

Сарала Өфөнән 12 яҙыусы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәре, республика әҙәби баҫмалар мөхәррирҙәре ҡатнашты. Улар ике республика араһындағы мәҙәни дуҫлыҡты нығытыуға йүнәлтелгән эшлекле осрашыуҙар үткәрҙе. “Бер нисә “түңәрәк өҫтәл”, шул иҫәптән “Башҡорт яҙыусылары – белорус ере һаҡсылары” тигән темаға, тәржемә, берҙәм проекттар һәм башҡалар тураһында һөйләштеләр. Өс көнлөк программа төрлө сараларға бай булды.
Беларусь Милли китапханаһының Милли музейын ҡаранылар, Минск тураһындағы документаль фильмды төшөрөүҙә ҡатнаштылар, китапханаға башҡорт һәм рус телендәге уникаль баҫмаларҙы бүләк иттеләр. Бүләктәрҙе китапхана директоры урынбаҫары Виктор Пшибытко ҡабул итте. Экскурсиялар һәм методик эш бүлеге мөдире Людмила Комаровская делегаттарға 23 ҡатлы арҙаҡлы китапхананың төҙөлөүе тураһында һөйләне. Ул 2006 йылда асылған. Уның фондында 80 телдә 10 миллион дана китап һаҡлана. Марк Шагал, Сальвадор Дали, Пабло Пикассо кеүек бөйөк рәссамдарҙың автографтары һаҡлана. Хәҙер унда башҡорт классиктарының һәм заман яҙыусыларының китаптары ла бар. Башҡорт делегацияһының Минск ҡалаһына сәфәре алдынан Башҡортостандың әҙәби баҫмаларында белорус яҙыусылары әҫәрҙәре баҫылды. 11 октябрҙә, Республика көнөндә, Әҙәбиәтселәр йортонда үткәрелгән белорус һәм башҡорт шиғриәте кисе лә мөһим ваҡиғаға әйләнде.
Өфөнән делегацияға Айгиз Баймөхәмәтов етәкселек итте. “Планлаштырылғанды атҡарҙыҡ. Беларусь әҙәбиәте эшмәкәрҙәре – шағирҙар, прозаиктар, тәржемәселәр, баҫмалар мөхәррирҙәре - менән бәйләнештәр булдырылды. Был сәфәр һөҙөмтәһендә республикаларҙы тағы яҡынайтыр ныҡлы мәҙәни диалог булыр, тип ышанабыҙ. Әлеге ваҡытта Башҡортостандың Яҙыусылар союзы башҡорт телендә белорус антологияһын барлыҡҡа килтереү буйынса ҙур эш алып бара. Беларусь Республикаһының 40 заман яҙыусыһының 40 әҫәре башҡорт теленә тәржемә ителәсәк. Шул уҡ ваҡытта белорустар башҡорт әҙәбиәте антологияһын белорус теленә тәржемә итеүҙе әҙерләй. Киләһе йылда ике баҫманың презентацияһы планлаштырылған”.
Айһылыу НИЗАМОВА