

Зөлфирә ТАҺИРОВА
Йөрәк ярып сыҡҡан бала
Хикәйә
(4)
Хат ташыусы килеп Зөһрәнең уҡыу йортонан хәбәр ҡалдырып киткәс, Файза ултыра төштө. Ошо арала төшө боларып, йөрәге сәнсеп, былай ҙа тынғыһыҙланып йөрөй ине. Хатты уҡып ҡарамаһа ла, унда йүнле һүҙ яҙылмағанын яҡшы аңлай. “Эй, балаҡай, ни эшләтәһең беҙҙе, эй, Зөһрәм, йондоҙом, ниҙәр генә эшләтәһең һин мине?!” – тип һығылып төштө. Әсәй кеше конвертты аса алманы – ҡулдары ҡалтыраны, ҡысҡырып илағыһы килде, тауышы ла, күҙ йәштәре лә сыҡманы. Бер бөртөк кенә балаңдың шундай итеп бәғерҙәрҙе телеүе һыҡрандыра ине. Файза сәсен йолҡоп илау ғына түгел, күккә ҡарап олор хәлгә еткәндә, Миҙхәте ҡайтып инде. Ир кеше үҙен тыныс тотто. Ҡатынының ҡулынан йомарланып бөткән ҡағыҙ киҫәген ипләп кенә алды:
“Хөрмәтле Миҙхәт Мирхәйҙәр улы һәм Файза Ғилмитдин ҡыҙы!
Баймаҡ ҡалаһының һөнәри училищеһы администрацияһы ҡыҙығыҙ Аҡсурина Зөһрә Миҙхәт ҡыҙының бөтә предметтар һәм производство практика буйынса өлгәшмәүен хәбәр итә. Унан тыш, Аҡсурина З.М. тарафынан бөтәһе 160 сәбәпһеҙ дәрестәр ҡалдырылыуын, ул көндәр өсөн тейешле документтар күрһәтелмәүен белдерә.
Ошо сәбәпле 27 декабргә һеҙҙең ҡыҙығыҙҙың артабан был уҡыу йортонда уҡыуы йәки уҡымауы тураһында профилактик кәңәшмәгә саҡырабыҙ.
Кәңәшмәгә килмәгән осраҡта Аҡсуринаның уҡыу йортонан ҡыуылыуы һеҙһеҙ хәл ителәсәк”.
Тау ишелеп төшкәндәй итеп көрһөндө Миҙхәт, хатты уҡып бөткәс. Ире нимә әйтер, нимә кәңәш итер тип, тын да алмай ултырған ҡатынына ҡараны:
– Илама, Файза. Бында айыҡ аҡыл кәрәк. Зөһрәнең ҡайҙа булыуы, нишләп уҡыуға йөрөмәүе борсой, иң мөһиме, имен генә, һау ғына булһын. Иртәгә юлға сығырмын, уҡыу йортона барырмын, Зәлифәләрҙе күреп ҡайтырмын.
Көн кискә ауышты. Миҙхәт юлға сығырға йыйынып бөттө. Бөттө, тип, был юлы сумка-сумка күстәнәс тә төйнәмәне. Районға сыҡҡанда кейә торған матур яғалы ҡыҫҡа пальтоһының кеҫәһенә документын рәтләп һалды, ҡырлы кәпәсен ҡаҡҡылап-һуҡҡыланы, ҡыҫҡа ҡуныслы итеген майлап ялтыратты. Һәр кем үҙ уйында булды, бер-береһе менән һүҙҙәре берекмәне. Илама, тигәс, Файза ла артыҡ маҙаһыҙланманы. Ире тышҡа сыҡҡан арала ғына, күҙенә эркелгән йәшен һөртөп, танауын тартып-тартып ҡуйҙы. Яттан ғына Зәлифә бикәсен һүкте, Зөһрәне уйлаһа эсендә ниҙер өҙөлөп, йөрәге ҡалтырап китер булды, балаһы өсөн йәне һыҙланы.
Миҙхәт иртәнге автобус менән үҙәккә, артабан Баймаҡ ҡалаһына юл тотто. Тәүҙә уҡыу йортона килде. Зөһрәнең уҡытыусылары алдында уңайһыҙланды, башын да ҡалҡытып ҡарай алманы. Училище директоры, төркөм етәксеһе, уҡыу буйынса урынбаҫар, бер нисә уҡытыусы алдында баҫып торғанда Миҙхәт үҙен тереләй һуялар кеүек хис итте, ер тишегенә инеп китерҙәй булды. Был тиклем уның бер ҡасан да оятҡа ҡалғаны юҡ ине. Зөһрәнең ҡайҙа булыуын таптырҙылар, белмәйем, тиүенә тағы нығыраҡ аптыранылар.
– Нисек инде һеҙ балағыҙҙың ҡайҙа икәнлеген дә белмәйһегеҙ? Ул айға яҡын уҡырға йөрөмәне, әгәр беҙ иҫкәртмә ебәрмәһәк, һеҙ артабан да шулай тыныс күңел менән йәшәп ятыр инегеҙме?
– Бына ҡайҙа вайымһыҙлыҡ!!!
– Баланы сығарып ебәр ҙә – онот! Ошо ата-әсәләр ҡыҙыҡ була торған, һеҙҙең балалар беҙгә генә кәрәкме?
– Шунан, бер нимә була ҡалһа, уҡыу йорто ғәйепле! Ҡыуырға инде, башҡаса булыуы мөмкин дә түгел!
Һәр уҡытыусының һүҙе сыбыртҡы менән буйынан-буйы арҡанан тартҡан кеүек тойолдо. “Ҡыуырға инде! Ҡыуырға!” тигән һуңғы һүҙҙәр Миҙхәттең ҡолағын ярҙы, кәпәсен сисеп сәсен һыпырҙы, башын ыуаланы, сикәләренә һуҡҡыслап алды, әммә асы һүҙҙәрҙән ҡотола алманы.
Бала бәғерҙәрҙе телә икән бына шулай итеп. Яурындарына таш аҫып сығарғандай хәле бөтөп, үҙ аяҡтарын үҙе саҡ һөйрәп ятаҡҡа юл тотто. Бергә йәшәгән иптәш ҡыҙҙары аша Зөһрәнең ҡайҙа икәнлеген белгәс, өҫтөнә боҙло һыу ҡойолғандай булды. Ауыҙ асып һүҙ ҙә әйтә алманы, арҡаһынан һалҡын тир бәреп сыҡты. Нимә-нимә, ундайын көтмәне ул. Бүлмәләш ҡыҙҙары ҡалған әйберҙәрен, кейем-һалымын йыйып, төйнәп бирҙеләр. Автобус туҡталышында ултырып бер кемде лә күрмәй, терһәге менән тубығына таянып, ярылып бөткән ҙур устары менән битен ҡаплап, һулҡылдап иланы ла иланы. Был торошон ул аңлата алманы: балаһын ҡыҙғаныуымы, билдәһеҙлекме, намыҫмы, ғәрләнеүме, әйтерһең дә, уның күкрәген асып йөрәген һурып алдылар. Нишләптер Зәлифә һеңлеһенә асыуы килде. Ҡасандыр сит милләт кешеһенә сығып китеп ата-әсәһен халыҡ алдында оятлы итте, ни тиклем көйәләндерҙе! Ә үҙе бер ни булмағандай йәшәп китте. Хәҙер килеп бер туған ағаһын шул көнгә төшөрҙө. Был ниндәй кеше һуң ул һеңлеһе, әллә кеше ҡиәфәтенә ингән йыланмы? Бала ғынамды алдаштырып ултыртып ебәрҙе инде, юха! Тос йылан, ер кинәнгер! Миҙхәт ошоға тиклем һис кемде әрләү түгел, яман ҡарағаны булманы. Әммә бөгөн берҙән-бер ҡыҙы өсөн алама һүҙҙәр күкрәген йыртып үҙҙәре атылып сыҡты.
Зәлифәгә барып та тормай ҡайтып китермен тип уйлағайны, әммә Зөһрәнең адресын тик унан ғына алып буласағы иҫенә төштө. Бер аҙ тынысланғас, үҙен ҡулға алып, һеңлеһенә табан юлланды.
Зәлифә, ағаһын күргәс, май урлап тотолған бесәй кеүек борғаланды. Миҙхәт һалҡын ҡанлылыҡ һаҡларға тырышты, ишек төбөнән дә үтмәне:
– Миңә ҡыҙымдың әлеге адресы кәрәк ине, – тине
– Ыста, ағай, ул ниткән хәл, анауынса ерҙән килеп ишек төбөндә тороп ҡайтып китмәйһең инде, ин, әйҙә, хәҙер сәй йүнәтәм, һөйләшеп ултырайыҡ!
– Зөһрәнең адресын бир ҙә сығам, автобусҡа һуңлайым, – тип яуапланы Миҙхәт ҡоро ғына.
– Уй Аллам, ут алырға индеңме әллә, бигерәк килештереп тораһың! Зөһрәнең башы эшләмәгәнгә мин ғәйеплеме хәҙер! Сколько әйттем үҙенә, тыңламаны, минең яҙмышымды ҡабатлама, тинем, ҡолағына ла элмәне! Яратам да яратам, Фәрхәттән ҡалмайым, ти. Бәйләп ултыртайыммы ни?!
– Адресын бирәһеңме, юҡмы?
Зәлифә ҡағыҙ киҫәгенә сатай-ботай нимәлер сыймаҡлап бирҙе лә:
– Һеҙҙең йүнле-башлы тәрбиә бирә алмауығыҙҙа минең ҡыҫылышым юҡ, беренсе күргән егеткә сат йәбешеп, иҫе китеп! Адресын алып әллә нимә эшләтерһең, эш үткән инде ужы...
Зәлифәнең сәскән ағыуы шартлап ябылған ишеккә ҡыҫылып ҡалды...
...Миҙхәтен тыны менән һурып алырҙай булып көттө Файза. Ҡыҙы имен генә булһын, яҡшы хәбәр алып ҡайтһын. Малдың аҫтын таҙартып, бағып, бикләп, иртәнсәккелеккә лә бесән һалып инеүенә ире ҡайтып инде. Өҫ-башын һалғансы, аяҡ кейемен сисеп үткәнсе ярты быуат ғүмер үткәндәй булды. Әллә ире юрамал мыштырлай, әллә уға шулай тойоламы.
– Йә?
– Нимә йә, йә?
– Һуң, билдәһеҙлектә тороу анһатмы, уйламаған уй ҡалманы, йоҡом йоҡо, ашым аш түгел! — Файзаның тауышы ҡалтыраны.
– Уҡыуынан ҡыуҙылар. Бер имтиханын да тапшырмаған, дәрескә лә йөрөмәгән. Декабрь башында уҡ теге егет ишараты менән Үзбәкстанға һыпыртҡан. Зәлифәнән адресын инеп алып сыҡтым.
– Эй, Хоҙайым, был тағы нимә булды, йә инде... – тип һулҡылданы ҡатын.
– Сәйең әҙерме, әсәһе, тәғәм ризыҡ ҡапҡан юҡ, әллә сәй эсмәгәнгә башым шартлап ҡына килә, давление төшөп киттеме, эт белһен, ну ҡылды ҡылыҡты был ҡыҙый...
– Әҙер, әҙер, мин дә шул, тамаҡҡа һыу ҙа үтмәй, ҡулға эш тә бармай, берәйһе килеп инмәһен, тип ҡотом осоп торам. Хәлде белеп ҡалһалар, ауылға сәйнәнергә ем булыр... — тип Файза тумарлап йөрөп табын ултыртты. Ирен күргәс, күңеле бөтәйеп, донъяһы түңәрәкләнеп китте, асыҡҡаны ла һиҙелде. Бабайына мул итеп һалма һалып бирҙе, алдына ҡорот, борос ҡуйҙы. Бейек булып күпереп бешкән ҡомалаҡ икмәген дә ҙур итеп телде. Өҫтәл уртаһына табаҡ менән эре итеп туралған ит ҡуйҙы. Аштан үҙенә лә өлөштө арыуыраҡ тондорҙо һәм йәһәтләп иренең ҡаршыһына ҡунаҡланы. Миҙхәт, башын эйгән килеш, ағас ҡалағы менән тәрилкәһен болғата-болғата:
– Кеше белә инде ул, йәшереп һалып ҡуя торған әйбер түгел бит. Бәндә маңлайына ни яҙылғанын күрмәйенсә гүргә инмәй. Беҙгә тигәнде – беҙ кисерербеҙ. Ярар, иң мөһиме – иҫән-һау. Һин әйтеп тор, мин тылҡып торайым, мәле етмәйенсә барыбер аңламаясаҡ. Йәшлек бит ул... Шулай ҙа барып ҡайтайым мин, әсәһе, тын алыштары нисек икән, барып күрмәйенсә булмаҫ...
Файзаға еңел булып ҡалды. Иренең тыныслығы уға күсте. Ысынлап та, йәш сағында Файза ла нәҡ Зөһрә кеүек эшләр ине, дыуамаллығы, тимәк, әсәһенән...
х х х
...Зөһрәнең килеүенә ун көн тигәндә никах, бер ай үткәс туй үткәреп тә ҡуйҙылар. Никахтан һуң Фатима ҡарсыҡ килененә үҙҙәренеке кеүек кейемдәр, яулыҡтар бирҙе. Башҡортостандан алып килгән әйберҙәрен йәш ҡатын иң ҡәҙерле иҫтәлеге итеп һаҡланы, һағынып илағанда битенә ҡапланы, күкрәгенә ҡыҫты. Берҙән-бер килененә ҡәйнәһе шул тиклем яҡшы мөнәсәбәттә булды, ҡыҙы кеүек итеп яратты. Хатта килененә, тип өҫтәл эшләтеп алды. Фәрхәт менән әсәһе иҙәндә ултырып ашаһа, килен өҫтәл артында ултырҙы. Яңы ризыҡтар йүнәтергә лә өйрәтте, Зөһрә аш-һыу рецебын айырым дәфтәргә яҙып барҙы. Әбей өйҙә юҡ саҡта бешереп ҡараны, уңып сыҡһа, балалар кеүек шатланды. Иренең апайҙары ла уға ҡарата матур ҡарашта булдылар, йыш булмаһа ла килеп торҙолар.
Февраль айында Зөһрәгә ҡунаҡ килде. Был мәлдең ҡасан да булырын белһә лә, ҡыҙыҡай шул тиклем тулҡынланды. Яҡындарының күҙенә күренергә оялды, нимә әйтер, нисек ҡаршы алыр, нисек уларға ҡарар? Шул тиклем көйәләндерҙе уларҙы. Ҡыҙының был ҡылығын ишеткәс, әсәһенең ер тырнап илағанын күҙ алдына килтереп, Зөһрәнең тыны ҡыҫылды, яҡынын йәлләүҙән күҙ йәштәре субырлап аҡты. Башҡортостандан киләләр, тигән һүҙҙе ишеткәс, нишләптер, әсәһен көттө. Ҡапҡа төбөндә атаһын һәм ике туған Хәйҙәр ағаһын күргәс, тағы ла болоҡһоу булып китте, әсәһе ғәфү итмәгән...
Зөһрә үҙ уйҙарына үҙе сырмалып ҡасан өйҙән сыҡҡансы, ҡыйыҡтың тишек-тошоҡ ерен ямарға, тип менеп киткән ҡәйнәһе йәшен етеҙлеге менән бейектән килеп тә төштө, ҡапҡа яғына тәгәрмәс кеүек тәгәрләп үтеп тә китте:
– Һай, минең ҡоҙаларым килгән, һай, минең киленемдең яҡындары килгән! — тип йүгереп барып Миҙхәтте ҡосаҡлап та алды. Уның артынан Фәрхәт күренде, ул ҡайныһы менән ҡул биреп күреште. Хәс үзбәк булып кейенеп, солан яңағына һөйәнеп кенә торған ҡыҙын күргәс, Миҙхәт күҙ йәштәренә ирек бирҙе. Зөһрә лә атылып барып атаһының ҡосағына сумды ла һулҡылдап илап та ебәрҙе. Ике сикә буйлап түгелгән был ынйы бөртөктәрендә үкенес тә, һағыш та, ғазап та сағыла ине. Өйгә инеп бер аҙ хәл-әхүәл белешкәс, Миҙхәт ниндәй сәбәп менән килеүен аңлатты:
– Мин ҡыҙымды алып ҡайта килдем. Ул беҙҙең берҙән-бер генә балабыҙ. Зөһрәнең бында сығып китеүен белгәс, ҡатыным ауырыуға һабышты. Оҙон юлды күтәрә алмаҫ тип, ҡустым менән генә юлландыҡ. Фәрхәт атлы егеткә мин талабымды ҡуйған инем, әгәр Башҡортостанда төпләнер булһағыҙ ғына ҡыҙымды бирәм, тинем. Һанға һуҡманы. Никах, туй беҙҙең ризалыҡтан тыш үткән.
– Фәрхәт тә минең берҙән-бер улым. Беҙҙең яҡта кинйә малай ата-әсәһен ҡарарға бурыслы, уларҙы ташлап китә алмай. Ул ҡайтҡас та һеҙҙең теләкте беҙгә еткерҙе, ни тиклем үпкәләһә лә, мин риза булманым. Киленде беҙ яратып ҡабул иттек, бер кем дә уны ҡыйырһытмай. Киленемде бер кемгә лә бирмәйем. Балалар бында ҡала. Был минең аҙаҡҡы һүҙем.
Ни тиклем генә тырышһа ла, Миҙхәт һүҙен һүҙ итә алманы. Ҡоҙағыйының биргән ҡалымынан баш тартты. Баланы үҙ итеп торһағыҙ, бәхетле итеп йәшәтһәгеҙ, шул етә, ҡалым кәрәкмәй беҙгә, тине.
Бер аҙна ҡунаҡ булып, март айына ҡоҙағыйын һәм балаларын Башҡортостанға саҡырып, ҡайтыр яҡҡа юлланды. Ике тәүлек юлда Миҙхәттең уйҙарының осо-ҡырыйы булманы. Арыу кешеләр ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар. Тик ниңәлер кейәүе күңеленә ятманы. Тәү күргәндән оҡшатманы. Аҫтыртын тойолдо. Тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торған кеүек... Зөһрәнең күҙҙәрендә нур сатҡылары һүнгәйне, элекке осҡон сәсрәтеп торған ҡыҙҙан бер нимә лә ҡалмаған. Килен булып баҫылыуымы, тыуған илен һағыныуымы, үкенесме, ата-әсәһен юҡһыныуымы... бәхет тигән төшөнсә күрмәне ул балаһының йөҙөндә. Шуның өсөн йөрәге һыҙланы. Нишләп кенә ҡабаланды икән Зөһрәһе? Эх, балаҡайым! Миҙхәт, ишетелер-ишетелмәҫ кенә мөңрәп, атаһы мәрхүмдең яратҡан ғына йырын көйләне:
Ҡаҙ бәпкәләре һары икән,
Теҙелеп-теҙелеп һыуға бар(а) икән.
Йөрәк баштарына ҡан һауҙырған,
Йөрәк ярып сыҡҡан бал(а) икән.
Ир кешенең ике сикәһенән эре күҙ йәштәре тәгәрәп, һаҡал төктәре араһына инеп юғалды...
– Күңелең тыныс түгелме, ағай? — Хәйҙәр ҡустыһы тынлыҡты боҙҙо.
– Эйе...
– Кейәү-бала бик мутырный күренде миңә, ағайым. — Хәйҙәр тәрән итеп, тәмләп тәмәкеһен һурҙы. – Ҡараштарын йәшереп, күҙе йылтырап, мәғәнәле кешегә оҡшамаған, ахыры. Не тот, за кого выдает себя, тиҙәрме әле?! Зөһрәһеҙ ҡайтһаҡ, еңгә эт тиреһен башыбыҙға ҡаплар инде, ай-буууййй, вот шунда булыр әле, — ҡустыһы кеткелдәп көлгән булды.
– Еңгәң белеп тора инде ул беҙҙең буш ҡул менән ҡайтырҙы. Ғәфү итер, күнер, әсәй йөрәге сикһеҙ даръя бит ул. Ҡыҙый бәхетле булһын, ҡабаланып ҡуйҙы, кәңәшләшмәне. Ярар, Аллаға тапшырайыҡ.
Миҙхәт йоҡламаны, поездың туҡтауһыҙ тыҡылдауын тыңлап, арыуыҡ араны тәҙрәнән күҙәтеп барҙы...
Дауамы бар.