

Тыуған ауылына барыусы автобусҡа ултырғас, Фәйрүзә пассажирҙар араһынан иң беренсе таныш йөҙҙәрҙе эҙләне, ләкин таныған, белгән кешене осратманы. Юлдаштары ла был таныш булмаған ҡатынға, тәүҙәрәк кем икәнлеген белгеләре килеп, текәлеберәк ҡараһа, һуңғараҡ берәй ҡунаҡҡа ҡайтыусылыр, тип уйлап булһа кәрәк, ҡыҙыҡһыныуын юғалтты, башҡа иғтибар итмәне, һәр береһе таныш-тоношо менән һөйләшә, аралаша, оҙон юлда төрлө юҫыҡтағы хәбәрҙәр һөйләп, үҙ-ара гәпләшә. Аптырарлыҡ та түгел шул, ул ауылдан сығып киткәндән һуң тыуған балаларға ла инде утыҙ йәштәр тирәһе. Ул танымаған, уны белмәгән тотош бер быуын үҫеп еткән. Автобус таш түшәлгән юлда даңғыр-доңғор һелкетеп ала, эргәһендә килгән йөклө ҡатын тауышын күтәреберәк:
– Утын тейәмәгәнһегеҙ бит, ипләберәк барып булмаймы, юғиһә кире боролоп, мине бала табыу йортона алып бараһың булыр, – тип өндәште.
Былай ҙа алама юлда йәне көйөп килгән водитель йөҙ һүҙгә етте:
– Мин ғәйеплеме ни? Ана, такси яллап ҡайтығыҙ! Былай ҙа яй ғына барам бит инде, ҡыуырлыҡмы ни юлығыҙ? Һеҙҙең яҡҡа барып ҡайтҡан һайын автобустың берәй ере эштән сыға. Өс тинлек ҡуян, мең һумлыҡ зыян, мин ремонтты былай ҙа үҙемдең кеҫәмдән түләйем.Әле яйлап барып булмай, бынау юлда ҡыуһаң, хәҙер таралып төшә иҫке автобус.
Тыныслана алмай һаман үҙенекен тылҡыған водителдең тауышын ишетмәҫкә була, Фәйрүзә иғтибарын тәҙрәнән йүгереп үткән электр бағаналарына, арыраҡ тау араларына сәселеп үҫкән ҡайын-уҫаҡтарға йүнәлтте. Был яҡтарҙа йыл да тиһәң (шаштырыу булырмы икән), әммә йыш ҡына йыл ҡоро килеп, халыҡтың былай ҙа еңелдән булмаған тормошон ауырайта. Шуғамылыр, тау йырындарында тамыр ебәргән ағастар утыҙ йыл элек нисек булһалар, һаман шул көйө, үҙгәрмәй ултыралар. Әллә ни бейек тә түгелдәр, олондары ла беләк йыуанлығында ғына. Яҙын бер ҡар һыуына туйынып, унан инде төрлөсә килгән йәйҙә тырышып-тырмашып йәшәү өсөн йәнтәслимгә көрәшәләр шул. Тора-бара тау биттәрен тотош селек баҫып китеүенә иғтибар итте ҡатын. Ни ғиллә менәндер әрһеҙ селек бөтә тирә-яҡты ҡаплаған, хатта ауыл эргәһенән үткәндә зыяраттарҙы ла баҫып алыуын күреп, аптырашҡа ҡалды Фәйрүзә. Ни хәл итеп яҡындарының ҡәберҙәрен таба икән яҡташтары, әллә бөтөнләй был бәлә менән көрәшеп тә ҡарамайҙармы? Иптәштәре менән бергәләп сейә йыйған тау битләүҙәренә, муйыл тиргән әрәмәгә, еләк сүпләгән туғайҙарға ҡарап, бала сағын иҫкә төшөрөп, уйланып килеп, тыуған ауылына ҡайтып еткәнде шәйләмәй ҙә ҡалды. Автобус туҡтағас, юлдаштары ауыр-ауыр сумкаларын күтәреп, өйҙәренә таралышты. Кемделер балалары килеп ҡаршыланы, берәүҙәре машинаға ултырҙы. Ауылын тыны менән тартып алырҙай булып һағынған Фәйрүзә сумкаһын ергә ҡуйҙы ла иркен итеп тын алды. Танауына танһыҡ әсе әрем, хуш еҫле еләк, тағы әллә ниндәй тәмле хушбый, сәскә еҫтәре килеп бәрелде. Хатта ғүмере буйы Мәскәү ҡалаһында йәшәгән бер ауылдашының, ҡунаҡҡа ҡайтҡас: “Миңә урынды кәртә башына йәйегеҙ,тиреҫ еҫен һағындым!” – тигәнен көллө халыҡ мәҙәк итеп һөйләй торғайны. Шул да ҡылт итеп иҫенә килеп төштө. Бер ҡараһаң, аптырарлыҡ та түгел шул! Йырҙа ла йырланғанса, “Үҙ еремдә яҡын миңә бәрәңге баҡсаһы ла!”
Тыуған ауылында әле иң матур, иң гүзәл мәл! Бейек тау артына байып барыусы ҡояштың ҡыҙғылт нурҙары бөтә офоҡто ялмаған, шул ҡыҙыллыҡ хатта өй түбәләренә, йылға буйында үҫкән ерек, ҡайын, тирәктәрҙең башына еңелсә генә ҡағылып, әкиәти, сихри, илаһи серлелек өҫтәй. Йәй көндәренә генә хас үҙенсәлекле тауыштар ҡолаҡты иркәләй. Кемдер көтөүҙән тороп ҡалған малын саҡыра, берәүҙәр йылға буйынан һаман ҡайтырға теләмәгән өйрәк-ҡаҙҙарын йәүкәләп, бейек яр буйын бер итеп, көш-көшләп уларҙы һыуҙан сығара... Әсәһенән айырылып ҡалған бәләкәй генә ҡара бәрәс, ҡайҙа барғанын белмәй сабыулай, йөрәкте өҙөп баҡыра, уның артынан бармаҡ йыуанлығындай сыбыҡ тотҡан ҡап-ҡара булып көнгә янған малай ахмайылға төшөп йүгерә. Бала саҡты хәтергә төшөрөүсе ауаздар, йәнгә яҡын күренештәр... Илаһи мәл! Фәйрүзә юлын дауам итте. Урам буйлап атлағанда, йә йылмайып, йә моңайып баҡҡан тәҙрәләргә ҡарап, ҡасандыр шул өйҙәрҙә ғүмер иткән ауылдаштарын иҫенә төшөрҙө. Хәҙер инде уйнаҡлап торған матур еңгәләре тешһеҙ әбейҙәргә әүерелгән, ер һелкетеп баҫып йөрөгән ағайҙарының йөҙөнә ҡартлыҡ сырайы ятҡан, яратҡан инәйҙәренең, олаталарының күбеһе юҡ, класташтары ла өләсәй, ҡартатай булып, ейән-ейәнсәрҙәр үҫтереп, һәүетемсә генә донъя көтөп ята.
Бынау егерме беренсе быуатҡа килеп еткәндә һаман ауылдарына асфальт юл булмауы эсен бошора Фәйрүзәнең. Өйҙәргә газ үткәрелмәгән, бөтә Ер шарында рәхәтләнеп халыҡ кәрәҙле телефон менән ҡулланғанда, ауылдарында элемтә юҡ, ҡайтҡас телефонды сумканан алып булашаһың да булмай! Быларҙы уйлаһаң, хатта ауылдаштары өсөн, күңеленә ҡыйын булып китә. Шул көйө улар бар нәмәнән йәм табып, үҙҙәренең күңелен үҙҙәре күреп, ярыштар ойоштороп, матур сығыштар әҙерләп, районда барған бер саранан да тороп ҡалмай, гөрләтеп йәшәп ята. Үҙҙәре сабый бала кеүек ышаныусан, иҫең китерлек ҡунаҡсыл, күлдәктәре-ние менән бер ҡатлы, күңелдәре шаран-яра асыҡ бит әле! Фәйрүзә сит яҡтарҙа йәшәгәндә үҙенең тормошона нимәлер етмәүен, ниҙәндер ҡоро ҡалыуын һиҙемләй ине, ләкин һуңғы арала ғына үҙенең эҙләнеүҙәренең сәбәбен тапты, ахыры. Ул да булһа, ана шул ауылдаштарының сабый балалай бер ҡатлы булыуы ... Бер гөнаһһыҙ сабый ише донъяға көлөп баға улар, үҙҙәренән иҫ китерлек ябайлыҡ бөркөлөп тора. Ситтә йәшәгән ауылдаштары менән ысын күңелдән ғорурланып, уларҙың уңышына балалар кеүек ихлас ҡыуанып йәшәй беләләр. Әлеге лә баяғы ихласлыҡ, ябайлыҡ саманан ашҡан шул...
Ҡатын берсә шатлыҡлы, берсә моңһоу уйҙарға бирелеп, тыуған йортоноң ишек алдына килеп ингәнен һиҙмәй ҙә ҡалғансы! Ҡайтыуы тураһында хәбәр итмәгәс, эт өргәнгә тәҙрәгә ҡапланған еңгәһе шатлығынан ҡысҡырып ебәрҙе. Ағаһы менән икәүләп ишектән атылып килеп сыҡтылар, алмаш-тилмәш ҡосаҡлап, өйгә әйҙүкләнеләр. Атай нигеҙен ҡоротмау ниәте менән ғүмер буйы Себер яҡтарында эшләп, тапҡан-таянғандарын ике балаларына ҡалдырып, хаҡлы ялға сығыр алдынан ҡайтып, атай нигеҙенә оло йорт ҡороп йәшәп ятыусы Салауат ағаһы менән Сәғиҙә еңгәһе Фәйрүзәнең алдына нимә алып, нимә ҡуйырға белмәне.
– Ҡайтам, тип хәбәр итһәң, район үҙәгенән үк барып ҡаршы алыр инем, әҙәм көсө еткеһеҙ сумкаңды күтәреп, нисек ҡайтып еттең? –тип аптыраны ағаһы.
– Юҡ, ағай, бик уңайлы ғына килеп сыҡты юлым. Сибайға тиклем Өфөнән таксиға ултырҙым, был яғына автобусҡа өлгөрҙөм.
Еңгәле-бикәсле өҫтәлде ҡарап, тегеләй-былай иткеләгәнсе, самауыр ҙа ҡайнап сыҡты. Өсәүләп ултырып, Өфө күстәнәстәре менән сәй эсеп алғандан һуң, Салауат мунса ҡаҙанына һыу тултырып, ваҡ-төйәк тап-топ һалып, усаҡты елпетеп тә ебәрҙе. Заманса итеп эшләнгән тимер мейес өҫтөндә торған һауыттағы һыу ҙа ул-был иткеләгәнсе ҡайнар сиккә етте. Салауат мәтрүшкә ҡушып яһалған миндекте эҫе һыуға төшөрөп, бешекләп ҡуйҙы ла өйгә инде.
– Бар, һеңлекәш, юлда арыған тәнеңде яҙып, йыуынып сыҡ, мунса әҙер.
Ҡарағай еҫе аңҡып торған аҡ мунсала юл туҙанын йыуып, тәмле мәтрүшкәле миндек менән сабынып, ике бите алһыуланып сыҡҡан Фәйрүзәне Сәғиҙә еңгәһе әсәһенән ҡалған ҡомартҡы – еҙ самауырҙы яңынан шыжлатып, түбәсәйен ҡырын ҡуйып, тамылйып бешкән еләк төшөрөлгән сәйнүккә яңынан сәй һалып, көтөп тора ине. Егәрле еңгәһе шул арала ҡоймаҡ ҡойоп та өлгөргән. Сәй табыны артында әңгәмә ҡороп, бала саҡты хәтергә төшөрөп, атай-әсәйҙәрен һағынып иҫкә алып, туғандар ярты төн уҙғансы һөйләшеп ултырҙы. Фәйрүзә ауыл хәбәрҙәрен һорашты, күрше-тирәләрҙең иҫәнлеге менән ҡыҙыҡһынды.
– Үткән аҙнала Хәмит ...мәрхүм булып ҡалды, өйөндә үлеп ятҡан... Бер кем инеп, бер кем сыҡмағас ни, еҫләнеп бөткән, тиҙәр... – тип әйтеп ҡуйҙы еңгәһе. – Әлдә шуға кейәүгә сыҡмағанһың, бикәс, Хоҙай әшкәрткәндер үҙеңде...
Был хәбәрҙән Фәйрүзә һиҫкәнеп китте, хәтирәләр уны бынан өс тиҫтә йыл элек булған ваҡиғалар өйөрмәһенә алып инеп китте...
* * *
– Киләләр!!!
– Килен төшә! Килен!
– Яҫтыҡ әҙерме? Бал менән май һалынған кәсә ҡайҙа?
– Төп ҡоҙағый ҡайҙа булған?
– Кейем алмаштыра, хәҙер килер ул.
Ишек алды геү килә.Туй мәлендә генә була торған ығы-зығы, шау-шыу, буталыш. Мөйөш һайын фәрештә, һәр береһе һәр эштә, тигәндәй, бер-береһенә бәрелә яҙып, бөтә туған-тыумаса, күрше-күлән мәж килә. Мин дә тик тормайым әле, тигән кеүек, бесәйенә хәтлем аяҡ аҫтында бутала. Кемдеңдер ҡулында балаһы илай, туй табыны ҡарап йөрөгән әсәһенең башын күтәреп ҡарарға ла ваҡыты юҡ, ә атаһын бәпес ниңәлер тыңларға теләмәй. Бына машиналарын пипелдәтеп, саң болото уйнатып, урам буйлап ҡоҙаларҙың килгәне күренде. Кемдәрҙер тәҙрәгә ҡапланды, бала-саға урамға һибелде, бар халыҡ бөтә хәстәрен ташлап, туй күрергә эркелде. Иң алдағы машинаға ултырған кейәү менән кәләш, ике шаһит ишек алдына уҡ инеп туҡтанылар, шунан ҡапҡаны шартлатып ябып, ҡоҙа-ҡоҙасаларҙы шартына килтереп ҡаршылау йолаһын атҡарҙылар. Берәүҙәр килендең йөҙөн күреп, тел шартлатты, йәш ҡыҙҙар еңгәләренең туй күлдәгенең матурлығына иғтибар итте. Өйләнмәгән ҡәйнештәр эстән генә үҙҙәренең буласаҡ кәләштәренең тап ошо еңгәй кеүек һылыу булыуын теләне.
Ҡәйнә кеше тупһаға һалынған яҫтыҡҡа баҫҡан килененә изге теләктәрен әйтеп, бал, май ҡаптырҙы:
– Телең балдай татлы,майҙай йомшаҡ булһын, балаҡай! Төклө аяғың менән! Парлы булып, матур донъя көтөгөҙ. Ҡәйнәң буҫағаһына рәхим ит!
Ишек алдына ваҡытлыса башын ябып эшләнгән ҡулайлама аҫтына байрам өҫтәле урынлашҡан.
– Әйҙәгеҙ, ҡоҙалар, ултырышығыҙ, йәһәт кенә ашап-эсеп алайыҡ та сәғәт ун икегә ЗАГС-ҡа, сәғәт өстә кире төп йортта йыйылабыҙ, шул ваҡытҡа никах уҡырға мулла килеп етергә тейеш, унан туй табынына ултырыр мәл етә, – тип ҡабаландырҙы ҡунаҡтарҙы оло ҡоҙа.
Күмәк кеше – юҡ кеше, тигәндәй, буталышып, шаулашып, урын табып, ултырып бөткәнсе хәтһеҙ генә ваҡыт үтте. Һәр кем был өҫтәл артында урынын тапты. Тик кәләш кенә үҙ урынында булмай сыҡты.
– Бәй, кәләш ҡайҙа? Хәмит үҙе ултырып алған, килен ҡайҙа? – тип аптырашты ҡунаҡтар.
– Хәҙер килә, ҡыҙҙарҙың үҙ серҙәре бар, әхирәте менән ҡапҡа төбөндә һөйләшеп торалыр, –тине кейәү егет.
Ҡунаҡтар был яуапҡа риза булып, ҡоҙаларҙың һыйынан ауыҙ итергә, бер-береһе менән һөйләшергә, аралашырға, танышырға керешеп китте. Аш ашап, сәй эсеп, билбау аҫтын нығытып алғас, ҡоҙалар йәһәтләп машиналарға ултырырға ашыҡты.
– Хәмит, килен ҡайҙа ул? Нишләп ауыҙыңды асып, кәләшеңдең ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәй ултыраң! – тип орошто улын әсәһе, йәне көйөп.
– Ашаған мал өйөнә ҡайта ул, ҡайҙа китһен хәҙер! Ишек алдындалыр... – тип ҡупырайҙы кейәү кеше.
Унан урам яҡтан йүгереп инеп килгән бәләкәй ҡустыһына өндәште:
– Урал, еңгәңде күрмәнеңме?
– Күрҙем, еңгәй бая анауында торған аҡ машинаға ултырып китте.
–Нисек? Ниндәй машинаға?
Хәмит, һикереп тороп, ишек алдынан сығып сапты...Мәж килешеп, машинаға тейәлеүсе ҡунаҡтарҙы аптыратып,урам буйлап йүгерҙе.
Миңзәлә ХӘЛИЛОВА.
(Дауамы бар).