

***
Һуғыштың майлы ҡалъя түгел икәнлеген тәүге көндәрҙән үк аңланы Нурислам. Екереү түгел,хатта тауышты әҙерәк күтәреүҙе лә ишетмәй үҫте бит ул татыу ата йортонда.Ә бында бөтәһе лә һуғыш ҡануны буйынса: белмәһәң-өйрәтәләр,өйрәнергә теләмәһәң -башыңды эйҙереп,приказ биреп, талап итәләр,ә һин бер һүҙһеҙ командирҙың әйткәненә буйһонорға тейешһең. Ғорурлығыңды,тәкәбберлегеңде ситкә ҡуйып тораһың,хатта кем икәнлегеңде лә онотаһың.Бында һәр кемдең алдында бер бурыс һәм бер хыял – ул да булһа, дошманды тиҙерәк еңеү һәм тыуған ереңә, яҡындарың эргәһенә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу.
Бәләкәйҙән ат өҫтөнән төшмәгән Нурислам үҙенең Ыласыны менән һуғышҡа алынғас,кавалерия дивизияһына эләгергә өмөтләнгәйне. Тик был буш хыял булып ҡалды.Яҡшы тоҡомло күк атты йәһәт шәйләп алдылар ,тиҙ арала ҡайҙалыр оҙаттылар.Атын йәүкәләп эҙләй башлағас,командиры йылан кеүек теш араһынан ғына ыҫылданы:
-Һалдат!Үҙеңдең ҡайҙалығыңды оноттоңмо әллә? Күңел асырға килдеңме, һабантуйғамы?Һалдаттан атты ҡайҙа ,ҡасан,кемгә бирергә һорап тормайҙар! Бар,юлыңда бул!
Шулайтып,Нурислам минометсылар взводына барып эләкте.Миномет төҙөлөшөн, яуҙа ҡулланыу даирәһен оҙон-оҙаҡ өйрәтеп торманылар,ҡыҫҡа ғына курс үткәс, һуғышҡа индереп тә ебәрҙеләр.
Шунда осратты ул Сәлихты.Ауылдашы келәттә интендант булып хеҙмәт итә ине.Үҙенән ике йәшкә генә оло егет менән бер урамда бәпкә үләнендә аунап,бергә йылғала балыҡ мәскәүләп , йән дуҫ уҡ булмаһалар ҙа, татыу уйнап үҫтеләр.Сит ерҙә,бигерәк тә һуғышта,яу яланында ауылдашыңды осратыу - Нурислам өсөн бер туғаныңды күреү һымаҡ оло шатлыҡ .Тик Сәлих уның ҡосаҡ йәйеп йүгереп килеүенә:
-Стой,солдат!Үҙеңде ипле тот,минең звание һинекенән юғарыраҡ!-тип ҡырт ҡына өндәште.
Нурислам, ни әйтергә белмәй,ауыҙын асып туҡтап ҡалды.
-Сәлих! Таныманыңмы ни?Был- мин бит!Ыласынов Нурислам!Ауылдашың!
-Понял!Вы не знаете ,как обращаются к старшему по званию!Соблюдайте субординацию!
Ауыҙын асып аптырап ҡарап торған Нурислам янынан Сәлих тыҡ-тыҡ баҫып үтеп китте.
Нисек?Нисек аңларға?Ишеткәнен нисек итеп йоторға белмәйсә тороп ҡалды Нурислам...
Бер килке иҫенә килә алмай йөрөнө ул был хәлдән һуң,тик ауылдашын ҡабат күреү өсөн мөһим сәбәп килеп сыҡты.Итеге йыртылды. Нурислам тәүҙәрәк тегеп ҡараны.Шунан тотонор ере ҡалмаған итекте ҡайҙа бау менән бәйләп,ҡасан тимер сым менән урап йөрөй башланы.Был ысул ҡоро ваҡытта ярап ҡалһа ла, ҡар ҡатыш ямғырҙар башланғас,итеге ҡунысына тиклем һыу менән тулды,көнө буйы еүеш сылғау эсендә йөрөгән аяҡтан һалҡын үтеп,бер туҡтауһыҙ йүткерергә тотондо. Крокодил ауыҙылай асылып-ябылып торған итекте күреп йөрөгән миномет расчетындағы иптәштәре лә :
-Ауылдашыңа барып ҡара,ауыҙыңа һуҡмаҫ әле,үтенеп һора,ана , кисә күрше расчеттағы Золоторевҡа алтын балдаҡҡа итек алмашҡан!Һине кире бормаҫ әле!-тип өгөтләнеләр.
Эйелгән башты ҡылыс сапмай,тип ул тағы бер тапҡыр ауылдашы эргәһенә барып ҡарарға булды.
Янында кеше-маҙар булмаған мәлде абайлап тороп,ул келәткә барып инде.Өйөм-өйөм әйберҙәр араһында торған өҫтәл артында ниҙер яҙып ултырған Сәлихте күргәс, Нурислам үҙе лә аңғармаҫтан:
-Здравия желаю ,товарищ командир!-тип өндәште.
Баш ҡағып ҡына яуап бирҙе Сәлих.
-Разрешите обратиться!
Сәлих башын да күтәрмәй яҙыуында булды.
Бер аҙҙан артабан нисек һүҙ башларға белмәй торған Нурисламға ,аҫтан һөҙөп ,башын ҡалҡытып ҡараны.
-Сәлих,итегем йыртылды бит әле,яңыны бирә алмаҫһыңмы икән?
-Ниндәй бер туҡтауһыҙ теләнселәп,һоранып йөрөү һуң ?!На общих основаниях выдадим!Бында һин мине,мин һине белмәйем! Понял? Вопрос исчерпан!Кругом- марш!
Нурисламға кире әйләнеп сығып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.Ләкин бүтән...аҡ тәүбә,ҡара тәүбә, ул Сәлих яғына әйләнеп тә ҡарамаҫҡа эсенән генә ант итте.
***
Нурислам Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн бөтә көсөн,тырышлығын һалып, фашистарға ҡаршы көрәшкәндә,Асылыкүл буйындағы башҡорт ауылында халыҡ “Бөтәһе лә Еңеү өсөн!”тигән саҡырыу аҫтында алды-ялды белмәй тир түкте. Ауыл халҡы йыйған уңыштың бөртөгөн дә әрәм итмәй ,йыраҡ Уралдан яу ҡырына оҙатты.Ә үҙҙәре аслыҡтан шешенде.Ҡышлаған башаҡ ашап, танауҙарынан, ауыҙҙарынан ҡан китеп,ғаиләләре менән ҡырылды халыҡ. Яугирҙарға ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләп, быймалар баҫып,посылкалар һалдылар,ә үҙҙәре һыуыҡта өшөнө, туңды.Ҡатын-ҡыҙҙарҙан бригада төҙөп,күлдән балыҡ тотоу эшен яйға һалдылар.Тик балыҡ та яу ҡырында йөрөгән һалдаттарға ебәрелде.Ҡатындар көнө буйы ямғыр ,йә ҡар тип тормай күлгә ау һалдылар,ҡулдары сепейләп,йөҙҙәре асы елдән ,эҫе ҡояштан янып, ирендәре ярылып бөтһә лә эште туҡтатыу тураһында уйламанылар.Тотолған балыҡты сортҡа айырып,һауыттарға тултырыуға үҫмер малайҙар,ҡыҙҙар ҙа ярап ҡалды.Ул йәй тау башын ябып,сейә уңды.Ҡыҙ балалар йыйған сейәне һатып,колхоз эшсәндәре машина һатып ала алырлыҡ аҡса туплап,Еңеү көнөн тиҙләтер өсөн фронтҡа бүләк яһаны.Эшкә ярарлыҡ ир-егеттәр һуғышҡа алынып бөткәс,донъя көтөү ауырлығы , колхоз баҫыуҙарында эшләү,илай-илай мал ҡышлатыу,картуф үҫтереп,уны киптереү,тоҡтарға һалып оҙатыу, үҫмерҙәр,ҡатын –ҡыҙ,ҡарт-ҡоро елкәһенә төштө .
Кәре ҡайтҡан Хажғәли ҡарт та уттай ҡыҙыу бесән ваҡытында инде ҡайырып бакуй һала алмай,бары тик ҡатындарҙың салғыһын сүкеп, янып,үҫмерҙәргә салғы тоторға өйрәтеп , еңел-елпе эштәрҙә генә йөрөй . Ҡыштарын ауыртҡан аяҡтарына көс-хәл менән баҫып,шығырҙап торған тубыҡтарын саҡ яҙып йөрөп, аттар ҡараша,әҙ булһа ла ярҙам булһын ,тип ҡатын –ҡыҙға ат егеп бирә ,эйәр-ыңғырсаҡ төҙәтә, мәке уйып,малҡайҙарға һыу эсереү ҙә уның бурысы...Ә сыңлап торған селлә һыуыҡтарында тау битләүҙәренән тибендәге тай-тулаҡты йәүкәләп алып ҡайтыу ҡатындар йә бала –саға эше түгел. Аптырағас,үҫмер малайҙарҙың берәйһен иптәшкә алып,һунар мылтығын аҫып ,көрт йырып, аттарҙың эҙе буйынса эҙләп киткеләй. Етмәһә,бүреләре аҙҙы, халыҡтың күҙ терәп торған берҙән-бер тана-торпоһон да тишек-тошоҡло кәртәләренә инеп,тамаҡлап китә.Маһир һунарсыларҙың өйҙә булмауын улар ҙа тоялыр,һиҙәлер,моғайын.Юғиһә,былайтып уҡ ауыл эсенә инеп,эттәргә лә ҡанығып йөрөмәҫтәр ине.Ҡышҡы көн дә бер тотам ғына,ат өйөрөн эҙләп алып ҡайтҡансы төн уртаһы етә.Ә икенсе көнөнә аяҡҡа баҫам тимә,бер генә лә быуыны тотмай. Хәҙер инде күҙҙәре лә бик насарайҙы,эргәһендә итәген ҡыҫтырып,үҙ мәшәҡәтен йүгереп атҡарып йөрөгән әбейенә лә бер көн:
-Әбей,мин оҙаҡламам ахыры,күрәһеңме,күҙҙәрем төҫһөҙләнде .Беҙҙең тоҡомдоң фани донъялыҡта ваҡыттың әҙ ҡалыуын күрһәтеүсе ана шул билдәһе бар ,-тип ҡарсығының йөрәгенә хафа орлоғо һибеп ҡуйҙы.
Ысынлап та,Хажғәли ҡарт 1942 йылдың ҡарлы-буранлы ҡышынан йәмле яҙға етеп,күк үләнгә аяҡ баҫа алманы.Күҙ асҡыһыҙ февраль бураны ер менән күкте бер итеп боларып туҙынғанда,ҡарт таңғы йоҡоһонан уянманы. Бөтөнләй таянысһыҙ ҡалды ғаилә. Етмәһә Әсмәнең ике ҡыҙын да-Маһита менән Маһираны- алтын йыуыу приискыһына ебәрҙеләр,егерме биш-утыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы шахтала эшләй улар,бына инде ун дүрт йәшлек Миңисламға ла шул шахтаға барырға сират етте.. Өйҙә туғыҙ йәшлек Ғәйнислам менән ете йәшлек Фәхрислам ғына ҡалды. Аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөргән ваҡытта балаларҙың шахтала алған паектары ғаилә ағзаларын аслыҡтан ҡотҡарып ҡалды ҡалыуын,ләкин шахта эше быуындары нығынмаған балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн көс еткеһеҙ ауыр .Был юҫыҡта Миңисламға башҡаларға ҡарағанда еңелерәк ,сөнки Маһита апаһы шахтанан руда сығарыусы бадья өсөн яуаплы.Эштә хәлдән тайып арыған эшселәр йәйәүләп шахта ауыҙына килергә тейеш,ә Маһита ҡустыһын саҡырып алып,хужалар күрмәгәндә,шул “һауыт”ҡа ултыртып,өҫкә тартып ала.
Ҡайһы саҡта быуыны ла нығынып бөтмәгән ҡустыһын йәлләп,үҙенең паегын бүлеп бирергә тырыша,сөнки ауыр эштән миктәп,ауырып йығылыуы ла бар.Үҫмер малай хәйләләшә белмәй,хәлдән тайғанса эшләй ҙә ҡуя.Ә эш кимәле бөтә кешеләр өсөн бер төрлө, ҡан төкөрөп йөрөһәң дә үҙеңә билдәләнгән норманы үтәргә тейешһең.
Алтын йыуыуҙың үҙенә күрә талаптары ла юғары.Шахтанан сыҡҡанда бөтә эшселәрҙе энәһенән ебенә тиклем тикшереп сығаралар.Хатта ауыҙыңды астырып,тел аҫтына ,теш төптәренә күҙ һалалар.Ә инде тырнаҡ осондай алтын урлап тотолһаң - һуғыш заманы талабы буйынса төрмәгә ябырға ла күп һорап тормайҙар..Алдыңды-артыңды ҡарап,итәгеңде йыйып йөрөмәһәң, бәләгә ҡалыуың көн кеүек асыҡ.
Хаслыҡлы әҙәмдәрҙең тоҙағына эләгергә лә бик мөмкин.Малайҙар йоҡлаған барак эргәһендә бер сатан әҙәм яҡын килеп, йылан кеүек ыҫылдап,өгөтләп ҡараны:
- Алтын өсөн күп аҡса бирәм,берәй ерегеҙгә ҡыҫтырып алып сығығыҙ,уның менән генә шахтағыҙ хәйерсегә ҡалмаҫ! Аҡсаға икмәк һатып алып ашарһығыҙ,кейем алырһығыҙ!
”Юха тел” шулай ҡолаҡтарына бышылдап та йөрөнө.Ҡайҙа, ти,эргәһенән тиҙерәк ситкә китте Миңислам.
Шахта эше илке-һалҡы йөрөгәнде яратмай,иғтибарлы булыуың кәрәк,сөнки ер убылып,тупраҡ аҫтында ҡалыусылар ҙа бар. Ана,үткән аҙнала күрше ауылдан Тимерғәли исемле малайҙы ер баҫҡан.Маһита апаһы осраған һайын ,ҡустыһын ҡурсып, бер туҡтауһыҙ :”Шахтаға төшкәс тә эшләй башлама, тәүҙә тирә-яғыңа күҙ һал,тыңла.Ер, убылырға булһа,үҙен белгертә ул,”-тип ҡабатлап тора .Ысынлап та,оҙағыраҡ тыңлап торһаң ,баш осонан эре-эре аҙымдар менән кемдер дөп-дөп атлап киткән кеүек була.Ул саҡта олораҡтар : ”Бабай китте!”-тиҙәр. Йәнәһе,”шахта хужаһы” үҙенең хужалығын барлап йөрөй.
Апайҙары менән Миңисламдың ялы ла бергә тура килмәй. Айырым-айырым йәйәүләп, тау артылып ҡайтып йөрөүе лә бик ҡурҡыныс,сөнки шахтала эшләгән кешеләргә паек бирелеүен тирә-яҡта бөтәһе лә белә.Шуға күрә тирә-яҡта уғрылар,юл талаусылар ,һуғыштан ҡасып йөрөүсе дезертирҙар, берәҙәктәр осрап тороуын халыҡ бер-береһенә ҡурҡыныс факттар өҫтәп, һөйләп тора.
Анау бер ялда Миңислам шуларҙан саҡ ҡасып тотолдо. Ял етеүгә ике апаһы, арыу ғына икмәк йыйып, малайҙың ауылға ҡайтып килеүен һоранылар, унда шул аҙыҡты бөтә ғаилә дүрт күҙ менән көтөп тора.
Миңислам шатланып риза булды, ауылға ҡайтмағанына ла айҙан ашып киткәйне. Әсәһен,ҡартәсәһен,ике ҡустыһын,иптәштәрен һағынды,тағы...бер кеше көтә уны.Был турала ул үҙе генә белә, бер кемгә лә эс серен сискәне юҡ.Хатта иң яҡын дуҫы Кинйәбай ҙа был хаҡта белмәй.Сменаһы тамамланғас,Миңислам яулыҡҡа төрөлгән ризыҡтарҙы ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ауыл яғына ыңғайланы.Шахта урынлашҡан ябыҡ майҙандан сыҡҡас,кескәй бер йылға ярында туҡтап,ике кәҫте ситкә алып ҡуйҙы, үҙенең йәшереп ҡуйған ҡоралын алып,кәзә бәрәсе кеүек ҡыуанып, һикерә-һикерә ауыл яғына сапты. Малай,ошо шахтаға эшкә килгәс,юл йөрөйәсәген алдан уйлап,йәш ҡайынды юнып,осона ҡаҙаҡ ҡағып,һөңгө кеүек бер ҡорал әтмәләп алғайны.Эт-ҡоштан һаҡланыу ,бигерәк тә үҙеңде әҙерәк булһа ла яҡлау өсөн ҡулай булды, төйөнсөгөн элергә лә уңайлы . Үҙен яҡлаулы,ышаныслы ла тоя ябай ғына ҡоралы менән.Бөгөн дә ярты юлды бер ҡыйынлыҡһыҙ йүгереп үтте,эңер төшкәнсе тәрән йырынды аша сығып өлгөрәһе генә ҡалды.Кискә ауылға ҡайтып йоҡлап,иртәгеһенә төшкә икенсе сменаға килеп етергә кәрәк.
Әллә ниндәй уйҙарға батып ,шәп атлаусы малайҙың ҡолағына бер мәл ҡыйҡыулаған тауыштар салынды.Ни күрһен,уның юлына арҡыры өс дөйә саба.Йөрәге жыу итеп ҡалды Миңисламдың.Уның ошо тирәлә юл баҫып йөрөүсе ҡаҙаҡтар тураһында ишеткәне бар ине, был кешеләрҙең тап ана шулар булыуына тамсы ла шиге ҡалманы.
Ысын донъяла ятҡан ҡартатаһы бер тарих һөйләгәне уның ҡылт итеп иҫенә төштө.Хажғәли ҡарт үҙенең нисек итеп ҡаҙаҡ сапҡынсыларынан ҡотолоуы тураһында бәйән иткәйне.
-Гел тауҙың үренә,бейеккә,ҡаяға үрмәләнем,дөйәләр ҡая ташҡа менә алмай,шулай ҡасып ҡотолдом!
Миңислам ,тигеҙ ерҙә юлбаҫарҙарҙың ҡыуып етерен аңлағас,ҡырҡа ғына боролдо ла тауға табан йүгерҙе.Йәйәүлегә янсыҡ та ауыр,тигәндәй,йөгө баҫа,маңлайҙан бәреп сыҡҡан тир күҙҙәрҙе әсеттерә.Тик ул һаман таштан-ташҡа тотоноп,бейеккә үрмәләй,һуйырташҡа бәрелеп,төртөлөп,киҫелеп бөткән аяҡтарының һыҙлауын да тоймай.
Малай тауҙың иң бейек түбәһенә менеп етте лә,ҡая ташҡа баҫып,тирә-яҡҡа күҙ һалды. Ана тыуған ауылы ус төбөндә генә кеүек күренә.Ике тау араһында иркәләнеп кенә әсәһе ҡосағында ятҡан сабый кеүек ул.Атай кеүек сабыр,олпат тауҙар уны буран-дауылдарҙан ышыҡлай.Шул тауҙарҙа үҫкән талғыр,әтнәкәс йыуалары яҙ башынан көҙгә тиклем ас балаларҙың тәмләп ашаған ризығы.Бала-саға туғайҙан балтырған, һарына, ҡуҙғалаҡ йыйып та ҡыуана. Йәй көнө бар халыҡҡа ла еңелерәк,июнь аҙағына ер еләге ҡыҙара башлай,шунан тау сейәһе бешә,муйыл өлгөрә.Унан балан,энәлек,әлморон ашарлыҡ була.
Малай ,артына әйләнеп,тау итәгенә күҙ һалды:ҡаҙаҡтар ҡыуып етә алмаҫтарын аңлағас,дөйә өҫтөндә ултырған килеш ҡамсыларын һелтәп ,үҙ телдәрендә ниҙер ҡысҡырҙылар-ҡысҡырҙылар ҙа,кире боролоп ,юлдарын дауам иттеләр. Таҫыллығы, сослоғо Миңисламды бәләнән ҡотҡарҙы.Бәлки, Хажғәли ҡартатаһы үлемдән йолоп алып ҡалғандыр,ҡапыл ғына уның һөйләгәне иҫенә төштө бит.Тимәк , ҡартатаһы уны һаман бәпләй,ҡурсалай.Ә юлбаҫарҙар ҡыуып етеп,тотоп алһалар,уларҙың ни ҡыланырын кем белә?Ун дүрт йәшлек үҫмер анау хәтлем әҙәмдәргә ҡаршы тора аламы инде?
Эңер төшөүгә ул хәлдән тайып ,арып-талып ,өйгә ҡайтып инде.Улының ҡанһыраған аяҡтарын, ойпаланып тиргә ҡатҡан сәстәрен,битенән юлаҡ-юлаҡ булып ағып төшкән бысраҡты күреп ,әсәһе илап ебәрҙе.
Миңислам үҙен баҫтырған әҙәмдәр тураһында һөйләгәс,Әсмә апай таҡмаҡлап-таҡмаҡлап:
-Был Гитлер яуызды аяғынан аҫып ҡына ҡуйһаң да халыҡтың үсе ҡанмаҫ!Йә,ун дүрт йәшлек балаң ғаиләһен аҫрайым,тип ғүмерен ҡыл аҫтына ҡуйып йөрөһөнсө.Атайың йә ағайың өйҙә булһа бер нужа күрмәй генә йәшәр инек тә бит! Исмаһам ,ҡартатайың тағы бер аҙ йәшәмәне... -,тип күҙ йәштәренә ирек бирҙе.
–Абау,өмөтһөҙҙәр,баламдың ҡотон алған бит,уғрылар. Изге фәрештәләрең ярҙам ҡулы һуҙғандыр,балаҡайым,Хызыр Ильяс ярҙам иткәндер! -Өләсәһе лә ейәненең иҫән ҡалыу шатлығынан изге доғаларын уҡырға кереште.
Ни хәл итәһең,ҡанһыҙ һуғыш яланында йөрөгән һалдаттың алдында бер дошман-фашист. Кем алдан атып,сәнсеп өлгөрә,шул -еңеүсе.Артта арҡаңды ҡуйыр ышаныслы дуҫтарың, ҡулыңда ҡоралың бар.
Ә тылда әлһерәгән ,арыған кешене нисә дошман ҡарауыллап тора : аслыҡ, яланғаслыҡ, сир-зәхмәт... һәм юлбаҫарҙар.