Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Октябрь 2023, 16:05

Һуңлап килгән бәхет Повесть (2) Миңзәлә Хәлилова

-Әсәй,Зәйнәп беҙҙә генә йәшәһен дә ҡуйһын!-тип әйтеп һалды малай.-Мин уны кәләш итеп алам!

Һуңлап килгән бәхет Повесть (2) Миңзәлә ХәлиловаҺуңлап килгән бәхет Повесть (2) Миңзәлә Хәлилова
Һуңлап килгән бәхет Повесть (2) Миңзәлә Хәлилова

                                                          ***

       Көтөп алынған тәүге балаһының ,Нурисламының ,ғәрәсәт эсенә барып инәсәген уйлап ,ут йотоп, Әсмә ҡайғыһынан ҡара көйҙө.Ире,Фәйзуллаһы һуғышҡа алынып,бына инде ике ай ҡош телендәй генә лә хәбәре юҡ.”Алкинда әҙерләнеп ятабыҙ,тиҙҙән фронтҡа китәбеҙ,”тип бер генә хаты килде лә,шуның менән вәссәләм.Иренең хатын алғас,тиҙ генә йыйынып,алмаш кейем төйнәп,төн буйы бешеренеп,йәйәүләп юлға сыҡты ла китте Әсмә.Ҡайныһы  менән ҡәйнәһе килендәрен ҡурсып,ҡаршы төшөп маташҡайны ла,ҡатындың үҙ һүҙлелеге уларҙы ризалашырға мәжбүр итте. Йәйәүләп ике көн барҙы,ире торған часты тапты,әммә күрешеү насип булманы:Фәйзуллаларҙы шул төндө фронтҡа ебәргәйнеләр.Юл буйы илай-илай ҡайтты Әсмә,хат оҙағыраҡ йөрөгәйне шул,бер көн генә алдараҡ килһә,осрашып, һөйләшеп ҡалырҙар ине,бәлки.Тотош үкенестәрҙән тора бит донъя!

- Алпамыша ҡәҙәрлем ир аҫылы һыуға төшкән кеүек ғәйеп булдың! Яраланып фәлән ятаһыңмы,йәнем? Әллә көнөң бөтөп,мине ташлап уҡ китеп барҙыңмы?Кем генә белә хәлкәйҙәреңде?

       Әсмә, алҡымына килеп тығылған төйөрҙө йота алмай,һыңҡылдап ҡуйҙы.

-Инде балаҡайыма,Нурисламыма,Хызыр Ильяс юлдаш булһын,ярҙамыңдан ҡалдырма,Мәүлем!

          Әсмә улының юл тоҡсайына әйберҙәрен төйнәгәндә,балаһының кейемдәрен еҫкәп,уны әле саҡ ҡулына алып,яратып туймай ултырыуын иҫләп, битенән тәгәрәгән күҙ йәштәрен дә тыйманы.Төн йоҡламай  усаҡлыҡ мейесендә сөсикмәк бешерҙе,аҡ сепрәккә төрөп,эсе бошҡанда ауыҙына алып,һурып йөрөр , йөрәгенә дауа булыр,тип  дүрт-биш баш кипкән ҡоротон да тыҡты.Сөсикмәк бешеп сыҡҡас , һүрән утҡа дүрт табаға әселәй бешергән  икмәген йоҡа телемдәргә бүлеп, киптерергә ҡуйҙы: кипкән икмәкте оҙаҡ һаҡлап була,күгәреп бармай.

           Ебәрәһе нәмәләрен әҙерләп бөткәс,урындыҡта йоҡлап ятҡан балағынаһының эргәһенә барып ултырҙы.Ипләп кенә улының ҡара бөҙрә сәстәренән һыйпаны,уныһы әсәй ҡул йылыһын тойоп,устарына танауын терәне лә,йоҡо аралаш йылмайып:

-Икмәк еҫе килә!-тип бышылданы.

         Рәхәтләнеп йоҡлап киткән ҡолонсағының  баш осонда таңға тиклем ултырҙы әсә.Ай яҡтыһында улының битенән күҙен алманы:берсә йоҡо аралаш тамшанып ала ул,берсә  йылмая,йә йөҙөнә борсолоу сығарып,ҡаштарын йыйырып ҡуя.

        Таң атҡансы Әсмә балаҡайының тыуған көнөнән алып  ун һигеҙ йәшенә тиклемге бер тотам ғына  ғүмеркәйен күҙ алдынан үткәрҙе,иҫендә ҡалырҙай һәр ваҡиғаны  берәмтекләп хәтеренә төшөрҙө .

       ..Бына ул, ҡәйнә йортона килен булып төшкәс,Нурисламға буйға уҙҙы.Шунда ныҡ итеп балыҡ теләгәйне.Бер-ике көн түҙеп йөрөгәс,ошо хаҡта иренә һүҙ тиште.Уныһы төн йөҙөндә күрше ауылға һыбай елдереп,балыҡсы Сәғиҙулла бабайҙан ҙур суртан  алып ҡайтты.Ҡәйнәһе менән икәүләп усаҡлыҡ мейесендә  бешерҙеләр, телде йоторлоҡ тәмле булғайны ул балыҡ!.Шуға ла Нурисламы балыҡ тоторға яратамы икән?Берәй эшкә мауығып китеп,күрмәйерәк ҡалһаң,бәләкәй генә көйө баҡса артында сылтырап ҡына ағып ятҡан йылғаға  йүгерә,таштарҙы урынынан күсереп,усы менән бағры балығын тотоп та йөрөй.

      Ә бер көндө хәле бөтөп йүгереп ҡайтып ингән:

-Атай,атай!Унда, Өйрәкле йылғаһының тәрән ерендә ,ҙур балыҡ ята,әйҙә барып тотайыҡ,мин уны  күреп ҡалғас та һиңә йүгерҙем.

-Эй,улым,ул балыҡ һантыймы ни,беҙҙең килгәнде көтөп ятырға?

        Ай-вайына ҡуймағас,Фәйзулла  улы артынан бармай булдыра алманы . Малай кире тондоролоп йылға буйына төшөп китте,сепейләп бөткән тәпәйҙәре генә ялтырап ҡалды.Барып етте лә кире әйләнеп,йылға буйын яңғыратып  һөрән һала ярыҡ барабан:

-Атай,кил,кил,ул әле бында!Ана!..

-Эй,яр баҡаһы,шул тиклем тамаҡ ярып ҡысҡырмаһаң булмаймы ?- Улын еңелсә генә орошоп ,ул күрһәткән ергә күҙ һалды атаһы.Ҡара әле,ысынлап та,терһәк буйы  шамбы ,һыу ситендәрәк ләмдә яй ғына елпеүестәрен ҡыбырҙата.

      Фәйзулла өҫтөндәге күлдәген генә систе лә,ике еңен бәйләп,ипләп кенә яланаяҡлап  һыуға инде һәм бер-ике минуттан шаптырлап тулаған балыҡты яр буйына сығарып  та һалды.Эй ,Нурисламдың ҡыуаныуы,сәпәкәй һуғып,атаһы тирәләп һикергеләп йөрөүе!

        Әллә күпме ваҡыт онота алмай, бөтә белгән-күргән кешеләр менән шатлығын бүлешеп, ҡыуанып бөтә алманы балаҡай...

     ...Ана,  алты айлыҡ малай, бер ҡарағанда ике тәпәйен ауыҙына алып, уйнап, ығылдап ята ине,икенсегә күҙ һалғанда , урындыҡта ятҡан яҫтыҡҡа тотоноп, тороп  ултырған,үҙе тегеләй ҙә,былай ҙа ҡалғып ҡуя,йығылмаҫҡа тырыша.Быны күреп, күмәкләшеп ҡыуанғайнылар.

     ...Күр,теүәл ун ай тигәндә иҙән уртаһында ай-һай баҫты ла,ҡашығаяҡ яғына табан ыңғайлаған бесәй артынан ынтылып,ике ҡулын алға һуҙып ,атланы ла китте,хатта имгәкләп тә торманы.Урындыҡта намаҙ уҡып ултырған Хажиғәли ҡартатаһы шатлығынан урынынан ҡолап төшә яҙҙы.

      Иң беренсе һүҙе лә башҡа балаларҙыҡы кеүек “әсәй” булманы,ҡартатаһы урамдан килеп ингәс,бәләкәй генә бармаҡтары менән саҡырып:”Та-та!Та-та”-тип өндәште-“ҡартатай” тиеүе булды. Ҡартатаһы ҡыуанысынан :”Бер тай  улыма,тай бүләк итәм! “ - тип ҡысҡырып ебәрҙе.

        Ҡартатаһы яратҡан ейәнен  үҙенә инселәнгән тайға биш йәшендә ултыртып   ҡараны. Ҡоттары осоп,йәлләп ҡарап торған әсәһе менән өләсәһенә лә иғтибар итмәй,атаһы йүгәненән етәкләп барған атҡа ҡыуана-ҡыуана  менеп ултырҙы малай.Үҙе шарҡылдап көлә,бәләкәй генә аяҡтары менән аттың бауырына тибеп:

-На!На!-тип ҡысҡыра.

          ...Бәй,алты йәшендә көнө буйы урамда хәлдән тайып уйнап,кискә генә йылға аръяғында йәшәгән Зәйнәп менән етәкләшеп ҡайтып инделәр.

-Әсәй,Зәйнәп беҙҙә генә йәшәһен дә ҡуйһын!-тип әйтеп һалды малай.-Мин уны кәләш итеп алам!

           Быны ишеткән ҡартатаһы менән атаһы ҡысҡырып көлөүҙән саҡ тыйылып тора,үҙҙәре һаман малайҙы һөйләндерәләр,бер-береһенә ымлап,күҙ ҡыҫышалар.

-Улым,Зәйнәптең атай-әсәһенән рөхсәт  һораныңмы һуң?

-Ҡартатайым  һораһын,ул миңә үҙе Һыуһылыу кеүек матур ҡыҙҙы кәләш итеп алып бирәм, тип  әйтте ләһә!

-Әле һин бит бәләкәс бит,кәләште ҙур  үҫкәс кенә алалар!Һиңә мал ҡарарға,бесән сабырға  ,ә Зәйнәпкә иҙән йыуырға,ашарға бешерергә өйрәнергә кәрәк.

-Улай булғас ,Зәйнәпте әсәйем тиҙ генә кер йыуырға,иҙән йыуырға өйрәтһен , ә мин хәҙер үк атайыма һыйырҙарҙы ябышам.

-Зәйнәп ,икмәк һала беләңме һуң?-тип ҡыҙыҡһына әсәһе.

Уныһы баш сайҡап тора.

-Әсәй, һин бешерә беләһең бит,ҡартәсәйем  дә белә.

-Нурислам,килен кеше бешерә ул икмәкте,-тип йылмая Әсмә.

-Беҙ Зәйнәп менән тиҙ генә уйнап ҡайтҡансы,һин икмәк бешерәң,ә ҡартәсәйем-бишбармаҡ...

        Зәйнәпте эҙләп ингән әсәһенә лә был хаҡта көлә-көлә һөйләнеләр.Тик Хажғәли ҡарт ҡына уйынлы-ысынлы:

-Балаларҙың ҡолағын тешләтеп ,һырға туйы үткәреп ҡуйһаң да  зыян юҡ,-тип ҡуйҙы.

         Үҫә килә был хаҡта иҫкә төшөргәндә,Нурислам уңайһыҙлана,ике бите ҡып-ҡыҙыл булып яна.

       Инде улы- үҫмер егет,танау аҫтында мыйыҡ йораты ла беленә.Ҡасандыр ул кәләш алам тип етәкләп алып ҡайтҡан ҡара сорнай Зәйнәп тә  Һыуһылыу кеүек матур ҡыҙға әйләнгән.Көйәнтәһен иңенә һалып,икенән үреп төшөргән ҡара оҙон сәстәренә тағылған сулпыларын сыңлатып, урамдан үткәндә, ир-егеттәр генә түгел,ҡыҙ-ҡырҡын да,һоҡланыуын йәшермәй, тел шартлатып ҡала.

       Үткән йыл һабантуйҙа уларҙың бер-береһенә серле ҡараш ташлағандарын да күрҙе Әсмә.Әсә йөрәген алдап буламы ни?Тап шул ҡыҙҙы Нурисламына иш итеп күрә, тап шул Зәйнәптең ҡәйнә буҫағаһы аша атлап үтеүен теләй.Тик хыялың ысынбарлыҡ булһын ,теләгән теләгең тормошҡа ашһын өсөн ,ай-һай,  күп ныҡлыҡ кәрәк... 

                                                       ***

         Ауыл осонда башланған Ослотау битендәге оло юлға ир-егеттәрҙе яуға алып китәсәк  аттар  теҙелгән.Егеүле арбаларға яугирҙарҙың наҡыҫ ҡына юл тоҡсайҙары , кейем-һалымы тейәлгән.Улының ,Нурисламының киң яурынына башын һалып, Әсмә илай.Шым ғына... Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына  хас сабырлыҡ,түҙемлек уға ошо ауыр ваҡытта үҙ-үҙен ныҡ тоторға көс бирәлер.

       Ҡартәсәһе  Әсмә килененең ҡулынан бер телем икмәкте алды ла ейәне эргәһенә килде.

-Балаҡайым!Бынау икмәктән ауыҙ итеп,арыу ғына  тешләп  ал. Тыуған ереңдә, тыуған нигеҙеңдә ейәр ризығың булһын,ашар икмәгең ҡалһын .Эсер һыуың тартһын , балам,бер үк беҙҙе ҡыуандырып ,иҫән-һау йөрөп ҡайт. Хызыр Ильяс юлдаш булһын үҙеңә.

     Ҡатындар һыҡтай,азаматтар  аталарының муйынына ,атай ҡосағына,атай йылыһына һуңғы тапҡыр һыйына.Берәүҙәр ҡурай тарта, кемдер гармун күректәрен һуҙып,күңел һағышын тарата.

-Арбаларға тейәлергә! -тигән фарман яңғыраны шул саҡ.

          Нурислам ҡартатаһының да,үҙенең дә иң яратҡан  Ыласын исемле күк атына атланды ла ,күкрәк тауышы менән ”Азамат”ты һуҙып ебәрҙе,башҡалар уның йырын күтәреп алды.Йыр тауышы  ,бейек тауҙарға ,мәғрүр ҡаяларға барып етеп, ҡаҡлыҡты ла,ҡайтауаз  булып,тирә-яҡҡа таралды:

                          Ҡайҙа ғына бармай,ниҙәр күрмәй

                          Ир-егеткәй менән ат башы...

         Оҙатыусылар яҡындары күҙҙән юғалғансы илашып,йыландай борғоланып тауҙар ҡуйынына  инеп юғалған юлға текләп ,өнһөҙ генә оҙаҡ баҫып торҙолар.Унан берәм-берәм етемһерәп ҡалған ауылға,бушап ҡалған өйҙәренә таралдылар.

         Был ата нигеҙенән китеп,ситтә йөрөмәгән Ыласынов Нурисламдың тәүге тапҡыр тыуған ерен ташлап,күҙ күрмәгән,ҡолаҡ ишетмәгән яҡтарға юлға сығыуы ине ...

Дауамы бар.

                                               

 

Автор:
Читайте нас