалфаҡлы Разия йылмайып килеп сыҡты... Күҙ теймәһен, кисә ифрат уңышлы башланып китте. Тамашасыла ысын байрам хисе. Алда был хисте һис зәғифләндермәйенсә дауам итергә, үҫтерергә кәрәк, тип уйланы сәхнә артындағы Рәғиҙә. Программа төҙөгәндә икеләнеп ҡалған ине, тәүге һүҙҙе хакимиәт башлығына бирергәме, әллә Фәрүәздең әсәһе алһынмы? Референт сифатындағы сәркәтип ҡатын Галина Мурясова – туфлиҙарынан башлап һары бөҙрәләренә, алтын тирәсле күҙлегенә саҡлы рәсмилек символы – ҡәтғи әйтте: «Ғәҙәт инде беҙҙә, беренсе һүҙ Атилла Әхиәровичҡа тейеш!» Ләкин Рәғиҙәнең эске тойомо әсә яғына тартты: «Башлыҡтар былай ҙа күп һөйләйҙәр, башта әсәне тыңлайыҡ».
Ҡунаҡтар еңелсә тамаҡ ялғап алғас та, Сәфәр, микрофонын тотоп, Фәрүәз ғаиләһе ултырған өҫтәл тарафына килде. «Баланың яҙмыш инеше әсәлә, әсә ҡулында...» – тип килештереп ҡыҫҡаса нотоҡ тотоп, йыйнаҡ кәүҙәле, аҡ йөҙлө күркәм ҡарсыҡҡа һүҙ бирҙе. Бөтөн ғүмерен Ҡуштау шифаханаһы менән бәйләп, кешеләр дауалауға бағышлаған операция сестраһы Рабиға апай күп һөйләмәне, мәгәр нәҡ кәрәклеһен әйтте: «Мин улымды ғәҙел, шәфҡәтле булырға өндәнем. Һүҙем менән дә, ғәмәлем менән дә күңеленә шул сифаттарҙы һалырға ынтылдым. Бына был ниәт нисек килеп сыҡҡандыр инде, табып, бағып үҫтергән уланым күҙ алдығыҙҙа тора, үҙегеҙ әйтерһегеҙ...»
Шаулатып ҡул саптылар. Бер көлөп, бер нескәреп, әсәгә бағышлап тост күтәрҙеләр.
Бына хәҙер башлыҡ сираты.
Рәғиҙә кисә алдынан район хакимиәте етәксеһе Атилла Әхиәрович янына барған ине. Элек әлеге вазифа биләгән заттарҙы «Беренсе» тип атанылар. Тулы итеп әйткәндә, район партия комитетының беренсе секретары, сәйәси лидер һәм хужа был. «Беренсе» әйткән – закон! Быны тотмаған, үтәмәгән кеше фирҡәгә ҡаршы баҫҡан әҙәм йә иһә диссидент, районда бындай элементҡа урын юҡ. Шул нөктәлә байтаҡ Ҡуштау эшлеклеләренең янғанын хәтерләй Рәғиҙә.
Тик туҡһанынсы йылдар башындағы демократик хәрәкәт беренселәрҙе лә, икенсе һәм өсөнсө секретарҙарҙы ла власть башынан бәреп осорҙо. Халыҡ үҙ талаптарын ҡуйҙы. Ҡуштауҙа ла, митингыларға йыйылып, ярһып һөйләүселәр күп булды: «Беҙ башҡорттар, татарҙар йәшәгән төбәкте тәшкил итәбеҙ. Тик Ҡуштауҙағы беренселәр гел урыҫ та йәһүд булып килде. Етәр, халыҡ мәнфәғәттәрен үтәү өсөн, башҡорт-татарҙан башлыҡтар һайларға ваҡыт!» Айырыуса күп ҡабатланған теләктәр түбәндәгесә яңғыраны: «Ҡуштауҙа ла милли телдә гәзит сығарылһын!.. Мәктәптә балаларҙы үҙ телебеҙҙә лә уҡырға, яҙырға өйрәтергә кәрәк!.. Балалар баҡсаһында милли төркөмдәр асылһын!..»
Рәғиҙә ҡаршыһындағы кипкән туҙғанаҡҡа оҡшаш аҡ башлы, зәңгәр күҙле һәм мөләйем сырайлы Атилла Әхиәр улы ана шул демократик тулҡын күтәргән хакимиәт башлығы ине инде. Элекке уҡытыусы уның менән бик итәғәтле булырға тырышты. Аңлашылмаған нәмәләргә урын ҡалдырмаҫ өсөн, үҙ үтенесен бик тәфсилләп аңлатты.
– Эйе, көндәлек тормошта беҙ һеҙ әйткән нескәлектәргә бирелмәйбеҙ шул. Юбилей, түңәрәк дата, кисә-маҙар тип аҡса теләнеүселәрҙән үҙем лә туям, нәфрәтләнәм хатта. Ә бит бындай саралар төбөндә ихлас аралашыу, кеше асылы тураһында уйланыу, ғөмүмән, йән ағартыу хәстәре алда торорға тейеш. Һеҙ, Рәғиҙә Мөбәрәковна, ысынлап та, хаҡлы...
Башлыҡ кеше үтенесте аяғөҫтө тыңлап, ҡағыҙына имза һалып йә иһә вәғәҙә биреп хушлашырға ашыҡҡан юғары рангтағы ҡайһы бер хакимдар һымаҡ ҡыланманы. Хәйер, алдындағы аҡ йөҙлө, нәфис сырайлы, төплө һүҙле педагог ханым кеүек көнүҙәк мәсьәләләр ҡуҙғатыусы ла бик йыш осрамайҙыр ул, һәр көн ишек ҡаҡмайҙыр.
– Эйе, бар проблема! Матди мәнфәғәттәрҙе алға ҡуйып, күңел тураһында онотабыҙ, – тине ул, Рәғиҙәне иркенерәк һөйләшеүгә саҡырып. – Хәҙер бит рәсми идеология юҡ. Конституция менән үк тыйылған хатта. Пионер, комсомол, партком кеүек тәрбиә институттары эшләмәй. Тик рухи бушлыҡты абайламау – үҙебеҙгә үҙебеҙ соҡор ҡаҙыу, Рәғиҙә Мөбәрәковна, килешәһегеҙме?
– Бушлыҡ бар, Атилла Әхиәрович, тик шул бушлыҡты фажиғә тип аңлап, йүнәтергә теләүселәр генә юҡ.
– Бар, Рәғиҙә ханым! Рухи ғәриптәр, оятҡа төкөргән әҙәмдәр күбәйә барған һайын, йән сафлығына ынтылыу арта хәҙер. Замана үҙ-үҙенә диагноз ҡуя. Беҙгә егәрҙе туплап, аныҡ маҡсат билдәләргә генә кәрәк. Минеңсә, мәктәптә булһын, ғаиләлә булһын, көнкүрештә, шулай уҡ һеҙ әйткән рәсми һәм мәҙәни сараларҙа, хатта, кешене һуңғы юлға оҙатҡан мәлдә лә йән аҡлығын ҡайғыртыу – дәүләт күләмендәге бурысҡа әйләнергә тейеш. Ә ҡаралыҡ күп беҙҙә. Электән дә, большевистик диктатура дәүеренән дә, килгән ҡаралыҡ. Юғиһә, күптәр илдәге мораль тарҡалыуҙы демократия шауҡымы тип атамаҡсы. Юҡ, яңы осор элек күләгәлә йәшеренеп ятҡан рухи сирҙәрҙең, йәмһеҙ инстинкттарҙың ҡалҡып сығыуына килтерҙе. Кемдең кемлеге, ниндәйлеге беҙҙең заманда шәрәләнгән, үтәнән-үтә күренә бит. Элекке пәрҙәләр юҡ. Бына шундай ваҡыт хәҙер, Рәғиҙә Мөбәрәковна. Әммә паникаға бирелергә ярамай. Йән аҡлығы өсөн киҫкен көрәш асырға кәрәк!
Хакимиәт башлығы әңгәмәләшенә күҙ атып алды ла еңелсә йылмайып ҡуйҙы.
– Һеҙ, уҡытыусы, педагог, ғәжәпләнәһегеҙҙер инде. Мин «йән аҡлығы» тип һөйләнем, «тәрбиә» тимәнем. Һеҙ иһә «тәрбиә» терминына күнеккән. Физик тәрбиә, аҡыл тәрбиәһе, әхлаҡ тәрбиәһе, енси тәрбиә... Ҡыҫҡаһы, ниндәй генә тәрбиәләргә бүлеп эш итмәне совет мәктәбе. Ә бит, төпсөнә ҡалһаң, тәрбиә – абстракт төшөнсә. Нисек инде, мәҫәлән, аҡылды тәрбиәләргә була? Вәғәз менәнме, ҡамсы менәнме йә иһә перәник биреп тәрбиәләйһеңме уны. Аҡыл тәрбиәне тигәнең кешене аҡылһыҙ ҡамсылауға йүнәлтелгән түгелме? Ә бына «йән аҡлығы», «йән сафлығы» һүҙҙәрен аңлау һәм шуға ынтылыу һәр кемдең ҡулынан һәм ихтыярынан килә. Бында мәсьәлә асыҡ, нимә турында һүҙ барғанды һәр кем төшөнә. Александр Пушкин бер әҫәренең башына уҡ сығарып әйткән бит: «Намыҫыңды йәштән һаҡла!» Йән аҡлығы – иң мөһим үҙәк. «Урлама, үлтермә, ялған һөйләмә, тәкәббер булма, кешенән көнләшмә, шәфҡәтле бул!» – кеүек нәсихәттәр әйтеп, мәсет, сиркәү әһелдәре кешеләрҙе күңел сафлығына саҡыралар. Бында тәрбиә тип фәлсәфә һатыусылар юҡ. Шулаймы, дөрөҫ уйлайыммы мин, Рәғиҙә Мөбәрәковна? Яңылышһам, педагог булараҡ, төҙәтерһегеҙ мине.
– Ысынлап та, йән аҡлығына, выждан сафлығына ирешеү һәр кешенең йәшәү маҡсатын тәшкил итергә тейеш шул, Атилла Әхиәрович! Шул саҡта йәмғиәт тиҙ арала әхлаҡи юғарылыҡҡа күтәрелергә мөмкин.
Хакимиәт башлығы һөйләшеүҙән бик ҡәнәғәт ҡалды, буғай. Ул, Фәрүәз Зиннәтович байрамында ҡатнашырға һәм сығыш яһарға ризалыҡ биреп, Рәғиҙә менән йылы хушлашты.
– Проблемалар булһа, тура үҙемә килегеҙ!
Бына бөгөн инде хакимиәт башлығы үҙе Мөбәрәк ҡыҙы ойошторған кисәнең оло ҡунағы. Атилла Әхиәрович, ҡулына микрофон бирелгәс тә, ашығып-ҡабаланып һүҙгә керешмәне. Тирә-яҡҡа еңелсә башын эйеп, залдағыларҙы сәләмләне, әйтәһен нисегерәк башларға икән тигәндәй, бер ҡәүем уйланып торҙо.
– Мөхтәрәм йәмәғәт, ауыл хужалығы – беҙҙең төп иҡтисад тармағы, тик бер нисә тиҫтә йыл элек ул көрсөккә килеп терәлде. Колхоз-совхоздарҙы кооператив хужалыҡтар яһап уңманыҡ, ҡалаларҙан килгән эре инвесторҙарға ышанып, ауылдарҙы тарҡата яҙҙыҡ, – тип йыраҡтан урата башланы ул телмәрен. – Бына шул саҡта ауыл хужалығы идаралығына башлыҡ итеп ҡуйҙыҡ беҙ Фәрүәз Зиннәтовичты. «Энем, планыңды һөйлә, – тинем мин уға. – Ҡотолоу юлы нисек?» Ул ышаныслы итеп әйтте: «Ғаилә фермерҙары кәрәк, ауылды яңыртыуҙың башланғысы шунда». Әйтте һәм үҙ ниәттәрен тормошҡа ашырырға кереште. Ысынлап та, хәлдәребеҙ күҙгә күренеп яҡшыра хәҙер. Иҡтисад хәрәкәткә килде. Нигеҙе, йәш белгес әйткәнсә, фермерлыҡ. Райондың һәр ауылында 10 – 15 ғаилә баҙарға, табышҡа иҫәпләнгән малсылыҡ менән шөғөлләнә. Ит, һөт, йөн, тире эшкәртеү цехтарыбыҙ гөрләп эшләй. Элек, яландарыбыҙҙы нишләтәйек, тип аптыраған инек. Хәҙер көтөүлектәр, йәшел аҙыҡ, күпйыллыҡ үләндәргә гектарҙар етешмәй. Ялансылыҡ менән шөғөлләнеүсе фермаларыбыҙ ҙа ишәйҙе. Етештергән ашлыҡты, дәүләт алмаһа, фуражға тип, күршеләрең ала. Шулай итеп, Фәрүәз Зиннәтович көрсөктән сығыу юлын дөрөҫ самалаған. Мин киләсәктә лә Фәрүәз Зиннәтовичҡа иҡтисадын күтәреү курсын ҡыйыу дауам итеүен, эшендә артабанғы уңыштарға ирешеүен теләйем! Ҡыҫҡаһы, уның кеүек зирәк, тәүәккәл ирҙәр беҙҙә күберәк булһа ине! Өҫтәп, илле йәшлек егеткә мин тағын ҡоростай ныҡлы һаулыҡ теләйем. Башҡаһын үҙе лә табыр ул. Алдағыһы, әле башҡарған йыры кеүек, көйлө, матур булыр уның. Ҡыҫҡыһы, бокаларҙы хөрмәтле юбилярыбыҙ иҫәнлегенә һәм Ҡуштау районының сәскә атыуына, тип әйтә алмайым, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быға әле иртәрәк, сәскәгә бөрөләнеүе өсөн күтәрәйек, дуҫтар, иптәштәр һәм әфәнделәр!
Мәжлес ҡаты алҡышлап хакимды хупланы. «Килеп сыҡты, килеп сыҡты!» – тип һөйөндө Рәғиҙә. Хәҙер сәхнәлә мәктәптең юғары синыф уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән «Әйүп бабай ейәне» тигән композиция ҡуйыласаҡ. Баянда музыкаль биҙәүҙе Рәғиҙә үҙ өҫтөнә алды... Шунан һүҙ Фәндәр академияһынан килгән ҡунаҡҡа бирелер. Ул хакимиәт кешеләре менән бер өҫтәл артында ултыра. Олпат ғалим. Әйүповты, фән кандидаты булараҡ, Һарытау өлкәһенә яраҡлашҡан яңы борсаҡ сортын килтереп сығарыуҙағы уңышлы тәжрибәләре өсөн маҡтарға йыйына, буғай.
– Рәғиҙә Мөбәрәковна! – Сәфәрҙең тауышы уны һиҫкәндерҙе. – Ойоштороусыларға рәхмәт белдерергә теләйҙәр. Әйҙәгеҙ, төшәйек!
Кисәне ойоштороусылар етәксеһе Рәғиҙә ҡыҫҡа еңле аҡ күлдәктән, еңел ҡара туфлиҙарҙа, ҡош кеүек осоп, зал үҙәгенә йүнәлде.
Рысаевтар һәм уларҙың өйҙәше төнгө саф һауалы яҙғы урамға сыҡҡас, нескә йәнле уҡытыусы түҙмәне, хисләнеп икеһен дә ҡосаҡлап алды:
– Дуҫтар, еңеп сыҡтыҡ бит!
11
Уҡытыусы Рәғиҙә Мөбәрәковнаны Ҡуштауҙа элек мәҙәниәт активисы, һәр төрлө кисәләр, концерт-спектаклдәр ҡуйыу эшендә башлап йөрөүсе булараҡ яҡшы беләләр ине. Уның күҙ уңынан юғалыуын мәктәптән китеүе, йәше өлкәнәйеүе менән бәйләнеләр. Ғаилә тормошо хаҡында ла мөйөштәрҙә, урам саттарында быш-быш килеп һөйләшеүселәр байтаҡ булды. Нишләйһең, тормош шулай ҡоролған, майҙандан китә кеше, аҡрынлап онотола. Әммә район мәҙәниәт һарайында Әйүпов юбилейын түрәләр маҡтарлыҡ итеп үткәреүе Рәғиҙәне йәнә халыҡ теленә ҡайтарҙы. Кафе, ресторандарҙа, аш-ханаларҙа туй яһарға ниәтләнеүселәр мәжлес үткәреү өсөн уның төркөмөн саҡырҙылар. Электән килгән ата-баба йолалары менән, матур-матур милли йырҙар менән, үҙ телебеҙҙәге ихлас теләктәр юллап, ифрат ҡыҙыҡлы үтә башланы хәҙер Ҡуштауҙағы туйҙар. Йәйен мәктәптә үткән йылдарҙа сығарылған класташтар осрашыуы башланғас, тағын Рәғиҙә Мөбәрәковнаға мөрәжәғәт итеүселәр йышайҙы. Урынын таба, яҡшы итеп табынын әҙерләй, кисәнең нисек барыуын асыҡлай уҡытыусы апай. Рәхим итегеҙ, Ҡуштауға ҡайтығыҙ ҙа осрашығыҙ, ҡосаҡлашып һөйләшегеҙ, илашығыҙ, көлөшөгөҙ, элекке һабаҡташтар! Барыһы ла ойошҡанлы, мәғәнәле һәм тәртипле булыр. Ҡыҫҡаһы, бына шундай байрам сараларын ойоштороу менән мауығып, мәғәнәле үтә беҙҙең геройҙарыбыҙҙың тормошо. Был шөғөлдө «бизнес» тип атап буламы икән? Бизнеста төп маҡсат – табыш алыу, аҡса эшләү, тиҙәр бит. Ә бында бөтөнләй башҡа ниәт үҙәктә тора. Йән ағартыу, күңел сафландырыу был. Коммерция түгел, ә ижад! Рәғиҙә төркөмөнөң шөғөлө һуғыштағы һалдаттарға, игенсе, механизаторҙарға йә иһә тайгала тимер юл һалыусыларға концерттар ҡуйып, уларҙы мәҙәни хеҙмәтләндереүсе агитбригаданыҡына оҡшаш.
Агитбригада – совет һүҙе. Әммә күрәбеҙ, элекке традиция баҙар шарттарында ла яңырып китә ала икән. Капитализм тигәс тә, бөтә нәмә һатыу-алыуға һәм аҡса йыйыуға ғына ҡайтып ҡалмай ул.
Ауылда агитбригада ғәме менән генә йәшәп булмай. Бер көндө, өйҙәгеләр иртәнге сәй өҫтәле тирәһенә теҙелешеп ултырғас, Сәфәр әйтеп ҡуйҙы:
– Туташтар, бәрәңгене күмер ваҡыт, сүптән дә таҙартырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, өсәүләп билдәрҙе яҙып ҡайтайыҡ!
– Йә инде, Сәфәр, ҡыҙған мине, фермер! – тине Разия, иркә бала ҡиәфәтенә инеп. – Үҙең беләһең, эҫе ҡояш минең башҡа һуға. Шуның өҫтәүенә, минең сират бөгөн тамаҡ йүнәтеүгә. Ҡайтып ашарға һорарһың бит. Үҙең генә бар. Теләһә, Рәғиҙә лә барыр...
Шулай ҡырҙағы бәрәңге баҡсаһына Сәфәр, кәтмәндәр күтәреп, өйҙәш ҡатын менән генә сыҡты. Һуңғы ваҡытта йыш ғәжәпләнә ир. Разияла, исмаһам уйын өсөн, бер көнләшеү әҫәре юҡ. Луиза, кафедранан, деканат йә иһә ректораттан берәй хеҙмәткәр ҡатын-ҡыҙ телефондан шалтыратһа ла, теңкәгә тейә ине: «Кем ул? Нишләп шулай һуң һиңә йомошо төшкән? Ниңә сәрелдәп көлә, серҙәрегеҙ беректеме?..» Әле бына Рәғиҙә менән бәрәңге күмергә оҙатыуына хайран ҡалды. Өйҙәш булһа ла, көндәш булырҙай зат бит. Ә, бәлки, Разия хаҡлылыр, Рәғиҙә уға өйҙәш кенә түгел, әхирәттер хәҙер. Ауыҙҙы ауыҙға, ҡолаҡты ҡолаҡҡа ҡуйып һөйләшә башлаһалар, Сәфәр артыҡҡа әйләнә: «Третий лишний», имеш. Элек ике ҡатынлы ир ғаиләләре нәҡ шундай әхирәттәрҙән торғандыр. Шуға араларында тулы аңлашыу булғандыр, моғайын. Береһе ир менән арбаға ултырып ҡыр эшенә китеп бара, икенсеһе иһә бала-сағаны, өй эштәрен ҡарай. Ҡырҙағылар ҡайтҡанда, аш бешкән, өй йыйыштырылған була. Балалар уйнап йөрөй. Йыуынығыҙ ҙа рәхим итеп ашҡа ултырығыҙ, йәмәғәт, тип яҡты йөҙ менән ирен, әхирәтен өҫтәл артына саҡыра хужабикә. Ҡатындар берҙәм булһа, ир ҙә хәләл ефетенең баш осонда ҡамсы уйната алмаҫ йә иһә өйҙә уҫал һүҙҙәр ҡысҡырмаҫ. Ысынлап та, әхирәт ҡатындарҙан торған ғаилә нимәһе менән насар, тип уйлап алды Сәфәр.
Әйтәһе юҡ, пенсионер иргә бындай уйҙар бата. Ә ул йәш булһа, өйҙәгеләр ҙә уйнап торған бисәләр булһа, хәлдәр нисегерәк ҡоролор ине икән? Кешеләр тормошонда йәш тигәнең ифрат ҙур роль уйнай шул. Әгәр ҙә, Сәфәр – йәш егет, ә Рәғиҙә еткән ҡыҙ булһа, телдәрендә улар уратып-уратып күңелдәрендәге йәшертен хистәргә юлығырҙар, үҙҙәренсә кинәйәләп, һүҙ усағына ялҡын өҫтәрҙәр ине.
Ә хәҙер. Ике пенсионер нимә һөйләшһен? Берәңге хәлдәре, тупраҡ дымы, колорадо ҡуңыҙы. Әһә, бына кәтмәнен яй ғына һелтәй-һелтәй сүп үләндәрен ҡырып барған Сәфәрҙән ҡыҙыҡлы һүҙ сыҡты:
– Рәғиҙә, аяҡ тупраҡҡа тейһә, тыуған ерҙе, бала саҡты ерһейем. Ерһеүҙең ниндәй һүҙ икәнен беләһеңме? Матур һүҙ. Бала саҡта, йәшлектә ифрат көслө был ерһеү хисе. Берәй ергә китһәм, әй һағына инем ауылды. Илағы килә ине. Ә хәҙер күңел ҡатҡан.
Рәғиҙә Сәфәргә ҡарағанда сүп үләндәрен йышыраҡ эйелеп ала, шуға арттараҡ ҡалған.
– Әй, Сәфәр ҡорҙаш, ихлас ерһеү бала саҡта көслө була шул ул. Һин әйткәнсә, мин дә әсәйемде илап һағындым. Бик иртә әсәйҙән ҡалдым бит. Йәш әсәй ипле, яғымлы булһа ла, үҙемдекен яратыуҙы бүлешә алманы шул... Тик, үҫә төшкәс, һин әйткән ерһеү кешелә баҫыла, томалана. Кендек көн күргән ергә берегә. Ана, ҡайһы бер әҙәмдәр диңгеҙ аръяғына уҡ китеп төйәк табалар. Ер планетаһын уртаҡ йорт тиҙәр. Бәлки, дөрөҫтөр ҙә был.
– Уртағын уртаҡ та, нәҫел-нәсәбен юғалтып, сит тупраҡта тамырынан яҙа инде әҙәм тигәнең, Рәғиҙә.
– Әйтмә, Сәфәр ҡорҙаш, заяға уҙа инде ундайҙар ғүмере.
– Күңелгә аҡыл хужа, Рәғиҙә. Ҡайҙа яҡшы, ҡайҙа рәхәт, шунда тартыла кеше. Әгәр ҙә һағыныу, ерһеү һаман да көслө булһа, әҙәм тыуған ерен, йортон да ташламаҫ ине. Аҡыл беҙҙе харап итә шул ҡай саҡ аҡыл.
– И, Сәфәр, аҡылды бик һүгеп ташламайыҡ әле. Бәлә-ҡазалар хиссән кешенең башына етмәйме һуң? Беҙҙең халыҡтар кәрәкмәгәнсә ярһыу ҙа, буғай, ул.
– Эйе, быны ишеткән бар. Аҡылға һуңлап ултырабыҙ, төштән һуң.
Шулай һөйләшә-һөйләшә, хәтһеҙ ер эшкәрттеләр. Арттарынан сәскә атырға йыйынған бәрәңге бураҙналары теҙелеп ҡалды. Тик ҡояш та шәп ҡыҙҙыра шул. Разия юҡҡа ғына был эштән ҡасмаған. Тиҙерәк күмеп бөтөргә лә өйгә шылырға, күләгә аҫтына инергә кәрәк. Тик зыялылар шул, телдәренә килгән уйҙарҙы ла бүлешәһеләре килә быларҙың.
– Йәшәнем-йәшәнем дә бер һөҙөмтәгә килдем мин, Сәфәр ҡорҙаш. Кеше суртым да йәшәй белмәй әлегә. Бороп ҡуйған сәғәт кеүек. Юҡ, көйләгән автомат кеүек кенә ғүмер кисерә әле ул. Йәшәү фәлсәфәһе етмәй беҙгә. Донъяға мәңгелеккә килгән кеүек ҡыланабыҙ. Бөтә инстинкт – тик үҙең тураһында ҡайғыртыу. Бер-береңде рәнйетеп, этеп-төртөп аҡса йыйыу, мал йыйыу, дәрәжә яулау. Ҡараһаң, ғүмер ҙә үтеп китә. Һөйөнөрлөк бер нәмә юҡ, тик нәфсе ҡоло булғанһың. Бына мин Алланың рәхмәте менән яҡты хәйәткә килдем, донъя үлгәнсегә хәтле минең ҡулда, ә ни хаҡына йәшәйем, нимәгә ирешәм, кем булам, тип үҙ алдыңа аныҡ һорауҙар ҡуйырға кәрәк. Ваҡытты тойоп, үткәнеңә хисап биреп, алдағыһына ниәт ҡуйып йәшәй белеү ихтыяжы тыуа был осраҡта. Бына шул ғәмәлдә үҙ ғүмереңә үҙең хужа булып йәшәү мөмкинлеге тыуыр ҙа ине, Сәфәр, шулай түгелме? Ә ғүмер ҡиммәте рухи донъяға индергән өлөш менән үлсәнә бит.
– Һай, Рәғиҙә, һин бик ҙур фәлсәфә ҡораһың. Донъяны аңлау, тойоу. Ойоп түгел, ғәм менән, оло мәғәнә менән маҡсат ҡуйып йәшәү. Билләһи, ғүмере өсөн яуаплылыҡ тойғоһона күндереү һәр кешене бәхетле итер ине, – тине Сәфәр, ҡайнарланып. Һәм ир, кәтмән тотҡан ҡатынға бер тына һоҡланып ҡарап торғас, өҫтәне: – Ниндәй аҡыллы кеше, талант эйәһе һин, Рәғиҙә! Һиңә ҙур, киң юлға сығырға ине.
– Яңылышаһың, дуҫым. Мин – яп-ябай бер ҡатын. Йөрәгем тулы үкенес. Инде бына, өлкәнәйеп, ҡартайып килгәндә, йәнә бер һағыш өҫтәлде.
– Ниндәй һағыш ул, Рәғиҙә?
– Китеү һағышы.
Сәфәр ҡапыл һағайып ҡалды:
– Беҙҙән китергә йыйынаһыңмы?
– Ялҡыттым инде, Сәфәр ҡорҙаш. Оят! Һеҙҙән дә китергә ваҡыт.
– Тағын ҡайҙа китергә йыйынаһың һуң һин, Рәғиҙә?
– Әй, Сәфәр, ҡартайған кешенең ҡайҙа китергә тейешлеген белмәйһеңме һин? Хәҙер минең йөрәктә иң ҙур һағыш – китеү һағышы. Сөнки үҙең күреп тораһың, мин яңғыҙ... Йортһоҙ-ерһеҙ, яҡлаусыһыҙ. Ә яңғыҙға ҡырау иртә бәрелә, тиҙ һуға. Мин китермен инде, Сәфәр.
Ир, әҫәрләнеп, йәшле күҙҙәрен ергә текләп, кәтмәне менән ерҙе тырнап торған өйҙәше Рәғиҙәгә текәлде. Тик хәҙер, тик бына хәҙер генә ул матур, ғәжәп мөләйем һәм талантлы ҡатындың йөрәк һағышын барса тәрәнлеге менән тойоп алды. Йөрәге һыҡрап, хатта сәнсеп үк ҡуйҙы: «Нисек ярҙам итергә һиңә, Рәғиҙә, алиһә?»
12