Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Октябрь 2023, 09:35

Хушлашыу вальсы Повесть (5) Факил Мырҙаҡаев

Фирүзә Бәҙретдиновна фатирына ҡайтҡас та ярһыуын баҫа алманы. Асыуын кемгә төшөрөргә белмәй, дөп тә дөп баҫып йөрөнө, сәй бешергәндә, һаҡһыҙ ҡыланып, ҡәҙерләп кенә тотҡан сәйнүген сатнатты. Былай ҙа донъяға һыймай туҙынып йөрөгән ҡатынға етә ҡалды, битен устары менән ҡапланы ла үкһергә тотондо.

Хушлашыу вальсы  Повесть (5)  Факил МырҙаҡаевХушлашыу вальсы  Повесть (5)  Факил Мырҙаҡаев
Хушлашыу вальсы Повесть (5) Факил Мырҙаҡаев

 

7

 

Фирүзә Бәҙретдиновна фатирына ҡайтҡас та ярһыуын баҫа алманы. Асыуын кемгә төшөрөргә белмәй, дөп тә дөп баҫып йөрөнө, сәй бешергәндә, һаҡһыҙ ҡыланып, ҡәҙерләп кенә тотҡан сәйнүген сатнатты. Былай ҙа донъяға һыймай туҙынып йөрөгән ҡатынға етә ҡалды, битен устары менән ҡапланы ла үкһергә тотондо.

Гөлсара Ғәлихановнаны ене һөймәй уның. Студент саҡтарынан уҡ. IV курста, үҙе әйткәнсә, үлеп ғашиҡ булды. Кемгә тиң, үҙе күптән эҙләгән ҡалын кеҫәле, фатирлы иргә! Университеттан һуң нисек тә ҡалала ҡалырға хыялланған ҡыҙ сат йәбеште: бындай бәхет ҡасан тәтей әле, мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға ярамай! Уҡыу ҡайғыһы китте. Ресторан… Затлы бүләктәр… Көн-төн янында уралған ир йораты, Фирүзәнең әсә булырын белгәс тә, ҡойроғон һыртҡа һалды. Юллап-юллап та эҙенә төшә алманы. Фатир яллап йәшәгән икән, бурысын да түләмәй эҙ яҙлыҡтырған. Услап дарыу йотҡан ҡыҙҙы бүлмәләш әхирәттәре «ашығыс ярҙам» саҡыртып, дауаханаға оҙатты. Ул арала сессия килеп етте, лекцияларҙы күп ҡалдырғанлыҡтан, имтихандарға ныҡлап әҙерләнә алманы. Уҡытыусыларҙы нисек етте шулай көйләп-сөйләп, кәрәк ерҙә майлап, билдә ҡуйҙырҙы, ә Гөлсара Ғәлихановнаға теше үтмәне, тегеһе белем талап итте. Бер имтихан арҡаһында курстан күсмәй ҡалды. Түбән курстағылар менән уҡырға ғәрләнде, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсте. Бәхетенә күрә, Гөлсара Ғәлихановна университетта бүтән күренмәне. Мәскәүгә уҡырға китте, тинеләр.

Йәшлек тилелеге эҙһеҙ үтмәне, ғаилә бәхетенән мәхрүм ҡалды. Ике тапҡыр кейәүгә сығып ҡараны, ике иренең береһе менән дә йәшәй алманы. Икеһе лә, һүҙ ҡуйышҡандай, сабый һөйөргә теләне. Икенсе ире мәрхәмәтлерәк булып сыҡты, фатирының бер бүлмәһен бүлеп бирҙе. Ул шуныһына ла ҡәнәғәт, уҡытыусылар араһында дөйөм ятаҡтан урын ала алмаусылар ҙа һанап бөткөһөҙ.

Әжере самалы ғына булғас, эшенә лә күңеле ятмай. Айына бер биргән аҡсалары ни тамағын туйҙырырға, ни әҙәмсә кейенергә етмәй. Үҙе уҡытҡан уҡыусыларға ҡарай ҙа илағылары килә: тегеләре, уны мыҫҡыл иткәндәй, ай һайын кейем яңырта. Мәктәпте бөгөндән ташлап китергә әҙер. Ҡайҙа барып морон төртәһең, аҡсалы ерҙә таныш-белешһеҙ һөйләшмәйҙәр ҙә.

Бар донъяға үпкә тотҡан күңеле китек кешегә күп кәрәкмәй икән, директор кабинетында Гөлсара Ғәлихановна менән йөҙмә-йөҙ осрашҡас, йөрәге урынынан ҡупты. Бында ни эшләп йөрөй? Нәмә юллап килгән? Сафуан Бәхтегәрәевич, Лиананың әсәһе, тигәс кенә тыныслана төштө. Ҡыҙы ла әсәһенә тартҡан, үҙен һауалы тота. Асыуың килмәҫ ерҙән килер, бер көн уҡытыусыһын өйрәтеп маташа. Имеш, был мәсьәлә былай сиселмәй, ошолай сиселә. Ғәрлегенән шартлай яҙҙы. Бөтә класс алдында абруйын төшөрҙө. Класташтары ла килешкән, белмәгәндәрен хәҙер унан һорайҙар, уҡытыусыны күҙҙәренә лә элмәйҙәр. Гөлсара Ғәлихановнаның ҡыҙы икәнлеген белмәҫ борон уҡ әле, уңайын табып, үҙен төп башына ултыртырға күпме ҡырсынды. Әлегәсә бер ни ҙә килтереп сығара алманы. Белеме төплө, нимә генә һорама, сатнатып яуап бирә. Саҡ ҡына яңылышһа ла үсе ҡаныр, журналға ла, көндәлегенә лә ҡыуана-ҡыуана «икеле» сәпәр ине. Быға ҡәҙәр үҙ һүҙен һүҙ итмәй ҡалғаны юҡ әле. Был юлы ла һүҙен өҫтөн итер өсөн ваҡытын да еткерер, көсөн дә ҡыҙғанмаҫ. Былай үҙ-үҙеңде бөтөрөп, ауыҙ бәлшәйтеүҙән фәтүә сыҡмаҫ, сараһын күреү кәрәк.

Түшәгенә ятҡас та тыныслана алманы. Күҙ алдынан Гөлсара Ғәлихановна менән уның ҡыҙы Лиана китмәне. Уйлана торғас, юлын тапты барыбер: бөтәһен дә өсөнсө сирек өсөн үткәреләсәк контроль эш хәл итәсәк.

Ғүмерҙә булмағанды ҡыланды, һәр уҡыусыға айырым мәсьәлә әҙерләне. Ә Лиана өсөн иң ҡатмарлыһын һайлап алды. «Ҡарап ҡарарбыҙ, нисегерәк сисерһең икән? Профессормын тип күкрәк киргән әсәйеңдең дә теше үтмәҫ!»

Алгебранан контроль эш үткәрәһе көндө Фирүзә Бәҙретдиновна ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар менән көтөп алды: «Юҡ менән булам түгелме? Элеккесә ике мәсьәлә етмәҫме? Үҙенә лә еңелерәккә тура килер ине, тикшерәһе лә бар бит әле. Әйткән һүҙҙән кире ҡайтыу юҡ, тикшерер, бер бөгөн генәме ни! Теләге генә тормошҡа ашһын!»

XI «Б»-лар яңылыҡты өнәмәне, ыңһарлай-ыңһарлай ғына мәсьәләне ҡулға алдылар.

— Өйрәнә тороу зыян итмәҫ. Берҙәм дәүләт имтиханы ла бирәһегеҙ бар, — тип татылданы Фирүзә Бәҙретдиновна. Үҙе Лиананан күҙҙәрен алманы. Ҡыҙ мәсьәләгә күҙ йүгертеп сыҡты ла ниңәлер ҡағыҙҙың икенсе яғын әйләндереп ҡараны. Уҡытыусы ирендәрен тешләгән ҡыҙға еңеүле ҡараш ташланы: «Кикрегең төштөмө? Шулай була ул, белер-белмәҫ көйө апайыңа аҡыл өйрәтһәң!»

Лиана хәтерен эшкә екте, нисек тә теореманы күҙ алдына баҫтырырға тырышты. Башҡалар һымаҡ дәреслектән ҡарар ине, уҡытыусынан шөрләй, гел уларҙың өҫтәле тирәһендә урала. Инсаф та ҡарап-ҡарап ала, ярҙам итеүен һорай. Һуңынан. Үҙенең мәсьәләһен сисһен дә.

Фирүзә Бәҙретдиновна өҫтәле янына үтте, класс журналын аҡтарырға кереште. Башын күтәреп ҡарағанда, Лиана дәфтәренә эйелгәйне. Ҡулына күҙ ҙә эйәрмәй, ашығып яҙа. Үҙен күҙәткәнде һиҙҙеме, күҙҙәре бер аҙға ғына осрашты. Ҡыҙ йәнә дәфтәренә эйелде. Мәсьәләне сисеп бөткәс, таҙа ҡағыҙға күсерҙе. Эшен тапшырырға ашыҡманы, Инсафҡа ярҙам итергә кәрәк. Үҙенеке менән сағыштырғанда уның мәсьәләһе еңел ине, хаталарын күрһәтеп биреү менән, үҙе лә төшөндө. Бөтөнләй башһыҙ түгел икән.

Фирүзә Бәҙретдиновна контроль эштең һөҙөмтәләрен киләһе дәрестә иғлан итте. Эштәрҙе таратып бирмәне, билдәләрҙе телдән генә әйтте. Контроль эшкә ҡарап өсөнсө сиреккә билдә сығарасағын белдерҙе.

Лиананың эше «дүртле» билдәһе менән баһаланғайны. «Хәҙер концерт ҡуясаҡ!» — Уҡытыусының өмөтө аҡланманы, ҡыҙҙың кәйефе ныҡ төшһә лә, үҙен тыныс тотто, контроль эшен күрһәтеүҙе үтенде.

— Ниңә?

— Ҡайҙа хата ебәргәнемде белгем килә.

— Эш үткәс, саң ҡаҡмайҙар, иғтибарлыраҡ булырға кәрәк ине. Контроль эштәр миндә, Сафуан Бәхтегәрәевич үҙе ҡарап сыҡмаҡсы.

— Мин элек уҡыған мәктәптә хаталарҙы бергәләп тикшерә торғайныҡ, беҙ аңламағандарҙы уҡытыусылар ҡабатлап төшөндөрә ине.

— Һәр мәктәптең үҙ тәртибе.

Ҡыҙының кәйефе юҡлығын ишектән ингәс тә шәйләне Гөлсара апай.

— Ни булды, ҡыҙым? Төҫөң ҡасҡан.

Лиана әсәһенә контроль эштең ҡараламаһын тотторҙо:

— Ҡайҙа хата ебәргәнмен?

Гөлсара апай ҡағыҙға күҙ һалыу менән ҡыҙын тынысландырырға ашыҡты:

— Бер хатаһын да күрмәйемсе.

— Фирүзә Бәҙретдиновна тапҡан, «дүртле» ҡуйҙы.

Көнө буйы тулышып йөрөгән Лиана башын әсәһенең күкрәгенә терәне лә күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. Әсә ҡыҙын иркәләп йыуатты.

— Тыныслан, балам, — тип арҡаһынан һөйҙө.

«Уның ғына этлеге! — Гөлсара апай Фирүзәнән имтихан алғанын иҫенә төшөрҙө. — Өсөнсө мәртәбә килгәнендә лә һорауҙарға яуап бирә алмағас, бик ҡаты телләшкәйне. Миңә көсө етмәгәс, Лианаға тотонған».

Ул мәктәпкә шылтыратты.

— Сафуан Бәхтегәрәевич, мине ҡабул итә алмаҫһығыҙмы? Ваҡытығыҙҙы күп алмам.

— Килегеҙ, көтәм.

Гөлсара апай директор алдына контроль эште һалды. Бер нәмә лә аңламаған Сафуан Бәхтегәрәевич бер ҡатынға, бер ҡулындағы ҡағыҙға ҡараны.

— Эш ниҙә?

— Бәлки, мин яңылышамдыр, ошо эшкә һеҙ ниндәй билдә ҡуйыр инегеҙ?

— «Бишле»!

— Ә Фирүзә Бәҙретдиновна «дүртле» ҡуйған.

Сафуан Бәхтегәрәевичтың маңлайына һалҡын тир бәреп сыҡты, галстугын бушата төштө. Уҡытыусыны табып килтерергә ҡушты.

Ашығып килеп ингән Фирүзә Бәҙретдиновна, Гөлсара Ғәлихановнаны күргәс, бөтәһен дә аңланы, ишек төбөндә ҡатып ҡалды.

— Нуретдинованың алгебранан контроль эшен килтерегеҙ.

— Йырттым мин уны, — тине ул эске бер тантана менән, күҙҙәрен сәйер йылтыратып.

— Ҡыланыштарығыҙ сиктән ашты, Фирүзә Бәҙретдиновна. Мин һеҙҙе эштән бушатам. Ғариза яҙып индерегеҙ. — Директорҙың асыуына түҙерлек әмәле юҡ ине.

Уҡытыусыны бер килке күҙҙәрен аҡайтып ҡарап торҙо ла, ишекте шарт ябып сығып китте.

 

8

 

Искәндәр уларҙан күҙ яҙлыҡтырманы, һәр аҙымдарын күҙәтеү аҫтында тотто. Хәйер, Инсаф менән Лиана дуҫлыҡтарын бер кемдән дә йәшермәне. Күңелдәре саф, тойғолары изге булғас, ҡасып-боҫоп осрашыуҙы баштарына ла килтермәнеләр. Уларҙы бергә тап иткән һайын Искәндәр оторо ярһыны, көнләшеүҙән үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәне.

Нисек үс алырға? Теге көндө ул теләгәнсә килеп сыҡманы. Инсафты һуғышыр тип көтмәгәйне, күҙе аларып, ҡапыл килтерҙе лә һуҡты. Псих! Шуныһы үкенесле, сдача бирә алманы. Араға Роберт ҡыҫылып эште боҙҙо. Мәктәптә күтәрелгән шау-шыу һуң! Бындай хәлдең булғанын хәтерләмәй Искәндәр. Танырға кәрәк, Инсафта ихтыяр көсө, ай-һай, ныҡ икән, тәки сиселмәне. Күпме ныҡышһалар ҙа, ни өсөн һуғышҡанын әйтмәне. Әйтһә, Искәндәрҙең үҙенә лә мул ғына өлөш төшә ине. Бәхете еңде, былай һәр ваҡыттағыса ул ғәйепле булып ҡалды. Шулай булмай, бөтә мәктәп алдында башлап ул түгел, Инсаф ҡул күтәрҙе лә баһа! Күҙлеге лә йәл түгел (шул көндө үк яңыһын алды!), теләгенә ирешә алмауы ғына эсен бошора. Бынан һуң Лиана Инсафҡа әйләнеп тә ҡарамаҫ тип уйлағайны, ә улар һаман бергә!..

Үсте нисек ҡандырырға? Һүҙ ебәрергә ярамай. Тағы эт кеүек ташланасаҡ. Ул психтан барыһын да көтөргә мөмкин. Яңғыҙын тап итеп, йә имгәткәнсе туҡмап ташлар, йөрөрһөң шунан күҙең-башың күгәреп. Ни эшләп ҡарарға? Уның этлеге икәнлеген үҙенән башҡа берәү ҙә белмәһен. Һиңә башты ни өсөн биргәндәр? Уйла! Көн уйланы, төн уйланы Искәндәр, барыбер юлын тапты: икеһенең фотоһын таратырға! Үбешеп торған фотоларын!

Шул көндән алып Искәндәр фотоаппаратын үҙенән ҡалдырманы. Тегеләрҙе һағаланы. Арттарынан күҙәтә торғас, шуны асыҡланы: мәктәптән ҡайтҡанда, Лианаларҙың подъезд алдында үбешеп айырылышалар. Үҙҙәренә һиҙҙермәй нисек төшөрөп алырға? Күп тә кәрәкмәй, бер кадр етә. Әммә берәгәйле кадр!

Аҙна буйы сумкаһында йөрөттө фотоларҙы. Һүрәт ул көткәнсә дан килеп сыҡмаһа ла, дауыл ҡуптарырға ярарлыҡ булды. Алыҫтаныраҡ төшөрөлгән, шулай ҙа кемдәр икәнлеге таныла, ауыҙға ауыҙ терәшкән егет менән ҡыҙ, беҙ Инсаф менән Лиана тип, әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора.

Һуңғы арала Искәндәрҙең башында ике фекер туҡтауһыҙ һүҙ көрәштерә. Береһе, йыуашырағы: «Булашмайһыңмы әллә? Үткәнендә лә туҡмалдың», — ти. Икенсеһе, үҙ һүҙлеһе, яғаһынан бөрөп алып бара: «Егет һүҙе бер була, алдыңа алғанды эшлә! Әллә кем булып ҡу-ҡырайып йөрөмәһендәр!»

Кис көнө волейбол уйнағандан һуң Искәндәр кейенергә ашыҡманы. Килмәгәнен белһә лә, Робертты эҙләгән кеше булып класҡа барып ураны. Әйләнеп килгәндә спорт залы буш ине. Эште тиҙ тотто: фотоларҙы берәм-берәм спорт залында, ашханала, гардеробта, бәҙрәфтә, коридорҙағы тәҙрә төптәрендә ҡалдырҙы.

Иртәгеһен мәктәпкә дәрес башланыр алдынан ғына килде. Инсаф менән Лиана урындарында, дәфтәргә текәлгәндәр. Йөҙҙәре тыныс. Әлегә…

Тәнәфестә Инсафты ҡустыһы эҙләп тапты.

— Ағай, ҡара әле. — Илфир ағаһына фото тотторҙо.

Һүрәттә үҙҙәрен танығас, Инсафтың йөҙө боҙолдо:

— Кем бирҙе?

— Ашхананан таптым, өҫтәлдә ята ине.

Ашығып килеп еткән Лиананың ҡулында ла шул уҡ фото. Ҡыҙҙың бит алмалары буҙарған, күҙҙәренә йәш төйнәлгән.

— Апай, былайтып ҡасан төштөгөҙ ул? — Илфир күҙҙәрен йылтыратып Лианаға төбәлде.

— Нисек итеп?

— Ни… Үбешеп… Хи-хи…

— Тай бынан! — Инсаф ҡустыһын ҡыуып ебәрҙе.

Класташтары йәнә бер нисә фото килтереп бирҙе. Уларҙың хәленә инделәр, йәндәренә тейеп, береһе-бер һорашманы. Инсаф фотоларҙы йыртырға йыйынды. Лианаға күҙ һалып алғас, түш кеҫәһенә тыҡты: «Ашыҡма, кәрәге сығыуы бар».

Ҙур кинәнес кисерергә йыйынған Искәндәрҙең һөмһөрө ҡойолдо. Уның уйынса, фотолар уҡытыусылар ҡулына эләгергә тейеш ине. Лиана үкһеп-үкһеп иларға, Инсаф менән ташлашырға тейеш ине.

Дәрес ваҡытында Инсаф менән Лиананы директор саҡыртып алғас, Искәндәрҙең дә уларға эйәреп сыҡҡыһы, Сафуан Бәхтегәрәевич тегеләрҙе нисек итеп бешкәнен ҡарап торғоһо килде.

— Фотоға төшкәнһегеҙ икән, теләһә ҡайҙа ташлап йөрөмәгеҙ.

Сырайын болот шәүләһе ҡаплаған Сафуан Бәхтегәрәевич өҫтәлгә фотолар ташланы. Үҙҙәрендә ғәйеп тоймағас, Инсаф та ҡаушап төшмәне, кеҫәһендәге фотоларҙы сығарҙы. Йәмғеһе ун фото йыйылды.

— Йә, ни әйтерһегеҙ?

— Ни әйтәйек? — Лиана директорға ҡараш һирпте. — Беҙҙең былайтып фотоға төшкәнебеҙ юҡ. Ғөмүмән, беҙҙең бергәләп төшкән фотобыҙ юҡ әлегә.

— Ә былар? — Сафуан Бәхтегәрәевич өҫтәлгә ымланы.

Лиана менән Инсаф өндәшмәне.

— Кемдән шикләнәһегеҙ? — Директор һаман төпсөндө.

— Берәүҙән дә…

Сафуан Бәхтегәрәевич хәтһеҙ генә уйланып ултырғас, фотоларҙы йыйып алды ла өҫтәл тартмаһына тыҡты.

— Әлегә миндә ҡалып торһон.

Искәндәр көткән дауыл был юлы ҡупманы.

 

 

9

 

Автор:
Читайте нас