Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Октябрь 2023, 03:50

Һуңлап килгән бәхет... Повесть (1) Миңзәлә Хәлилова

Ут күршеләре Сафия менән Зәкиә бик күп йылдар бер урамда йәшәп, Валяның күҙ йәше түгеп,йомшаҡлығын күрһәтмәгәнен белгәс,( хатта  ире Нурислам мәрхүм булып ҡалған көндө лә былайтып аҙарынманы, өҙгөләнмәне) уның был халәтенә аптырап,бер-береһенә ҡарашып,телһеҙ ҡалдылар ,уны ысын күңелдән йәлләп ,күҙ йәштәрен һөртә-һөртә,аҡ машина күҙҙән юғалғансы, ҡул болғап  оҙаттылар...

Һуңлап килгән бәхет...         Повесть (1) Миңзәлә ХәлиловаҺуңлап килгән бәхет...         Повесть (1) Миңзәлә Хәлилова
Һуңлап килгән бәхет... Повесть (1) Миңзәлә Хәлилова

-Валя апай,әйҙә инде атла,юлға сыға һалайыҡ,- һеңлеләре Валентинаны ҡулдарынан етәкләп,ишеккә табан әйҙәне.-Кис етә бит,алда-оҙон юл!

        Кәре ҡайтҡан,зәңгәр күҙҙәренең төҫө аларып,ҡасандыр төп-төҙ арҡаһы көйәнтәләнеп , ике ҡулы ҡалтыранып торған Валентина  һаман артына әйләнеп,ғүмер кисергән  өйөн,йорт  эсендәге диван-карауаттарын тотҡолап , иғтибар менән йотлоғоп ҡарай.Үтеп барышлай һигеҙенсе тиҫтәне ваҡлаған ҡарсыҡ,һеңлеһе Нинаның устарынан ҡулын ысҡындырып, уртала торған түңәрәк өҫтәл өҫтөндәге аҡ ашъяулыҡты һыйпаны,артлы ағас ултырғысҡа йәйелгән үҙ ҡулы менән төрлө төҫтәге йөндәрҙе ҡушып бәйләгән түшәкте һыпырып үтте,унан ике бүлмә араһындағы ишек яңағына битен терәне лә сеңләп илап ебәрҙе:“Николай!Коля!Коленька!”

         Урам яҡҡа ҡараған тәҙрәләр араһындағы стенала  рамкаға ҡуйылған   ире менән икеһенең ҙурайтылған фотолары... Шуға ҡарап, бәләкәй бала шикелле ҡулын иҙәп , һеңлеһен туҡтатты.

-Нина!Зинһар ошо фотоны ғына алайыҡ ,йәме!-Валентина әбей ,йәшле күҙҙәрен мөлдөрәтеп, йәлләтеп, һеңлеһенә ҡараны.Уныһы ,ризаһыҙлыҡ белдереп,йөҙөн һытты.

-Валя апай!Машина бит резинка түгел,былай ҙа ана тәгәрмәстәре бүҫелә яҙҙы.Унан тығылышып, ике көн,ике төн ҡайтаһы ла бар бит әле!

       Апаһының яурындары ҡалтырай ине.Нина Валяның сабый бала кеүек,ауыҙҙарын бәлшәйтеп,үпкәсел илай башлауын күргәс,кинәт кенә фотоны үрелеп алды ла,тағы берәй нәмә һорай күрмәһен,тигәндәй , ишеккә ашыҡты.

-Беҙ бит Николайҙың...Коляның  ҡәберенә барып килмәнек.Мин бит... хушлашып  та өлгөрмәнем ...уның менән!

       Валентина ,тағы  яуап  көтөп,  мөлдөрәп йәшкә тулған күҙҙәрен  һеңлеһенә төбәне.

-Валя апай, зыяратҡа егерме йыл буйы бер  бармағанды,бөгөн килеп...Барып йөрөмәгәс,Николай еҙнәйҙең ҡәберен таба алаңмы ни?

-Зыяратты ҡараусылар беләлер...бәлки,- Валяның аҡланғандай һөйләнеүе һеңлеләренең һарыуын ҡайнатты.

-Юҡ,Валя апай,хәҙер юҡ артынан йөрөп тағы бер көнөбөҙҙө юғалта алмайбыҙ инде.Унда барһаҡ,бөгөн тағы юлға сығып булмай!Былай ҙа  аҙна буйы ятабыҙ теге йә был документ ,тип. Беҙҙең дә ғаиләләребеҙ бар, балаларыбыҙ көтөп тора.Алыҫ юл,ял итә-итә ҡайтырға тура киләсәк,кәм тигәндә лә ике тәүлек үтәсәк.

     Һеңлеһенең йөҙөнә сыҡҡан ризаһыҙлыҡты күреп,кире уйламаҫлыҡ яуабын ишеткәс,күндәм төҫ алып,ҡарсыҡ ауыр  көрһөндө лә тупһа аша атланы.Тик ҡапҡа төбөндә һөйләшеп торған күршеләрен күргәс,бөкөрәйеп барған арҡаһы бер аҙ турайып,йөҙөнә тәкәбберлек һыҙаттары йүгерҙе.

        Уң яҡтағы ут  күршеһе Зәкиә,ҡулындағы һары шыптырҙы  Нинаға һондо:

-Дорога дальная,я тут собрала в пакете  кое-что.Счастливого пути,Валя!

    Күршеләренә баш ҡағып ҡына хушлашып  машинаға ултырырға йыйынған Валя ҡапыл туҡтаны ла,ике ҡулын алға һонған килеш тәнтерәкләп барып,Зәкиәне ҡосағына алды.

-Закия,прости,пожалуйста,прости меня за все.Я осознаю,что виновата перед тобой , перед Колей.Прощайте,не увидимся больше,я каюсь,но ничего вернуть нельзя!Ради Бога простите меня,люди добрые!

         Валя ҡапыл ғына эйелде лә ,битен ике ҡулы менән ҡаплап,ергә бөгөлөп төштө, тубыҡланған килеш ҡалғып-ҡалғып ултырып  һамаҡлай, илай  башланы:

-Что я наделала?Как я смогла?Я прошу прощения за все!За клевету,за все мои грехи! Простите,соседушки!Прости,пожалуйста,мой Коленька!Даже на твою могилу не ходила,прости ,дорогой мой!

         Был күренешкә иҫтәре китеп ҡарап торған Нина менән Зина йәһәт кенә эйелеп, апаларын ике яҡлап ҡулдарынан  тартып торғоҙҙолар ҙа асыҡ машина ишегенә табан алып киттеләр.Бик күп йылдар үҙен һыйындырған, туйындырған был ерҙән инде бөтөнләйгә китеп барыуын аңлаған   әбекәй, машинаның артҡы ултырғысына ултырғас та ,һаман тыныслана алмай , зыулап илай-илай күршеләренә ҡул болғаны.

        Ут күршеләре Сафия менән Зәкиә бик күп йылдар бер урамда йәшәп, Валяның күҙ йәше түгеп,йомшаҡлығын күрһәтмәгәнен белгәс,( хатта  ире Нурислам мәрхүм булып ҡалған көндө лә былайтып аҙарынманы, өҙгөләнмәне) уның был халәтенә аптырап,бер-береһенә ҡарашып,телһеҙ ҡалдылар ,уны ысын күңелдән йәлләп ,күҙ йәштәрен һөртә-һөртә,аҡ машина күҙҙән юғалғансы, ҡул болғап  оҙаттылар...

      Эйе,Валяның ире бер ниндәй ҙә Николай түгел,ә Нурислам исемле геүәрҙин* кеүек киң яурынлы,мыҡты кәүҙәле башҡорт ине...

*Геүәрҙин-гвардеец мәғәнәһендә

                                                               ***

          Йырҙарҙа йырланған,эпостарҙа ,легендаларҙа һөйләнгән, күҙ йәшеләй саф һыулы,тәбиғәте иҫең китерлек хозур Асылыкүл буйҙарында, мәғрүр Балҡантау итәгендә,  даны алыҫтарға таралған Берҡаҙан һаҙлығы тирәһендә  башҡорттар ғына йәшәгән , өс йөҙ йыллыҡ тарихы булған боронғо ауылда донъяға килгәйне Нурислам!  Йәш ғаиләнең көтөп алған тәүге сабыйы булып...Күңеле иманлы,нурлы булһын, тип ата-әсәһе улдарына ошо  исемде инселәп ҡуйғайны.Егет атай-әсәй,өләсәй-ҡартатай ҡосағында иркәләнеп буй еткерҙе , бик иртә ҡул араһына   инде.Ике йылын Хаж ҡылыу ғәмәленә бағышлап,имен-аман ҡайтҡас,Ғәленән Хажғәлигә әйләнгән ҡартатаһы тәүге ейәнен эргәһенән ебәрмәне. Ауыр ,әммә сауаплы юлын мең михнәт менән атта ,унан  дөйәлә уҙып,бер йотом һыуға зар-интизар булып сарсап,диңгеҙ аша  сыҡҡан саҡта күп юлдаштарының төрлө фажиғә ҡорбаны булыуҙарына шаһит булып , ҡоро кәүҙә ҡалып ябығып(тәнендә сыҡмаған йәнгенәһе һәм ике битендә тызырайып торған сәгер күҙҙәренән генә уны бер аҙ сырамытып була ине) ,тыуған төйәгенә ҡайтып йығылғайны ул.Үҙе  аңһыһа ла,бер тамсыһына ла теймәй,күҙ ҡараһылай һаҡлап , тимер һандығында ауылдаштарына тәғәйенләп алып ҡайтҡан ҡәҙерле аманатты-Зәмзәм һыуын-бала-сағанан алып ҡарт-ҡороға тиклем балғалаҡлап таратты.

     Нурислам,балалығына барып,ҡусты-һеңлеләре менән уйнап йөрөһә лә, Хажғәли  ҡартатаһының ҡорҙаштарына үҙенең юл ғазаптары тураһында һөйләгәнен сала-сарпы ишетеп, күңеленә  һалып ҡуйғайны.

     -Бер заман шулай әллә нисә көн диңгеҙҙә бара торғас,иптәштәрем берәм-берәм ауырый башланы.Баштары әйләнеп,ҡоҫоп,мәйет кеүек ап-аҡ булып,хәлдән тайып яттылар.Ул “диңгеҙ ауырыуы” тип йөрөтөлә икән. Мин үҙем һеремен,шуғалырмы былай күп ауырып булашманым, тиҙ аяҡҡа баҫтым,ә ҡайһы берәүҙәр бигерәк ныҡ этләнделәр,ярға сыҡҡанда баҫып торор хәлдәре ҡалмағайны.Етмәһә ,бәлә өҫтөнә бәлә булып,  карапты оло балыҡ  эләктереп алды , ебәрмәй.Ултырабыҙ диңгеҙ уртаһында, ян-яғыбыҙҙа күҙ күреме ергә тиклем даръя йәйелеп ята.Ҡасып ҡотолор әмәл юҡ.Аптырағас,карап хужалары шул балыҡҡа ҡорбан бирергә уйланы,бер кемдең дә үҙ теләге менән ул һөмһөҙ балыҡ ауыҙына эләккеһе килмәй.Шул саҡ ,үҙҙәренә ҡалһа, бик ыңғай ысул уйлап таптылар.Карапта ҡомаҡ ,сысҡан тотоп көн иткән бесәйҙе алып килделәр ҙә,кем эргәһенә бара,шул кеше ҙур гонаһлы,уны һыуға ырғытабыҙ,тип хәбәр иттеләр.Бар халыҡ аһ итеп ҡуйҙы. Теге ала бесәй ,үҙен ҡыҫып тотоп алған ҡулдарҙан ҡотолғас,туҡтап,һелкенеп,ҡағынып алды ла,туп-тура беҙҙең тарафҡа юлланды.

     Әлһерәшеп ултырған юлдаштарым ,бәлә яҡынлашыуын һиҙеп,өнһөҙ генә бер-береһенә ҡарашты.Бығаса тегеләй-былай үтеп йөрөгән  йәнлектә тыуған яҡтарының,тыуған өйҙәренең бер ағзаһын күреп,үҙҙәренә лә юҡ ризыҡтарын ауыҙҙарынан өҙөп биргеләйҙәр ине,шуға күрә ул,тағы ла ашамлыҡ көҫәп,туп-тура беҙ ултырған мөйөшкә ыңғайланы.Ғәйепһеҙ йән эйәһенең был юлы үлем ҡурҡынысы менән янауын тойған ир-егеттәр бер-береһенә нығыраҡ һыйынды,шул саҡ ул минең эргәмдә генә ултырған ҡаҙаҡ ирекәйенең аяғына килеп һарылды ла ҡойроғон уңға ,һулға борғолап,мырылдарға кереште.

-Бына ул гонаһлы әҙәм!

-Таптыҡ!

-Аллаға шөкөр!Хәҙер ҙур балыҡ карапты ауыҙынан ысҡындырыр!

      Күҙҙәре атылып сығырҙай булып ҙурайған ,йән көсөнә тартҡылашҡан,аяҡ тибеп көрмәкләшкән ҡаҙаҡ ирекәйе Сәрмәҡәнде өс-дүрт ир күмәкләп һөйрәкләп алып барып,аяҡ-ҡулын ергә тейҙермәйсә,диңгеҙгә ырғытты.Уның ярҙам һорап асырғаныуын  дарья йотто...

     Бер-нисә минуттан барыһы ла тынысланды,карап үҙ юлын дауам итте.Хужаларҙың хеҙмәтсеһе  йүгереп килеп,Сәрмәҡәндең юл тоҡсайын алып,атлап барышлай уҡ бауын сисеп,бутанырға кереште.

       Ә ул саҡ ҡот ботҡа етте,”үлемем ошондалыр,күрәсәгем шулдыр”,тип уйланым. Юҡ!Үлемдән ҡурҡмайым мин,тыуымдан ҡалмағас,үлемдән ҡалыу юҡ.Унан хаж ғәмәлен үтәү юлында мәрхүм булыу-үҙе бер мәртәбә һанала.Хоҙай маңлайға яҙғанды күрәһең.Һыуҙа мәрхүм булып ҡалһаң,ҡәберең дә ҡалмай бит,сепрәккә урап,һыуға ғына ырғытып китәләр икән мәрхүмдәрҙе-шуныһы бигерәк аяныслы.Балыҡҡа ем булып,үҙ гүрең дә булмай,зым-зыя юғалаһың. Туғандарың,ҡатының,балаларың-тотош әҡрәбәң ғәзиз башыңдың ҡайһы ерҙә ятып ҡалғанын да белмәҫ,шуныһы бигерәк үкенесле булыр ине.Үҙем Хоҙайға һыйынып,доғалар уҡырға тотондом.

       Кире ҡайтҡанда ла шул балыҡ тағы осраны бит,хәсис.Тағы бер дин ҡәрҙәшебеҙ уға ҡорбанға бирелде.Шул саҡта   “ошонан тыуған еремә,ғаиләмә иҫән-имен ҡайтып йығылһам,аҡ ҡорбан салырмын,мәсет һалырмын”,тип ниәт әйттем! Аллаға шөкөр,ниәтем ҡабул булды,иҫән-һау ҡайтып етелде, бик оҙаҡлатмай бура бурап, мәсеттең башын ябып ҡуйҙыҡ.

     -Хызыр Ильяс юлдаш булғандыр!

    -Атай-инәйеңдең доғалары ҡотҡарғандыр!

    -Кешене ризыҡ йөрөтә,ризығың өҙөлмәгән булған!

   -Ашар икмәгең,эсер һыуың тартҡандыр.

Ҡарттар ҡорҙаштарының фекерен йөпләне.

Һунарға барһа ла,бесән сапһа ла,ҡорҙаштары менән осрашып,һөйләшеп ултырғанда ла, мәсеткә йөрөгәндә лә  Нурисламды артынан ҡалдырманы ҡартатаһы.Ана шулай йәш ҡурпының күңеленә иман орлоғо һалды,эшкә лә өйрәтте.

-Ислам белгән-иман белгән

Бәндәләр булыр нурлы.

Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанын үтәп,

Биш ваҡыт намаҙ ҡылыр,

Ураҙаһын ҡалдырмаҫ,

      Ҡулынан тәсбих төшмәҫ,

Фани доньянан киткәс,

Урыны булыр ожмахта,

Рухы булыр йәннәттә,-тип, нәсихәттәрен көйләп ултырыр ине ул.

 -Минең улым Ҡәнзәфәр бабабыҙ кеүек батыр ,Заятүләктәй зирәк булыр,Һыуһылыу кеүек матур ҡыҙҙы кәләш итеп алыр,Аллам бойорһа!-тип ейәненең күңелен үҫтерҙе,күңеленә ойотҡо һалды.

-Ҡарттай,Ҡәнзәфәр бей тураһында  һөйлә әле!

-Ҡәнзәфәр бабабыҙ тураһында һөйләй башлаһаң,улым,аҙнаң да етмәҫ!

-Мин дә,һин дә бер ергә лә ҡабаланмайбыҙ бит,ҡартатай!Һөйлә инде!

-Ул беҙҙең Мең ҡәбиләһе юлбашсыһы.Ҡәнзәфәр бей тыуған ерҙе ташлап китмәҫкә,нуғайҙарҙың өгөттәренә һәм янауҙарына бирелмәҫкә саҡырған халҡыбыҙҙы.Ә ул саҡта нуғай мырҙалары халыҡты Ҡубан яҡтарына күсеп китергә ҡуша.Ана шундай ауыр саҡта Ҡәнзәфәр бей халыҡты был бойороҡҡа буйһонмаҫҡа өндәй ҙә инде.Хәҙер бына беҙ рәхәтләнеп үҙ еребеҙҙә тормош көтәбеҙ.Был ерҙә хужа булып,аяҡта ныҡ баҫып торабыҙ.

     Нурислам ,ҡартатаһы һөйләгәнен тыңлағанда,  ҙур ташҡа баҫып халҡына мөрәжәғәт иткән Ҡәнзәфәр бейҙе күҙ алдына килтерә. Ҡәнзәфәр бей шулай бөтә кешене тыңлата алғас,күрше Ғәбит ағай кеүек көслө ,кәүҙәгә лә оҙон булғандыр инде.Үҙе  ҡартатаһына һорауҙы әҙерләп кенә тора,яуап ҡына биреп өлгөр.

 -Ә кем ул Заятүләк?Ул беҙҙең туғанмы әллә?Һин уны ҡайҙан беләң?

       Ҡартатаһы ейәненә Заятүләк менән менән Һыуһылыу мөхәббәте хаҡында риүәйәтте бәйән итте.

    ...Борон-борон замандарҙа...Малайҙың күҙ алдына аҡ тирмәләр теҙмәһе,тирмә тирәләй йүгереп уйнап йөрөгән бала-саға,эш атҡарып,ары-бире үтеп йөрөүсе ҡыҙ-ҡырҡын, һайт-һайтлап һыбай сабыусы башҡорт егеттәре күренеп ҡалғандай  булды.Заятүләк менән бергә һунар ҡомары менән янды,берсә атта сапты,берсә аҡ шоңҡарын күккә сөйҙө,һыу батшаһы бүләге-Аҡбуҙ толпарға ер ябып  эйәреп сыҡҡан йылҡы өйөрөн күҙ алдына килтерҙе. 

       Хажғәли ҡартатаһы: “Һиңә инселәнгән Ыласын ана шул Аҡбуҙ тоҡомонан,минең атайым төндә малдарҙы ҡараштырырға аҙбарға барып инһә,Ыласындың әсәһе Бөркөт  ап-аҡ ҡанаттарын йәйеп,ял итеп ята икән.Әҙәм затын күреп ҡалғас та ҡанатын йыйып,һикереп тороп баҫҡан!”-тип малайҙың йөрәген ярһытты.Нурислам шул һөйләшеүҙән һуң йыш ҡына аттарҙы күҙәтеңкерәп йөрөнө,ләкин  толпарҙың ҡанатлы сағын  осрата алманы.

         Асылыкүлдең яр буйында таш өҫтөндә оҙон сәсен алтын тараҡ менән тарап ултырыусы Һыуһылыуҙы күреү ниәте менән иптәштәрен алып,төндә күл буйында ла  бик йыш йөрөнө,ләкин ҡамыш шауынан,балыҡ ҡарпыуынан,тулҡындарҙың ярға шап та шоп  ҡағылған тауышынан башҡа бер нәмә лә ишетмәне.Шунан: ”Их,нишләп мин шул Һыуһылыуҙы алдан күрмәнем икән?”-тип, ҡартатаһын көлдөрөп тә алғыланы.

-Ҡартатай,ярай Һыуһылыу -Һыу батшаһының ҡыҙы,ул ерҙә лә ,һыу ҙа йәшәй алған тей,ә бына нишләп Заятүләк һыуҙа сәсәмәгән?Мин йылғала сумып ҡарағайным, танауыма ла,ауыҙыма ла һыу тулды,унан оҙаҡ итеп тамағым әсетеп торҙо.

-Халыҡ һөйләүенсә,Һыуһылыу   һыу аҫтында ла,ер өҫтөндә лә йәшәй алған,улым! Иптәш ҡыҙҙары менән яр ситенә сығып,таш өҫтөнә ултырып,иртәнге томан күл өҫтөн ҡаплап алған саҡта оҙон сәстәрен алтын, көмөш тараҡ менән тарай-тарай сырҡ-сырҡ көлөшкәндәр.Кеше-маҙар күреп ҡалһа,тиҙ генә һыу аҫты батшалығына сумғандар. Һунарҙан ҡайтып килгән Заятүләк шул саҡта күреп ҡалған да инде был һылыу ҡыҙҙы.Һыуһылыуҙы сәсенән эләктергәс,уныһы  Заятүләктең ҡулдарынан ҡотола алмағас,егетте үҙе менән бергә батшалығына алып киткән,уға Һыуһылыуҙың атаһы-Һыу батшаһы  һыу аҫтында йәшәй ала торған һәләт биргән.

        Хажғәли ҡарт баланың бер ҡатлы ғына һорауҙарын да һис ваҡытта яуапһыҙ ҡалдырманы,ейәненең күңелен үҫтерҙе,тоғролоҡ,намыҫ,ябайлыҡ ,батырлыҡ сифаттарын тәрбиәләргә тырышты.

         Малай ҙа сос ,отҡор булды.Биш йәштән атҡа атланды,беләгенә көс ултырғас, ҡайырып бесәнен сапты,көтөү көттө,ҡыҫҡаһы,ауыл балаһы нимә эшләй белергә тейеш,ул шуларҙы белеп үҫте.

       Хажғәли ҡарт бер көн күңелендәген улы Фәйзулла менән уртаҡлашты:

-Нурисламдың йәше етә,көҙгө уңышты йыйып алғас, түбән ос Билал ҡарттың ейәнсәре Зәйнәпкә яусы ебәрәйек мәллә?Нәҫелдәре үҙ-ара дуҫ,татыу йәшәй,көслө күс кеүек берҙәмдәр.Унан ҡыҙҙың әсәһе лә бик егәрле,өлгөр.Әсәһенә оҡшаһа,ҡыҙ ҙа бик шәп килен булыр,иншаллаһ!Ир-егеттең ғаиләле булғаны яҡшы,үҙең дә уның йәшендә башлы-күҙле булғайның.

-Мин ҡаршы түгел,атай!Улай булғас,өйлөк бура  хәстәрләй башларға кәрәк!

Аталы-уллы ниәт ҡороп, һүҙ беркетеп тә ҡуйҙылар.

     Тик...бер минут эсендә бөтә хыялдар,яҡшы  ниәттәр селпәрәмә!Бөйөк Ватан һуғышы...Һуғыштың тәүге көндәренән ауыл халҡы улдарын,ирҙәрен,аталарын, туғандарын ил һаҡларға ебәрҙе.Нурисламдың атаһы Фәйзулла ла иң беренселәрҙән булып һуғыш эсенә инеп китте.

     Кинйә улы менән үҙ ғүмерендә бер тапҡыр айырылмаған Хажғәли ҡарт ҡапыл ғына төҫ ташланы,ҡарағайҙай кәүҙәһе шиңеп,бәләкәйләнеп ҡалды.  Ун һигеҙе тулып,саҡ ун туғыҙға сыҡҡан   Нурисламды военкомат саҡырғас, ҡарт бөтөнләй миктәне,кәүҙәһе алға эйелеп,таяҡһыҙ йөрөй алмаҫ булды.

     Ослотау битенә ир-егеттәрҙе оҙатырға килеүселәр буласаҡ яугирҙарға изге теләктәрен еткерҙе:

-Салауат батырҙай көслө,ҡыйыу булығыҙ!

-Гитлер яуыздың  тиҙ арала башына етеп,өңөнә тиклем баҫтырып ,еңеү яулап  ҡайтығыҙ!

-Ата-бабаларыбыҙ һис ҡасан да ҡурҡып тормаған,ер ябып килгән хранцузды Наполеоны менән ҡатарҙан  Парижға тиклем ҡыуған!

-Илдә сәпсек үлмәй,ғаиләгеҙ өсөн тыныс булығыҙ!

       Герман һуғышын үтеп, уның ни тиклем аяуһыҙ икәнен үҙ елкәһендә татып,бото яраланып,шул сәбәпле бер аяғына аҡһағыраҡ булып ҡалған Хажғәли олатай, ейәненең һабантуйға йыйынғандай йөрәкһеп тороуын һиҙемләп, әсенеп ҡуйҙы:”Эй,бала,һуғыштың ни икәнен белмәйһең шул,малайҙар уйыны түгел бит унда...”

-Тыуған тупрағың һине һәр саҡ  тартып торһон,иҫән-имен генә әйләнеп ҡайт,улым!Ҡош һауала,ат –тауҙа,егет яуҙа һынала,ти.Үҙеңде һаҡла,әммә  нәҫелебеҙгә серкеү килтермә,ҡыйыу,айбар бул.Кемдеке-шуныҡы,тигәндәй...-Хажиғәли ҡарт, янсығына тыуған нигеҙҙән алған бер ус тупраҡты һалып,Нурисламдың түш кеҫәһенә тыҡты.

-Ул тиклем бөтөрөнмә,ҡартатай,Алла бирһә ,Гитлерҙы еңеп,көҙгө уңыш йыйыуға тып итеп ҡайтып та килербеҙ.Тик һин үҙеңде һаҡла!- Нурислам ҡартатаһын арҡаһынан яратып, һөйөп ҡуйҙы.

-Эй-й,улым,Хоҙай ярҙамы менән шулай ғына була күрһә ни әйттең дә бит!Бөтәһе лә Алла ҡулында,ил күргәнде бергә күрербеҙ инде,балаҡай!

      Ҡарт сал һаҡалына  тамған күҙ йәштәрен дә йәшермәй,һуңғы ҡат күргәндәй, ейәненә йотлоғоп ҡараны.Уғата ауыр ҡарттың хәле,сөнки һуғышҡа китеүселәр араһында -яратҡан ейәне,ике кейәүе.

      Нурислам ҡартатаһының ҡалтыранып ҡына торған арыҡ арҡаһынан ҡосаҡлағанда был күрешеүҙең һуңғыһы булыуын яҡшы аңланы. Бирешкәйне ҡарт : яурындары төшкән,ҡасандыр көс уйнап торған беләктәре хәҙер һөйәк тә тире ҡалған, һөйкөмлөлөк сәсеп торған  күҙҙәренең төҫө киткән, атлауының да йүнгенәһе юҡ, ҡураныс ҡына кәүҙәһе әле быуыны нығынып етмәгән  үҫмер баланыҡы ише генә.

        Ослотау итәгендә баҫҡынсыларға ҡаршы көрәшкә сығырға ең һыҙғанып торған ир-азаматтарҙың   ҡайһыһына ғына кире тыуған ергә әйләнеп ҡайтыу бәхете тейер? Уныһын бер Хоҙай  ғына белә...

                                                          ***

Дауамы бар.

      

 

Автор:
Читайте нас