

Зөлфирә ТАҺИРОВА
Йөрәк ярып сыҡҡан бала
Хикәйә
(3)
Һөйгәне менән бергә булыу минуттарынан да ҡәҙерлеһе булмағандай тойолдо Зөһрәгә. Был ваҡытта икенсе башҡа нимә тураһында уйлағыһы ла килмәне, шулай ҙа ят республиканың шыҡһыҙ тәбиғәте, бөтмәҫ-төкәнмәҫ яландары, суҡайышып торған ташлы-ҡаялы тауҙарының бер матурлығын да күрмәне ҡыҙ. Нисек был яҡтарҙа көн итмәк кәрәк, әллә селектән башҡа үҫемлек тә юҡ инде? Ҡотһоҙ ғына ҡыуаҡлыҡтарҙан башҡа бер ағаслыҡ күренмәй. Поезд туҡылдауын тыңлап ике тәүлек буйына барҙылар ҙа барҙылар. Был Зөһрәнең тыуған яҡтарынан тәүгә сығып китеүе ине. Ауылымды һағынам, тип Өфөгә барырға баш тартҡан ҡыҙға, өс айҙан Үзбәкстанға китәһең, тиһәләр, биллаһи, эсен тотоп көлөр ине.
Фәрхәттәрҙең ауылына килеп еткәндә ярайһы ғына эңер төшөп, күҙ бәйләнгәйне. Оҙон урам әллә нисә саҡрымға һуҙылған. Йорттары ергә һеңә яҙып ләпшәйеп ултыра, тәҙрәләре лә бәләкәс кенә итеп уйылған, дөйөм алғанда, был ауылдан кем ҡайҙа теләй ҡасып киткән дә, тик ҡарт-ҡоро, яңғыҙ-ярпы тороп ҡалған ташландыҡ бер ер кеүек тойолдо. Арыуыҡ ҡына тәпәйләгәс, тәғәйен ергә килеп еттеләр. Бейек ҡапҡалы, ап-аҡ итеп аҡланған, ҙур балсыҡ өй ҡаршы алды йәштәрҙе. Ишек алдарының ҡыйыҡ менән ҡапланыуы сәйер күренде, бер буш урын ҡалдырмай ергә йәйпәк таштар түшәлгән. Эстә оҙон коридор, уның ике яғынан бик күп бүлмәләр теҙелеп киткән. Бөтә ергә лә сағыу балаҫтар түшәлгән, мебелдәрҙең булмауы ла ҡыҙыҡ ине. Донъя шар асыҡ торһа ла, һис кем булманы, тимәк, Фәрхәттең ҡайтыры әсәһенә билгеле түгел. Егет тиҙ генә күршеләргә инеп һорашып сығырға булды. Зөһрә бер үҙе тороп ҡалғас, нисектер шомло булып китте, башҡайын икеле-микеле уйҙар баҫты. Ошонда мәңгелеккә ҡалырға тура килеп ҡуйһа, ә бәлки, ул да башҡа бер ҡатлы ҡыҙҙар кеүек алданғандыр. Сөнки поездың дөйөм вагонында әрменән ҡайтып килгән күмәк кенә үзбәк егеттәре менән тура килделәр. Фәрхәттең йә тамбурға, йә буфетҡа киткән осоронан файҙаланып, Ҡаҙағстан сигенә етмәҫ элек үк, Сардор исемле егет бер нисә тапҡыр Зөһрәне Башҡортостанға кире ҡайтырға өгөтләне:
– Зухра, ты неправильно поступаешь, слезь на следующей станции, я помогу тебе купить билет в Башкирию. С Узбекистана ни одна девушка еще обратно не уехала, и тебя у нас оставят. У нас ведь совсем другие обычаи, жесткие правила, женщинам нелегко приходится. Ты будешь очень жалеть, что меня не послушала. Я только добра желаю. Почему огорчаешь своих родителей?
Билдәһеҙлектән ярһыған йөрәгенә ошо һүҙҙәр тынғы бирмәне. Сардор... ысын күңелдән ярҙам итергә теләнеме, әллә алдарға уйы булдымы? Зөһрә буталды, кемгә ышанырға ла белмәне...
– Зөһрә, күршеләргә инеп торайыҡ, әсәйем “Сөннәт туйы”на киткән! — һөйгәненең тауышынан ҡыҙыҡай тертләне.
– Ҡурҡыттыммы әллә? – тип Фәрхәт уның яурындарынан йомшаҡ ҡына ҡосаҡлап алды. – Ҡурҡма, мин һине бер ҡасан да ҡалдырмам, алдамам, рәнйетмәм. Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ.
Күршелә ишле ғаилә йәшәгәнлеге асыҡланды. Хаят апайҙың алты балаһы Зөһрәне алты яҡтан уратып алды. Тик яулыҡта, оҙон күлдәктә һәм итәк аҫтынан өҫтәп кейелгән салбарҙа ғына йөрөгән ерле ҡатын-ҡыҙҙар араһында ҡунаҡтың плиссировкалы ҡыҫҡа ғына аҡ итәге, шул уҡ төҫтән кофтаһы, бейек үксәле итеге, үтә күренмәле йылтыр ғына ойоғо, тулҡынланып төшкән оҙон сәстәре – барыһы ла сәйер ҙә, матур ҙа күренде был муйыл күҙҙәргә. Бәләкәс малайҙар теҙелешеп ултырып Зөһрәне бик оҙаҡ һәм ентекле итеп текләне, кейемен, ҡулдарын, толомон тотоп ҡараны. Әсәйҙәре, үҙҙәренең телендә уларҙы ҡыҙҙырып, икенсе бүлмәгә ҡыуып сығарһа ла, ҡыҫылған ишек аша уларҙың баштары сиратлап-сиратлап күренә торҙо.
Хаят апайҙың тулған айҙай ап-аҡ йөҙө, текә маңлайы, ҡарлуғас ҡанатылай һыҙылып киткән ҡаштары, ҡамыш шикелле ҡуйы оҙон керпектәр араһында мөләйем ҡуңыр күҙҙәре, эйәгенең уң яғындағы ҡап-ҡара матур миңе уны тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Тығыҙ ғына итеп ябынған яулығы ситенән ҡара сәстәре саҡ ҡына күренеп тора. Ни тиклем һылыу булмаһын ҡатын, ул Зөһрәгә бигерәк йонсоу, моңһоу булып күренде. Башҡортостанға алып ҡайтып Хаят апайын бөҙрәханаға алып барғыһы, матур итеп кейендергеһе, биҙәндергеһе килеп киттесе. Күрше апай бер тапҡыр ҙа күтәрелеп ҡараманы: әллә Фәрхәттән оялды, әллә был тарафтарҙа тәртип шулаймы? Йүгерекләп йөрөп иҙән уртаһына табын әҙерләгән булды. Өҫтәл тейешле урынға түңәрәк икмәк, кәнфиттәр һәм сәй ҡуйылды. Беҙҙең башҡорттар ҡайҙан ғына килгән ҡунаҡ булмаһын, хатта күршеһе инһә лә, барлыҡ һыйын сығарып теҙер, бер ҡаҙан итеп аш һалыр ине... Алыҫ юлдан килеп, асығыуҙан эсе бер туҡтауһыҙ көтөрләп ултырған Зөһрә үҙ уйынан үҙе уңайһыҙланып китте. Бынау балаларҙан ризыҡ артып та ҡалмайҙыр инде, бер ултырғанда һыпырып ашап тороп китәләрҙер. Апайҙың ире аҡса эшләргә тип Рәсәйгә сығып киткән дә бына ярты йылдан ашыу инде ҡайтҡаны юҡ икән. Йорт буйынса бар мәшәҡәт ҡатын-ҡыҙ елкәһендә.
– Апай, ә нимә була ул сөннәт туйы? — тип һораны ҡыҙыҡһыныуын йәшерә алмаған ҡыҙыҡай.
– Беҙҙең яҡта малай кешегә биш йәш тулһа, уны сөннәткә ултырталар. Ул бик ҙур байрам итеп үткәрелә, бөтә туғандар ҙа саҡырылғас, йәмғеһе ике йөҙләп ҡунаҡ йыйыла, балаға изге теләктәр әйтелә, бүләктәр бирелә. Бер нисә малайҙың сөннәт туйын бергә уҙғарырға ла була. Был сара таң менән башлана, иртәнге намаҙҙы күмәкләп уҡығас, былау ашарға ултыралар. Ашҡа туғандар ғына түгел, күршеләр ҙә килә, хатта кем эштә була — уларҙы ла был сараға ҡайтаралар.
– Ул тиклем кешегә нисек бешереп өлгөртөргә һәм бешергәнде еткерергә була ул? — аптырауҙан Зөһрәнең күҙҙәре ҙурайып китте.
– Һәр ауылда ошо байрамдар өсөн ашнаҡсылар бар, беҙҙекендә Фәрхәттең әсәһе ғүмер буйы сәй яһаусы һәм икмәк телеүсе булып эшләй, уның өсөн хаҡ түләйҙәр. Кемдер ҡашығаяҡ ҡына йыуа, икенселәре былау өсөн яуаплы.
– Ҡатындар ҙа ҡунаҡ буламы, әллә улар ялсы кеүек кеше һыйлап ҡына тик йөрөймө? – тип һорау артынан һорау яуҙырҙы ҡыҙ.
Әлбиттә, улар иртәнге намаҙҙан һуң киләләр, бейеү, һый-хөрмәт кискә тиклем дауам итә. Ә балалар уйнайҙар. Кискә оло ир-егеттәр килеп, малайҙарҙы сөннәтләйҙәр. Улар ҡурҡмаһын өсөн аҡса, бүләк биреп ҡыуандыралар, һин хәҙер ир еттең, тип ҡеүәтләйҙәр. Бынан һуң улар һаҡланыу маҡсаты менән бер аҙна тирәһе киң салбар йә итәк кейеп йөрөргә тейештәр.
Ҡайһы һүҙҙәрен үзбәксә йә этеп-төртөп русса һөйләгән Хаятты Зөһрә йотлоғоп тыңланы, аңламаһа – ҡабат-ҡабат һорашты. Күрше ҡатындың аралашыуға һыуһағанлығымы, Зөһрәне оҡшатыуы булдымы – асылып китеп һөйләне лә һөйләне...
Оҙаҡ ҡына көттөрөп, туғандар ҡайтып төштө. Шау сәскәле сағыу кейемдәге Фәрхәттең әсәһе, матур итеп биҙәлгән мискә кеүек тәгәрләп килеп инде, шунда уҡ Зөһрәне ҡосаҡлап яратып алды, үҙҙәренсә әллә нимәләр тытылдап алып китте.
Тулы ғына кәүҙәле был ханым бик мөләйем һәм ирәбе. Ҡапыл ғына башын ҡайҡайта биреп, ихлас көлөп ебәреүе, еңдәрен беләгенә тиклем төрөп, өй буйлап елдереп йөрөүе, атлаған саҡта үксәһе менән иҙәнде думбылдата баҫыуы – Фатима әбейҙең әле шәп кенә икәнлегенә ишара. Уның аш-һыуға сымыры икәнлеге күренеп тора.
– Иң беренсе ҡыуырҙаҡ ашап алайыҡ, тиҙ генә нимә бар шуны йүнәттем инде, көн буйы өйҙә тормағас, — тип өтәләнде хужабикә.
Әллә ниндәй ят ризыҡ көтөп ултырған Зөһрә ҡурҙаҡты күргәс, еңел тын алып ҡуйҙы. Уны атаһы өйҙә гел генә ҡура, бигерәк тә һуғым һуйғандың иртәгеһенә – бешкән иттең мул сағында. Табаға май һала, унан бешкән итте теҙеп сыға, өҫтөнә арыу ғына итеп һуған, картуф өҫтәй. Ә Фәрхәттәр сей итте ҡуралар ҙа, һуған менән картуфтан тыш помидор ҡушалар. Барыһы ла бешеп сыҡҡас, һыу өҫтәйҙәр. Бик айырмаһы ла юҡ инде. Әллә асыҡҡанға, әллә ысынлап та тәмле булдымы, ҡыҙыҡай рәхәтләнеп ит ашап алды.
– Хәҙер тухум-барак әҙер була, – тип йүгергеләне Фатима ҡарсыҡ. Тухум-барак тигәне ҡамыр эсенә йомортҡа төрөлгән билмән булып сыҡты. Ризыҡ ҡыҙыҡайға бөтөнләй таныш булманы, уның яғында билмәнде иттән генә бешерәләр. Бәләкәс кенә итеп тешләп ҡараны ла, бик мөрәхәтһенмәне, шуға ла өҫтөнә йығыла яҙып һыйлаған әбекәйҙән, туйҙым да туйҙым, тип саҡ ҡотолоп ҡалды.
Өҫтәл артында ла нимә алып, нимә ҡуйырға белмәй өтәләнде ҡарсыҡ. Һәр ниғмәтте балалары алдына шылдыра, күҙҙәрен сытырлатып йомоп, ауыҙын супылдатып, ризыҡтың тәмле булыуына ишаралап, тәмләп ҡарарға өгөтләй. Ул сепейҙәрен янына йыйып, ҡәнәғәт ултырған ҡурҡылдаҡ тауыҡты хәтерләтә ине. Тауыҡ та бит тибенеп йөрөй ҙә тапҡанының иң шәбен себештәренә ашатып ҡалырға тырыша.
Фатима әбейҙең Фәрхәтен һағыныуҙан күңеле тулышып, күҙҙәре йәшләнеп-йәшләнеп китә, яйы тура килгән һайын тумалаҡ ҡына кәүҙәһе менән ауа-түнә ынтылып улының арҡаһынан ҡағып алды, тупылдатып ҡыҙҙы ла һөйҙө. Апайҙарҙың да йылы, мөләйем ҡараштарынан һуң Зөһрәнең барлыҡ шик-шөбһәләре яҙылды. Тик улар сутырлашып үҙ телендә генә аралашҡас, бер нимә лә аңламаны: алмаш-тилмәш йә Фәрхәткә, йә әбекәйгә, йә апайҙарға ҡарап тик ултырҙы. Улар көлһә, ҡушылып көлдө, башын һелкеп булһа ла ҡеүәтләгән булды. Уларҙың ҡайһы берен Фәрхәт руссаға тәржемә итеп ултырҙы, егет сыҡҡан арала үҙ-ара ымлашып ҡына аңлаштылар.
Оҙон юл үҙенекен итте, Зөһрә табын артында уҡ күҙе эленеп-эленеп киткеләне, быны һиҙгән Фатима һикереп тороп йоҡларға урын хәстәрләргә керешеп китте. Ҙур ғына бүлмәгә Зөһрәгә һәм апайҙарға ятырға урын әҙерләнгән. Иҙәндә ултырып ашап, иҙәндә ятып йоҡлау — ҡыҙ өсөн бигерәк уңайһыҙ булды. Ныҡ итеп арыһа ла, төнө буйына керпек тә ҡаҡманы. Башына әллә ниндәй уйҙар килеп йөҙәтте. Сардорҙың әйткән һүҙҙәре дөрөҫкә килеп, был яҡтарҙан ҡайта алмай ҡуйһа? Ата-әсәһен күҙ алдына килтереп, йөрәге әрнене. Һырға кеүек тәлгәштәрен һалындырған аҡ ҡайынлы, мәғрур ҡарағайлы урмандарын, мең төрлө сәскәле яландарын, саф һыулы шишмәләрен ошо шыҡһыҙ сит ер тәбиғәтенә алмаштырырмы? Табын түңәрәгендә ғаиләнең үҙ-ара ҡыҙып-ҡыҙып һөйләшеп алып китеүҙәре, Фәрхәттең ырғып тороп сығып юғалыуы, Фатима ҡарсыҡтың бер ни булмаған төҫ яһап йылмайырға маташыуы, апайҙарҙың Зөһрәнән ғәйепле ҡараштарын йәшерергә тырышыуы – барыһы ла тынғы бирмәне. Уның тынысһыҙланғанын Фәрхәттең иң кесе Мәҙинә апайы ла һиҙҙе. Сибек кенә ҡыҙҙы һаҡсыл ғына итеп ҡосаҡлап, һөйөп ятты.
Иртәгеһенә улар таң менән ҡунаҡҡа барырға әҙерләнде. Сөннәт туйы бөгөн дә дауам итә ине әле. Зөһрә киң итәкле, ҡыҫҡа ғына аҡ күлдәген һайланы, нәҙек биленә киң ҡыҙыл ҡайышын быуҙы. Биленән түбән төшөп торған тулҡынлы сәстәрен тағатты, йәтеш кенә ҡаптырғыс менән еңелсә ҡыҫтырып ҡуйҙы, аяғына бейек үксәле, ҡыҫҡа ҡуныслы итеген кейҙе. Фатима ҡарсыҡ бер-ике һынсыл ҡараш ташланы ла өндәшмәне. Һис кем күрмәгәндә Фәрхәт арттан ғына килеп һөйөклөһөн ҡосаҡлап алды, уның муйындарынан яратты, сәстәрен үпте.
Байрамға Фәрхәт кәләше менән килә икәнлеген бөтә ауыл белә ине инде. Хаяттың алты балаһы текләүе түгел бында, ике йөҙ ҡунаҡтың дүрт йөҙ күҙе иләктән иләне Зөһрәне. Кемдер һоҡланып баш сайҡаны, икенселәре ҡыҙыҡһынып күҙәтте, бәғзеләре сәйерһенеп тексәйҙе. Йәш килендәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың баштан-аяҡ үткәргән көнсөл ҡараштары ла сыбыҡланы. Ул һис берәү менән аралашманы, уларҙың һөйләшкәнен аңламаны, уңайлап ултырып алды ла тамаша ҡылды. Эстән генә былар үҙ-ара бер-береһен белеп бөтәләрме икән ул, урамдан китеп барған берәйһе инеп ҡушылып китһә лә айырмайҙар инде, тип көлкөһө килде. Ҡара төнгә тиклем зыҡ-ҡуптылар, сырылдашып ҡысҡырып уйнайҙармы, бейейҙәрме, әллә ниндәй килбәтһеҙ хәрәкәттәр менән түңәрәк әйләнеп бер булдылар. Тыныс ҡына йырлашып ултырған мәлдәре лә булманы түгел. Кейемдәре лә бер иш кеүек тойолдо: күҙҙе ҡырырлыҡ шау биҙәк, бер ниндәй зауыҡ юк, күлдәк аҫтынан ыштан кейеп алыуҙары бигерәк инде, тип уйланы Зөһрә.
Килгәне бирле йәштәрҙе әллә нисә урынға ҡунаҡҡа саҡырҙылар, иҫ китмәле табын йәйҙеләр. Зөһрә күп кенә ризыҡтарҙың атамаларын да белә, үзбәктәрҙең үҙ-ара гәпләшкәндәрен дә аңлай башланы. Телдәрен яҡшылап тыңлап ултырһаң, беҙҙекенә тартым. Бөтәһе лә ихлас, алсаҡ, кемеһе күрһә лә ҡосаҡлап ярата, арҡанан ҡаға, бүләк бирә. Хәҙер уға бик ныҡ иғтибарлап текләгән кеше лә ҡалманы, үҙҙәренекеләй күреп ҡабул иттеләр.
Үзбәкстандағы бишенсе көн тигәндә Фәрхәт менән әсәһе йомош табып Ургенч ҡалаһына юлландылар. Ҡушылған барлыҡ эштәрҙе йырып сыҡҡас, Зөһрә күрше Хаятҡа инеп сығырға булды. Тау шикелле өйөлөп ятҡан кейем артында ул кер йыуа ине. Бер аҙға ғына билен яҙырға, тип ҡатын турайып баҫты, хәлдәр һорашҡас:
– Никах көнөгөҙ ҙә етеп килә инде, әҙерлек барамы? – тип ҡыҙыҡһынды. Ул һүҙҙән Зөһрә һиҫкәнеп, бәүелеп китте:
– Ниндәй никах көнө, ҡасан, кемдеке?
– Нисек кемдеке, һинеке һәм Фәрхәттеке, бөтә ауыл белеп бөттө инде, йәшереп маташҡан була, Фатима еңгә менән Фәрхәт бөгөн ҡалаға шул мәшәҡәттәр буйынса юлланғандыр инде, — тип серле йылмайҙы Хаят.
– Э-э-э, эйе-эйе, әҙерлек бара.
Зөһрә, юҡ сәбәпте бар итеп, күршеләрҙән тиҙ генә сығырға ашыҡты. Иҫенә килгәндә ул ихаталағы бәүелсәктә ултыра ине. Әбей юҡҡа ғына тәҙрәләрҙе эсле-тышлы һөртөп алырға, балаҫтарҙы ҡағырға, туҙан һөртөргә, иҙән йыуырға, өйҙө елләтергә, ишек алдын һепереп, сайып сығырға йөкмәтмәгән икән. Бына ғиллә ниҙә булған?! Тимәк, улар, Зөһрәнән һорап та тормай, никах үткәрергә булғандар. Ҡасан ул турала һөйләшеп өлгөргәндәр? Ә уның атаһы менән әсәһе? Зөһрә менән һис кеме кәңәшләшмәне лә хатта. Ҡыҙҙың күҙҙәренән йәштәр эркелде. Эстән генә үҙен һүкте: “Кем һинән һорап торорға тейеш ине, үҙең теләп килдең, бер кем дә урлап алып ҡайтманы. Үҙең теләп туғандар буйлап йөрөнөң. Атай-әсәйгә әйтеп тороуҙы кәрәк тип тапманың, уларҙың һүҙен йыҡтың, һин уларҙан ҡасып киттең, хәҙер килеп кем һинең атаң менән әсәңде уйлап торһон! Үҙ теләгең менән килгәс, улар һине риза, тип ҡабул итә инде. Бында бит икенсе төшөнсә. Ауыҙ асып һүҙ әйтеп, фекереңде лә белдерә алмай ултырғас, туң баш! Эх, Зөһрә, иштең ишәк сумарын!!! Эх, Сардор, һине тыңлаған булһам... Тимәк, ҡайтыу юҡ...”
Дауамы бар.