

1941 йылдың 22 июнь таңында Украина ССР-ы немец авиацияһының көслө һөжүменә дусар ителде. Дошман етеп килеүе билдәле булғас,Валентинаның әсәһе Калерия хафаланыуҙан йөрәген тотоп йығылды, ярты кәүҙәһе йөрөмәҫ булды,шунан бөтөнләй аяҡтан яҙҙы,телдән ҡалды,бер аҙна тирәһе йотом һыу ҙа ҡаба алмай түшәктә ятып,баҡыйлыҡҡа күсте. Әсәһенең бер туған һеңлеһе Ганна кескәй ҡыҙын ҡосаҡлап,улын етәкләп,ҙур булмаған төйөнсөгөн ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, Валяларға ахмайылға төшөп,йүгереп килеп инде.
-Нишләп ултыраһың?Әйҙә,йыйын,юлға сығабыҙ!Тиҙҙән бында фашистар килеп етәсәк!
Әсәһенең баш осонда илап ултырған ҡыҙ башын күтәрҙе.
-Юҡ!Әсәйемде ерләмәйенсә бер ҡайҙа ла китмәйем!
-Апайыма инде бер нимә менән дә ярҙам итеп булмай,Валя!Әйҙә,йыйын,аҙаҡҡы поезд станциянан ҡуҙғала !
-Юҡ!Мин әле үк юлға сыға алмайым!Нисек ҡәҙерлемде ташлап китәйем?Эттәр һөйрәп йөрөһөнмө ,еҫләнеп өйҙә ятһынмы?
-Улай булғас,Валя,мин йүгерәм!Фашистар килһә,беҙгә аяу булмаясаҡ!Мин балаларымдың ғүмерен һаҡларға тейешмен. Еҙнәйең Богдандың ҡыҙыл командир,етмәһә коммунист икәнен белһәләр,иң беренсе беҙҙе стенаға терәп атасаҡтар!Миңә Олеся менән Ярославтың ғүмере ҡәҙерлерәк!
Ганна ҡыҙын карауатҡа һалды ла иҙән уртаһында торған табутҡа яҡынланы. Апаһының маңлайынан үбеп хушлашты,әйләнеп Валентинаны ҡосаҡланы.
-Йә ярай,ғәйепләп ҡалмағыҙ!Апайымдың ятҡан урыны йомшаҡ ,ҡараңғы гүре яҡты булһын!Ә һин,Валя,оҙаҡлама,юлға сыҡ!Күп әйбер төйнәмә,яңғыҙ башыңа нисек тә ярай ул!Минең кеүек бала күтәреп йөрөмәйһең!Йә,юлға сығыр алдынан ултырып алайыҡ та!
Ганна ,ашығып,карауат ситенә сүгәләне,унан ҡабаланып өй эсенә күҙ йүгертте лә мөйөштә торған иконаға ҡарап, ауыҙ эсенән ниҙер бышылдап ,суҡынырға кереште. -Ярай,Аллаға тапшырҙыҡ.
Ганна ниҙер иҫенә төшөп,тағы һеңлеһенә боролдо:
-Күрше Христина әбей ҙә өйөн ташлап бер ҡайҙа ла китмәйем ,ти.”Ашарын ашағанмын,йәшәрен йәшәгәнмен”-,тип ултыра.Бер үҙең мәйет эргәһендә ултырырға ҡурҡһаң,уны алып ин. Степан бабай менән Кузьма бабай ҙа ҡәбер ҡаҙышырға ярҙам итерҙәр...
Нисек шәп итеп ингән булһа,шул тиклем тиҙлек менән Ганна ҡыҙсығын ,төйөнсөгөн күтәреп,битенән аҡҡан йәшен һөртөргә лә форсат тапмай сығып йүгерҙе.Улар артынан,апаһына моңһоу ҡараш ташлап, Ярослав ишеккә ыңғайланы.
Валентина үкереп илап,әсәһенең өҫтөнә йығылды. Атаһын ҡыҙ саҡ-саҡ ҡына хәтерләй,Валя бәләкәй саҡта балыҡҡа сығып киткән ерҙән кире өйөнә ҡайтманы. Тик берәй аҙнанан ғына уның күбенеп бөткән кәүҙәһен өс-дүрт саҡрым алыҫлыҡтағы ауыл эргәһендә табып алдылар.Тулҡын ярға сығарып ташлағайны.Валя шулай йәшләй генә атайһыҙ ҡалды.Башҡа балалар аталарына иркәләнгәндә ,ул ата йылыһы күрмәй үҫте. Әсәһе менән икәүләп донъя көттөләр ,үҙҙәренә күрә мал-монаяттары булды,бер һыйырҙы әсәһе нисек итһә итте,бөтөрмәне.Аҡтан ҡалыуҙы астан үлеүгә тиңләй ине шул.
Тыуған ерен ташлап тылға китмәгән күрше-тирәләге ҡатын-ҡыҙҙар ,ҡарт-ҡоролар менән йыйылышып,ҡәбер ҡаҙып,әсәһен мәңгелек йортона оҙатҡас,Валя үҙенең был донъяла башҡа бер кемгә лә кәрәк түгеллеген аңланы.Ләкин бошоноп ,ҡайғырып ултырырға ваҡыт самалы ине,ҡыҙ йүгереп ҡайтып,төйөнсөгөн йыйып,урамға сыҡты,ә ул ваҡытта ауылдың үрге осонан саң борҡотоп килгән мотоциклдар ,улар артынан машиналар колоннаһы күренде.Ул арала немец һалдаттары өй беренсә таралышты. Мәйет сыҡҡан һымаҡ тын ҡалған ауыл әтәс-тауыҡтарҙың ҡытҡылдауына,сусҡалар сыйылдауына,һалдаттарҙың хахылдап көлгән тауыштарына күмелде,ҡайһылыр ихатала ауыҙ гармунында уйнап ебәрҙеләр,берәүҙәре ҡоҙоҡтарҙан һыу алып, ҡысҡырыша-көлөшә йыуынырға,һыу һибешергә,юл туҙанын сайырға ашыҡты.Бер төркөм йәшерәктәре туп тибергә тотондо.
Ҡарап ҡына торған Сыбарҡайҙы ишек алдынан лауылдашып ҡыуып алып сығып киттеләр,малҡайы артынан йүгергән саҡта саңы борҡорап ятҡан юлға йығылып,әрнеп илап ҡалды Валя. Утарҙа бер сусҡа,ҡаҙ,тауыҡ ҡалманы,таң беленер-беленмәҫтән тегендә лә ,бында ла ярышып хәбәрләшкән әтәстәрҙең дә башына еттеләр.
Малдар менән ҡош-ҡорт ҡынамы һуң?Күршелә йәшәгән саҡ ун биш йәше тулған Есенияны өйөнән һөйрәп алып сығып,күмәкләп мыҫҡыл итеп,баҡсалағы алмағасҡа аҫып ҡуйҙылар.Ни гонаһы бар ине сабыйҙың?Ейәнсәре артынан сыҡҡан Кузьма ҡартты ла кәртә артында атып үлтерҙеләр,хатта кәүҙәһен шартына килтереп ер ҡуйынына һалырға рөхсәт итмәнеләр.”Эткә эт үлеме”тип,яҡын ебәрмәй булаштылар. Уғрылар кеүек,йәшеренеп кенә баҡса артынан барып, төндә ҡәбер ҡаҙып, ерләп ҡуйҙы уны ауыл халҡы.Әллә ауыр еҫ сығарып бурһып ятыуынан сирҡаныпмы, фашистар ҡартты ер ҡуйынына һалыусыларҙы бәлә һалып,эҙләп маташманы.
Ауылдың һәр бер өйөнә һалдаттар килеп тулды.Бинт менән уралған һул ҡулын муйынына аҫҡан Фрицман исемле офицер Валя йәшәгән өйҙө һайланы. Хужаһы артынан бер аҙым ҡалмай йөрөгән һөмһөҙ ерән адьютанты иһә ураған һайын ҡыҙҙы мөйөшкә ҡыҫырыҡланы.Валя, ҡыпһыуыр кеүек ҡыҫҡан ҡулдарҙан ысҡынырға теләп сәбәләнгәндә, һирәк һары тештәрен ыржайтып, ихахайлап көлдө. Көн дә офицерҙың яралы ҡулының бинтын алмаштырырға доктор килеп йөрөй, уныһы нишләп госпиталгә ятмайҙыр,кем генә белһен. Бер көндө,докторы оҙаҡлағас, Фрицман ҡулы менән иҙәп, Валяны саҡырып алып,яраһына ымланы.Валяның эше менән бик ҡәнәғәт ҡалды:
-Корошо!Во!
Шул көндән ҡыҙ уның шәхси докторына әүерелде.Хатта Фрицман үҙе менән бер өҫтәл артына ултырырға саҡырҙы,икмәге менән бүлеште.Ә бер көндө ҡыҙға ойоҡ бүләк итте,бындай иғтибарға күнекмәгән ҡыҙ,тәүҙә баҙап ҡалды,бүләктән ҡырҡа баш тартты.Ләкин Фрицман бүләген өҫтәлгә һалып сығып китте.Икенсе юлы ул яулыҡ , шунан хушбый алып ҡайтты.
Ә бер көндө соланда йоҡлап ятҡан ҡыҙ ҡапыл үҙен кемдеңдер һәрмәкләүенән уянып китте. Танауына һаһыҡ горилка , һуған еҫе килеп бәрелде.Ҡыҙ ,ҡысҡырып, тубыҡтарын ҡосоп,мөйөшкә һырышты.Салбарын тубығына тиклем төшөргән ерән фриц шөҡәтһеҙ оҙон бармаҡтарын һуҙып,түшен иҙгеләй,күлдәк итәген башына ҡапларға маташа.Валя йән асыуынан ҡысҡырып ебәрҙе:
-Найн!Не надо!Помогите!
Шул саҡ тупһала тупылдаған аяҡ тауышы ишетелде,Фрицман йүгереп инеп,иҫән ҡулы менән адьютантын яғаһынан матҡып тотоп,ҡыҙҙың өҫтөнән һөйрәп алды.
-Швайн!(сусҡа ,тиеүе ине)-Тупһаға һөйрәп сығарҙы,пистолетын маңлайына терәне.Ике күҙе аларған ерәнгес әҙәм хужаһының йылтырап торған итектәрен ҡосаҡлап ,ярлыҡауын үтенде.Офицер адьюдантының артына тибеп ебәрҙе,тегенеһе ауа-түнә ергә барып төштө ,ҡото осоп, салбарын күтәрә-күтәрә ҡапҡаға табан йүгерҙе, унан артына әйләнеп ҡарай-ҡарай ,урам буйлап сапты. ..
Ҡыҙ яйлап ҡына үҙенең яҙмышына буйһондо,немец телендә лә арыу ғына һупаларға өйрәнде.Кемдәрҙер бер телем икмәккә зар-интизар булғанда,Фрицман уға котелогына һалып,бутҡа ташыны,хатта ҡайһы саҡта шоколад та алып ҡайтҡыланы.Ә бер көндө офицер вино эсергә ҡыҫтаны,ҡыҙ баш тартҡас,стаканды ауыҙына уҡ терәне.Хәмер Валяның быуынына төштө,аяҡтарының хәле бөттө.Ҡыҙ берсә сәбәпһеҙ ҡысҡырып көлдө,берсә сарбайлап иланы. Шул төндә ҡыҙ тере дошманы менән өйөн генә түгел, түшәген дә бүлешеүен һиҙмәй ҡалды. Аҡылына килгәндә, эш үткәйне инде.Иртән Фрицмандың ҡосағында уянып киткәс,һикереп тороп ултырҙы,ике ҡулы менән сәстәрен услап тотоп,һамаҡлай-һамаҡлай иларға кереште.Әммә илау менән хәлде төҙәтерлек түгел ине инде.Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә ,тиеүҙәре дөрөҫтөр, күрәһең.Ул әсе яҙмышына күнгәндәй булды,ләкин үҙендә ауылдаштарының нәфрәт тулы ҡараштарын тойоу бик ауыр ине. Беҙ ҡапсыҡта ятмай,уның немец офицеры менән буталыуы бөтә ауылға фаш булды.
Урамға сыҡһа,бәләкәй малайҙар артынан таш ырғытты,эт ирештергән шикелле һыҙғырып ҡалды,ә олораҡ ҡатын- ҡыҙҙар уны күрмәмеш булып,юлдың икенсе яғына сыҡты. Әбейҙәр артынан төкөрөп, биҙрәләп көл һибеп ҡалғыланы.
Валя бер эштән дә ҡурҡып тормай,бөтә эш ҡулынан килә,тик бергә эшләгән ҡатындарҙың үҙенән йөҙ бороуҙарын ғына күтәрә алмай.Әле саҡ һөйләшеп торған бисә-сәсә,уны күргәс ,тынып ҡала,хатта ҡайһы берҙәре “немец ҡалдығы”, ”фәхишә”тип күҙенә бәреп әйтеп ҡуя.
Немецтар ауылда үҙ тәртиптәрен урынлаштыра башланы.Иң беренсе комендатураға барып теркәлергә,немец паспорты алырға ҡушылды.Һәр бер йортҡа һалым һалынды:бойҙай,картуф,май,йомортҡа,шәкәр,һарыҡ,сусҡа,йә башҡа төрлө ит тапшырырға кәрәк .
Ауыл халҡы иң ауыр,бысраҡ эштәргә йәлеп ителде.Яңы власть староста итеп тәғәйенләгән Михайло ҡарт кистән ауыл халҡына кемгә ҡайҙа эшкә барырға әйтеп сыға,бармайынса хәлең юҡ,тыңламағандарҙы атырға ла күп һорап тормайҙар.Ауыл уртаһына төҙөп ҡуйылған дар ағасы ла буш тормай.Ихата һайын немец һәм рус телендә белдереүҙәр эленеп тора. Бөтә нәмә өсөн дә –атыу.Эшкә сыҡмаһаң –үлем.Яңы власҡа ҡаршы һүҙ һөйләһәң дә –үлем.Өйөңдә яралы совет һалдатын аҫырағаныңды белһәләр,бөтә ғаиләңде ҡырып сығасаҡтар.Комендант сәғәтенән һуң урамға сығырға ярамай, урамда бер-нисә кеше йыйылышып һөйләшкәнде күрһәләр-был оло ғәйеп.Хатта немец һалдаттары эскән ҡоҙоҡтан һыу алырға ярамай,өйөңдә радиоприемник тапһалар,почта күгәрсендәре тотҡаныңды белһәләр -бер һүҙһеҙ үлемгә хөкөм итәләр.Бер ниндәй ҙә хоҡуғың юҡ,тик бурыстарҙың ғына иҫәбе-һаны күренмәй...
1942 йылдың июль айында Бабий Ярҙан 100 метр самаһы алыҫлыҡта урынлашҡан лагерға әсиргә төшкән тәүге совет һалдаттарын килтерҙеләр. Шунан инде уларҙың һаны артҡандан артты.Лагерҙа үлгәндәрҙе яр буйына соҡорға сығарып ырғыта торҙолар.Тора-бара соҡорға һыймай башлағас,бер рәт мәйет,икенсе ҡатына утын һалып,нефть һибеп,ут төрттөләр. Көйгән ит еҫенән сыҙап торорлоҡ түгел,төтөнө әллә нисә саҡрымға тарала.Һөйәк янып бөтмәй икәнлеге беленгәс,һөйәк онтай торған станок килтереп ултырттылар. Аяҡтары бығаулы әсирҙәр көндәр буйы мәйет үртәне,һөйәк тарттырҙы, онон ашлама итеп баҫыуҙарға түкте.
Бер көндө староста ,ауыл халҡын йыйып,лагерь тирәләп канау ҡаҙырға алып китте. Ҡайҙа барыуҙарын алдан тоҫмаллаған ҡатындар, үҙҙәренең ғаиләһе ауыҙынан өҙөп,кеҫәләренә икмәк,картуф та һалып алдылар.Эш барышында шуларҙы , һиҙҙермәҫкә тырышып,тимер сетка аша әсирҙәргә ырғыттылар.Улары ипләп кенә ала белмәне,бер-береһен тапап,иҙеп,ҡырағайҙарса ҡыланып,аҙыҡҡа ташланды. Быны күреп ҡалған һаҡсы әсирҙәр һәм ҡатындар өҫтөнә пулеметтан ут яуҙырырға кереште.Бөтәһе лә сыр-сыу килеп ергә һырыҡты.Ике яҡлап та кеше канау эргәһендә ятып ҡалды.
Тәү тапҡыр Валя Нурисламды күргәс тә уның башҡа әсирҙәрҙән ни яғы менәндер айырылып тороуын һиҙемләне: беренсенән,ул урыҫҡа ла,украинға ла оҡшамағайны. Икенсенән, моңһоу ҡара күҙҙәре бер ҡарауҙан йөрәгеңде өтә, ҡарашынан албырғап ҡалаһың. Ауыр яраһынан һаман мандый алмағаны,һыҙланыуы йөҙөнә сыҡҡан.Башҡа әсирҙәр кеүек асарбаҡланып ризыҡҡа ла ташланманы, иптәштәренең ҡыланышынан оялғандай,ипле генә ултыра бирҙе.Ошондай ҡырағайҙарса мөхиттә кеше булып ҡала алыуы һоҡланырлыҡ күренеш ине. Ситлектә ултырған бөркөткә оҡшатты ул был егетте.Әсирлектә,ләкин рухы һынмаған,ситлектә ултырһа ла үҙенең ирек һөйөүсе ҡош икәнен хәтеренән сығармаған. Ә Валя?Ул нишләне?Бер телем икмәккә,ризыҡҡа алданып, саф тәнен ҡан дошманына һаттымы?Ә йөрәк аҫтында саҡ тумаланған йән эйәһен ниндәй яҙмыш көтә?Фрицман был хаҡта белһә,нимә тип әйтер?
Хоҙай бойороғо буйынсамы,әллә башҡа сәбәптәнме, Валя менән Нурисламға тағы бер тапҡыр осрашырға яҙҙы.
***