Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
24 Октябрь 2023, 05:20

Һуңлап килгән бәхет Повесть(5) Миңзәлә Хәлилова

-Тороп тор,мин ҡәберҙә ятам түгелме?!Мине ...тереләй күмгәндәр!?. Ауыртмаған ҡулы менән тирә-яғын һәрмәп ҡарай.

Һуңлап килгән бәхет Повесть(5) Миңзәлә ХәлиловаҺуңлап килгән бәхет Повесть(5) Миңзәлә Хәлилова
Һуңлап килгән бәхет Повесть(5) Миңзәлә Хәлилова

 

 

 

 

***

      ...Ҡояш ҡайҙа?Яҡтылыҡ юҡ.Тын алырға ла хәле юҡ!Ауыҙында нимә?!  Ҡом!..Тупраҡ?!.-Төкөрөп ҡарай,теле аңҡауына йәбешкән .

-Тороп тор,мин ҡәберҙә ятам түгелме?!Мине ...тереләй күмгәндәр!?.

Ауыртмаған ҡулы менән тирә-яғын һәрмәп ҡарай.

-Тупраҡмы ,балсыҡмы?Ә һул яҡта нимә?!Бында ла ...ташлы тупраҡ! Тимәк,үлгәнмен!Мин...ҡәберҙә! Һыуыҡ,ҡалтырата,теше тешкә теймәй шыҡылдай.

Хатта эсенә хәтлем өшөй!Аяҡтарын ҡуҙғатып ҡарай,уларҙы ,гүйә,бүрәнә менән баҫтырып ҡуйғандар.Минең бер үҙемде генә айырым күмделәрме икән?Әллә эргәһендә тағы кәүҙәләр бармы?Ул бит бер нәмә лә шәйләмәй, күрмәй,үлем шулай буламы икән?!... Һуҡырайҙымы?Һаңғырауландымы?

-Тауыштар ҡайҙа,бер тауыш та юҡ!Ҡалай тыныс икән ҡәберҙә!?Атышҡан,шартлаған тауыштар ишетелмәй!Туҡта!Кемдер  берәү башына таяҡ менән һуға түгелме? Туҡ!Туҡ!Юҡ,сикәләге тамыры һулҡылдап алды шикелле.

Нурислам башын борорға итә,боролмай.

-Фани доньянан үтеп китеүе ауыр икән! Нишләп бер ағзаһын да  ҡуҙғата  алмай!

-Нурисла-а-ам!Нурисла-а-ам!Балаҡайы-ы-ым!

Әсәһенең тауышы лаһа!

-Әсәй!Мин бында!Әсәй!Әсәкәйем!

Егет ҡуҙғалырға итте,әммә иҫ киткес көслө ауыртыуҙан тағы иҫен юғалтты.

Кемдер биттәрен һыйпай?Әсәһенең ҡулдары бит!

-Әсәй,нишләп һинән  дарыу еҫе килә?Һинең йомшаҡ,наҙлы ҡулдарыңдан  тәмле икмәк еҫе килә торғайны бит...

-Әллә һин әсәйем сүрәтендәге фәрештәме?Тимәк, мин ожмахта!Бындай зәңгәр күҙҙәр тик фәрештәләрҙә генә булалыр!

      Нурислам бер аңына килде,ысынбарлыҡҡа ҡайтты,бер иҫтән яҙҙы.

         Ул уянып киткәндә ап-аҡ палатала ята ине.Ҡаты яралылар ыңғыраша,кемдер һаташа,берәү һыу һорай,берәү медсестранан укол һалыуын үтенә,кемдер тештәрен шығырҙатып, тоҙло-боросло һүҙҙәр менән Гитлерҙың, уның ете быуын ата-бабаһының, һалдаттарының тетмәкәйен тетә.Тынсыу бүлмәлә күкрәк тултырып тын да алып булмай,ҡан ,дарыу еҫенән уҡшыта. Нурисламдың яраһы ауыр:  көслө контузия алғандан һуң, берсә  башҡа тимер биҙрә кейҙереп,уға таяҡ менән һуҡҡан кеүек тойола,берсә башы сатнап ауыртыуға күҙ алдары ҡараңғылана .Баш тиреһе шартлар кеүек,көслө ауыртыу сикәнән башлана ла түбә аша үтеп, ике ҡолаҡҡа барып тоташа.Һөйәктәре серпәкләнгән ҡулы шешкән,бармаҡтары эсенә һыу тултырған кеүек тарбайып тора.Ул ҡулды ҡайҙа,нисек ҡуйһаң да йөрәккә етеп әрнеүе, һыҙлауы,һулҡылдауы баҫылмай. Күп ҡан юғалтҡанлыҡтан,күрәһең, хәл юҡ,күҙҙәрҙе асып ҡарау ҙа оло ҡара эш кеүек.Оҙаҡ ваҡыт ауыр тупраҡ аҫтында ятып,күкрәк ситлеге ҡыҫылған,ҡабырғалар ,тын алған һайын ,үпкәне тишеп инеп барған кеүек тойола. Ауыртыуҙы баҫыу өсөн еңел генә, өҫтән-мөҫтән генә тын алырға кәрәк...

         Нурислам аңына килгәс,үҙенең нисек итеп госпиталгә эләгеүен оҙаҡ ҡына хәтерләй алманы.Шунан яйлап-яйлап фашистар менән һуңғы алыш кино кадрҙары кеүек берәм-берәм күҙ алдынан йүгереп уҙҙы.Минометсылар  ул көндө әллә нисә тапҡыр фашистарҙың атакаһын кире  ҡаҡты.Иптәштәренең ҡайһылары яраланды,ҡайһылары , ярҙам ваҡытында килеп етмәгәнлектән, ауыр яраларынан ҡанһырап үлделәр... Миномет расчетында ул бер үҙе ҡалды,һуңғы снарядҡа тиклем атыуҙан туҡтаманы.Шунан ...эргәлә генә снаряд шартлағанын күрҙе,ниндәйҙер көс уны туҙанлы күккә сойорғотто ла, көс менән ергә атып бәрҙе.Ул иҫен юғалтты...

       Атака туҡтағас,тәүҙә яралыларҙы йыйып, госпиталгә оҙатҡандар.Шунан улар артынан мәрхүмдәрҙе йыйыу һәм ерләү командаһы сыҡҡан.

       Нурисламдың тупраҡ өйөмөнән сығып торған  аяғын санитар күреп, соҡоп алған.Йән араһына ингән ул фәрештә,үлемдән ҡотҡарған.

       Егеттең хәле ун көн самаһы үлем менән йәшәү араһында булды.Нурислам берсә иҫеңде юғалтырлыҡ ауыртыуҙан аңына килде, берсә  ап-аҡ күгәрсенгә әүерелеп, зәп-зәңгәр һауаларҙы иңләп осто.Кеше күҙе күрмәгән гүзәл сәскәләр үҫкән яланда тағы бер аҡ күгәрсен менән икәүләп сыңғырҙатып көлә-көлә ,өйөрөлөп-өйөрөлөп осто улар.Сылтырап аҡҡан йылға буйына  ап-аҡтан кейенгән кешеләр араһына барып сыҡтылар. Күгәрсен кейемен һалып ташлап,әҙәм затына  әүерелделәр. Ә мең төрлө күҙҙең яуын алып торған сәскәле яландағы барлыҡ кешеләрҙең дә йөҙө шат,улар шундай бәхетле. Тирә-яҡта Нурислам үҙ ғүмерендә лә ишетмәгән һәм күрмәгән ҡоштар тауышы күңелдәрҙе иркәләй.Шундай матур көй яңғырай,ул көй ыңғайына берсә ҡысҡырып көлгө,берсә илағы килә.Бәй,быныһы Хажғәли ҡартатаһы бит!

-Ҡартатай!Ҡартатай! Һин ҡайҙан килеп сыҡтың бында?

-Улым,мин хәҙер ошо ерҙә торам!

-Өләсәйем,әсәйем менән атайым да һинең менәнме?

-Юҡ!Атайың әле килеп етмәне, тиҙҙән килергә тейеш, ә  әсәйең менән өләсәйеңә әле бында килергә иртәрәк.

-Мин бит килдем һинең эргәңә,бына бит ниндәй хозур урын! Мин һинең менән бергә ҡалам ,ҡартатай!

-Юҡ,ҡолонсағым,һиңә әле бында ҡалырға ярамай!Ерҙә һинең эшләнмәгән эштәрең , бурыстарың күп.

-Миңә һинең эргәңдә шул тиклем рәхәт,ҡартатай!Тыныс,бер ниндәй ҙә атыш,үлем,ҡан юҡ.

-Бар ,улым,кире ҡайт,ана һине парың көтөп тора!Күгәрсен туныңды кей,ос,күккә күтәрел!

Ҡапыл ҡартатаһы һәм башҡа  кешеләр ап-аҡ томан эсенә инеп юғалды.

-Ас күҙеңде,һалдат,уян!

Эй ,уяныуы шул тиклем ауыр.Бөтә тәне боҙ кеүек, өшөй,ҡалтырай.

         Матур төшмө,әллә ысынбарлыҡмы?Төш тиһәң,Хажғәли ҡартатаһының тауышын айырым-асыҡ ишетте, өн тиһәң,осоу түгел,бармаҡтарын да ҡуҙғата алмай,кеше көнлө.Нурислам  тағы аңын  юғалтты...

          Бына ул ниндәйҙер оҙон торба эсенән оса.Йыраҡта,күҙ күреме алыҫлыҡта, энә күҙәүендәй генә яҡтылыҡ сағыла.Ул яҡтылыҡ үҙенә әйҙәй,саҡыра.Ә Нурислам шул тиклем ҙур тиҙлек менән менән алға табан елә.Егет хатта кәүҙә ауырлығын тоймай,әйтерһең, ул бер үтәнән-үтә күренеп торған  ҡанатлы күбәләк, ҡулдарын да,аяҡтарын да күрмәй.Хатта тын да алмай.  Бына инде яҡтылыҡ асығыраҡ, сағыуыраҡ була бара,күҙҙәрҙе асырға ла мөмкинселек юҡ. Егеткә,гүйә,бер түгел ике сағыу ҡояш  ялтырай!Ул атылып, торба ауыҙынан сығып,күккә аша...

     Шул саҡ эргәлә генә яңғыраған атыу,ҡысҡырыу,ыңғырашыу тауыштарынан тағы аңына килде.

      Нурислам эргәһенә йүгереп килгән  күк йөҙөләй зәңгәр  күҙле санитарка  ҡулдарынан тартып,урынынан  торғоҙорға кереште.Үҙе илай,үҙе егетте өгөтләй:

-Тор инде ,зинһар,баҫ аяғыңа!Атып үлтерерҙәр үҙеңде!Миңә тотон!Башыңды күтәр!

      Бер ни аңламаған Нурислам, уның һүҙҙәрен тыңлап, аяғүрә баҫты.Шул мәл үҙ телдәрендә лаулашып, Нурислам  ятҡан палатаға баштан аяҡ ҡоралланған фашист һалдаттары килеп инде.

     Урындарынан ҡуҙғала алмаған ауыр яралыларҙы карауатта ятҡан килеш  атып сыҡтылар ҙа ҡалғандарҙы ишек алдына сығарып теҙҙеләр.

    Аяҡтарының хәле бөткән Нурислам, төпһөҙ күктәй зәңгәр күҙле санитарканың нескә генә яурынына таянып,   көс-хәл менән бәүелә-бәүелә булһа ла ,башҡалар ыңғайына баҫып тора.Еп өҙөрлөк тә хәле юҡ,ер менән күк бер булып күҙ алдында өйөрөлә: берсә ҡояшлы зәңгәр күкте шәйләй, аңына килә  ,берсә төпһөҙ ҡараңғы упҡынға оса.Немец офицерының тауышы  тимер мискә эсенән ишетелгән кеүек ,әллә ҡайҙан  алыҫтан килә. Ана ҡолайым, бына ҡолайым тип торғанда әсирҙәрҙең бөтәһен бергә госпиталдең келәтенә индереп яптылар.

                                                           ***

      Нурислам Украинаға, Киев ҡалаһының төньяҡ –көнбайышында урынлашҡан Заксенхаузен концентрацион лагерының филиалы булараҡ асылған  Сырец концлагерына барып эләкте.Лагерь бер-нисә километрға һуҙылған өс рәт тимерсыбыҡ ҡойма менән уратып алынған.Ҡойманың беренсе һәм өсөнсө ҡаты өс метр бейеклегендә сәнскеле сымдан тора,ә икенсе рәтенән юғары вольтлы электр тогы үтә.Лагерҙың буйынан буйына вышкалар,уҫал овчаркалар, ҡарауыл .Лагерь эсендә ун алты землянка,ун бишенең һәр береһендә меңәр ярым әсир,ун алтынсыһы, йәнәһе, ”госпиталь”.Ләкин лагерҙың коменданты штурмбаннфюрер фон-Радомски һәм уның урынбаҫары “Ерән” ҡушаматлы шакал әйтмешләй :“Урыҫтың ауырырға хоҡуғы ла , хаҡы ла юҡ!”

        Лагерға килеп ингәндә үк ике яҡлап теҙелгән немец һалдаттары бер-береһе менән ярышып,һәр бер әсиргә йыуан таяҡ менән ҡундырып өлгөрөргә тырышты.Әсирҙәрҙең өҫтөндәге матурыраҡ кейем-һалымды –итек,шинелде систереп алғас,йүгерергә ҡуштылар,әсирҙәр ауа-түнә алға ынтылды,уларҙың артынан-һеләгәйҙәрен ағыҙып,эттәр ташланды.Рус телен боҙа-боҙа “Ят!”, ”Тор!”, ”Кругом!”, тағы,тағы “Ят!”,”Тор!”,”Кругом!” командаһы яңғыраны.Өлгөрә алмағандарҙың өҫтөнә туҡмаҡтар яуҙы,яуыз эттәрҙең үткер теше тәндәренә батты.Шунан :”Гусиным шагом вперед!”-тигән команда яңғыраны.Әйткәнде абайламай ҡарап торған һалдаттар тағы таяҡтар ямғыры аҫтында ҡалды. Шунан “балыҡ аҙымы”эшләргә тигән бойороҡ яңғыраны-ергә ятырға,ике ҡулды арҡаға йоҙаҡлап тотоп,яурындар,күкрәк , тубыҡ менән этенеп алға шыуышырға.Һәндерәләргә  барып еткәндә әсирҙәрҙең еп өҙөрлөк тә хәле юҡ ине инде. Землянкала көндөҙ ҡояш ҡыҙҙырғанда,эҫелә тын алып булмай, кистәрен , күп ҡан юғалтҡанғалыр күрәһең,тештәр тешкә теймәй ҡалтырата.Ваҡыт яйлап ҡына  көҙгә ауышты,бер туҡтауһыҙ ямғыр яуа,ҡыйыҡтың бөтә еренән һыу тама башланы.Тәүҙә һыу юҡлыҡтан сарсап этләнһәләр,туҡтауһыҙ ҡойма ямғырҙар башланғас,өшөү үҙәккә үтте.

        Көндөҙ фашистар уларҙы һарыҡтарҙы көтөүгә ҡыуып сығарған кеүек тимер сым менән уратып алынған ишек алдына сығара,һыуыҡтан ,ямғырҙан,әсе елдән  һаҡланырлыҡ, ышыҡланырлыҡ бер урын да юҡ.Шунан мыҫҡыл итеп,  әсирҙәргә эткә ташлаған кеүек мөнйөлгән һөйәк,икмәк киҫәге ырғыталар. Ас һалдаттар   шул ризыҡтарҙы алыу өсөн көрмәкләшә, өймәкләшеп һуғыша.Немецтар һаһылдап  көлөшөп,цирк ҡараған кеүек, аяҡтарын киреп баҫып,уларҙың ҡыланышын кинәнеп күҙәтәләр. Шунан бер телем икмәк өсөн  бәндәләр эт булып та өрә,маймыл булып та ҡылана.Лауылдап торған  овчаркаларҙан  талатыу-уларҙың иң яратҡан шөғөлө.Хәле бөткән әсир йүгерә лә,ҡаса ла алмай. Эттәр уларҙы рәхәтләнеп өҙгөләй, сәйнәй, йолҡа. Ауыҙы ҡанға тейгән эт ни ҡыланғанын да белмәй!Шул ҡанһыҙлыҡты ҡалғандар ҡарап тора,иртәгеһе көндө кемдеңдер яҙмышы тағы ла ошолай язалауға дусар буласағын бөтәһе лә яҡшы аңлай. 

        Әсирҙәр  ергә ятып йоҡлай,шул уҡ урында бөтә хәжәттәрен атҡара.Әсе һыҡра ,нәжес еҫенә сыҙап  ҡына торорлоҡ түгел.Түҙгәс,барыһына ла  түҙә икән әҙәм балаһы.

Лагерҙа  бер минут буш ваҡыт юҡ.Иртән яҡтыра башланғандан алып,ҡара кискә тиклем эш.Ә эш шунан тора:ағастарҙы тамырынан аҡтарып алырға,шунан сыҡҡан тупраҡты носилкалар менән ташып ,юлға түгергә.Йөктө баҫып-баҫып тейәйҙәр,күтәрә алмаһаң,арҡаңа йә башыңа көрәк,таяҡ,лом эләгә.Түгелгән тупраҡты тигеҙләй торған ҡулайлама ла бер-ике тонна тарта.Уны тыныс хеҙмәттә тракторҙар этеп,йә тартып йөрөтә.Ә бында ун ике әсир егелә һәм...аңын юғалтҡансы тарта.Был хәлде комендант Пауль Радомски үҙе күҙәтә,ярандары менән ихахайлап көлә,күңел аса.Был “шаярыу”,ғәҙәттә,өс-дүрт кешенең туҡмап үлтерелеүе менән тамамлана.

        Төшкө ашҡа хәтлем комендант ваҡытын шулай үткәрһә,шунан тамағын туйҙырып, кәйефен күтәрерҙәй миҡдарҙа“шнапс” һалып алып,төштән һуң яңынан –яңы экзекуция төрҙәрен уйлап сығара: тамырынан йолҡоноп алынырға етешкән бейек ағастың башына ҡулына арҡан тотоп бер әсир үрмәләй.Арҡандың осо ағастың башына бәйләнә,ә  ун биш –егерме кеше уны түбән тарта.Ағас ҡолай,ә әсир үлемесле яралана,шунан уны аяҡтарынан һөйрәп,соҡорға алып барып ташлайҙар.Хатта ул иҫән булһа ла ярҙам күрһәтеү ярамай.Бының өсөн һәр бер кешене тағы ла ҡурҡынысыраҡ яза көтә.

         Туҡмау ,язалау өсөн махсус станок эшләнгән.Тәүҙә әсирҙе сисендерәләр, станокка ҡуша бәйләйҙәр.Радомски үҙе әсирҙе  эш ваҡытында тәмәке тоҡандырыуҙа, туҡтап тороуҙа,хужалар алдында баш кейемен һалмауҙа ғәйепләй һәм йөҙ тапҡыр таяҡ менән һуғырға яза сығара.Шнапс эсеп ҡыҙарып ҡына йөрөгән палачтың бите буҙара,үҙе ҡысҡыра,үкерә:”Фестер!Нығыраҡ!”-тип аҡырына. Туҡмауҙың яртыһында әсир йән бирә,шунан уны икенсеһе алмаштыра.Иртәнге ,киске иҫәп алыу ваҡытында ла ун-ун биш кешенең йәне ҡыйыла. Ысынында, “үлем машинаһы”тип атарға мөмкин ине был концлагерҙы.

        Ашау барлы-юҡлы ғына ,бер тәүлеккә- ярты литр баланда,йәки көйгән арыш өҫтөнә һалҡын һыу һалынған шыйыҡса ,октябрь аҙағына ҡарабойҙай онон һыу менән бутап бирә башланылар.Нурисламдың  өҫтөндәге кейем –һалым тетелеп бөттө.Унан башҡа... тағы бер бәлә яуҙы әсирҙәр өҫтөнә.Ул да булһа –бет.Былай ҙа йонсоу,хәлдән тайған кешеләрҙе ул хәшәрәттәр йонсота.Кейемде сисеп ергә ҡуйһаң,ул  үҙенән үҙе “ҡуҙғалып” китә. Тәүге ҡар яуғас,кейем-һалымдың ҡушып тегелгән ерҙәренән-йөйҙәренән бетте услап-услап ҡарға ырғыта әсирҙәр,улары тағы тере йән,йылы эҙләп,яңы ҡорбанын ҡарауыллай..Ә инде мөмкинселек  сығып,ут яғыу бәхете тейһә,кейемде ут өҫтөндә тотһаң,беттәр сырт-сырт килеп яналар.Әсирҙәрҙең күбеһенең тәне,баштары ҡутырлап бөттө.Тере килеш серей башланы һалдаттар. Ҡутырҙың эсен аҡтарып ҡараһаң - бет мыжғып тора, сей яраларҙан таралған еҫ уҡшыта.Бысраҡ йәшәү урындары инфекцион ауырыуҙар барлыҡҡа килеү өсөн уңайлы мөхит булдырҙы,әсирҙәр араһында тиф,дизентерия менән ауырыусылар күбәйҙе,тәүлегенә өс йөҙ самаһы кеше аслыҡтан,туҡмалыуҙарҙан,ауырыуҙарҙан таңғы йоҡонан уянманы.

         Нурисламдың бәхетенәме ,бәхетһеҙлегәнәме шундай ауыр мәлдә яҙмыш уны   Валентина менән осраштырҙы .  Фашистар яҡын-тирәләге ауылдарҙан ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыйып,ер соҡорға,кер йыуырға,төрлө эштәр башҡарырға ҡуша. Шуларҙың араһында һуғыш башланғансы медицина техникумының икенсе курсын ғына тамамлап өлгөргән ,ваҡытында, әсәһе түшәктә ятҡанлыҡтан,   тылға эвакуацияланыусыларҙы алып киткән поезға һуңлаған Валентина исемле украин ҡыҙы ла бар ине.

                                                              ***

 

Автор:
Читайте нас