Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
15 Октябрь 2023, 05:25

Хушлашыу вальсы Повесть (аҙағы) Факил Мырҙаҡаев

«Милициянан килгән ҡағыҙ! — Ҡурҡыуҙан ағарынған Инсаф хөкөм ҡарарын тыңларға әҙерләнде. — Түҙ! Бер минуттан барыһы ла билдәле буласаҡ».

Хушлашыу вальсы Повесть (аҙағы) Факил МырҙаҡаевХушлашыу вальсы Повесть (аҙағы) Факил Мырҙаҡаев
Хушлашыу вальсы Повесть (аҙағы) Факил Мырҙаҡаев

11

 

— Заһиров, директорға!

Инсаф ҡойолоп төштө, быуындары бушаны, аяҡтарын тыңлата алмай, әйтерһең, иҙәнгә ҡуша ҡаҙаҡлап ҡуйғандар. Эҙенә төштөләрме икән ни?! Иҫәрләнеп ниңә шылтыратырға ине инде? Сирләгәнһең икән, тыныс ҡына өйөңдә ят. Ә ул ялған хәбәр таратып, бар мәктәпте аяҡҡа баҫтырҙы. Юҡ шартлатҡысты эҙләүҙәренән кинәнес алмаҡсы булды.

— Саҡыртҡайнығыҙмы?

— Ултыр.

Сафуан Бәхтегәрәевич ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына килеп ингән егеткә урын күрһәтте. Инсаф ултырғысҡа сүгәләне, уның һүҙ башлауын көттө. Директор ашыҡманы, ашар алдынан сысҡанды уйнатып ләззәтләнгән бесәй һымаҡ, Инсаф көткән темаға күсеүҙе һуҙҙы.

— Имтихандарға әҙерләнәһеңме?

— Әҙерләнәм.

— «Өслө»ләрең күп ҡаламы әле?

— Төҙәтеп бөтөп киләм.

— Ваҡытты бушҡа үткәрмә, тырышып уҡы.

— Ярар.

Директор өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы аҡтарҙы, береһен ҡулына алды ла кире урынына ҡуйҙы.

«Милициянан килгән ҡағыҙ! — Ҡурҡыуҙан ағарынған Инсаф хөкөм ҡарарын тыңларға әҙерләнде. — Түҙ! Бер минуттан барыһы ла билдәле буласаҡ».

— Үткән тәнәфестә Искәндәр инеп сыҡты…

«Искәндәрҙең бында ниндәй ҡыҫылышы бар? Шылтыратыр алдынан мин уның менән кәңәшләшмәнем».

— …Әсәйең тураһында насар һүҙ әйтеп, рәнйеткән икән. Ныҡ үкенә.

— Әсәйемдән ғәфү үтенһен! Юҡһа…

Инсаф һынын турайтты, сырайы күҙгә күренеп яҡтырҙы: «Уның да тәүбәгә килер көнө булыр икән?! Ҡояш иртәгә икенсе яҡтан сыҡмаһа ярар ине».

— Шулай ҙа әйт әле, Искәндәр әсәйеңә ни өсөн исем таҡты? Сәбәбе барҙыр бит?

Үҙен тиң күреп әңгәмәләшкән кешенең кәйефен боҙғоһо килмәне Инсафтың, дөрөҫөн әйтеп бирҙе:

— Бер ҡыҙ өсөн.

— Ошо ҡыҙ өсөнмө? — Сафуан Бәхтегәрәевич өҫтәл тартмаһынан фотолар сығарҙы.

— Эйе.

— Мә, ал, иҫтәлек итеп һаҡларһың. — Ул фотоларҙы Инсафҡа тотторҙо. Уларҙы Искәндәрҙең яһағанын әйтеп торманы. — Ниңә йәшерҙең?

— Ошаҡлашып йөрөй торған ғәҙәтем юҡ.

— Әсәйең беләме?

— Белә.

— Рәнйегәндер инде.

— Илай…

Теге көндө киноға сығып киткәс, Илфирҙың ғәрләнеп илағанын әсәһе һөйләгәйне инде. Һүҙен тотмағаны өсөн Инсаф ҡустыһын түбәләмәксе ине лә, әсәһен уйлап, һүрелде. Уға дөрөҫлөктөң өҫкә ҡалҡып сығыуы мөһим ине.

— Китергә мөмкин. — Йөҙөнә ҡәнәғәтләнеү билдәләре сыҡҡан Сафуан Бәхтегәрәевич ҡулын егеттең яурынына һалды. — Ҡара уны, ҡыҙыңды рәнйетмә, ишетеп ҡалһам, ҡолағыңды борормон.

— Мин риза!

Инсаф көлә-көлә сығып китте. Уны ишек төбөндә Лиана көтөп тора ине.

— Ниңә саҡыртҡан?

— О’кей! Һуңынан һөйләрмен. — Егет ҡыҙҙың ҡулдарынан тотто. — Әйҙә, дәрескә һуңлайбыҙ.

Кис менән Инсафтарға Искәндәр килде. Залға саҡырһалар ҙа ишек төбөнән уҙманы. Әсәһен һораны.

— Мин мәктәптә һеҙҙең хаҡта насар хәбәр тараттым. — «Бур» һүҙен ҡабатларға теле әйләнмәне. — Булдыра алһағыҙ, ғәфү итегеҙ.

Искәндәр башын түбән эйеп ишеккә боролдо. Уны берәү ҙә туҡтатманы.

 

12

 

Оҙаҡ көттөрөп килгән яҙ ашыға-ашыға үҙ эшен эшләне: мәктәп ихатаһындағы ҡыуаҡтар йәшелдән кейенде, түтәлдәргә сәселгән сәскәләр ярыша-ярыша ҡыяҡ ебәрҙе. Лиана, килеп еткәс, үҙе белем алған мәктәпкә, тәүге тапҡыр күргән кешеләй, хәтһеҙ генә ҡарап торҙо. Башҡа көндәрҙә иғтибар ҙа итмәй инеп китә ине, әле һәр нәмәне күҙҙән үткәрҙе. Өсөнсө ҡаттан үҙҙәренең класс бүлмәһен эҙләп тапты. Өс тәҙрәне лә асып ҡуйғандар. Класташтарының үтеп-һүтеп йөрөгәне күҙгә салынып ҡала. Иртәләгәндәр. Тантана сәғәт унһыҙ башланмай. Тулҡынланалар, күрәһең. Үҙенең тулҡынланыуы ла йөҙөнә сыҡҡан. Күңеленә берсә рәхәт, берсә моңһоу. Һуңғы ҡыңғырау тантанаһында әйтәсәк һүҙҙәрен күңеленән ҡабатлапмы ҡабатланы. Бутап ҡына бөтөрмәһә ярай ҙа.

Уйҙарға батҡан ҡыҙҙың иңдәренә кемдер һаҡ ҡына ҡағылды. Инсаф!

— Абау, ҡотомдо алдың!

— Ҡурҡма, мин генә ул.

— Һин генә булһаң, ҡурҡырға ярамаймы ни? — Лиана ысын күңелдән көлдө, йөҙө баш осондағы май ҡояшылай балҡыны.

— Прическаң ҡалай матур!

— Рәхмәт. Ҡыҫҡа сәс һиңә лә килешә.

Һуңғы арала, һиҙҙермәҫкә тырышһа ла, Инсаф үҙенә урын таба алмай, нимәгәлер борсола. Сәбәбе нимәлә? Эйе, нимәлер булған. Ел иҫмәһә, ағастағы япраҡтар ҙа шыбырлашмай. Һораша башлаһаң, яуаптан ҡаса, һүҙҙе икенсегә бора. Имтихандар өсөн хафалана тиер инең, барыбыҙ ҙа үтәһе һынау. Тапшырырбыҙ әле, бер беҙҙең баштан ғына уҙмаған. Әллә күңеле биҙҙеме? Улай тип әйтергә лә теле әйләнмәй, элеккесә ихлас, янынан бер аҙым да ситкә китмәй. Лиана ике ут араһында ҡалды, уны оноторға тырышып та ҡараны, ләкин йөрәген тыңлата алманы, туҡтауһыҙ Ул тип тибә. Шуныһын асыҡ төшөндө: йөрәккә бойороп булмай икән.

— Әйҙә! — Инсаф ҡыҙҙың ҡулындағы сәскә гөлләмәһен алды. — Миңә ишек алдына сығарып, аппаратураны көйләргә ҡушҡайнылар.

Ул ҡапылғара класташтарын танымай ҙа торҙо, һәр береһенең өҫтөндә, үҙендәге һымаҡ, энәнән-ептән сыҡҡан кейем. Үҙҙәре бер көн эсендә етдиләнеп киткән кеүек. Ҙур тормошҡа аяҡ баҫалар, ғәмһеҙ бала саҡ һағынып иҫкә алырға ғына ҡаласаҡ. Тиҙҙән, бик тиҙҙән ҡыңғырау һуңғы тапҡыр зыңлар. Ҡыңғырау ҡабат дәрескә саҡырмаҫ. Яҙмыш уларҙы, ергә һибелгән борсаҡ шикелле, төрлө тарафтарға таратыр.

Инсаф, ҡыңғырау зыңлауын, ғүмергә хәтерендә ҡалдырырға теләгәндәй, йотлоғоп тыңланы. Класташы Роберт күтәргән ҡыҙ ҡыҙыл сепрәк бәйләнгән ҡыңғырауҙы шылтырата ла шылтырата: зың-зың… зың-зың… Ул Лианаға боролдо. Ҡыҙ, илап ебәрмәҫ өсөндөр инде, ирендәрен ҡымтыған, күҙҙәрен ҡыңғырауҙан алмай. Инсафтың күңеле тулды: «Ирендәренең тәмен бүтән татый алмауым ошомо икән ни? — Ә ҡыңғырау егеттең йөрәген телгеләп зыңланы ла зыңланы: зың-зың… зың-зың… — Ниңә беҙҙең мәктәпкә килдең? Кем саҡырҙы? Ярты йылға ҡалғас ниңә түҙмәнең? Үҙ мәктәбеңдә уҡып йөрөһәң, юлдарыбыҙ киҫешмәҫ ине, бәлки. Килгәс-килгәс, ниңә бер аҙнаға булһа ла иртәрәк килмәнең? Һин эргәмдә булһаң, бындай түбәнлеккә төшмәҫ инем. Бер кемде лә ғәйепләргә йыйынмайым. Үҙем ғәйепле! Ҡылған эшем хөкөмгә торошло икән, язаһын да күтәрергә әҙермен. — Зың-зың… зың-зың…— Исемеңде йөрәгемдән һыҙып ташлай алырмынмы-юҡмы, әйтә алмайым. Шуныһын беләм: яратаһың! Мин дә яратам! Һин минең тормошома өр-яңы мәғәнә бирҙең. — Зың-зың… зың-зың… — Әллә миңә үҙ-үҙемә хөкөм сығарыуы еңел булды тиһеңме?.. Нисә көндәр инде үҙ-үҙем менән көрәшәм. Ниһайәт, үҙемде еңдем! Эйе, еңдем! Мин дә ихтыяр көсөнә эйә икәнмен... Тик нисек әйтергә? Бөгөн! Фәҡәт бөгөн! Бөгөн әйтә алмаһам, барыһы ла элеккесә ҡаласаҡ. Уны ла, үҙемде лә алдап йөрөткөм килмәй. — Зың-зың… зың-зың… — Мин, һин уйлағанса, күктәргә күтәреп маҡтарлыҡ саф күңелле, эскерһеҙ кеше түгелмен. Ғәйебем ҙур. Аңлайым, һин мине бер ҡасан да ғәфү итмәйәсәкһең. Дөрөҫ эшләйһең. Минең ысын йөҙөм асылғас, үҙең үк ҡыуып ебәрәсәкһең. Ебәр! Шул кәрәк минең кеүектәргә!»

Ҡыңғырауҙы вальс алыштырҙы. Хушлашыу вальсы. Мәктәп ишек алдында тиҫтәләгән пар өйөрөлә. Инсаф ата-әсәләрҙе лә, уҡытыусыларҙы ла, үҙҙәрен ҡыҙыҡһынып күҙәткән I класс уҡыусыларын да күрмәне. Ул ҡарашын ҡыҙҙың күҙҙәренән алманы. Икеһенең дә йөҙө уйсан, икеһе лә уйға батҡан. Ҡыҙ: «Гел генә һинең менән бейеһәм ине!» Егет: «Хушлашыу вальсы. Исемен дә уйлап тапҡандар бит, ә! Һуңғы тапҡыр бейеүебеҙгә күңелем ышанмай».

Тантананан һуң да тиҙ генә айырылышҡыһы килмәне класташтарҙың. Ҡала урамдары буйлап оҙаҡ йөрөнөләр. Юҡтан да ҡыҙыҡ табып көлөшөүсе ҡыҙҙарға һәм егеттәргә өлкәндәр, йәшлектәрен иҫкә төшөрөп, эстән генә бәхет теләне.

Инсаф та, ваҡыт-ваҡыт онотолоп китһә лә, башҡалар ыңғайына күңел асты. Лиана уға берсә һоҡланды, берсә ғәжәп итте: эсен ниндәйҙер бесәй тырнай, түҙгәс тә түҙер икән, әммә тышҡа сығармай. Шулай ҙа кеше булыр икән! Нисә көндәр бит инде! Үҙенең дә, уның да кәйефен боҙмаҫ өсөн төпсөшмәне, кәрәк тип тапһа, һөйләр әле.

Автобустан төшкәс, Лиана егетте фатирҙарына саҡырҙы.

— Сәй эсербеҙ, — тине серле генә итеп. — Күпме саҡырып, бер ҙә инмәнең.

Егет үҙ яғын ҡайырҙы.

— Арымаһаң, әҙерәк һөйләшеп ултырайыҡ. — Инсаф балалар майҙансығындағы эскәмйәгә ымланы.

— Арыманым да ул. — Ҡыҙ күндәм генә эйәрҙе, күңелендә өмөт сатҡыһы яралды.

Ул Инсафтың һүҙ башлауын көттө, тегеһе бер нөктәгә төбәлеп ултыра бирҙе. Былай ҙа күңеле болоҡһоп тулаған ҡыҙ түҙмәне:

— Күпме томһайып йөрөргә мөмкин? Хәтереңде ҡалдырырлыҡ ауыр һүҙ әйткәнем юҡ шикелле. Теге көндө лә сәйер генә һүҙ башланың да китеп барҙың. Әллә башҡа ҡыҙға күҙең төштөмө?

Егет өндәшмәгәс, Лиана туҡтап ҡалды.

— Һинән башҡа бер кем менән дә осрашмайым, — тине Инсаф көттөрөп кенә. — Ныҡышыуың һәйбәт булды. Юҡһа, һүҙ башлай алмай йөрөй инем… Мин әйткәндәрҙе бүлдермәй генә тыңла. Ҡабул итеүең, итмәүең үҙ ихтыярыңда.

Ҡыҙ ризалыҡ белдереп баш ҡаҡты.

— Мин һиңә лайыҡ түгелмен, үҙеңә тиңде тап.

— Нимә?! — Лиананың күҙҙәре өрөп тултырылған шар кеүек ҙурайҙы. — Ни һөйләгәнеңде аңлайһыңмы һин?!

— Аңлайым, шуға күрә һөйләйем дә. Сөнки мин… Мин — ике йөҙлө, алдаҡсы… Мәктәпкә шартлатҡыс һалғандар тип, алдап мин… шылтыраттым…

Лиана шаңҡып, ҡатып ҡалды. Ҡулындағы гөлләмәнең төшөп китеүен дә һиҙмәне, һушын йыя алмай бер булды.

Егет тротуарҙан атланы. Күҙҙәренән атылып сыҡҡан йәштәре битен бешерҙе.

— Инса-аф!

Йөрәген телеп үтте ҡыҙҙың асырғанып ҡысҡырған тауышы. Аҙымдарын йышайтты.

Ул милиция бүлегенә ашыға ине.

 

2004

 

 

Автор:
Читайте нас