Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Октябрь 2023, 05:40

Хушлашыу вальсы Повесть (6) Факил Мырҙаҡаев

— Үҙең ымһындыраһаң, үҙең баш тартаһың…— Егет ҡыҙҙы теләр-теләмәҫ кенә ҡосағынан ебәрҙе.

Хушлашыу вальсы Повесть (6) Факил МырҙаҡаевХушлашыу вальсы Повесть (6) Факил Мырҙаҡаев
Хушлашыу вальсы Повесть (6) Факил Мырҙаҡаев

9

 

Шәрифә апай мәктәптә булып ҡайтҡас, Инсафты орошто.

— Һуғышыуыңды ҡасан туҡтатаһың? Мәктәпкә барырға ла оят, йөҙөмә бәреп әйтәләр. — Әсә йәшкәҙәгән күҙҙәрен улына төбәне. — Искәндәр менән нимә бүлешә алманың?

— Булды инде, — тине Инсаф, һүҙҙәрен теш араһынан ҡыҫып сығарып. Уның был хаҡта һөйләшкеһе килмәүе йөҙөнә яҙылғайны.

 — Сафуан Бәхтегәрәевич бер ҙә улай тимәй. Аҡылға ултырмаһа, имтихандарға индермәйбеҙ, ти. — Шәрифә апай танауын мышҡылдатты. — Аттестат алғың килмәйме ни?

— Килә.

— Килгәс, бүтән һуғышып йөрөмә. Уҡыуың менән бул.

Аңлашыу оҙаҡҡа һуҙылыр тип ҡурҡҡан Инсаф, әсәһе йоҡо бүлмәһенә инеп киткәс, стеналағы сәғәткә күҙ һалып алды ла кейенә башланы. Сығып китергә өлгөрә алмай ҡалды, әсәһе туҡтатты.

— Ҡайҙа бараһың?

— Киноға.

— Кем менән?

— Лиана менән.

— Теге… көн дә кис телефондан һөйләшкән ҡыҙмы?

— Эйе.

— Ипле генә йөрөгөҙ, бик һуңға ҡалмағыҙ.

Ҡыҙҙар менән дә дуҫлашҡас, өмөттө бөтөнләй өҙөргә ярамаҫ. Баяғынаҡ директор кабинетында әллә ниҙәр уйлап бөттө. Ҡыҙыуыраҡ холоҡло шул, күп уйлап тормай, йоҙроғон эшкә ҡуша һала. Ҡыҙҙар менән аралашһа, аҡылға килер, ҡабат хафаға һалмаҫ, бәлки.

— Әсәй, сәй әҙер!

Уның уйҙарын аш бүлмәһендәге Илфирҙың һөрәнләүе бүлдерҙе.

— Ишетәм, һаңғырау түгелмен.

Шәрифә апай сәй яһаны. Илфир сынаяҡҡа үрелергә ашыҡманы, ҡулындағы рулетты әйләндереп ҡарағас, кире өҫтәлгә ҡуйҙы.

— Улым, ниңә сәйеңде эсмәйһең? Эҫеме әллә, һөт өҫтәйемме?

— Әсәй, һин тәм-томдо ҡайҙан алаһың ул?

— Эштән дә алып ҡайтам, магазиндан да һатып алам.

— Эштә бушҡа бирәләрме?

— Юҡ, түләп алабыҙ. — Тәне земберләп киткән Шәрифә апай һағайҙы, ҡарашын шымтайып ҡалған улына күсерҙе. — Әллә ниндәй сәйер һорауҙар бирәһең. Ғүмерҙә булмағанды…

Ағаһы алдан уҡ нығытып ҡуйһа ла, Илфир серҙе сисергә булды. Дөрөҫөн белһәләр, директор ҙа, әсәһе лә ағаһына бәйләнеүҙән туҡтар, тип уйланы.

— Әсәй, һине мәктәптә, урлаша, ысталауайҙан ашарға ташый, тип һөйләйҙәр.

Улы әйткән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе барып етмәне Шәрифә апайға. Төшөнгәс, көл кеүек ағарынды.

— Кемдәр һөйләй? — тип һораны, телен саҡ әйләндереп.

— Кем булһын, шул Искәндәр инде! Ағайым уның менән юҡҡа һуғышҡан тип беләһеңме ни? — Илфирҙың тауышы ҡалтыранды, йөрәкһенеп әсәһенән күҙҙәрен алманы. — Әсәй, һин ысынлап урлашмайһың бит?! — Ул түгелеп иларға кереште. — Әсәкәйем, урлашмайһың бит?!..

— Юҡ, балаҡайым, юҡ! Йөҙ, мең мәртәбә юҡ!!! Кеше өлөшөнә үрелһәм, ҡулдарым ҡороһон!

Шәрифә апай күҙ йәштәрен эскә йотто: мин һеҙҙе ҡурсалар урынға, һеҙ мине ҡурсалайһығыҙ икән дә баһа! Бер йүнһеҙҙең әсе теле арҡаһында күпме нахаҡ һүҙ ишеткәнһегеҙ. Үҙем дә шәп! Айышына төшөнәмме-юҡмы, уныһын уйлап тороу ҡайҙа, дөр итеп ҡабынам да китәм.

 

10

 

— Әсәй, Инсаф киноға саҡыра, ебәрәһеңме?

Гөлсара апай баянан бирле көҙгө алдында борғоланған ҡыҙына көлөмһөрәп ҡараны:

— Саҡырғас, бар. Вәғәҙә биргәндә минән рөхсәт һораманың да баһа.

— Оялтма әле, әсәй.

Лиана, юрый үпкәләгән булып, ирендәрен турһайтты.

— Йөрөп ҡайт. Башың да елләр, юҡһа, өҫтәл артынан тора белмәйһең.

Һуңғы ваҡытта Лиана үҙен аңламай, гел генә Инсафты күргеһе килә лә тора. Бар булмышын биләп алған, берсә күктәге йондоҙҙарға сөйгән, берсә төпһөҙ даръяға сумдырған егетте. Мәктәптән ҡайтыу менән юҡһына башлай. Кистән осраша алмаһалар, телефондан һөйләшәләр. Хистәрен тыйып тота алмаһа, Инсаф көн тип тормай, төн тип тормай кеҫә телефонынан хәбәр ебәрә. Лиана уларҙы көндәлегенә теркәп бара:

«Һине шул тиклем күргем килә».

«Мин бер ҡыҙға ғашиҡ булдым. Үҙе сибәр, үҙе аҡыллы, үҙе яғымлы. Ул — һин, Лиана!»

«Һин — минең өсөн ерҙәге иң ҡәҙерле кеше».

«Һин мине донъяға яңынан тыуҙырҙың. Мин быға шат!»

«Беҙ бер-беребеҙ өсөн яратылғанбыҙ».

«Мин ғүмеремде һинһеҙ күҙ алдыма ла килтерә алмайым».

Дәрес әҙерләп ялҡып китһә, Лиана көндәлеген ҡулына ала, Инсаф ебәргән хәбәрҙәрҙең мәғәнәһенә төшөнөргә тырышып, ҡат-ҡат уҡый. Көндәлегенә текәлеп ултыра торғас, күңелен быға тиклем бер тапҡыр ҙа татып ҡарамаған әллә ниндәй аңлайышһыҙ хис биләй. Ҡыҙ ҡыҙарып көндәлеген алыҫҡараҡ йәшереп ҡуя.

Лиана күпме саҡырһа ла, Инсафтың уларҙың фатирында булғаны юҡ, ҡыҙҙың ата-әсәһенән тартына. Әле лә кеҫә телефонынан ғына хәбәр ебәрҙе: «Мин килдем, аҫта көтәм».

Тышта ябалаҡлап ҡар яуа. Ҡыштың һуңғы ҡарҙары. Эре-эре ҡар бөртөктәре ергә төшөп етмәҫ борон иреп юҡҡа сыға. Уларҙың береһе, ергә төшкөһө килмәнеме, Инсафтың бит алмаһындағы миңгә ҡунды. Тәҙрәләрҙән төшкән бөләңгерт ут яҡтыһында егеттән күҙҙәрен алмаған Лиана йомшаҡ ҡулы менән уның битенән һыйпаны ла миңдән үбеп алды.

— Ҡара һин уны, апаһынан уҙып ни эшләмәксе? Һиңә оҡшаған миң миңә оҡшамай тиһеңме әллә? — Ҡыҙ сыңлатып көлөп ебәрҙе.

— Һинең битеңә лә ҡар ҡунған! — Инсаф уның ирендәренә үрелде. Ситкә тайпылманы ҡыҙ… Танһыҡтары ҡанғансы үбешергә өлгөрмәнеләр, шығырлап подъезд ишеге асылды. Бер-береһенә ҡарап көлөштөләр ҙә, етәкләшеп, туҡталышҡа киттеләр.

— Әсәйем әрләне, — тине Инсаф автобуста барғанда.

— Ниңә?

— Бер балыҡ башы. Мәктәптә әйткәндәр.

— Әсәйең ни өсөн һуғышҡаныңды беләме?

— Юҡ.

— Ғәйепһеҙ көйө ғәйепле булып йөрөйһөң. Дөрөҫөн белһә, ул да тынысланыр, мәктәптә лә бәйләнмәҫтәр ине.

— Бәләкәй саҡта ла ошаҡлашманым, хәҙер ҙә бәлә һалып йөрөмәйәсәкмен.

Хәтерендә, малайҙар менән һуғышҡас, ошаҡлашырға фатирҙарына йүгергәйне. Атаһы тыңлап бөтөр-бөтмәҫтән кире бороп сығарып ебәрҙе.

— Кирелегең менән Искәндәргә маһайырға юл ҡуяһың. Һемәйттем тип, үҙеңдән көлөп йөрөй.

— Бик маһаймаһын, кәрәк булһа, тағы ла өҫтәрбеҙ. Йоҙроҡ үҙебеҙҙеке, кешенән үтескә алмағанбыҙ.

— Уныһын булдыраһың. Башҡаһы ҡулыңдан килмәһә лә…

— Башҡаһы ла ҡулыбыҙҙан килә!

Инсаф көтмәгәндә Лиананың башын үҙенә табан борҙо ла битенән үбеп алды. Ҡыҙ оялды, егеттең арҡаһын йоҙроҡлап төйҙө.

— Әлеү, үлтерәһең! Үпкәмде арҡаға йәбештерҙең.

Салондағы пассажирҙар, уларға боролоп ҡарап, баш сайҡаны.

Кино ҡарап сыҡҡас та урамды оҙаҡ тапаны улар. Епшек ҡар яуыуына ла, тиҫкәренән ел иҫеүенә лә иғтибар итмәнеләр. Бар һөйләшеүҙәре — аттестат алыу, артабан уҡыу.

— Ныҡышма, Лиана, минән барыбер математик сыҡмаясаҡ.

— Ә мин, мәктәптәге һымаҡ, университетта ла бер өҫтәлдә ултырып уҡырбыҙ, тип хыялланған булам тағы.

— Әсәй аҡса таба алһа, түләүле әҙерлек курстарына барып ҡарайым. Авиационныймы, нефтяноймы — ҡайһыһында конкурс әҙерәк, документтарҙы шунда бирәсәкмен.

Лиана Инсафтан башҡа уҡыуҙы күҙ алдына ла килтерә алмай, шуға өҙгөләнә. Уға шул тиклем өйрәнгән, көн дә бер мәртәбә миңенән үбеп, «Миңлебайым» тип үсекләмәһә, күктәге ҡояш һүнер, Ер шары әйләнеүҙән туҡтар төҫлө.

— Имтихандарға икәүләшеп әҙерләнербеҙ. Белмәгәнебеҙҙе бер-беребеҙҙән һорашырбыҙ. Шулай күңеллерәк тә булыр. Юҡһа, яңғыҙым бер өйҙә хәҙер үк хыялыйға әйләнә башланым. Имтихандар еткәнсе психушкаға илтеп тығыуҙары мөмкин.

— Үҙең генә әҙерлән. Һин янымда саҡта минең тирмән ташы әкрен әйләнә. — Инсаф башына һуғып алды. — Ҡара-ҡаршы ултырып, ҡулға-ҡул тотоношоп, күҙҙәреңә ҡарағым килә лә тора. Йә эш боҙоп ташларбыҙ.

— Ташлаһаҡ ни, беҙ кемдән кәм! — Ҡыҙ иң элек, көләс күҙҙәрен уйнатып, йылмайҙы, шунан, үҙ һүҙҙәренән үҙе оялып, башын ситкә борҙо.

— Һин ризамы? — Егеттең йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Ҡыҙҙы ҡосағына алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. — Ризамы?

— Әле үк тимәйем, өйләнешкәс… — Ҡыҙ уны ситкә этәрҙе.

— Үҙең ымһындыраһаң, үҙең баш тартаһың…— Егет ҡыҙҙы теләр-теләмәҫ кенә ҡосағынан ебәрҙе.

Подъезд алдында Лиана сәғәтенә ҡараны.

— Ҡалай оҙаҡ йөрөп ташлағанбыҙ. Ун бер тулып килә.

Инсаф ҡыҙҙың ҡулдарынан тотто.

— Ашыҡма, бер ни әйтергә ине. Лиана… — Ул ҡарашын ситкә алды.

— Башлағас, һөйләп бөт.

— Әйтермен әле… — Инсаф ҡыҙҙың ҡулдарын ысҡындырҙы.

Егеттең көтмәгәндә күҙ ҡарашын йәшереүе Лианала шик тыуҙырҙы. Уның ҡылығына ғәжәпләнеп бөтә алманы.

 

11



Автор:
Читайте нас